Все новости
Илһамлы яҙмыштар
15 Октября 2018, 16:29

“Мин дә бер сатҡы донъяла...”

Миңә йөрәгем ҡушыуы һәм башҡарған вазифаларым буйынса төрлө аудиторияларҙа күп тапҡырҙар әҙәби, сәйәси һәм башҡа тематик осрашыуҙар үткәрергә насип булды. Был сараларҙа уҡыусыларымды ҡыҙыҡһындырған тиҫтәләрсә һорауҙарға яуап бирергә тура килә. Радио, телевидение каналдарында тура эфирҙа сығыш яһаһам, унда ла яуап көтәләр. Урамда ла, хаттар аша ла һорауҙар яуҙырыла. Был күренеште аңлап ҡабул итәм: күпте күргән, күпте кисергән, ҡырҡ биш йыл — журналистика, ярты быуат әҙәби ижад менән шөғөлләнгән өлкән йәштәге йәмәғәт эшмәкәренең теге йәки был мәсьәләгә бәйле фекерен белергә теләүҙәре ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Яуап биргәндә уйланырға, хисләнергә, аҡыл, зиһен тупларға тура килә. Бына ун йыллап инде тере аралашыу һөҙөмтәләрен “Уҡыусыларымдың һорауҙарына яуаптар” тигән исем менән республикабыҙ гәзит-журналдарында баҫтырып киләм. Сөнки улар башҡа уҡыусыларымды ла ҡыҙыҡһындырыуы мөмкин бит. Хәҙер инде күләмле генә бер йыйынтыҡ итеп сығарырлыҡ тупландылар. Ғүмер байрамым уңайы менән бер өлөшөн һеҙгә лә тәҡдим итәм.


“Бала

сағым яулыҡ болғап ҡалды

Алыҫтарҙа, тыуған төбәктә”

— Тыуған ерҙәр берәү була,

Өр-яңынан тыуып булмай, —

тигән

юлдар бар “Әсәм һүҙҙәре” исемле шиғырығыҙҙа. Ауылығыҙ, үҫкән ғаиләгеҙ менән
таныштырып китһәгеҙ ине. Тыуған яҡтарға яҡынлыҡ тойғоһо ҡасан килеп инде
күңелегеҙгә?

— Мин Әлшәй районының Һарыш ауылында донъяға

килгәнмен. Ике-өс йәшемдән ҡайһы бер күренештәр айырым-айырым хәтерҙә ҡалған.
Мәҫәлән, минән теүәл ике йәшкә кесерәк йүргәктәге һеңлемдең сәңгелдәктә
илағаны, әсәйем менән Миңлекамал өләсәйемдең уның янында өйөрөлөп йыуатҡандары
иҫтә. Урамда аяғымды эт тешләгәс (ул саҡта миңә ике йәш тә һигеҙ ай булған), әсәйемдең, мине ҡосаҡлап, ат арбаһында күрше ауылға “духтыр
апайға” алып барыуы, атайымдың йәһәтләп ат ҡыуыуы томан эсендәге кеүек
күҙаллана. Атайымдың да, әсәйемдең дә үҙ әсәләре йәшләй генә вафат булып, ике
яҡтан да күмәк бала
үгәй ҡулында үҫкәндәр. Әсәйем Һарышҡа ун алты
ғына йәшендә килен булып төшкән. Атайым унан туғыҙ йәшкә өлкәнерәк ине.

“Йәш матур ҡыҙ менән таныштырам”, — тип туған

тейешле Шаһиҙә әбей атайыңды тыуған ауылым Миәкә районындағы Әбешкә алып
килгән. Атайым өйҙә юҡ ине. Үгәй әсәйҙең миндә ҡайғыһы юҡ,
еңгәләрем: “Алам, тиһә, бар ҙа ҡуй, бында сит ҡатындан туҡмалып
йәшәгәнсе”, — тип өгөтләнеләр. Икәү генә ҡалып һөйләшкәндә атайың: “Ярай, ҡоҙаса,
көҙгә кырандас менән килеп алырмын, һин миңә бик оҡшаның”, — тигәс: “бөгөн
фурманға ултырып булһа ла барайым да ҡуяйым, көҙгә әллә киләһең, әллә юҡ, тинем, — тип
көлә торғайны әсәкәйем, шунан өҫтәп ҡуя: — Бик
матур ине шул Аҙнағол йәш сағында. Оҙон буйлы, ҡара бөҙрә сәсле, йәй булһа ла, шинель кейеп алған, ҡыҙыл күлдәгенең яғаһын шинеле
өҫтөнә сығарып һалған... Бала ғына инем шул

...Әсәйем, йәш булһа ла, атайымдың кескәй туғандарын ҡарашып үҫтерешә. Улар

ғүмер буйына еңгәләренә рәхмәтле булды. Буранғол исемлеһе Бөйөк Ватан һуғышында
башын һалған. Уны һағынып, йәлләп илай ине. Ике тапҡыр атайымды һуғышҡа оҙатып,
тилмереп көтөп ала. Фин һуғышынан яраланып ҡайтҡан һалдат Бөйөк Ватан һуғышына
1942 йылда ғына саҡырыла. Яҙмыштыр — үҙе һөйләүенсә, ете тапҡыр
ҡаты яраланһа ла, аҙаҡ тыуаһы ете балаһының ғүмере хаҡына иҫән
ҡалғандыр. Тәүге ике улдары кескәй саҡтарында, һуғыш осоронда ауырып вафат
була. Ябай колхозсылар ине ҡәҙерлеләрем, ауыр тупраҡтары еңел, гүрҙәре яҡты
булһын. Әсәйемдең өләсәһенән ҡалған, өс дөйә биреп һатып алынған (ул осорҙа беҙҙең
яҡтарҙа дөйәләр ҙә аҫырағандар, тиҙәр), дебетенә ебәк ҡушып бәйләнгән ҙур ҡара шәле миңә
насип булғайны. Уны “Башҡортостан ҡыҙы”нда мөхәррир булып эшләгәндә лә ябынып
ултыра торғайным әле һыуыҡ саҡтарҙа. Аҙаҡ Дүртөйлө ҡалаһының Тыуған яҡты
өйрәнеү музейына һорап алдылар. Исемемде лә яҙғайнылар биркаһына, бәлки, унда әле лә торалыр.

“Дөйәле бай” тип йөрөтөлгән нәҫелдән сыҡҡан әсәйем, етем үҫһә лә, алсаҡ, шиғри күңелле, уңған,

изгелекле, бөтә ауыл, уны белгән кешеләр аҡыл-зиһененә һоҡланып, рәхмәттәр уҡып, һағынып хәтерләрлек матур ҡатын
ине. Йырҙарының шиғырын да, көйөн дә үҙе сығарып йырлап, табындарҙы йәнләндерә, биҙәй
торғайны.

Ҡәләм тибрәтеүемде

белгәс, ихлас шатланып тәүге кәңәштәрҙе ул бирҙе миңә, Өфөгә, Стәрлетамаҡҡа
алып барып, иҫтәлекле урындарҙы, музейҙарҙы күрһәтеп йөрөр ине. Тәбиғәткә алып
сығып, ер-һыу атамаларын, тарихтарын, легендаларын һөйләй торғайны балаларына.
Заманына күрә ете класс ҡына белем алған, колхозда бушҡа тиерлек егелеп
эшләгән, күмәк бала, йорт-ҡура мәшәҡәттәренә сумған, һуғыш инвалиды тәрбиәләгән
тынғыһыҙ ҡатын нисек итеп бөтә яҡындарына, күрше-күләнгә һәр саҡ алсаҡ, яғымлы,
ярҙамсыл булып ҡала алды икән — уйлап-уйлап, әле булһа шуға ғәжәпләнәм. Район
үҙәгенән, Өфөнән беҙгә әҙәби китаптар алып ҡайта торғайны, кистәрен уларҙың йөкмәткеһен
һөйләтә, шиғырҙар ятлата. Көнө буйына өйҙә бәләкәй радиоалғысыбыҙ һөйләп тора.
Иҙән йыуып, өй йыйыштырған саҡта спектаклдәр тапшырылһа, мин эшемде ташлап
тыңлайым. Әсәйем: “Күңеле ҡушҡас, тыңлаһын, эш ҡасмаҫ, һуңынан да өлгөрә бит ул”, — тип атайым алдында мине ҡурсалай. Кескәйҙәр ҙә
тауышланмай. Тормош иптәшен аяп, тирмән, баҙар кеүек ерҙәргә лә үҙе йөрөнө
әсәйем. Йылына ике-өс тапҡыр өмәләрҙә эсеп тә ала торғайны атайым. Бында ла
әсәйем беҙҙең күңелебеҙҙе ҡурсылаған икән: “Атайығыҙҙың ошо хәленә иғтибар
итмәгеҙ, һуғышта ни генә күрмәгән бит улар, ике тапҡыр контужен булған”, — тип йыуата торғайны. Етеһе ете төрлө холоҡло балаларын
да, хәләлен дә бик нескә аңлай, һәр саҡ рухи ярҙамға килә ине ул. Атайым да
тырышты ғаиләһе өсөн. Ҡулбашы, аяғы имгәнгән булһа ла, колхоз эшенән бушаманы: сәмле
яугир саман һуғыу, бесән сабып эҫкертләү, мал ҡарау кеүек иң ауыр эштәрҙе үҙ
өҫтөнә алыр ине. Ауылда көслө ир-ат аҙ ваҡыттар бит. Балаларҙы уҡытып аяҡҡа
баҫтырыу — ата-әсәйемдең бар маҡсаты ошо
булғандыр. Күмәк үҫһәк тә, асҡа интекмәнек, ауылда иң
ҡупшыҡай ҡыҙҙар Зәйтүнә һеңлем менән мин булдыҡ. Дүрт улына ҡаты ғына
талапсанлыҡ күрһәтһә лә, өс ҡыҙына асыуланғанын да хәтерләмәйем. Әсәйем кәрәк
саҡта,
үҙебеҙ ғәйепле булмаһаҡ ҡына яҡлаша ине, ә атайым ниндәй генә осраҡта ла беҙгә
һүҙ тейҙертмәне. “Аталы бала —

Һеңлеләрем Зәйтүнә менән

Гөлнәзирә уҡытыусы һөнәрен һайланы. Икеһе лә күрше Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылына
тормошҡа сығып, береһе — дүрт, икенсеһе өс балаға ғүмер бирҙе, хәҙер
инде кейәүҙәрем менән олатай-өләсәй булып, хаҡлы ялға сыҡтылар. Зәйтүнә —
“Рәсәйҙең маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре”, “Башҡортостандың мәғариф отличнигы”,
Гөлнәзирә “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исемдәренә лайыҡ булды.
Гөлнәзирә әле лә мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта. Икеһе лә
ауылдың “Ағинәйҙәр” төркөмө һәм “Әхирәттәр” фольклор ансамбленең әүҙем
ағзалары, ауылда ихтирамлы педагог-ветерандар.

Әхтәр ҡустым егерме биш кенә йәшендә фажиғәле

вафат булды. Улы Димдең дә, ҡатыны Ғәтифә килендең дә ғаиләләре менән
туғандарса аралашабыҙ. Дим Мәләүез ҡалаһынан Себер тарафтарына йөрөп эшләй,
беренсе класлы шофер, Бөрйән ҡыҙы Гөлсөм килен менән ике ҡыҙ үҫтерәләр.

Миннәт ҡустым, педагог һәм юрист белемдәре алып, пенсияға

сыҡҡансы райондың “Ҡыҙыл” совхозында төрлө кимәлдәге етәксе вазифалар башҡарҙы.
Әлфирә килен менән ул һәм ике ҡыҙ үҫтерҙеләр, хәҙер инде үҙҙәре олатай-өләсәй
дәрәжәһендә. Өлкән улы менән килене, кесе ҡыҙы менән кейәүе хоҡуҡ һаҡлау
органдарында хеҙмәт итә. Уртансы ҡыҙы иҡтисадсы-финансист һөнәре алып, Стәрлетамаҡ ҡалаһында банкта эшләй. Әхәт
ҡустым, беҙҙең, туғандарының бәхетенә, ауылда ҡалды. Атай нигеҙен һыуытмай,
бәләкәсәйә барған ауылдың бер терәге булып,
мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырап, баҡса үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәр ҡарашып, Минзәлә
килен менән гөрләтеп донъя көтә.

Һәр яҡлап талантлы, йыр-моңға маһир, гармунсы, шиғыр-хикәйәләр яҙыусы,

дизайнер-төҙөүсе, затлы мебелдәр оҫтаһы Фәрит ҡустыбыҙға, йәш сағында ҡыйыш юлдан китеп, ауыр яҙмыш насип булды. Донъяһы түңәрәкләнеп,
дәртләнеп кенә йәшәй башлағанда, ҡырҡ туғыҙ ғына йәшендә, йөрәк өйәнәгенән
ҡапыл фанилыҡтан китеп барҙы. Ауыр тупрағы еңел, гүрҙәре яҡты булһын! Үҙенә

Өлкән апай булараҡ, атай-әсәйемдең тәрбиәһе

инде, туғандарымдың тормошо, көнитмеше, ғаиләләре өсөн ғүмер буйы яуаплылыҡ
тойоп йәшәйем. Шөкөр, үҙҙәре лә беҙгә “апай, еҙнә” тип өҙөлөп торалар. Олораҡ мәшәҡәттәребеҙҙе йүгереп йөрөп күтәрешәләр,
рухташтарбыҙ. Аҙнаһына бер нисә тапҡыр хәл белешеп, мөмкин булғанда осрашып
торабыҙ. Шулай уҡ атай-әсәйебеҙҙән
күскән күңел күтәренкелеге, ауыр саҡтарҙа мәҡәл-әйтемдәргә, йор һүҙҙәргә
таянып, тормоштоң һәм кешеләрҙең яҡты, яҡшы яҡтарын күреп, бәлә-ҡазаларҙы тирә-яҡтағыларҙы борсомаҫҡа тырышып
үткәреп ебәрә белеү, аҡ өмөттәр менән алға ҡарарға, маҡсаттарға ирешеп, йәм табып йәшәргә булышлыҡ итәлер беҙгә.

Ҡан хәтере тигән төшөнсәгә лә ышанам мин.

Юғиһә, йөҙәр-меңәр йыл элек йәшәгән нәҫелдәштәрҙе ДНК аша билдәләп булмаҫ ине.
Бына атайымдың атаһы Миңлеғол да, ҡартатаһы Байғужа ла батшаның драгун
армияһында егерме бишәр йыл хеҙмәт иткән. Мыҡты кәүҙәле, һомғол буйлы етмеш биш
йәшлек ҡарттың, шпорлы итектәрен сыңлатып, иңенә таҫтамалын һалып,
көн дә таң менән Димгә һыу инергә төшөүен өлкәнерәк ауыл әбейҙәре мин иҫ
белгәндә лә һоҡланып хәтерләй ине. “Рабиға апайым ун биш-ун ете йәштәрендә
үксәле ҡыҙыл күн итектәре менән, көскә атлап, көйәнтәләп Дим мәкеһенән һыу ташый
ине”, — тип апаһын йәлләп һөйләгәне иҫтә атайымдың.

“Ҡупшыҡай булғандыр шул әбейем. Бәләкәй генә ауылда, буран, һыуыҡ тимәй,

бөтә тиҫтерҙәре кейгән йылыҡай быйманы һанға һуҡмайынса, үксәле итек кейеп һыуға йөрөмәҫ ине”, — тип
уйлап ҡуя торғайным. Пенсияны мул алғандыр ҡарт батша һалдаты, шуға ла ғаиләһе иркен йәшәгәндер. Тыныс тормошта
ла тик ятмаған Миңлеғол Юнысов, революцияға тиклем ит менән һатыу иткән.
“Мясник-купец” тип йөрөткәндәр уны.
1941 — 1942 йылдарҙа беҙҙең һалдаттарҙың сигенеүен ишетеп: “И-их, һуғыша
белмәйҙәр шул хәҙерге йәштәр, ни беҙҙең һымаҡ тәжрибәле һалдаттарҙы алмайҙар”,
— тип
яндырайланыуын хәтерләй ине һуғыш осоронда һикһәнде үткән ҡайныһын тәрбиәләгән
әсәйем.

Ҡартатайымдың ғына түгел, уның уландарының да,

ейәндәренең дә ҡушаматы “Драгун” булды. Минең улдарым Юнысов булмаһа ла, ҡан шауҡымы барҙыр инде: Артурым булмышы менән
“яугир” бит. Ә Урал — тыумыштан тип әйтерлек
сәнғәт кешеһе. Ярты йәштә беҙ йырлаған, атаһы мандолинала уйнаған көйҙәрҙе
теп-теүәл ҡабатлап, кешеләрҙе аптырата ине. Артур ҙа йыр-моң ярата, гитара
курстарында уҡыны, ҡурайҙа уйнарға өйрәнде, арыу ғына йырлай ҙа торғайны
йәшерәк сағында. Ашин Искәндәров ҡушаматы аҫтында Өфөнөң ҙур мәҙәниәт
һарайҙарында сығыш яһаны,
90-сы йылдар башында, ансамблгә ҡушылып, ике-өс дәртле генә башҡорт халыҡ йырын Мәскәүҙең
Колонналар залында ла йырлап ҡайтты. “Суҡ муйыл” тигәненә шул йылдарҙа бик матур клип
төшөрөп, Мәскәү телевидениеһы аша
ла күрһәттеләр. заманында
йырҙарынан үҙебеҙҙә видеотаҫма ла сығарҙы. Шуға ла йыр өсөн яҙылған
шиғырҙарымды иң тәүҙә талапсан тәнҡитселәремә — улдарыма күрһәтәм. Әсәйем сығарған “Әбеш ауылы” йырын
“Урал моңо” Халыҡ-ара фестивалендә улдарым икәүләп башҡарҙы. Улар был сарала
ҡунаҡ сифатында ҡатнашҡайны. Әсәйемдең атаһы Сафа ҡартатайымдың үҙе скрипка
яһап уйнағанын да беләләр. Әсәйемдең йырҙарын, батырҙар тураһында, ер-һыу атамаларына бәйле легендаларын тыңларға яраттылар. Әсәйем минән яңы шиғырҙарымды
уҡытыр ине. Иҫән сағында ижади кисәләремдән дә ҡалманы: Өфөлә уҙғарылғандарына,
ашҡынып, көн элгәре килеп етер ине. Үҙенә арналған йырҙарҙы, шиғырҙарҙы
ҡыуанысы йөҙөнә сығып тыңлай торғайны. Әсә темаһы — шиғырҙарымда ғүмерлек. Быға үҙемдең дә
әсә булыуым, “Башҡортостан ҡыҙы”нда егерме биш йыл эшләүем, ҡатын-ҡыҙҙар
ойошмалары эшендә әүҙем ҡатнашыуым да сәбәпселер, тип уйлайым. Йылдар үткән
һайын нығыраҡ һағындыра, күңелемдә юғарыраҡ баһалана
ғәзиземдең аҡылы, тәрбиәүи алымдары. Әсәйем иҫтәлегенә шиғырҙарымдың ҡайһы бер
юлдарын яҙып үтәйем әле.

...Булһын һәр саҡ кешеләргә

Саф күңелең, асыҡ йөҙөң.

Йәнгә уҡтай ҡаҙалмаһын

Бәреп әйткән тура һүҙең.

Кеше кешенән кәм түгел,

Шуны, балам, һис онотма.

Йөрәгеңдә бер кемгә лә

Ғүмер буйы кенә тотма!

(“Әсәм

һүҙҙәре”)

* * *

...Донъяларым — ҡара болот,

Күңелемдә — әсе төтөн.

Тыуған йортом йылыһына

Хәҙер минең бар өмөтөм.

...Әсәкәйем мине күрмәй,

Гөбөрләтеп һыйыр һауа.

Һөт еҫенән аңҡый һауа —

Йәнгә дауа.

(“Әсәкәйем

һыйыр һауа”)

* * *

...Ҡайһы балаң — ауылдарҙа,

Ҡайһылары — ҡалала.

“Тиҙ ярҙам” инең бит, әсәй,

Беҙгә, ете балаңа.

Ҡош телдәрен аңлай белгән

Әсәм йәне — күктәрҙә.

Ул әле лә барлай кеүек

Беҙҙең хәлде иң тәүҙә.

(“Аңлай

ине ҡоштар телен”)

* * *

...Йән аямай ҡурсалаусы

Изге йән — әсәй бит ул.

Шуға үҙе лә үлемһеҙ —

Балалары яҙмышында

Әсәй ҙә йәшәй бит ул.

(“Ғүмерлек

ҡурсалаусы”)

Атайыма арнап яҙған йырҙарым, шиғырҙарым да

бар. Ул бигерәк тә халыҡ йырҙарын яратты. Фәриҙә Ҡудашеваның, Мәғәфүр
Хисмәтуллиндың тауыштарына ғашиҡ ине. Уларҙың пластинкаларын магнитофонға
ҡабат-ҡабат ҡуйып тыңлай торғайны. Армиянан ҡайтҡан ҡустыларынан, аҙаҡ
улдарынан ҡалған
хәрби гимнастерка кейеп, хәрбиҙәрсә төҙ,
килешле атлап йөрөгәне өсөн, бәлки, “Драгун” ҡушаматын да хәтерләптер, “Генерал” тип йөрөттөләр уны
ауылда. Атайым асыуланманы. Ул кешеләрҙе иң элек изгелекле, кәрәкле эштәре буйынса ғына баһаланы: колхозсы менән
эшселәрҙе лә, түрәләрҙе лә, яҡындарын да. Ул эшләп йөрөгәндә, үҙе иғтибар
итмәһә лә, беҙ, өлкәнерәк балалар,
ултырып тороуҙы килештермәй инек. Ҡыҫҡа күлдәк кейеү, сәс ялбыратып йөрөү,
биҙәнеү-төҙәнеү, кеше һөйләү ғаилә башлығы тарафынан хупланманы. Күңеле
килгәндә әсәйемә “малинам” тип кенә өндәшә торғайны. Бер-береһен һүҙһеҙ ҙә
аңлаған пар ине яҡындарым. Әле лә улар беҙҙе ҡурсалап, уңыштарыбыҙға шатланып,
борсолған саҡтарҙа ярҙам итеп, нисек йәшәгәнебеҙҙе күҙәтеп тораларҙыр һымаҡ.

Тыуған тупраҡ, тыуған ер тойғоһо кешегә әсә һөтө, ата-әсәнең

яғымлы тауышы, ихлас яратыуы менән дә инәлер,
моғайын. Әлеге лә баяғы ҡан хәтерен дә оноторға ярамай. Сит кешеләрҙә оҙағыраҡ
торһа, бала ла өйгә ҡайтайыҡ, тип үрһәләнә башлай. Өс-дүрт йәштәр тирәһе
булдымы икән, мине өс саҡрым алыҫлыҡтағы күрше Тәүәтәй ауылында йәшәүсе Рабиға
әбейемдәрҙә ҡалдырып киттеләр. Ике көнләп торғанмындыр, эй, һағындым бит
өйөбөҙҙө, ата-әсәйемде, һеңлемде, өлкәнерәк апайҙарға эйәреп барып һыу инә
торған Димде... Һары һағыштарға батып, күҙенән йәш сөбөрҙәгән ҡунаҡ ҡыҙын нисек
йыуатырға белмәйҙәр. Үҙебеҙҙә самалап ҡына сәй өҫтәленә ҡуйыла торған
тәм-томдар һауыты менән алдымда тора: әйләнеп тә ҡарамайым, ҡайтам, тип
сәбәләнәм. “Кемде шул тиклем һағындың?” — тип
бәйләнәләр. Аптырағас: “Димдә һыу ингем килә”, — тим.
Дим буйына алып китте әбейем. “Был беҙҙең Дим түгел бит!” — тип ярһып илай башланым. Аптырағас, йәйәүләтеп килтереп ҡуйҙы Һарышҡа. Өйөбөҙҙө күргәс тә әллә ниндәй әйтеп
аңлата алмаҫлыҡ рәхәт, наҙлы хистәр тулды кескәй күңелемә. Ишек алдына кейеҙ,
аҫалы балаҫ йәйеп, ата-әсәйем аш ашап ултыра, яндарында һеңлем бәпкә ҡыуып
йөрөй. Ҡыуанысым тамағыма тығылып, һүҙ ҙә әйтә алмай баҫып торғаным хатта әле
лә хәтерҙә. Бала саҡтың бер матур мәле булып күңелдә тороп ҡалған. Тәүге шиғри
тойғолар, бәлки, шул минутта яралғандыр йөрәгемдә. Аҙаҡ ҡайҙа ғына
йөрөһәм дә, әллә ниндәй һоҡланғыс ҡалалар, ҡыҙыҡлы илдәр, күркәм ер-һыуҙар
күрергә тура килһә лә, һәр ваҡыт кесе илкәйемде һағынып, ерһеп ҡайттым. Тыуған
яҡтың һауаһы ла, сәскәләре лә, йылғаһы ла, ай-йондоҙҙары ла бигерәк яҡын,
үҙемдеке, тип ҡабул ителә шул. Туғандар, яҡташтар хаҡында әйтеп тә тормайым.
Мине кескәй саҡтан белгән, яратҡан, аңлаған, изгелек теләгән ҡәҙерле
кешеләремдән дә ғәзизерәк кем булыуы мөмкин?!

Тыуған төбәгем менән бер ҡасан да бәйләнешемде

өҙмәнем. Уҡыусы-студент саҡтарҙа ла, аҙаҡ кейәү, балалар эйәртеп тә, рәсми
ҡунаҡ сифатында ла, депутат булараҡ ярҙам ҡулы һуҙайым, тип тә ҡайттым
Әлшәйемә, Һарышыма. Уларҙың уңыштарын да, хафаларын да үҙемдекеләй ҡабул итеп
өйрәнгәнмен. Тыуған яҡтарым — нурлы-моңло илһам шишмәм
минең. Тәүге бала саҡ шиғырҙарымдан башлап әлегеләренә тиклем ошо сығанаҡтан
илһам алып яҙылған. Шуға ла тәбиғи: ижадымдың күпселек өлөшө үҙ атайсалыма
арналған. Тыуған ерҙең тартыу
көсө булмаһа:

Был тойғо — ҡәҙерле, саф, йылы,

Был тойғо — иң дәртле, иң моңло,

Был тойғо — бейетә, йырлата,

Был тойғо — көлдөрә, илата,

Был тойғо — йөрәктә таң атыу,

Был тойғо — иң изге яратыу,

Тыуған яғыңа әйләнеп ҡайтыу,

тигән юлдарҙы яҙа алыр

инемме ни?!

“Донъя ла, заман да, ауыл да үҙгәрә”

— Ауылығыҙ һеҙ үҫкән осорҙағынан айырыламы?

— Әлбиттә, айырыла. Бөтә донъя, беҙҙең тормош — бөтәһе лә хәрәкәттә. Ауыл да

бит — йәшәйештең бер күҙәнәге. Ул да үҙгәрергә,
ҡайһылары ҡартайырға ла тейештер, күрәһең. Бәләкәй ауылдарҙың бөтөүгә табан
барыуы Рәсәй төбәктәрендә генә түгел, бүтән илдәрҙә лә күҙәтелә. Һарыш та,
ҡыҙғанысҡа ҡаршы, заман талаптарына буйһона. Ауылда башланғыс мәктәпте
тамамлап, колхоз үҙәгендә, Себенле һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә белем алдыҡ, һәр
класта 15—20 уҡыусы
ине. 1970—2015 йылдарҙа унда урта мәктәп булды. Хәҙер
Себенлелә лә башланғыс кластар ғына ҡалды, тирә-яҡтағы ете ауылдан йыйылған
унлап бала белем ала икән.

Әлеге

шарттарҙа беҙҙә бәләкәй ауылдарҙы һаҡлап ҡалып булыр инеме икән? Был һорауға
яуап биреүе бик ҡыйын. Совет осоронда ла бер саҡ бәләкәй ауылдарҙы ҙурҙарына
ҡушыу башланғайны. Йәмәғәтселек ҡаршы килгәнгәме,
мөмкинлек булманымы, был эшмәкәрлек оҙаҡламай туҡтатылды. Тик ул ваҡытта совет
заманы ине бит. Халыҡты бушлай фатир менән тәьмин итеү, тормош-көнкүрешен яйлау, юлдарға асфальт һалыу уның елкәһендә ине. Ҡулдан килгәнсе генә
эшләп, бер ҡайғыһыҙ йәшәрлек колхоз-совхоздар булды. Хәҙер халыҡтың йәшәү рәүеше лә икенсе, рухи һәм
матди талаптар һәр саҡта ла эргәләш ҡуйылмай, күбеһенсә ҡапма-ҡаршы көстәргә
әүерелә. Заманға ярашлы, балалар бәләкәйҙән ылыҡтырылырға тейешле компьютер
дәрестәрен, ысынлап та, һәр бәләкәй ауылда етерлек кимәлдә алып барып та булмайҙыр. Ауылда күңелгә
ятышлы эш юҡ, тип әйтеү ҙә дөрөҫлөккә тап килә. Йәй буйы
баҡсаларында картуф, сөгөлдөр, йәшелсә үҫтереүселәр ҙә уңыштарын һатып рәхәтен
күрә алмай, сөнки район үҙәктәрендә, ҡала эргәһе баҡсаларында ла үҫтерәләр
уларҙы. Етмәһә, ҡышын-йәйен баҙар тулы ситтән килтерелгән еләк-емеш. Мал,
ҡош-ҡорт аҫырайым тиһәң, бесәне, еме кәрәк. Уларын сабып, өйөп ҡуйыу, килтереү,
тарттырыу — машинаһыҙ, тракторһыҙ кешегә йырып сыҡҡыһыҙ проблемалар
сылбыры. Ә техниканы ниндәй аҡсаға алаһың да, улар өсөн һушты алырлыҡ һалымды
нисек түләйһең?! Көн дә таңдан тороп, һыйыр көтөп, йәй буйына бесән әҙерләп,
һөт һауып аҡса эшләр өсөн ике-өс ай әсемәҫлек итеп нимәләрҙер ҡушып яһалған
магазин һөтөнән байтаҡҡа арзаныраҡҡа тапшырырға тура килә. Ошондай ғәҙелһеҙлек
менән килешеп йәшәүе еңелме?

Ябай халыҡ үҙгәртә аламы бындай тормошто? Һәр хәлдә, яҡын йылдарҙа ғына — юҡ. Унан һуң, ни булырын,

беҙҙе ниндәй үҙгәрештәр көтөүен кем белә?! Ҡалала йәшәп: “Туғанҡайҙар, ауылдан
китмәгеҙ, йәшәгеҙ шунда түҙеп, һаҡлағыҙ телде, ата-бабаларҙан ҡалған йолаларҙы,
тыуһын тыуған төбәктә күберәк бала-саға”, — тип
кәңәш әйтеүе еңел ул. Ә бит һәр кемдең заманса көн күргеһе, балаларына тейешле
кимәлдә белем-тәрбиә биреп, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫтырғыһы килә. Һәр ауылда
мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡыҫҡартыла икән, улар нимә
эшләргә тейеш?! Эйе, теләйбеҙме, теләмәйбеҙме, ваҡ ауылдарҙан ситкә китәләр,
китәсәктәр. Алда әйткәнемсә, Башҡортостанда ғына түгел, бөтә илдә, донъяла бара
бит был процесс. Шулай ҙа телебеҙҙе, матбуғатыбыҙҙы, рухи ҡиммәттәребеҙҙе
һаҡлап ҡалыу өсөн ғаиләлә лә, хөкүмәт кимәлендә лә тейешле саралар күрелергә
тейеш, тип уйлайым.

Ҡайтҡан һайын тағы ла бер нәмә ғәжәпләндерә:

ауыл, кешеләр генә түгел, тәбиғәт тә йылдың-йылы үҙгәрә бара.
Мәҫәлән, үҫмер саҡта һыу инеп йөрөгән йылға һәм уның ярҙарын танырлыҡ та түгел
хәҙер. Хатта әрәмәлә шырлыҡ араһында өйкөм-өйкөм үҫкән ҡарағатлыҡтар ҙа юҡ.
Бешкән сағында биҙрәләп йыйып алып ҡайта торған турғай башы ҙурлығындағы
бөрлөгән шәлкемдәре ҡайҙа булып бөттө икән, аптыраш. Әрәмәлектәр бар, ләкин
емеш-еләк — исем өсөн генә. Халыҡ хәҙер үҙе баҡсала ла шәп үҫтерә, тип
үпкәләнеләрме икән әллә?! Һыуҙың да элеккесә ике-өс метрҙан төбө күренеп
тормай, балыҡтар ҙа аҙайғандан-аҙая. Һыуҙан сығып, йылыныр
өсөн күмелеп ята торған ҡом да әллә ҡайҙа булған. Яр буйҙарында ла ғәҙәттәге
һары, зәңгәр, аҡ сәскәләр, ҡуйы бәпкә үләне түгел, күберәк дегәнәк, ҡыҫҡа әрем
үҫә хәҙер. Ауыл осондағы үҙәнлектәге өс-дүрт күлдең икеһе генә ҡалған, улар ҙа

Бына шундай үҙгәрештәр. Һанай китһәң, тағы ла

миҫалдар килтерергә булыр ине әле. Шулай ҙа йәшәргә тырыша, ҡулдарынан
килгәнсә, йорт-ҡураларын матурлап нығыта, йыл да төрлө тематик байрамдар үткәрә
ауылдаштар, уларға ситтән
ошонда тыуып үҫкән яҡташтар ҡайта. Балалары башҡортса һөйләшә әле, ә инде
ейән-ейәнсәрҙәре “ҡартатай”, “нәнәй” тигән һүҙҙәрҙе әйтә алһа, ул туған телен
белгәнгә иҫәпләнеп, оло ҡәнәғәтлек кисерелә. Ни хәл итәһең, ул балаларҙың
тыуған төбәге Һарыш ауылы түгел бит инде. Күбеһе махсус һәм урта белемлеләр,
матурҙар, тырыштар. Эскелек тигән заман сирҙәренән
алыҫ торалар. Компьютер, интернет, скайп, электроника, иномарка, коттедж, дача
кеүек төшөнсәләр — көндәлек тормоштарында.
Тимәк, ситкә таралған ауылдаштарым да башҡа төбәктәрҙә, сит илдәрҙә йәшәүсе
замандаштарынан һис тә ҡалышмай.

Бер уйлаһаң, Һарышта йәшәп кенә төрлө-төрлө

йүнәлештәрҙә белем алып булыр инеме лә, улар был бәләкәй ауылда нимәгә кәрәк
булыр ине икән? Ҡайҙа ғүмер итһәләр ҙә, бәхетле булһындар, үҙ тамырҙарын онотмаһындар, тип
теләргә генә ҡала. Һарышта ғүмерлеккә төпләнеп йәшәүсе ауылдаштарыма
ауылыбыҙҙың ҡотон һаҡлағандары,
уның йәшәүен дауам иткәндәре өсөн рәхмәтлемен.

Август башында яҡташтарым минең етмеш йәшемде

ҡаршылап, оло сара — шиғриәт һәм йыр-моң байрамы уҙғарҙы. Сарала
ҡатнашыусылар матурлап эшләнгән ялан сәхнәһенән шиғырҙарымды яттан һөйләне, тиҫтәләрсә өлкән һәм кескәй яҡташтарым күмәкләп
тә, икешәр-өсәрләп тә, яңғыҙ башҡарыуҙа ла йырҙарымды яңғыратты. Уйын-көлкө,
йыр-бейеүҙән Дим буйҙары гөрләп, махсус яһалған оҙон өҫтәлдәр ауылдаштарым
әҙерләп алып килгән һый-хөрмәттән һығылып торҙо. Яҡташтарыңдың һағынып көтөп
алыуынан да оло бәхеттең булыуы мөмкинме?! Район етәкселегенә лә рәхмәтлемен. Ситтә йәшәп ижад
иткән мәҙәниәт, фән, сәнғәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә һәр саҡ иғтибарлы,
ихтирамлы улар. Ун йыл буйы “Әлшәй районының почетлы гражданы” исемен йөрөтөүем
миңә тағы ла нығыраҡ яуаплылыҡ өҫтәй. “Эшләһәң, йәшәргә була”, — ти яҡташтарым алдағы көндәргә өмөт менән ҡарап. Ә минең күңелдә ошондай
ҙа тулҡынландырғыс осрашыуҙан һуң яңы шиғыр яралды:

Яҡташтарыма

Яҙмыш ситкә алып китте

Өйөрөлдөрөп тыуған яҡтан,

Тик тамырҙар тоташҡан бит —

Йөрәктәргә сабый саҡтан.

Төйәгебеҙ тарта беҙҙе,

Һаман йәшәү һуты бирә.

Илһам, һағыш, бәхет булып,

Һөйөндөрә, сәмләндерә.

Атайсалда шулай инде:

Ҡайһы яҡташ, ҡайһы туған.

Ярай әле, һеҙ барһығыҙ

Яҡын итеп көтөп торған.

Рәхмәт һеҙгә, һаҡлайһығыҙ

Тыуған ерҙең утын, ҡотон.

Һәр беребеҙ ҡайта ала,

Минеке, тип тыуған йортон.

Рәхмәт һеҙгә, ил-көн йөгөн

Иңгә һалып тартыусылар.

Һеҙ бар саҡта илле, ерле

Тыуған яҡҡа ҡайтыусылар.

“Илһам осҡоно төштө йөрәгемә”

— Һеҙ ниндәй уҡыусы

булдығыҙ? Ниндәй фәндәр айырыуса оҡшай ине? Үҫкәс кем булырға хыялландығыҙ?

— Бөтә кешеләргә лә ышаныс һәм

ихласлыҡ менән баҡҡан саф күңелле, бер ҡатлы ябай ҡыҙыҡай булдым. Совет илендә
һәр кем изгелекле, тырыш, һәйбәттер, башҡаларға хөсөтлө, яуыз уйлылар булһа ла,
бик аҙҙыр, тип уйлай инем. Ата-әсәм: “Яҡшы уҡыған, намыҫлы булған, уңған
кешеләр генә теләгенә, маҡсатына ирешә ала”, — тип өйрәтте. Шуға ла тырыштым, “дүртле”, “бишле” билдәләренә
генә өлгәштем. Рәсем, геометрия, һыҙма дәрестәренән “өслө”ләр алғылаһам да,
сиреккә сыҡманы. Иң яратҡан дәрестәрем, әлбиттә, башҡорт, рус әҙәбиәте, тарих,
география булды. Физкультураны көтөп ала инем. Бөтә эшкә лә сәмләнеп тотондом,
килеп сыҡмаған саҡтарҙа кешегә күрһәтмәй генә илай-илай теләгемә өлгәшә инем.
“Кешенән кәм йәшәмәгеҙ”, — ти ине атайым. Был һүҙҙәр беҙгә, балаларына, девиз
һымаҡ ҡабул ителде. Бер нәмәлә лә иптәштәремдән ҡалышҡым килмәне. Уңыштарым
менән яҡын-тирәләгеләрҙе аптыратырға ла яраттым. Мәҫәлән, физкультура
дәрестәрендә тиҫтерҙәрем араһында иң шәп йүгереүсе, саңғыла йөрөүсе, бау буйлап
өҫкә үрмәләүсе, алыҫҡараҡ һикереүсе булдым. Юғары кластарҙа район, республика
ярыштарында ҡатнашып, өлкәндәр араһында өсөнсө разрядҡа лайыҡ булдым. Район
үҙәгендәге пионерҙар слетында күреп ҡайтҡан акробатика номерҙарын, йән аямай үҙ
алдыма өйрәнеп, уҡыусыларҙы ғына түгел,
уҡытыусыларҙы ла шаҡ ҡатырғаным иҫтә. Алтынсы кластан шиғырҙарым “Башҡортостан
пионеры”, “Пионер” журналы, район гәзите биттәрендә баҫылып сыға башланы.
Сценарийын үҙем төҙөп,
тиҫтерҙәремде генә түгел, өлкән класс уҡыусыларын да саҡырып, утыҙ-ҡырҡ
номерҙан торған концерт менән ауылыбыҙҙа ла, ситтә лә концерттар ҡуя торғайныҡ.
Режиссеры менән алып барыусыһы, әлбиттә, үҙем инде. Клуб мөдирҙәре менән нисек
һөйләшеп, ҡайһылай итеп зал тулы кеше йыя алғанбыҙҙыр, нисек үҙҙәренән өс-дүрт
йәшкә кесерәк баланың тәҡдимен кире ҡаҡмағандыр сарала ҡатнашыусылар — әле шуға ғәжәпләнәм.

Мин ете бала үҫкән ғаиләлә — өлкән

апай. Шуға ла бәләкәйҙән үк йорт-баҡса эштәрендә төптән егелеп ҡатнашырға тура килде. Алтынсы кластан һуң
йәйге каникулда колхоз эшенә, сөгөлдөр, картуф, көнбағыш утарға, иген
таҙартырға, бесән йыйырға йөрөнөк. Мәктәп кәрәк-ярағына етерлек аҡса эшләгән
саҡтарыбыҙ ҙа булды. Ул саҡта хеҙмәт көнөнә аҡса ла түләй башлағайнылар.

Дәрестә алған яҡшы билдәм, өйрәнгән һәр эшем

киләсәктә илгә кәрәкле кеше булып үҫергә ярҙам итәсәк, тип ихлас хыял итә инем.
Ғаилә, мәктәп, ауылдаштарыбыҙ, уҡыған китаптарыбыҙҙың геройҙары тәрбиәһе беҙҙе
яҡты киләсәкле өлкәндәр тормошона әйҙәне. Артыҡ ышанып барыуым, бер ҡатлылығым
төрлө көлкөлө (хәҙерге күҙлектән ҡарағанда) хәлдәргә лә тарытты инде, тик артыҡ
зыян килтермәне. Кешеләр ул осорҙа, ысынлап та, изгелеклерәк, илһөйәрерәк
булғандыр, тим. “Бала саҡ хәтирәләре” тигән иҫтәлектәр шәлкемем быйылғы “Ағиҙел” журналының
өсөнсө-алтынсы һандарында донъя күрҙе. Уларҙы яҙаһы ла яҙаһы әле.

Шиғыр ятларға яраттым. Уҡырға бирелгәндәрен дә

тасуири итеп яттан һөйләп йөрөнөм. Колхоз радиоузелынан “Шиғри минуттар” алып
барып, ете ауылға таныш артисткаға әйләндем. Был шөғөлдәремдең һәр береһе,
ысынлап та, өлкән тормошомда ҙур роль уйнағандыр, тим. Бәлиғ булғас, кеше менән
аралашҡанда, радио һәм телевидение тапшырыуҙарында ҡатнашҡанда үҙеңде тәбиғи
тоторға, ниндәй хәлдә лә юғалып ҡалмаҫҡа, ҡаушамаҫҡа өйрәткәндер улар. Мәктәп
сараларында әүҙем ҡатнашыуым мөхәррир-журналист, төрлө кимәлдәге депутатлыҡ
эшмәкәрлегендәге юлымда тәүге баҫҡыстар булып торғандыр, бәлки.

Ә инде һөнәр һайлауға килгәндә... Бала саҡ,

үҫмерлектең хыялдары үҙгәреп тора бит: уҡытыусы ла, актриса ла булғым килде,
хатта офицерлыҡ та оҡшай ине. Быныһы ул йылдарҙағы һуғыш киноларының тәьҫире
булғандыр. Шиғырҙарым, әкиәт һәм мәҡәләләрем гәзиттәрҙә донъя күрә башлағас та
журналист йә яҙыусы булыу уйы башҡа килмәй ине әле. Сөнки ижад кешеләре ир-ат
образында күҙ алдына килтерелде. Үҙебеҙ әҫәрҙәрен яратып уҡыған Зәйнәб Биишева,
Фәүзиә Рәхимғолова апайҙар ғәҙәти булмаған бәхетле күренеш итеп ҡабул ителде.
Мәктәптә уҡығанда Һәҙиә Дәүләтшинаның әҫәрҙәре тыйылғайны. Ә инде ҡатын-ҡыҙ
журналистар мин 1973 йылда Матбуғат йортонда эшләй башлағанда ла редакция һайын
берәр генә бөртөк ине, “Башҡортостан ҡыҙы”нан башҡа, әлбиттә.

...Раевка башҡорт урта мәктәбенең 9-сы класында уҡып йөрөгәндә беҙгә Башҡорт дәүләт университетының

филология факультетында белем алыусы бер төркөм студент-шағирҙар, яҙыусылар
практикаға килде. Улар шиғыр кисәләре лә ойошторҙо. Йәш шағирә, тип, минән дә шиғыр уҡыттылар. Бер дәфтәр шиғырымды яҡташым
Рәшит Шәкүр ағай Өфөгә алып ҡайтып китте. Ул “Совет Башҡортостаны” (хәҙерге
“Башҡортостан”) гәзитендә эшләп тә йөрөй икән. Бер аҙҙан, йәш булһа ла, ул саҡта уҡ күренекле шағир Рәми Ғариповтан
нурлы-моңло, күңелдә илһам уты тоҡандырырлыҡ хат килеп төштө. Уны мин тулыһынса
тиерлек килтерергә теләйем. Сөнки ул Рәми ағайҙың әле үҙе бер ҙә күрмәгән үҫмер
ҡыҙыҡайҙы, тәжрибәле
әҙип булараҡ, ижад юлына саҡырыуы, уға баһалап
бөткөһөҙ иғтибар, ышаныс күрһәтеү өлгөһө бит. Рәми ағай бик күптәргә, бигерәк
тә йәштәргә, әҙәбиәткә килеүҙә ҙур рухи ярҙам күрһәтте. Аралашҡанда ла ябай
әңгәмәләш, хәстәрлекле ҡәләмдәш булды. Әҙәбиәттең киләсәк яҙмышы өсөн үҙен
шәхсән яуаплы тойоп йәшәне. Бына уның тәүге (һәм һуңғыһы ла) хаты:

“Гөлфиә!

Шиғырҙарыңды һаман баҫтырып сығара

алманыҡ әле. Сығырҙар, бер аҙ сабыр ит, йәме.

Беҙҙең поэзияға тағы бер ышаныслы,

үҙенсәлекле, фекерле шағирә килә — ул һин, Гөлфиә. Һинең үҙ
йондоҙоң бар. Йондоҙло булып тыуғанһың, өләсәйеңә, әсәйеңә һәм ер-әсәкәйгә,
халҡыбыҙҙың шиғри тәбиғәтенә рәхмәт.

Башҡорт шиғыры йәшәр әле, йәшәр!

Йәшәтеүселәре уның тағы ла ишәйһен. Туҡтама, эҙлән һәм иң мөһиме — маһайма! Маһайған кеше үҫмәй, кире сүгә башлай.

Һине маҡтарҙар — һаҡ бул! Әле бик күп эшләргә кәрәк! Халҡыбыҙ рухын

башҡа халыҡтарға ла танытырлыҡ булыр өсөн әле беҙҙә бик күп нәмә эшләнмәгән.
Һиңә лә эш етерлек булыр.

Үҙеңде һәр саҡ шул бурыс алдында яуаплы

той, Гөлфиә туғаным.

Хәйерле юл һиңә!

Теләгем шул ғына. Һинең барлығыңа

һөйөнөп, сәләм менән Рәми ағайың.

14/VII-65.”

Күп тә үтмәй, Рәшит ағайҙың: “Таныш булығыҙ, яңы исем: Гөлфиә

Юнысова” тигән баш һүҙе һәм минең
фото менән һигеҙ шиғырҙан торған шиғри шәлкемем баҫылып сыҡты. Уҡыусы бала өсөн
көтөлмәгән бәхет ине ул. Шулай итеп, өс ваҡиға: студент-шағир ағайҙарҙың үҙҙәре
уҡыған Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға саҡырыуы,
Рәми ағайҙың ҡанатландырғыс хаты һәм “Совет Башҡортостаны”нда уҡыусыларҙың
иғтибарын йәлеп итерлек итеп баҫтырылған шиғри шәлкемем башҡа вуздар һайлау
мөмкинлеген ҡалдырманы. “Бары тик БДУ-ға
барам!” — тип хәл
иттем дә, ныҡлап әҙерләнә башланым. Ата-әсәйем дә, уҡытыусыларым да был

Уҡырға ингән йәйҙә унынсы, ун беренсе кластар

бер йылда мәктәп тамамлағанлыҡтан, конкурс ҙур булды: мин барған башҡорт-рус бүлегендә бер урынға
һигеҙ абитуриент дәғүә итте. Әле уйлайым да, ғәжәпләнеп ҡуям: имтихандарымды тейешле кимәлдә
бирә алмай ҡуйһам, ҡайҙа барырмын икән, тигән хәүеф башыма ла инеп сыҡманы
хатта. Ә бит беҙҙең арала льгота менән файҙаланыусыларҙан отличниктар ҙа,
армиянан ҡайтҡан егеттәр ҙә, педучилище дипломы менән килеүселәр ҙә, стажлылар
ҙа бар ине. Ҡайҙан килгәндер ундай дыуамал ҡыйыулыҡ, үҙ-үҙеңә ышанғанлыҡ?!

— Студент йылдарынан ниндәй хәтирәләр иҫкә төшә?

— Сентябрҙә, ғәҙәт буйынса, уҡырға ингәндәрҙе райондарға

колхозсыларға уңыш йыйыуҙа ярҙам итергә оҙаттылар. Беҙҙең төркөм Күмертау
районына юлланды. Шунда шиғырҙарын ҡыҙыҡһынып уҡып барған Рәмзилә Хисаметдинова,
Таңһылыу Ҡарамышева, буласаҡ журналист Юлай Кәримов, Вил Ишмырҙин (һәләтле
Әбйәлил егете, йәшләй вафат булды) һәм башҡалар менән яҡындан таныштыҡ та инде.
Көнө буйына баҫыуҙа эшләйбеҙ, кистәрен ауылдарҙа концерт ҡуябыҙ, ундай саралар
булмағанда яңы шиғырҙар яҙабыҙ, төркөмдәштәребеҙгә уҡыйбыҙ. Өфөгә ҡайтҡас, бик күп йәш
әҙиптәрҙе илһам ҡанаттарында шиғри күктә осорға өйрәткән “Шоңҡар” әҙәби-ижад
түңәрәгенең әүҙем ағзалары булып киттек. Унда шиғырҙарҙы һәм
башҡа жанрҙарҙа яҙылған
тәүге әҫәрҙәрҙе тикшерҙек. Эшсе йәштәр ятаҡтарында, Өфө вуздарында әҙәби
кисәләр уҙғарҙыҡ. бындай саралар
йылына ике-өс тапҡыр университеттың ҙур залында ла гөрләп үтә торғайны. Уларға
өлкән ҡәләмдәштәребеҙ ҙә саҡырыла. Ғәҙәттә, зал туп-тулы була, профессиональ
яҙыусылар йәштәрҙең ижады менән таныша, йәштәр Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рәми
Ғарипов, Рафаэль Сафин, Шәриф Бикҡол, Абдулхаҡ Игебаев, Әнғәм Атнабаев, Рауил
Бикбаев, Тимер Йосопов, Марат Кәримов, Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә
Рәхимғолова, Сафуан Әлибаев һәм башҡа студенттар яратып өлгөргән шағирҙарҙың
фәһемле һүҙҙәрен, кәңәш-теләктәрен тыңлай, үҙҙәре лә сәхнәнән халыҡ менән
аралашырға өйрәнә. Ҡазан студент-шағирҙары менән танышып, бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа
йөрөнөк, ижади кисәләрҙә, республика байрамдарында ҡатнаштыҡ. Хәсән Туфан менән
уның өйөндә осрашыу, Гөлшат Зәйнәшева, Ләбибә Иҡсанова, Ғариф Ахунов, Рауил
Фәйзуллин һымаҡ күренекле шағир-яҙыусылар менән тулҡынландырғыс танышыуҙар,
Ғабдулла Туҡай, Максим Горький, Федор Шаляпиндарҙың музейҙарында һәм тағы ла
бик күп иҫтәлекле урындарҙа булыу матур хәтирәләр булып күңелдәрҙә һаҡлана. Был
сараларҙы үҙҙәре лә беҙҙең шиғыр кисәһендә ҡатнашып, аҙаҡ Өфө менән танышып
йөрөгән студент ҡәләмдәштәребеҙ, аҙаҡ күренекле әҙиптәр, журналистар, ғалимдар
булып киткән Зөлфәт, Зирәк, Рәшит Йәғәфәров, Шаһинур Мостафиндар
ойошторғайны.

Университетта ла һәйбәт кенә уҡыным мин:

стипендиянан ҡалманым. Шиғыр яҙыуҙан туҡтаманым, редакцияларҙа эшләгән
журналист ағайҙар мәҡәлә яҙырға ла заказдар бирә торғайны. Ҡәләме шымарһын,
матди ярҙам да булһын, тип хәстәрләгәндәрҙер. Телевизион шиғыр фестивалендә
ҡатнашып, лауреат исемен алыуым күңелде тағы ла күтәреп ебәрҙе. БДУ-ла, баш ҡалала уҙғарылған спорт
ярыштарында ҡатнаштым. Композитор, режиссер Шамил Ҡолбарисов етәкләгән театр
студияһында шөғөлләнеп, төп ролдәрҙә уйнап йөрөнөм. Хәй Вәхиттең “Беренсе
мөхәббәт” тигән пьесаһын сәхнәләштереп, уны телевидение аша ла ҡуйҙыҡ хатта. Ул
ваҡытта алдан яҙып алыу юҡ ине,
бөтәһе лә тура эфирҙа барҙы.

Икенсе курстың яҙында йәш яҙыусылар семинары

үткәрелде. Шунда әҫәрҙәрен дәрестәрҙә өйрәнгән Зәйнәб Биишева, Баязит Бикбай,
Әнүәр Бикчәнтәев, Ғилемдар Рамазанов, Шакир Янбаев, Яныбай Хамматов (семинарҙа
уның, йәш яҙыусы булараҡ,
“Бөртөкләп йыйыла алтын” тигән тәүге романы тикшерелде), Хәким Ғиләжев, Яҡуп
Ҡолмой, Сәғит Агиш, Ибраһим Абдуллин, Нәжип Асанбаев һәм башҡа арҙаҡлы өлкән
ҡәләмдәштәрем менән таныштым. Бер көн эсендә күпме тәьҫораттар! Етмәһә,
семинарҙа балалар өсөн яҙылған шиғырҙарым китап итеп сығарырға тәҡдим ителде.
Ун һигеҙ йәшлек студентка өсөн хыял етмәҫлек бәхет ҡошо ине был ваҡиға. Ул ике
йылдан “Миңә бары өс кенә” исеме менән донъя күрҙе, киләһе йыйынтыҡтарымды
сығарыуға юл асты.

“Саҡыр

ғына: мин осорға әҙер

Йәшлегебеҙ һалған юлдарҙан”

— Мирас ағай менән нисек

танышып, ҡасан өйләнештегеҙ?

— Икенсе

курстың башында бер төркөм студенттар армиянан ҡайтып төштө. Шуларҙың береһе беренсе курстан һуң армияға алынған икән. Сик һаҡсыһы булып өс йыл
хеҙмәт иткәс, Мирас уҡыуын дауам итергә булған. Тәжрибәле, өлкән ағай,
утты-һыуҙы кискән, тәртиптең ни икәнен белә, шунда уҡ уны комсорг итеп һайлап
ҡуйҙыҡ. Урамда осрашҡайныҡ, йәш шағирә, тип, кемдер таныштырғас, ҡыҙыҡһынып һөйләшеп торҙо ла
ятаҡҡа оҙатып ҡуйҙы, үҙе лә беҙ йәшәгән ҡатта урынлашҡан икән. Шул осрашыуҙан
һуң күҙҙән ысҡындырманы. Ә өйләнешеү — яҙмыш инде ул. Никах
күктә ярала, ти бит. 1968 йылдың 29 октябрендә әсәйемдәр никах уҡытты, 7
декабрҙә Карл Маркс урамының ҙур бер ашханаһында туйыбыҙ гөрләп үтте. Ике яҡлап
туғандарыбыҙҙан тыш, бер нисә уҡытыусыбыҙ ҙа килгәйне.

Киләһе йылдың 16 октябрендә Артур улыбыҙ

донъяға килде. дөйөм ятаҡта
йәшәп, уҡыуҙы дауам итергә булдыҡ. Баланы алып ҡайтҡандың икенсе көнөнән үк
алмашлап дәрестәргә йөрөй башланыҡ. Ул осор хаҡында китап яҙһаң, шарҡылдап
көлөрлөк тә, йәлләп иларлыҡ та, ғәжәпләнеп фәһем алырлыҡ та әҫәр булыр ине.
Улыбыҙҙы әхирәттәргә ҡалдырып, кино-театрҙарға ла йөрөнөк әле. Беҙҙең хәлде күпселек
уҡытыусылар белмәне лә. Яҙғы сессия башланғас, ете айлыҡ баланы ата-әсәйемә ҡалдырып,
имтихандарымды уңышлы тапшырҙым, стипендия алыу бәхетенә өлгәштем. Ауылдан килгән аҙыҡ-түлектән

Тәүге айҙарҙа китаптың гонорары ярап ҡалды,

профсоюз да күпмелер аҡса бүлде. Мирас уҡыуҙан һуң төрлө эштәрҙә эшләне. Унан
һуң радиоға эшкә төштө. Яҡшы уҡығас, дәрес ҡалдырыуҙарға иғтибар итмәнеләр.

— Университетты тамамлағас, ниңә Өфөлә генә ҡалмай, Сибайға юлландығыҙ?

— Беҙ Сибайға дүртенсе курста уҡ килдек. Тәүҙә Сибай

педучилищеһында практика үттек, Мирас бер ыңғай Урал аръяғы райондары буйынса
радионың үҙ хәбәрсеһе эшен дә алып барҙы.

Мине лә педучилищела рус теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы итеп эшкә ҡалдырҙылар. Һағынып та, ғәжәпләнеп тә хәтерләрлек осор
булды ул: педучилище тигәнде күреп тә белмәгән йәш балалы студентка утыҙар-утыҙ
бишәр сәғәт дәрес алып бара, етмәһә, үҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән практика
үтә, махсус программа буйынса БДУ-ның көндөҙгө бүлегендә уҡыуын дауам итә.

Йәш уҡытыусы булараҡ, уҡыу йортоноң

йәмәғәтселек эштәрендә лә ҡатнашырға тура килә. Ярай әле, балалар яслеһенең
оҙайтылған төркөмөнә йөрөүсе балаҡайым ауырыманы. Ҡышҡы осорҙа ике төркөмдәш
әхирәтем килде һәм, миңә диплом эше яҙырға бер аҙ мөмкинселек биреп, Артурҙы ҡарашты. Ул ваҡытта әле поездар юҡ,
автобустар ҙа йөрөмәй Өфөгә, аҙнаһына ике тапҡыр бәләкәй самолеттар ғына оса. Ул яҡтарҙағы ҡышҡы бурандарҙы
башҡа төбәктәрҙә күргән дә булманы. Ә миңә дәрескә йөрөмәгән килеш имтихандар
тапшырырға, диплом етәксеһе менән даими бәйләнеш тоторға кәрәк. Диплом темаһы
башҡорт балалар әҙәбиәте үҫеше хаҡында ине. Сибайҙа был темаға яҙылған ғилми,
фәнни хеҙмәттәр ҙә табырлыҡ түгел. Кеҫә телефоны, интернет тигән төшөнсәләр
хыялда ла юҡ. Ҡыҫҡаһы, йырып сыға алдыҡ бит: икебеҙ ҙә дипломды “бишле”гә
яҡланыҡ, яҡлау комиссияһы ағзалары тарафынан артабан аспирантурала уҡырға
кәрәк, тигән тәҡдимдәр әйтелде. Унан алда Яңы йыл алдынан ике
бүлмәле фатир алыуға өлгәшкәйнек. Әле лә күҙ алдында: Таусылар урамындағы биш ҡатлы яңы йорт
подъездарына бәхетле ғаиләләрҙең йорт йыһазы, кәрәк-яраҡтары тейәлгән йөк
машиналары килеп туҡтай, беҙ иһә китап, кейем-һалым һалынған ике бәләкәй сана

Бишенсе курсҡа бараһы

йәйҙә уҡырға урынлаштырып, тәрбиәләп йәшәтергә тип, ун алты йәшлек ҡустым менән
етеһе тулған һеңлемде лә эйәртеп ебәрҙеләр. Береһе педучилищеға инде, икенсеһен
аҙна һайын ялға алып ҡайтыу шарты менән интернат-мәктәпкә бирҙек. Бишенсе
курсты тамамлағанда “Зәңгәр тупҡайым” тигән ун ғына шиғырлы китабымды ҡулға
алып шатландым. Был осоробоҙ хаҡында ла ҡыҙыҡлы иҫтәлектәр китабы яҙып булыр
ине. Декрет ялында “Бәпембә” һәм “Тылсымлы бүләк” тигән ике йыйынтыҡ яҙып, улар
бер-бер артлы нәшриәттә
баҫылып сыҡты. Ул саҡта шиғыр китаптарына гонорарҙы өскә бүлеп, арыу ғына
түләйҙәр ине. Өй эсенә мебель-фәлән, йүнлерәк кейем-һалым алыуға иш янына ҡуш
булып ҡала торғайны.

Өфөгә күсеп килгәс, дүрт балалар китабым менән

СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алындым. Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә
иң йәш яҙыусы булып нарыҡландым.

— Тормошоғоҙҙо юлға һалғас, Сибайҙа бер

аҙ йәшәй бирмәй, ниңә ҡапыл ғына баш ҡалаға юлландығыҙ?

— Өфөгә

ҡайтыу тәүҙән үк беҙҙең планда булды. Мирас Хәмзә улының аспирантурала уҡырға
теләге ҙур ине. Ә саҡырыу миңә килеп төштө. БФАН-дың

тарих, тел һәм әҙәбиәт институты
Мәскәүҙән миңә тип бер урын юллап алған икән, етәксем балалар әҙәбиәте буйынса
әҙәбиәт теорияһы авторы Ким Әхмәтйәнов буласаҡ. Аспирантураға инергә теләгем
ҙур, ғилми йүнәлешем дә бик оҡшай, етәксем менән дә ҡәнәғәтмен. Тик ғалимә
булырға яҙмаған икән...

— Берәй көтөлмәгән хәл килеп тыуҙымы әллә?

— Бер көн мин эш башлаған “Совет

Башҡортостаны” гәзите редакцияһына арҙаҡлы ғалим, республика башҡорт-интернат
мәктәбенең элекке директоры Төхвәт Хәлим улы Аслаев килеп инде лә, ултырып та тормай, коридорға
һөйләшергә саҡырҙы. Мәктәптән тыш уҡыу китаптарын төҙөүсе булараҡ, ул ҡайһы
берҙә миңә балалар өсөн тематик шиғырҙар яҙырға заказдар бирә ине. Шул сәбәп
менән килгәндер, тип уйлағайным, ул: “Икәүҙән-икәү генә һөйләшәһе һүҙ бар ине, килен”, — тип (ирем менән икеһе Баймаҡ районынан булғас, ул миңә
шулай тип өндәшә торғайны) тәҙрә эргәһендәге тынысыраҡ ергә саҡырҙы.

“Килен, аспирантураға инергә йөрөйһөң икән, тип

ишеттем. Шуға бер шәп тәҡдим менән килдем: барма әле һин унда, Мирас уҡыһын.
Яҙыусылар союзына ағза итеп алдылар, журналист булып эшләп йөрөйһөң, балаларың
бәләкәй, шуларҙың өҫтөнә аспирантурала уҡыу кеүек йөктө лә иңенә һалһаң,
ижадыңа зыян килер. Әйҙә, һин яҙыш, ә Мирас уҡыһын. Институт ҡаршы түгел,
профессор Ғайса Хөсәйенов та риза, — тине. “Балалар әҙәбиәте буйынса эшләмәҫ ул”, — тим. Ағайҙың
тауышы ҡәтғи: “Ул
мәсьәләне генә яйларҙар, фамилияларығыҙ бер бит. Иҙелбаев әҙәбиәт тарихын

Шулай итеп, Мирас аспирантураға инеп китте,

уҡып сыҡҡас, бер төркөм әҙәбиәт ғалимдары менән башҡорт әҙәбиәте буйынса томдар
әҙерләшеүҙә ҡатнашты. Бөйөк батырыбыҙ Салауат Юлаев ижадын шул осорҙоң тарихи
фонында өйрәнеп, диссертация яҡлап, Салауат Юлаевтың полководец ҡына түгел,
шағир-ижадсы икәнен рәсми рәүештә иҫбат итте.

Быға тиклем башҡарған вазифаларыма өҫтәп, ғалимә лә булырға тура килмәгәнгә һис ҡасан

үкенмәнем. Шулай ҙа, ул саҡта балалар әҙәбиәтенә бүленгән урындың янып, әле
булһа был өлкәлә махсус шөғөлләнгән әҙәбиәт белгесенең булмауында үҙемде
ғәйепле һанабыраҡ ҡуям.

— Өфө һеҙҙе нисек ҡаршыланы?

— Баш ҡалаға тәүҙә 10 айлыҡ кесе улыбыҙ Урал менән мин күсеп килдем. Уҡырға

инеп киткәнсе тип, “Совет Башҡортостаны”на эшкә урынлаштым. Мирас ул
саҡта Сибайҙа комсомолдың ҡала комитетында эшләй ине. Ул Артур, һәм педучилищелә уҡып йөрөгән Миннәт ҡустым менән
йәшәгән фатирыбыҙҙа ҡалып торҙо. Командировкалы эш, йәшәү шарттары насар булғас, баланы ауылға,
ата-әсәйемә ҡалдырҙым, ялдарға ҡайтып йөрөнөм. Шиғырҙар яҙыуымды дауам
иттем, төрлө жанрҙағы публицистик гәзит мәҡәләләре яҙырға өйрәндем. Талапсан,
ихтирамлы, тәжрибәле өлкән ҡәләмдәштәрем ихлас ярҙамдарынан ташламаны.

Сибайҙағы фатирыбыҙҙы Өфө ситендә булһа ла

берәй бүлмәгә алмаштырыу өмөтө менән йәшәнек. Ул планды тормошҡа ашырғансы кеше
фатирында йәшәп торолдо. Был осор хаҡында яҙыусы Нажиә Игеҙйәнова бына нисек
бәйән итә үҙенең минең хаҡта яҙған “Йондоҙло ғүмер” тигән мәҡәләһендә: “...Бер нисә йылда ике ғаилә (Сибай менән
Баймаҡтан) Өфөгә күстек. Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендәге кескәй генә ағас
өйҙәребеҙ яҡын ғына. Әгәр ҙә шул ваҡытта күргән ауырлыҡтар хаҡында тәфсирләп
һөйләһәм, күптәр ышанмаҫ та әле. Бына, мәҫәлән, бер хәлде һис онотмайым. Мин өс
балам менән — Семен бабайҙың ике яҡтан
таҡта менән көпләнеп, уртаһына тупраҡ тултырылған өйөндә, ә Гөлфиәләр бер
йорттоң подвалында көн күрәбеҙ. Был подвалда өс ғаилә йәшәй. Йәй көнө хужалар
өйгә яғырға ҡушмай (улар үҙҙәре икенсе ерҙә ҙурыраҡ йортта тора). Йыуылған
кейем кипмәй интектерә. Тышта елләтерлек түгел, ул йылда ямғыр ҙа ямғыр булды.
Гөлфиә, аптырағас, балаларының дымлы кейемен төндә кәүҙәһенә урап ята, ә ял
көндәрендә урап йөрөй, сөнки балалар баҡсаһына кейҙерергә малайҙарҙың алмаш
кейеме юҡ.

Балалар йүткерә башлағас, бер көн киттек Гөлфиә

менән Ағиҙел йылғаһы буйына. Ташҡындан ҡалған таҡта киҫәктәреме, сытыр-фәләнме — ни осрай, елкәбеҙгә йөкмәп
алып ҡайтабыҙ. Зарланыу юҡ, әллә нимәләр һөйләп көлөшәбеҙ әле. Бындай хәлдәр йәй буйына
тиҫтәләрсә тапҡыр ҡабатланды. Мирас ул саҡта күбеһенсә Салауат эҙҙәренән
командировкала йөрөнө. Ә бит Гөлфиә инде дүрт китап сығарғайны, Яҙыусылар союзы
ағзаһы ине. Маҡсатҡа сат йәбешкән быуын булғанбыҙ ҙа...”

Эйе, был осор ҙа ғүмеребеҙҙең бер өлөшө булып

күңелдә һаҡлана. Ҡара һөрөмлө булып иҫтә ҡалмаған, ул саҡтағы ауырлыҡтар ҙа,
шулай булырға тейеш, тип ҡабул ителгән. Киләсәктә һәйбәтерәк булыр тормошобоҙ,
тип ышанып йәшәгәнбеҙ инде. Хыялдарыбыҙ ихлас, яҡты булды. Шул осорҙа яҙылған
“Мирасҡа” тигән шиғырым да — ошоға дәлил.

Саҡыр ғына

Ах, туйҙырҙы был ҡәҙимге тормош,

Эс бошорғос һүлпән йәшәйеш:

Иртән торһаң, көтә мәшәҡәттәр,

Көндөҙҙә лә шул уҡ: эш тә эш.

Әйҙә, бер көн бөтәһен дә ташлап,

Хыял донъяһына илт әле.

Ҡайнар йәйгә яңы аяҡ баҫтыҡ,

Ҡышҡа тиклем йыраҡ бит әле.

Күңелдәр ҙә боҙға әйләнмәгән:

Ҡанатлана хистән, моңдарҙан.

Саҡыр ғына: мин осорға әҙер

Йәшлегебеҙ һалған юлдарҙан.

Етегәнгә етеп әйләнәйек,

Таң йондоҙон күреп урайыҡ,

Ап-аҡ ҡына ебәк болоттарҙан

Икебеҙгә тирмә ҡорайыҡ,

Бер аҙ ғына шунда торайыҡ...

“Ғүмерҙән

яҡтылыҡтар ҡалһын,

Киләсәккә һәр саҡ әйҙәп барһын

Матурлыҡ, изгелек, мөхәббәт!”

Өфөлә үткән ғүмеребеҙ, юғалтыу-табыштарыбыҙ,

шатлыҡ-һағыштарыбыҙ менән күберәк таныш уҡыусыларыбыҙ. Өс тапҡыр — Өфө ҡала Советында, тарихи
формациялар алмашынған 1990-сы йылдар башында — Рәсәй Федерацияһында, 1999—2003 йылдарҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы
— Ҡоролтайҙағы
депутатлыҡ эшмәкәрлегем, ул осорға күҙәтеүҙәрем, тәьҫораттарым хаҡында, ғүмер
булһа, яйлап тәсфирләп яҙылыр, тигән өмөттәмен. “Башҡортостан ҡыҙы” яҙмышыма
яҙылған” тип
исемләнгән мөхәррир яҙмаларын да дауам итмәксемен. Беҙ эшләгән заман ифрат ҡыҙыҡлы, фәһемле, йәштәргә һабаҡ булырлыҡ тарихи осор ине ул.

Улдарыбыҙ

Артур менән Урал да — Башҡортостан халҡы танып белгән шәхестәр хәҙер. Өлкәне — тарихсы,
журналист, драматург, йәмәғәт эшмәкәре, үҫеп еткән өс бала атаһы. Урал — билдәле
композитор, Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың
атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Спектаклдәргә, кинофильмдарға, “Салауат йыйыны”, “Урал моңо” фестивалдәренә яҙылған йөҙәрләгән музыкаль әҫәр авторы. Быйыл февраль айында Башҡортостан дәүләт концерт залында бер-бер
артлы өс концерты гөрләп уҙҙы. Йыр-моң һөйөүселәр һәм музыка белгестәре уларға
юғары баһа бирҙе.

Егерме биш йәшлек ейәнебеҙ Ирхан Ҡытайҙа икенсе

вуз тамамлай, Ынйыҡай — Ҡазан дәүләт федераль
университетының халыҡ-ара бәйләнештәр институты студенты. Заринабыҙ ҙа атаһы,
ағалары, апаһы уҡыған Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында белем ала. Быйыл етенсе класҡа барҙы, уҡыу алдынғыһы.
Уларҙың һәр береһе
— рухташтарым, тип ауыҙ тултырып әйтә алам. Туған
телгә, илебеҙгә, йолаларыбыҙға, йыр-моңдарыбыҙға һөйөү уларҙың ҡанына һеңгән.

— Етмеш йәштә ниндәй ижади пландар менән йәшәйһегеҙ,

хис-тойғолар кисерәһегеҙ?

— Был

йәштә әллә ни ҙур пландар ҡороу бер ҡатлылыҡ һымаҡ күренһә лә, күп ижади эштәр
“ялға сыҡҡас”ҡа ҡалдырылғас, башҡарылырға тейешле эштәрем алдымда өйөлөп көтөп
торған һымаҡ. Ҡайһы бер пландарым менән алдағы яуаптарҙа таныштырып та киттем.
Хис-тойғоларым да һүнмәй-һүрелмәй әле, тау шишмәһе кеүек урғып-сылтырап тора.

Мин күңелем менән ғүмерлек романтик булһам да,

аҡыл-зиһенем менән реалисмын. Яҡты донъяның кеше өсөн ни тиклем ғәзизлеген,
ғүмерҙең фани икәнлеген бик яҡшы аңлаған сағыма еттем. Тормошто, кешеләрҙе
яратыуым, уларҙы ниндәй хәлдә лә аңларға тырышыуым, изгелекле холҡом,
тырышлығым, ихласлығым тормошомда күпме бәхет-шатлыҡтар биргән, ауырлыҡтарҙы үҙ кимәлендә аңлап, еңә барырға булышлыҡ иткән икән.

— Ғаилә, ижад хаҡына башҡа ҡыуаныстарҙан

йыш баш тартырға тура киләме?

— Минең

өсөн ғаиләм именлеге, ижадым — иң ҙур ҡыуаныстарым.
Ҡалғандары бөтәһе лә улар менән бәйле һымаҡ.

— Мөхәббәт ниңә китеп юғала икән?

— Уның ҡайҙан килеп, ҡайҙа китеүен аныҡ

ҡына белгән кеше бармы ни? Миңә ул, күктән киләлер ҙә, ҡәҙерен белмәһәң,
артабан күңелеңдә наҙлап үҫтермәһәң, кире осалыр һымаҡ.

— Үҙегеҙҙе күрә алмаған сағығыҙ йыш буламы?

— Мин үҙемә дуҫмын. Үҙемде күрә алмау

дәрәжәһенә етерлек хилафлыҡтар ҙа эшләгәнем юҡ. Ә инде етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү
маҡсатында эстән генә тәнҡитләп тә алам. Ниндәй хәлдә лә үҙемде аңларға

— Ниндәй йорт эштәрен яратып башҡараһығыҙ?

— Бөтәһе лә кәйефкә ҡарап. Аш-һыу әҙерләргә

яратам: балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем килгәндә бигерәк тә. Рәхәтләнеп
йырлай-йырлай, хыялдарға бирелеп, күбеһенсә ҡул менән кер йыуам, ә бына
үтекләргә иренәм. Тәбиғәттең һәр миҙгелендә баҡса мәшәҡәттәре күңелде дәртләндереп
ебәрә. Онотолоп китеп, хәлдән тайғансы эшләгән саҡтарым да бар. Бәйләү эштәрен
илһамланып башҡара торғайным, хәҙер инде кәрәге ҡалманы.

— Ғаилә бәхете өсөн көрәшеү төшөнсәһен

нисек аңлайһығыҙ?

— Ғаилә

хаҡында һүҙ барғанда “көрәш” һүҙе бөтөнләй ят яңғырай. Ә инде ғаилә бәхете өсөн
тырышыу мотлаҡ кәрәк.

— Кемдәрҙәндер үс алған осраҡтарығыҙ, үс

итеп эшләгәнегеҙ бармы?

— Аллаға

шөкөр, үс менән булашҡаным юҡ, бары тик этлек эшләгәндәрҙән ҡасырға,
аралашмаҫҡа тырышам. Үсләшеү, үс алыу тойғоһо — ауыр, ҡара кисерештәр. Кешенең
аураһын боҙа улар, һаулыҡты ҡаҡшата. Ниңә кәрәк
үҙ-үҙеңә бындай яза?!

— Дуҫтарығыҙҙа нимәне ғәфү итмәҫ инегеҙ?

Хыянатты. Ғәфү итмәгәс, артабан дуҫлыҡ бөтә инде. Шуға күрә олоғая килә кәмей,
аҙая бара ла йән дуҫтар.

— Үҙегеҙ яҡшылыҡ эшләгән кешеләрҙән яҡшылыҡ көтәһегеҙме?

— “Яҡшылыҡ эшлә лә, һыуға һал”, тиҙәр. Кешегә яҡшылыҡты, ул миңә лә

мотлаҡ изгелек ҡылһын, тип эшләмәйһең, әлбиттә. Ул бит бурысҡа аҡса биреп тороу
түгел. Әммә изгелегеңә яуызлыҡ менән яуап бирһәләр, күңел ҡайта, әлбиттә.

— Бүләк бирергә яратаһығыҙмы,

әллә алырғамы?

— Миңә күберәк бирергә тура килә. Сөнки был эш

ихластан эшләнгәс, күңелгә рәхәт. Ә алғанда, биргән кешенең күңелен ҡыймайым,
тип кенә күнгән саҡтар ҙа була.

— Һеҙ фантазермы?

— Шағирә булғас, фантазияһыҙ булмай инде. Ә

йондоҙнамә буйынса “Ҡыҙ” мин, ер кешеһемен. Шуға күрәме, гел ике сифатта
йәшәргә тура килде: осоп, ҡанатланып шиғыр яҙҙым, шул уҡ ваҡытта етәксе лә
булдым, депутат вазифаларын да башҡарҙым. Кейәүгә сыҡҡаны бирле фамилиям да
икәү бит минең: шағирә булараҡ — мотлаҡ Юнысова, эшкә,
вазифаларға ҡағылғандарҙа — Иҙелбаева.

— Ниндәй ял төрөн яратаһығыҙ?

— Шулай уҡ кәйефемә ҡарап: диванда китап уҡып,

телевизор ҡарап ултырырға ла, тәбиғәткә, сит ил йәки тыуған ерҙәр буйлап
сәйәхәткә сығып китергә лә мөмкинмен. янған
утҡа, аҡҡан һыуға ҡарап торорға яратам. Иң мөһим ялдарымдың береһе — йоҡо, әлбиттә.

— Яратҡан миҙгелегеҙ?

— Иртә йәй, иртә көҙ. Уларға өҫтәп, яҙҙың

селтерәп йылғалар аҡҡан, үләндәр морон төрткән сағын, ҡыштың бурап ҡарҙар яуған
мәлдәрен яратам.

— Ниндәй төҫтәр оҡшай?

— Аҡ,

зәңгәр, ҡыҙыл.

— Кешеләрҙә иң яратҡан сифат?

— Ышаныслылыҡ.

— Өнәмәгәнегеҙ?

— Алдашыу.

— Яратҡан шөғөлөгөҙ?

— Яңы гәзит-журналдар уҡыу, велосипедта, саңғыла

йөрөү, мунса инеү, йыр-моң тыңлау, аҡыллы кешеләр менән әңгәмә ҡороу...

— Шиғыр яҙыу өсөн тәүлектең ҡайһы сағы һәйбәт?

— Көндөҙ

эшләгәс, төндә яҙырға күнегелгән. Яңғыҙ ҡалған саҡта йә булмаһа, музыка ағылып,
тышта ҡар йә ямғыр яуып торһа, йәки күңел ҡанатландырырлыҡ һүҙҙәр ишетһәм,
алдымда берәй яҡты өмөт торһа, көндөҙ ҙә илһам ҡошо күңелгә инеп һайрарға
мөмкин.

— Һеҙ эшләпә кейергә яратаһығыҙ. “Эшләпә башты эшләтә”

тигән төшөнсәнән сығып эшләйһегеҙме быны?

— Мин

йәш саҡта артистка булырға хыялланған кеше бит. Төрлө образдарға инәм һымаҡ.

— Тәүлектең ҡайһы сағы яҡыныраҡ?

— Элегерәк таң атыуын күҙәтеп иҫем китә ине,

хәҙер, иҫән-һау булғанда, һәр сәғәте ҡәҙерле.

— Идеаль ир менән ҡатын ниндәй булырға

тейеш?

Эҙләмәгеҙ: идеаль кеше таба алмаҫһығыҙ. Ә фәрештә һеҙгә иш-ҡуш булмаҫ.

— Донъяла ни өсөн йәки кем өсөн йәшәйһегеҙ?

— Ғүмер — ул

тәҡдир. Тыуғас, йәшәргә кәрәк. Йәшәгәс, бөтәһе лә кешесә булһын, тип тырышаһың. Һорауҙың икенсе өлөшөнә лә
яуабым ябай — бер кем өсөн дә түгел, үҙем өсөн йәшәйем.

— Һеҙҙең өсөн донъяла иң ҡәҙерлеһе...

— Ғүмер. Балаларымдың һәм ейәндәремдең ғүмере генә

үҙемдекенән ҡәҙерлерәк булыуы мөмкин.

— Ниндәй теләктәрегеҙ

бар?

— Балаларыма,

ейән-ейәнсәрҙәремә, яҡындарыма, халҡыбыҙға именлек, рухи үҫеш һәм яҡты донъяның ҡәҙерен белеп йәшәүҙәрен,
кешелектең илаһи юлын лайыҡлы дауам итеүҙәрен теләйем.

Белешмә

Башҡортостандың халыҡ

шағиры Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова-Иҙелбаева 1948 йылдың 10 сентябрендә Әлшәй районында тыуған. 1971 йылда Башҡорт дәүләт
университетының филология факультетын тамамлай. 1970—1973 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһында рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта. 1973 йылдан
1978 йылға тиклем “Совет Башҡортостаны”, “Пионер” журналы баҫмаларында хәбәрсе,
бүлек мөдире булып эшләй.

1978 — 1999 йылдарҙа ул —

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Башҡортостан
яҙыусылары һәм журналистары араһында өс кимәлдә — Өфө ҡала Советы,
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы һәм Рәсәй Федерацияһы
депутаты вазифаларын башҡарған берҙән-бер депутат. Өлкәндәр лирикаһы һәм
балаларға тәғәйенләнгән утыҙ дүрт китап авторы. Уның әҫәрҙәре егерме биш телгә
тәржемә ителгән, шиғырҙарына 500-ҙән ашыу йыр яҙылған. Гөлфиә Юнысова —
Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт һәм М.Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты,
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың
мәғариф отличнигы.
Читайте нас: