Все новости
История
18 Июня 2018, 17:12

Тамуҡтан ҡайтҡан һалдат

Мин үлһәм дә ҡапыл онотмаҫтар, Бик күп йылдар буйы һөйләрҙәр. Яҙҙар һайын сәскә һалыу өсөн, Ҡәберемә дуҫтар килерҙәр. (Ғөбәйҙулла Сәлиховтың шиғыр юлдарынан) Еңеү һалдаттарының яҙмышы төрлөсә. Берәүҙәренә, Берлинғаса барып етеп иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип була. Икенселәре сит-ят ерҙәрҙә ятып ҡала. Өсөнсөләре йәне-тәне менән Тыуған илен һаҡларға күтәрелеп, уңышһыҙлыҡҡа осрай — әсирлеккә эләгә, әҙәм күтәрә алмаҫлыҡ язаларға дусар ителһә лә уларҙың рухы һынмай, намыҫы һатылмай.


Һүҙем шундай һалдаттарҙың береһе — һуғыштың тәүге көндәренән үк хәрби хеҙмәткә саҡырылып, иң ҡыҙыу нөктәләрҙең береһе — Воронеж янында 1942 йылдың йәйендә ҡаты һуғыштарҙа ҡатнашып, әсирлеккә эләккән, немец лагерҙарының бөтә михнәттәрен татыған, аҙаҡҡаса Тыуған иленә биргән антына тоғро ҡалып, 1945 йылдың декабрендә генә әйләнеп ҡайта алған Ғөбәйҙулла Зарифйән улы Сәлихов тураһында.
Ғөбәйҙулла Зарифйән улы 1914 йылдың август айында Ырымбур өлкәһе Яҡшыбай (документтар буйынса — Бикташ) ауылында тыуып үҫә. Ауыр аслыҡ йылдарында 8 йәшендә генә атайһыҙ ҡалып, әсәһе тәрбиәһендә буй еткерә. Ауыл мәктәбендә ике йыл эсендә 4 класс белем ала. Уҡытыусыһы Исмәғил Буранба­ев уның һәләтен күреп, Каруанһарай педагогия училищеһына уҡырға барырға тәҡдим итә, директорына хат яҙып, Ғөбәйҙулланың ҡулына бирә. Училищены тамамлағас, егет Ырымбур институтына рабфакка уҡырға инә. Аҙаҡ ауылға эшкә ҡайтып, Ҡаҫмарт йылғаһы буйындағы Үтәғол ауылынан Бирҙеғолова Маһинур исемле ҡыҙға өйләнә. Йәштәрҙең бәхете оҙаҡҡа бармай — фин һуғышы башла­нып китә. 26 йәшлек башҡорт егете рота старшинаһы дәрәжәһендә Балтик буйы илдәрен дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыш артынан һуғыш: береһе бөтөп, тын алырға ла өлгөрмәй, немецтар яу аса. Яу юлын үтеп, бер аҙ сынығыу алған һалдатты һуғыштың тәүге көндәренән үк Ватанды һаҡларға ебәрәләр. Ҡатыны өсөнсө балаһына ауырлы ҡала.
Саратов өлкәһендә Шихан-2 (Вольск-18) ҡалаһында хәрби училищела әҙерлек үткән Ҡыҙыл Армия командирҙары 1942 йылдың май айында Воронеж янындағы ҡаты һуғыштарға эләгә. Һуғыштың яңы башланған мәле, фашист армияһы техникаһы менән дә, әҙерлек буйынса ла күпкә юғары. Уның ҡарауы, беҙҙең һалдаттарҙа илһөйәрлек, рухи ныҡлыҡ көслө. Бер нисә көн фашистарҙың һөжүмен кире ҡағалар, әммә көстәр тигеҙ булмау сәбәпле, немецтар һуғыш һыҙығын йырып үтә. Ҡамауҙа ҡалған һалдаттар, үҙебеҙҙекеләргә сығыу өсөн төндәрен йәшенеп кенә хәрәкәт итергә мәжбүр була. Тик дошмандар, һағалап тороп, барыбер эләктерә. Ике ай ғына һуғышып, әсиргә эләгеүе бигерәк үкенесле була. Бынан шунан башлана ла инде Ырымбур егетенең оҙайлы әсирлек тормо­шо. Был хаҡта ул үҙенең иҫтәлектәрендә ентекләп яҙа. Яҙғандарын бер кемгә лә күрһәтмәй, йәшереп һалып ҡуя. Үҙе мәрхүм булып, оҙаҡ йылдар үткәс кенә туғандары ҡулъяҙманы табып ала.
Һуғыш хәтирәләрен ул колхоз һәм йорт эштәренән бушағас, төндәрен ул­тырып яҙа. “Апайымдар, үҙем тураһында тарих яҙам, тип әйтә торғайны, ти. Мин бәләкәйерәк булғанлыҡтан, уларҙы иҫләмәйем. 2005—2007 йылдарҙа, иҫке өйҙө һүткән ваҡытта, ҡыйыҡ эсенән атайымдың документтары һаҡланған күн портфель табылды”, — тип һөйләй был хаҡта уның иң кесе улы Ғәфүрйән Сәлихов, Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология фа­культеты деканы.
Ғөмүмән, яугир һуғышта күргәндәре хаҡында артыҡ һөйләп бармаған. “Уларҙы иҫкә алыуы ла ауыр булғандыр, һөйләй башлаһа, күҙҙәренә йәш тулыр ине”, — тип хәтерләй яҡындары.
Әсирлеккә эләккәндәргә бөтөнләй икенсе ҡараш ине шул. Шунлыҡтан яҙғандарын да күрһәтеп бармаған, кеше алдында артығын һөйләмәгән дә инде.
Ә күргәндәре — уйылып китерлек. Өс йыл әсирҙә булып, Украинаның Житомир ҡалаһында, Польшаның Седлице, Радом ҡалаларында, Берлинда, Австрияның Вена, Ленце ҡалаларында — барлығы алты лагерь аша үтеп, немецтарҙың ҡанһыҙлығын, аяуһыҙлығын үҙ күҙҙәре менән күреп, үҙ елкәһендә татырға тура килә. Ни тиклем генә ауыр мәлдәр булмаһын, партия һәм офицерҙар мәктәбе сынығыуын үткән совет һалдаты бөгөлөп төшмәй. Хәрби училищела уларҙы, әсирлеккә эләккән хәлдә лә, үҙегеҙҙе һаҡлап ҡалырға тырышығыҙ, тип өйрәтәләр. Үҙенең генә түгел, иптәштәренең дә ғүмере өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған мәлдәре күп була. Сөнки ауыр мәлдә һалдаттар офицерҙан таяныс эҙләгән. Өҫтәүенә, Ғөбәйҙулла немецса яҡшы белә, Ырымбурҙа институтта уҡыған саҡта телде өйрәнгәнлектән йыш ҡына тәржемәсе ролен башҡара. Кешеләр менән һөйләшә белеүе, һиҙгерлеге, аҡылы төрлө сетерекле хәлдәрҙән сығырға ярҙам итә.
Совет офицерының рухи ныҡлығын, аҡылын, антына, иленә тоғролоғон немец офицерҙары ла таный. Бер шулай төнөн ныҡ ҡына ауырып китә. Лагерь комендан­ты “Ашығыс ярҙам” саҡыртып, немец һалдаттары ятҡан дауаханаға алып барып һалалар. Һуҡыр эсәк булған икән. Офицерҙар палатаһында ята. Уның һөйләүенсә, немец һалдаттары шул ваҡытта уҡ һуғыш менән ризаһыҙлыҡ белдерә башлаған. Ғөмүмән, ул лагерҙа саҡта һәр ваҡыт коменданттың үҙенә хөрмәт менән ҡарауын, уның менән иҫәпләшеүен тоя.
Бер мәл Польшала Седлице ҡалаһында уларҙы сиркәү төҙөргә алып бара­лар. Ундағы поп урыҫ була. Ғөбәйҙулла Сәлихов — тәржемәсе, йүгереп йөрөп, һалдаттарға немецтарҙың ҡушҡанын аңлата. Күпмелер ваҡыттан һуң быларҙы икен­се объектҡа күсерәләр. Икенсе урында эшләп йөрөгәндә ҡарауылсы килеп, һине саҡыралар, тип алып китә. Барһа, теге поп килгән. Үҙе менән эйәртеп ҙур ҡара маши­на янына алып бара. Унан бер ҡатын килеп сыға. Ҡулына сигелгән таҫтамал менән ябылған табала бешерелгән ҙур картуф бәлеше тотҡан. Поптың ҡатыны иренең уның хаҡта һөйләгәндәрен тыңлағандан һуң, ҡыҙыҡһынып, күреп-танышырға килгән икән. Үлемдән һаҡлар, һуғыштан имен-һау ҡайтырһың, тип ике болан башы төшөрөлгән медальон да бүләк итә. Поп иһә, әйҙә мин һине үҙемә алам, сиркәүҙә эшләрһең, тотҡонда һәләк булыуың бар, тип өгөтләй. Әммә кесе лейтенант Сәлихов Тыуған илемә биргән антым, ғаиләм, балаларым бар, тип ымһындырғыс тәҡдимдән баш тарта.
Уға шулай бер нисә тапҡыр әсирлектән ҡотолоу юлын тәҡдим итәләр. Тик ул бер ҡасан да үҙенең со­вет армияһы офицеры булыуын онотмай, һәр саҡ хәрби антына тоғро ҡала.
Лагерҙа булған саҡта татар шағиры Муса Йәлилде лә күрергә тура килә. Ике тотҡон Седлице ҡалаһындағы лагерҙа осраша. Муса Йәлил һәм тағы ла 15- ләгән хәрби тотҡондан торған төркөм мосолман лагерына концерт ҡуйырға килә. Үҙҙәренең сығышынан һуң, әсирҙәр араһынан йырларға, бейергә теләүселәрҙе лә сәхнәгә саҡыралар. Шул саҡта Ғөбәйҙулла Сәлихов оҙон көйгә ике йыр башҡара. Уның артынса башҡалар ҙа үҙ һөнәрен күрһәтергә йөрьәт итә.

Ғ.Сәлихов тарафынан яҙып алынған Муса Йәлилдең шиғыры
Һуңынан татар шағирының бер нисә шиғырын үҙенә күсереп ала Ғөбәйҙулла. Матур почерк менән латинса яҙылған был шиғырҙар әле лә бар.
— Атайымдың алдан күреп белеү һәләте бар ине. Һуғышҡа барғанда ла тере ҡайтырымды белә инем, тип әйткәне иҫемдә, — ти Ғәфүрйән Ғөбәйҙулла улы.
Ысынлап та, бер нисә тапҡыр үлем сигендә генә була ул. Тәүгеһе — Воронеж янындағы алышта, команда контроль-күҙәтеү пунктында (КНП), яу яланы менән командалыҡ итеп торғанда. Кемдеңдер ҡысҡырған тауышына әйләнеп ҡарауға күҙ алдында ут-ялҡын күтәрелә — артабан нимә булғанын белмәй. Һуңынан асыҡланыуынса, шартлау тулҡыны уны стенаға алып бәрә. Бүрәнәнән эшләнгән блиндаждың бер яғы ғына емерелә, ә ул ятҡан яғы имен ҡала. Иптәштәре уны емереклектәр аҫтынан табып сығарған да инде.
Әсиргә эләккән ваҡытта ла немецтар менән ҡапма-ҡаршы баҫып торғанда ҡап уртаға граната килеп төшә. Бер нисә секундҡа барыһы ла ҡатып ҡала. Ә граната әйләнеп-әйләнеп барып ята ла ниндәйҙер мөғжизә менән шартламай ҡала.
Дауамын "Ватандаш" журналының 5-се (2018) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: