— Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы, әңгәмәне ғәҙәти һорауҙан башлайыҡ: тыуған яғың Ейәнсура — республикабыҙға талантлы әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәрен, йәмәғәт һәм фән эшмәкәрҙәрен бүләк иткән илһамлы, матур төбәк. Ул һинең тормошоңда, ижади үҫешеңдә ниндәй роль уйнай? Яҡташтарың, туғандарың менән йыш осрашаһыңмы?
— Тыуған яҡ, туғандар, таныштар, әлбиттә, илһам сығанағы. Мин кескәй саҡтан уҡ башҡорт яҙыусыларын ғына түгел, Ейәнсура тарафтарында ҡасандыр йәшәгән йәиһә уға ҡағылышлы ниндәйҙер яҙмалар ҡалдырған рус яҙыусыларының әҫәрҙәрен дә ҡыҙыҡһынып уҡып барҙым, бигерәк тә Николай Крашенинниковты, Сергей Чекмаревты, Лидия Сейфуллинаны һ.б. Яҡташтар менән бик йыш осрашырға тура килмәй, шулай ҙа китапханаларға, мәктәптәргә саҡырһалар, баш тартмайым, бигерәк тә Абзан, Һаҡмар, Самаҙы мәктәптәренә барырға яратам, бала сағым шул ауылдарға бәйле. Бер туғандарҙан инде ағайым менән икәү генә ҡалдыҡ, мөмкин тиклем йыш осрашырға тырышабыҙ.
— Үҫкән ғаиләң, нәҫел тамырҙарың менән дә таныштырып китһәң ине. «Ҡан хәтере», «нәҫел шәжәрәһе», «ата-бабалар ҡото» тигән төшөнсәләрҙе нисек аңлайһың? Кеше яҙмышында уларҙың роле ниндәй?
— Мин ишле ғаиләлә етенсе бала булып яҡты донъяға килгәнмен. Әнием* 29 йәшендә генә ирһеҙ ҡалып, биш балаһын (икәүһе сабый саҡта вафат була) яңғыҙ үҫтерҙе. Атайым икенсе ғаилә менән йәшәне. Әнием ирен түгел, Гитлерҙы ғәйепләй торғайны. Атайым һуғыштан яраланып ҡайтып, колхоз рәйесе булып эшләп йөрөгән. Яҙмыштыр инде — колхоз келәтендә эшләгән, ике балалы ҡатындың (ире һуғышта була) атайымдан балаһы тыуа. Ир ҡайтҡас, улы Рәхимйәнде алып, ситкә сығып китә. Атайым 49 йәшендә генә ҡапыл үлеп китте. Ата-бабалар ҡото тигәндән: Бөйөк Ватан һуғышында атайымдың әсәһе — ҡәрсәйебеҙҙең дүрт улы ла иҫән-һау ҡайта, ә әнием яҡлап өләсәйемдең дүрт улы, ике ейәне һәләк була.
— Тыуып үҫкән ғаиләңдәге мөхит, туғандарыңдың үҙ-ара мөнәсәбәте һинең яҙмышыңа ла йоғонто яһанымы?
— Әнием мәктәптә эшләне, шуға күрә лә уҡытыусылар тормошо миңә бик яҡын. Өйҙә барыбыҙға ла әҙәбиәт «ене» ҡағылғайны, китапты һатып та алдыҡ, китапханаға ла йөрөнөк, үҙ-ара дуҫ булдыҡ. Апайҙарым барыһы ла — оҫта шәл бәйләүселәр. Оло апайым йәш сағында тимер юлында эшләне, маҡтаулы билдәләргә лайыҡ булды. Ауыл егетенә тормошҡа сығып, матур донъя көттөләр. Икенсеһе, Мораҡ педагогия училищеһын тамамлап, Ишембай районында балалар уҡытты. Аҙаҡ, сирләп китеп, Ташкент ҡалаһына күсергә мәжбүр булды. Скрипкала, мандолинала оҫта уйнай ине. Өсөнсө апайым белеме буйынса инженер, пенсияға сыҡҡансы Мәскәүҙә эшләне. Ағайым техникум тамамланы, оҙаҡ йылдар Ейәнсура районында эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ул — Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы.
— Матурлыҡҡа, шиғриәткә мөхәббәт ҡасан уянды? Тәүге яҙмаларың ҡайҙа донъя күрҙе?
— Тәүге шиғырымды беренсе синыфта уҡ яҙғайным. Алтынсыла уҡығанда минең бер шиғырымды «Ленинсы» гәзитендә маҡтап телгә алып киткәйнеләр, шунан был эшкә ныҡлабыраҡ тотондом. 8-се синыфта инде шиғырҙарым район һәм «Ленинсы» гәзиттәре биттәрендә баҫылып сыҡты.
— Бала саҡта кем булырға хыялландың? Педагогика һәм әҙәби ижад юлынан киткәнеңә үкенмәйһеңме?
— Бала саҡта «әртис булырға» хыяллана торғайным. Ул ваҡыттарҙа артистар килһә, ауылда оло байрам. Мотлаҡ тауыҡ тултырыла, мунса яғыла. Һәр кем уларҙы үҙенә ҡунаҡҡа алырға тырыша. Беренсенән, бушлай концерт йәки спектакль ҡарайһың, икенсенән, өйөңдә ҡунаҡ итеү — үҙе бер тамаша. Ләкин әнием ҡырт киҫте: «Әртис тормошо бик күңелленән түгел», — тине. Күңелгә ятҡан икенсе һөнәр — мәктәптә эшләү, уҡытыусыбыҙ ауырып китһә, дәфтәр тикшереүҙе иң оло бәхет һанай торғайныҡ. Мөғәллимлек — әниемдең атаһы олатамдан ҡалған һөнәр. Уның ғәрәп телендәге бер нисә уҡыу әсбабынан өҙөктәрҙе әле лә һаҡлайым.
— Донъя, тирә-яҡ мөхит менән тәү башлап танышыу осоронан ниндәй иҫтәлектәр һаҡлана күңелеңдә? Дәрестәрҙән тыш, мәктәптә нимәләр менән шөғөлләнергә яраттың?
— Тәү башлап донъя, тирә-яҡ мөхит менән танышыу, әлбиттә, тәбиғәт донъяһынан башлана. Ишек алдындағы ҡуйы үлән, яҙғы умырзаялар, ботаҡтарында ҡоштар һайраған ағастар... Аслыҡ ярайһы ғына йонсота ине, шуға күрә ашарға яраҡлы үләндәр менән дә бик иртә таныштыҡ. Мәктәптә дәрестән һуң ҡалып уҡытыусы булып уйнау, китап уҡыу, әҙәбиәт һәм бейеү түңәрәктәренә йөрөү... Мине, буйға оҙонһоң тип, бейеү түңәрәгенә алмаһалар ҙа, юғалып ҡалманым, үҙ аллы өйрәндем был һөнәргә. Үзбәк, тажик, һинд, рус, украин, татар, башҡорт бейеүҙәре — барыһын да бейенем сәхнәләрҙә.
— Хеҙмәт тәрбиәһе һинең өсөн ҡасан башланды?
— Хеҙмәт тәрбиәһе беҙҙең ауылда 4—5 йәштән башлана. Ошо йәштәге ҡыҙҙарҙы, теләһә-теләмәһә лә, шәл бәйләргә ултыртып ҡуялар ине. Дебет эшкәртергә, сиратырға, ҡылларға 5 йәштән ултырҙыҡ. Мин барыһын да эшләнем, тик шәл бәйләргә өйрәнмәнем. Ә инде балсыҡ баҫыу, һыу килтереү кеүек йомоштарҙы бик теләп башҡарҙым.
— Һин Өфөнөң 1-се һанлы интернат-мәктәбен тамамлағанһың. Бала ғына көйө ҙур ҡалаға нисек өйрәнеп киттең? Был осор хаҡында ниндәй тәьҫораттар һаҡлана күңелеңдә? Уҡытыусы-тәрбиәселәрҙән кемдәрҙе бигерәк тә үҙ иттең?
— Өфөләге күренекле 1-се һанлы интернат-мәктәпкә уҡырға иң тәүҙә минән әҙ генә өлкәнерәк апайым барҙы. Ул көслө математик ине, гел «5»-ле билдәләренә уҡыны. Ә минең яратҡан дәресем әҙәбиәт булды. Уҡытыусы, тәрбиәселәребеҙ бик яҡшы педагогтар ине. Класс етәксебеҙ Рәйсә Ғималовна, патефонын күтәреп, бөтәбеҙгә лә ашарға алып, яҙ көндәрендә ҡырға алып сыға торғайны. Ниндәй ҙур йөрәкле кеше булғанын хәҙер генә аңлайым: ял көндәрендә, үҙ ғаиләңде ҡалдырып, беҙҙең менән көн оҙоно йөрөр өсөн ысын педагог булырға кәрәк. Кәшфи Фәтих улы, Бикә Ғәббәс ҡыҙы, Ләйлә Сабир ҡыҙы, Лена Әүхәҙи ҡыҙы, директор Төхвәт Хәлил улы Аслаев — барыһы ла иҫ киткес оло йөрәклеләр ине.
— Ниңә мотлаҡ педагогика вузына өҫтөнлөк бирҙең? Стәрлетамаҡты һайлауың нимәгә бәйле? Ул саҡта районың, туғандарың менән бәйләнеш тота алдыңмы? Ҡышҡы, көҙгө-яҙғы юлдар хәтәр ине бит...
— Беҙҙең заманда белгән һөнәрҙәребеҙ уҡытыусы ла врач ине. Шуға күрәлер ҙә, бәлки, интернат-мәктәпте тамамлағандар ул йылдарҙа табип һөнәрен йыш һайлай торғайны. Ә Стәрлетамаҡҡа уҡырға барыуымдың сәбәбе — ҡайтып- килеп йөрөргә уңайлыраҡ булыуы. Ул саҡта Стәрленән район үҙәге Иҫәнғолға самолет оса торғайны хатта. Өфөгә автобустар йөрөмәй, интернатта уҡығанда Төйлөгән станцияһына тиклем — поезд менән, артабан — грузтакси тип аталған йөк машинаһына ултырып район үҙәгенә тиклем, ә унан 50 саҡрым йәйәү ҡайта инек.
— Тормош иптәшеңде, балаларыңдың атаһын, ҡайҙа осраттың? Юлдарығыҙ айырылыуға нимә сәбәпсе булды, тип уйлайһың?
— Беҙ педагогия институтында уҡыған мәлдә таныштыҡ. Ул физика- математика факультетында уҡый ине. Бер нисә йыл рәттән «Бохара-Урал» газ торбаһы магистрален төҙөүҙә ҡатнаштыҡ. Ауыр булһа ла, күңелле саҡтар, кейенергә байтаҡ ҡына аҡса ла төшә. Егетем дә атайһыҙ үҫкән, мин дә. Аралашып йөрөй торғас, мөхәббәт осҡоно тоҡанғанын һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Кейәүгә сыҡҡас, бер йыл ҡәйнәм менән тороп, уның ауылында, Стәрлетамаҡ районында эшләнем. Шунан иремде мәктәп директоры итеп Садовка тигән мордва ауылына ебәрҙеләр, унан инде Күмертауҙағы Маяҡ ҡасабаһының 8-се урта мәктәбенә эшкә килдек. Унда мин 20 йыл эшләнем. Ғаилә тормошо уңышлы булмауҙа беҙ икебеҙ ҙә ғәйеплелер, тип һанайым. Әйтеп киткәнемсә, ғаиләлә ата тәрбиәһе алмаған балалар беҙ, ул — ҡатынға ниндәй мөнәсәбәт булырға тейешлеген, мин дә иргә нисек ҡарарға кәрәклеген белмәнек. Тормош бит ул китапса ғына түгел, үҙенең суғырмаҡтары бар. Иптәшем менән балаларға 18 йәш тулғас ҡына айырылыштыҡ. Яңы ғаилә ҡорорға ваҡыт булманы, тиһәм, яңылышмайымдыр. Тәҡдимдәр булды, хатта немец милләтенән булғаны ла бик оҙаҡ көттө ризалығымды.
Дауамы "Ватандаш" журналының 5-се һанында.