Все новости
История
7 Апреля 2021, 11:00

Онотолмаҫҡа тейеш исемдәр

Республика көнөн билдәләгән тантаналы мәлдә киң йәмәғәтселек күптән көткән ваҡиға булды – Башҡортостан дәүләтселегенә нигеҙ һалыуға тос өлөш индергән Хафиз Ҡушаев менән Муллайән Халиҡов иҫтәлегенә Башҡортостан Милли музейы бинаһында мемориаль таҡтаташтар ҡуйылды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәлим Яҡупов Х.Ҡушаев менән М.Халиҡовтың алдынғы ҡарашлы эшмә­кәрҙәр булыуы, дәүләтселек ҡороуға индергән өлөшө хаҡында һөйләне.
Милли музейҙың генераль директоры Марат Зөлҡәрнәев йыйылыусыларҙы күркәм тарихи сара менән ҡотлап, 1920–1925 йылдарҙа музей бинаһында БАССР Хөкүмәтенең тәүге резиденцияһы урынлашыуы, Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитеты рәйесе Хафиз Ҡушаев һәм БАССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе Муллайән Халиҡовтың тап ошонда эшләүе хаҡында бәйән итте.

Бүздәк районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Лариса Баймөхәмәтова күренекле яҡташтары Муллайән Халиҡов хаҡындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлауҙары, уға бюст асырға теләүҙәре, районда даими уҙғарылған Халиҡов уҡыуҙары хаҡында хәбәр итте.

Мәртәбәле сарала данлыҡлы шәхестәрҙең туғандары ла ҡатнашты. «Яҡташыбыҙ Хафиз Ҡушаевҡа ошондай таҡтаташ асылыуға ҡыуанабыҙ. Ул беҙҙең яҡтарҙа күп кенә легендалар геройы, уның хаҡында «Хафиз кантон» тигән йыр ҙа сығарылған. Хафиз Ҡушай улының бер туған ҡустыһы Ҡәйүм Ҡушай улы бик күп йылдар дауамында ошондай таҡтаташ урынлаштырыу ниәте менән янып йәшәне, ағаһы тураһында күп кенә архив мәғлүмәттәре тупланы. Таҡтаташҡа яҙыласаҡ һүҙҙәрҙе лә әҙерләгән булған», – тип һөйләне тантанала Силәбе өлкәһе Көҙәш ауылындағы музей мөдире Мөхтәрәмә Ишбулатова.

Муллайән Хали­ҡовтың туғаны Хизә Шәфиғуллина ла ошондай сара үткәргәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Сарала шулай уҡ Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президенты Айтуған Аҡманов, Хафиз Ҡушаевтың һәм Муллайән Халиҡовтың яҡташтары һәм туғандары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары ҡатнашты.
Артабан Милли музейҙа «Күренекле етәкселәр Хафиз Ҡушаев менән Муллайән Халиҡов: хәтер һәм мираҫ» исемле Түңәрәк өҫтәл үтте. Респуб­лика тарихсылары һәм йәмәғәтселәре күренекле дәүләт эшмәкәрҙәренең исемен мәңгеләштереү буйынса башҡа эштәр хаҡында фекер уртаҡлашты.

«Башҡортостандың әлеге хәле һәм беҙ шаһит булған ҡаҙаныштар – ошо ике кеше ҡулы менән эшләнгән эш һөҙөмтәһе. Совет власы өсөн иң ауыр булған 20-се йылдарҙа улар республиканы етәкләй. Мәҫәлән, аслыҡ йылдарында Муллайән Халиҡов ярҙам һорап Мәскәүгә хаттар яҙа. Башҡортостандың әлеге сиктәре лә ошо тарихи шәхестәр тарафынан билдәләнгән. Уларҙың исемдәрен беренсе тапҡыр ошондай кимәлдә мәңгеләштерәбеҙ. Был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Ә инде иң ҙур теләгебеҙ – Муллайән Халиҡов менән Хафиз Ҡушаевҡа һәйкәл ҡуйыу», – тип белдерҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияһы кураторы, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев.

Был күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре республикабыҙ тарихында, ысынлап та, баһалап бөткөһөҙ эҙ ҡалдырған. Ил терәге һәм ҡалҡаны, халыҡтың таянысы һәм ышанысы булған уҙамандарҙың исемен мәңгеләштереү күптән кәрәк ине. Сөнки улар – шул дәүерҙең йөҙөн билдәләгән, уның тулы картинаһын күҙ алдына баҫтырған шәхестәр.

Читайте нас: