

Сәйәси золом ҡорбаны
Учалы урман хужалығында урмансы булып эшләүсе дуҫым, класташым Айвар Тәлғәт улы Сафин еҙнәһенең бер дәфтәргә яҙылған ҡульяҙмаһы менән танышырға тәҡдим иткәйне. Баҡһаң, еҙнәһе – районыбыҙҙа билдәле шәхес Марат Ниғәмәт улы Шакировтың Рысай ауылында хәлле генә йәшәгән олатаһын 1931 йылда раскулачивать итәләр һәм ҡатыны, дүрт балаһы менән Дыуан районындағы «Күлвәрәш» лагерына ебәрәләр. Нурҙиҙә исемле ҡыҙынан башҡа балалары һәм ҡатыны шунда аслыҡтан үлеп ҡалған. Нурҙиҙәне аҙаҡ балалар йортона ебәргәндәр. Атаһы Әҡсән, 1936 йылда ғына ошо ҡыҙын эҙләп табып, уны Рысайға алып ҡайта. Ләкин үҙен 1938 йылда Беломор-Балтик каналын төҙөргә һөргөнгә һөрәләр. Ул башҡаса ҡайтмай, шунда үлеп ҡала. Нурҙиҙәнең ҙурайғас үҙ ҡулы менән яҙған хатының бер бите һаҡланған. Был яҙманы уҡыуы ла ныҡ ауыр....
«1931 йылдың йәйендә беҙҙең ғаиләне раскулачивать итеп, Дыуан районына ебәрҙеләр. Алты йән эйәһе инек. Атайым, инәйем һәм дүрт бала. Иң бәләкәсебеҙгә бер генә йәш. Ауыр юлда ыҙалап барып еткәс, атайымды ҡайҙалыр икенсе ергә эшкә ебәрҙеләр. Беҙҙе, кескәй балаларҙы, инәйем менән ҡатын-ҡыҙҙар йәшәгән ниндәйҙер иҫке генә, таҡтанан көпләнгән баракка урынлаштырҙылар. Тишек-тошоҡтары бигерәк күп: ел өрһә, төндә һыуыҡ, өшөттөрә, ямғыр яуһа, ҡыйығы һыу үткәрә. Себен-серәкәй ҡаңғырта. Ашарға бер нәмә лә бирмәйҙәр. Йорттан сыҡҡанда алған ризыҡты юлда килгәндә ашап бөткәйнек. Шуға ла беҙ, ҙурыраҡ балалар, урманға сығып, төрлө үлән йыябыҙ, йүкә ҡабығы юнып алып ҡайтабыҙ. Инәйем шуларҙы киптереп, он итеп тарта һәм йәймә бешереп ашата. Тик бының менән генә тамаҡ туймай шул. Күмәкләп ауырый башланыҡ. Иң тәүҙә бер йәшлек бәләкәсебеҙ үлеп ҡалды. Күп тә үтмәй, инәйем менән ҡыҙ туғаным бергәләшеп үлеп ҡуйҙылар. Барак эсендә, беҙҙең эргәлә генә имсәк балаһы менән бер ҡатын ята ине. Ул да урынынан башҡа ҡуҙғалманы. Балаһы күпмелер ваҡыт үлгән инәһенең һөтөн имеп ятты әле. Аҙаҡ, илап-мышнап ята торғас, тынып ҡалды. Нисә тәүлек үткәндер, инде хәтерләмәйем. Беҙ ағайым менән икәүләп илашып тик ултырабыҙ, кискеһен үлгән инәйебеҙҙең мәйетен ҡосаҡлап ятып йоҡлайбыҙ. Насар еҫ сыға башланы. Шунда ғына ике ҡатын кереп, кәкерәйеп ҡатҡан мәйеттәрҙе һөйрәтеп алып сығып киттеләр. Беҙ илап эйәрергә булғайныҡ, әрләп ташланылар, сығырға ҡушманылар. Мәрхүмдәрҙе ҡайҙа иткәндәрҙер, уныһын белмәнек.
Беҙ икәүҙе икенсе көнөнә детдомға алып киттеләр. Бында ла ашарға үлмәҫлек кенә итеп бирәләр ине. Йөрөй торғас, ауырып киттем. Мин төҙәлеүгә ағайым ауырып йығылды һәм үлеп ҡалды. Аҙаҡ беҙҙең төркөмдө икенсе бер районға ебәрҙеләр. Хәҙер мин бөтөнләй аҙашып, юғалып ҡалдым. Ул райондың ниндәй исемдә булғанын да хәтерләмәйем».
«Дуван – ГУЛАГ» эҙҙәре буйлап
Үткән быуат баштарында кеше бөтөнләй үтә алмаҫлыҡ ҡара урман булғандыр был ҡәһәр төшкән тирәлә. Әлеге ваҡытта ла ныҡ төпкөл, кеше йүнләп күренмәгән урын ул. Класташымдың ошо Дыуан районына барған сәйәхәт тураһындағы хәтирәһе ошо хаҡта дәлилләй. Бына ниҙәр һөйләне ул:
– Марат еҙнә: «Айвар, һинең таныштарың күп бит, Башҡортостанда Күлвәрәш тигән ер бар, шуны күреп ҡайтырға ине. Берәйһе алып бармаҫмы икән? «Дуван – ГУЛАГ» тип йөрөткәндәр ул урынды, минең олатай менән өләсәй шунда ятып ҡалған. Инәйем, их, зыяраттарын күреп ҡайтырға ине, тип йәшәне. Ләкин бара алманы, үлеп китте, бахыр», – тигәс, үҙем алып барырға булдым.
Дыуан районында таныштарым юҡ. Иң яҡын йәшәгәне – Оло Ыҡтамаҡтағы Рәфҡәт иптәшем. 1980 йылдар башында уның менән Өфө урман техникумында бергә уҡыныҡ. Шылтыраттым, уй-ниәтте һөйләп бирҙем. «Әйҙә, килегеҙ, ул ер беҙҙән етмеш саҡырымдай ғына, үҙем дә барырмын», – тине ул.
2011 йылдың август аҙағы. Көн матур, машина шәп. Марат еҙнә менән Учалынан сығып киттек юлға. Төштән һуң Оло Ыҡтамаҡҡа барып керҙек. Рәфҡәт «Ҡарағай» шифаханаһы эргәһендә йәшәй икән. Һәйбәт итеп ҡаршы алды. Мунса яҡҡан, шешлек ҡуйған. Юлдан ял итеп, ашап-эсеп оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Икенсе көн Дыуанға юл тоттоҡ. Миндә Башҡортостандың бик дан картаһы бар, бик теүәл күрһәтелгән, шуға ҡарап юлды самалайбыҙ. Дыуандан Комсомольский тигән ултыраҡҡа, унан Сафоновка тигән төпкөл бер ауылға барып еттек. Артабан юл юҡ. Карта буйынса Сафоновканан Күлвәрәш ун биш саҡырымдай алыҫлыҡта. Бер егерь осрап, унан һораштырҙыҡ. Юл юҡ, һыбай ғына барырлыҡ, ти. Иртәгәһе көнгә аттар табырға вәғәҙә итте. Ә беҙҙең был изге эште иртәгәгә ҡалдырғы килмәй, шуға ла икенсе юл тураһында һораштыҡ. Ҡариҙел районы яғынан барып була икән. Әтнәш тигән ауылдан бик йыраҡ та түгел, имеш. «Унда Кузьмич тигән проводник бар, бәлки, килешә алырһығыҙ», – тип өмөтләндерҙе яңы танышыбыҙ.
Картанан ҡарап, тура сығырға булдыҡ. Сафоновканан кире Комсомольскийға барып, урман ташыған машиналар ғына йөрөгән юлдан кереп киттек. Колея тәрән. Яйлап ҡына барабыҙ. Айырыуса батҡыл урындарҙы ситтән үтәбеҙ. Соҡор-саҡырға төрлө ботаҡ, серек ағастар ырғытып, алға шыуышабыҙ. Шулай этләнә торғас, Ҡараяр – Әтнәш юлына килеп сыҡтыҡ. Бындағы юл һәйбәт, тигеҙ. Ғәжәйеп тәбиғәтле Йөрүҙән йылғаһы буйлап бара. Бер аҙҙан Әтнәшкә килеп еттек. Көтөү ҡайтҡан ваҡыт. Күперҙе сыҡҡас, күрәбеҙ, дүрт ир бура бурай. Эргәләренә барып, Кузьмичтың өйөн һораштыҡ. «Нисек, ҡайҙан килдегеҙ?» – тип аптырашта ҡалдылар. Комсомольскийҙан, тибеҙ. Ышанмайҙар былар. Алдашмағыҙ, ул юлдан бер нисек тә еңел машина менән сығып булмай, тиҙәр...
Кузьмичтың йорто алдына барып туҡтаныҡ. Бер әбей ҡапҡанан килеп сыҡты. Беҙгә Кузьмич кәрәк ине, тигәс, кире боролоп:
– Фаяз, һиңә килгәндәр! – ти. Баҡһаң, уның башҡортса ысын исеме Фаяз икән. Буйға оҙон ғына, ҡаҡса, оҙонса плащ кейгән. Теге «Особенности национальной охоты» тигән кинофильмдағы Кузьмичҡа оҡшап тора шул. Өйгә саҡырҙылар. Баллап ҡайнар сәй эстек. «УАЗ»-дың бензины әҙ, ти Фаяз. Заправка ҡырҡ саҡырым алыҫлыҡта, Ҡариҙел яғында икән. Ике кәнистр менән бензин алып килдек. Фаяз: «Юлға Рифте лә алырға кәрәк», – ти. Ошо уҡ ауылдағы Риф тигән егеткә барҙыҡ. Йомошобоҙҙо әйткәс, ул һис ҡаршылыҡһыҙ мылтығын, патронташын алып сыҡты һәм беҙ бишәүләп ҡараңғы төшөп килгәндә юлға сыҡтыҡ.
Ундағы тау аралары «лог» тип атала, беҙҙеңсә – ҡулауыҡ. Элек шунан узкоколейкалар үткән икән. Рельстарын ҡутарып алып, металлоломға тапшырып бөткәндәр. Шпалдары ла ҡалмаған хатта. Руль артында – Фаяз. Узкоколейка үткән ерҙә ағастар юҡ, ләкин үлән – күкрәктән. Шундай насар юлдан һис ҡаушамай алып бара танышыбыҙ. Беҙҙән алда бер кем йөрөмәгән бында. Фаяздың хәтеренә иҫең китерлек! Бара-бара ла, туҡтап ала:
– Алда соҡор булырға тейеш, – ти. Һәм яңылышмай. Фар яҡтыһында эҙләй торғас, абайлап ҡалабыҙ. Урап үтәбеҙ. Тағы әҙерәк барғас, алда тағы соҡор булырға тейеш, тип беҙҙе иҫкәртте. Тирә-яҡты урап сыҡтыҡ – юҡ. Минең:
– Бында бер ниндәй соҡор юҡ! – тиеүем булды, ҡолап та киттем, етмәһә, ныҡ ҡына итеп терһәгемде ауырттырҙым. Тәрәнлеге ярты метрҙай соҡор икән. Әгәр машина менән төшһәк, ултырыр инек шунда ҡаңғырып. Фаяз биш-алты мәкерле урынды урап үтте. Бик зирәк кеше, ә бит үҙе дүрт кенә класс бөткән икән. Уның хатта машина йөрөтөү таныҡлығы ла юҡ, имеш. Ә бына беҙҙең бөтәбеҙҙеке лә бар, ләкин ошо ерҙән уның кеүек оҫта үтә алмаҫ инек.
Һуңғы бер метр самаһы тәрәнлектәге соҡорҙы имен-аман урап үткәс, ниһайәт, рәхәтләнеп тын алдыҡ, ҡыуаныстан еңел һулап ҡуйҙыҡ. Хәл йыйырға туҡтаныҡ, егеттәр тәмәке көйрәтеп алды. Ай яҡтыһы урманға төшә. Алда – бәләкәй генә ялан. Илле метр алдараҡ ҙур ғына ҡарағай күренә. Шул яҡтан эт өргән тауыш ишетелә. Риф Фаязға:
– Ана, һинең дуҫтар тауыш бирә, – ти. Ниндәй дуҫтар, тип аптырап һорайбыҙ. «Ошо тирәлә балалары менән инә айыу йәшәй, беҙҙе ситкә саҡырып алдаштыра. Йә эт булып өрә, йә һайыҫҡан булып шыҡырыҡлай. Хәҙер беҙҙе әллә күпме ара оҙатып барасаҡ әле. Үҙенең балаларына ҡурҡыныс янамағанына төшөнгәс кенә тынысланасаҡ», – ти Риф. Бара торғас, ҙур ғына яланға барып сыҡтыҡ. Уны үткәс, йәнә ағаслыҡ – бына шул икән беҙ эҙләгән Күлвәрәш.
Күлвәрәштә
Сәғәт төнгө 2 тирәләре. Төн йылы. Ай яҡтыһы ныҡ төшә. Ҡоро ботаҡ йыйып, ут яҡтыҡ, палатка ҡорҙоҡ. Сәй ҡайнатып, бер аҙ тамаҡ ялғап алдыҡ. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Марат еҙнәм уйға батып, күберәген шым ғына ултырҙы. Инәһен, ҡартатаһын, ҡәртинәһен күҙ алдына килтереп, хис-тойғоларға бирелеп ултырғандыр инде...
Риф менән Фаяз – машинала, беҙ өсәү палаткала йоҡланыҡ. Айыу эргәбеҙгә килеп ҡаңғыртып йөрөмәне. 6-сы яртыларҙа уяндыҡ. Йоҡо туйған, күңелдәр көр, саф һауа, тирә-яҡта ҡоштар һайраша. Күңел түрендә ниндәйҙер еңеллек һиҙелә. Марат еҙнәмдең күңелендә ниндәй хис-тойғолар урғылғандыр, уныһы миңә сер булып ҡалды.
Сәй ҡайнатып эстек. Һыуҙы үҙебеҙ менән алған инек. Көн яҡтырғас, күлде күрҙек. Йоп-йоморо, диаметры йөҙ метр самаһы. Күл ситендә ун метр самаһы үлән дә юҡ. Арыраҡ, күлде уратып, шыршы, ҡайындар үҫә.
Марат еҙнәнең ҡартатаһы, ҡәртинәһенең ҡәберҙәрен эҙләп киттек. Күлде урап үттек, яланды, тирә-яҡтағы урман эстәрен байҡаныҡ. Ләкин зыяратҡа йәки ҡәбергә оҡшаған бер нәмә лә тапманыҡ.
Беҙ туҡтаған урындан йыраҡ түгел бер нисә барак урынлашҡан ер бар. Барактарҙың киңлеге – дүрт, оҙонлоғо һигеҙ метр самаһы булғандыр, моғайын. Улар нисектер ергә һылашып ултырған. Эргәлә – шыршы ағастары, үлән юҡ. Бер шыршы төбөндә бер нисә балта ята. Барыһы ла ярылып-сатнап, эшлектән сыҡҡан. Ер өҫтөндә буяу һауыты саҡ ҡына күренеп ята. Ҡаҙып сығарһаҡ, ҡулдан ғына сүкелеп әтмәләнгән сәйнүк икән. Һемәге лә, тимерсыбыҡтан тотҡаһы ла бар хатта. Оҙаҡ ҡына эҙләнеп йөрөнөк. Ләкин бер ниндәй ҙә ҡәбер урыны тапманыҡ. Шулай ҙа Марат еҙнә барыбер ҡәнәғәт ине, сөнки инәһенең үтәй алмаған изге бурысын үтәне.
Ҡайтҡан саҡта бер урында машина батты. Бик ыҙалап булһа ла, күмәкләп сығара алдыҡ. Ҡалған яғын Әтнәшкә тиклем имен-аман үттек. Фаяз һәм Риф менән иҫәпләшеп, рәхмәттәр әйтеп, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.
Рәфҡәт дуҫымда тағы бер кис ҡунып, икенсе көнөнә иртән Учалыға юлландыҡ. Шәп сәйәхәт булды, миңә ныҡ оҡшаны. Марат еҙнәм иллә ҡыуанды, ысын күңелдән рәхмәттәр әйтте. Уның менән ҡайҙа ғына йөрөһәң дә күңелле. Бик һәйбәт, көләс йөҙлө, аҡыллы ир уҙаманы. Хәтере лә бынамын тигән, күп нәмәләрҙе белә, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләргә әүәҫ кеше, – тип тамамланы Айвар хәтирәләрен.
Был тарих мине ныҡ тетрәндерҙе. Интернетта Күлвәрәш тураһында материалдар барлыҡҡа бар, тик уны һирәк кеше ҡарай инде – үҙенең нәҫеленә тура ҡағылған кешеләр генә. Әйтәйек, был яҡҡа һөрөлөүселәр тура мәғәнәлә ас-яланғас көйөнсә ағас йыҡҡандар, узкоколейкаға бүрәнәләр тейәп оҙатҡандар. Барактарҙа аяҡ аҫтында йыландар шыуышып йөрөгән. Күлдең бысраҡ һыуын эсеп ағыуланыусылар ҙа булған. Береһенең дә тиерлек ҡәберҙәре юҡ, мәйеттәрен ҡайҙа тура килде, шунда ырғытҡандарҙыр инде.... Ә беҙ, ҡалғандар, әлеге сағыштырмаса имен һәм етеш тормош өсөн алдағы быуындар күпме ҡан, күҙ йәше, ҡара тир түккәнлеген, хәсрәттәр кисереүен онотоп барабыҙ буғай! Аслыҡ-яланғаслыҡ, төрлө бола һәм репрессиялар йәнә ҡабатланмаһын өсөн барыбыҙға ла берҙәм һәм татыу булырға кәрәк, йәмәғәт!
Яҙмамды үҙем ныҡ ихтирам иткән данлыҡлы шағир Мәүлит ағай Ямалетдиновтың бер робағийы менән тамамлау урынлы булыр:
Ҡанъяғалаш ҡубыр булһа бер илдә,
Фетнә тыуа иң беренсе күңелдә.
Тик фетнәсе түгел, тапһыҙ әҙәмдәр
Ҡан-йәш түгә һуғыш барған миҙгелдә.