Әҡлимә Ғәзи ҡыҙы Сафина Учалы районының Сәфәр ауылында тыуып үҫкән. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлап, иҡтисадсы-ойоштороусы һөнәрен ала, Силәбе совет-партия мәктәбендә уҡып сыға. Оҙаҡ йылдар ауыл советы рәйесе, партия ойошмаһы секретары вазифаларын башҡара, аҙағыраҡ «Тегенсе» предприятиеһын асып, уңған эшҡыуар булып китә. биш йыл ғүмерен Учалы яҙыусылар ойошмаһы менән етәкселек итеүгә бағышлай һәм үҙен оҫта ойоштороусы итеп таныта, ошо дәүерҙә сафында егерме ике Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы булған ойошма төбәк халҡының рухиәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Әҡлимә Сафина — ун өс китаптың авторы һәм төҙөүсеһе.
— Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы, ҡотлауҙарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ысынлап та, мин ун өсөнсө «Күрше хаҡы» исемле китабымды ҡулыма алдым. Йыйынтыҡҡа ингән ике повесть, биш хикәйә, бер нәҫерҙә районыбыҙҙа булған, яҡташтарымдың башынан үткән ҡатмарлы яҙмыштарҙы, төрлө хәл-ваҡиғаларҙы, күңел кисерештәрен һүрәтләргә тырыштым. «Их, йәшәйһе ине», «Изге мөхәббәт», «Сабыр иткән — моратына еткән» повестарым аяныслы мөхәббәт хаҡында. Тәүгеһе — яман шештән ауырыған, ун һигеҙ йәше лә тулмаған Айһылыуҙың рус егете Василийға ғашиҡ булыуы, уны онотор өсөн һәм үҙ ғүмерен оҙайтыр өсөн көрәше, әсәкәйенең өҙгөләнеүе, ғазаптары, егеттең аралар алыҫлығынан һөйгәнен күреп осраша алмағанына зар-интизар булыуҙары һүрәтләнә. Икенсе повеста ла мөхәббәт темаһы күтәрелә. Чечнянан ике аяҡһыҙ булып ҡайтҡан егет Хәсән, фәхишәлеккә батҡан ҡыҙ Надя-Нәғимә, күңеле изгелек менән тулы, ялан сәскәһеләй саф уйлы Фәйрүзә тураһында тулҡынланмайынса уҡып булмай. «Сабыр иткән — моратына еткән» әҫәремдә Фәүзиә Афғанстанда хеҙмәт итеп йөрөгән Илнурынан хат ала: «...һин минең һағышым, бәхетем, яҙмышым, бар булмышым. Әлдә генә Хоҙай беҙҙе осраштырған!» — тип яҙа егет, ә иртәгәһенә ҡыҙ һөйгәненең һәләк булыуы тураһында хәбәр ала...
Ҡалған хикәйәләрҙә китап уҡыусыларҙы изгелеккә өндәү, насарлыҡ эшләү ғүмер буйы һине һағалауы ихтималлығы тураһында бәйән ителә.
Минең иң яратҡан китабым — «Алъяпҡыслы малай». Был йыйынтыҡ үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән. 2013 йылда Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә сыҡты. Унда ингән «Сөсө күмәс тәме» тигән хикәйәм минең киләсәк ижади яҙмышымды хәл итте лә инде, сөнки был иң тәүге ижад емешем ине. 1997 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» журналы иғлан иткән «Заман — ҡатын-ҡыҙ» тигән конкурста ошо хикәйәм дәртләндереү премияһына лайыҡ булды. Шул хәл мине ҡанатландырҙы. «Сөсө күмәс тәме» ауыр һуғыш йылдарында ҡатын-ҡыҙҙарға төшкән йырып сыға алмаҫлыҡ мәшәҡәттәр, тыныс йылдарҙа һис кем күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтарҙы һүрәтләй. Кескәй генә Әминә исемле ҡыҙыҡай әсәһе менән тирмәндән ҡайтып килгәндә ас бүреләргә тап булғас, уларҙы аяныслы фажиғәнән урыҫ кешеһе килеп сығып ҡотҡарып, аслыҡтан интеккән кескәй ҡыҙыҡайға сөсө икмәк һәм шәкәр киҫәге тоттороп китә. Әминәгә үҫеп еткәнсе ниндәй генә икмәк ашарға тура килмәй, ләкин ул кеше биргән сөсө икмәк тәме мәңгелеккә күңелендә уйылып ҡала. Ә инде 1999 йылдың алтынсы һанындағы журналда «Парлап осар микән йәндәре» тигән хикәйәм донъя күргәс, мин илле йәшемдә ныҡлап ижадҡа тотондом тиһәм, дөрөҫөрәк булыр, моғайын да. Инәйем (әсәйем) миңә бала саҡтан әкиәттәр һөйләне, ул һөйләгән әкиәттәрҙе мин бер ерҙә лә уҡығаным да, таба ла алғаным булманы. Шулай ҙа, мин был хикәйәләремде тәүгеләре тиһәм дә, «Урланған мөхәббәт» (тәүҙә уны хикәйә тип биргәйнем, һуңынан повесть тип төҙәттеләр) иң тәүгеһе, тип иҫәпләйем.
Мин Силәбелә совет-партия мәктәбендә уҡып, ҡулыма ҡыҙыл диплом алып ҡайттым, был 1977 йылда булды. Килеү менән мине колхоздың профком рәйесе, ике йылдан ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайланылар. 1981 йылда икенсе улымды таптым. Уға ун бер айлыҡ ҡына саҡта, мине КПСС-тың ҡала комитетына саҡырып, һине колхозығыҙҙың партия комитетына секретарь итеп тәҡдим итәбеҙ, тинеләр, шул көндә үк алтмыш алты коммунист мине үҙҙәренең секретары итеп һайлап ҡуйҙы. Имсәк баламды инәйемә ҡалдырып, Өфөгә партия өлкә комитетының пленумына барғаным әле лә хәтеремдә... Дауыт улым балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, унан: «Һинең әсәйең кем булып эшләй ул?» — тип һорағандар. Ул: «Инәйем горком партаһы булып эшләй», — тигән. Был эштең ҡатын-ҡыҙ өсөн нисек ауыр булғанын ул заманда эшләгәндәр генә аңлайҙыр. «Горком партаһы» вазифаһын ете йыл башҡарҙым. Илаған мәлдәрҙе, шатланған саҡтарҙы оноторлоҡ түгел. Һуңынан ике йыл Ҡыйғы райкомында инструктор булдым. Һәм КПСС-тың бөтөрөлөүе тураһында указ... Мин киләсәгем, эш тураһында ла уйламай, ҡулыма ручка, ҡағыҙ алып, яҙырға ултырҙым. Үҙем илайым, үҙем яҙам.
«Урланған мөхәббәт» исемле әҫәрем шулай тыуҙы. Тәүҙә уны районыбыҙҙың «Яйыҡ» гәзитендә баҫтылар, һуңынан Рәүеф ағай Насировҡа барып, һеҙҙең кәңәштәрегеҙҙе ишетәһем килә, тип уға уҡытырға бирҙем. Бер саҡ миңә «Ағиҙел» журналынан гонорар килгәс, ғәжәпкә ҡалдым. Был 2000 йылда булды, мине был ваҡытта ауылдың хакимиәте башлығы итеп һайлағайнылар. Мәрхүм Рәшит ағай Солтангәрәевҡа оло рәхмәт. Ул ҙур итеп баш һүҙ яҙған: «...был хикәйәгә ҡул теймәне тиерлек. Авторҙы уңышы менән ихластан ҡотлап, донъя мәшәҡәте бөтмәҫ, тип әҙәби ижадҡа ныҡлабыраҡ тотоноуын теләргә генә ҡала. Хакимиәт башлыҡтары табылыр, ә һәләттәрҙе уҡытып та, өйрәтеп тә яһап булмай», — тип тамамлаған. Уның менән осрашырға насип булманы, шулай ҙа яҙған хатын әле лә һаҡлайым.
1999 йылдың ноябрь айында «Бельские просторы» журналында Ғәзим Шафиҡов тәржемәһендә «Сөсө күмәс тәме» сыҡты. Был хикәйәмде лә баҫылғас ҡына күрҙем. 2000 йылда «Йәйғором — зәңгәр күҙем» исемле тәүге китабым «Ҡырсынташ» йыйынтығында донъя күрҙе. Ике повесым һәм ике хикәйәм инде унда. Сабир Шәриповҡа мин гел генә рәхмәттәр уҡыйым. «Беҙ һинең әҫәрҙәреңде «Ҡырсынташ»ҡа индерҙек», — тине ул һөйөнсө алып.
Әгәр ҙә миңә үҙебеҙҙең Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзалары: Рәсих Лоҡманов, Байгилде Янбулатов, Исмәғил Ғимранов, Фәрит Хәсәнов һәм юғарыла яҙып киткән оло ағайҙар ярҙам ҡулы һуҙмаһа, мин бөгөнгө уңыштарға өлгәшә алыр инемме?
— Мин һөнәрем буйынса иҡтисадсы. Йәш саҡта физика-математика уҡытыусыһы булырға хыялландым. Был фәндәр миңә еңел бирелде. Ауыл хужалығы институтына ингән сағымда математиканан имтиханды «бишле»гә бирҙем дә бүтән фәндәрҙән тапшырмай студентка булып киттем.
Үкенескә ҡаршы, һайлаған һөнәрем буйынса бер генә көн дә эшләмәнем. Минең ойоштороу һәләтемде һәр саҡ хупланылар. Тәүҙә комсорг, профком рәйесе, ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе, һуңынан партком секретары, партия бөткәс, «Тегенсе» бәләкәй предприятиеһы директоры булдым. Ә хаҡлы ялға ауыл советы хакимиәте башлығы вазифаһынан сыҡтым. Инде яйлап ижадҡа тотонайым тигән хыялдар менән янып йөрөһәм, ауыл халҡы, дөрөҫөрәге, ун бишләгән ағзанан торған инициатив төркөм, әйҙә, һине колхоз рәйесе итеп ҡуяйыҡ, тип килде. Үтә лә ауыр заман: ил буйлап колхоздар бөтөрөлә, фермерҙар барлыҡҡа килә башланы, колхоздарҙың исемдәрен, булмыштарын төрлөсә бутай башланылар. Бер нисә көн уйлап йөрөнөм дә риза булдым. Ауыл клубы шығырым тулы халыҡ. Ике кандидатура тәҡдим ителде. Райондың ауыл хужалығы идараһы начальнигы тауышҡа ҡуйғас, күпселек менән мин үттем. Шул мәл ауыл хужалығы етәксеһе: «Әҡлимә Ғәзиевна ҡартайған, ул — ҡатын. Һайлау дөрөҫ булманы, бар, таралышығыҙ», — тип кешеләрҙе клубтан ҡыуырға тотондо. Шаулаша башлаған халыҡтан ҡурҡтымы, әллә Әҡлимә эшләй башлаһа, нимә булырын күҙ алдына килтерҙеме, тиҙ генә машинаһына ултырҙы ла Сәфәр ауылынан ҡалаға ҡайтып китте. Уның артынса район вәкилдәре ҡуҙғалды. Шулай итеп, мин Ленин исемендәге колхоздың (дөрөҫөрәге, ширҡәттең) бер нисә минутлыҡ рәйесе лә булдым. Шулай ҙа килгән түрәләргә ҙур рәхмәтлемен. Әгәр ҙә мине шунда һайлатып ҡуйһалар, бөтөнләй ижадты онотор инем. Ә бәлки, ижадты ғына түгел, ғаиләмде лә юғалтыр инем.
— Ғүмеремдең йәш сағын, комсомол ойошмаһы секретары булып эшләгән осорҙо һағынып иҫләйем. Ошо йылдарҙа беҙ, йәштәр, һауын гурты, төрлө өмәләр, концерттар, пьесалар ойоштороп, дәртләнеп, ярышып йәшәнек. Хатта ҡар буранында өй беренсә йөрөп, колхоз өсөн металлолом йыйғаныбыҙ, уның өсөн колхоз етәксеһенән рәхмәт алғаным әле лә иҫтә. Шул йылдарҙа журналист һәләтем барлығын да асыҡланым. Ауылда ниндәй яңылыҡ бар, шуларҙың барыһын да район гәзитенә яҙып ебәреп торҙом. Хатта бер мәл районға «Башҡортостан» гәзитенән журналистар килеп, колхоздың барлыҡ етәкселәренән үҙҙәренең эштәре тураһында мәғлүмәт яҙып килтерергә ҡуштылар. Шунда тик минең комсомол ойошмаһының эше тураһында яҙған мәҡәләмде генә баҫтылар. Ә «Ленинец» гәзитендә беҙҙең комсомол ойошмаһы тураһында тулы бер битлек мәҡәлә баҫылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин уны һаҡламағанмын. Ошо йылдарҙа комсомолдың өлкә комитеты Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләһә, Үҙәк комитет юбилей билдәһе менән наградланы.
— Бала сағым ауыр осорға тура килде, һигеҙ-ун йәштәр тирәһе булғандыр, беҙ, бала-саға, йыйылып, ҡырсынташлы юлға туп ҡағыу, йүгереү, аҡтар- ҡыҙылдар уйындары уйнарға сыға торғайныҡ. Бигерәк тә ҡыҙҙар ғына ҡалған саҡта, ике ҡулымды һауаға күтәреп: «Хоҙайым, берәй генә тоҡ он төшөрһәң ине, йә булмаһа инәкәйемдең жакеты туҙҙы, жакет ҡына төшөрһәң ине», — тип теләй торғайным. Үҙем эшләй башлағас, был хыялдар ысынбарлыҡҡа әйләнде.
Атайлы ҡыҙҙарға ҡарайым да: «Их, минең дә атайым булһасы», — тип теләй торғайным. Инәйемә: «Инәй, әйҙә, беҙ ҙә атай алайыҡ», — тип үтенгәнем хәтеремдә.
«Эй, балаҡайым, үҙеңдең атайыңды ла алғайныҡ бит, минең биш балам, уның дүрт балаһы бер бәләкәй генә өйҙә йәшәнек, сит балаларға бер-береһе менән уртаҡ тел табыу ауыр ине. Шуға ла һин донъяға килмәҫ элек үк беҙҙең юлдар айырылды», — тине. (Инәйемдең ире Кәлимулла Нуретдинов, Әбделҡасим ауылы егете, һуғыштан ҡайтмай, ә атайымдың ҡатыны Фатима күрше ауылда бригадир булып, һыбай йөрөгән ҡатын була, бик иртә донъя ҡуя).
Атайлы балаларға ҡарап көнләшһәм дә, үҙемде-үҙем ҡурсаларға, һаҡларға бала саҡтан өйрәндем.
— Ғаиләм — минең ҡәлғәм. Беҙ тормош иптәшем менән бала саҡтан бер-беребеҙҙе белеп үҫтек. Ул да атайһыҙ ине. Яҙған әҫәрҙәремде иң беренсе иптәшемә уҡырға бирәм. Ике ул үҫтерҙек, юғары белемлеләр. Өлкәне — тренер, уҡытыусы, спорт мастеры. Икенсеһе тарих уҡытыусыһы дипломына эйә булһа ла, производствола мастер вазифаһын башҡара. Килендәрем дә мине аңлай, ярҙам итеп торалар. Һигеҙ ейән-ейәнсәрем бар.
Дауамы "Ватандаш" журналының 1-се (2018) һанында.