— Айгиз, һинең һуңғы йылдарҙағы ижад уңыштарыңды күреп, бәхетле яҙмышлы йәш әҙип, тип йөрөтәләр. Ҡәләмдәштәреңдең әлеге нарыҡлауын дөрөҫ тип уйлайһыңмы?
— Аллаға шөкөр, ижадсы булараҡ үҙемде, бәхетле, тип иҫәпләйем. Әгәр һинең яҙғандарҙы кеше уҡымаһа, яҡын күрмәһә — ҡыйын бит. Бына быйыл ғына төрлө телдә биш китабым донъя күрҙе. Халыҡ уларҙы эҙләп йөрөп уҡый. Хәҙерге заманда йәш кеше өсөн был бигерәк тә ҡыуаныслы.
Икенсенән, үҙ милләтем генә түгел, башҡа халыҡтар ҙа ижадыма ыңғай ҡарай. Шул уҡ урыҫтар ҙа, татарҙар ҙа, ҡаҙаҡтар ҙа, бүрәттәр ҙә, сыуаштар ҙа миңә йылы, туғандарса мөнәсәбәттә. Был ҙур бәхет!
Кеше булараҡ та бәхетле тип иҫәпләйем үҙемде. Мине аңлаған дуҫтарым, һәр саҡ терәк булырҙай фекерҙәштәрем етерлек. Был да бик мөһим. Һинең менән аралашырға ынтылып торған кешеләрҙең булыуы һөйөнөслө бит.
— Әҙәбиәт дәресен ныҡ яраттым. Райондағы олимпиадаларҙа ла шиғырҙар ятлап йөрөй торғайным. Улай ғына ла түгел, рус әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында беренсе урын алып ҡайттым әле.
Ул ваҡытта мин унынсы класта уҡый инем. Мәктәпте тамамлаған саҡта беҙ үҙ ҡарамағыбыҙға ниндәйҙер предметтан дәүләт имтиханы бирергә тейеш инек. Мин рус әҙәбиәтен һайланым. Әле лә хәтеремдә: предметтан иллеләп билет бар. Һәр билетта ике һорау: тәүгеһе — проза, икенсеһе — шиғриәт буйынса. Шул илле билетҡа яуап бирә алыр өсөн мин иллеләп роман, повесть, хикәйәләрҙе ҡабаттан уҡып сыҡтым. Ә икенсе һорауҙа, ғәҙәттә, шиғыр ятларға тигән шарт ҡуйыла ине. Илленән ашыу шиғыр ятлап барҙым! Мәҫәлән, миңә эләккән билетта Есениндың тәбиғәт темаһына яҙылған шиғырын һөйләү шарты ҡуйылғайны. “Белая береза под моим окном...” — тип әҫәрләнеп һөйләгәнемде әле лә хәтерләйем. Имтиханды “бишле”гә биреп сыҡтым.
Башҡорт әҙәбиәте дәресен дә шулай уҡ яраттым. Ә шиғырҙар яҙыуға килгәндә, башланғыс класта уҡығанда уҡ нимәлер сыймаҡлай инем. Балалар йортона эләккәс, ата-әсәйемде юҡһынып, тыуған ауылымды һағынып, шиғри юлдар яҙа башланым. Бер заман унда Өфөнән ҡунаҡтар килеп төштө — “Аманат” журналы хеҙмәткәрҙәре. Араларында Венер Йәнбәков бар ине. Шул кисәлә Венер ағайға шиғыр дәфтәрен тотторҙом. Ә бер нисә айҙан журналда “Йәйҙе ниңә яратам?” тигән шиғырым баҫылды. Ул ваҡытта мин етенсе класта уҡый инем. Журналды тотоп, ҡыуанысымдан нимә эшләргә белмәй йөрөгәнемде әле лә хәтерләйем. Дөрөҫөн әйткәндә, унда шиғырҙың атамаһы ла фамилиям ғына минеке ине. Ҡалғандары Венер ағайҙың ижад емеше булғандыр. Шулай ҙа бик ҡыуандым. Студент осоронда ла шиғыр яҙыу менән мауыҡтым. Тик уны кемгәлер күрһәтәм, матбуғатта баҫтырам, тип тырышманым. Был күңел талабы ғына. Дөрөҫөн әйткәндә, бик тырышһам, әле лә яҙыр инем. Тик мин шуны беләм: әгәр шиғыр яҙмаһам, башҡорт шиғриәтенә файҙам күберәк буласаҡ.
Андрей Дементьевтың шундай юлдары бар бит: “Пусть другой гениально играет на флейте, Но еще гениальнее слушали вы!” Үҙем прозаик булһам да, ысын шиғриәт ниндәй булырға тейеш икәнен яҡшы аңлайым, шуға был жанрҙа бары тик уҡыусы ғына булып ҡалғы килә. Хәҙер бит бөтәһе лә тиерлек рифма ҡорорға ярата...
— Балалар йортонан сығып киткәндә, ябыҡ ҡына инем. Ауырлығым — илле килограм. Бәлки, тейешенсә ашау ҙа етмәгәндер. Унда мөхит тә башҡа бит инде. Ә Башҡорт дәүләт университетында бик ҡыҙыҡлы, бай тормош башланды. Беренсенән, быға тиклем бары тик гәзит-журналдарҙан ғына белгән ғалимдар уҡытты. Мәҫәлән, Роберт Байымов, Мирас Иҙелбаев, Марат Зәйнуллин, Рафаэль Аҙнағолов, Ғиниәт Ҡунафин, Ғәли Сәйетбатталов, Мөхтәр Әхтәмов, Зәйтүнә Шәрипова... Ана шул зыялылар тыуҙырған мөхит миңә яңы һулыш, тормошома йәм бирҙе. Шуға ла тырышып уҡый башланым.
Студент саҡтан шуныһы ныҡ иҫтә ҡалған. Ҡайһы бер ағайҙар лекция ваҡытында күп яҙҙыра, ҡул арый. Әле саҡ мәктәпте тамамлап килгәндәр күп яҙырға күнегеп бөтә алмай. Шуға лекция ваҡытында уҡытыусының иғтибарын ситкә йүнәлтер өсөн, курсташтарым миңә мөрәжәғәт итә ине. Уны һөйләндерер өсөн күп һорауҙар бирәм, теманан ситләшеп китәбеҙ. Ҡайһы бер ағайҙар ихласлап әңгәмәгә ҡушыла, ә ҡайһы берҙәре саҡ ҡына әүрәп китә лә: “Айгиз, етәр, лекцияны дауам итәбеҙ”, — тип бүлдерә ине. Ғөмүмән, бик ҡыҙыҡ булды ул студент осоро. Минең өсөн бөтөнләй икенсе донъя асылды. Курсташтарым менән әле лә аралашып торам, берәй сараға улар йәшәгән районға барып сыҡһам, күрешеп китергә тырышам.
Ҡыҙғанысҡа, “Шоңҡар” түңәрәгендә шөғөлләнмәнем. Ул ваҡытта ижад менән мауыҡмай инем. Ә бына матбуғатҡа тартылыуым көслө булды. Беренсе курста уҡ Матбуғат йортон барып таптым. “Йәшлек” гәзите редакцияһына барып, Лариса Абдуллина менән таныштым. Апайҙың кәңәшен тотоп, төрлө темаға мәҡәләләр яҙа башланым. Был эшкә мөкиббән киттем, хатта ҡайһы берҙә номер һайын материалдарым баҫыла ине. Бының яҡшы яғы ла бар: мәҡәлә өсөн гонорар түләйҙәр. Ай һайын шул гонорарҙы алам да туп-тура “Китап” нәшриәте магазинына йүгерәм. Унан яңы сыҡҡан китаптарҙы һатып алам. Аҙаҡ шул китаптың авторын берәй сарала күреп, мотлаҡ автографын ала торғайным.
Шулай итеп, студент саҡта үҙенә күрә арыу ғына коллекция туплап алдым. Хәҙер әҙиптәрҙең күбеһе беҙҙең арала юҡ инде...
Иң беренсе осратҡан яҙыусым — ул Ҡәҙим Аралбай. Тәүге автографлы китабым да уныҡы ине. Унда ошолай тип яҙған Ҡәҙим ағай бынан ун ике йыл элек: “Айгиз! Әҙәбиәт донъяһында гиҙ ҙә гиҙ!” Шәп әйткән бит! Күрәҙәселәр кеүек!
— Атайым Ғиззәт Мөхәррәм улы менән әсәйем Гөлнур Нурғәли ҡыҙы икеһе лә моңло кеше булды. Бик матур тауышлы икәндәрен күрше-тирә яҡшы белде. Элек бит ауылдар буйлап йөрөп, таланттарҙы эҙләгәндәр. Бер заман Абҙаҡҡа Өфөнән, таланттар эҙләп, комиссия килеп төшкән. Атайымды йырлатып ҡарағандар. Ул халыҡ йырын башҡарған. “Һинән шәп йырсы сығасаҡ, киттек беҙҙең менән уҡырға!” — тигәндәр. Бынан алда ғына олатайым вафат булған. Яңғыҙыма донъя көтөүе ҡыйын булыр тип, өләсәйем атайымды уҡырға ебәрмәгән... Ә бына атайымдың класташы уҡып, сәнғәт юлында ҙур уңыштарға өлгәште. Ул — Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова.
Нәҫелебеҙҙә профессиональ сәнғәтте һайлаған кешеләр булмаһа ла, йыр-моңдо үҙ иткән, һәләтле кешеләр етерлек. Беҙҙә бик зыялы, заманының алдынғы ҡарашлы кешеләре бар. Мәҫәлән, минең ирҙәр нәҫеле буйынса етенсе быуын олатайым Абҙаҡ булған. тыуған ауылым да уның исемен йөрөтә. Абҙаҡ Күбәләк волосы (уға Учалы, Әбйәлил райондарының байтаҡ ауылдары ҡарай) старшинаһы вазифаһын башҡарған. Абҙаҡтың атаһы — Байым тархан. Байым олатай 1773—1774 йылдарҙа Пугачев ихтилалына ҡушылып китә. Хәрби коллегия уны хатта Башҡортостандың судьяһы итеп тәғәйенләй. Байым тархан йәнә Магнитогорск ҡалаһына нигеҙ һалыусы тип тә иҫәпләнә. Сөнки 1740 йылда нәҡ ул штейгер Марковҡа Әтәс тауындағы руда ятҡылығын күрһәтә. Аҙаҡ шул урында ҡала төҙөлә. Был турала рәсми документтар менән дәлилләп, ғалим Әнүәр Әсфәндиәровтың китабында ла яҙылған.
Атай-әсәйемде бер ҡасан да онотҡаным юҡ. Улар менән бергәләп еләк йыйған мәлде гел иҫләп алам. Ә инде тормошта ниндәйҙер эш башҡарһам, уларҙың рухы алдында һынау тотам. Һынатмаҫҡа, исемдәренә тап төшөрмәҫкә тырышам.
— Беҙ ғаиләлә ете бала үҫтек. Мин — алтынсыһы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Азат ағайым бынан өс йыл элек фажиғәле вафат булды. Ҡалғандарыбыҙ имен-аман, һәр кемдең үҙ ғаиләһе бар, матур донъя көтәләр. Иң оло апайым Айгөл Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, ул — дүрт бала әсәһе. Әле үҙе лә өләсәй булырға йөрөй, бер малайы, минең эргәгә тип, Өфөгә уҡырға килде. Азамат ағайым Әбйәлил районында тормош ҡорҙо, ике балаһы бар. Әлиә менән Алһыу апайҙарым Белорет ҡалаһында төпләнделәр. Әлиә апайымдың өс балаһы бар. Иң кесебеҙ Зөлфирә Әлшәй районына килен булып төштө, ике ул үҫтерә.
Шөкөр, һәр кемдең йәшәргә урыны, ҡайтыр ере бар. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Белоретҡа килеп, Алһыу апайыма фатир асҡысы тотторҙо! Рәхмәт шуның өсөн.
Туғандарым минең ижади эшмәкәрлекте, бәлки, ул тиклем аңлап та бөтмәйҙер. Яҙғандарымды, әлбиттә, уҡып баралар. Баҫалҡы холоҡлолар. Кешеләргә минең турала әйтеп бармайҙар. Ҡайһы бер уңыштарым хаҡында белмәй ҡалыуҙары ла, йәиһә әһәмиәт бирмәүҙәре лә ихтимал. Мәҫәлән, апайым Әбйәлилдә ҡунаҡта булған. “Яңыраҡ Бабич премияһы лауреаты булған Баймөхәмәтов һеҙҙең ҡустығыҙмы?” — тип һорағандар. “Эйе, ҡустым. Уға ниндәйҙер премия тапшырғандар ине шул”, — тигән апайым.
— 2012 йылда булды был хәл. “Башҡортостан” гәзите редакцияһында эшләп йөрөгәндә 8 Март байрамы уңайынан мәҡәлә яҙырға ҡуштылар. Ғәҙәттә, ундай ваҡытта уңышҡа өлгәшкән ҡатындар тураһында яҙалар. Ә мин бүтәндәргә оҡшатып яҙырға теләмәнем. Шул көндәрҙә ниңәлер әсәйем гел иҫемә төшөп торҙо. Уның менән хушлашҡан һуңғы минуттарҙың һәр детален иҫемә төшөрҙөм. Шул ваҡытта әсәнең ни тиклем ҡәҙерле, изге зат икәнен нығыраҡ төшөндөм. Уны юҡһынып, барлыҡ ауырлыҡтарға һыҙланып, “Ҡалдырма, әсәй!” тигән өҙөк яҙҙым. Унда бала төшөндә үлгән әсәһе менән аралаша. Быны хикәйә тип тә, очерк тип тә атап булмай. Шуны гәзиттә баҫтырҙылар. Һәм туҡтауһыҙ шылтыратыуҙар башланды, күптәр хат яҙҙы. Артабан малай менән ни булғанын белергә теләүселәр күп ине. Үҙ тормошомдан алынған хәл булғас, яҙыуы ҡыйын булманы. Тәүҙә аҙағын, шунан башын яҙҙым. Тәү башлап тулы вариантын хеҙмәттәштәрем Венер Исхаҡов, Рәлис Ураҙғолов, Лариса Абдуллиналар уҡып сыҡты. Оҡшаттылар. Ҡайһы бер кәңәштәрен дә бирҙеләр.
Бындай баһаға ҡанатланып, “Ағиҙел” журналы редакцияһына йүгерҙем. Повесты баҫманың баш мөхәррире Әмир Әминевҡа бирҙем. Ул, уҡып сыҡҡас, үҙенә саҡыртып алды. “Был әҫәр түгел. Һин уны биш йылға һыуытырға һалып тор!” — тине. Әлбиттә, кәйефем ныҡ ҡырылды. Шул уҡ редакцияның проза бүлеге мөдире, яҡташым Сабир ағай Шәриповҡа индем. Ағай шул уҡ көндә уҡып сыҡҡан да, миңә шылтырата. “Ҡустым, шәп әйбер яҙғанһың бит! Уны мотлаҡ китап итеп сығарырға кәрәк”, — ти. Шулай итеп, ул үҙ етәксеһенә ҡаршы барып, повесты китап итеп сығарырға, тигән баһалама бирҙе. “Китап” нәшриәтендә лә еңел генә килеп сыҡманы. Худсоветта сығарыуға ҡаршы булған ағайҙар ҙа табылған. Әммә Сабир Шәриповтың тырышлығы менән ул барыбер донъя күрҙе. Рәхмәт уға!
Әйткәндәй, “Ҡалдырма, әсәй!” бөгөн бик күп телдәрҙә донъя күрҙе, Рәсәйҙәге милли республикалар араһында иң ҙур тиражлы тип иҫәпләнә. Башҡа халыҡтар уны тәржемә итеп үҙҙәрендә баҫтырҙы, тик бер башҡорт журналында ла уны тулыһынса баҫманылар.
— Ауылым менән бәйләнеште бер ҡасан да өҙгәнем юҡ. Әле студент саҡта уҡ ауыл китапханасыһы Сәлиә Мәхмүтова менән “Абҙаҡ: үткәне һәм бөгөнгөһө” тигән китап сығарҙыҡ. Унда бик бай материалдар тупланған, уникаль фотоматериалдар йыйылған.
Әле лә ауылым менән тығыҙ бәйләнештәмен. Мәҫәлән, йыл һайын мәктәпкә билдәле яҙыусыларҙы, сәнғәт әһелдәрен алып ҡайтам. Белем усағын Гөлшат Йомағужина — бик егәрле, дәртле ханым етәкләй. Уҡыусыларҙа әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләр өсөн бергәләп тырышабыҙ. Ауылдаштарым бихисап яҙыусы, йырсы, актерҙарҙы күреп белде.
Мәктәп уҡыусыларын да дәртләндереп торам. Сирек һайын иң яҡшы егерме уҡыусыны Өфөгә саҡырам. Әҫәрем буйынса ҡуйылған “Хыялға ҡаршы” спектакленә саҡырыу таратып бирәм. Балалар дәртләнеп китә, яҡшы уҡырға тырышыусылар арта.
— Һис шикһеҙ, йоғонтоһо бар, тип уйлайым. Беҙҙең Абҙаҡ иҫ киткес матур урында урынлашҡан. Белорет районы, ғөмүмән, үҙе бик матур төбәк. Илаһи тәбиғәт кешегә йоғонто яһамай ҡалмайҙыр, минеңсә. Мәҫәлән, беҙҙең урамдан ғына сыҡҡан билдәле шәхестәрҙе атайым әле: һул яҡтан күршебеҙ — СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллин (әйткәндәй, уны бәләкәй саҡтан күреп үҫтем. Уның ата-әсәһе менән минең өләсәйем бик яҡшы аралашып йәшәгән), алты өй аша — шағир Әхмәҙин Әфтәхтең тыуған йорто, артабан бара бирһәң, — халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың нигеҙе. Беҙ барыбыҙ ҙа бер урамдан. Ҡыҙыҡ бит...
Сит ерҙәрҙе күреп йөрөй торғас, тыуған ерҙең ғәзизлеген нығыраҡ тояһың. Уның һәр ағасы күңелгә ҡәҙерле. Әхмәт Лотфуллин үҙен Абҙаҡта ерләүҙе васыят иткән. Уйлап ҡараһаң, художество академияһының академигы, бөйөк рәссамды ерләргә Өфөлә лә урын табылыр ине. Ә ул теләмәгән. Бик хаҡ булған бит рәссам! Тыуған ауылыңдағы ҡарағастар араһында ятыу үҙе ҙур бәхет бит! Мин дә шуны яҡшы аңлайым: ҡайһы тарафтарҙа йөрөһәм дә, ниндәй генә илдәр күрһәм дә, барыбер кендек ҡаным тамған ергә әйләнеп ҡайтасаҡмын. Был бит оло бәхет. Ундай һүҙҙәр әйткәс, иртә үлергә йыйына, тип уйламағыҙ (көлә).
— Шөкөр, төрлө илдәргә, республикаларға саҡырып торалар. Ай һайын ҡайҙалыр барам. Мәҫәлән, быйыл Ҡаҙағстанда ғына дүрт тапҡыр булдым. Әлбиттә, сит яҡта йөрөгәндә уларҙыҡы менән үҙебеҙҙе сағыштырып ҡарайһың. Ҡыуандырғаны ла, көйөндөргәне лә бар. Миҫал итеп, китап нәшерләүҙе алайыҡ. Ҡырғыҙстанда дәүләт нәшриәте юҡ, тинеләр. Авторҙар йә спонсор ярҙамында, йә үҙ аҡсаһына китап сығарырға тейеш. Гонорар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ә бит беҙҙә дәүләт нәшриәте эшләп килә, авторҙарҙың ҡалын-ҡалын китаптары баҫылып сыға. Рәсәйҙең бик һирәк республикаларында дәүләт нәшриәте һаҡланған. Татарстан, Башҡортостан, Сыуашстан — шуларҙың иң ҙурҙары. Шуға шөкөр итер кәрәк.
Ҡаҙағстан китап сығарыу буйынса ла, союзды тәьмин итеү буйынса ла бик яҡшы кимәлдә. Әммә улар менән сағыштырып тороу урынһыҙ, сөнки улар айырым дәүләт.
Бында икенсе мәсьәләгә туҡталғым килә. Беҙҙәге йәш ижадсыларҙың әллә ни әүҙем булмауы һиҙелә. Күрше Татарстандан ғына үҙемдең йәштәштәремде алайым. Уларҙың һәр кеме — бер нисә китап авторы. Ә беҙҙекеләр бер китабын сығара ла шуға ҡыуанып тик йөрөй.
Зөлфиә Ханнанова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Лариса Абдуллина, Гөлназ Ҡотоева апайҙарҙағы әүҙемлекте йәшерәк быуын дауам итмәй, шикелле. Китап сығармағас, ижади һәлкәүлек кисергәс, уларҙы халыҡ нисек белһен?
Кимәл тигәндә, һәр халыҡта алаһы ла, ҡолаһы ла булалыр. Тик шуны әйтә алам: башҡорт әҙәбиәтендә донъя кимәленә сығарырлыҡ әҫәрҙәр етерлек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәржемә генә етешмәй.
Сит тарафҡа барып, ҡәләмдәштәрең менән аралашыу бик кәрәк. Уларға ҡарап һин үҫешәһең, сәмләнәһең, ижади даирәңде киңәйтәһең. Урыҫтар әйтә бит: “Первый парень на деревне, а в деревне один дом”. Шуның һымаҡ, үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап, үҙеңә һоҡланып, мин иң яҡшыһы, тип йөрөп булмай. Күберәк ижадсы араһында һин үҙеңә башҡа төрлө ҡарайһың, яҡшыраҡтарына ынтылырға тырышаһың. Әле Ҡаҙағстанда китабымды ҡабат-ҡабат баҫтылар, улар мине яҡшы белә, мин дә улар менән яҡшы мөнәсәбәттә. Был насармы ни? Әгәр милли әҙәбиәтебеҙҙе танытабыҙ тиһәк, һәр кем ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәргә тейеш! Әйтәйек, татар ҡыҙы Гүзәл Яхинаны йәиһә Әзербайжандан Эльчин Сафарлины донъяның күп төбәктәрендә беләләр. Ә ниңә башҡорттарҙы шулай уҡымаҫҡа тейештәр?
Бында күп нәмә ижадсының үҙенән торалыр. Яҙыусылар союзының матди хәленә генә япһарып ҡалырға ярамай. Союз рәйесе беҙҙең өсөн әҫәр яҙып ултыра алмай бит?!
— Бер повесть яҙа башланым. “Алдаҡсы” тип атаным шартлыса. Бер кешенең һаҡһыҙ ҡыланышы арҡаһында тотош ғаилә тормошоноң аҫты-өҫкә килеүе, уларҙы нисек кәмһетеүҙәре хаҡында. Быйыл китап итеп сығарырға ине.
— “Башҡортостан” гәзитендә биш йыл самаһы эшләп алдым. Күп нәмәгә өйрәндем. Бының өсөн хеҙмәттәштәремә сикһеҙ рәхмәтлемен.
Милли матбуғатта эшләүселәрҙең хеҙмәтен шахтерҙыҡы менән сағыштырыр инем. Эше ауыр, йөкләмәләр күп, ә эш хаҡы түбән. Шуға ла йәштәр унда ынтылып бармай.
Күңелемә хуш килгән эш тәҡдим ителһә, бәлки, кире килер инем. Әлегә ундай пландарым юҡ. Йәш саҡта донъя күреп, күберәк ижад итеп ҡалыр кәрәк, минеңсә.
— Эҫе ваҡытта яҙыуы ҡыйын. Күбеһенсә, тышта һалҡын саҡта яҙырға яратам. Һыуыҡта өшөп йөрөгәнсе, йылыла ғына ултыраһың да ижад итәһең. Әммә баштағы ижади процесс бер ҡасан да туҡтамай. Юлда йөрөйһөңмө, ял итәһеңме — буласаҡ әҫәрең хаҡында уйлауҙан туҡтамайһың. Йәйме, ҡышмы — барыбер. Башыңда ул шулай “бешә” бирә.
Төнгә ҡарай яҙырға тырышмайым. Сөнки бер тотонһаң, төнө буйына йоҡлай алмай уйланып сығаһың. Иртәнсәк һәм төштән һуң өҫтәл артына ултырыу хәйерлерәк.
— Китап уҡыу — яратҡан шөғөлөм. Уҡығанда ял итәм. Хатта бер юлы дүрт-биш башланған китап өҫтәлдә ята. Мәҫәлән, шиғри йыйынтыҡтарҙы һәр ваҡыт уҡып ултырып булмай, ваҡыт-ваҡыты менән генә. Төрлө тренинг форматындағы әсбаптарҙы һәм, әлбиттә, прозаны күп уҡыйым.
Ә инде иң яҡшы ял — яңы ерҙәр күреү, сәйәхәт ҡылыу. Айгиз тип юҡҡа ҡушмағандар икән. Донъя гиҙәм дә гиҙәм.
— Боронғо йырҙарҙы яратам. Тәү сиратта уның мәғәнәһенә иғтибар итәм. Ретро-йырҙар, ниңәлер, күңелемә яҡыныраҡ. Шау-шоулы, аҡыртҡыс йырҙарҙы өнәмәйем. Әгәр Людмила Зыкина, Валентина Толкунова, Мөслим Магомаевты тыңлайым, тиһәм, йәштәштәрем көлөр инде...
Буш ваҡытымда йөҙөргә яратам. Мин бассейн янында йәшәйем, шуға ҡышҡыһын да йөҙөүҙән туҡтамайым.
— Ауыр саҡта түҙ икән, илар саҡта көл икән! Тағы Валентина Толкунованың бер йырынан ошо һүҙҙәрҙе девизым итеп иҫәпләйем: “Спешите делать добрые дела!”
— Бер урында тапанмаҫҡа, үҙ алдыңа ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәргә.