— Мин бейек тауҙары, ҡуйы урмандары, киң ҡырҙары булған Ишембай районы Иҫәкәй ауылында донъяға килгәнмен. Тәмле Рәүҙәк йылғаһының һыуын эсеп, йәйге эҫеләрҙә дуҫтарым менән һыу ҡойоноп, аҡландарында еләктәрен, туғайында емештәрен йыйып үҫтем, — тип һүҙ башланы Фәүзиә. — Минең әтейем Әбделғәлим Алтынбаев Маҡар ағас эшкәртеү комбинатында шофер булып эшләне. Әнейем Тәнзилә — күрше Һарғай ауылы ҡыҙы. Улар минән башҡа ике энемә, Тәлғәт менән Рафаэлгә ғүмер биргәндәр. Беҙ әтей-әнейле бала булып, бәхетле ғаиләлә үҫтек. Әтейем беҙгә рейсҡа йөрөгәндә Стәрлетамаҡтан матур кейемдәр, ҡарбуз-ҡауындар алып ҡайта торғайны. Әнейем дә ул саҡта ауылдағы белемле кешеләрҙән һаналды. Беҙҙең быуын балалары кеүек өләсәй тәрбиәһе лә күреп үҫтек. Әнейемдең әсәһе Мөьминә өләсәйем беҙҙең менән йәшәне. Ул намаҙын да уҡыны, ураҙа ла тотто. Әбейҙәр менән хәйер бирешәләр ине: ҡағыҙға төрөлгән сәй, аяҡланған кәтүк ебе, бәләкәй генә итеп киҫелгән һабындар… Өләсәй беҙгә лә доғалар өйрәтте. Йылдар үтеп, Ҡөрьән менән яҡынданыраҡ танышҡас, ғәжәпкә ҡалдым: бәләкәй саҡта уҡ ятлап, һәр ваҡыт күңелемдә йөрөткән доғалар ул Фәтиха, Ихлас, Кәүсәр, Нәс һәм башҡалар булып сыҡты.
...Фәүзиә 1975 йылда Ташбүкән ауылы егете Әнүәр Ҡотлогилдинға кейәүгә сыға. Егет тәбиғәте генә түгел, кешеләре менән дә дан тотҡан Ғафури районының “Родина” совхозында тәүҙә тракторсылар, унан төҙөүселәр бригадаһында эшләп йөрөй. Хужалыҡтың гөрләп торған сағы, эш ҡулдары кәрәк. Ауылға яңы төшкән килен иһә — ялан эштәрендә иҫәпсе, унан оҙаҡ йылдар диспетчер булып эшләй. Һәр эште еренә еткереп, йөрәк йылыһын биреп башҡарған Фәүзиә тиҙ арала яңы ауылдаштары алдында абруй яулай. Хаҡлы ялға сыҡҡас та эшләп йөрөргә тура килә әле уға.
Ҡотлогилдиндарҙың ғаилә ҡороуына 43 йыл тулып та киткән. Улар Зөлфиә менән Әлфиә исемле ике ҡыҙ тәрбиәләгән. Балалары ла өләсәй тәрбиәһе күреп үҫкән: мәктәптә каникулдар башланғас, ҡыҙҙар ауылға өләсәйҙәре янына йә Иҫәкәйгә, йә Ташбүкәнгә барыр булған. Зөлфиә хәҙер Стәрлетамаҡ районы Наумовка ҡасабаһында йәшәй, участка дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Әлфиә — Красноусол шифаханаһында бухгалтер. Ҡыҙҙар үҙ иштәрен табып, йортло булып, балалар үҫтереп, бик матур итеп донъя көтә. Фәүзиә — ете ейән-ейәнсәргә өләсәй. Өләсәй менән олатай ейәндәрен һәр саҡ һағынып көтөп ала. Бергәләп китап уҡыйҙар, өләсәләре уларға арнап шиғыр яҙа.
— Балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ — беҙҙең ҙур шатлығыбыҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ. Мин уларҙың күңелдәренә туған телгә, тыуған илгә, барлыҡ яҡындарына, Аллаһы Тәғәләгә һөйөү һалырға тырышам, — ти ағинәй.
Хәҙер икәү генә донъя көтөп ятҡан Фәүзиә менән Әнүәр ҡош-ҡорт, ваҡ мал аҫырай, баҡсала йәшелсә, картуф үҫтерә. Йәй көнө ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә еләккә, һыу инергә йөрөйҙәр. Хужабикә сәскәләр үҫтерергә ярата. Тәҙрә төбөндә ҡышын да, йәйен дә гөлдәре сәскә ата. Йәй көнө иһә ихаталары ла сәскәгә күмелә. Һәр йыл баҡсаларында үҫкән йәшелсәнән егәрле хужабикә ҡышҡылыҡҡа төрлө салат, ҡабымлыҡтар, еләк-емештән ҡайнатмалар әҙерләй. Әнүәрҙең дә ҡулынан килмәгән эше юҡ, Фәүзиәһенең бөтә башланғыстарын хуплап, ярҙам итеп торған аҡыллы ғаилә башлығы ул. Тормошта үҙ урынын тапҡан, лайыҡлы балалар үҫтергән, йәшлектәге һөйөүен һаҡлап ҡала белгән һоҡланғыс пар ул Ҡотлогилдиндар.
Фәүзиә Ҡотлогилдина хаҡлы ялға сыҡҡас шиғырҙар ижад итә башлай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 5 китап авторы. “Күңелем ынйылары” башы аҫтында тәүге китабы 2012 йылда донъя күрә. Унан инде бер-бер артлы “Ғүмеремдең көҙгө балҡышы”, “Йәншишмәмдең селтер тауышы”, “Өләсәйҙә ҡунаҡта”, “Сәсән тауышы” китаптары донъя күрә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Фәүзиә уҡымышлы Фатима абыстайҙан дәрестәр ала, ғәрәп хәрефтәрен өйрәнә. “Аллаға шөкөр, Ҡөрьән китабын ғәрәп телендә уҡырға мөмкинлегем бар хәҙер”, — тип ҡыуана. Шиғырҙарын да изге Ҡөрьәнде ғәрәп телендә тырыша-тырмаша уҡып сыҡҡас яҙа башлай. “Ижад итеү мөмкинлеген Аллаһы Тәғәләнең ҙур бүләге итеп ҡабул итәм”, — ти үҙе.
Тәүге шиғыры ейәне Айҙарҙың 10 айлыҡ сағында тәпәй баҫып киткәнен күреп тәьҫирләнеүҙән булһа, икенсеһе ҡыҙы Зөлфиәнең Әсәйҙәр көнө менән ҡотлауынан һуң яҙыла. 60 йәше тулыуға 11 шиғыры була һәм улар барыһы ла үҙенең ғаиләһенә, тормош иптәшенә, ҡыҙҙарына, ейән-ейәнсәрҙәренә, кейәүҙәренә бағышланған. Тап балалары уға шиғырҙарын интернетҡа ҡуйырға кәңәш итә.
— Балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем ярҙамында интернетҡа килеп ингәс, бында миңә әйтеп аңлатҡыһыҙ мөғжизәле донъя асылды. Хәҙер инде 5 йыл социаль селтәрҙәрҙе гиҙәм, унда үҙ кешегә әйләндем, һәр хәл-ваҡиғаға арнап шиғри юлдар тыуа. Ундағы дуҫтарым шиғырҙарымды уҡып, комментарийҙар яҙа, үҙемде ҙур бер аудитория алдында торған кеүек хис итәм, — тип шатлығы менән бүлешә Фәүзиә. — Шиғырҙарым иң тәүҙә “Класташтар” сайтында, “Шиғриәт-поэзия” төркөмөндә, “Тәүге тамсылар” бүлегендә донъя күрҙе. Мин шиғырҙар яҙа башлауға ғына Мөхәмәт Минбағисов төркөм асып ебәрҙе, шиғырҙарымды кешеләргә уҡытыу мөмкинлеге сыҡты. Әлеге ваҡытта ижад емештәремде башҡорт телендәге “Осто йөрәк” һәм “Әйтеш” төркөмдәрендә лә уҡырға була.
Интернет киңлектәрендә үҙенең уҡыусыларын таба, улар менән дуҫлаша, аралаша Фәүзиә. Тыуған еренән ситтә йәшәгән милләттәштәренең уның шиғырҙарын уҡып, баһа биреп, шағирә менән бәйләнештә булыуы ҡыуандыра.
— Фәүзиә Ҡотлогилдинаның шиғриәте күтәренке рух менән һуғарылған. Ул уҡыусыларҙың күңеленә тыуған илгә, туған телгә һөйөү һалырға тырыша, татыулыҡҡа, дуҫ йәшәргә, ғәҙеллеккә, яҡшылыҡҡа саҡыра, — тип үҙ фекерҙәре менән бүлешә Ғафури районы “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе етәксеһе Рәмзиә Монасипова. — Ул үҙе йәшәгән Башҡортостан — дуҫлыҡ иле менән ғорурлана, үҙ динендә, үҙ ерендә йәшәү шағирә күңелендә ләззәт тойғоһо уята.
Фәүзиә Ҡотлогилдинаның шиғырҙарында гражданлыҡ пафосы көслө. Шағирә тыуған республикаһының киләсәге өсөн борсола, туған телебеҙҙе һаҡлау, киләсәк быуындарға мираҫ итеп ҡалдырыу бурысын алдына ҡуя. Аҫыл егет, аҡыллы ҡыҙҙар, илен, телен һөйәр шәхестәр тәрбиәләүҙә ғаиләнең, мәктәптең роле ҙур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.
“Милләтем яҙмышын ҡурсаларға
Ҡәләмемде алдым ҡулыма.
Башҡортомдоң батыр ул-ҡыҙҙарын
Эҙләп сыҡтым әле юлыма”, —
тип үҙенә теләктәштәр эҙләй, яҙа, халыҡ араһына сыға, майҙан тота, әйтер һүҙен милләттәштәренә еткерә. Шулай уҡ уның ижадында быуындар бәйләнеше, тәбиғәт күренештәре, ир-ҡатын бәхете, дин, заман проблемаларына бәйле тос фекерле, үткер тел менән яҙылған шиғырҙары бихисап. Фәүзиә Ҡотлогилдинаның “Башҡорт ҡурайы”, “Ағинәйҙәр”, “Сәсәндәр”, “Уҡы әле, әсәй, доғаңды”, “Яратам мин тормошто”, “Бурыс” һәм башҡа шиғырҙары, йырҙары интернетта тиҙ тарала.
“Фәүзиә апайҙың шиғырҙарын мин әбейҙәр сыуағына оҡшатам, — тип яҙа интернетта уның шиғырҙарын даими уҡып барған Гүзәл Батталова. — Яҙғы ҡояш йәшлектең үҙе һымаҡ ярһыу: ҡарҙарҙы иретеп, бәреп-һуғып юлындағы бөтә нәмәне ағыҙып алып китә. Йәйге ҡояш өтә-ҡыра, тирә-йүнде көйҙөрә. Ә әбейҙәр сыуағы ҡояшы шундай сабыр, тәнеңде лә, йәнеңде лә рәхәт итеп йылыта. Фәүзиә апайҙың шиғырҙары ла йөрәккә үтеп инеп, һары май булып яғыла. Тәрән мәғәнәле, фәһемле шиғырҙарҙы уҡығандан һуң икенсе һулыш асылғандай тоям үҙемдә, тормошҡа булған ҡараш, кешеләргә мөнәсәбәтем яҡшы яҡҡа үҙгәреүен тоям...” “Һеҙҙең шиғырҙарығыҙ миңә йән аҙығы, көс, дәрт бирә, туғанлыҡ тойғоһон көсәйтә”, — тип яҙа сәсән Байрас Яҡупов.
— Кис бөтә донъя мәшәҡәттәренән арынып, компьютер артына ултырам, — ти Фәүзиә. — Интернетта дуҫтарым, шиғыр уҡыусыларым менән аралашам, яңы шиғырҙар яҙам, сайтҡа ҡуям. Бындағы ваҡытым файҙалы үтһен өсөн төрлө тауыш биреүҙәрҙә ҡатнашам.
Быйыл Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ижады үҙәге хәҙерге заманда сәсәндәр бармы икәнлеген асыҡлау маҡсатында ойошторған Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһендә 22 сәсән үҙ көсөн һынап ҡараны. Интернет киңлегендәге был бәйге Сәсәндәр мәктәбенә әйләнде. Яңы килгәндәр олораҡ йәштәгеләрҙән өйрәнде, тәжрибә тупланы, сәмләнеп ижад итте. Унда республика райондарынан ғына түгел, Ырымбур, Силәбе, Татарстан яҡтарынан да сәсәндәр ҡатнашты. Финалға сыҡҡан бәйгеселәр июнь айында “Салауат йыйыны”нда үткән сара сиктәрендә “Әйтеш”тә көс һынашты. Әйтешкә килеүселәрҙе Салауат районы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, йор һүҙле сәсән Аҡйегет — Фларис Ғайсин ҡаршылап, улар менән сәхнәлә әйтеш үткәрҙе. Шулай уҡ интернет-бәйгелә финалға сығыусы сәсәндәр араһында урындар билдәләнеп, уларға дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр ҙә тапшырылды. Гран-при Баймаҡ районынан яңы ғына сәсәнлек юлына аяҡ баҫҡан Хәйҙәр Көмөшбаевҡа тапшырылһа, 1-се урындарҙы шулай уҡ Баймаҡтан Әкрәм Ҡәйепҡолов менән Ғафуриҙан сәсәниә Алтынбикә, йәғни Фәүзиә Ҡотлогилдина яуланы. Интернет бәйгеһендә ҡатнашып ҡына ҡалмай Алтынбикә, уның алып барыусыһы ла булып китә һәм ярышта ҡатнашыусы 30-ға яҡын сәсәндең әйтешен туплап, китап итеп сығара. Тиражы ҙур булмаһа ла, “Халыҡ ынйылары” исемле был китап сәсән ижадын һөйөүселәр араһында ҡулдан-ҡулға йөрөй. Хатта ул китаптың исем туйын да Родина ауылында үткәрә Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Алтынбикә.
Яҡшылыҡтың еңеренә ихлас ышанған, көс-дарманы, һүҙ ҡеүәте ташып торған, ҡәләмен ҡоралға тиңләгән Фәүзиә Ҡотлогилдина илһамланып ижад итеүен дауам итә.
43 йыл ғүмер кисерелгән Родина, әлбиттә, Фәүзиәнең күптән инде тыуған ауылына әйләнгән. Ҡасандыр гөрләп торған совхоз да юҡ хәҙер, йәштәр эш эҙләп ситкә китә. Заманында эштә ал бирмәгән, ял белмәгән хеҙмәт ветерандары ғына йәшәй тип әйтерлек бында. Район етәкселеге алыҫ, ауыл биләмәһе башлығы ла — һирәк ҡунаҡ. Магазин асып һатыу итеп маташҡан эшҡыуарҙарҙы иҫәпкә алмағанда, бындағы халыҡ бөтөнләйе менән үҙ ҡарамағында: мал ҡарап-һатып, баҡса үҫтереп йә ситтә йөрөгән балалары ярҙамында үҙ көнөн үҙе күреп, тырышып
донъя көтә, бер-береһенең хәлен белешеп, кәрәк булһа, ярҙам итешеп йәшәп ята. Совхозда эшләгән йылдарында ла йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, дәртле, уңған, әйткән һүҙенә тоғро ҡала белгән Фәүзиәне тәүҙә — Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе, унан ауыл старостаһы итеп һайлауҙарына һис аптырарлыҡ түгел.
Кемдеңдер күрһәтмәһе түгел, ә күңел ҡушыуы менән ауыл халҡы мәнфәғәтендә эштәр атҡара хәҙер Фәүзиә. Йәмәғәт эше уның өсөн йәшәү рәүешенә, көндәлек ихтыяжға әйләнгән. Ауылда үҙ донъяңа, үҙ-үҙенә бикләнеп кенә йәшәү ҡалмаған. Ағинәйҙәр аралашыу тигән мөһим ҡанунды аяҡҡа баҫтыра, ауыл халҡын йәмәғәт эштәренә күтәрә. Ә күмәк эш халыҡты берләштерә, битарафлыҡтан аралай икәнен һәр кем белә. Ауылды һаҡлау, уға йән өрөү, тәртип булдырыу, үҫеп килеүсе быуынды күҙ уңынан ысҡындырмау, уларҙа айыҡ, матур тормошҡа ынтылыш тәрбиәләү, ир-егеттәрҙе тәртәнән сығармау, иман, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау өсөн бар көсөн һала ауыл ағинәйҙәре. Үҙ ауылдары менән генә сикләнеп ҡалмай улар, Сәйетбаба, Имәндәш ауылдарындағы ағинәйҙәр менән дә ҡор йыя, тәжрибә уртаҡлаша.
— Халҡыбыҙ йолаларын тергеҙәбеҙ. Үҙебеҙгә милли кейемдәр тектек, биҙәүестәр эшләргә өйрәнәбеҙ, кәсепселекте тергеҙеү эштәрен алып барабыҙ, — тип ҡыуанысын йәшермәй Фәүзиә. — Тыуған тәбиғәтебеҙҙе ҡурсалап, экологик өмәләр ойошторабыҙ. Сәскәләр конкурсын йыл да үткәрәбеҙ. Хәҙер ауылдаштарым, йорт-ихатаһын төҙөкләндереү менән бер рәттән, сәскә-гөлдәр ҙә үҫтерә. Торатауҙы һаҡлау акцияһына ҡушылып, ауылдан ҙур бер делегация алып барҙыҡ. Шиғыр яҙҙым, уны изге тау итәгендә ойошторолған митингыла халыҡ алдында уҡыным.
Ауыл ағинәйҙәре сәләмәт тормош һағында ныҡ тора, йәштәр фитнес-клубта шөғөлләнһә, ололар скандинав йөрөшөн үҙ күрә. Ниндәй генә һауа торошо булмаһын, улар — иртә таңдан тәбиғәт ҡосағында.
Ауылда ағинәйҙәр башҡарған эштәрҙе һанап бөтөрлөк түгел: Ғаилә йылына бағышлап Имәндәш ауылы ағинәйҙәре менән “Рухлы ғаилә — изгелек усағы, именлек ҡосағы” тип исемләнгән матур мөнәжәт әйтеү кисәһендә, Красноусол ҡасабаһында “Өләсәйҙә ҡунаҡта” тигән сарала, “Эсмә, әсәй!” акцияһында ҡатнашһындармы, йома намаҙҙарын ойоштороп, дини һәм милли байрамдарҙы билдәләһендәрме — барыһын да ысын күңелдән яратып башҡаралар. Төрлө саралар уҙғарғанда тәмле-татлы милли ризыҡтарҙан өҫтәлдәр һығыла. Күптән түгел Родина ауылы ағинәйҙәре, Башҡортостандың 100 йыллығын ҡаршылап, “Яратам мин тормошто!” исемле әҙәби-музыкаль кисә үткәрҙе. Ауыл халҡы байрам сараһына дәррәү йыйылды һәм шиғыр-йыр тыңлап, ҡобайыр-мөнәжәттәрҙән рух алып, үҙ-ара ихлас аралашыуҙан йәм табып таралышты.
Районда үтеп торған төрлө байрамдарҙың да уртаһында ҡайнай улар. Йыл һайын Сәсәндәр мәктәбе менән берлектә үткәрелгән Мәжит Ғафуриға арналған шиғырҙар конкурсында ҡатнашалар, Өфө ҡунаҡтары, баш ҡаланан килгән күренекле яҡташтары менән осрашалар, шағир һәйкәле янында шиғыр уҡыйҙар, сәскә һалалар.
— Әҙәбиәт йылында тыуған яғым — Ишембай районы Маҡар ауылы ағинәйҙәре менән Мәрйәм апай Солтанова (ул минең шиғырҙарыма көйҙәр ҙә яҙа) етәкселегендә Ырымбурға барҙыҡ. Каруанһарай — ата-бабаларыбыҙ һалған изге йортта намаҙ уҡып, улар рухына доға ҡылдыҡ. Юрматы ере — Зәки Вәлидиҙең тыуған яғынан алып барған йәшел ҡарағай үҫентеләрен ултырттыҡ. Башҡорт йортонда сығыш яһап, урындағы халыҡҡа туған телебеҙҙә яҙылған китаптар, йыр дискыларын бүләк итеп ҡайттыҡ, — тип әҫәрләнеп бәйән итә Фәүзиә-Алтынбикә.
Фәүзиә Ҡотлогилдина, ижад кешеһе булыуы менән бер рәттән, 2013 йылдан алып — 11 милләт вәкиле йәшәгән ауылдың старостаһы ла. Өмәнән башлай эшен ауыл хужабикәһе. Ә кисен ауылдаштары социаль селтәрҙә был турала мәғлүмәт ала: “Бөгөн ауылыбыҙ биләмәһен йыйыштырыу буйынса өмә булып үтте. Унда байтаҡ ауылдаштар сыҡты. Барыһына ла ҙур рәхмәт! Шулай уҡ йыйылған сүпте үҙ тракторында ташып түгеүсе Александр Ивановҡа ауылдаштар исеменән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Мәктәп уҡыусылары ла ҡатнаштылар был изге эштә. Ике сәғәтлек эш арытһа ла, күңелгә рәхәтлек биреүсе хеҙмәттән һуң ҡайтырға сыҡҡанда тәүге күк күкрәүен ишеттек һәм йылы, йәшенле ямғыр башланды. Был хәлде, Юғары көстөң изге эшебеҙгә ҡәнәғәтлек белдереүе, тип ҡабул иттек. Киләһе өмәбеҙ 5 майҙа буласаҡ. Еңеү көнөн ауылыбыҙ таҙа, матур итеп ҡаршы алырға тейеш. Бер кем дә ситтән килеп ауылыбыҙҙы таҙартып йөрөмәҫ бит. Киләһе өмәлә йәштәрҙе лә күрергә теләйем!”
Икенсе өмәнән һуң тағы бер яҙыу пәйҙә була. “Бөгөн дә бик күп сүп-сар йыйҙыҡ. Ауыл халҡына, ҙур ярҙам күрһәткән эшҡыуар Дамир менән Марс Хәйруллиндарға, Алексей Шапошников, Руслан Бакировтарға халыҡ исеменән рәхмәт белдерәбеҙ. Улар шулай уҡ ауыл халҡы өсөн яңы эш урындары булдырыусылар ҙа. Эштәрегеҙ уңышлы булһын, егеттәр!”
Староста социаль селтәрҙәр аша матур ғаиләләргә, олоғайған ата-әсәһен, ҡайны-ҡәйнәһен ҡәҙер-хөрмәттә тотҡан йәштәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Йорт-ихатаһын төҙөк, матур тотҡан хужаларға ла йылы тойғоларын белдерә. Ауылдың 90 йыллығын билдәләгән ҙур байрамда уңған ауылдаштарының исемдәре яңғырай, улар төрлө номинацияларҙа бүләкләнә.
Һәр ауылда — бәләкәйме ул, ҙурмы — төрлө проблемалар, тәү ҡарашҡа ваҡ тойолған мәшәҡәттәр һанап бөткөһөҙ. Совет осоронда улар менән шөғөлләнеүселәр ҙә күп ине. Бөгөн уларҙың береһе лә юҡ. Еңел булмаған шарттарҙа бар яуаплылыҡ заман шауҡымы менән барлыҡҡа килгән староста вазифаһының ҡатмарлы йөгөн тартыусы иңенә төшә. Родина ауылы старостаһы етәкселегендә башҡарылған эштәрҙе һанай китһәң, ғәжәп итерлек. Ауыл халҡы өсөн бәләкәй баҙар асыусы ла Фәүзиә бит әле.
— Йәшерәктәр, көс-хәле булғандар эре мал тота, һөт-ҡаймағы, эремсек-ҡатығы, ите артһа, ошонда һата. Ололарға әлеге ризыҡтарҙы йорт буйынса эҙләп йөрөргә түгел, ошонан килеп ала, алдан заказ да биреп ҡуя. Һатыусыға ла уңайлы: Өфө юллап йөрөйһө түгел, яҡын-тирәлә ҡала юҡ бит, — тип донъяуи уйҙары менән уртаҡлаша староста. — Яңы сауҙагәрҙәр һөт урынына үтемлерәк тә, ҡыйбатыраҡ та һыра алып килә бит магазиндарына...
Ете йыл клубһыҙ интеккән ауыл халҡына мәҙәниәт йорто юллап алған кеше лә ул Фәүзиә староста. Совхоз бөткәс, ауылдың иҫке генә клубы емерелә. Ауыл уртаһында ултырған совхоз контораһы ла бушап ҡала. Ике ҡатлы был бинаға тәүгеләрҙән булып эшҡыуарҙар күҙ һала. Староста ла был “тиңһеҙ алыш”ҡа сыға һәм еңеүгә өлгәшә. Әлбиттә, район етәкселегенең айыҡ аҡылы ла ҙур ярҙам була. Бөгөн ошо бина ауылды берләштереп торған мәҙәниәт усағына әүерелгән. Ауыл халҡы, спонсорҙар, район хужалары ярҙамында йүнәтелеп, иң ҙур бүлмәлә тамаша залы урынлашҡан, хатта сәхнә лә эшләнгән. Бөтә ауылдан китап-журнал йыйып, китапхана булдырғандар (Юл төшһә, беҙ ҙә китап менән ярҙам итербеҙ, тигән уйҙабыҙ. — Н.Р.). Ярҙамсылары менән бергә Фәүзиә, яҡташтарына арнап, күргәҙмәләр эшләгән. Билдәле бер ваҡытта бында китап һөйөүселәр йыйыла, төрлө саралар үтә. Ағинәйҙәрҙең үҙ бүлмәһе бар — бында уларҙың штабы тиһәң дә була, сөнки бөтә изге эштәре ошонда һөйләшеү-кәңәшләшеүҙән башлана. Ауыл музейын булдыра башлағандар, концерт костюмдары тегеп элгәндәр... Беренсе ҡатта почта, медпункт, фитнес-клуб, хатта тегеү цехы урынлашҡан, йәше-ҡарты төрлө түңәрәктәргә йөрөй.
Еңеүҙең 70 йыллығына халыҡтан аҡса йыйып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарының исемен мәңгеләштереүсе обелиск төҙөтөүҙе лә атҡарып сыға Фәүзиә Әбделғәлим ҡыҙы.
— Ауыл халҡына рәхмәт, һәр башланғысты күтәреп алырға әҙер. Беҙҙә бит халыҡ уңған, дәртле. Совхозыбыҙ республикабыҙҙа билдәле алдынғы, бай, ҙур хужалыҡ ине. Автопаркында ғына 60-лап машина булды, трактор-комбайндар һәм башҡа техника гараж тулы ине! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хужалыҡты бөтә ил буйынса барған банкротлыҡ урап үтмәне. Тирә-яҡты етештергән ризыҡтары менән туйындырып торған “Родина” совхозы күҙ алдында юҡҡа сыҡты, — тип әсенеп иҫкә ала ауыл старостаһы. — Шулай ҙа халыҡтың уңғанлығы, тырышлығы юғалманы. Обелискыны төҙөүҙә һәм урынлаштырыуҙа Александр Вечеркин менән Әнүәр Ҡотлогилдиндарҙың ярҙамы ҙур булды. Береһе цемент бирҙе, икенсеһе һәйкәл постаментын эшләне. Еңеүҙең 70 йыллығы байрамын ҡаршылап, һуғышта һәләк булған 41 һалдаттың исеме яҙылған ошо обелискыны тантаналы астыҡ, митинг ойошторҙоҡ.
Ата-әсәһенән төплө тормош һабаҡтары алып, ысын мәғәнәһендә “халыҡ университеты”н үткән Фәүзиә Әбделғәлим ҡыҙы ауылдың барлыҡ мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Ауылдаштарына кәрәкле кеше, уларға ярҙам итә, терәк була алғанына ихлас ҡыуана ул. Хаҡлы ялда булһа ла, күңеленә хуш килгән шөғөл тапҡан да иңдәренә алған бихисап бурыстарын һәүетемсә генә ашҡарып түгел, ә уттай янып эшләй. Ауылдаштарын да үҙе артынан эйәртеп, өлгәшелгәндәр менән туҡталып ҡалмай, киләсәккә оло ниәттәр ҡороп йәшәй.