Ата-әсәй, ғаилә йылыһы, кешелек үҫешендә ғаиләнең роле хаҡында һәр халыҡтың тапҡыр мәҡәлдәре, әйтемдәре бар. Ата-әсәләрҙе данлаған, рәхмәт һүҙҙәре еткерелгән күпме шиғырҙар, йырҙар ижад ителгән. «Донъяла бер ни менән дә алмаштырмаҫлыҡ байлыҡ бар: ул — ата-әсә наҙы», «Ата-әсә фатихаһы — бәхеткә юл», «Һин — тамырың ерҙән ҡупҡан ағас, шәжәрәңде әгәр юғалтһаң», «Бала тәрбиәләү, кәм тигәндә, ул тыуырҙан йөҙ йыл алданыраҡ башлана». Был юлдарҙың йөкмәткеһенә, әлбиттә, быуаттар буйына тупланған зирәк аҡыл һәм күҙәтеүсәнлек һалынған.
Бөгөнгө геройым республикала ғына түгел, ә илебеҙ кимәлендә билдәле шәхес: ике саҡырылышта Дәүләт Думаһы депутаты, философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина. Халыҡ уны 2004, 2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры, 2010—2011 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Премьер-министр урынбаҫары вазифаларын башҡарыусы, әлеге көндә Мәскәүҙәге төп эшенән тыш, Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһының етәксеһе тип тә белә.
Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында күп балалы ябай ғаиләлә тыуып үҫкән ҡыҙҙың ошондай үрҙәргә күтәрелеүенең сере нимәлә? Уның тыуған яҡтарынан, үҫкән ғаиләһенән, бала саҡ һәм үҫмер осоронан башҡа был һорауға төплө яуап табыуы мөмкин түгел.
Инсафлы, шат, уңған булһын,
ошолай итеп һамаҡлай-һамаҡлай Фәниә апай бәләкәс ҡыҙ һәм улдарын мунсала берәм-берәм йыуындырып, сайындырып аталарына бирә тора, ә Йыһанур ағай: «Юғары белем алһын, агроном, табип, уҡытыусы, профессор, министр булһын», — тип өҫтәп, һөйә-һөйә кейендереп, уларҙы өйгә ташый.
Ата-әсәйҙең үҙ-ара йылы мөнәсәбәте, балаларына инанып теләгән ихлас теләктәре күңелгә лә, ҡолаҡҡа ла һеңеп ҡала инде ул. Күккә лә китәлер әле. Шулай булмаһа, ваҡыты еткәс, шул тиклем дә бермә-бер тормошҡа ашмаҫтар ине.
...Киске эштәрҙе бөтөргәс, ҙур ғаилә өҫтәл тирәләй ултырып билмән эшләй. Ата-әсәләр шат: балалары иҫән-һауҙар, һәйбәт уҡыйҙар, эшкә, тормошҡа өйрәнеп үҫеп киләләр, шөкөр. Балаларға ла күңелле: һәр береһенә бүлеп бирелгән мәшәҡәттәр тамам, дәрестәр әҙерләнгән, иң оҡшағаны — атай-әсәй менән бергәләп һөйләшә-кәңәшләшә, мәж килешеп өҫтәл артында ултырыу.
Уртаҡ эш тағы ла нығыраҡ яҡынайта. Йылы, яҡты туғанлыҡ хистәре күңелдәрҙән ҡулдар аша билмәндәргә күсә. Туңдырып ҡуйғас, оҙаҡҡа етер әле улар. Оҙаҡламай өйгә тәмле билмән еҫе тарала.
...Һәр баланың зауығына, йәшенә, ҡыҙыҡһыныуына ҡарап, гәзит-журналдарға яҙылалар, әҙәби китаптар һатып алына был ғаиләлә. Ҡайһы бер кистәр бергәләп ҡыҙыҡлы китаптар уҡыуға, шиғыр ятлауға, йырҙар өйрәнеүгә арнала. Балаларының ижади уңыштарына ҡыуанып, ирәйеп, йылмайып ултыра өлкәндәр. Уларҙың ҡыҙыҡһыныуын, хәстәрен күреп, күңелдәре үҫә, үҙҙәрен таяныслыраҡ, ышаныслыраҡ һиҙә сабыйҙар һәм үҫмерҙәр.
— Атайым менән әсәйем ғүмер буйы совхозда эшләне. Әсәйем фермала быҙауын да ҡараны, һыйырын да һауҙы, совхоз ашханаһында аш бешереүсе булып та эшләне. Атайым бухгалтер, иҡтисадсы, ферма мөдире булды. Ҙур йорт, оло хужалыҡ: умарталыҡ, мал-тыуар, ҡош-ҡорт, данлыҡлы Иглин һуғаны үҫкән әллә күпме түтәлдәр, картуф, йәшелсә, емеш баҡсалары... Уларҙы бит ҡарарға, утарға, һыу һибергә, үҫкәс, йыйып алырға кәрәк. Был эштәрҙең бөтәһенә лә беҙ, балалар ҙа, йәлеп ителдек. Атай-әсәйебеҙҙең егәрлелеге, талапсанлығы, йәшәү рәүештәре тәүге тормош һабаҡтары бирҙе. Йөҙөбөҙҙө йыртып әрләү, ҡул күтәреп йәберләү, эсеп ғауға күтәреү кеүек күңел яралары һалырлыҡ хәлдәрҙе күрмәй буй еткерҙек ғаиләбеҙҙә. Әсәйем беҙҙе, өс ҡыҙын — уңған хужабикә булырға әҙерләһә, һәр эшкә маһир атайым улдарына ир-егет тәрбиәһе бирергә тырышты. Әле лә хәтерҙә: әсәйем ҡабат-ҡабат эшләтеп, тап-таҙа итеп иҙән, тәҙрә, кер йыуырға, ҡарап тороп үҙе күрһәтә-күрһәтә, оҫта итеп аш-һыу йүнәтергә өйрәтте. «Эшләгәнең беҙҙең өсөн булһа, өйрәнгәнең — үҙең өсөн, балам», — тиер ине ҡәҙерлем. Өлкән апай булараҡ, мин дә белгәндәремде һеңлеләрем менән уртаҡлаштым. Шуның өсөн ятаҡта тороп уҡыған саҡтарҙа ла, ғаилә ҡороп йәшәй башлағас та, ҡатын-ҡыҙҙың йорт эштәрен илап түгел, йырлап, илһамланып башҡарҙыҡ.
Әсәйемде ауылда «матур Фәниә» тип йөрөттөләр. Һәр саҡ ҡупшы кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп, килешле биҙәүестәрен дә тағып, халыҡ араһына сыға ине ул, хатта эшкә барғанында ла кешеләр һоҡланып ҡарай ине уға. Бөхтәлек, зауыҡ, әҙәплелек, намыҫсанлыҡ, үҙ-үҙеңде яҡлай, бәҫеңде һаҡлай белеү кеүек сифаттар күрше Ҡарамалы ауылынан килен булып төшкән, Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған яугир ҡыҙынан, ябай ауыл ҡатынынан беҙгә, өс ҡыҙына ла күскәндер, тип уйлайым.
Кемдең ниндәй һөнәр һайлауы хаҡында ла ғаиләбеҙ менән йыйылып кәңәшләшә инек, — ти Зөһрә Йыһанур ҡыҙы үҫмер йылдарын хәтерләп.
Ысынлап та, һөнәрҙәре буйынса педагог булмаһалар ҙа, тәрбиә алымдарын ни тиклем белеп йәшәгән Бәшировтар. Берҙән, һәр балаһының нимәгә ынтылышы барлығын тойғандыр инде улар. Һөнәр һәм тормош иптәшен дөрөҫ һайлау кешенең яҙмышын хәл итеүе хаҡында ла һәйбәт белгән ата менән әсә. Шуға күрә «тегендә бар, шунда уҡы!» тип үҙҙәренең ҡәтғи ҡарарҙарын сығармай, балаларын ипләп кенә оло тормош юлына, уларҙың үҙҙәре менән килешеп, әҙерләгәндәр. Халыҡ педагогикаһына таянған улар һәм яңылышмаған. Ете ул-ҡыҙҙарының бөтәһенә лә юғары белем биреп, үҙ тиңдәре менән бәхетле ғаилә ҡорорға булышлыҡ иткәндәр. Улар хәҙер ата-әсәләре өлгөһөндә үҙҙәре заманға яраҡлы, эшлекле, белемле илһөйәр балалар тәрбиәләй. Ейән-ейәнсәр, бүләләр егерме ете булып китте хәҙер. Был ғаиләлә уҙған йыл демографик мәсьәләне яҡшыртыуҙа уңышлы осор булған икән: биш бәпес донъяға килгән.
Ике ағаһынан һуң битлеге менән донъяға килгән, көтөп алынған ҡыҙға яратып Зөһрә тип исем ҡушҡандар. Ул бәләкәйҙән иркә ҡыҙыҡай түгел, ә тырыш, сәмле, маҡсатлы шәхес булып үҫә. Ике һеңлеһенә һәм ике ҡустыһына өлкән апай булараҡ, уларҙың һәйбәт уҡыуына ла, эш рәте белеп үҫеүенә лә, тормошта тәғәйен юлдарын табып, үргә үрләүҙәрендә лә үҙен яуаплы тойоп, туғандары, тип янып йәшәй. Был ҡурсалау тойғоһо әле лә ташламай уны. Һәм был тойғо, моғайын, уның лидерлыҡ сифаттарын үҫтереүҙә ҙур роль уйнағандыр. Ағалары агроном, зоотехник һөнәрҙәрен үҙ итһә, Зөһрәне педагогика фәне тарта. Ғөмүмән, туғанлыҡ тойғоһо ныҡ һалынған Бәшировтар күңеленә: ҡайғы-шатлыҡтарын да, донъя мәшәҡәттәрен дә уртаҡлашып, рухи яҡтан бер-береһен күтәрмәләп, кәңәш-төңәш итешеп, татыу ғүмер итәләр. Был күренеш тә — ғаиләләге тәрбиә һөҙөмтәһе бит. Туғанлыҡ тойғоһо артабан йәшерәк быуындар йәшәйешендә дауам итә. Мәҫәлән, ауылда донъя көткән туғандарға ҡалала тороусылар ҡайтып һыйына. Ә ҡалала йәшәүселәргә ауылдағыларҙың йомошо төшә, балаларын уҡырға, эшкә урынлаштырыуҙа ла ҙур терәк ҡалалағы туғандар. Зөһрә Йыһанур ҡыҙының бәләкәйҙән яратып, үҙ ҡанаты аҫтында эшкә өйрәтеп, хәстәрләп үҫтергән һеңлеһе Альбина — күптән инде баш ҡала кешеһе. Дипломлы белгес кенә түгел, ә апаһы артынан ғалимлыҡ юлынан китеп, философия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә күтәрелгән ханым ул хәҙер. Апаһы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллинаның ярҙамсыһы вазифаһын башҡара.
Мәҡәләнең дауамын "Ватандаш" журналының 1-се һанында уҡығыҙ (2018).
Гөлфиә Юнысова әңгәмәләште.