Все новости
История
9 Апреля 2021, 11:00

Юрмыйҙар тарихи хәтерен юймаған

Март башында Баҡалыла төньяҡ-көнбайыш баш­ҡорттарына ҡараған юрмый ырыуы вәкилдәре йыйыны булды. Оло ҡорға райондан ете тиҫтәнән ашыу делегат, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселәре, саҡырылған ҡунаҡтар килде. Кемдәр ул юрмыйҙар? Улар үҙҙәренең сығышын беләме?

Район мәҙәниәт һарайы. Юрмый ырыуы йыйыны әле башланмаған. Фойела күргәҙмәләр эшләй, халыҡ шау-гөр килә. Билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ун-ун ике йәштәрҙәге малай менән дәртле көй башҡара. Күп һанлы шәкерттәренең береһелер, күрәһең. Сөнки халыҡ артисының район-ҡалаларға сығып, оҫталыҡ дәрестәре биргәнен беләбеҙ. Бына кем ул милли аңды күтәреү өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй! Көйҙө уйнап бөткәс, уны халыҡ уратып алды, ни тиһәң дә башҡорт милли музыка ҡоралдары һәммәһенә лә бик ҡыҙыҡ. Мин уҡыусыһынан һорай ҡалдым:

– Егет, кем исемең?
– Азамат!
– Ҡумыҙҙа ҡасан уйнай башланың?
– Бер йыл булалыр… Мин тағы ла ҡурай тартам!
– Ырыуыңды беләһеңме?
– Юҡ. Мин – татар…
– Юрмый түгелме?
– Татар.
– Ҡумыҙ сиртеү, ҡурай тартыу оҡшаймы һиңә?
– Оҡшай!!! Мин башҡортса бейейем дә әле!

Быуаттар дауамында барған һәм аҫабаларҙың милли булмышын, мәҙәниәтен, милли үҙаңын юйыуға йүнәлтелгән сәйәсәт һөҙөмтәһен бирә. Азамат ҡына түгел, күптәр үҙенең милләтен билдәләгәндә баҙап ҡала:
– Әлләсе, беҙ ни мәктәптә татарса уҡытҡас, татар булып йөрөйбөҙ инде. Ләкин ата-бабалар беҙ башҡорттар тип әйтәләр ине.
Тап бына шундайҙарҙың күҙен асыр өсөн, тарих бөгөлдәрендә аҙашҡан йәндәр өсөн үткәрелә лә инде бындай йыйындар. Нәҡ ошондай сараларҙа халҡыңдың үткәне менән ҡыҙыҡһына башлайһың, бығаса билдәле булмаған факттарға итибар итәһең.

Башҡорттарҙың юрмый ҡәбиләһенең этник тарихы Волга булғарҙары, мадьярҙарҙың Кер Кер ырыуы менән һәм Бөйөк Болгария составындағы ерми ырыуы менән бәйле булған.
Б.С.Ильясовтың яҙмаларына ҡарағанда, юрмыйҙар V быуат аҙағында юрматы, байлар, юламан, ғәйнә ырыуҙары һәм куртугурҙар менән ҡәбилә союзына берләшә һәм боронғо башҡорт халҡын хасил ҡылыуҙа ҡатнаша. Юрмыйҙарҙың формалашыуына уларҙың йәнәй, ҡатай, юрматы башҡорт ҡәбиләләре менән күрше булыуҙары йоғонто яһай. XII–XIII быуаттарҙа юрмыйҙар Дала Зәйе һәм Шишмә йылғалары буйында, ә XIII–XIV быуаттарҙа Ыҡ йылғаһы бассейнында көн иткән, күршеләре – байлар, бүләр, йылан, ирәкте, ҡатай һәм ҡырғыҙ башҡорт ырыуҙары булған. XIV быуат аҙағы – XV быуат башында юрмый ҡәбиләһенең бер өлөшө ҡатайҙар менән Себер яҡтарына күсенә һәм Төй, Етеҙ Танып йылғалары буйлап урынлаша. Бер өлөшө юрматы ҡәбиләһе менән көньяҡҡа юлланып, Ашҡаҙар, Ағиҙел, Стәрле йылғалары һәм Нөгөш йылғаһының уң яғында йәшәй башлай. Башҡортостан Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң ырыу биләмәләрендә Ҡазан даруғаһының Юрмый улусы барлыҡҡа килә. XVII быуат аҙағынан XIX быуатҡа тиклем юрмыйҙарҙың ерҙәре – Бөгөлмә өйәҙенә, а кантон идаралығы системаһы дәүерендә 12-се башҡорт кантонына инә.

Хәҙер юрмый ҡәбиләһе таралып йәшәгән ерҙәрҙә Башҡортостандың Баҡалы, Туймазы, Шаран һәм Татарстандың Аҙнаҡай, Әлмәт, Лениногорск райондары урынлашҡан.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Баҡалы районы хакимиәте башлығы Александр Андреев һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов тәбрикләне. Тарихсы-ғалимдар – Нурислам Ҡалмантаев, Искәндәр Сәйетбатталов, Өфө дәүләт нефть техник университеты президенты, техник фәндәр докторы Айрат Шаммазов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының баш белгесе Радик Бәхтиев һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр сығыш яһаны. Ырыу советы, уның ағзалары һәм рәйесе һайланды. Ырыу ҡорон хәҙер Мостафа ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Насирова етәкләйәсәк.

Мостафа юрмый башҡорттарының Баҡалы районындағы иң ҙур ауы­лы һанала. Бөгөн унда 735 кеше көн итә. V ревизия документтарына ҡарағанда, 1795 йылда ауылда 6 йорт хужалығында 46 башҡорт, 17 йортта 70 татар ғаиләһе йәшәгән. 1859 йылғы документта ауыл Беренсе Мостафа, Икенсе Мостафа тип билдәләнгән. Бында 345 башҡорт һәм 308 татар кешеһе теркәлгән. Әле бөгөн дә юрмыйҙар урынлашҡан яҡ – «юғары ос», ә татарҙар яғы «түбәнге ос» тип атала.
– Һуңғы йылдарҙа ауылдаштарыбыҙ араһында үҙҙәренең нәҫел-ырыуҙары менән ҡыҙыҡһыныусылар һаны арта бара, – ти ауыл китапханаһы мөдире Хөриә Әхмәтғәлиева. – Күптәр шәжәрә төҙөй, уларҙы беҙ бөгөнгө сараға ла алып килдек. Ете быуынын ғына түгел, ә унан да күберәк ата-бабаларын табыусылар бар. Беҙ бөгөнгө йыйынды хуплайбыҙ, сөнки һәр кем үҙенең тамырҙарын белергә тейеш, тип уйлайым.

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары менән осрашыуға «Тамыр» телеканалы һәм «Аҡбуҙат» балалар журналы редакцияһы коллективы ла килгәйне. Улар Мостафа ауылында балалар менән осрашып, төрлө уйын­дар ойошторҙо, «Нурбостан» һәм «Шумер» йәнһүрәттәрен күрһәтте. «Мәргән уҡсы» хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Аҙаҡтан сарала ҡатнашыусылар ҡарар ҡабул итте: унда билдәле башҡорт яҙыусыһы Нәжип Асанбаевтың исемен мәңгеләштереү; башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына иғтибарҙы арттырыу; 112-се Башҡорт атлы дивизияһында хеҙмәт иткән юрмый ырыуы вәкилдәренең исемдәрен тергеҙеү, ырыу йәштәренең төрлө республика һәм халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыуҙарына булышлыҡ итеү һәм башҡа тәҡдимдәр индерелде. Юрмыйҙарҙың гербы раҫланды.

Ю.Ғәлиуллин йәштәр менән

– Йыйын бик уңышлы, файҙалы үтте тигән фекерҙәмен, – ти БашДУ доценты, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов. – Йыйын барышында юрмый ырыуы ҡороноң ижтимағи кәңәше төҙөлдө, уның составына 7 кеше һайланды. Барыһы ла юрмый ауылдарында йәшәүсе абруйлы шәхестәр. Ижтимағи кәңәштең эш йүнәлештәренә килгәндә, шәжәрәләр төҙөү, милли баҫмаларға яҙылыуҙы әүҙемләштереү бурыстарын ҡуялар. Бынан тыш, юрмый ырыуынан сыҡҡан билдәле кешеләрҙең иҫтәлеген мәңгеләштерергә ниәттәре бар. Уй-ниәттәр бихисап, эшләргә генә кәрәк.

Юрмый ырыуы өсөн генә түгел, тотош башҡорт халҡы тарихында ла был йыйын оло әһәмиәткә эйә. Уның аҙағында юрмыйҙарҙың гербы раҫланды. Ырыуҙар хәрәкәте штандарты киләһе йыйынды үткәрәсәк аҫабаларға – ғәйнә башҡорттарына тапшырылды.

Ил яҙмышы – ирҙәр ҡулында

...Йыйын алдынан Азамат исемле уҡыусы малай менән булған һөйләшеүгә әйләнеп ҡайтайыҡ. Үҙен татар тип иҫәпләгән баланың милли башҡорт музыка ҡоралдарында уйнауы, хатта бейеүе милли мәҙәниәтебеҙҙең көс-ҡөҙрәте, мауыҡтырғыс йоғонтоһо хаҡында ғына түгел, бәлки, рух һәм ҡан саҡырыуы хаҡында һөйләйҙер?!

Юрмыйҙар кеүек тарих буранында «аҙашҡан», телен юғалта яҙған, әммә булмышын юймаған милләттәштәребеҙ өсөн ошондай йыйындар бик кәрәк!

Читайте нас: