— Атайым Мирза Ғайсаров ифрат үҙенсәлекле кеше ине. Ауылда беренсе булып комсомол ячейкаһы төҙөгән кеше. Аслыҡ йылында атайым үлем сигендә ятҡан ваҡытта ауыҙына йылы ғына бер нәмә ҡойғанға иҫенә килә.
— Был нимә? — тип һорай ул һөйләшә алырлыҡ булғас.
— Ҡыҙыл аш, — тип яуаплайҙар. — Ленин ебәргән.
Атайым кеҫәл яратты — ҡыҙыл аш тигәндәре шул сейә кеҫәле булған — һәм Ленин идеяларына ғүмере буйы тоғро ҡалды. Ауылда беренсе комсомол ячейкаһы төҙөй, бергәләшеп ер эшкәртеү өсөн артель кеүек бер нәмәгә ойошалар. Шуның өсөн вафатына тиклем был ергә хужаларса ҡарашта булды, етешһеҙлектәргә янып-көйөп йәшәне. Горбачевтың власҡа килеүенә, илдә ыңғай үҙгәрештәр башланыуына ныҡ ҡыуанғайны. Артабанғы ваҡиғалар башланып, ил тарҡатылғас, әсәйем: “Ярай атайың алданыраҡ китеп өлгөрҙө, был хәлдәрҙе күреп, йөрәге ярылыр ине”, — ти торғайны.
Атайымдың көндәлеге, һуғыш тураһындағы иҫтәлектәре менән танышҡас, ижад ҡомары булғанын аңланым. Ә әсәйем бик уҡымышлы ғаиләнән булған, мулла ҡыҙы ине. Хәҙер генә уның гел мәҡәл менән һөйләшкәнен аңлайым.
— Атайым һуғышта разведка взводы командиры була. Башҡорт кавалерия дивизияһының дошман тылына яһаған күренекле рейдында ла ҡатнаша. Бер ваҡыт “тел” алып ҡайтып килгәндә минаға баҫа. Тәнендә ун туғыҙ мина ярсығының эҙе бар ине. Ана шул яралары уңалмағанлыҡтан, врачтар уға ҡоро климатлы ергә күсеп ҡарарға кәңәш итә һәм ул һуғыш тамамланғас, ғаиләһен алып, Үзбәкстанға сығып китергә мәжбүр була. Шунда, ике улын етем ҡалдырып, ҡатыны үлеп китә. Ә был ваҡытта әсәйем дә, тол ҡалған фронтовик ҡатыны, балаһы менән шул тарафтарға бәхет юллап килә. Уның да берҙән-бер ҡыҙы 3 йәшлек сағында ҡапыл ғына ауырып вафат була. Әсәйем атайымдың балдыҙҙары менән эшләй. Шулар, апалары үлгәс, атайым менән уның әсәйһеҙ ҡалған дүрт һәм ун йәшлек улдарын йәлләп: “Шундай шәп абзыйыбыҙ бар, фронттан ҡайтҡан”, — тип әсәйемә атайымды димләйҙәр, тик балалары барлығын ғына әйтмәйҙәр. Әсәйем ҡартатайымдың ҡаҙаҡ дуҫында фатирҙа торған була, йәғни тауыҡ кетәгендәй генә булһа ла йәшәр урыны, хатта шул ҡаҙаҡ бабай алып биргән һыйыры була. Атайым менән шунда йәшәй башлайҙар, бер көн үтә, ике көн. Һыйырлы тормош һыйлы бит инде. Ә балалары был ваҡытта — кешелә, ярым ас ултыра. Атайымды выжданы ғазаплай. Әсәйем һөйләй торғайны: “Эштән ҡайтып, мейес янында аш бешереп торам. Ишек асылып ябылған һымаҡ булды ла, өндәшеүсе булмағас, үрелеп ҡараным. Атайың бер улын етәкләгән, икенсеһен күтәргән дә ишек төбөндә ап-аҡ булып баҫып тора. Ҡарашында: “Ҡыуып сығарһа, нишләрбеҙ?!” — тигәндәй ҡурҡыу. Мин аптырап ҡарағанмын да ҡатҡанмын. Шул саҡ ҡулындағы бала миңә ынтылып: “Әсәй!” — тине. Алдым да, ҡыҙымды юғалтыу ҡайғыһынан ҡанһырап торған күкрәгемә дауа һымаҡ итеп ҡыҫтым”. Шулай йәшәп китәләр. Аҙағыраҡ апайым, ағайым, шунан мин тыуғанмын. Тормоштары яйланып ҡына барғанда атайым: “Мин тыуған яғыма ҡайтып үләм”, — тип ғаиләһен Иҙәшенә алып ҡайта. Ошонда әсәйем менән кешеләр һоҡланырлыҡ баҡсалар үҫтереп, умарталар тотоп йәнә утыҙ йыл ғүмер итәләр. Ул вафат булғанда утыҙға яҡын умартаһы бар ине. Ырымбур яҡтарынан килгән белештәре: “Ҡарт, һин үҙеңдең ожмахта йәшәгәнеңде беләһеңме?” — тип һоҡланғандарын хәтерләйем. Атайым да, әсәйем дә ифрат уңған кешеләр булды. Әсәйем оҫта баҡсасы, бик шәп тегенсе, бәйләмсе, оҫта ашнаҡсы ине. беҙ бер нәмәгә лә мохтажлыҡ күрмәй, һыйлы тормошта үҫтек. Шуға күрәлер ҙә апайым менән ағайымда ла, миндә лә әйбергә иҫ китеү тигән нәмә юҡ. Әсәйем берәйһенә күстәнәс биргәндә уңайһыҙланып ҡына: “Беҙ ауыл кешеләренең шул бал менән майҙан башҡа бирер күстәнәсебеҙ ҙә юҡ инде”, — тип әйткәнен иҫемә төшөрөп көлөп ҡуям. Ана шул баллы-майлы мул тормошта, әсәйемдең ашап туйғыһыҙ тәмле аштарын ашап үҫелде. “Аяғың тәпелдәмәһә, ауыҙың сәпелдәмәй”, — тиерҙәр ине. Шуға күрә эш тә тейгәндер инде. Хәйер, мин кинйә булғас, үтә йонсоғанымды хәтерләмәйем.
— Атайым менән әсәйем Ҡаған ҡалаһында матур итеп үҙҙәре кирбес һуғып йорт һалып сыҡҡан. Төрлө емеш ағастары үҫтерәләр. Өйҙө һатҡанда өрөк тәүгә генә емеш биргән була, йөҙөмдөң баллы тәлгәштәре аҫылынып бешеп тороп ҡала. Әсәйем ана шул мул, ҡотло донъяһын ваҡыт-ваҡыт һағынып иҫкә алды. Апайым да, унда беренсе класты тамамлап ҡайтҡан кеше булараҡ, ул тормошто иҫләй ине. Шуға бер йылды бала саҡ хәтирәләрен юллап, Бохараға барып йөрөп ҡайтты. Йортобоҙ һаман тора, ә бына йәмле баҡса урынында бары тик һеперткеләр генә үҫә, тип һушы китеп ҡайтып һөйләгәйне. Эш шунда, газ һәм нефть ятҡылыҡтарын алғандан һуң хасил булған бушлыҡтарға тоҙло һыу ҡыуҙырыу арҡаһында тупраҡ ныҡ тоҙланған да эшкә ашмаҫ булған, йүнле бер нәмә лә үҫмәй икән. Ә инде үҙгәртеп ҡороуҙар башланып, Советтар Союзы тарҡалып, элекке союздаш республикаларҙан башҡа милләттәрҙе ҡыуып ҡайтара башлағас, әсәйем: “Атайығыҙ ҡайһылай аҡыллы булған. Әле ни үзбәк була алмай, ни урыҫ, ни башҡорт булмай ҡаңғырып йөрөр инегеҙ. Үҙ илеңдә рәхәтләнеп йәшәүгә ни етә?!” — тип ҡыуана торғайны.
— Мин — төпсөк бала. Оя төбө булып иркәләнеп кенә үҫеүҙең бөтөн ләззәтен татығанмын. Теплица үҫемлеге, тип әйтер инем. Өлкән ағайым Радик мин тыуған йылды армияға алынған, ә кесеһе — Робис ағайым, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик иртә, ун ете генә йәшендә фажиғәле һәләк булған, уны бөтөнләй тиерлек хәтерләмәйем. Офицер Радик ағайым ғүмер буйы Польшала, Белоруссияла йәшәне, отставкаға сыҡҡас ҡына Мәләүезгә ҡайтып төпләнгәйне, фанилыҡтан иртәрәк китеп барҙы. Ә атайым менән әсәйемдең яңы ғаиләһендә иң беренсе булып апайым Земфира донъяға килгән. Ул һуйып ҡаплаған әсәйем: аҡ йөҙлө, ҙур йәшкелт күҙле, оҙон сәсле булды. Әле яңыраҡ ҡына бер апай: “Йәш саҡ. Апайың менән бер автобуста ҡайтып киләбеҙ. “Әҙәм балаһы шул тиклем дә нисек матур була икән?!” тип юл буйы хайран ҡалып ҡарап килгәнемде һаман онотмайым”, — тип иҫләп алды. Әсәйем кеүек аҙ һүҙле, ифрат сабыр, әммә бик талапсан, выжданлы кеше апайым. Ғүмере буйы балалар врачы булып эшләне. Әле һаман, дежурант булып ике урында эшләп йөрөй. Эшем ауыр, тип зарланғы килеп киткән саҡтарымда, һәр саҡ апайымды иҫләп, телемде тешләй һалыр инем. Элек бер мәл, ул ваҡытта эшләгән дауаханаһында реанимация юҡ саҡ, мине төн уртаһында уятып: “Һылыу, бер баланың хәле насар, әйҙә шуны барып ҡына ҡарап киләйек әле”, — тип төнгө ҡала урамынан йәйәү китеп барғаныбыҙ иҫемдә. Апайымдың һәр ауырыу бала өсөн ни тиклем көйәләнгәнен күреп өйрәнгәнгә, врачтарҙы әрләй башлаһалар (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәл һуңғы йылдарҙа артыҡ күбәйҙе), ныҡ йәнем көйә. Уларҙың да төрлөһө бар бит.
Салауат ағайым — уртансы бала. Унда атайымдың да, әсәйемдең дә һыҙаттары бар. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Мал һуйһаҡ, әсәйем: “Ҡыҙҙар, һеҙ бауырҙы бешерәбеҙ тип әрәм итеп ҡуймағыҙ. Салауат бешерер. Ул әллә нисек ашап туйғыһыҙ итеп ҡура белә”, — ти торғайны. Ул һөнәре буйынса адвокат. Атайым һуғышҡа тиклем Белорет, Арғаяш райондарында судья булып эшләгән. Закондарҙы бик һәйбәт белә торғайны. Берәй ғариза-фәлән яҙҙырырға, ауыр хәлдәрҙә кәңәшкә атайыма килделәр. Әле Салауат ағайым, хаҡлы ялға сығыуына ҡарамаҫтан, ауылға ҡайтыуы була, кәңәш һорап килеүселәр өҙөлмәй. Ул да кеше йәнле, ныҡ ярҙамсыл. Ағайым менән апайыма ҡарайым да, “Атанан күргән — уҡ юнған, әсәнән күргән — тун бескән”, тигән мәҡәлдең дөрөҫлөгөнә йәнә бер инанам. Ағайым да атайым һымаҡ умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Һуңғы бер утыҙ йыл беҙҙе лә балһыҙ итмәй. Бер мәл һөйләнеп ултырам икән: “Салауат олатайың нишләптер быйыл һаман бал алып килмәй”, тип. “Олатайым йыл һайын ботлап бал бирергә тейеш түгелдер инде”, — ти балаларым. “Нишләп, мин бит бәләкәй!” “Ниндәй бәләкәй? Инде илле йәштән үтеп бараһың”, — тигәстәре, аптырап киткәнемде бер мәрәкә итеп иҫләп алабыҙ. Инде алтмыштан үтһәм дә, туҡтауһыҙ ҡурсалап, хәстәрләп торған туғандарым булғанға һөйөнөп бөтә алмайым.
— Беҙҙең ғаиләлә китап культы булды, шуға күрә яҡшы уҡыным. Ныҡ әүҙем инем, октябрят булғас — звено командиры, пионер булғас — отряд, унан дружина командиры, комсомол секретары, староста, вожатый... Каникулдарҙы яратмай торғайным, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәүҙән әйтеп бөтөргөһөҙ ләззәт ала инем. Ныҡ иркәләп үҫтергәс, шаян да булғанмын. Ҡайһы бер уҡытыусыларҙың үҙәгенә үткәнемде иҫемә төшөрөп, әле лә оялып ҡуям.
— Уҡытыусыларымдан уңдым. Тәүге уҡытыусым — Ураҡаева Һылыу Баҡый ҡыҙы беренсе класҡа яҙырға килгәс, әсәйем: “Был Салауат түгел. Быныһын ҡатыраҡ тоторға кәрәк”, — тигән. Шуға күрә апайыбыҙ осондорманы, ныҡ талапсан була торғайны. Уның шундай аҡыллы мөнәсәбәте киләсәгем өсөн хәл иткес булғандыр, тип уйлайым. Әҙәбиәт уҡытыусыһы Роза Ахун ҡыҙы Яубаҫарованың педагогик оҫталығы хаҡында әле йәш уҡытыусыларға һөйләп алам. Бер мәл ул ыҡ-мыҡ итеп саҡ яуап биргән класташ малайға ла, миңә лә “дүртле” ҡуйҙы. Мин ныҡ үпкәләнем. Ул шуны абайлап, мине алып ҡалды ла: “Нишләп һин үҙеңде һаңғырау өләсәй менән бергә донъя көтөп, үҙ көнөн үҙе күреп йәшәгән кеше менән сағыштыраһың? Уның дәрт итеп, ғүмер эсендә бер дәрес әҙерләп килеп яуап биреп тороуы үҙе мәртәбә. Мин уға хатта ҙур итеп “бишле” ҡуйыр инем әле. Ә һин үҙеңдең мөмкинлектәреңдән түбәнерәк яуап бирҙең. Һин үҙ-үҙең менән ярышта еңелдең”, — тине.
Роза апай һәр иншамды класс алдында ҡысҡырып уҡый торғайны, “Башҡортостан пионеры” гәзитенә яҙышырға ла ул дәртләндерҙе. Ә Өфөләге беренсе интернат-мәктәптәге уҡытыусым Фәрзәнә Фәйез ҡыҙы Абдуллина ғөмүмән, тәүге көндән үк ҡанат аҫтына алды.
— Мәктәптә үҙ эшен яратҡан, талантлы уҡытыусыларҙың күберәк булыуы мотлаҡ. Ирме ул, ҡатын-ҡыҙмы — битараф, аҡса өсөн генә йөрөгән кешенән файҙа юҡ, тип иҫәпләйем. Ҡыҙҙар менән малайҙарҙың бергә уҡыуынан да бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәйем. Тәрбиәнең дөрөҫ ҡуйылыуы мөһим. Бына беҙ, интернат-мәктәптә ике-өс йыл ғына бергә уҡыныҡ, ә ғүмерлеккә туғандар һымаҡ яҡын булып ҡалдыҡ. Мин үҙем кешелә ғүмер буйы иң тәүҙә кешене күрәм. малаймы ул, ҡыҙыҡаймы, ирме, ҡатынмы, әбейме, бабаймы — минең өсөн был мөһим түгел, ә шуныһы — ул ысын кеше булһын. Шуның арҡаһында уңайһыҙ хәлдәргә лә ҡалғаным бар: ҡайһы бер кешегә, уның ир енесенән булыуын да онотоп, мөкиббән китәм дә ҡатыны ҡырын-мырын ҡарай башлағас ҡына абайлап ҡалам: “Ай әттәгенәһе, ысынлап та, был ир кеше бит әле!”
— Тыумыштан. Ғөмүмән, кешенең формалашыуында ғаиләнең роле ифрат ҙур. Әсәйем — татар ҡыҙы, ул ғүмер буйы татарса һөйләшкән, ә беҙ шуны абайламағанбыҙ ҙа. Салауат ағайымдың улы Айтуған бәләкәйҙән ауылда үҫте, теле шунда асылды. Уның татарсараҡ һөйләшкәнен абайлап ҡына, беҙ әсәйемдең һөйләшеүенә иғтибар иттек. Апайым күрше ауылда рус мәктәбендә уҡыны. Атайым һәр ваҡыт радионан русса тапшырыуҙар тыңлай торғайны. Мин ауыл китапханаһындағы башҡорт, татар, рус телендәге барлыҡ китаптарҙы ла уҡып сыҡтым. Беҙҙең ғаиләлә милләт айырыу, урыҫ-татар тип тикшереү юҡ ине. Атайым менән әсәйемдең үҙ араларына милли, синфи ҡаршылыҡтарҙы индермәҫкә аҡылдары еткән, тип уйлап ҡуям. Атайым ярлы балаһы, ата коммунист булһа, әсәйем мулла ҡыҙы, бик бай нәҫелдән булған. Ҡартатайымдың бөтә туғандарын әлеге Магнитогорск ҡалаһы урынындағы ҡыу далаға һөргөнгә оҙатҡандар. Ҡала зыяратындағы тәүге ҡәбер беҙҙең йөҙ йәшлек ҡартатайҙыҡы ине, тип һөйләгәндәре хәтеремдә. Ә беҙҙең үҙебеҙҙең ҡартатай — беҙ уны бабай тип йөрөтә инек — кулактарҙы ҡыуған ваҡытта төрмәлә булғанлыҡтан ғына тороп ҡалған. Төрмәнән сыҡҡас, советтарға бөтөн мал-мөлкәтен тапшырып ҡағыҙ алған да яңғыҙ атының оҙон арбаһына тиҫтәнән ашыу балаһын ултыртып сығып киткән — ҡайҙа эш, ҡайҙа ризыҡ бар, шунда туҡтай-туҡтай, ярты Советтар Союзын йөрөп сыҡҡан. Шунда улар аралашмаған милләт бик һирәк ҡалғандыр. Әсәйем: “Был донъяла урыҫ халҡынан да һәйбәтерәк, ихласыраҡ бер генә милләт тә юҡ”, — ти торғайны. Шулай тип әйтерлеге лә бар ине. Ә атайым ҡанлы һуғышта ниндәй генә милләт кешеләре менән осрашмаған. Шуға уларҙың бер милләткә ҡарата ла кәмһенеү йәки маһайыу тойғоһо юҡ ине. Шул уҡ ваҡытта атайым ныҡ рухлы, башҡортом тип өҙөлөп торған кеше булды. Ҡурай моңо тиһәң, донъяһын онотор ине. Шундай ғаиләлә үҫкәнгәмелер, рус теле минең өсөн ниндәйҙер ҡыйынлыҡ тыуҙырғанын хәтерләмәйем. Быға, бәлки, китапты күп уҡығаным да ярҙам иткәндер. Шул уҡ ваҡытта милли мәсьәләлә ни тиклем һаҡ булырға кәрәклеген аңлайым. Лермонтовтың “Беҙҙең заман геройы”ында Максим Максимычтың осетин халҡы тураһында өнәмәйерәк әйткән бер генә һөйләме бар. Шул нисектер башҡа һеңеп ҡалған бит. Оҙаҡ йылдар осетин халҡына ҡарата ана шул һүҙ күңелдә сүп кеүек йөрөгән. Хатта ошонда ла Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте ни тиклем киң, Ул беҙҙең күңелдәрҙе белеүсе, тип әйтмәй булмай: Санкт-Петербургта йәһүд телен өйрәнгәндә ике йыл Казбек тигән осетин минән бергә уҡыныҡ. Арттырмай әйтәм: минең нисәмә йылдар йәшәп, уның һымаҡ саф күңелле һәм әҙәм йәнле бер генә кешене лә күргәнем юҡ! Ул ғына етмәгән, осетин ҡыҙы Лиза Кочиева иң яҡын әхирәттәремдең береһенә әйләнде. Үҙҙәренең йомартлығы, киң күңеллелеге, шул уҡ ваҡытта иҫ киткес мәҙәнилектәре менән хайран итә торған кешеләр. Һәр халыҡтың яҡшыһы ла, яманы ла бар. әммә һәр ерҙә лә яҡшы кешеләр күберәк. Донъяны тап шулар тотоп тора ла инде.
— Интернат-мәктәптә уҡыған саҡта беҙгә яҙыусы һәм шағирҙар йыш килә торғайны. Хәниф Кәрим, Ҡадир Даян, Фәрит Иҫәнғоловтар менән осрашыуҙар һаман күҙ алдында тора. БДУ-ла “Шоңҡар” түңәрәгендә йөрөгәндә лә яҙыусылар менән ныҡ аралаштыҡ. Кирәй Мәргән, Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтовтарҙа уҡыныҡ. Артабан “Совет Башҡортостаны”ның әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә ун ике йыл эшләнем. Хәсән Назаров, Аҫылғужа Баһуманов, Сабир Шәрипов, Мәрйәм Бураҡаеваларҙы үҙемдең остаздарым, тип ауыҙ тултырып әйтә алам. Шуға күрә бик күп яҙыусы һәм шағирҙарҙың ижадын ғына түгел, холоҡ-фиғелен дә яҡшы беләм. Яңыраҡ бер ҡорҙашым хайран ҡалдырҙы: “Мин хәҙер башҡортса уҡымайым. Элек яҙыусыларға һоҡланып ҡарай торғайным. Уларҙы яҡынданыраҡ белгәс, бөтөнләй күңелем ҡайтты. Ҡәҙимге бер кешеләр икән, бер-береһен күрә алмайҙар, сәйнәшәләр,” — тине. Шунан һуң байтаҡ уйланып йөрөнөм. Бер яҡтан ҡарағанда, шағир һәм яҙыусы, ысынлап та, ҡәҙимге кеше. Тик, әгәр ҙә ул ысын яҙыусы һәм шағир икән, уға был донъяның, кешеләрҙең, ваҡиғаларҙың башҡалар абайламаған яҡтарын күреү йәки башҡалар күреп тә, әйтеп бирә алмаған нәмәләрҙе әйтеү, һүрәтләү ҡеүәһе бирелгән. Әҙип йәмғиәт алдында башҡаларыбыҙға ла тынғы бирмәгән һорауҙы ҡуя белә, ул һорауға яуап биреү, йәшәү рецебын өйрәтеү әҙип өсөн мотлаҡ түгел. Ул рецепты бөтөнөбөҙ бергәләп табырға тейешбеҙ. Бары шул ғына. Шул уҡ ваҡытта яҙыусының башҡа кешеләргә ҡарағанда аҡыллыраҡ, камилыраҡ, яҡшыраҡ булыуы мотлаҡ түгел. Киреһенсә, шәхес ни тиклем ҙурыраҡ икән, уның эшләгән хаталары, етешһеҙлектәре лә шулай уҡ ҙурыраҡ буласаҡ, таланты һәм яҡшылыҡтары ғына түгел. Беҙ быны Лев Толстой миҫалында асыҡ күрә алабыҙ. Ә беҙҙә яҙыусы-шағирҙың шәхесе менән ижадын бутап ҡарау ныҡ таралған. Ул эскесе, ул фәлән, ул төгән тип кәмһетергә тырышыу көслө. Әммә бит ул ниндәй әҫәрҙәр ижад итә һәм үҙенең әрнеү-ғазаптарҙан туҡылған ижад емештәре менән беҙҙең күңелебеҙҙе байыта — шул мөһимерәк түгелме ни?
Ғәжәп талант эйәһе Рәйес Түләк ғүмеренең һуңғы йылдарында “Башҡортостан” гәзитендә эшләне. Тәрән уйланыуҙар, һоҡланғыс табыштар тулы рәхәтләнеп уҡырлыҡ мәҡәләләр яҙҙы, ул осорҙағы гәзиттең йөҙөн ул билдәләне, тиһәм, бер кемде лә рәнйетмәҫмен, тип өмөтләнәм. Шул уҡ ваҡытта аҙналар буйы эшкә сыҡмаған ваҡыттары ла булғылаған. Ошо мәлдә гәзиттең баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаевҡа: “Нишләп Түләккә ундай айырым мөнәсәбәт?” — тип дәғүә ҡуйыусыларға ул: “Һеҙ ҙә Түләк кимәлендә мәҡәлә яҙып килтерһәгеҙ, ай буйы эшкә сыҡмаҫҡа ла рөхсәт итермен”, — тип яуап ҡайтарған, тиҙәр. Ысын талант эйәһенә бына шундай мөнәсәбәт булырға тейеш, минеңсә. Ҡәҙимге кеше йәрен ҡосаҡлап рәхәтләнеп йоҡо һимерткәндә, донъяны саҡ ҡына булһа ла камилыраҡ итеп булмаҫмы тип йоҡонан яҙған кешенең күпме энергияһын сарыф иткәнен, күпме ғазап кисергәнен кем белә лә кем уйлап тора? Әҙәми зат булараҡ ниндәй генә сифаттарға эйә булмаһын, ижадсының донъя һәм кешеләр менән мөнәсәбәте башҡасараҡ, ҡатмарлыраҡ, әрнеүлерәк. Бында донъяның да, замандың да бер ғәйебе лә юҡ. Рәми ағайға, үҙенә һәм тормошҡа булған юғары талабы менән һәр заманда ла, ә хәҙер — выждан тигән һүҙ ҡулланыштан бөтөнләй төшөп ҡалған осорҙа — бигерәк тә ныҡ ауыр булыр ине, тип уйлайым. Ижадсыны ижадсы иткән йоҡа тирелелек, нервы системаһының нескәлеге тыумыштан бирелгән — мин быны хатта талант өсөн түләнгән хаҡ, тип ҡабул итәм — ул шуның өсөн ижад итә лә. Ҡәҙимге кеше ҡулына ҡәләм аламы ни ул? Ул рәхәтләнеп йәшәй бирә. Шулай тип уйлайым.
— Булмышым менән мин бик ярһыу, саманан тыш хисле кешемен, аҡылдан алда тойғолар йөрөй, берәй нәмә булһа, “гөлт” итеп ҡалам. Тәрбиә бик талапсан булғанға ғына баҫалҡы тойғоһо ҡалдырамдыр, моғайын. Атайым да, әсәйем дә эрелеккә, тәкәбберлеккә көлөп ҡарай торғайны — тәкәбберлек алйотлоҡ һымағыраҡ ҡабул ителә ине. Туҡ башаҡ ергә эйелә, тиер булдылар. Шул ныҡ һеңдерелгән. Әле лә апайым менән ағайымдың бер һүҙе, хатта бер һирпелеп ҡарауы етә, шунда уҡ урыныма ултырғанымды һиҙәм. Беҙҙең ғаиләлә ҡысҡырыныу, көс ҡулланыу булманы, ҡурҡыуым иһә уларҙың яратыуын, ихтирамлы мөнәсәбәтен юғалтып ҡуймайым, тигәндән.
Библияны донъя телдәренә тәржемә итеү менән шөғөлләнгән халыҡ-ара проектҡа эләгеүемде оло бәхет тип һанайым. Был эш минең тормошомдо тулыһынса үҙгәртте, ошоға тиклем барлығы ла беленмәгән һәләттәремде асырға мөмкинлек бирҙе. Беҙҙең башҡорт төркөмөндә бер кеше мотлаҡ боронғо йәһүд телен өйрәнергә тейеш, тигән талап булғас, шул телде өйрәнә башланым. Ә был тел буйынса дәреслектәр ҙә, һүҙлектәр ҙә башлыса инглиз телендә булғанға күрә, ул саҡта илле йәшкә етеп барылһа ла, инглиз телен дә өйрәнергә тура килде. Әсәйем — бик уңған һәм булдыҡлы кеше: “Әҙәм балаһының ҡулынан килмәгән эше юҡ ул”, — тип әйтергә ярата торғайны. Ысынлап та, кәрәк тирәк йыҡтыра тигәндәй, ихтыяждың да, теләктең дә ҙур булыуы арҡаһында өс-дүрт йыл эсендә телде Амстердам университетына барып бер йыл уҡып, тәржемә оҫталығын камиллаштырып ҡайтырлыҡ кимәлдә өйрәндем. Тәржемә менән телдәр өйрәнеү әйтеп биргеһеҙ мауыҡтырғыс икән. Икенсенән, был эш мине бик ҙур, бөтөн донъя буйлап таралған Библия ғаиләһенә алып килде. Шул арҡала Африкала ла, Америкала ла, Тайвандә, Кореяла һәм башҡа илдәрҙә таныштарым һәм дуҫтарым бар. Аллаға бөтөн булмышы, йәне-тәне менән ихлас инанып йәшәгән, аҡыллы, тәрән, рухлы кешеләр менән бергә эшләү, аралашып йәшәү үҙемде лә Аллаға алып килде. Былар барыһы ла офоғомдо киңәйтте, тормошто төрлө яҡтан, төрлө күҙлектән күҙәтергә, ниндәйҙер һығымталар яһарға мөмкинлек бирҙе. Боронғо йәһүд телендә “хесед Адонай” тигән төшөнсә бар. Ул Аллаһы Тәғәләнең бөтмәҫ-төкәнмәҫ тоғро мөхәббәте тигәнде аңлата. Тормошомда ни тиклем ҡатмарлы осорҙар булмаһын, уларҙы һынау тип ҡабул итеү, шул һынауҙарҙан тәжрибә туплап, рухи байлыҡҡа тейенеп сығыу тормошта “хесед Адонай” тип йәшәргә ярҙам итә. Яҙмыш мине бик үҙенсәлекле шарттарға килтереп ҡуйҙы: электән үк көнсығыш фәлсәфәһе менән ҡыҙыҡһына, унда күңелемә ауаздашлыҡ таба инем. Һаулығымды юғалтыу һәм уны нығытыу ихтыяжы мине йогаға алып килде. Йога буйынса инструктор һөнәрен үҙләштерҙем, ғөмүмән, ул донъяға байтаҡ тәрәнгә үтеп индем, тиергә йөрьәт итәм. Библия проектында эшләү, Тәүратты тәржемә итеү (был йәһүдтәрҙең Тораһы, Ҡөрьәндә әйтелеүенсә, уны Аллаһ Муса пәйғәмбәргә биргән), артабан Зәбүрҙе (ул Дауыт пәйғәмбәргә бирелгән) һ.б. — Ибраһим ғәләйһиссәләм диндәре тип аталған өс бөтөн донъяға таралған дин: йәһүд, христиан (мәсихселек) һәм ислам диненә яҡынайырға мөмкинлек бирҙе. Ислам диненә килгәндә, телгә алып китеүемсә, әсәйем яғынан ҡартатайым революцияға тиклем Бохарала уҡыған, үҙенең ауылында мәхәлләһе булған, ғүмеренең аҙағына тиклем динен ташламаған мулла ине. Улым Ренат — ул университеттың математика факультетын, унан математика буйынса аспирантураны тамамлағайны, әле иһә Ырымбурҙағы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡый. Быйыл ситтән тороп Өфөлә Ислам институтында уҡый башланы. Уның аша исламды өйрәнеүем туҡтауһыҙ шул даирәләрҙә уйланырға, белемемде арттырырға мәжбүр итә, был мәсьәләләргә ҡарашымды формалаштыра. Кеше ул — рухи зат, кешенең йәне рухи донъянан һәм шуға тоташҡан. Ә әҙәм балаһының барлыҡ проблемалары рухи донъяһынан алыҫлашып, матди донъяға артыҡ мауығып китеүҙән, тигән фекерем көндән-көн нығый. Әлбиттә, былар барыһы ла ифрат ҡатмарлы, тәрән дә, шәхсән дә мәсьәләләр, шуға был даирәлә бәхәсләшеү, аҡыл һатыуҙы үҙем өсөн бик урынлы түгел, тип иҫәпләйем. Аллаһы Тәғәлә һәр кемгә төрлөсә асыла.
Ә бизнесҡа килгәндә... Иң алда, бизнес тигән һүҙҙе үҙемдең аңлауымды әйтеп китмәй булмай. Бизнес инглиз телендә эш тигәнде аңлата. Һинең эшең түгел — Һинең бизнесың түгел... Минең бизнес, йәғни минең эш. Ә беҙҙә шунда уҡ аҡса, байлыҡ тип күҙ алдына килтерәләр ҙә әллә ниндәй, йыш ҡына бик үк ыңғай булмаған тойғолар, уйҙар ҡайнаша башлай. Хәйер, әлбиттә, бизнес аҡсаһыҙ, йәғни табышһыҙ ғүмерле түгел. Мин быны яңы аңланым. Әммә шул табышты ала башлағансы әллә күпме елкәңде сейләндереп, мейеңде серетеп михнәт сигергә тура киләсәген беҙҙең халыҡ башына ла килтермәй. Хәйер, һүҙҙең юҫығынан ситкәрәк киттем.
Нидерланд буйлап велосипедта арҡыры-буйға йөрөп ятҡанда йыш ҡына бәләкәй генә сыр эшләүсе цехтарҙы күрергә, хатта инеп сығырға форсат тейҙе. Шул ваҡытта уҡ башта хыял төйнәлә башлағайны. Унда фриз халҡы йәшәгән бер өлкә бар, малсылыҡ менән ныҡ шөғөлләнәләр. Хатта күл аша сыҡҡан теплоходтан төшөү менән саҡ ҡына бара биргәс тә танауға ауыл кешеһенә бик таныш еҫ — тиҙәк еҫе — бәрелә башлай. Шунда бер фермер менән һөйләшкәндә ул, хөкүмәт мөмкинлек бирһә, беҙ бөтөн Европаны һөт менән ҡаплай алыр инек, тигәйне. Шуның һымаҡ, беҙҙең Ейәнсура халҡы ла, йәйгеһен бигерәк тә, экологик яҡтан баһалап бөткөһөҙ саф, файҙалы, сифатлы һөтөн ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптырана. Шулай сәйәхәт иткәндә, беҙҙә лә ошондай йәтеш-йәтеш кенә сыр яһаусы цехтар ойоштороп була ла баһа, тип уйлай инем.
Көнбайыш Европа илдәрендә булып ҡайтҡандан һуң, Африкаға барҙым. Турист булып түгел, дуҫтарыма, шунда тыуып үҫкән, һис юғы ундағы тормошто бик яҡшы белгән һәм аңлаған кешеләргә ҡунаҡҡа. Ҡырҡ көн эсендә ике илдә булып, урындағы халыҡтың йәшәйеше менән ярайһы танышып өлгөрҙөм. Йәшермәйем, ҡотом осоп ҡайттым. Улар тормошоноң ауырлығын күреүҙән бигерәк, үҙебеҙ өсөн ҡурҡтым. Япондарҙың бер мәҡәле бар: “Ата-әсә тырышып эшләй, балалар тормош менән ләззәтләнә — ейәндәр хәйер һорашасаҡ”. Ошо мәҡәл тап беҙҙең турала һымаҡ тойолдо: ата-әсәләребеҙҙең совет осоронда ал-ял белмәй туплаған байлығын — завод-фабрикалар, колхоз-совхоздар, урмандар, ҡаҙылма байлыҡтарҙы күҙ алдыбыҙҙа исрафлап бөтөп барабыҙ, былай барһа, ейәндәребеҙ нимә эшләр?
Ошо уй минең йән тыныслығымды алды. Нимәлер эшләргә кәрәк! Нисектер ҡыбырларға кәрәк! Яҙыусы булараҡ, фантазиям икһеҙ-сикһеҙ. Киләһе ун йылда беҙ ауылым халҡы менән ниндәй эштәр атҡара алабыҙ, нисек тормошто үҙгәртәбеҙ — кино кеүек күҙ алдыма баҫты. Бер ыңғайҙан ижадымды ла дауам итәм, “ни өсөн башҡорт ауылдарында бизнес бармай” тигән тикшереү үткәреп, китап яҙам... Улым аспирантура тамамлағайны, 130 мең һум тирәһе аҡса бар ине, киттек тыуған ауылыма пекарня асырға. Йәнәһе, башта икмәк бешерәбеҙ, унан кооператив формаһында күмәкләшеп сыр эшләй башлайбыҙ. Швейцариялағы коллектив сыр эшләү цехы тураһында китап уҡығайным. Бер ыңғайҙан кейеҙ һуғыу цехы асып ебәрәбеҙ. Эшебеҙ ҙә була, ашыбыҙ ҙа, йәнәһе. Ниңә, шул уҡ ҡытайҙарҙың ҡулынан килгәнде, беҙ кемдән кәм?! Ябайлаштырып әйткәндә, башымда бына шундайыраҡ уйҙар ҡайнай ине. Ә үҙемдә ракета яғыулығы дөрләгәндәй энергия!
Ул ваҡыттарҙы иҫемә төшөрһәм, көлгөм дә, илағым да килә. Ҡайһылай саф, ихлас һәм һәйбәт кеше булғанмын, тип ҡуям. Ә ысынбарлыҡ бөтөнләй икенсе булып сыҡты: биш йыл буйы улым менән көн-төн белмәй эшләп (бер ниндәй ҙә килем килтермәгән икмәк бешереп һатыуҙан башҡа, пекарня тотоу өсөн ике-өс урында эшләп аҡса табырға ла кәрәк бит!), күрмәгәнде күреп, ишетмәгәнде ишетеп, әҙәм мәсхәрәһенә ҡалып, һаулыҡты юғалтып, арыуҙың сигенә сығып, бөгөнгө көндә пекарняны ябыу менән шөғөлләнәбеҙ. Предприятиены иҫән-аман ябырға аҡса етһә, исмаһам, яҙға тиклем һәүетемсә йәшәп, йоҡо туйҙырып, әҙәм ҡиәфәтенә инеп алырға кәрәк. Ҡыҫҡаһы, бөгөнгө көндә мин лузер, йәғни, мин еңелдем. Тәрән инанған кеше булараҡ, мин үҙ-үҙемдән ни өсөн уңышһыҙлыҡҡа ирештем, тип һорайым. Баштан уҡ барыһы ла ныҡ ыңғай барғайны бит, үтә аяҡ салған кешеләр ҙә булманы, күпме кеше ярҙам итәбеҙ, тип йән атып торҙо, хөкүмәт субсидия бирҙе, ни өсөн шулай көрсөккә терәлдек? (Бер ҙур ҡыуанысы бар, улым арҡаһында беҙ кредитҡа батманыҡ, сөнки исламда кредит алыу ҙа, биреү ҙә харам һанала). Был хаҡта, уңышһыҙлығыбыҙҙың объектив һәм субъектив сәбәптәре, ебәргән хаталарыбыҙ, ҡулдан ысҡындырған мөмкинлектәребеҙ, ул мөмкинлектәрҙе беҙ ни өсөн ысҡындырғанбыҙ — барыһы тураһында ла бик йыш һөйләшәбеҙ, хатта күп нәмәне аңлайбыҙ ҙа. Шәхсән үҙемә килгәндә, был һынауға юҡҡа ғына дусар ителмәгәнмендер, тип уйлайым. Еңелеүем тураһында ла, кешенән оялмайынса, ҡысҡырып һөйләүемдең сәбәбе лә шунда: илдә миллиондарса эшҡыуарҙар һәм фермерҙар минең хәлдә. Миңә ҡарағанда ауырыраҡ хәлдә, сөнки минең көндәлек икмәк бирерлек яратҡан һөнәрем бар, ә эшҡыуарлыҡ минең өсөн ниндәйҙер кимәлдә эксперимент ҡына. Ә илемдең иҡтисадына, халҡыма, ғаиләмә ярҙам булһын, кемдер был ерҙәрҙе эшкәртергә, аҙыҡ-түлек етештерергә тейеш бит, нишләп беҙ гел генә сит илдәр эшләгәнде кейергә, улар үҫтергәнде ашарға тейешбеҙ, тип эшкә тотонорға йөрьәт иткән, ҡулынан эш килгән, дәрте лә, дарманы ла булған миллиондарса кешеләр әле ошо хәлдә. Аңлайһығыҙмы?
Әлеге көндә лузер — еңелеүсе булғанымдың файҙаһы, моғайын, бына шул миллиондарҙың хәлен үҙ елкәмдә татып, шул хаҡта ҡысҡырып әйтергә форсатым барлыҡталыр, тип уйлайым.
Был хәл беҙҙең илебеҙҙең иҡтисадына ғына түгел, йәмғиәтебеҙҙең ауырыуына ла, рухи халәтенә лә, һәр беребеҙҙең психологияһына ла бәйләнгән.
Хәйер, был бер интервьюла ғына һөйләп аңлатып бирерлек әрнеү түгел.
— Атайым “Бер алманы бишкә бүләйек, беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек” тип йырларға ифрат ярата ине. Шул йыр минең дә күңелемә һеңгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йырларға бик яратһам да, йырлау һәләтем юҡ. Хоҙай һөҙгәк һыйырға мөгөҙ бирмәй, тигән осраҡтыр, ахыры, миндә. Юғиһә, туҡтау тигәнде белмәй, кешеләрҙе ялҡытып бөтөр инем, моғайын. Ысын. Әле лә, саҡ ҡына яңғыҙ ҡалыуым була, йырларға тотонам. Хатта үҙемә матур йырлаған һымаҡмын. Мәрәкә. Етди итеп әйткәндә, шыр яланғас күңелле, тиреһеҙ булғанға, бөтә нәмә, айырыуса музыка, миңә артыҡ тәрән, ҡайһы берҙә хатта йәрәхәтләр кимәлдә тәьҫир итә. Шуға күрә был даирәгә бик һаҡ, абай ҡарайым. Музыканың ҡеүәте әйтеп-аңлатып биргеһеҙ бит, һүҙ сәнғәтенән айырмалы булараҡ, уның өсөн сиктәр юҡ. Әле Динмөхәмәт Хоҙайбиргәнов тигән ҡаҙаҡ егетенең талантына мөкиббән булып йөрөйөм. Егерме дүрт йәшлек кенә был йырсыға “ул, моғайын, беҙҙең планетанан түгелдер, беҙгә нисек йырларға мөмкин икәнлеген күрһәтер өсөн генә ебәрелгәндер”, тип һоҡланалар. “Димаш феномены” тигән төшөнсә барлыҡҡа килде хатта. Ниндәйҙер бер негр йырсыһы йәки американ, корея һәм донъяның башҡа һәм башҡа мөйөштәренән, — әле 70 илдә уның фанаттарының клубтары бар — уның ҡаҙаҡ халыҡ йыры “Дайдидау”ҙы йырлағанын тыңлап илап, хайран ҡалып ултыралар. рус егете йәки ҡытай ҡыҙы тап-таҙа итеп шул йырҙы ҡаҙаҡса йырлап бирә икән (әле Димашҡа ғашиҡ булған ҡытай ҡыҙҙары мәш килеп ҡаҙаҡса өйрәнергә тотонған). Тимәк, бер талант эйәһенең ил башлыҡтары, йөҙҙәрсә сәйәсмәндәр башҡара алмаған эште башҡарғанын: был осраҡта, ҡаҙаҡ иленә, мәҙәниәтенә һәм теленә ҡыҙыҡһыныу, мөхәббәт уята алырлыҡ ҡеүәте барлығын күрәһең. Әҙәм балаһындағы рухтың көсөнә өмөтләнеп йәшәгәнемә күрә, Димаш феномены мине ныҡ ҡыуандыра.
— Булмышыма Голландия ныҡ тап килә. Психологик йәһәттән миңә унда ныҡ рәхәт булды. Шул уҡ ваҡытта мин үҙемде, Мостай Кәрим һымаҡ, россиянмын, тип атар инем. Был хаҡта төрлө кешеләр менән бәхәсләшкәнем дә бар. Ни тиклем генә башҡортлоғом көслө булмаһын, үҙемде рус мөхите, рус мәҙәниәте һәм әҙәбиәтенән мәхрүм булһам, бәхетле булырмын, тип күҙ алдыма килтерә алмайым. Үҙебеҙҙең Башҡортостанға килгәндә, мин — Бөрйән килене бит, тәүҙә Бөрйән егетенә, унан Бөрйән тәбиғәтенә үҙ-үҙемдән ваз кисерҙәй кимәлдә мөкиббән киткән мәлдәрем бар ине. Әммә йәнемә донъя һалған йәрәхәттәрҙе уңалтырлыҡ ҡеүәттең һәм шифаның бары тик үҙемдең Йәнсура, хатта бары тик Иҙәш тупрағында икәнен аңларға форсат сыҡҡаны менән үҙемде ифрат бәхетле тоям. Ауылға ҡайтҡас, тәүге мәлдәрҙә Көньяҡ Уралдың беҙҙең тирәләге йомро, йәтеш кенә түбәләренә ҡарай ҙа, был тауҙарҙан башҡа нисек йәшәнем икән, тип аптырай инем.
Быға тиклем һәр саҡ ҡайҙалыр тартылып тик торҙом. Мин булмаған урында яҡшыраҡтыр һымаҡ ине. Әле миңә үҙ ауылымда, үҙ тупрағымда шул тиклем рәхәт. Үткән айҙа Финляндияға барып аҙна-ун көн эшләп ҡайтырға тәҡдим иттеләр. Элек булһа, ҡыуана-ҡыуана сығыр ҙа китер инем, әле, мең сәбәп табып, баш тарттым. Бөгөнгө технологиялар йәнтөйәгеңдән сыҡмай ғына ла бөтә донъя менән бәйләнештә булырға мөмкинлек биреүе менән һәйбәт. Нисек ауылда йәшәйһең ул, тип аптыраусыларға: “Минең өсөн донъяның үҙәге — үҙем йәшәгән ерҙә”, — тип яуап ҡайтарам.
— Илһам ижадсы өсөн иң мөһим нәмә, тип иҫәпләүселәр рәтендәмен. Хәтәр рәхәт бит: әҫәр уйламаған-нитмәгәндә үҙенән-үҙе килә башлай ҙа һин ғашиҡ булған кеше һымаҡ ләззәт эсенә сумаһың. Тик шул ләззәткә әүрәп, теркәп ҡуйырға онотмаҫҡа ғына кәрәк. Бына шуныһы инде минең өсөн ижад ғазабы тип аталған нәмә: күҙ алдында барғандар кино һымаҡ шул тиклем сағыу, һутлы, мауыҡтырғыс, ә һин зәғиф кенә телең менән шуларҙы һүрәтләп бирергә маташаһың. Шул мәлдәрҙә Роберт ағай Байымовтың кәңәшен иҫемә төшөрәм: “Фекер килә икән, бер нимәгә ҡарамай, уның ҡойроғон эләктерә һалып ҡал. Һөйләм төҙөлөшө, форма, жанр, — ул мәлдә береһе лә мөһим түгел. Артабан матурларһың”, — тигәйне ул. Нисек тура килә яҙам-яҙам да, ҡабат уҡып ҡарарға ла көс тапмай, яҙғандарымды берәй ергә алып ҡуям. Байтаҡ ваҡыттан һуң ул килеп сыға. “Аһа, быны мин яҙҙым микән ни? Ярайһы ғына булған бит”, — тип уҡып сығам, сөнки яҙған мәлдәге сағыу картиналар онотолғас, һүҙҙәрҙең көсһөҙлөгө инде үтә әрнетә алмай.
Ижад процесы минең өсөн ниндәйҙер тәртипкә һалынмаған, стихиялы нәмә. Тормош рәүешем дә шулайыраҡ. Ҡалала саҡта был һиҙелмәй ине. Унда бит үҙеңдең яҡындарың, дуҫтарың менән, һине нисек тә аңлаған, ниндәй булһаң да яҡын күргән кешеләр менән аралашаһың. Ә ауылда тормошоң шар асыҡ, һәр ҡыйыш баҫҡаның ғаләм алдында: “эшкә ашмаған, ныҡ бола йәшәй” тигән даным ауылдан сығып, тотош районға таралды. Дөрөҫө лә шул, кеше килеп инә, һинең ярты керең йыуылған, һыуың түгелмәгән; йә иҙән биҙрәһе уртала ултыра, бөтөн нәмәң аунап ята, ә һин шуның бер нәмәһен дә күрмәй, ноутбугыңды ҡосаҡлап донъяңды онотоп ултыраһың. Ә күп кеше өсөн компьютер эш ҡоралы түгел. Шуға күрә: “Гөлсирә, нисә инһәң дә, “Контактта” ултырыуҙан башы сыҡмай”, — тигән һүҙ китте. Әҙәм мәсхәрәһе булыуҙан ялҡып, ниһайәт, үҙгәрергә булдым. Бәхеткә күрә, ҡыҙым Ләйлә психология буйынса бик нескә белгес, кешене маҡсатына йүнәлтә торған һөнәр эйәһе — коуч. “Кеше һымаҡ йыйнаҡ, тәртипле йәшәргә теләйем, ярҙам ит”, — тинем. Ҡылыҡтарыбыҙҙың тамырҙары бик тәрәндә бит, тыштан үҙгәрер өсөн иң башта шул тамырҙар менән эш итмәй булмай. Төпкө аңда ҡаҙына торғас, миңә тышҡы донъямды тәртипкә һалырға ҡамасаулаған блокты таптыҡ. Минең өсөн йәшәү мәғәнәһе булған ижад, илһам, һөйөү — барыһы ла эске донъямдағы хаостан килә, шуға әгәр ҙә мин тыштағы донъямды тәртипкә һалһам, эске хаостан алған иң әһәмиәтле нәмәләр юҡҡа сығып ҡуйыр, тигән ҡурҡыу, хатта ки тәрән дәһшәт миңә теләгемде үтәргә аяҡ салып тик тора икән. Әле был ҡасандыр һеңгән фекеремде үҙгәртергә маташам, ҡарарбыҙ, нисек килеп сығыр. Был ҡарашым ялған тип уйлайым, сөнки әсәйем ныҡ бөхтә ине, йылы, йыйнаҡ, ҡотло, ашлы йорттоң ни тиклем рәхәт икәнен татып үҫкән бала булараҡ, был юҫыҡта тәжрибәм бар. Ә шулай ҙа әҙәм балаһы ҡайһылай ҡатмарлы ла, мауыҡтырғыс та, тип ҡуяһың. Кешене тикшергән, аңларға маташҡан булабыҙ, бында әле йәшәп-йәшәп тә үҙеңде аңлап етеп булмай.
— Иҫ китерлек итеп ғашиҡ булырға Хоҙай күрһәтмәһен, тип уйлайым, сөнки бер нәмәлә лә сама белмәгән кеше булараҡ, мин үҙем яратҡан кешегә ҡол булырға ғына торам. Шул уҡ ваҡытта, үҙемде тулыһынса бәхетле итеп тойор өсөн миңә эске азатлыҡ тойғоһо кәрәк. Ирем мине ныҡ көнләшә торғайны. Ә мин шул ваҡытта уға ҡарап: “Яратҡан кешеңде осратыу еңел генә ти микән? Мин бит һине саҡ таптым”, — тип уйлай торғайным. Ҡәҙимге кешеләр күҙлегенән ҡарағанда, уның көнләшеүендә бер ни тиклем нигеҙ ҙә булғандыр, моғайын. Сөнки мин ғүмер буйы ғашиҡ булам, кешегә ғашиҡ булам, һушым китеп мауығам — ул ирме, ҡатынмы, йәшме, өлкәнме — мөһим түгел, был халәтте ниндәйҙер кимәлдә тылсымланыу, арбалыу тип атап булалыр. Әммә был рухи ғашиҡлыҡ, рухи арбалыу, йән тартылышы. Ә кеше менән тормош ҡорор өсөн тән тартылышы ла кәрәк. Ә был минең менән бик һирәк була. Мин хатта үҙемә ҡағылғанды ла яратмайым, шуға күрә массажға ла йөрөмәйем.
Яңғыҙ ҡалғас, ҡайһы бер дуҫтарым бер нисә тапҡыр таныштырырға ла маташып ҡарағайны: “Ҡыҙҙар, һеҙ минең бәхетемә көнләшәһегеҙме әллә ул?” — тигәс, ҡул һелтәнеләр. Минең әле үҙемә күрә яратып һәм ныҡ тырышып ҡорған эске һәм тышҡы донъям, унда йәнемә һәм рухыма иш булған ғәзиз кешеләрем: дуҫтарым, туғандарым, балаларым, ейәндәрем бар. Ул донъялағы күп нәмәгә аҡылдан шашырлыҡ әрнеү һәм ғазаптар (тыштан ҡарағанда ул әрнеү-ғазаптар өсөн, Аллаға шөкөр, артыҡ сәбәптәр булмаһа ла) аша киленгән, шуға күрә унда кемделер индереүгә бер ниндәй ҙә ихтыяжым юҡ. Хәйер, яҙмышҡа нимә яҙғанын белеп булмай.
— Китап уҡыйым. Ваҡытым бармы, юҡмы, ашағанмынмы, юҡмы, йоҡом-киләме, юҡмы — ҡулыма яҡшы китап килеп эләгә икән — бөттө. Шуға күрә “запой” менән эскән кешеләрҙең хәлен аңлай биреп тә ҡуям. Ҡайһы ваҡыт мин дә шулай “уҡыу запой”ына китәм дә, инде күҙем күрмәҫлек, күңелем болғанырлыҡ хәлгә еткәнгә тиклем туҡтай алмайым. Ғөмүмән, ныҡ азартлы кешемен. Шуға күрә компьютерымда бер ниндәй ҙә уйын, эргә-тирәмдә кроссворд, сканворд кеүек нәмәләр юҡ, кәртте тотоп ҡарағаным да булманы.
— Бәләкәйҙән, нимә теләйем, шуны эшләп үҫкәнгәме, артыҡ үкенерлегем юҡ. Холҡом буйынса ла тәүәккәлмен. Эшләмәнем, тип үкенгәнсе, килеп сыҡманы, тип тынысланырмын да артабан китермен, тигән ҡараштамын. Хәйер, бер тапҡыр хәтәр перспективалы эшкә саҡырҙылар. Барманым, ирем көнләшер, тип ҡурҡтым да ғаиләләге тыныслыҡты һайланым. Ауыр замандар килеп, икмәккә лә аҡса етмәй башлағас, үкенеп, барҙым. Мине эшкә саҡырған кеше бер аҙна элек кенә вафат булып ҡалғанын ишетеп, бик тетрәндем. Әле килеп, Аллаһы Тәғәлә мине ул юлдан китеүҙән Библия тәржемә итеү эше өсөн һаҡлағандыр, тип уйлайым.
Бер нимә лә осраҡлы түгел. Быға ныҡ ышанам.
— Оптимисмын, тип уйлауым да Аллаға ышаныуыма бәйләнгән.
— Минең өсөн кешенең миңә нисек ҡарауы түгел, ә үҙемдең ул кешегә мөнәсәбәтем мөһимерәк. Ә минең үҙемдә төп фон булараҡ кешеләрҙе яратыу тойғоһо тора.
Әсәйем менән атайым: “Үҙең яҡшы булһаң, кеше һиңә яҡшы була ул”, — тип өйрәтә торғайны. Йәшәй торғас, уларҙың бер ни тиклем яңылышҡанын аңланым. Алтын булһаң да һине оҡшатмаған ғына түгел, тере биреһе һымаҡ күргән кешеләр була. Ундай кешеләрҙән йырағыраҡ йөрөргә тырышам. Үҙ ғүмеремдә мин байтаҡ коллективтарҙа эшләнем. Һәр урында, айырыуса ҙурыраҡ коллективтарҙа, төркөм-төркөм берләшеү була — был тәбиғи. Бер урынға эшкә килеү менән, ул ваҡытта журналист булараҡ танылған, абруйлы ғына кеше инем, коллективты тотоп торған төркөм үҙенә ылыҡтырырға тырышҡаны хәтеремдә. Шунда: “Мин кемдәрҙеңдер янына һыйыныуға ҡарағанда, үҙемдең яныма ылыҡҡандарын артығыраҡ күрәм”, — тип яуаплағаным иҫемдә ҡалған.
— Кешеләрҙәге хөрмәт иткән йәки өнәмәгән сифаттар?
— Кешелә иң хөрмәт иткән сифаттарым — тоғролоҡ һәм рәхмәтле була белеү.
— Яратҡан сәскәләрең бармы?
— Әсәйем баҡса тултырып сәскә үҫтерә лә, 1 сентябрь алдынан бөтөн ауылдың балаһы унан сәскә алырға йүгереп килер ине. Амстердамда сәғәттәр буйы урам ҡыҙырып, ишек алдарына инеп йөрөргә ярата торғайным, сөнки һәр ишек алдында берәй сәскә йәки гөл көтөп ултырыр ине. Әле үрмәләп үҫкән раузалар үҫтерер инем, тигән теләгем хыял кимәлендә генә емелдәп тора. Йәнә бер баш етмәҫ хыялым бар — глициния. Ул хатта төшөмә инә. Тик беҙҙең яҡтар уның өсөн һалҡын шул.
— Нимәгә өҫтөнлөк бирәһең: кешеләр араһында булыуғамы, әллә яңғыҙ ҡалып, уйланып ултырыуғамы?
— Бәләкәй саҡта күп ваҡыт яңғыҙ үҫкәнгәме — апайым менән ағайым, ауылыбыҙҙа башланғыс мәктәп кенә булғанлыҡтан, күрше ауылда ятып уҡый һәм шәмбе көн кис ҡайта ла йәкшәмбе көн төштән һуң китә торғайнылар. Шул арҡала бик оҙаҡ йылдар, ни өсөн икәнен дә аңламайынса, йәкшәмбе кистәрен яратмай торғайным — миңә үҙ-үҙем менән бер ваҡытта ла күңелһеҙ түгел.
— Тормош девизың булырлыҡ ике-өс мәҡәл әйт әле.
— Атайым: “Яҡшылыҡ эшлә лә һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халыҡ белер”, — тип әйтергә ярата торғайны. Шул рәхәт итеп күңелгә ныҡ һеңеп ҡалғайны. Тик тора-бара, йыш ҡына халыҡтың да яҡшылыҡты бик белеп, баһалап бармаған осраҡтарына шаһит булғас, был мәҡәл дөрөҫ түгелме икән ни, тип уйлағайным. Яңыраҡ Гөлназ Ҡотоева мәҡәлдең дөрөҫ икәнен аңлатып бирҙе, тик халыҡ тигән һүҙ урынында Халиҡ, йәғни Аллаһы Тәғәләнең исеме, булған икән.
Әле, донъя гиҙеп, күп ерҙәрҙә булып ҡайтҡандан һуң: “Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан булыуың артыҡ”, — тип йыш ҡабатлайым. Ысынлап та, әҙәм балаһы үҙ илендә бәхетле булырға тырышырға тейеш, тигән фекерҙәмен.