Все новости
История
5 Апреля , 15:29

Ғәлимйән Тағандың эмиграциялағы хеҙмәттәре

Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашҡан, заманалар шау­ҡымында яҙмыштары ҡырҡа боролош алып, ғүмерҙәрен сит­тә йәшәп үткәрергә мәжбүр булған башҡорт зыялылары аҙ булмаған тарихыбыҙҙа. Шундайҙарҙың береһе – Ғәлимйән Таған. Үкенескә ҡар­шы, был шәхес хаҡында беҙҙең архивтарҙағы мәғлүмәттәр әлегә өйрәнелеп бөтмәгән, ә бына сит ил архивтарында, музейҙарында Башҡорт улы Тағандың эмиграциялағы тормошо тураһында ҡыҙыҡлы материалдар байтаҡ икән. Был хаҡта «Боронғо Өфө» респуб­лика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығының фондтар бүлеге мөдире Зилә Ниғмәтуллина менән һөйләштек.

Ғәлимйән Тағандың эмиграциялағы хеҙмәттәре
Ғәлимйән Тағандың эмиграциялағы хеҙмәттәре

– Зилә Фәсим ҡыҙы, тапҡан мәғлүмәттәрҙән Һеҙҙең өсөн иң ҡыҙыҡлыһы нимә булды?

– Венгрияның Будапешт ҡала­һындағы Этнография музе­йының «Азия» коллекцияһында һаҡланған биҙәкле самурай ҡылысы иғтибарҙы йәлеп итте. Бер быуатҡа яҡын һаҡ­ланған ҡорал япон мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеүселәрҙә генә ҡыҙыҡһыныу уятмай. Беҙҙең өсөн ҡылыстың әһәмиәте һәм ҡиммәте – уның Ғәлимйән Тағандыҡы булыуында. 1930 йылдың 20 октябрендә музейға тапшырылған ағас һаплы, еҙ менән ҡоростан ҡойолған был ҡылысты Ғ.Таған һис шикһеҙ Япониянан алып килгән. Белеүебеҙсә, ул көнсығыштан Ҡытайҙың Маньч­журияһына, шунан Японияға, артабан 1922 йылда Венгрияға юллана. Бынан тыш музейҙа уның бамбук уғы, ҡулдан туҡылған ҙур булмаған келәме һәм йөн туҡыманан тегелгән аҫма сумкаһы ла һаҡлана икән. Ғөмүмән, тарих фәнендә документаль сығанаҡтар ғына түгел, әйберҙәр ҙә айырым, өҫтәмә мәғлү­мәт бирә ала. Был осраҡта музей экспонаттары. Сөнки музей ҡомарт­ҡылары белем сығанағы ғына түгел, улар эмоцияларҙы етке­реү, хистәр тыуҙырыу һәләтенә лә эйә. Йәғни әйберҙәр төп нөсхәлә, ысын булыуы менән ҙур әһәмиәткә эйә.
Ғ.Таған 1927 йылдан Венгри­яның Милли музейының (һуңғараҡ Венгрияның Этнография музейы тип үҙгәртелә) этнография бүле­гендә эшләй башлай. Тап ошо йылда уның тәүге баҫмалары донъя күрә, ғалим-этнограф булараҡ әүҙем эшмәкәрлеге башлана. Был музей фондтарында Таған исеме менән бәйле бер нисә йөҙ әйбер һаҡлана. Ҡулъяҙмалар фондында уның 1939 йылғы венгр телендә һәм ғәрәп алфавитында яҙылған бик күләмле көндәлеге лә бар. Ғөмүмән, уның тураһында мәғлүмәт барлағанда Галимжан, Галимджан, Галимян, хатта йышыраҡ Галимсан һәм Алимсан Таған тип эҙләү һөҙөмтә бирә. Музей экспонаттары булып киткән әйберҙәрҙе ул күбеһенсә экспедицияларҙан алып ҡайтҡан. Мәҫәлән, Ғ.Таған 1930 йылда Төркиәлә экспедицияла булған. Фотолар фондында был сәфәрҙән уның әлегә тиклем баҫылмаған ике фотоһы һаҡлана. Береһендә Ғ.Таған таш йортто фотоға төшөрһә, икенсеһендә – ул ҡырҙа эшләгән экспедиция майҙанында тышта ҡырынып тора.
Шул уҡ йылда төньяҡ Венгрияға ауыл хужалығы буйынса мәғлүмәттәр йыйыу экспедицияһында ҡатна­ша. Артабан, 1932 йылда тағы ла Төркиәгә, Балканға, Балтиҡ буйына, Финляндияға сәфәр ҡыла. Һәм, әлбиттә, Венгрияның төрлө тарафтарына юлланған экспедициялар­ҙа, айырыуса Кишкуншаҡ һәм Надкуншаҡ райондарына сыға. Хатта 1941 йылда, музей штатын­да булмауына ҡарамаҫтан, Вен­грияға ҡайтарылған Төньяҡ Тран­сильванияға бара. Был этнографик экспедицияларҙан алып ҡайтылған әйберҙәр генә түгел, ә халыҡтың йәшәйеше буйынса тупланған материал һис шикһеҙ венгрҙарҙың XX быуат тарихын өйрәнеүҙә баһалап бөткөһөҙ сығанаҡ булып тора.
Ғ.Таған тарафынан ойошто­ролған экспедициялар былар менән генә тамамланмай. 1935 йылда ул Румынияның Бихор тип аталған районына бара. Музей фондында был сәфәрҙән ат егеү кәрәк-ярағы, тимер таралғы, ҡаптырма, фотолар, открыткалар, рәсемдәр һаҡлана. 1937 йылда ғалим Урта Тисала венгрҙар тураһында мәғлүмәт йыйыу менән шөғөлләнгән. 1941 йылда Таған вулкан өҫтөндә 76 квадрат метрҙа урынлашҡан Варсаг тигән ҡасабаны өйрәнеүҙә лә ҡатнаша. 1941–1943 йылдарҙа музей фондына Ғ.Таған тарафынан тапшырылған 65 экспонат иҫәпкә алына, улар араһында сигеү өлгөләре, милли кәсеп материалдары, йорт йыһаздары, хужалыҡ әйберҙәре һ.б. бар. Шулай уҡ ғалим-этнограф фото, туҡыма, хужалыҡ, регион, рәсем һәм һынлы сәнғәт коллекцияларын тиҫтәләгән әйберҙәр менән тулыландырған. Был әйберҙәрҙең береһенең дә яҙма материалдары әлегә өйрәнелеп, фәнни әйләнешкә индерелмәгән.

– Тағандың Башҡорт милли хәрәкәтендәге ролен ҡыҫҡаса анализлап китәйек әле.

– Ғәлимйән Тағандың сәйәси һәм ғилми эшмәкәрлеге тураһында ғалимдарыбыҙ А.Б.Юнысова, Ф.Ғ.Хисаметдинова һәм М.Н.Фарх­шатов ентекле яҙҙы. Әлбиттә, Таған Башҡорт милли хәрәкәтендә күренекле һәм билдәле шәхес. Граждандар һуғышы ваҡытында ла ул башҡорт сәйәси етәкселегендә һәм хәрби эштәрҙә хәл иткес ролдәр башҡара. Болғанышлы ваҡиғаларға тиклем ул рус теле уҡытыусыһы була. Хәлле ғаиләлә үҫкән, яҡшы белем алған, заманының уҡымышлы кешеләренең береһе. Беренсе Донъя һуғышы башланғас, офицерҙар әҙерләү өсөн махсус хәрби уҡыу йорттары асыла. Прапорщиктар мәктәбенә урта һәм юғары белемлеләрҙе йыялар. Ғәлимйән Таған да Тифлис ҡалаһындағы ошо мәктәпкә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1914 йылда инде Рус империяһы армияһы прапорщигы булып Кавказ фронтына ебәрелә. Тифлис мәктәбе, Рәсәйҙең башҡа хәрби уҡыу йорттарынан айырмалы рәүештә, казак ғәскәрҙәре етәкселәрен әҙерләй. Тап шунда Тағандың хәрби карьераһына нигеҙ һалына ла инде.
Рәсәй батшалығы ҡолатылғас, хәрби хеҙмәт тәжрибәһе булған, һуғыш юлы үткән ир-уҙаман, 1917 йылда Башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып, 25 йәшендә башҡорт ғәскәре төҙөүселәрҙең, аҙағыраҡ Башҡорт казак ғәскәре ойоштороуҙы башлаусыларҙың береһе була. 1918 йылда инде ул – Башҡорт хәрби советы ағзаһы, 5-се Башҡорт йәйәүле полкы командиры. Бер арауыҡта хакимлыҡ үҙәге үҙенең тыуған ауылында булған Ялан кантоны рәйесе лә булып ала. Һуңынан 2-се дивизиялағы 3-сө Башҡорт уҡсылар полкы командиры итеп ҡуйыла. 1918 йылдың аҙағында Рәсәй Көнсығыш сиктәрендәге иң беренсе формалашҡан отряд булып Халыҡ армияһы составына инә. Унан Колчак етәкселегендәге Рус армияһы рәтендә большевиктарға ҡаршы һуғыша. Башҡорт ғәскәре ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, Башҡорт милли хәрәкәте лидеры М.Ҡорбан­ғәлиев кеүек үк, полкы менән Колчак артынан Себергә китә.

– Сит илдә ул ғалим булараҡ билдәлелек ала, шулай бит?


– Ғөмүмән, Ғ.Тағандың ни өсөн Япониянан Европаға китергә ҡарар итеүе хаҡында бер нисә фекер бар. Уның дуҫы Ласло Кесе Ковач, Таған 1921 йылда Австрияның баш ҡала­һы Венаға башҡорт эмигранттары йыйылышына барырға була, тип яҙып ҡалдырған. Шул уҡ Ковач, Таған билдәле венгр шәрҡиәтсеһе, үҙенең буласаҡ ҡурсалаусыһы Бенедек Баратош-Балог менән Венгрияла осраша, тип раҫлай. Икенсе тарихсы Шереш Аттила, Таған был ғалим менән Японияла таныша, тип фаразлай. Һәм быны 1920–1921 йылдарҙа Баратош венгр һәм япон университеттары араһындағы килешеү буйынса Японияла юғары уҡыу йортонда эшләүе менән аңлата. Ш.Аттила, Таған тап Баратош йоғонтоһонда Венгрияға юллана, тип иҫәпләй һәм Ғ.Таған Венгрияға 1922 йылдың июль айын­да килгән, тип тә яҙа.
Ғ.Тағандың Венгрияға килеп ете йыл эсендә иҡтисад фәндәре докторы дәрәжәһенә күтәрелеүе – шәхестең ни тиклем маҡсатлы, зиһенле булыуына дәлил. Сит илдә йәшәүенә өс йыл тигәндә, ул диплом эшен венгр телендә яҙыуға өлгәшә. Телде юғары кимәлдә белеүенә шик ҡалмай. Һәм шуғалыр ҙа ул Эске эштәр министрлығына рус телендәге документтарҙы венгр теленә тәржемә итеүгә саҡырыла. Тәржемәсе вазифаһын Ғ.Таған 1925 йылдан 1930 йылға тиклем үтәй. Йәғни музейға эшкә урын­лашҡанға тиклем ул Эске эштәр министрлығында хеҙмәт итә. Был мәғлүмәттең һирәк телгә алыныуы әлеге лә баяғы сығанаҡтарҙың өйрәнелеп бөтмәүе менән аңлатыла. Аңлашыла, әлбиттә, ул рус һәм венгр телдәрен яҡшы белгән, шуға ла уның кандидатураһы раҫланған. Әммә Шереш Аттила уның был вазифала эшләүен тағы бер нәмә менән аңлата. Ул ваҡыттағы Рәсәй һәм Венгрияның сәйәси мөнәсәбәттәрен иҫәпкә алғанда, венгрҙар өсөн Ғ.Тағандың рус милләтенән булмауы ҡулай булған тип яҙа.
1938 йылдың 22 июнендә Ғ.Таған илдең Этнографтар йәмғиәтенең ассамблеяһында кассир итеп тәғә­йенләнә. Фәнни ойошмалағы вази­фаға һайланыуы, һис шикһеҙ, уның юғары абруйы хаҡында һөйләй, сөнки бындай почетлы урынға яуап­һыҙ кеше ҡуйылмаҫ ине.


– Ғ.Таған тураһындағы мәғ­лүмәттәрҙе сит илдәрҙә ҡай­ҙан эҙләргә була, йәки уның ту­раһын­дағы тарихи сығанаҡтар ҡайҙарҙа һаҡлана?

– Ғәлимйән Таған ғалим-этнограф булараҡ таныла. Төрки халыҡтарҙың һәм шул иҫәптән башҡорттарҙың этнографияһы буйынса венгр һәм немец телендә хеҙмәттәр яҙа. Был баҫмаларҙың Венгрияның Этнография музе­йында, Будапешт, Вена, Гамбург, Стамбул, Хельсинки, Париж китапханаларында һаҡланыуы тураһында ғалимдарыбыҙ яҙҙы. Бөгөнгө көндә Ғ.Тағандың Туран хәрәкәтендәге ярайһы уҡ әүҙем эшмәкәрлеге лә тулыһынса өйрә­нелеп бөтмәгән. Был туралағы документтарҙы Венгрияның Милли архивының «Премьер-министр эргәһендәге милли әҙселек бүлеге», «Туран йәмғиәте» фондтарында һәм «Венгрияның Сит ил эштәре министрлығының сәйәси бүлеге» фондында табырға мөмкин. Бынан тыш яҡташыбыҙҙың эшмә­кәрлеге тураһында Этнография музейының ҡулъяҙмалар бүлегендә, шәхси документтар коллекцияһында яҙмалар бар. Ҡыҙыҡлы, мөһим документтар Иштван Сечени исемендәге Милли китапханала һаҡлана. Айырыуса венгр турансылығындағы төп фигура Алайош Паикерттың ҡулдан яҙылған көндәлегенә иғтибар итергә кәрәк. Сығанаҡтар киләсәктә был тема менән махсус шөғөлләнгән ғалимдарыбыҙ тарафынан өйрә­нелеп, киң йәмәғәтселеккә еткерелер, тип ышанғы килә.
Ғ.Тағандың эшмәкәрлеге XX
быуат башындағы башҡорт халҡы тарихындағы билдәле ваҡиғаларҙы өйрәнгәндә генә түгел, ә киңерәк – Венгриялағы рәсәйҙәр эмиг­рацияһы тарихын, Туран хәрәкәтен тикшергәндә лә айырым ҡаралырға тейеш. Сөнки был тәңгәлдәге ваҡи­ғаларҙы Ғәлимйән Тағанһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай.

– Сит илдә уны күберәк кем итеп беләләр? Ғалиммы әллә эмиг­рантмы?

– Ҡыуанысҡа күрә, бөгөн дә сит ил тикшеренеүселәре өсөн ҡыҙыҡлы шәхес булып тора Ғ.Таған. Быны уның бик яҡшы кимәлдә венгр телен белеп, бик күп ҡулъяҙмалар ҡалдырыуы менән дә аңлатырға була. Шереш Аттила уның Туран
хәрәкәтендәге эшмәкәрлеге менән дә ҡыҙыҡһына. Ул: «Венгр сыға­наҡтары буйынса, Рәсәй эмиг­ранттары араһынан башҡа берәү ҙә Таған кеүек киң билдәлелек һәм һөйөү яулай алмаған», – тип яҙа. Ысынлап та, Венгриялағы Туран ойошмаһы 1910 йылда барлыҡҡа килә һәм Урта Азия халыҡтарын, алтай, урал телле милләттәрҙе берләштереү идеяһын пропагандалай. 1930 йылдарҙа был ойошмаға Будапешттағы төрөк, болгар, эс­тон, фин илселектәренең юғары вази­фалағы кешеләре ингән. Шулай уҡ бик күп ғалимдар, сәйәсмән­дәр, дипломаттар, күренекле йә­мәғәт эшмәкәрҙәре венгр Туран хәрәкәтендә ҡатнашҡан. Почетлы ағзалар исемлегендә алты йөҙҙән ашыу кеше бар. Ғәлимйән Таған, күрәһең, был йәмғиәткә шул уҡ шәрҡиәтсе Бенедек Баратош ярҙамында ылыҡҡандыр. Сөнки 20-се йылдарҙа Баратош әлеге ойошманың вице-рәйесе була. Өҫтәүенә, тап шул ваҡытта фәндә венгрҙарҙың башҡорттар менән йәнәш Манга Хунгариянан сығышлы икәнлеге төп йүнәлеш булып тора. «Туран» журналында Ғ.Тағандың ойошмала уҡыған бер нисә доклады баҫылып сыға. Шулай уҡ уның радиола ла сығыш яһауы билдәле. 1929 йылда ул Туран ойошмаһына ғәмәлдәге ағза итеп алына.

– Ғәлимйән Таған менән Зәки Вәлидиҙең яҙмыштары оҡшаш та кеүек. Улар эмиграцияла бәй­ләнеш тотҡанмы икән? Был хаҡта ниндәйҙер мәғлүмәт бармы?


– Ошо тәңгәлдә Ғ.Тағандың Венгрияла Зәки Вәлиди менән осрашыуы тураһында әйтеп китмәү мөмкин түгел. Әхмәтзәки Вәлиди Абдулҡадир Инан менән Венгрияға 1925 йылда, үҙе генә Ғәлимйән Тағанға 1929 йылда килә. Икенсе тапҡыр килгәнендә ул, ахыры, бер нисә айға туҡтала. Туран йәмғиәте саҡырыуы буйынса килеп, Ә.Вәлиди Рәсәй мосолмандары тураһында доклады менән сығыш яһай. Уны бында элекке ил башлығы булараҡ ҡабул итәләр һәм доклад бик мө­һабәт Ғәмәли сәнғәт музейында уҡыла. Уның тәржемәсеһе, әлбиттә, Ғ.Таған була. Ә.Вәлиди венгр Туран ойошмаһының почетлы ағзаһы итеп алына.
Ғ.Таған 1930 йылда Венгрия гражданлығын алыуға өлгәшә. Быға тиклем уның Төркиәгә гражданлыҡ биреүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткәне билдәле. Күрәһең, ул Венгрияға ҡарағанда Төркиәгә китеүҙе хуп күргән. Әммә үтенесе кире ҡағыла. Бынан һуң ул Туран йәмғиәтен үҙенең ғилми тикшеренеүҙәрен киң йәмәғәтселеккә, төрки донъяһына еткереүсе берҙән-бер майҙан тип ҡарай.
Венгр ғалимдары араһында, Ғ.Таған венгр властарынан Ә.Вә­лиди менән рәсми мөнәсәбәт бул­дырыуҙы һораған, тигән фекер
ҙә бар. Әммә Ғ.Таған венгр граж­данлығын алғас, илдең Эске эштәр министрлығы уға «Бөйөк төрки дәүләте» төҙөү идеяһын пропагандаламаҫҡа тәҡдим итә. Кесе Ковач фекеренсә, Таған был кәңәште тота.

– Артабанғы тормошонда Таған Башҡортостан менән ниндәйҙер бәйләнештәр булдыра алдымы икән?

– Әлбиттә, Тыуған илен һағын­ғандыр, тип уйлайым. Был тойғо һәр кемгә лә хас. Иҫ киткес аңлы, илһөйәр ғалим да әлеге хистәрҙән мәхрүм булмағандыр. Билдәле булыуынса, Таған 1920 йылда 28 генә йәшендә Тыуған иленән сығып китә. Мәжбүри рәүештә, тип әйтәйек. Ул был юҡһыныуын эш менән баҫҡандыр. Этнография музейында эшләү, күпләп экcпедицияларға сығыу, халыҡ менән аралашыу күңел йыуанысы ла биргән инде. Өҫтәүенә, музейҙа XX быуат башында венгрҙар көнь­яҡ Башҡортостандан экспедициянан алып ҡайтҡан бик күләмле коллекция бар. Ә Венгриялағы Туран йәмғиәте Тағанға башҡорт эмиграцияһы вәкилдәре менән аралашыу өсөн берҙән-бер сыға­наҡ булғандыр. Тыуған илдәре уртаҡ булған кешеләр менән осрашып һөйләшеү, әлбиттә, оло әһәмиәткә эйә. Әйтергә кәрәк, Таған башҡорт еренә башҡа бер ҡасан да әйләнеп ҡайта алмаһа ла, 1942 йылда Советтар Союзына аяҡ баҫа. Киев ҡалаһында ул билдәле венгр ғалим­дары Нандор Феттиха һәм Дьюла Ласло менән тәржемәсе булараҡ музей ҡомартҡыларын иҫәпкә алыуҙа ҡатнаша.
1944 йылдан алып 1948 йылға тиклем Германияла йәшәй һәм Гамбург ҡалаһында мәрхүм була. Йомғаҡлап әйткәндә, Ғәлимйән Таған шәхесе милли азатлыҡ хәрә­кәте ағзаһы булараҡ ҡына түгел, ә бөгөнгө тарих күҙлегенән эмиг­рацияла (бөтөнләй сит-ят илдә) тормоштоң бар баҫҡыстарын үтеп йәмғиәттә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән ғалим, музей хеҙмәткәре һәм кеше булараҡ та өйрәнелергә тейеш.

– Төплө һәм ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!


Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

Самурай ҡылысы
Ғалимдың көндәлеге
Төркиәлә экспедиция ваҡытында. Ғ.Таған – уңда
Ғ.Таған ҡырынып тора
Ғ.Тағандың муҙейҙа һаҡланған шәхси әйберҙәре араһында  ошо моҡсай менән балаҫ та бар
Ғ.Тағандың муҙейҙа һаҡланған шәхси әйберҙәре араһында  ошо моҡсай менән балаҫ та бар
Ә.-З.Вәлиди, А.Инан, Ғ.Таған. Будапешт. 15 май 1925 й.
Ғалимдың ҡалпағы
Самурай ҡылысы
Читайте нас в