Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатова — Башҡортостан әҙәбиәт һөйөүселәренең яратҡан яҙыусыларының береһе. Уның әҫәрҙәре бер-бер артлы матбуғат биттәрендә донъя күрә. Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы үткер ҡәләмле публицист булараҡ та танылыу яуланы. Радио тыңлаусылар әҙибәне берсә күңелдәрҙе елкендерерлек, берсә тәтрәндереп йә ҡанатландырып ебәрерлек тапшырыуҙар әҙерләп алып барыусы радио-журналист итеп белә. Тиҫтә йылдар ғүмерен Фәрзәнә Аҡбулатова үҙе һайлаған ошо ижади эшкә арнаны. Кешеләрҙе яратыуы, ихласлығы һәм журналистикалағы профессиональ оҫталығы уның әҙәби әҫәрҙәрен дә тормошсан, халыҡсан итә, онотолмаҫ образдар тыуҙырыуға өлгәштерә. Һуңғы йылдарҙа әҙибә ислам дине менән ҡыҙыҡһына, уның ҡанундары менән йәшәй. Быны уның иманға һыйыныуы, күңел үҫешкәнлеге тип уйларға кәрәктер. Бөгөн инде һорауҙарҙы Фәрзәнә Фәтих ҡыҙының үҙенә бирәйек.
— Беҙҙең башҡорт әҙибәләренә әҙәплелек хас. Уларҙың да иң итәғәтлеһе, иманлыһы итеп һине күрәм, Фә рзәнә һеңлем. “Илһамлы яҙмыштар” тигән шәлкемгә инәсәк әңгәмә булараҡ, һөйләшеүебеҙ, әлбиттә, ижад юлы, яҙыусы асылы, әҙәби тормош һәм донъяуи мәсьәләләргә ҡағылышлы уй-фекерҙәр хаҡында барыр. Һин, сал далаларға, игенле баҫыуҙарға бай Хәйбулла ҡыҙы, ҡасан журналист һөнәрен һайларға ҡарар иттең? Тыуып үҫкән Үрнәк ауылынан Мәскәүҙең данлыҡлы Ломоносов исемендәге университетына тиклем ниндәй һуҡмаҡтар, юлдар һәм кәртәләр үтергә тура килде маҡсатына ынтылыусы сәмле ҡыҙыҡайға?
— Мин үҙ эшемде яратам, ә яратҡан эш кешене бәхетлерәк һәм яғымлыраҡ итә. Бәлки, шуға итәғәтле, иманлы итеп тә күрәһегеҙҙер. Һәр әҙәм балаһына хас булғанса, минең дә кәмселектәр бар. Тик динебеҙ үҙ етешһеҙлектәребеҙҙе һөйләп йөрөүҙе тыя. Тыуған яғым Хәйбулла яҡтарына килгәндә, ул далаға ла, урман-тауҙарға ла бай төбәк. Аҡбулатовтарҙың сығышы — урман яғынан. Минең ата-бабалар йөҙәр йыл шул яҡта йәшәгән, шунда ҡот-бәрәкәт тапҡан.
Беҙҙең ихатала ҡайын менән ҡарағай йәнәш үҫеп ултырҙы. Шуға ла урмандағы һәр ағасты шул тиклем яҡын күрә торғайным. Үрнәктә атайым донъяға килгән, тәү ауазды мин дә шунда һалғанмын. Миңә алты йәш тулғас, унан күсеп киттек. Мәктәпкә Туратҡа барҙым, ә өсөнсө кластан Ғәлиәхмәттә уҡыным. Шуға ла “тыуған ауыл” төшөнсәһе миндә бик үҙенсәлекле сағылыш ала.
Атай-әсәй — уҡытыусылар, шуға ла өйҙә самаһыҙ ҙур байлыҡ — китап та гәзит-журнал. Ауылда иң күп матбуғат алдырыусы беҙҙең ғаилә булғанына шик тотмайым. Бөтә башҡорт матбуғаты, үҙәк гәзит-журналдары ғына түгел, татарсаһы ла килә торғайны. Почтальон алып килгән матбуғатты атайымдың кинәнеп уҡығаны, радио-телевизорҙан яңылыҡтар ҡарап барғаны бөгөнгөләй күҙ алдымда. Был мәлдә беребеҙгә лә өйҙә тауыш сығарырға ярамай. Яңылыҡтар бөткәнсе шып-шым булабыҙ. Иң яратып уҡыған журналдарының береһе “Новое время” ине. Ҡайҙа барһа ла, китаптар алып ҡайта торғайны. Үҙе лә шәп, матур яҙа. Теләһә, бына тигән яҙыусы булыр ине. Тик бәхетен алты бала тәрбиәләүҙә, мәктәптә уҡыусыларға белем биреүҙә күрҙе. Аллаһтың сикһеҙ рәхмәте менән мин ошо шөғөлгә дусар ителгәнмен. Башҡорт һәм рус әҙәбиәте иң яратҡан дәрестәрем ине. Тәүгеһенән — әсәйем, икенсеһенән Рәсимә Фидрат ҡыҙы уҡытты. Төплө белемле уҡытыусылар. Шуға ла гуманитар фәндәрҙе ныҡ яраттым. Йәнә лә һынлы сәнғәткә иғтибарым көслө булды, сөнки әсәйем рәсемде һәйбәт төшөрә ине. Ул оҫталыҡ миңә лә бирелгән. Педучилищеның художество-графика бүлегендә уҡыуым аң даирәмде үҫтерҙе. Һынлы сәнғәт буйынса яҡшы белем алдым. Ул йылдарҙа шиғыр, нәҫерҙәр яҙғылаштырҙым. Юғары уҡыу йортона инергә ҡарар иткәндә үҙ юлымды шаҡтай төҫмөрләгәйнем инде.
— Хеҙмәт юлың башлыса “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында үтте. Һин әҙерләгән әңгәмә, тапшырыуҙарҙа ҡатнашмаған бер генә яҙыусы ла ҡалмағандыр. Гәзит-журналдарҙа донъя күргән мәҡәләләрең дә — юғары художестволы ижад емештәре. Журналистикаға юлың “Башҡортостан” гәзитендә башланғайны. Ниңә яңынан матбуғатҡа эшкә күсмәнең? Әҙәби ижад менән шөғөлләнеү өсөн яйлыраҡ булыр ине...
— Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлағас, мине “Башҡортостан” гәзитенә эшкә саҡырҙылар. Гәзиттең ул саҡтағы баш мөхәррире Мансур Әйүповҡа рәхмәт. Практика үткән сағымда уҡ эшкә алырға вәғәҙә биргәйне, һүҙендә торҙо. Радиоға күскәнгә тиклем биш йыл “Башҡортостан” гәзитендә эшләнем. Ул минең өсөн иң ҡәҙерле гәзит булып ҡала. Әйткәндәй, атайымдың да яратҡан баҫмаһы ине. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһына эшкә барырмын, тигән уй башҡа ла инеп сыҡҡаны булманы. Яҙмыштыр инде, бер мәл, интервью алырға барғанда, ул саҡтағы генераль директор Салауат Килдин эшкә саҡырҙы. Бына шулай башланып китте радиожурналист эшмәкәрлегем. Дөрөҫ аҙым булғандыр, тим, сөнки бында эшләргә лә, ижад итергә лә мөмкинлек булды.
— “Атай икмәге” тигән тәүге проза китабың Шә йехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Әҙәби әҫәр яҙыу теләге ҡасаныраҡ моронланы күңелеңдә? Баҫылып сыҡҡан тәүге әҫәрҙәреңде хәтерләйһеңме? Ижад юлын әҙиптәр башлыса шиғырҙан башлай, һин туп-тура прозаға килдеңме?
— Студент саҡта “Шоңҡар” түңәрәгенә йөрөнөм. Бер-беребеҙҙең әҫәрҙәрен уҡып, фекер алыша торғайныҡ. Былар бөтәһе лә ижадҡа тотонорға этәргес бирҙе. Эйе, “Атай икмәге” — тәүге уңышлы хикәйәләрҙең береһе. “Шоңҡар”ҙың етәксеһе Башҡортостан Яҙыусылар берлегенең әҙәби консультанты Рәшит ағай Солтангәрәевкә беҙҙең әҫәрҙәрҙе алып барып биргән. Ағай бит прозаик. Әлбиттә, минең хикәйәгә иғтибар иткән. Етәксе был турала әйткәс, баш күккә тейгәндәй булды. Р.Солтангәрәев мине күрмәһә лә, белмәһә лә, хикәйәне “Ағиҙел” журналына илткән. Баш мөхәррир, һуғыш осоро балаһы Әмир Гәрәев тә иғтибар иткән яҙмама. Был — яҙмыш. Шул хикәйәмде баҫтырып, журнал мине йыллыҡ лауреаты итте. Артҡа сигенмәҫлек ышаныс бирелде. Нәҫерҙәр, хикәйәләр яҙа башланым, улар төрлө кимәлдә булғандыр. Әлегә тиклем хикәйә яҙыу төп шөғөлөм булып ҡала.
— Тыуған яҡ — һәр кеше өсөн бөтмәҫ илһам сығанағы. Хә йбулла далалары, йылға-күлдәре, тыуған ауылың, яҡташтарың ижадыңда ниндәй роль уйнай?
— Үҙем урман ҡыҙы булғас, минең өсөн иң баштан илһам сығанағы урман булды. Ялан яғына ҡунаҡҡа барһам, эс бошорғос күңелһеҙ, тиҙерәк ҡоштар һайраған, сәскәләре балҡыған, хуш еҫ бөрккән урманлы яғыма ҡайтҡым килә торғайны. Һаҡмар, Йылайыр — минең өсөн изге йылғалар. Улар — дуҫтарым менән бәйле бала сағым хәтирәләре. Йылдар үткәс, далаға ла өйрәндем мин, матурлығын күрә башланым.
Бала саҡ күңелдә ҡараңғылыҡ алмаҫ сағыу ҙа, тыныс та, мажаралы ла, таяныслы ла бер донъя булып йәшәй. Әхирәттәрем Зөһрә, Лилиә, Миңъямал, Зифаны йылылыҡ менән иҫкә алам. Өсөнсө синыфтан туғыҙҙы тамамлағансы бергә уҡыныҡ. Бигерәк тә Зөһрә әхирәтем яҡын, беҙ уның менән йыл һайын бер парта артында ултырҙыҡ... Эйе, беҙҙең бала саҡ әкиәти матурлыҡ эсендә үтте.
Мәҡәләнең дауамын "Ватандаш" журналының 12-се (2017) һанында уҡығыҙ.