Все новости
Илһамлы яҙмыштар
30 Марта 2018, 19:43

“Мин дә бер сатҡылыр шул ҡуҙҙан сәсрәгән...”

Шағирә, журналист Гөлнара Хәлфетдинова — Әбйәлил районының Хәмит ауылы ҡыҙы. Тыуған ауылында һигеҙ синыф бөтөрөп, урта белемде Р.Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында алған. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факульте­тын (башҡорт һәм ғәрәп телдәре бүлеге) ҡыҙыл дипломға тамамлаған.

Шағирә, журналист Гөлнара Хәлфетдинова — Әбйәлил районының Хәмит ауылы ҡыҙы. Тыуған ауылында һигеҙ синыф бөтөрөп, урта белемде Р.Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында алған. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факульте­тын (башҡорт һәм ғәрәп телдәре бүлеге) ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Байтаҡ йыл­дар “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр каналында мөхәррир булып эшләй. Тапшырыуҙар, балалар фильмдары өсөн сценарийҙар яҙа, кескәйҙәргә йыр текстары һәм шиғырҙар ижад итә. Әлеге көндә “Башҡортостан ҡыҙы” журналының әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт бүлегендә эшләй. Рәми Ғарипов, Рәшит Назаров, Ҡайғусуз Абдал исемендәге пре­миялар лауреаты. Ике бала әсәһе.

— Гөлнара, тыуған яҡ, тыуған ер тойғоһо шиғырҙарыңда ниндәй урын биләй? Тәбиғәт күренештәре, ер-һыу атамалары ижадыңда сағылыш таба­мы? Тапһа, ҡайһы бер образлы юлдар менән уҡыусыларыңды таныштырып кит әле.

— Кендек ҡаны тамған тыуған төйәк — кешенең шәхес булараҡ форма­лашыуында ҙур роль уйнаған факторҙарҙың береһе. Беҙҙең Әбйәлилдә таулы- урманлы, ялан-таулы һәм дала яҡтар бар. Мин кемдең ҡайһы тирәнән икәнлеген, уларҙың тышҡы ҡиәфәтенә һәм үҙҙәрен тотошона ҡарап, тиҙ сырамытам. Тыуған ауылым Хәмит Ҡыраҡа тауҙарына һыйынып, заманында ҡара урмандарға күмелеп ултыра ине. Кешеләре лә урмандың үҙенә оҡшап, тәү ҡарамаҡҡа ҡырыҫ һәм шарран асыҡ түгел, бер ҡасан да мин-мин тип һүҙ башламаҫ, буш вәғәҙәләр бирмәҫ, әммә кәрәк саҡта әйтмәй генә иңен ҡуйыр, шым ғына ярҙам итер халыҡ. Гүзәл Ҡағы буйҙары, күкшел тау-урмандар һәм яҡташтарым ижадымда ҙур урын биләй, улар — минең айырылғыһыҙ өлөшөм.

Беҙҙең яҡтар оҙаҡ йылдар райондың төпкөлө иҫәпләнде, шуға ла унда боронғолоҡ, башҡортлоҡ ипкене бар әле. Әүлиә ҡәберҙәре, башҡа төрлөташ ҡорамдарҙы ла осратырға була тауҙарҙа, элекке алтын-көмөш йыуған шурфтарҙы ла тап итергә мөмкин, олатайым һөйләүенсә, был ерҙәр — алтын тамырлы. Ысынлап та, Бабич әйтмешләй, Хоҙай үҙе ҡыҙығыр ерҙәр. Мин дә “Кемдәр ҡыҙыҡмаған был ергә” тигән шиғырыма шул фекерҙе һалғайным:

“Шишмәкәйҙәр бында сылтыр-сылтыр,

Бала көлөүенә оҡшағандыр.

Тәңкә ырғытайым ырыҫ-ҡотҡа,

Тереһыуым, һыуһынымды ҡандыр.

Тәбиғәттең гүзәллеге бында

Кешеләрҙең үҙҙәренә күскән.

Улар ризыҡ ҡыуып йөрөмәгән,

Улар ошо ерҙең һыуын эскән”.

Тик элекке шанлы тарих, ғәййәр халҡым күңелде үҫтерер көс булып торһа ла, тыуған тупрағымдың бөгөнгө аяныслы хәле йөрәкте өйкәй. Урмандарҙың ситтәр ҡулына китеүе, ҡырылыуы, экосистеманың юҡҡа сығыуы, ауылдаштарымдың урманда йәшәп тә, йорт һалырға ағас ала алмай йөрөүҙәре... Хәҙер бит хатта ҡәбер бурарға ҡарағас киҫеп алып ҡайтырға ла ярамай уларға...

Урманлы тауҙар араһында үҫеүем холоҡ-фиғелемә үҙ мисәтен һалған. Йәш саҡта тыуған ергә булған бәйлелек үтә ныҡ көслө ине, әммә йылдар үтә килә, үҙем дә аңғармаҫтан, ул яратыуҙы бар ер шарына күсереп, үҙемде донъя кешеһе итеп тоя башлағанымды һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Яңы халәтемде “Армансыҡ” тигән шиғырымдан өҙөк аша аңлатып ҡарайым әле:

“Был йыһанда мин ҡасандан бирле?

Аптырайым: ҡайҙа барһам да,

Таныш йөҙҙәр хәтеремде телә,

Таныш офоҡ йәнде ярғандай.

Шундай аңлайышлы тауҙар тыны,

Диңгеҙ шауын мәңге беләм мин.

Һәр бөгөлөн, һәр урауын үтеп

Өйрәнгәнмен һине, ғаләмем.

Был йыһанда ҡасандарҙан бирле

Әйләнештә икән ал ҡаным?

Һәр быуаттың, һәр төбәктең рухын

Һеңдереп тә генә алғанмын”.

— Яҡташтарың ижадың менән ҡасандан таныш? әҙәби осрашыуҙар үткәргәнең бармы? Улар менән рухи бәйләнеш тояһыңмы?

— Әбйәлилдәрҙе мин яҡташ булғандары өсөн генә түгел, ә донъя көтөргә ынтылышлы, йолаларға һаҡсыл ҡарап, шул уҡ ваҡытта яңылыҡтарға ла асыҡ булып йәшәй белеүҙәре өсөн дә яратам. “Башҡортостан ҡыҙы” журналы хеҙмәткәре сифатында тыуған яҡтарға йыш ҡайтырға тура килә, баҫманың баш мөхәррире Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева ла — Әбйәлилдән. Беҙҙе районда күпләп алдыралар. Бына ғинуар айында ғына әле Гөлназ Мират ҡыҙы менән Буранғол мәктәбе уҡыусылары менән күрештек, Ишҡол ауылы китапханаһы ла бик матур кисә үткәрҙе. Халыҡ араһында, шаяртып, “Әбйәлилдең баш ҡалаһы” тип йөрөтөлгән Магнитогорскиға ла һуғылып, башҡорт-татар әҙәбиәте китапханаһында, шулай уҡ Халыҡтар дуҫлығы йортонда осрашыуҙар үткәрҙек. Әлбиттә, бер һауаны һулап үҫкән кешеләр араһында рухи бәйләнеш булмау мөмкин түгел. Тыуған яҡҡа ҡайтып ҡына китеү ҙә ҙур көс бирә. Унда, ҡайһы йорт ҡапҡаһын асып инһәң дә, ихлас ҡаршы алырҙарын белеп йәшәү үҙе бер бәхет. Мин уларҙы аңлайым, тоям, өҫтөнлөктәрен дә, кәмселектәрен тигеҙ ҡабул итәм, беҙ бит бер ҡамырҙан. Ә шулай ҙа донъяның мәккәһе — атай йорто. Әсәйем менән атайыма һаман да иркәләнеп йәшәйем, уларҙың йән йылылығы — йәншишмәм. Башҡа яҡтар менән айырма шунда: Әбйәлилдә ауылдар сынъяһау, беҙҙә йортто тышҡы яҡтан биҙәүгә электән иғтибар бирәләр. Тағы ла Әбйәлил бишбармағын йөҙ табаҡ аш араһынан да айырып була, үҙенә генә хас тәме бар. Эшләгән эштәре күп яҡташтарымдың, эшҡыуарҙар байтаҡ, бейеү, йыр буйынса бәйгеләрҙә республикала уларға етеүсе юҡ.


Гөлфиә Юнысова әңгәмәләште.

Гөлнара Хәлфетдинованың тормош юлы һәм ижады хаҡындағы әңғәмәнең дауамын "Ватандаш" журналының 3-сө (2018) һанында уҡығыҙ.

"Ватандаш" журналының электрон версияһына яҙылырға: http://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1033/
Читайте нас: