— Һин үҙеңде оптимисмын, тип уйлайһыңмы?
— Эйе лә, юҡ та. Бер яҡтан ҡараһаң, шулай. Икенсе яҡтан…
Әгәр ике донъя — бер мөрйә, үгеҙ үлһә — ит, арба ватылһа — утын, тип йәшәһәң… Әгәр ҙә бар донъяһына төкөрөп ҡуйһаң… Һин генә эшләй алыр эштәр, һин генә яулар үрҙәр бар, һинең генә ҡулыңдан килә быныһы… Шунда һин әйтмәһәң, шул мәлдә яуаплылыҡты өҫтөңә алмаһаң… Сәм, дәрт бар бит, күңелдә осҡон дөрләй; әгәр шул мәлдә боҫоп, баҙап ҡалһаң, аҙаҡ кәм-хур булыуың, бөтә ырыуыңа, ҡороңа имгәк булыуың…
Бындайҙа ят та үл инде.
Өмөтһөҙ — шайтан, тиҙәр беҙҙең халыҡта. «Өмөтөңдән яҙма, берүк бирешә күрмә, һуңы — мәсхәрә… Оят, оят тота еңдән, оят йөрөтә беҙҙе, шул сәмләндерә. Сәм — ул дәрт — йәшәү көсө». Әсәйем Мәрйәм, беҙҙең яҡта инәй, тиҙәр, ул — сәмдең үҙе, намыҫтың, намыҫланыуҙың күҙе.
Мин дә иң ҡыйын саҡта, теге йәки был бәлә ҡаршыһында баҙап ҡалғанда, хатта был тоҡандан сығыр әмәл тапмаған кеүек тойолғанда, үҙемә: «Түҙ, түҙ, йәнем! Берүк бирешә күрмә; был әмәлдең дә сиге булыр — беҙ барыбер, барыбер еңербеҙ!» — тим. Үҙ-үҙемде йыуатам, шунан бәпләйем. Был минең доғам: «Түҙ, нисек тә! Һыр бирмә, һин көслө! Үтер быныһы ла, был донъяны ла кисербеҙ!»
Ахырыһы, мин дә сәмдең һыңары… Ә «оптимизм» нимә ул? Русса һүҙ. Гел нимәгәлер өмөтләнеп, гел кемдеңдер алдында дәртле, көр күңелле булып, шәп-батыр, ҡуҡыр булып йөрөүме? Беҙ — бушҡыуыҡмы, шәп, әллә кем булыусылармы? Йәнәһе, бына беҙ — кем, бөтәһе лә ҡулыбыҙҙан килә, уны-быны төртөп кенә йығабыҙ! Үҙеңде шәп итеп, ҡулымдан килә тип, бушҡа ҡупайыумы?
Бушҡай ымһынмайыҡ, Фәйрүзов ағай* ише, сабып барған бүренең арт һанына тибеп ҡалмайыҡ. Һәр кем үҙенең самаһын, булышын-барымын белһен, артын да ҡапшап ҡараһын ул. Мәҫәлән, мин осоусы булам йәки бөгөн барып операция яһайым, ҡулым мөғжизә генә ҡоя, тип әйтмәйем бит. Оптимизм, оптимист тигәндең дә сиге, самаһы, рәте-сифаты барҙыр.
— Бик шәп бейеүсе инең бит йәш саҡта (әле лә һүнмәгән-һүрелмәгән был ҡеүәң). Ниңә артислыҡ юлынан китмәнең?
— Был һорау ҙа тәүгеһенә бәйле: мин — бейеүсе! Сама тигәндең дә самаһы бар, олонан тороп һүҙ ҡуйыртыуҙың да сиге була. Мин бик шәп үк бейеүсе түгел ул, теге балыҡ юҡта — тәлмәрйен, ҡуян урынына — кәзә тигән һымаҡ килеп сыға. Әлбиттә, беҙҙең яҡта бейеүселәр һирәк тауар ине, әлбиттә, беҙҙең нәҫелебеҙ — бейеүселәр. Дан бейеүселәр, килеш-килбәтебеҙ, булмышыбыҙ шуға хәл итеп тора. Затыбыҙҙан атайым Әлтәфтең (беҙҙә әтейем тиҙәр) ике туғаны Әкрәм ағайым бейеүсе ине: сәхнәлә — бөркөт. Мин дә уның ише бейергә, ауылыма, ырыуыма дан килтерергә атлыҡтым. Ауылыбыҙҙа — Башҡорт дәүләт бейеүҙәре ансамбле ҡунаҡта. Күрше ауыл Ләмәҙтамаҡтан шунда Радмир Бәҙретдинов бейей.
Мин дә алты йыл Башҡорт дәүләт медицина университеты ансамблендә бейенем, ләкин был дәүләт бейеү ансамбле менән сағыштырырлыҡ түгел. Беҙҙе бейеүгә Әнүәр Фәхретдинов, Әнүәр Ишбирҙин, Рәшиҙә Туйсина, Фәнис Хәсәнов, Ғәбдулхаҡова, Рәүис Харисов, баянсы Бағаев, Шәүрә апай, Екатерина Варламова ише оҫталар, Әнүәр Хәсәнов, Мөхәммәт Ғәлләмов ише (үҙҙәре студент) йәштәр өйрәтә. Бейеү — ул сәм, йәшлек дәрте, әммә ул күбебеҙҙең ғүмерлек юлдашына ла әүерелде. Ҡаҙ юҡта табынға өйрәк тә бата икән: «Ағиҙел» журналына, «Башҡортостан» гәзитенә яҙылыу үткәргәндә хәбәр һөйләмәйем — бейейем, хатта 62 йәшемде иҫләмәй, 8 март байрамында ҡатын-ҡыҙ яҙыусылар алдында, «Китап» нәшриәте ҡыҙҙары ҡаршыһында «һикрәндәйем».
Бейеү — ул хыял, сәнғәт донъяһына ашҡыныу, ә һөнәрең, икмәгең булыу — бөтөнләй икенсе нәмә. Артислыҡ та кешенең яҙмышы: бейеүсе артист сәхнәлә тыуа, сәхнәлә үлә, ә былай — беҙҙең халҡыбыҙ йырсы, бейеүсе ул.
_____________
*Фәйрүзов ағай — Ғүмәр ауылына бүреләр килеп төшһә, йүгереп барып артынан тибеп ҡала
инем, тип һөйләр ине.
— Ринат, һин беҙҙең яҙыусылар араһында иң күп проза әҫәрҙәрен донъяға сығарған эшлекле автор. Ҡайҙан шулай дәрт-дарман һәм ваҡыт табаһың?
— Әллә инде, быны әйтеп, аңлатып бөтөп булмай. Ә ваҡыт — үҙебеҙҙеке, дәрт-дарман, моғайын, еребеҙҙән, тау-далаларҙандыр. Моғайын, һауаларыбыҙ, һыуҙарыбыҙ шундайҙыр. Әйттем, әсәйем Мәрйәм сәмле ине. Хатта ауыл уртаһында магазинда һатыу итеп торғанда әйтә: «Эх шуларҙы — эскеселәр, йөрөйҙәр шунда һәптәндәп, үҙем генә колхоз рәйесе булһам!.. Килештерер инем!»
Тотонһа, ниңә... Мыжыҡты, ай-най килеүсене, най-ной булып, былағайланып йөрөүсене яратманы, эт ялҡау эскесене күрә алманы. «Әйткәс, эшлә! Буш хәбәр ҡуйыртма! Ниңә юҡты бушҡа ауҙарырға? Вәғәҙә — иман, башлағас, аҙағына еткер, үәт, булырһың кеше!» — тиер ине. Мин уның һүҙҙәрен тыңлап үҫкән кеше, әсә, өләсәйҙәр тәрбиәһе алғанмын. Атай ҙа бар, ул — эштә, ҡайтһа, беҙгә, малайҙар — Рифат менән Русланға, Нәйлә һеңлемә — байрам. Ул иштәре, иптәштәре менән өйҙө тултыра, ул — буй етмәҫ бейеклектә.
Моғайын, шул сифаттар булмышыма йоҡҡандыр. Моғайын, мин дә шундаймындыр. Сәмсел, терәпес, тимәгеҙ, әммә яҙышырға — мине ҡуш. Атайым да шундайыраҡ кеше ине: төнө буйы шиғыр һөйләй, шиғыр сығара... Әсәһе Ғәйшә ҡартнәйем — йор мишәр ҡыҙы, төрттөрөргә, кешенең теге йә был ҡылығынан көлөргә генә тора; тегенең барыбер бер яғын таба, эләкләй... Һөйләй-һөйләй ҙә көтә, үҙе хәйләкәр генә, көлмәй, һүҙ йәшереп, күҙен етди генә итеп баҙлатып ултыра. Йәнәһе, һүҙен әйтеп бөтмәне, мәғәнәһен йәшереп ҡалдырҙы; ә тыңлаусыһы аңлар, һүҙ айышына төшөнөр микән? Көтә. Шунан үҙе лә малайҙарса көлөп ебәрә, артынан бар ҡоро йығылып ятып көлә.
Атайым иһә ҡағыҙ ҡорто, мин дә. Өндәшмәйем, ә ҡағыҙ-ҡәләм алып өҫтәл артына сүкһәм, быуа хәс тә йырыла ла китә — эсеңдәгеһен бөтә түгеп ҡалаһың, фекер артынан ҡәләм өлгөрмәй, хәрефтәр ҡыйыш-мыйыш, ҡағыҙ битендәге шул хәрефтәрҙән ҡапыл (ҡапыл төҫлө инде) олоғара текст барлыҡҡа килә. Аптырайым, ҡайҙан былай! Нисек? Нимә мине төртә, ни арҡаһында шундай яҙыла? Быны аңлатып та, был хаҡта һөйләп биреп тә булмай. Миңә Хоҙайҙан шундай һәләт, тиәйемме, бирелгән.
Романдар яҙам. Баш баҫып йөрөйөм-йөрөйөм дә ултырам. Башта — идеялар, образдар тыуа, картиналар... Хистәр ҡайнай. Улар һуңынан ҡағыҙ битендә һынланасаҡ... Шул күренештәр ҡағыҙҙа үҙ төҫөн — текст юҫығын ала. Яҙышыу өсөн дәрт кәрәк, һин яҙаһы уйың менән, шул фекерҙәрең менән янаһың; шул дәрт-ярһыу ҡағыҙға ла күсә. Һис ғәмһеҙ, битараф булма, геройҙарың ҡылығы, бәхәсе һине лә тоҡандыра, шул ялҡынды, тоҡаныуҙы нисек тә мәлендә ҡағыҙға төшөр. Һуңлама, тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ! Ҡағыҙ бите яна, хәрефтәр ырғый.
Әгәр шул ярһыу булмаһа, йөрәгең туламаһа, бер ни ҙә килеп сыҡмаясаҡ, һин уҡыусыға барып етә алмаҫһың. ҡарағыҙ, Достоевский телмәрендә күпме ут, заряд, шул ярһыу уҡыусыға ла йоға, уны ла тоҡандыра. Ваҡиғалар ҡуйыра, геройҙар туҙа — шундай эске хәрәкәт, ут юҡ икән, уҡыусы ла битараф буласаҡ. Һуңғы сиктә китапты ла атып ебәрер.
Һәр етди әҫәрҙә — яҙыусының һәр проза китабында — ярһыу тормош ағышы. Әлбиттә, ул талғын ғына аҡҡан күренештәрҙе һүрәтләй һымаҡ, әммә ҡар аҫтында гөрләүек сылтырай: яҙыусы тыуҙырған тормош ҡайнай, ҡояш көлә, ҡоштар һайрай, елдәр иҫә, япраҡ ҡыштырҙай. Анауында көмөш ялтырай, сабый шуны алырға була һонола.
«Иң күп яҙыусы» тигәндә, күп яҙырға ынтылыуымдан түгел бит ул. Профессионалдар нисек эшләй? Рус, татар, сит ил әҙәбиәтендә? Мин, мәҫәлән, уйым өҙөлөп ҡуймаһын, самалағаным онотолмаһын тип, етеҙ яҙам, яҙғанымда, тормоштағынан айырмалы, бик ҡыҙыумын. Ҡайһы бер яҙыусылар тәмләп яҙа, ашыҡмай, һәр өтөрөн урынына ҡуя, бер ыңғайы грамматик хаталарын төҙәтеп, ҡағиҙәләрен һаҡлап бара. Мин — транс хәлендә, шунда ғына яҙыша башлайһың. Оҙаҡ йөрөйөм, оҙаҡ самалайым, мин — ҡыҫала, шунан инде, бер тотонһам, ысҡындырмайым. Аҙаҡҡы нөктәне ҡуймай, яҙып бөтмәй, юҡ, тынмайым. Янымда тормағыҙ! Бигерәк тә башлап киткән саҡта тибешәм. Трансҡа ингәс, бөтөнләй икенсе мал мин... Яҙғанды һалып ҡуйыу йә ташлап ҡуйыу — минең стилем түгел. Ә, бәлки, бәләмдер әле, шулай ҙа миңә башланған эш — бөткән эш! Бөтөр булмағас, тотонма! Һүҙ һөйләп йөрөгәнсе, сюжетыңды башҡаларға һөйләгәнсе, бар ҙа өҫтәл артына ултыр! Шуға әлеге көндәргәсә бер ниндәй ҙә вәғәҙәләр, интервьюлар бирмәнем.
«Эшлекле автор» тигәндә... Әллә нисә повесть, романын донъяға сығарған тигәненә әле ҡағылмайыҡ.
Эшлекле, булдыҡлы. Эшмәкәр, эш кешеһе. Эше бар әҙәм. «Шундай күп планлы, ҡатлаулы эшкә йөрьәт итеүем, алдыма оло маҡсаттар ҡуйыуым рухландыра... Бурыстарымдың мөһабәтлегенә һөйөнөп, эшкә ҡабат-ҡабат ең һыҙғанам», — тип яҙҙым «Кеше драмаһы»на инеш»тә (2007). Кешенең эше, маҡсаты булһын! Эшем юҡ буранда, тамағым ас, ҡолағым тыныс өйөмдә, тип ятма... Йәнә эш эшләйем тип, күҙ буяп, кеше алдап, күҙ баулап та һылтанма. Бәғзе берәүҙең теле оҙон, эше күренмәй, ә кеше күҙенә ҡом һибә генә.
Эшлекле, эшем булһын, тип йөрөй. Зыяфетдин ҡарттайымдың ике туғаны — Йосопйән Фәхретдинов быуайым (райсовет рәйесе) гел: «Давай, давай!» — тигән. Был, әлбиттә, булдыҡлымын тигәнде аңлатмай. Булһын, ти, ә ҡыланмай. Тотонғас, эшләй. Наҙанлыҡты ене һөймәй.
Мин дә шундай булдым (яратҡан шөғөлөмә тотонһам, әлбиттә). Әлбиттә, донъя бер эш менән генә бөтмәй, «эш бөткәс, уйнарға ярай», тигән Туҡай ҙа.
Шулай ҙа эшкә, ижадҡа ҡағылғанда, етдимен. Тимер сынйырҙа, тимер ҡоршауҙа тоторға кәрәк мине!
Ҡәләмгә тотонғанһың икән, ҡулыңдан килһә, яҙ. Кешене бушҡа ымһындырма! Яҙа алмаһаң, биғәйбә. Берәү ҙә көсләмәй, берәү һүҙ әйтмәй. Ҡалған эшкә ҡар яуа, башлағас, бөтөр, йөгөңдө берүк ярты юлда ауҙарып, сығынсы аттай, ташлап ҡасма! Бындай холоҡ беҙгә хас. Ҡайһы саҡ, тешең һынып, ауыҙың тулы ҡан булһа ла, төкөрмәйһең.
Бына аҡыл өйрәтә лә башланым. Быны эстән генә ҡабатларға тейеш инем.
— Бөтәһен дә иҫтә ҡалдырырлыҡ та түгел, әле нисә повесть, романың бар? Ҡайһылары күңелеңә иң яҡындары? Баҫылмай ятҡандары юҡмы?
— Уй-бай, әллә нисә повесть-роман, иҫтә ҡалырлыҡ та түгел... Һеҙ — шағирҙар шулай инде, өҫтән-мөҫтән, йүгереп... Һеҙ — бәндәләр — обыватель, күреп, тотоп ҡарап өйрәнмәгән, әҙәбиәттә Пушкинды, Толстойҙы ғына беләһегеҙ, уларҙың да хатта күп китаптарын тотоп та ҡарамағанһығыҙ, хатта «Тихий Дон» менән «Анна Каренина»ның да киноһын ғына күргәнһегеҙ. Әҙәмдең йә китап уҡырға ваҡыты юҡ, йә ул тамаҡ ялы тип, ергә төбәлгән, ә күтәрелеп ҡарарға, күккә бағырға әмәл тапмай — ғәйепләмәйем, әммә был — ысынбарлыҡ. Һәр кем Ринат Камалды ғына ла уҡып ултыра алмай, бер ваҡытта ла «тейеш түгел»! Ә былай үҙемдең күңелемә яҡындары... Уҡыусы күңеленә хуш килгәндәре: мине «Таня-Таңһылыу» әҫәре буйынса беләләр. «Талаҡ!», «Шаңдау», «Һөйкөмлө һөйәк», «Әлфирә» романдары яҙҙым. Башта 2001 йылда «Ағиҙел» журналында — «Оҙонтал», ә 2002 йылда (Әлфирәм үлгән йыл) «Сабыр йән» романдары баҫылды, шунан 2004 йылда «Ағиҙел» «Әлфирә» романын сығарҙы, ҙур рәхмәт. Ауыр саҡта йәнемде шул әҫәрҙәргә баҫтым: «Беләҙегем», «Баныубикә», «Вариҫ», «Мединститут эше», «Бейеүселәр»... Үҙем бейейем, күҙемдән йәшем аға, тағы баҫам, шулай күңелем урынына ултырырмы, йәнем тынысланырмы? Нисек тә, нисек тә бирешмәҫкә! Балаларым бар — улар күңел йыуанысы, йәшәү йәме. Уларҙы ҡарарға ла кәрәк.
Эсмәгәс (әсәйем мине шулай тәрбиәләне), нәҫел тамырым ныҡ, зат-зәүерем миңә, минең ҡыланыштарыма ҡарап торғас... Әгәр йығылһам, әгәр һынһам, оят. Эстән: «Бирешмә, бирешмә, — тим. — Түҙ, түҙ, йәнем! Үтер, быныһын да, моғайын, еңербеҙ. Алда — ҡояшлы көндәр, сыуаҡ яҙҙар, унан йәмле йәй тыуа...»
Ауыр кисерҙем һөйөклөмдө юғалтыуҙы.
«Баҫылмай ятҡандары»... Баҫылғандары — айсбергтың күренгән өлөшө генә. Нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡаҙаҡбаева көлә: «Ринат ағай, исмаһам, һеҙ күп томлыҡтар килтермәйһегеҙ...» Алты китап тупланған әҫәрҙәрем: «Мәғҙән мәктәбе», «Президент», «Бейеүселәр», «Бала саҡ», «Башҡорт ғәскәре», «Кинәйә иле».
Өмөттө өҙмәйем, өмөтһөҙ — шайтан, тиҙәр. Шулай ҙа беҙҙе, минең ише авторҙы ҡыҫып-ҡымтып тотоу — ул әҙәбиәтебеҙ алдында енәйәт тип баһаланырға тейеш түгел микән?
— Темалары, жанр-стиль йүнәлештәре лә күп яҡлы әҫәрҙәреңдең. Мәҫәлән, «Таня-Таңһылыу», «Ҡотлояр-Бәхтейәрҙәр», «Әлфирә», «Оҙонтал», «Бер ғаилә трилогияһы», «Талаҡ», «Бала саҡ», «Баныубикә», «Тыуған яҡ елдәре», «Мединститут эше» һәм башҡа ижад емештәреңде «Ғаилә романдары» шәлкеменә индерергә мөмкин, ә «Кеше драмаһы» шәлкеменә сәйәси, көнкүреш, психологик пландағы әҫәрҙәрҙе атап китеп була, мәҫәлән, «Ҡайтауаз», «Беләҙекүл», «Талаҡ», «Мамыҡ шәл», «Аҡһөйәк» тигәндәрен. Ғүмер буйына бер-ике роман яҙған кешеләр ҙә бар. Ҡайҙан табаһың бер-бер артлы донъя күреп торған әҫәрҙәргә темаларҙы, бер-береһен ҡабатламаған геройҙарҙы? Художестволы проза булғас, геройҙарҙың, хәл-ваҡиғаларҙың тормоштан алынғандары ла, уйлап сығарылғандары ла барҙыр?
— Әҫәрҙәремде «Кеше драмаһы» исеме аҫтына йыйҙым. Биш өлөштән тора: «Лирик-сентименталь рухтағы әҫәрҙәр»; «Өфө повестары»; «Ҡотлояр-Бәхтейәрҙәр» шәлкеме»; «Фантасмагорияға тартым әйберҙәр»; «Тарихи темаға яҙылған әҫәрҙәр».
Тәүгеһендә — новеллалар, хикәйәләр, «Бала саҡ», «Таня-Таңһылыу», «Инә ҡорт» романдары. Геройҙар, Таня-Таңһылыуҙар бөгөн — аҙым һайын. Халҡыбыҙҙың бер өлөшө үҙ йыр-моңдарынан, туған теленән яҙған бәндәләр. Йәш атай — Нуриман районынан, ә кәләше — Әбйәлилдән. Икеһе лә башҡорт, телдәре лә... ә сабыйҙарын телебеҙгә өйрәтмәйҙәр. Ниңә? Әбйәлилдәгенең әсәһе: «Баланың башын ҡатырмағыҙ», — тигән. Йәнәһе, һөйләшһә, заманса булмай, ә сит-ят телде вата-емерә өйрәнһә лә, хуп.
«Өфө повестары»на «Бәлә», «Түңгәк», «Арыған кеше», «Кәрһеҙ ир» инә. Тағы «Яза», «Башҡорт сәнғәте әһелдәре Рәфҡәт Йыһангир (прототибы — билдәле рәссам Эдуард Шаһиев) менән Рудольф Нуриевтар хаҡындағы «Ҡасыу» повестары.
«Ҡотлояр-Бәхтейәрҙәр» — ғаилә романдары шәлкеме. Бындай әҫәрҙәр көнбайыш әҙәбиәтендә киң билдәле форма. Рус әҙәбиәтендә лә — Достоевскийҙың «Братья Карамазовы», Толстойҙа, Анатолий Ивановтың «Вечный зов» романы миҫалында — тәбиғи күренеш. Толстой үҙ геройҙарын — туған-тыумасаһын Волконскиҙарҙы Болконский тип алһа, мин яҡшы белгән үҙ яҡындарымды ҡотлоярҙар, бәхтейәрҙәр, тип атайым. Китаптарымды диҡҡәтләп уҡыусыға аңлашылыр: «Шаңдау»ҙағы учитель Бәхтейәр — уның прототибы ҡарттайым Мырҙағаян, ә «Беләҙекүл»дәге төп героиня прототибы Мөнирә әңкәйем — әсәйем Мәрйәмдең әсәһе. «Әлфирә»ләге Ҡотлояр ҡарт прототибы — Зыяфетдин ҡарттайым, уның дүртенсе ҡатыны прототибы — Ғәйшә ҡартнәйем. Мин ҡартнәйемдәр, инәйемдәр тәрбиәһендә үҫтем — ҡатын-ҡыҙ тәрбиәһе алдым, тинем. Шуға уларҙы аңлайым. Ул персонаждар — минең өсөн тере. Уларҙың ярһыуҙары уйлап сығарылмаған, белмәгәндәре хаҡында тоҫмаллап та яҙылған. Әҙип үҙен улар урынына ҡуйып ҡарай йәки уларҙың эсенә инеп ултыра. Улар менән һайлау алдына баҫа, ҡәтғи мәлдә нәгеҙ бер юлды таба йә тапмай. Икеләнә, икеләнмәй йә тағы хата яһай. Иң ҡыҙығы — улар уйлай, иң үкенеслеһе — яңылыша, иң хәтәре — боҫоп ҡала алмай.
— Геройҙарың хаҡында үҙен танып рәхмәт әйтеүселәр йәки дәғүә белдереүселәр булдымы?
— Әлбиттә, улар рәхмәт әйтмәй, сөнки ижадсы уларҙың күлдәген сисеп ташлай, яланғас тәнен донъяға фаш итә. Шунһыҙ булмай, ижад ул — ҡанһыҙлыҡ, аяуһыҙлыҡ, һин үҙең дә сисенеп ташларға, эске донъяңды асып һалырға тейешһең... Шунһыҙ уҡыусы ышанмаясаҡ, ижадсының намыҫы — кешене оятҡа ҡалдырыу һымаҡ. Фаш итеү, оят бағанаһына бәйләү! Шунан дәғүәләр башлана. Башта үҙ-ара, һуңынан күмәкләп ултырып (быныһы кем әле тип) сәйнәйҙәр. Шунан яғанан алалар; Әй ярына баҫһаң, Әйгә ырғытабыҙ йә һине, нахаҡ бәлә яҡҡаның өсөн, судҡа бирәбеҙ! 2002 йылда Мәсетле районының Рәшит Әхтәри премияһын бирергә тигәс, дау ҡуба... Был хаҡта аҙаҡ район түрәләре һөйләй: «Һин ауылыңа ҡайтмаһаң да була». Атайым хат яҙа, еҙнәң асыулы... Әсәйем көлә. Юҡ, ул, дөрөҫ эшләгәнһең, тимәй, ҡул һелтә шуларға, ти. Атайым, командировка алып, районға ҡайтма, ситтә йөрө, ти. Йәнәһе, мин улар менән булышам, ә мин бары үҙ бурысымды үтәйем, алға алғанымдан ғына яҙмайым бит.
синыфташым судҡа бирәм, тип ингән. ауылда мине теге яуыз герой менән тиңләйҙәр, ти. Быны ишетеү үҙемә лә еңел түгел.
— Әңгәмәселәремдең бөтәһенә лә бирә торған ике һорауым:
1) Ижадыңда тыуған яҡтарыңдың, үҙегеҙҙең төбәктәге хәл-ваҡиғаларҙың тарихы, яҡташтарыңдың роле ниндәй? Бөгөнгө көндә улар менән бәйләнеш тотаһыңмы? Тыуған ауылың үҫкән саҡтағынан нимәләр менән айырыла?
2) Тамырһыҙ үлән дә үҫмәй. Имән тамыры бәпембәнекенә тиң түгел. Шәжәрәңде һәйбәт беләһеңме? Ата-бабаларың кемдәр булған? Араларында ниндәйҙер ижад төрө менән шөғөлләнеүселәр бармы? Үҫкән ғаиләң менән дә таныштырып китһәң ине. Улар һин һайлаған тормош һәм ижад юлы менән ҡәнәғәт инеме?
— 1) Был һорауға яуап бирҙем: геройҙарым — яҡындарым, еңгәләрем, һеңлеләрем... Уларҙың тормошо, ғибрәтле көнитмеше — табышым. Быға ни тиергә инде? Тормош ағыла, ә һин — күҙәтеүсе, шуны китап итеп яҙаһың, һиңә — ҡыҙыҡ, ә уларға — яҙмыш. Шунан уҡыусы фәһем алһын, тиһең, ә үҙең шунан фәһем алаһыңмы, шунан ҡыҙыҡ табып, көлөп кенә йөрөйһөң тип уйлаусылар ҙа бар. Мин иң элек уҡыусы хаҡында уйлайым. Эйе, был ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та.
Ярай әҙәбиәт — сәнғәт күренеше, персонаждар ысын түгел, шуға авторҙы, әҫәрен документ күреп, яуаплылыҡҡа тарттырып булмай. Әҙәбиәт фәһем бирә, шул нигеҙҙә башҡаларға шул әкиәтте һөйләй. Был барыбер реализм, барыбер тормошто күсереп яҙыу тиерһегеҙ, тәнҡитселәр ҙә Ринат Камал традицион проза вәкиле, тиҙәр. Шулайҙыр. Башҡорт әҙәбиәте, бүтән әҙәбиәттәр ҙә реализм емештәрен тиреп бөтмәгән, бөтмәҫ тә.
Дыуан-Мәсетлемдән, ауылымдан, районымдан, төньяҡ-көнсығышымдан айырылғаным юҡ. Мин шул яҡтарҙан. Ата-әсәйем, туғандарым ҡәбере, беҙ — әйлеләр, дыуандар, унда бала сағым, бәхетле көндәрем. Бары Өфөлә, Учалыла, Дыуан-Мәсетлелә тыуған балаларым ғына Әй буйына һирәк ҡайта. Алыҫ тиҙәр. Салауат, Ҡыйғы, Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле райондары — республикабыҙ төньяғында, Урал һырттары ашаһында. Кәләштәрем дә алыҫтан — Күгәрсендән, Көйөргәҙенән, Баймаҡтан булды. Ата-бабам иште әүәл-әүәлдән сит яҡтан һайлаған.
Йыш ҡайтам. Юлы ялтырап ята, тик беҙҙең элекке Себер даруғаһында бер сәнәғәт — бер йүнле завод, фабрика юҡ, халҡы тарала. Элеккесә балалар мыжғымай, колхоз тарҡалды, эш тә, аш та юҡ, ә нисек йәшәргә, элекке донъяны нисек терелтергә? Йәштәр тормай, ә ҡайһылай итеп еребеҙ йәмен, һыуҙарыбыҙ тәмен кире ҡайтарырға? Биш йыл хакимиәт башлығы булып эшләгән ике туған ағайым да берәй производство асырға тип йыйынғайны — булманы. Тормош бөгөн шуға бәйләнгән микән, әллә халыҡ әүәлге милли кәсептәрҙе тергеҙеп кенә эш сығара алмаҫмы? Мәҫәлән, малсылыҡты үҫтергәндә, йылҡысылыҡты йәнләндергәндә? Уның өсөн дә саҡ ҡына ашлыҡ сәсергә кәрәк. Ҡырыҫ та, матур ҙа беҙҙең яҡтар. Шунда әүәл-әүәлдән ғүмер һөргәнбеҙ.
Ҡырыҫыраҡ, тиҙәр, беҙҙең яҡты,
Ләкин беҙгә — наҙлы әсәбеҙ...
Был — Рәми Ғарипов һүҙҙәре. Ул — Арҡауылдан, ә Тимер Йосопов, ул — Әпсәләмдән.
Имән төпкәйенә ултырҙым мин,
Имән төпкәйҙәре күләгә;
Башы менән һауаларға ашҡан,
Аҡ болоттар килеп урала.
Бәхет был: тыуған яғыңа ҡайтыу, һауаһын һулау, тупрағына баҫыу. Бүтән бер ерҙә лә былай яҡты, йылы, тыныс түгел. Бары үҙ яғыңда ғына йән тыныслыҡтары табаһың, хатта ошо һуҡмаҡ, тау сусаҡтары үҙҙәре генә йәнгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ рәхәтлек бирә, ҡараштарҙы иркәләй. Бары тыуған яғыңда ғына үҙеңде үҙең итеп хис итәһең.
Ҡотһоҙ көндә эшһеҙлектән ҡаңғырған яҡташтарым саҡыра, ауылыма ашығам. Ауылда хәҙер участка больницаһын яптылар, балалар әҙ, шулай ҙа элекке урта мәктәп тере әле, ауылдаштар яңы эш урыны алырға маташа — рәт сығырмы? Шулай ҙа ҡайтам, был илдең үлгәнен, төбәктең һүнгәнен күрергә яҙмаһын.
2) Нәҫел-нәсебемде беләм, улай уҡ затһыҙ, донъянан тайған кеше түгелмен. Ҡылысбайҙың дүрт улы була: Ғүмәр, Сәтей, Хәбибулла, Мөхәмәтшәриф. Беҙҙең ара Мөхәммәтшәрифтән таралған. Уның улы Йомаш — Ялтыр — Ғәбделбасир — Дусмөхәмәт — Камалетдин — Зыяфетдин — Әлтәф — Ринат. Был шәжәрәне беҙгә еткереүсе Иҫке Хәлилдә тыуған, егерменсе йылдарҙа Дыуан-Мәсетле мәктәбендә лә уҡытыусы, фельдшер булған, мәшһүр телсе-диалектолог, башҡорт халҡының һөйөклө улы Таһир Байышев. Уға рәхмәт. Хәҙерге Дыуан-Мәсетле, Ғүмәр ауылында йәшәүселәр Ҡарамыштан (Ҡармыштан) (1550 й.) башлана. Унан Сүселәй (1580 й.), Аҡбулат (1610 й.), Ураҙ (1640 й.), Ҡылысбай (1670 й.). Шуныһы ғәжәп, әллә башҡорттарҙың яҙыу-һыҙыуға, үҙ тарихын булдырыуға ынтылышы юҡ, әллә ул тарих юғалған, булғаны юҡҡа сыҡҡан. Һәр заманда яҙмабыҙ ҙа үҙгәреп торған бит әле.
Атайым, бабайымдар һөйләүенсә, беҙҙекеләр бик фәҡир-фоҡра: аслыҡ-яланғаслыҡ, янғындар… Таш соҡоған, шунда таш ҡушаматы алған. Ташкамалдар, йәнәһе. Игентау — уларҙың нәҫел тауы, унан һандыҡ ише дүрткел-дүрткел, яҫы, өй дәүмәлле таш сығарғандар. Борондан иген иккәндәр, мал баҡҡан, һунарға йөрөгән улар, умарта тотҡан. Әйҙә балыҡ мыжғый. Атайымдар яғы — большевиктар, ярлы халыҡ, аҙаҡ хәрбиҙәр, партия, совет етәкселәре, ҡыҙылгвардеецтар.
Ә әсәйем яғы — байҙар. Ауылдың иң ҙур байы — Байназар ҡарт. Малы Әй төбәген ҡаплап йөрөй: өйөрҙөң бер башы ике саҡырымдағы Әйҙә һыу эсһә, осо яңы һарайҙан сығып ҡына килә. Улы Муллабай ата малын тарата, уңмай, ә Мырҙағаян ейәне — уҡытыусы. Ул Мөнирә әңкәйемә өйләнә. Улар Әпшән ауылынан; шунда ман белмәй, ҡайғы күрмәй көн кисерә. «Беҙҙә ярлы булманы, бары кешегә һалҡашып, үҙе донъя көтмәй, бисә йәрәшмәй, ә кеше малын ҡарашыусылар бар ине. Улар — кеше тупһаһында, эш эшләткәнгә, ашатҡанға рәхмәт кенә уҡый». Атаһы Ғәбделнафиҡ, ә әсәһенең исеме Гөлжиһан була. Ғәбделнафиҡтың өс бер туғаны бар: Ғәбделхалиҡ, Ғәбделмәлик. Уларҙы 1919 йыл ҡыҙылдар саба. Ғәбделнафиҡ яғынан шәжәрә ошолай үҫә: Мөнирә — Мәрйәм — Ринат Әлтәф улы. Ғәбделнафиҡтың бер туған Ғәбделхалиҡ ҡыҙы Ғәйнисфа — Нәфисә — Зөлфиә Миндебай ҡыҙы. Йәғни беҙ күрше Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылы ҡыҙы шағирә Зөлфиә Ханнанова менән дүрт туған балалары булабыҙ. Ә Марият апай — Рәми Ғарипов менән Рафаэль Сафиндың һабаҡташ дуҫы — беҙҙең әсәйҙәребеҙгә өс туған. Был маҡтаныу түгел, ә нәҫел-нәсәп ебен барлау ғына, әйҙә, белмәгәндәр белеп торһон!
Атайым Әлтәф, яҙыу-һыҙыуға барымы булды, шиғыр сығарып һөйләй ине, тинем. Комбайнсы, ауыл советы рәйесе, идарала хисапсы, аҙаҡ бригадала төрлө эштә йөрөнө. Хәҙер генә аңлайым: ул аҡһөйәк, аҡ эш кешеһе булған, каллиграфияһы шәп, пенсияға сығыусыларға документ тултырышып бирергә әүәҫ. Пенсия тултыралар ҙа ултырып шуны йыуалар. Ул уҡырға, минең һымаҡ аҡ эштә ултырырға тейеш булған. Әсәйем йырланы, бейене, ул — шәп тәрбиәсе, уҡытты, тик Мәсәғүт педучилищеһына (элекке уҡытыусылар институты) ингән еренән мине ҡараусы булмау сәбәпле ҡайта. Уҡымай-нитмәй магазинда һатыу итте. Сельпо идараһы рәйесе булды. Һеңлеләре Асия, Ләлә апайымдар мандолинала уйнай. Ә Зыяфетдин ҡарттайымдың оло улы Закир быуай — скрипкасы. Бына уның улдары ысын артист ине, исмаһам: Әкрәм ағайым — бейеүсе, ә Ратифа апайым… Әбекерәм ағайым — ағас эшенә маһир; ауылда бөтә шкаф уның ҡулы емеше.
— Бала сағыңды хәтерләгәндә күҙ алдыңа ниндәй тормош күренештәре килә?
— Бала сағымды хәтерләһәм… ул тотошлай күҙ алдымда ғына. Әй буйҙары, тауҙар… Тирмәнтау, Барактау, Биҙәртау, Төпкөнтау… Таштығул… Нәжебил… Ҡулдар, Буртау… Туҡмаҡ шишмәһе, Иҫке Әй күле. Туғыҙынсы класты тамамлағас, Учалынан ҡунаҡтар — ике туғандарым Рәшит, Рәйлә менән Райхана килде; бөтәһе лә — Әйгә! Эҫе, томра июнь айы. Эй ирекһеҙләйҙәр, эй, ә миңә — тас яланғас сисенеп ултырған ун алты йәшлек малайға — яҙышырға кәрәк. Өҫтәл тулы — ҡағыҙ, ҡулда — ҡәләм. Тегеләр көсләй генә. Әйгә икән. Әйгә! Хәҙер үҙем шәбәйәм, хәҙер тәүләп Әйгә сумам да:
— Батам! О-ой! Ба-та-ам! — тип ҡысҡырам.
Тегеләр яр башында йүгерешә: Рәшит кейемен атып бәрә, ә мин, һыу аҫтынан сумып, яр ситендә генә ҡалҡасаҡмын.
Әй ҡояш нурҙарында тибрәлеп, тимгел-тимгел мәрйендәрен ялтыратып ята. Ирәйә генә, киңәйгәндән-киңәйә, балҡығандан-балҡый төҫлө, ҡыҙ бала һынылай, борғалана, тулҡына.
— Ни өсөн мотлаҡ БДУ-ға инергә булдың? Филология факультеты — бала саҡтан хыял иткән һөнәр һайлауыңмы?
— Беҙҙең быуын китапҡа әүрәне, әҙәбиәт тип мөкиббән китте. Башланғыс кластар уҡытҡан бина — айырым, урта мәктәп йорто — башҡа. Башланғыс кластар бинаһында уҡ — китапхана. Шул уҡ — уҡытыусылар бүлмәһе. Ул бүлмә беҙгә фән йорто ла һымаҡ, хас әкиәт тоҡсайы сиселә, ә төштән һуң бында, китапханаға йүгерәбеҙ.
Ауылыбыҙҙа өс китапхана: тағы урта мәктәптә, тағы — ауыл клубында. Донъя әҙәбиәте — шунда. Ания апайымдың рус әҙәбиәтенән дәреслектәре — лапаҫ башында, гел шуны аҡтарам. Яҙыусылар шәп кешеләр икән, шулай тиеп яҙалар. Портреттары — дәреслектә, дан кешеләр — һөйкөмлөләр. Шундай булырға кәрәк!
Аҙаҡ үҙем дә яҙыша башланым. Өсөнсө класта уҡығанда 9 май байрамына ҡарата шиғыр сығарҙым. Тимер пероны ҡыҙыл ҡараға манып яҙған өсөн ул хәтергә ныҡ уйылғандыр.
Ҡайҙан тапҡанмындыр ул ҡараны? Ания апайым — уҡытыусы, ҡыҙыл ҡара уҡытыусыларҙа ғына.
Шиғыр яҙҙым, «Башҡортостан пионеры» гәзитенә хаттар яуҙырам. Яуап хаттары ла килә. Рәхмәт унда эшләгән шәп ағайҙарға, апайҙарға! Кем белә, бәлки, шул гонаһһыҙ яуап хаттары сабый күңелдәрҙе осондорғандыр... Улар — әҙәбиәтебеҙ тәрбиәселәре! Етмәһә, Горький — маһир яҙыусы, Бальзак төнө буйы яҙышҡан, ул да, Пушкин да көрәп аҡса һуҡҡан тип уҡыйбыҙ. Бына бит ул хөрриәт донъя!
— Университет тормошо күңелеңдә нисек һаҡлана? Билдәле кешеләрҙән кемдәр менән һабаҡташ булдың? Әле аралашаһығыҙмы? Тере яҙыусыларҙы башлап ҡайҙа күрҙең? Йылдар үтеү менән улар хаҡындағы тәүге тәьҫораттарың үҙгәрмәнеме? Әҙиптәр араһында серҙәштәрем, рухташтарым, тип әйтерлек ҡәләмдәштәрең бармы?
— Ҡыҙыҡһыныусан, тиҙ әүрәүсәнмен бит инде, хистәр таша, күңелдәгеһе ҡайнай. Кесе йәштән йыш сирләгәс, дауахана тупһаһын күп тапағас, иҫкәрәм: кешеләр врачты фәрештәләй күрә. Мин врачҡа уҡырға ҡарар итәм, әсәйем өндәшмәй, ә Ханов Роберт ағайым да — табип. Йәнәһе, Чехов һымаҡ доктор ҙа, әҙип тә булам. Химияны, биологияны яратам. Зоология — хайуандар донъяһы, кейектәр ҙә кешеләр төҫлө лә. Ә математиканы, алгебра менән физиканы бик өнәмәйем — мединститутҡа уларҙан имтихан юҡ.
Бер йыл уҡыйым мединститутта. Шунда бейеү түңәрәгенә йөрөйбөҙ. Ике Марат — Әхмәтов менән Хәйҙәров арттарынан эйәртә. Мединституттан БДУ-ға
күстем, әммә мединститут ансамбленән айырылманым. Алты йыл, район, республика слеттарында, студенттарҙың яҙғы фестивалдәрендә — бергә.
Башҡорт дәүләт университеты, уның данлы беренсе ятағы. Ул фән һарайы ғына түгел, сәнғәт донъяһы ла, тормошҡа яҡыныраҡ. Бында билдәле ғалимдар, танылған шағирҙар... Йәштәр: ҡыҙҙар, егеттәр. Шулар араһына, сәскәләр ҡосағына сумғы килә. Шунда, шунда һинең урының, шунда, илаһи хыялдарға тарып, йәшлек ҡанаттарында талпынырға, аҡ болоттар араһында йөҙөргә! Әлбиттә, һәр кем шунда атлығалыр, шул хыялдар бойомға ашһын өсөн тырышып уҡырға ла кәрәк бит әле. Хыялдың кире яғы — хеҙмәт. Ә уҡыу хеҙмәте, кем әйтмешләй, энә менән ҡойо ҡаҙыу.
Сәм, дәрт, ғүмереңде арнар һөнәреңә бирелгәнлек — яҙмышыңа яҙғанына бөтә үҙеңде, бөтә ярһыуыңды йүнәтеү генә нимәгәлер өлгәштерәсәк.
Башҡорт дәүләт университетында Ғәли Сәйетбатталов, Әхмәт Сөләймәнов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Роберт Байымов, шөһрәтле Борг, Гутман, Петров, Ғарипов, Ғарипова, Орлова, Нәзиров эшләй, Вәли Псәнчин, Нәғим Ишбулатов, Хәмиҙуллина, Бәһиә Мәғәсүмова, Марат Ямалов, Диас Йәнтүрин, Мөхтәр Әхтәмов, Миҙхәт Ғәйнуллин, Марат Зәйнуллин, Әхмәтовтар шәп лекция һөйләй. Университетта Ғайса Хөсәйенов, Рауил Бикбаев, Рәшит Шәкүр, Рәшит Солтангәрәев, һеҙ — Гөлфиә Юнысова, Мирас Иҙелбаев, Ирек Кинйәбулатов, Вафа Әхмәҙиев, Мостай Кәрим, Хәниф Кәрим, Ғилемдар Рамаҙанов, Рәми Ғарипов, Тимер Йосопов, Әнисә Таһирова, Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова, Ҡәҙим Аралбай, Ғәзим Шафиҡов, Хәсән Назар, Назар Нәжмиҙәр — ҡунаҡта, Ким Әхмәтйәнов, Әсхәл Әхмәт-Хужа («Компартиям» тип шиғыр һөйләй), Сафуан Әлибай, Фәрит Иҫәнғолов — бөтәһе, бөтәһе лә гөрләшеп килә. Шул кешеләр бер ҙә текә ҡая түгел, ә һинең тиңең. Рәхмәт уларға, шулай һауалана белмәгәнгә, беҙҙең менән үҙҙәрен дорфа тотмағанға!
Йылдар үтте, күптәре менән дуҫ, иптәш булдыҡ. Тәүге тере яҙыусы — ул, моғайын, Әсхәл ағайҙыр. Әсхәл Әхмәт-Хужа. Республика комсомол комитетында ултыра, ә мин — унынсы класс уҡыусыһы, «Ленинец — Ленинсы» гәзитенең йәш хәбәрселәр слетына саҡырылғанмын. Гәзиттең баш мөхәррире — Марсель Ғафуров, урынбаҫары — Хәбибуллин. Мин гәзиттең биҙәлешен — ҡап-ҡараға буялыуын тәнҡитләп сығыш яһаясаҡмын. 1970 йыл һуңы, буғай. Кис. Мәсетленән, алыҫтан килеп һуңлағанмын. Комскомитетта миңә ятаҡ эҙләйҙәр. Төнөн ҡайҙалыр, Ағиҙел яры аҫтында, спортсылар базаһында урын табыла. Вәт әй, булған бит заманалар — унынсы класс балаһы әллә кем: Башҡортостан өлкә комсомол комитетында уға, ятаҡ, номер эҙләйҙәр!
Шунан һуң, юҡ, 1970 йылдың йәйендә: әсәйем менән тәүләп Өфөгә йыйындыҡ. Коммунистик урамы, 45-се йортҡа фатирға төшәбеҙ. Хужабикә Хәҙисә әбей — әсәйемдең сыбыҡ осо туғаны. Шул йорттоң аҫҡы ҡатында «Пионер» журналы сыға, шунда уҡ «Башҡортостан пионеры» гәзите лә урынлашҡанын беләм бит. Әсәйем инмәй, тышта көтә. Үҙем генә инеп киттем. «Пионер» журналы хеҙмәткәре Рәғип Сәғәҙиев ағай минең менән оҙаҡ итеп һөйләшеп ултыра. Миңә образ, образлылыҡ тураһында һөйләй. Ярай, тим, рәхмәт. Ишек аша ғына — балалар гәзите редакцияһы. Далыуымды еңеп, унда ла инһәм, бында Мәсетле районынан йәш хәбәрсе Ринат Камаловты таныйҙар икән: Тимер Йосопов, Сафуан Әлибай, Рәшит Низамов, Рәүеф Шаһиев, Факиһа Туғыҙбаева, Миңлеғәле Яҡупов, Марс Әхмәтшин ағайҙар! Мине тура баш мөхәррир Вилләр Дауытовҡа оҙаталар. Ул урынынан ҡубып, ҡаршыма ултыра. «Һин шәп егет, беҙҙең хәбәрсебеҙ! Һиңә 1-се һанлы йәш хәбәрсе танытмаһы тапшырабыҙ!» Шул «беренсе» һүҙе, шул танытма осондора; ҡыҙыл тышлы шул ҡағыҙ киҫәген һаман һаҡлайым. Ике көн, өс көн, йәнәһе, редакцияға эшкә йөрөйөм. Шунда Сәғит Агиш, Динис Исламов килә. «Сәғит Агиш!» — тиҙәр. Өҫтәлде һыпыралар, мине ҡыуалар. Өлгөрмәйем. Бер аҡһаҡ бабай, таяҡҡа таянған. Ауыр таяғын өҫтәлгә ташлай, үҙе көлә. Шул икән Сәғит Агиш! Ә Динис Исламовы тағы ла әкәмәтерәк, әллә ҡыйыш тейәп алған: елкәһен йыйыра, башын йәшергән дә һөйләнгән дә, көлгән дә кеүек.
Шундай, шундай икән яҙыусы ағайҙар!
Әҙиптәр, серҙәштәр. Рәшит Солтангәрәев яҙыусылар араһында ысын дуҫлыҡ булыуына шик белдерә. Сөнки улар һәр береһе айырым йәки үҙ аллы донъя. Һәр ҡайһыһының үҙ туҡһаны — туҡһан. Шулай ҙа дуҫтар тип һанаған ижадташтарым бар. Башта ауылым шағиры — Рәмил Мусин, аҙаҡ Минтаһир Ханнанов, шағир-уҡытыусыларҙан Хизбулла Ихсанов, шағир Фәхри Ғималов... Рәшит Солтангәрәев, Тимер Йосопов менән яҡын инек; ғөмүмән, нишләптер 30-сы, 40-сы йылғылар быуынына ылыҡтым: Ғәзим Шафиҡов, Хәсән Назар, Рауил Бикбаев, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Ҡәҙим Аралбай, Ирек Кинйәбулатов, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Шамил Хажиәхмәтов, Сафуан Әлибай, Радик Хәкимйән, Рәшит Шәкүр, Мәүлит Ямалетдин, Факиһа Туғыҙбаева, Нажиә Игеҙйәнова, Таңсулпан Ғарипова, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллиналар...
— Салауат Юлаев исемендәге премияға ниндәй әҫәрең өсөн лайыҡ булдың? Нисәнсе лауреат икәнеңде беләһеңме? Ҡайһы бер ҡәләм тибрәтеүселәр, яҙыусыларға исемдәр бирергә кәрәкмәй, күптәр наградаларҙы үҙҙәре юллап ала, тигәнерәк һүҙҙәр һөйләп йөрөй, ҡайһылары хатта был уйҙарын яҙып та сыға. Ошо мәсьәләгә ҡарашың нисек?
— Әлбиттә, көнсөллөк кешегә хас сифаттарҙан. Әлбиттә, берәүҙе оҫта тип бүтәндәр араһынан айырып алыу ул — премияға тәҡдим итеп, олуғ исемдәр биреү. Уның бөтә ғилләһе лә шунда: берәүҙе айырып алалар, умарта күсенә таяҡ тығалар, шуның арҡаһында бал ҡорттары ҡуҙғала, безелдәшә башлай. Әлбиттә, таяҡ тотоусы булыу еңел, әлбиттә, бал ҡорто булып безелдәшеү
аяныс... Әммә ижадтың, бәхәстең әрсәһе лә нәҡ шунда бит: бәйге уятыу, ярыш ойоштороу. Ул электән килгән, әүәл-әүәлдән бәндәләр араһында, арғымаҡтар өйөрөндә сәм ҡуҙғатҡандар, тегеләй тын күлдә ҡорт үрсей, һыу һаҫый бит.
Ә ситтән төкөрөк сәсеп, һөйләнеп йөрөү, хатта шул әрнеүеңде яҙып сығыу инде — ҡыйыш ғәмәл, ул хатта ки шикәйәткә тиң тип тә һанала, халыҡта хупланмай. Бигерәк тә тиҫтерҙәр... Хатта табында, хатта үҙ-ара осрашҡанда йөҙгә бәреп әйтәләр. Бигерәк тә иш булып йөрөгәндәргә һинең, йәнәһе, шәп булып китеүең, йәнәһе, әллә кем булыуың оҡшамай. Ниңә һин, ә нәҡ ул түгел! Аҡыллылар, сабырҙар өндәшмәй, ә беҙ — хисле халыҡ. Шуға сабырлыҡтың төбө — һары алтын, түҙгәнгә — түш, тиәһе генә ҡала. Сабыр, түҙемле булайыҡ. Ә яҙыусыларға, ғөмүмән, кешеләргә исем биреүҙе беҙ уйлап тапмағанбыҙ. Заманында Аҫылғужа дуҫ, әйҙә, бөтөрәйек, кәрәкмәй беҙгә ул ялтыр ҡалайҙар, шөһрәтле үә ҡөҙрәтле исемдәр — уларһыҙ ҙа йәшәрбеҙ, тигәйне, ләкин... Бөтмәй ул, беҙ һаман ҡағыҙ быуаты кешеләре булып ҡалабыҙ, ә, бәлки, икенсе быуатҡа, нанотехнологиялар дәүеренә аяҡ баҫһаҡ...
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын «Әлфирә» исемле романдар йыйынтығы өсөн алдым, ә нисәнсе лауреат икәнемде белмәйем.
— Шәп ир-уҙаманһың, Ринат: өс ул тәрбиәләп үҫтереп, үҙ аллы тормош юлына сығарҙың, бер ҡыҙың үҫеп килә. Һин — һәр саҡ талапсан, ҡаты ҡуллы атаймы, әллә йомшаҡлыҡ күрһәтеп, тәрбиә эштәрен үҙ яйына ҡуйған саҡтарың да булдымы?
— Әлфирәм 2002 йылда үлде, өс еткән улым — Азамат, Мәғсүм, Юлай тороп ҡалды. Өйҙә дүрт ир-ат ултырабыҙ. Бындайҙы дуҫыңа түгел, дошманыңа күрһәтмәһен. Әлфирә тере саҡта шәп ир, бик тә талапсан атай инем, бер ни уйламайым, ни теләйем, шуны ҡылам тигәндәй; ә һөйгәнем вафатынан һуң донъя икенсе яғы менән асылды, ҡиммәттәр алмашынды, хатта элек дуҫ тип йөрөгәндәрем... Үҙем уларҙан, ҡайһы бер тормош ҡалыптарынан баш тарттым. Гүйә, башымды бороп, Ер шарының икенсе яғына ҡаратып ҡуйҙылар. Хәҙер мин йомшағыраҡ, һағыраҡмын, аҙымымды үлсәп баҫам, һүҙемде самалап һөйләйем, хәҙер йомоҡҡа, төптән уйлаусы инсанға әүерелдем. Элек ҡаты ҡуллы булһам, малайҙарҙы бәргесләп та алһам, ҡыҙғанда хатта ҡатыныма ҡул күтәреүгәсә барып етһәм, хәҙер ипле зат, аҡыллы кеше. Был — бөтәһе лә әкиәт, хәҙер бөтөнләй башҡа заман, бүтән үлсәмдәр, башҡа самалар, хәҙер бит буш хәбәр һатыу ғына. Ә ысын тормош ҡайҙалыр теге дәүерҙә, Әлфирәм янында тороп ҡалған.
Ул тере саҡта шәп атай инем, тәрбиәһе лә шул ыңғайҙан уңай ғына барҙы, хәҙер гел — хата, гел — ялған, гел абынам-һөрлөгәм. Мин — йүнһеҙ ир, бешмәгән атай, уйнашсы, оятһыҙ кеше.
Булмай, былай ҡатын-ҡыҙһыҙ йәшәп булмай: ҡатын-ҡыҙһыҙ донъя алға бармаясаҡ. Шунан икенсе ҡат Фрузаға, шунан тағы Зиниәгә өйләнәм. Балабыҙ — Сафура тыуа. Ҡатын-ҡыҙһыҙ донъя йәмһеҙ. Бөкөнө (тығынды) бөкө менән һуғып сығаралар, ҡабат өйләнмәһәм, ҡабат балабыҙ тыумаһа, ары йәшәй алмаҫ инем. Быға миҫалдар — аяҡ аҫтында.
— Өс улыңдың әсәһе, тәүге ҡатының Әлфирә ханым ҡайһы яҡтарҙан ине? Ул вафат булғас, балаларыңды яңғыҙың тәрбиәләгән йылдарың да булды. Эшләп тә, ижад менән шөғөлләнеп тә йәшәгән кешегә, бер үҙеңә ата-әсә бурысын да үтәү еңелдән булмағандыр. Нисек өлгөрҙөң бөтәһенә лә? Аҙағыраҡ ижад ителгән «Әлфирә» романын уның рухына арнағанһың. Роман, художестволы әҫәр ысынбарлыҡтан күпкә айырыламы?
— Әлфирә Күгәрсендән, Оло Эйек буйҙарынан ине. Муса, Таңғыр ауылы, Ғәли Сәйетбатталовтың Сәйетҡоло — йылға ашаһында ғына. Ҡайным Фазулла Рәхмәт улы — телсенең бала саҡ һабаҡташы, Шәмғол ишан, дауасы тоҡомонан.
Йәмле Оло Эйек буйҙары, һаумал ҡымыҙҙай боҫрап торған һауалары, шул яҡтың йомшаҡ теле, яғымлы кешеләре — күңелемә дауа, рухыма ҡанат. Шул тарафтарға, уңған кешеләргә тартҡан малайҙарым да.
Әлбиттә, «Әлфирә» романы һөйөклөм рухына бағышланды. Ул дауаханала саҡта әҫәрҙең һуңғы биттәрен яҙам (нисек, ни йәнем менән яҙышып ултырам икән?) Исеме башта «Тайфа» тип атала ине. Һуңынан Зиннур Ураҡсин ағай, 20-се йылдарҙа беҙҙә Әлфирә исеме булмаған бит, ти. Бәлки, шулайҙыр. Йылдар үтер, егерменсе быуат та ҡасандыр тарих төпкөлөнә сумыр; һәр уҡыусы Зиннур ағай белгәнде белеп тормаҫ, уйлап та ултырмаҫ бит.
«Нисек өлгөрәһең» тигәнгә... Үҙем машинкала баҫып ултырмайым, компьютерҙы белмәнем, машина ла йөрөтмәйем — техникаға, ғөмүмән, барымым юҡ, өйҙә, хужалыҡта бер ни йүнәтә белмәйем; белмәгәндең беләге тыныс. Баҡсам юҡ, йәштән ҡыҙҙар артынан сапманым, шуға ваҡытым күп. Аҡса, тимәнем, донъя малы — үгеҙ ҡаны, өйөмдән башҡа бер нәмәм дә, ихатам да, ихатала мунсам да, һарайым да, оҫтаханам да юҡ. Тышта малым баҡырып тормай, ас тамағым — тыныс ҡолағым. Ә ашағы килә... Футболға йөрөмәйем, хоккейҙан туйҙым, дуҫтар саҡырһа — барам. Хәҙер бик әйтеп тә бармайҙар, шуға ваҡытым күп. Кинонан туйҙым, театрға һирәк барам, ә балет яратам. Хәҙер донъяның күп ҡыҙыҡтарынан яҙҙым, шуға ваҡытым — миллион! Башты баҫам да, Плюшкин һымаҡ кәпәс кейеп, яҙышып тип ултырам. Тышта — олоғара донъя шаулай, ә ғүмерем Эмиль Золяныҡылай өҫтәл артында уҙа. Тоҙһоҙ, бер төрлө тормош, бер үк нәмә. Быға һөйөнөргәме, әллә көйөнөргәме? Үҙең һайлаған яҙмыш, үҙебеҙгә яраған бүрек.
Яҙышҡанда, ысынлап та, кәләпүш кейәм. Баш ойой, йәш саҡта гәзит эшләпә яһап ала инек, ул майлы сәсте (тирене) ҡаплай, хәҙер — спортсылар башлығы; билде биштән быуаһың — элек ауыл өйөндә һыуыҡ була торғайны. Аяҡта — быйма, шулай Ҡыш бабайға оҡшайһың. Әллә ҡарасҡығамы? Ижад кешеһенең бөтә матурлығы, ижадтың бөтә йәме шул инде ул. Ошонан һуң, ижад тормошмо ул, ижадсы кешеме ул, тип тә уйлап ҡуяһың.
Әҫәр ысынбарлыҡтан айырыламы? Роман... Тәүҙә мин күп геройҙарым — тыуған яғымдан, яҡындарым, тинем дә ул. Ә «Колхозсы» — «Ымһыныу»ҙағы мөхәббәт мажаралары тотош уйҙырма, булманы ул. «Һөйкөмлө һөйәк»тәге Радиктың бисәһенән икенсе берәүгә йөрөүе шулай уҡ буш хәл, тормошта ундай булманы. «Бейеүселәр» дилогияһында «Йәш маэстро»ның тормошо, Стәрлеләге ғаилә хәлдәре — шулай уҡ шаштырыу. «Ҡурай»ҙағы филармония артистарының йырсы Мөслимгә мөнәсәбәте, уның өсөн мәҙәниәт министры менән даулашып йөрөүе — юҡ, булманы, ғөмүмән, йырсы Мөслим образы прототибы ла юҡ, булманы ундай кеше. Әлбиттә, автор — бар. Ул — Ринат Камал, автор — ул әҫәрҙәренең төп геройы, уның уйы, уның фантазияһы, уның донъяһы был. Әкиәт — әкәмәт, шул әкиәтте уҡыусы уҡып ултырһын, имеш.
Шулай ҙа һис тә уҡыусыны тишек шоманға ултыртам, тимәйем, барыбер мин етди кеше, бары идеяларым, раҫлауҙарым, принциптарым ул — яҙғандарым.
— Ҡыҙыңдың әсәһе менән ҡасан таныштың? Ул улдарың менән уртаҡ тел таба алдымы? Балаларыңды рухташтарым, тип әйтә алаһыңмы? Улар үҙҙәренең тормош хәлдәре, эс серҙәре менән уртаҡлашамы? Уларҙың күңеленә һеңеп ҡалырлыҡ ниндәй кәңәштәр бирәһең? Ниндәй һөнәрҙәрҙе үҙ иттеләр? Ҡыҙыңдың ниндәй йүнәлештә эшләүен теләр инең?
— Сафураның әсәһенең исемен ҡабатлайым: Зиниә Динмөхәмәт ҡыҙы, Баймаҡ районынан, Икенсе Этҡолдан. Йәш шағирә Зиниә Байназарова тигәнде лә ишеткәнегеҙ барҙыр. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә эшләй. Ул ни уландарым менән һин дә мин, уларҙың мөнәсәбәте инде — барыһы ла әҙәмсә, һәүетемсә. Беҙҙең халҡыбыҙ ихлас, эскерһеҙ бит ул, беҙ — ауыл кешеләре, боронғо мәҙәниәт, үҙебеҙҙең менталитетыбыҙ, эстетикабыҙ менән йәшәп ятабыҙ. Балаларым — рухташтарыммы? Шулайҙыр, һәр хәлдә улар мине аңлай, тағы аңлап бөтә микән? Бер туған ҡустыларым Рифат, Руслан бар. Улар ҙа... Аңлаймы һуң мине?... Мәҫәлән, әле баҫмаға әҙерләгән шул алты китабымды баҫтырырға ине. Улар ҙа хәлемә инһә, минең кеүек, бүтән яҙыусыларҙың балалары, туғандары шикелле, «атайым, Ринат ағайым, уның әҫәрҙәрен донъяға сығарайыҡ» тип йүгереп йөрөһә ине... Шунан тағы икенсеһен дә уйлайһың: уларҙың үҙ тормошо, ғаиләләре, балалары бар ҙаһа! Ә беҙ шул саҡлы уҡ байбыҙмы ул? Беҙ шул саҡлы ҡиммәт китаптарҙы баҫтыра, китап кәштәһенә еткерә алабыҙмы? Был бөгөн уҡыусыға шул саҡлы уҡ хәжәтме? Халҡыбыҙ уҡыймы, Ринат Камал китаптары тип йығылып ятамы? Күрәһең, был һорауҙарҙың күбеһенә яуап бирер өсөн бер ни тиклем ваҡыт та кәрәктер. Әлбиттә, уҡый, кәрәк, китап кәштәһендә китап ун, егерме... илле йыл торһа ла, хуп. Шулай ҙа ваҡыт — иң төп, иң мөһим һәм иң ғәҙел бизмән.
Азамат улым — юрист, Мәғсүме — финансист, Юлай — газ торбалары һалыу өлкәһендә, ә Сафура — үҙе белә. Малайҙар барыһы ла ҡурай тарта, башҡортса һатып ебәрә.
— БДУ-ны бөтөргәс, Учалыға ла барып уҡытҡанһың, унда ниндәй елдәр ташланы? Радиола, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала ла эшләп алдың. Ижадыңа йоғонтоһо булдымы?
— Учалы — мөхәббәт иле, тыуған яҡтарым һымаҡ. Мин Өргөнлө Фәрит Хәсәновҡа — ауылдаш, Мәүлит Ямалетдинға — яҡташ, Спартак Ильясовҡа — ағай, Талха Йомабай улына — бабай тим; ә Гүзәл Ғәлиева менән Әҡлимә Сафиналар — һеңлеләрем, апайҙарым.
Учалы — тәүге үҙ аллы эш башлаған төбәгем: 1980—1982 йылдар, Өргөн һигеҙ йыллыҡ мәктәбе. Өргөн күле — диңгеҙ төҫлө шаулай бит ул, ә илаһи Ирәмәл, Әүәләк һырттары!..
1985—1990 йылдар, Башҡортостан радиоһында, биш йыл йүгерҙем. 1991—2004 йылдар — «Ағиҙел»дә, бер йыл Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала эшләнем. Үҙем аҫта, подвалда, редакция-нәшер бүлегендә ултырам, үҙем яҡташым Хәниф Кәрим ыңғайына һамаҡлайым:
Беҙ подвалдан,
Беҙ ер аҫтынан сыҡтыҡ,
Беҙ иҙелгән халыҡ тоҡомо...
Ярай подвалдан бит фәҡирегеҙҙе нәшриәттең баш мөхәррире Ғәлиә Ғәлимова менән директоры Зөфәр Тимербулатов ҡотҡарҙы. Шунан ун бер йыл — китап йортонда... Аҙаҡ — пенсияға! Был илдә яҙыусыларҙы кем көтөп торһон инде, беҙ былай үҙебеҙҙе бер ҙә эшлекһеҙ, ялҡауға һанамайбыҙ.
Әлбиттә, ҡайҙа эштәреңдең ижадҡа айырым тәьҫире юҡ, шулай ҙа Учалы ла, радио ла, китапхана ла, нәшриәттәр-редакциялар ҙа әҙип өсөн һулар һауа, баҫып торор тупраҡ. Ә былай гел-гел эш тип сабыулау, эш урыны биләү ижадсыға ул аҡса ялы өсөн хәжәт кенә.
— Ринат, үҙең күреп тораһың, һин Яҙыусылар союзында пропаганда бюроһы директоры булып эшләгән саҡ менән сағыштырғанда, әҙиптәрҙең халыҡ менән осрашыуы ныҡ кәмене. Хәҙерге заманда был эште йәнләндереп ебәреп буламы? Бының өсөн нимәләр эшләргә кәрәк, тип уйлайһың? Бигерәк тә бәләкәйерәк ауылдарҙа клубтар ҙа юҡ кимәлендә, унда йәшәгән өлкән йәштәгеләр интернетты ла ҡуллана белмәйҙер инде...
— Был оло эш. Беҙ ҡытайҙар шикелле, яҡшы булған иҫке әйберҙе үҙебеҙ менән киләсәккә алмайбыҙмы ни? Ә тарих бер бөгөнгө менән бөтмәй — ғөмүмән, әүәл бөгөнгөнөң киреһе бит. Яҙыусының әҙәбиәте һөйөүселәр менән осрашыуы ул халҡыбыҙҙың боронғо йолаһы сағылышы ла: сәсәндәр — халыҡ алдында. Был кешеләргә кәрәк, бер осрашып, күрешеп, йырлашып ултырыу — халҡыбыҙҙың тәбиғәтендә.
Бының өсөн дәүләтебеҙ тарафынан Яҙыусылар союзына нығыраҡ иғтибар бүлеү кәрәк, союзлы хөкүмәтебеҙ үҙ ҡанаты ышығына ала. Татарстандағы төҫлө. 1918—1920 йылдарҙа ни өсөн ата-бабалар Башҡортостан дәүләтен ҡорған? Бөгөн уларҙың эшенең 100 йыллығын билдәләйбеҙ, беҙ — уларҙың вариҫы. Дәүләт үҙ халҡын, яҙыусыларын да ҡайғырта. Бөгөн союзда вахтер юҡ — эшемме был? Татарстанда вахтеры ла, үҙ бихисап шәхси, былай нәшриәттәре лә, үҙ бағымсыһы — «Татнефте» лә бар. Велосипед уйлап сығараһы юҡ, күршеләрҙән фәһем генә алайыҡ.
Бәләкәй ауылдарҙа мәктәптәр, медпункттар ябыла, Дыуан-Мәсетлелә лә участка дауаханаһында «яптымизация» иғлан ителде; әгәр Ҡарлыхан шикелле олоғара урыҫ ауылында ике ҡатлы дауаханала аҙнаһына ике көн генә сирлеләр ҡабул итәләр икән, был ауылды бөтөрөргә ынтылыш тип атала. Ҡайҙа беҙҙең ғәзиз Башҡортостаныбыҙ, күҙебеҙ күреп өйрәнгән Рәсәй иле? Клубһыҙ-ниһеҙ халыҡты күҙһеҙ, ҡулһыҙ итергә, йырҙарыбыҙҙан, бейеүҙәребеҙҙән айырырға уйлайҙармы ни, әллә ситтән, йыһандан килеүселәргә еребеҙҙе, төйәгебеҙҙе бушатырға әҙерләнәбеҙме?
— Тағы ла биш-ун йылдан китап нәшер итеү мәсьәләләрен нисек күҙаллайһың?
— Тағы биш йылдан донъя үҙгәрер, әлбиттә. Моғайын, Рәсәй, ниһайәт, асылына ҡайтыр, һынын турайтыр ул. Ҡорал, сикһеҙ ерҙәр генә — дәүләттең бер баһаһы түгел әле. Кешеләр донъяға яңыса ҡарар, саҡ ҡына мөлкәткә ҡараш үҙгәрер, байҙар менән ярлылар ул ҡәҙәре айырылып тормаҫ.
Ул биш йылдан... Китап нәшер итеү үҙгәрерме? Был төбәктәргә үҙаллылыҡ биреүгә, йәки Башҡортостандың тапҡанына тәшкил ҡәҙәре үҙе хужа булыуына ла бәйле бит.
— Әйҙә, һөйләшеүҙе берәй геройыңдың оптимистик рухтағы һүҙҙәре менән тамамлайыҡ.
— «Фәнисә йылмая, сәс остарынан, эйәгенән тамсылар тама. Улар ҡояшта ғәжәйеп алҡа төҫлө баҙлай. Фәнисә йылмая ғына, шәрә тәне балҡый — һыу буйы иңһеҙ донъя, тирә-яҡта бәхет кенә. Баш осонда ҡояш көлә, ә ҡаршыла — ул...
— Инйәр, кил! Инйәр! — Иҙәй генә ҡулын, ә усында — ал косынка».
«Һөйкөмлө һөйәк». 2004 йыл.
Был хыял, әлбиттә, ә һеҙ оптимист, тиһегеҙ, тик хыялында ғына кеше бәхетле бит. Шуға бәндә һәр саҡ уға табан ынтыла.