– Александр Григорьевич, Каталон картаһы ниндәй тарихи ҡиммәткә эйә? Сауҙагәрҙәр, илселәр йәки илдәрҙе өйрәнеүселәр картаһынан ул нимәһе менән айырыла? Кем өсөн һәм ниндәй маҡсат менән төшөрөлгән был атлас?
– Беренсе ҡарашҡа, Каталон картаһы донъя картаһы тиергә була. Техник яҡтан тикшергәндә, ул һарыҡ тиреһенән яһалған пергаменттарҙан йыйылған алты бүлектән тора. Атластың төп нөсхәһе Францияның Милли китапханаһында һаҡлана. Уны төҙөгән картографтың исеме лә билдәле – король Педро Арагонскийҙың карталар һәм компастар төҙөүсе оҫтаһы Крескес Авраам.
Атластың беренсе панеле – космологик һәм космографик характерҙағы текстарҙа, икенсеһе – астрономик һәм астрологик бирелештәрҙә. Өсөнсө һәм дүртенсе панелдәр порттар тураһында мәғлүмәт бирә. Әгәр ул ошолай ғына тамамланған булһа, был ғәҙәти диңгеҙ капитандары картаһы ғына булып ҡалыр ине. Тик бында артабанғы бүлектәр ҙә бар. Бишенсе һәм алтынсы панель Монгол империяһы, Һиндостан менән тәмләткестәр етештергән утрауҙарҙы һүрәтләй. Шулай итеп картаның заказчиктары уға Урта Азияны, Һиндостанды һәм Ҡытайҙы ла индереп, донъя картаһы яһата. Тағы ла ике панелдә донъяның барлыҡҡа килеүе, ете планета һәм зодиактар менән берлектә йәшәүҙең яралыуы хаҡындағы текстар бар. Бында донъя картаһының космографияға әйләнеүе күҙәтелә.
Атласты эшләгән картограф һәм заказ яһаусы менән Алланың, Ерҙең һәм Йыһандың серҙәрен төшөнөргә теләү маҡсаты идара иткәндәй. Сөнки был карта донъя кимәлендәге ниндәйҙер мөһим проблеманы хәл итеүгә ҡоролған космографик трактат булып тора. Трактаттың теле лә ғәҙәти булмағанса: картографик майҙандар төрлө фигуралар, символдар, миниатюралар менән тулы. Уларҙы пиктограммалар итеп ҡарарға кәрәк. Фигуралар бер системала теҙелеп, географик ысынбарлыҡҡа нигеҙләнгән. Билдә нисек кенә мөһим булһа ла, уның карталағы ултырған урыны мөһимерәк роль уйнай булып сыға. Символдар һүҙлеген белгәндә Каталон атласын текст кеүек итеп уҡырға ла була. Әммә был һүҙлек юҡ һәм шунлыҡтан карта ла бөгөнгө көнгә тиклем асылмаған. 1889 йылда крайҙы өйрәнеүсе Ф.Чекалин бишенсе панелдәге Алтын Урҙа территорияһын фаразлап уҡып, яҙып сыҡҡайны, шуның менән бөгөн дә файҙаланалар. Тик былар бик аҙ.
Билдәләп китергә кәрәк, Каталон атласы XIV быуаттың Монгол империяһының Һары йылғанан алып Дунайға тиклем булған ерҙәре төшөрөлгән берҙән-бер Европа картаһы. Бында империяның ҡалалары һәм идарасылары менән бергә дүрт олоҫо, Рус ерҙәре, Волга буйы, Ҡырым, Кавказ һәм Себерҙе үҙ эсенә алған Алтын Урҙа территорияһы ла ингән. Атластың авторы Крескес Авраамдың был ҡалаларҙың, ханлыҡтарҙың, кенәзлектәрҙең гербтары, махсус тамғалары тураһында ла хәбәрҙар булыуы хайран ҡалдыра.
– Башҡорт ҡалаһы тураһында ниндәй мәғлүмәттәр бар картала? Ғөмүмән, был ҡала Өфө ҡалаһы аҫтында табылған Өфө-II ҡаласығына тап киләме?
– Миңә Н.Ә.Мәжитов менән В.А.Ивановтың дискуссияһы билдәле. Был бәхәс ҡыҫҡаса ошоға
ҡайтып ҡалғайны: Өфө-II ҡаласығын Урта быуаттағы Башҡорт ҡалаһы итеп ҡарау дөрөҫмө? Ғалимдарҙың аргументтары археологик материалдарға ғына нигеҙләнә. Каталон картаһына улар һылтанма бирә. Йәғни, картаның оригиналы – төп нөсхәһе менән уларҙың икеһе лә таныш түгел. Тимәк, был
тикшеренеүҙә атлас айырым һәм
үҙаллы тарихи сығанаҡ итеп алынмаған. Шунлыҡтан, был тәңгәлдә, картаның төп нөсхәһенә мөрәжәғәт итеп, Башҡорт ҡалаһына картографик һүрәтләмә биреү мотлаҡ.
Атласта Башҡорт ҡалаһы Булғарҙан төньяҡҡа – Себер ҡалаһына тиклем барған сауҙа сылбырында төшөрөлгән. Иҙел йылғаһы буйында биш ҡала бар. Уларҙың атамалары ошолай теркәлә: Jornan, Ciutat de Marmorea, Pascherti, Fachatim, Sebur. Һуңғы яҙыу эргәһенә «Себер тауҙарында бөйөк Едил/Иҙел йылғаһы тыуа» тигән аңлатма ла бирелә. Әммә был ҡалаларҙың береһенең дә ултырған урыны атап ҡына күрһәтелмәгән. Улар Иҙел йылғаһы буйында – шул ғына. Фәнни проблема бына ошонда ла:
Алтын Урҙаның Каталон картаһында билдәләнгән ҡалалары бөгөнгө археологик ҡаҙылмаларға тап килеп етмәй. Шул уҡ ваҡытта тура килгәндәре лә бар. Ошо арҡылы бәхәстәр ҡуба. Башҡорт ҡалаһы ла шундайҙарҙың береһе. Әммә бында ситуацияға киң ҡараш булдырғанда, йомаҡты сисергә була.
Картала Мәскәү ҡалаһы юҡ, йәки ул ваҡытта инде киң билдәлелек алған башҡа ҡалалар ҙа юҡ. Ә Башҡорт ҡалаһы бар. Бында һүҙ Түбәнге Волга һәм Урал араһындағы сауҙа коммуникациялары хаҡында бара булырға тейеш. Был юл аша Яҡын Көнсығыш, Фарсы, Ҡытай илдәренә йәнлек тиреләре сығарылған. Ҡиммәтле тиреләр дипломатик бүләк урынына файҙаланылған. Йылы яҡ ханлыҡтары һәм һарайҙар вәкилдәре ҡиммәтле тиреләрҙе бик юғары баһалаған һәм күпләп һатып алған. Сауҙагәрҙәр был тиреләрҙе алып килеү юлдарын эҙләгән. Был хәл, әлбиттә, ҙур конкуренция ла тыуҙырған. Тире алып килеү юлдарын белеүселәр һирәк кенә булған һәм был мәғлүмәт сер итеп һаҡланған.
Башҡорт ҡалаһы Венеция оҫталары Франциск менән Доминик Пицигани портоландарында ғына бар (Портолан – диңгеҙ капитандары өсөн яһалған карта –Авт.). Башҡа баҫмаларҙа был ҡала төшөрөлмәгән. Тимәк, Башҡорт ҡалаһы төшөрөлгән карталар тире менән сауҙа итеү өлкәһендәге иң серле, иң дөрөҫ карталар булып иҫәпләнгән. Каталон картаһында ла шулай уҡ бары тик сауҙа юлына кәрәкле булған мөһим пункттар ғына билдәләнә. Илдәрҙең эсенә, төпкә инеп киткән һүрәтләүҙәр юҡ. Һиндостанда ла, Алтын Урҙа ерҙәрендә лә, Уйғыр оазистарында ла, шулай уҡ Иҙел буйында ла бары тик эре һыу ятҡылығы юлындағы ҡалалар ғына алынған. Был – Болғарҙан Себергә алып барған сауҙа юлы. Шулай итеп, Каталон картаһы ул донъя менән идара итеү картаһы. Был атласты заказ биреп эшләтеүселәр иҡтисад өлкәһендә ҙур урын тотҡан кешеләр булырға тейеш. Әммә улар картаны оҫтанан ни сәбәп менәндер килеп алмаған. Быны шул йылдарҙа ҡырғын булыуы, халыҡты ҡырған чума ауырыуы менән дә аңлатырға була. Атластың тулыһынса уҡылмаған һәм асылмаған булыуын да ошо сәбәп аңлата. Чума арҡаһында тотош ҡалалар, өлкәләр ҡырылған. Ҡайһы бер билдәле ғаиләләрҙең, кенәздәрҙең һәм башҡаларҙың эшен генә түгел, фамилияһын да дауам итерлек зат-ырыуы ҡалмаған. Атласты эшләтеүселәрҙе лә шундай яҙмыш йотҡандыр, тигән һығымтаға килә тикшеренеүселәр. Ә инде карталағы Башҡорт тип исемләнгән ҡаланың әлеге Өфө-II ҡаласығы менән тап килеүен дәлилләйһе бар. Нияз Мәжитовтың тикшеренеүҙәрен дауам итеүсе белемле башҡорт тарихсылары, археологтары, ғалимдары үҫеп киләлер һәм улар был эште яҡын киләсәктә ослап ҡуйыр, тигән өмөттәмен.
– Шулай ҙа Һеҙҙән, төрки халыҡтары тарихын өйрәнеүсе тарихсынан, аныҡ ҡына яуап ишетке килә. Һеҙҙең фекерегеҙ ниндәй? Өфө-II ҡаласығы – Каталон атласындағы Башҡорт ҡалаһы, тигән һығымта яһай алабыҙмы?
– Археологик ҡомартҡылар, Европа, шәреҡ ғалимдарының яҙмалары, карталар хәҙерге Өфөнөң боронғо Башҡорт ҡалаһы нигеҙендә ултырыуын раҫлай. Башҡорттарҙың үҙҙәренең тарихи хәтеренән теркәлгән яҙмалар ҙа был инаныуҙы нығыта. Ҡасандыр был урында башҡорттарҙың бөйөк ҡалаһы булыуын иҫләүе хаҡында Рычков та яҙа. Шулай уҡ «Сыңғыҙнамә» дастанында ла Өфө йылғаһы тамағында ҡала булыуы, унда хан йәшәүе бәйән ителә.
Тарихсы-географ Матвей Меховский 1517 йылда Краковта сыҡҡан «Трактат о двух Сарматиях» тигән хеҙмәтендә башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙе Башкирия тип атай һәм улар үҙ телендә һөйләшәләр, тип яҙа. Карталар тураһындағы һүҙҙе дауам итеп, күренекле фламанд картографы Герард Меркаторҙың эштәрен атап китергә була. Ул 1554 йылда Рәсәйҙең картаһын төҙөй. Унда Волга, Кама, Һамар, Ырғыҙ йылғалары төшөрөлгән. Ағиҙел йылғаһы буйында Өфө урынында Pascherty тип яҙылған, Урал тауҙары руссаға тәржемәлә «Каменный пояс» тип аталған.
XVII быуат башында Рәсәйгә бер нисә тапҡыр Голландия картографы һәм сауҙагәре Исаак Масса килә һәм Рәсәйҙең бер нисә варианттан торған картаһын төҙөй. Уларҙың береһендә Ҡариҙел йылғаһының Ағиҙелгә ҡушылған урынындағы ҡала Өфө (Pascharti) тип билдәләнгән. Шулай итеп, Европа ғалимдары төҙөгән Урта быуат карталарында хәҙерге Өфө ҡалаһы «Паскерти», «Паскатир», «Пашхерти» тип атала. Хатта XVII быуат аҙағы һәм XVIII быуат башы карталарында ла Өфө ҡалаһы «Башҡорт» тип күрһәтелә.
Рәсәй Фәндәр академияһының Археология институты беҙҙең эраның IV–XV/XVI быуаттарына ҡараған Өфө-II ҡаласығының юғары фәнни һәм мәҙәни әһәмиәтен билдәләй. Өфө-II быуаттар буйына йәшәп килгән ҙур административ, сауҙа үҙәктәренең һәм Урал-Волга буйы тарихының әһәмиәтле пункттарының береһе һанала. Мәҙәни ҡатламдың һәм органик материалдың яҡшы һаҡланыуы Урта быуаттарға ҡараған урындағы тарихи процесты яҡшы күҙалларға мөмкинлек бирә. Боронғо ҡаласыҡтың фәнни әһәмиәте шунда: ул Башҡортостандың һәм Көньяҡ Уралдың яҙма тарихҡа тиклемге иң ҡиммәтле тарихи сығанаҡтары иҫәбенә инә. Уның мәҙәни ҡатламын ныҡлы һәм комплекслы өйрәнеү Өфө-II ҡаласығын Рәсәй археология фәненең эталонлы объектына әүерелдерәсәк.
Минең фекеремде ишетергә теләйһегеҙме? Боронғо карталарҙағы Башҡорт тип аталған ҡаланың һеҙҙәге археологик Өфө-II ҡаласығы икәнлеген иҫбатлау минең маҡсатым түгел. Әммә мин бығаса алып барылған тикшереүҙәрем һөҙөмтәһендә уларҙың тап килеүен дәлилләйем. Тик, ҡабатлап әйтәм, карталарҙа ҡаланың ултырған тәңгәле асыҡ ҡына әйтелмәй. Мин археолог йәки башҡа төрлө белгес түгел. Был тәңгәлдә хеҙмәт иткән башҡорт тарихсыларының хеҙмәттәрен хөрмәт итәм һәм уларға хәлемдән килгәнсә булышлыҡ итәм. Минең фекеремсә, был йомаҡҡа яуапты башҡорттар үҙҙәре табырға тейеш һәм табасаҡтар ҙа.
– Александр Григорьевич, Һеҙ тарихты сәйәхәттә өйрәнгән кеше. Ниндәй сәйәхәттәрегеҙҙе мөһим йәки билдәле тип әйтә алаһығыҙ?
– Тәүге сәйәхәткә мин студент сағымда уҡ юлландым. Тарих менән ҡыҙыҡһыныуым, сәйәхәтселәрҙең яҙмаларын йөрөп тикшереп сығыу хыялы шул тиклем көслө ине, бер рюкзак менән сыҡтым да киттем. 1988 йылда X быуат сәйәхәтсеһе Әхмәт ибн Фаҙландың, 1989 йылда Иоанн де Плано Карпиниҙың, ә 1990 йылда XIV быуат ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Баттута юлдары буйлап үттем.
Санкт-Петербург университетының 5-се курсында уҡығанда ҡулыма билдәле ғәрәпсе А.П.Ковалевский тәржемәһендә Әхмәт Ибн Фаҙландың юлъяҙмаларының тулы варианты килеп эләкте. Ошо тәңгәлдә Фаҙландың ысынлап булыу-булмауы тураһында бәхәс ҡуптарыусыларға сәйәхәтсенең булыуы һәм бик күп ҡыҙыҡлы хеҙмәттәр ҡалдырыуы хаҡында әйтер инем. Шул уҡ ваҡытта Фаҙлан хаҡында башҡа ғалимдарҙың да эштәрендә мәғлүмәттәр бар. Уйлап ҡараһаң, шунсама халыҡ нисә быуат буйына ниндәй маҡсат менән ундай алдаҡта ҡатнашырға тейеш? Был мөмкин булмаған хәл. Өҙөп әйткәндә, сәйәхәтсе Әхмәт ибн Фаҙлан булған. Ул сәйәхәте менән Болғарға тиклем килеп еткән, башҡорт ерҙәренә үтеп инмәгән, башҡорттар араһында ла йәшәп китмәгән. Әммә яҙмаларында ул башҡорттарҙы телгә ала. Карауан Яйыҡ, Урал буйҙары аша үткәндә башҡорттарҙың һөжүменән һағайып килеүҙәре тураһында яҙа. Уларҙы бында ла, башҡа төрки халыҡтары менән мөнәсәбәттәрҙәге кеүек үк, бүләк биреү, зиннәтле бүләктәр менән алмашыу һымаҡ ысулдар ҡотҡара. Сәйәхәтсе башҡорттарҙы әле исламға килмәгән, ер-һыу аллаларына табыныусы һәм «төркиҙәрҙең иң уҫалы» итеп һүрәтләй.
Сәйәхәттәремдең һәр береһе минең өсөн мөһим булды. Тарихты бары тик китаптарҙан ғына өйрәнеү менән уны башҡа илдәр, халыҡтар архивынан, юлъяҙмаларынан, айырым кешеләрҙә генә һаҡланған инештәрҙән өйрәнеү араһында айырма ҙур. Мин үҙем дә юлъяҙмалар алып барам, күргәндәремде бөгөнгө күҙлектән тәфсирләп теркәйем һәм киләсәктә был яҙмалар ҙа алдағы быуындар өсөн файҙалы ҡулланма булыр, тип уйлайым.
Миләүшә Ҡаһарманова әңгәмәләште.