Факил Наил улының хеҙмәт юлы "Ватандаш" журналы менән тығыҙ бәйле - бына инде егерме йылдан ашыу баҫмабыҙ сағыу, йөкмәткеле, күркәм булһын өсөн ҙур тырышлыҡ һалып, яратҡан эшен күңел һалып башҡара ул. "Ватандаш"тың республика гәзит-журналдары араһында иң олпат, етди баҫма һаналыуында, һис шикһеҙ, хеҙмәттәшебеҙҙең өлөшө ҙур.
Хөрмәтле коллегабыҙға ижади һәләте, яуаплылығы, кешелекле һәм алсаҡ күңелле булыуы өсөн сикһеҙ хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ихлас күңелдән ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!