— Аралашып ҡына ҡалмайым, ирекһеҙҙән иғтибар ҙа итәм — сағыштырам, һығымта яһайым. Сөнки мейене, күңелде бәғзе замандашым күҙлегенән төптө артыҡ һаналған мәғлүмәт менән тултырыу бер ниндәй ҙә матди килем бирмәһә лә, тормоштоң күп өлкәләре буйынса һәр даим анализ менән мәшғүлмен. Журналистика, кәрәкле ижтимағи-сәйәси мәсьәләләр менән шөғөлләнеүем, ошоға өҫтәп, киң даирәлә булмаһа ла, әҙәбиәт һуҡмағынан да барыуым һуңғы урында тормай — ике йүнәлештә лә әҙерлекһеҙ ҡапыллыҡ, тар ҡараш, үткәнгә һирпелмәү, тарихи йәһәттән мәғлүмәтһеҙлек юғары сифатты һис бирә алмай. Оҙаҡ яҙам, ябай ғына тапшырыуҙың инеш өлөшөн генә әҙерләгәндә лә, конституциялай күреп, ваҡытты йомарт сарыфлайым, һәр саҡ мәсьәләнең тамырына күҙ ташлайым. Шулай белемемде лә яңырта төшәм, сөнки сағыштырып баҡҡанда, сылбыр бөтә һуҙымында барланғанда ғына күренеш алда сағыу баҫа. Гел оло яуаплылыҡ тоям үҙемдә. Уның ашып-ташып китеүе лә юҡ түгел, һөҙөмтәлә эш һан яҡлап кәм булыусан — иҫәпләһәң, әҙ сыға, әммә шунһыҙ үҙем булыуҙан туҡтайым. Әйткән-яҙғанымдың тамсыһында ла бөртөк тә шик булмаһын, тим. Әҙәм балаһына ана шул бөйөк нәмә — сағыштыра алыу, анализлау һәләте бирелгән икән, тиккә түгел был — файҙаланылһын.
Ә элекке йәштәр менән бөгөнгөләргә килгәндә, айырма бар ҙа, юҡ та, әҙ ҙә, күп тә — нимә күҙ уңында тотола бит. Һәйбәт яҡлап беҙҙе уҙҙырғандарына ихлас ҡыуанам. Ваҡытлыса ылыҡтырғысҡа әүрәп, мәңгелек ҡиммәттәр ситтә ҡалғанда — бошонам. Ләкин быны һәләкәткә үк сығармайым. Ә инде үҙ тарихын күрмәҫкә тырышҡандарында, ул ғынамы — инҡар иткәндәрендә, халҡына хас нәмәләрҙән ҡасҡандарын күргәндә — ысынлап тороп көйөнәм.
Мин бәләкәй саҡта: «Хәҙерге йәштәр белеп тыуа бит ул», — ти торғайнылар. Эскерһеҙ әйтелгән, күңелде үҫтереүсе, дәртләндереүсе һүҙҙәр ине улар. Мәктәптә сағымда уҡ әле, исемем матбуғатта күренә башлағас, ағай-апайҙарҙың хатта ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәне иҫемдә. Белеп тыуыу бөгөн дә бар, тик көнкүреш кимәленә лә тәрән ингән ниндәйҙер ҡорамалдар менән эш итә белеүгә генә ҡайтып ҡалмаһын ине был. Юғиһә смартфон экранын оҫта һыйпаған сабыйға йәки уның монитор алдынан тормаған өлкән туғанына ҡарап тел шартлатыуҙар, быны кеше алдында ҙур ҡаҙанышҡа тиңләп һөйләүҙәр йыш. Ә шуның менән бергә, әйтмәҫ ерҙән әйтергә мәжбүрмен, үҙ телендә — ләм-мим әлеге балалар. «Өйрәнер әле», — ти ата- әсәһе һәм шулай тигәндә телде аралашыу сараһы тип кенә ҡабул итә, тап туған телдең тарих та, география ла, математика ла, фәлсәфә лә, мантиҡ та, ғөмүмән, арҡаңды төҙ тотор, һау йәшәтер, үрҙәргә ҡанат ҡаҡтырыр бөйөк көс икәнен аңлап етмәй.
Өлкән быуын үҙгәрҙеме, тип һоранығыҙ. Тышҡы ҡиәфәт, минеңсә, күпкә икенсе хәҙер. Сәбәптәре кәмендә икәү кеүек: көнкүреш шарттары еңелерәк һәм сәйәси баҫым түбәнерәк. Хәйер, быларҙы ҡушып атап та булалыр: сәйәси режимдың үҙгәреүе совет осоронда тыйыла килгән уңайлыҡтарға юл асты — эскелек-фәләнгә бирелмәгән, егәрле, һәләтле, уҡымышлы әҙәм балаһы көнкүреш йәһәтенән дә бейеклектәргә өлгәшә башланы. Ана шул ҡаҙаныштарға өлгәшкән кешенең ҡәнәғәт эске хәсиәте ғорур, күркәм, йәш сырайлы тышҡы торошҡа ла әүерелде. «Элек ҡырҡ йәшлек кеше лә бабай була торғайны», — тиеүҙе байтаҡтарҙан ишеткәнебеҙ ҙә, ошоно үҙебеҙ әйткәнебеҙ ҙә бар. Бик хуп, тимәк, алға барабыҙ. Ләкин бында ла сама кәрәк, әлбиттә — тыштан йәш булһаң да, һаман эшләп йөрөһәң, балаларыңа, ейән- ейәнсәрҙәреңә ярҙам итһәң дә, үҙ-үҙеңде тотоуың йәһәтенән аҡһаҡал, ил инәһе булыуға яҡынлауың дөрөҫтөр. Юғиһә, һүҙ ошо хаҡта сыҡҡанда: «Йәшмен әле, йәшмен!..» — тип өтәләнеп китеүҙәр ҙә булғылай һәм, был ысынбарлыҡҡа тура килмәгәндә, йәмле килеп сыҡмай. Ғөмүмән, булмағанды — бар, барҙы юҡ тип сыпранлау кимәлендә һүҙ һөйләү берәүҙе лә биҙәмәй. Бигерәк тә — ир-егетте, сөнки үҙебеҙҙе бөтә яҡлап камил, оло йөрәкле, киң аҡыллы зат итеп күрергә теләйем. Уға ваҡланыу, кенәселлек, юхаланыу, ялағайланыу, юҡ өсөн туҡтауһыҙ кәпәс һалыу һис бармай. Бының өсөн кәпәсең ҙур булһын, тулы булһын — юҡ-барға сиселә лә һалмаҫ. Ошоно кеше сәңгелдәктән һеңдереп үҫһәсе.
— Күпселектә, минеңсә, була. Ундай кешеләр һәр йәмғиәттә лә булған, бар, булырҙар ҙа, ә бына күпмелеге — мәсьәлә. Һәйбәт граждандар йәмғиәте төҙөргә ынтылабыҙ бит инде һәм дөрөҫ тә эшләйбеҙ. Ә уның үҙ-үҙен көйләүсе ойошма икәне асыҡ. Тәрбиә ысулдары ишле — өгөт-нәсихәт тә, атай-әсәйҙең ҡатыраҡ хәрәкәттәре лә (уларға — мөмкин), шәхси өлгө лә, дәүләттең мәжбүр итеү системаһы ла. Ошо һәм башҡа аҙымдар ҡурҡыныстан даими һаҡлап тора. Ә былай кеше үҙе булып ҡалырға тейеш. Күп белгән булып ҡыланыпмы, үҙең өсөн ҡараңғы өлкәгә самаһыҙ ҡыҫылыпмы, ҡаныңда булмаған шаянлыҡҡа ынтылыпмы, бүтән сәбәптәнме битлек кейеү йәмғиәттәге ысынлыҡты кәметә, хатта уның өсөн билдәле бер хәүеф тә тыуҙыра.
— Ирҙең ирлегендә, ҡатындың ҡатынлығында. Мин кемдән кәм, тип сиктәрҙе үтмәүҙә. Тәбиғәттән яралтылғаныңса йәшәүҙә. Ижади шәхестең ижад менән шөғөлләнеүендә һәм уға, тормош шарттары сағыштырмаса хөртөрәк булғанда, өҫтән ҡарамауҙа, ә, киреһенсә, ярҙам итеүҙә. Был йәһәттән мин ыңғай ҙа, кире лә күренештәрҙе күрә йөрөйөм. Ыңғайҙары ишлерәк барыбер ҙә, тимәк, йәмғиәтебеҙ сәләмәт әле.
Халҡыбыҙҙың яҙылған да, яҙылмаған да тәртибен үтәп донъя көтөү ҙә — ҙур аҡыл. Ирҙең, бая әйткәнемсә, ваҡланмауы, ҡатындың мәжлестәрҙә иренән алда һүҙ һөйләмәүе лә — аҡыл. Гүзәл заттарыбыҙҙы кәмһетеү түгел был, ә уларҙың, ире һуңына ҡалып, үҙҙәрен, киреһенсә, күтәреп ебәреүе. Аҡыл йәнә лә йәштә лә, ашта ла түгелдер барыбер ҙә, ә башталыр. Был турала тау-тау фекер яҙырға мөмкин, әлбиттә.
— Көрәшеү үк булмаһа ла, тырышыу мотлаҡ. Төп йөк бында ҡатын- ҡыҙҙа булырға тейеш һымаҡ, сөнки тәбиғәт уны кешелекте дауам итеүсе итеп хасиллаған. Ә бының иң камил ысулы — ғаилә, әлбиттә. Ҡатын- ҡыҙ йомшаҡ холоҡло, сабыр, көнкүреш йәһәтенән асыҡ зиһенле, хатта ниндәйҙер дәрәжәлә хәйләкәр ҙә булһын, ғаилә башлығын эше буйынса ла, тормош итеүҙә лә күтәрмәләп торһон — шул булыр уның көрәше. Йәғни ир кеше, уның күҙлегенән ҡарағанда, хата ҡылһа ла, кирегә шул уҡ ысулдар ҡулланылмаһын — был осраҡта ир менән ҡатын араһында айырма кәмей, ҡыш менән йәйҙең бергә уҡмашыуын теләмәйбеҙ ҙәһә.
— Улай тип уйламайым шул... Был яҡлап әҙерәк өҫтәй төшкәндә арыу булыр ине. Өндәүселәр ҙә байтаҡ. Тырышам да — ҡатмарлы хәлдәргә тарылғанда, барыһы ла яҡшы булыр тип, арыуға көйләйем үҙемде, әммә ҡанда әҙ нәмәне ҡойоп ебәреп күбәйтеү мөмкинме ни... Кәрәкмәй ҙә, тип уйлайым — кешеләрҙең төрлөлөгө менән дә йәмле бит йәмғиәт.
Шуның менән бергә аҡтыҡ пессимист та түгелмендер тип баһалайым үҙемде, быға гел шәхси яуаплылыҡ тойоуым ярҙам итәлер, моғайын. Ысынлап та, күп нәмәгә, хатта туранан-тура ҡағылмағандары өсөн дә яуаплы тоям үҙемде. Хәлде үҙ ағышына ҡуймау, ил алдында һүҙ әйтеү, бошоноуымдыбелдереү, төҙәтергә тырышыу ана шул оптимизмды хасил ҡылдыралыр. Ғөмүмән әйткәндә, оптимизм да, пессимизм да нигеҙле булһын — һауала аҫылынып тормаһындар.
— Әлбиттә, тейеш. Һәр нәмәләге кеүек. Кемгәлер (бәлки, берәй туғаныңалыр) аҡсаны бер бирҙең, биш бирҙең, ә алтынсыһында, әгәр үҙе эшләй алырлыҡ хәлдә икән — туҡтал. Йомшаҡ, ләкин аңларлыҡ хәбәр ҡылып, яп тартмаңды: эшкә урынлашһын. Табырға ярҙам итеп ебәрһәң, бигерәк яҡшы. Биргәнеңде кире һорама. Уныһы тыңлаһа, изгелеңде онотмаһа — аҡыллы була. Елкәмә үк менгәндәре юҡ, шулай ҙа бөтә билдәле кешене лә матди яҡтан мул йәшәй тип уйлау бар, ҡайһы ваҡыт бән фәҡирегеҙҙе лә шул исемлеккә индерәләр.
— Айырыла. Тик, көнкүреш тигәндә, бөрйәндәремдең үткәне менән бөгөнгөһөн сағыштырыу, хәҙергене маҡтау, эйе, дөрөҫ, ә бына башҡа төбәктәр менән йәнәш ҡарау, бәғзе яҡлап түбәнһетеү, минеңсә, һис бармай — һәр нәмәнең үҙ үлсәме. Универсалләштереүгә ынтылыу үҙенсәлектәрҙе кәметә, хатта бөтөрөп ҡуя һәм был көнкүреш кимәлендә генә лә туҡталмай, фәлсәфәгә, тормош мәғәнәһенә үк үрелә. Зыйтлап тора бөгөн юлдары, ҙурҙан һалына өйҙәре, тыуым юғары. Ләкин матди уңайлыҡтар яҡташтарымдың ҡанындағы нәмәләрҙе — изгелекте, миһырбанлыҡты, ярҙамсыллыҡты, тәбиғәткә тере йәндәй мөнәсәбәтте, ҡарағайҙы бура итеп түгел, ағас итеп күреүҙе, ерҙе изге төшөнсә, уртаҡ хазина тип баһалауҙы кәметмәһен. Әлегә бындай хәүеф ҙур түгел, ләкин тәжрибә шуны күрһәтә — донъяны артыҡ ҡыуыу, мал-мөлкәттең ишәйеүе, бигерәк тә ҡайһы бер «ағастарҙың» бейегерәккә күтәрелеүе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өҫтән ҡарауға, халҡыңдың быуат-быуат төйнәлгән-йыйналған аҡылынан сығыуға ла килтергеләй. Ҡарттар һүҙен ҡапҡа йыйыу әле лә дауам ителһенсе.
Тыуған төйәгем менән бәйләнешем ныҡ. Һәм беҙҙең илдә, беҙҙең халыҡта башҡаса булырға ла тейеш түгел. Бая әйттем бит — халҡың тарихын бел, үҙеңде уның өлөшө, дауам иттереүсеһе итеп тот, ә был ауылың һауаһы, шундағы рух менән генә мөмкин. Әйткәнем дә бар: Бөрйәнгә мин ҡайһылыр ауылға, билдәле бер урам, йортҡа төбәп һирәк барам, минең атайсалым — тотош Бөрйән ул. Китаптарымдың береһендә яҙғайным да инде — яҡташтарым махсус түгел, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, телемдең һутын, ҡотон тоталар. Һәм бының менән маһаймайҙар ҙа. Сикһеҙ рәхмәтлемен уларҙың барыһына ла.