Все новости
Илһамлы яҙмыштар
20 Ноября 2017, 17:08

«Дауа ла, шифа ла, йәшәү ҙә — ижадта!»

Гөлназ Ҡотоева — шағирә, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр, “ТӨРКСОЙ” халыҡ-ара журналистар премиялары лауреаты, филология фәндәре кандидаты, биш шиғри йыйынтыҡ авторы.

Гөлфиә ЮНЫСОВА


Гөлназ Ҡотоева — шағирә, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр, “ТӨРКСОЙ” халыҡ-ара журналистар премиялары лауреаты, филология фәндәре кандидаты, биш шиғри йыйынтыҡ авторы. Әҙибәнең күп яҡлы ижад эсендә ҡолас ташлап йөҙөп эшләгән сағы. Уның фәһемле тормошо, үҙенсәлекле ижади асыштары уҡыусыларҙы һоҡландыра ла, уйландыра ла. Һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙмай, һорауҙарыбыҙ менән уның үҙен-үҙе асыуына булышлыҡ итәйек әле. Бер ыңғай һөйкөмлө лә, егәрле лә, талантлы ла шәхесебеҙ менән нығыраҡ танышып ҡалырбыҙ.

— Шағирә, журналист, мөхәррир... Өс ижади йүнәлеш буйынса ла уңышлы эшләгән кешегә “афарин!” тип әйтәһе генә ҡала. Шулай ҙа әйт әле, һеңлем, ни өсөн ғүмерлек һөнәрең итеп тап ошо өлкәләрҙе һайланың? Улар бер-береһенә ҡамасауламаймы? Береһен генә һайларға тура килһә, ҡайһыһында туҡталыр инең?
— Мәктәп йылдарынан уҡ матбуғатҡа тартылыуым тирә-йүндәге күренештәргә иғтибарлыраҡ булырға өйрәткәндер. Тарих, риүәйәт-легендалар, ер-һыу атамалары менән ҡыҙыҡһыныуыма бай тарихҡа, тамырҙарға иғтибарлы атай-олатайҙар менән дан тотҡан Әбйәлил районында тыуып үҫеүем сәбәпсе булғандыр. Һәр сығышымды юғалтмай, ҡырҡып дәфтәргә йәбештерә барҙым. Пионер бүлмәһендә һәр ҡайһыбыҙҙың альбомы ла бар ине. Яҙышҡан кеше битараф булмай, уға талаптар ҙа юғары. Ошо йүнәлештә уңышҡа өлгәшкәндәргә ҡарап үҫәһең. Дүртенсе класта уҡығанда йәш хәбәрсе Алһыу Носратова менән һөйләшкәнебеҙ иҫемдә. Уның тел байлығы һәр ваҡыт һоҡландыра ине. “Мин дүртенселә Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр”ен уҡып бөткәйнем инде”, — тигәне сәмләндерҙе бит. Романды уҡып сыҡтым. Ә әҫәрҙәге Емеш образы тағы ла күберәк уҡырға дәртләндерҙе.
Мәҡәлә, хәбәр тиҙ яҙыла. Ә бына шиғыр эйәр һалдырмаҫ толпар кеүек. Арбай, үҙенә тарта. Ҡатмарлы. “Үҙем өсөн генә яҙам”, — тип ижадҡа тотонғас, барыбер ҙә сәмләнергә, өйрәнергә, үҫергә тура килде.
— Диссертацияңдың темаһын тәҡдим иттеләрме, әллә үҙең һайланыңмы? Уны яҡлауҙа ҡаршылыҡтар осраманымы? Фә н докторы ла булырға йыйынаһыңмы?
— Бәләкәйҙән ер-һыу атамалары, уларға бәйле риүәйәт-легендалар менән ҡыҙыҡһындым. Курс, диплом эштәрен шуға арнаным. Бай материал тупланды. Диплом эшенең етәксеһе Борис Әхмәтшин булды. Яҡлағас, уны филология фәндәре докторы Әхмәт Сөләймәновҡа күрһәттек. Ул, материал байлығын билдәләп, ғилми эште дауам итергә, аспирантурала уҡырға тәҡдим итте. “Китап” нәшриәтендә мөхәррир булыу менән бер рәттән уҡып та йөрөнөм. Ғилми эштең темаһына ярашлы, ырыуҙарға хас үҙенсәлектәрҙе билдәләп, фольклор өйрәндем. Шулай итеп, “Башҡорт легенда һәм риүәйәттәренең локаль һәм типологик үҙенсәлектәре” тигән тема раҫланды. Материал шул ҡәҙәре күп, әммә ғилми күҙлектән ентекләп өйрәнелмәгәнен асыҡланым һәм ең һыҙғанып эшкә тотондом. Ошо юҫыҡта фәнгә өлөш индергәнмендер, тим. Докторлыҡ — ул ғилми дәрәжә. Бик күп көс, хеҙмәт талап итә. Әлегә башҡа хәстәрҙәр менән мәшғүлмен — журнал эшенә төптән егелгәнмен, ижад менән шөғөлләнәм. Шулай уҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәтендә лә әүҙем ҡатнашам.
— Һинең өсөн нимә ул шиғриәт? Илһам килмәгән, кәйеф төшкән мәлдәрҙән нисек сығаһың? Илһамды үҙең тыуҙырып буламы?
— Һәр яңы көн яңы мөмкинлектәр алып килгән кеүек, үҙ илһамы, ҡеүәте менән килә. Илһам булдырам тип, махсус рәүештә тырышмайым да кеүек. Тормошто, кешеләрҙе яратһаң, ул үҙе килә. Шиғриәт булмаһа, тормош та күрекһеҙ, нурһыҙ булыр ине.
— Шиғриәтеңдә тәбиғәт образдары күп. Кеше менән тәбиғәт берлеген нисек күҙаллайһың? Тыуған яҡ тәбиғәте уның холҡона, тимәк, яҙмышына тәьҫир итә аламы?
— Башҡорт халҡы өсөн тәбиғәт менән бергә уяныу, уның менән йоҡоға китеү хас. Тәбиғәт балаһы бит беҙ. Шуға ла Ҡояш, Ай, йондоҙҙар һәр шиғырҙа ла ҡабатланыуы мөмкин. Хистәрен, кәйефен, халәтен ижадсы үҙ әҫәрҙәрендә тәбиғәт образдарына күсерәлер. Был алым шиғырҙы көсәйтә, байыта ғына. Беҙ бына — ялан түңгәүерҙәре. Төҫ-ҡиәфәтебеҙ ҙә ошо тәбиғәт шарттарына яраҡлы: сымыры, эре һөйәкле, ҡыҫылыбыраҡ торған түңәрәк йөҙлө башҡорттарбыҙ. Ялан еленә бирешмәҫ өсөн аяҡта ныҡ баҫып торорға, эҫе ҡояштан яндырмаҫҡа күҙҙе ҡыҫыбыраҡ ҡарарға, ҡылғандан айырылмаҫ өсөн аҡ сәсле итеп яралырға тейеш булғанбыҙҙыр. Холоҡ та, ялан кеүек, асыҡ-ярыҡ, түҙемле, сабыр, әммә тәүәккәл... Ошо гүзәл ерҙә донъяға килеүебеҙ, шул матурлыҡты тойоуға һәләтле булыуыбыҙ — яҙмыш ул.
— Халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре, теле, мәҡәл-әйтемдәре баланың рухи үҫешенә нисек тәьҫир итә?
— Аспирантураны тамамлағас, ғаиләбеҙ менән Сибай ҡалаһына килеп төпләндек. Билдәле яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе вазифаһында ижадсыларҙы бергә туплап, дәртләндереп, ҡайнап йәшәп ятыуы, мине сикһеҙ ғашиҡ иткән, әҫәрләндергән “Бөйрәкәй” романының авторы булыуы сихри бер ҡөҙрәте менән үҙенә тартты. Таңсулпан апайҙың тәрән, сабыр аҡылына һоҡланам. Мине лә, үҙенең ҡанаты аҫтына алып, эшкә ылыҡтырҙы. Уның ышанысы, күп эштәргә тотонорға, түрәләр менән һин дә мин һөйләшергә, күп халыҡ ҡатнашҡан әҙәби сараларҙы алып барырға өйрәтеүе, дәрт һәм тәүәккәллек биреүе мине нығытҡандыр. Үҙенә алмаш итеп күреүен дә йәшермәне. Ойошманың традицияларын, һәр ижадсының тын алышын беләһең, булдыраһың ул, тигән һүҙҙәре үҙемә лә ышаныс өҫтәгәндер. “Сулпан” балалар театрында әҙәби консультантмын, БДУ-ның Сибай институтында студенттар менән эшләйем, дәрестәр алып барам — нисек ваҡыт еткергәнмендәр? Ошо төбәктәге халыҡ менән аралашыу мәлендә шуға иғтибар иттем: йола тотола, ғөрөф-ғәҙәттәр һәйбәт һаҡланған, ололарҙың һөйләшенә иғтибар итһәң, иҫ китерлек! Тамырҙарыбыҙҙың ниндәй тәрән, һутлы икәнен тап шунда аңланым, рухым нығынды. Бала ата-әсәһенә, өләсәй-олатаһына ҡарап, тәрбиә ала. Әгәр ғаиләлә рух, әхлаҡ, күңел байлығына иғтибар ителмәй икән, тормоштан ҡәнәғәт, етеҙ, теремек бала тәрбиәләнмәй. Шуға халҡыбыҙҙың ошо хазинаһы баланың күңелен үҫтереүгә йүнәлтелергә тейеш.
— Төп тәрбиә ҡайҙа бирелә — ғаиләләме, балалар баҡсаһындамы, мәктәптәме, урамдамы? Был хаҡта бәхәстәр әленән-әле матбуғатта ла сығып тора. Һинең шәхсән фекерең нисек?
— Ғаиләлә. Әммә күп ваҡыт әсәй-атайҙың балаға иғтибары етмәй. Бала үҙен-үҙе тәрбиәләй башлай. Ҡыҙыҡһыныуҙары сәбәпсе була быға. Холҡона тыумыштан һалынған сифаттар ҙа булышлыҡ итә. Кемдер тыныс ҡына китап уҡып ултыра ала, кемгәлер һәр ваҡыт хәрәкәттә булырға кәрәк. Мөхит мөһим роль уйнай. аралашҡан кешеләре. Ваҡиғалар. Тормош шарттары. Шунан, әлбиттә, балалар баҡсаһы, мәктәп. Улымдың башҡорт мәктәбендә белем алыуын, милли рухты һеңдереп үҫеүен теләнем. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия- интернатын тамамланы. Уҡытыусыларына, шул мөхиткә рәхмәтлемен.
— Йондоҙнамә, ырым кеүек нәмәләргә ышанаһыңмы? Үҙеңдең тормошоңда, яҡындарың, таныштарың араһында ошо төшөнсәләргә бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр булғаны бармы?
— Кеше күп осраҡта үҙен программалай. Уйы тиҙ генә бойомға аша. Ырымдарға ышаныу ҙа шуға килтерә. Төш хаҡында ла “муйыны ҡылдай нәҙек, нисек юрайһың, шул була”, тип әйткәндәр бит. Шуға ла тик яҡшыға ғына юрап йәшәүҙе ҡулай күрәм.
— Ниндәйҙер ижад төрөнә тартылыуҙың ҡандан, нәҫелдән килеүен таныйһыңмы? Үҙеңдең ынтылыш-һәләттәреңдең тамыр-сығанаҡтары хаҡында уйлап ҡарағаның бармы?
— Әсәйемдең әсәһе Сания өләсәйемдең атаһы Исрафил бик уҡымышлы кеше булған. Колхоз рәйесе булып эшләгән ерҙән репрессияға эләккән. Оҙаҡ йылдар ситтә интегеп йөрөп ҡайтҡан, әммә намаҙын ташламаған. Уның яҙмышнамәһе, һауа торошон яҙып барған дәфтәрҙәре һаҡланған. Атайымдың атаһы Әхмәт олатайым кешене күреү менән шиғыр сығара башлай торғайны. Миңә, яратып, “Ҡолонсаҡ”, “Көназтай” тип өндәште. Әсәйем шиғыр яҙмаһа ла, шиғри күңеллеn булды. Атайым игенсе ине. Баҫыу эйәһенең рөхсәтенән тыш урырға төшһәм, техника ватыла йә ямғыр ҡоя башлай, ти торғайны. Өйөбөҙгә матбуғаттың бөтә төрҙәрен дә яҙҙырҙыҡ. Атайым уҡырға яратты. “Ағиҙел”де кем тәүҙә уҡый, тип әсәйем менән бәхәсләшеп тә китә торғайнылар.
Мәктәптә “Бөрөләр” түңәрәге эшләүе, Зөһрә һәм Мөнирә Кашаповаларҙың ижадҡа һәләтле балалар менән етди шөғөлләнеүе, яҙғандарымдың гәзит- журналдарҙа баҫыла башлауы Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетына алып килде. Ҡайнап торған мөхиткә эләгеү әҙәбиәт менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныуыма булышлыҡ итте. Ғәбиҙулла Зарипов, Венер Йәнбәков ағайҙар менән әҙәбиәт хаҡында хатлашыуым да ижадҡа етди ҡарарға сәбәпсе булғандыр.
— Тәүләп күргән әҙәбиәт, сәнғәт әһелдәре ниндәй тәьҫир ҡалдырҙы? Йәшәй килә, уларға мөнәсәбәтең үҙгәрмәнеме?
— Ишҡол ауылына бер заман “әҙәби десант” килеп төштө: Гөлфиә Юнысова (ул ваҡытта депутатлыҡҡа үтеп йөрөй инегеҙ), Әсхәл Әхмәт-Хужа һәм Яныбай Хамматов. Һеҙҙең селтер тауышығыҙға, ҡатын-ҡыҙҙарса нәзәкәтле, ипле булыуығыҙға, бәхәсләшеп киткән әҙиптәрҙе тыйнаҡ ҡына итеп урындарына ултырта белеүегеҙгә һоҡланғайным. Әсхәл ағайҙың энергетикаһы күптәрҙе әҫәрләндергәндер, Яныбай Хамматовтың әҙәбиәткә бирелгәнлеге, төплө аҡылы хайран итте. Ул ваҡытта аңлап та етмәгәнмендер, әммә һеҙгә булған мөнәсәбәтем, “Башҡортостан ҡыҙы”на мөхәббәтем тап ошо баҫмала эшләүемә сәбәпселер ҙә, бәлки. Ғүмерем буйына ошо осрашыуҙы хәтеремдән сығармайым. Бөгөнгөләй иҫемдә. Был ваҡиға шәхестәрҙе, уларҙың ижадын иғтибарлыраҡ өйрәнергә этәргес булды. Сикһеҙ хөрмәтем һәм яратыуым көсәйҙе генә. Аҙаҡ “Ағиҙел” журналында әҙиптәр менән эшләргә тура килде. Уларға булған хөрмәтем, яра- тыуым кәмемәне. Яҡты хәтирәләр, үҙемә булған ағай-апайҙарса мөнәсәбәт мине үҫтерҙе.
— Тәүлектең ҡайһы сәғәте, ниндәй миҙгел ижад итергә айырыуса ынтылыш бирә?
— Илһамды көтһәң, килмәүе лә мөмкин. Бары үҙең менән һөйләшә, үҙеңде эшкә көйләргә өйрәнергә генә кәрәк. Эшем күп, байтаҡ яҙылаһы әйберҙәрем көтөп ята. Тәүлектәр буйына урындан тормай ултырған саҡтар бар, әммә һис өлгөрөп булмай, билдәләп ҡуйылған үрҙәрҙе яулап бөтөрлөк түгел. Шуныһы менән дә йәшәү ҡыҙыҡлы. Төрлө ваҡыттар була: ҡәләм ҡулдан төшә, дөрөҫ йәшәмәйем, тип уйлай башлайһың. Әммә беҙҙең дауа ла, шифа ла, йәшәү ҙә, терелеү ҙә — ижадта. Шул юлдан тайпылырға яҙмаһын.
— Ижади процесс һәр кемдең — үҙенсә. Һинеке башҡаларҙыҡынан нимәһе менән айырыла?
— Назар Нәжми әйткән бит: ижадсы — ул домна мейесе кеүек. Бер туҡтанымы, тоҡандырып алыуы ауыр. Туҡтап торғаным юҡ та кеүек. Тик ваҡ мәшәҡәттәр баҫып киткән мәлдәр була. Түл йыйыла, бәлки, гел ижад менән генә йәшәмәү ҙә өлгөрөргә, янырға, шул янғандан ҡабат терелеп балҡып килеп сығырға форсат бирәлер. Уянып китеп, төндә яҙырға ултырыуым да мөмкин. Юлда ла ижад итәм. Хәҙер уңайлы: телефонда яҙам да, шунда уҡ интернетҡа һалып, яҡындарым, дуҫтарым, минең ижад менән ҡыҙыҡһынып барыусылар менән бүлешәм.
— Ғаиләм — ҡәлғәм, тиҙәр, һинең өсөн дә был һүҙҙәр ошондай мәғәнәгә эйәме? Улыңдың бәхетен беренсе сиратта нимәлә күрәһең? Һинеңсә, йәш ғаилә ата-әсә йәки ҡайны-ҡәйнә йортонда нығынып, ғаилә мөнәсәбәттәренә, йорт-өй эштәренә өйрәнгәндән һуң башҡа сығырға тейешме, әллә баштан уҡ айырым йәшәүҙәре хәйерлеме?
— Рәмис улыма 22 йәш. Башҡорт дәүләт медицина университетының алтынсы курсында уҡый. Әлегә өйләнеү тураһында уйларға иртәрәк, тип иҫәпләй. Ныҡлы аяҡҡа баҫып, үҙе ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итерлек булғас ҡына яуаплы аҙымын яһар, тип уйлайым. “Улымдың яратҡан кешеһен, ниндәй булһа ла, ҡабул итермен, араларына ҡыҫылмаҫмын”, — тигән һүҙем бар. Шуға ла йәштәрҙе йәһәтерәк башҡаландырырға тырышасаҡмын.
— “Башҡортостан ҡыҙы”на уҡыусылар нимәләр хаҡында яҙа, мөрәжәғәт итә, ярҙам һорай йәки тәҡдимдәр индерә? Ниндәйҙер көтөлмәгән мәсьәләләр менән килгәндәре бармы?
— Бөрйән районында йәшәүсе Миңнур Ҡасимова: “Миңә “ышаныс кредиты” тотторған Гөлназ Ҡотоева һәм Гөлнара Хәлфетдиноваға ҡылған изгелектәре өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Башкөлләй генә, мөғәллимәмен, тип йәшәп тик ятҡанмын. Ошоғаса мәктәптән башымды йырып сыға алманым. Республика, район кимәлендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ сценарийҙар яҙып, рух үҫтерәм, башҡортто күтәрәм тип йәшәп ятҡанда, күңелемдә йылдар буйы йыйылғанды бары ҡағыҙға төшөрөргә генә кәрәк булған. Ҡымырйытып ебәреүселәре һеҙ булдығыҙ. Баҫылған хикәйәләргә бик күп хаттар алдым. Ҡыҫҡаһы, “Һуҙыла күректәре” тигән тәүге китабым сығып килә. Ошоларҙың барыһы өсөн дә һәр икегеҙгә лә айырмайынса оло рәхмәт. Аллаһы Тәғәлә йөрөгән юлдарығыҙға именлек, эштәрегеҙгә ҡеүәт биреп торһон!” — тип яҙа.
Ул Мәхмүт Ҡашғари исемендәге хикәйәләр конкурсында еңеп сыҡҡайны. Журнал уҡыусылар менән бәйләнеш бар. Баҫмабыҙҙы яратыуҙарын күреп, күңел үҫә. Төрлө мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итәләр. Кемгәлер мәғлүмәт кәрәк, йә матди ярҙам өмөт итә, кемдер йылы һүҙ, йылы ҡарашҡа мохтаж.
Оҙаҡ йылдар төрмәлә ултырып сыҡҡан бер апай хәтеремдә. “Йәшәү урыным юҡ, тартып алдылар”, — ти. Ярҙам итергә тип, документтарын өйрәнергә тотондоҡ. Апай фатирын үҙе һатҡан булып сыҡты. Беҙҙең мәсьәләне тәрәндән өйрәнергә тотоноробоҙҙо уйлап еткермәгән.
Журнал уҡыусыларҙы нимә ҡыҙыҡһындыра, ниндәй темаларҙы йығылып ятып уҡыйҙар — мөхәррир барыһына ла иғтибарлы булырға тейеш. Сөнки уҡымлы баҫма сығарыу — тираж тигән һүҙ. Тираж — шулай уҡ уҡымлы баҫманың күрһәткесе. Беҙҙең журналды ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар. Яңы һан сығыу менән шылтыратыуҙар башлана, тәҡдимдәр ишетәбеҙ.
— Уҡыусылар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу өсөн ниҙәр эшләнә? Ниндәй саралар үткәрелә?
— Бәйгеләр, осрашыуҙар, йыл аҙағында иң-иңдәрҙе саҡырып бүләкләү, журналдың йөкмәткеһен уны алдырғандар талабына яуап бирерлек итеп төҙөү, район-ҡала хакимиәттәре, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, ағинәйҙәр менән берлектә эшләү, ҡатын-ҡыҙҙарға туранан-тура ла мөрәжәғәт итеү — саралар һәм алымдар бик күп. Барыһын да һанап бөтөү мөмкин дә түгел. матбуғатҡа яҙылыу осоро тамам, тип тынысланып ҡалмайбыҙ, уның менән көндәлек шөғөлләнәбеҙ. Һәр уҡыусы, һәр алдырыусы ҡәҙерле беҙгә.
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы журнал иғлан иткән бәйгеләр дәртләндерә. Шуға ла төрлө йүнәлештә конкурстар үткәреү традицияға ингән. Анкета тултырыу ҙа байтаҡ теләк-тәҡдимдәрҙе асыуға булышлыҡ итә.
— Әлеге көрсөк тип аталған ҡатмарлы, физик һәм рухи көсөңдөң күп өлөшө ғаиләңде матди яҡтан тәьмин итеүгә киткән осорҙа ҡатын-ҡыҙ нисек нәзәкәтлеген, сәләмәтлеген, тәбиғи изгелеген һаҡлап ҡалырға тейеш? Кәңәштәрегеҙ бармы?
— Үҙеңде яратырға! Әммә уны эгоизм менән бутарға ярамай. Ҡатын-ҡыҙ ирен, балаһын, туғандарын ҡайғыртып, үҙе хаҡында онотоп ебәрә. Шунлыҡтан ул арый, йонсой. Ә көсө, энергияһы булмаған кеше нисек башҡаларҙы ярата алһын? Үҙенең эске халәтен тыңлай белгән, күңел талабына хыянат итмәгән, рухи ҡәнәғәтлек алған ҡатын сәләмәт тә, изгелекле лә булып ҡала ала.
— Бер төрлө йәшәп, икенсе төрлө һөйләп, өсөнсө төрлө яҙып буламы икән? Кешеләрҙең уңыштарына ҡара янған, көнсөл, дуҫтарына хыянат иткән ижадсы башҡаларҙы ышандырырлыҡ, матурлыҡҡа, изгелеккә, илһөйәрлеккә саҡырған талантлы әҫәрҙәр яҙа аламы? Ижадсының әҫәрҙәре авторҙың үҙенән һәйбәтерәк булыуы мөмкинме?
— Был донъяла бер кем дә берәүгә лә хөкөмдар була алмай. Ваҡыт күрһәтә кешенең кемлеген. Намыҫ, эске мәҙәнилек һәр кемдә төрлө нисбәттә. Әгәр үҙенең күңелендәге хистәр менән тап килһә, уҡыусы шиғырға ихлас ышана, илай, катарсис кисерә. Ижадсы, тимәк, уның халәтен тоя алған йә үҙе лә шундай уҡ хистәрҙе кисергән. Шиғыр юлдары аша кешенең ысынында кемлеге тойолмай, әгәр ҙә ул үҙе мөнәсәбәтен белдермәһә. Гел ялғанлап йәшәп булмайҙыр ул. Кемгәлер эйәреп яҙыуҙары ла ихтимал. Уртаҡул ижадты, яһалмалыҡты уҡыусы барыбер тоя.
Ижад — оҫталыҡ, талант бит ул. Һәйбәт кеше насар әҫәр тәҡдим итеүе ихтимал, киреһенсә булыуы ла мөмкин. Ә кешеләр менән мөнәсәбәт ҡора белеү — икенсе мәсьәлә. Әгәр ҡара уйлы, яуыз әҙәм икән, ул код рәүешендә әҫәрҙә лә сағылыш таба. Ижадсы — бала кеүек. Ижад — ул үҙ-үҙең менән мөнәсәбәт. Кимәл, донъяны, кешеләрҙе аңлау сағылыш таба унда. Шунан сығып, яҙыусы тормошта ниндәй, тимәк, әҫәр ҙә шундай, тип фекер йөрөтөргә була.
— Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә тәнҡит ниндәй кимәлдә? Ғөмүмән, нимә ул әҙәби тәнҡит? Шә п тәнҡитселәр тип кемдәрҙе миҫалға килтереп була?
— Тәнҡит булмаһа, әҙәбиәтте хөрт әҫәрҙәр баҫа. Әҙәбиәт баҡсаһына ҡый тула. Тәнҡитсе һәр яҙыусының үҙ эсендә лә ултырырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта матбуғатта донъя күргән, интернет киңлектәрендә уҡылған әҫәрҙәргә лә тәнҡит күҙлегенән ҡарарға өйрәнеү, өйрәтеү мөһим. Оҡшай йә оҡшамай, уҡыла йә уҡылмай тип ҡарау — ул беренсе баҫҡыс. Икенсеһе — дөйөм талаптар: жанр талабы, оҫталыҡ, техника кимәлен дә иҫәпкә алып яҙылған күҙәтеүҙәр, әлбиттә, һирәк. Күҙәтеүҙәр күп осраҡта маҡтауға ҡоролған. Маҡтауҙың да төрлөһө була. Отошло яҡтарын дәлилле килтереп яҙылған тәнҡит мәҡәләләрен күреү һөйөнөслө. Әммә быларҙы күҙәтеп, анализлап ултырыу ҙа күп ваҡытты, көстө ала. Тәнҡитселәрҙе үҫтерергә кәрәк. Тәнҡит тә профессиональ күҙлектән сығып башҡарылырға тейеш. Ә кемделер ҡыйратыр өсөн түгел.
— Үҙеңдең поэмалар, пьесалар, повесть-романдар яҙырға иҫәбең бармы? Ғөмүмән, әҙип бөтә жарҙарҙа ла эшләп ҡарарға тейеш, тип уйлайһыңмы? Әллә Хоҙай нимәгә талант биргән, шуларын ғына юғары кимәлдә ижад итергә тейешме ул?
— Миңә һәр ваҡыт яуланылмаған үрҙәр ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс. Хикәйә, роман, пьеса яҙыр өсөн жанр талаптарын белеү генә етмәй, тоя белергә һәм шуны тормошҡа ашырырға кәрәк. Башыңда шундай матур сюжет өйөрөлгән кеүек, яҙа башлаһаң, ул икенсе яҡҡа алып сыға ла китә. Ҡыҫҡаһы, бик оҙайлы һәм ауыр процесс. Характер логикаһы буйынса барыу, ысынбарлыҡ талабы, образдың хәрәкәтен юллау, эҙмә-эҙлеклелек — үҙе бер асыш. Үтәп сыҡһаң, ҡәнәғәтлек алаһың. Шиғыр эмоцияларҙы сағылдыра. Романға торошло фекерҙе бер шиғыр үҙ эсенә алыуы мөмкин. Ә роман, хатта бәләкәй генә хикәйә яҙыу өсөн дә сабырлыҡ, ултыраҡлыҡ, утығыу кәрәк.
— Дуҫтарыңдың хыянатын кисергәнең булдымы? Уларҙы ғәфү итә алаһыңмы?

— Дуҫтар ваҡыт менән һынала. Хыянат нимә икән ул? Яҡын кешеләрем миңә тоғро булырға тейеш, һәр әйткәнемде йөпләп, саҡырған саҡта килергә, йәлләргә, араларға тейеш тип ҡарау — ахмаҡлыҡ. Үҙең үтергә тейешле һынауҙарҙы, ауырлыҡтарҙы икенсе кешенең иңенә һалырға ярамай. Шуға ла дуҫтарым — ваҡыт һынауын үткән, ышаныслы кешеләр, Аллаға шөкөр.
— Мөхәббәт шиғырҙары ғашиҡ булғанда ғына яҙыламы, әллә был хискә ынтылыуҙан йәки һағыныуҙан, башҡаларҙың һөйөүенә һоҡланыуҙан да тыуамы улар? Әллә һәр кем үҙенсә ижад итәме икән?
— Күңелендә бер генә тапҡыр булһа ла мөхәббәт хисен татып ҡараған кеше был тойғоноң үҙен ниндәй бейеклеккә күтәреүен аңлағандыр, ошо халәтен һағынып, үҙендә ошо һәләтте үҫтереп йәшәйҙер ул. Үҙеңә ҡарата йылы мөнәсәбәт тойоу ҡанатлы итә, шул уҡ ваҡытта үҙең ярата алыу, кешене бәхетле итеүең дә ҙур ҡыуаныс бирә. Ярата белеү — кешегә бирелгән һәләт ул. Ә мөхәббәт — һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет. Шағир — ул һәр ваҡыт ғашиҡ кеше. Донъяға, тормошҡа, үҙен уратып алған кешеләргә. Яратмаһа, ул ижад итә алмай. Шул уҡ ваҡытта тормошта гел мөхәббәтләнеп тә йөрөп булмай бит инде. Түл йыйғандан һуң, был хис тағы ҡеүәтләнә. Был халәтенән үҙен яндырмай, ә көс алырға өйрәнә.
— Тормош дәфтәреңдең ҡайһы бер биттәрен алып ташлағы килгән саҡтар булғылаймы? Яҙмышҡа ышанаһыңмы?
— Яҙмышҡа ышанғас, алып ташлағы килгән биттәргә лә күнәһең. Тимәк, шулай тейеш булған. Ваҡытында йөрәгем, күңелем менән шул юлды һайлағанмын. Үкенмәй йәшәйем. Тәүәккәл кешемен, тип әйтә алам. Нимәлер килеп сыҡмаған икән, тимәк, миңә шулай уңай булған.
— Башҡорт әҙәбиәте, башҡа төрки халыҡтарҙыҡы менән сағыштырғанда, ниндәй кимәлдә?
— Халыҡтарҙың әҙәбиәте уның менталитеты менән тығыҙ бәйләнгән. Донъя кимәленә сыға алған яҙыусыларыбыҙ булһын ине, тип теләйем. Был иһә — уҡымлы әҫәрҙәр яҙыу. Оҫталыҡ. Алдан күреүсәнлек. Киләсәкте тойоу. Күңелдәргә үтеп инә белеү.
— Һуңғы осорҙа башҡорт әҙәбиәтенә ҡатын-ҡыҙҙарҙың тулҡын-тулҡын булып килеүен, һәм, әйтер инем, әүҙемерәк, талантлыраҡ ижад итеүен нимә менән аңлатып була? Уны заман үҙенсәлектәре менән дә бәйләү урынлымы? Әллә мин яңылышаммы?
— Эйе, ҡатын-ҡыҙҙарҙың тауышы сағыуыраҡ ишетелә һымаҡ. Барыбер ҙә әҙәбиәт элек-электән ирҙәр эше һаналған. “Ҡатын-ҡыҙ матурлыҡ өсөн генә әҙәби ҡаҙанға төшөрөлгән”, — тигән фекерҙе ишеткәнем бар. Хәҙер интернет киңлектәрендә енес айырмалығы күренмәй. Кем яҙһа ла, тос итеп әйткән, тап өҫтөнә баҫҡан, ҡыйыу яҙғандар күберәк “лайыҡ” ала. Театр репертуарында ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән яҙылған пьесалар ҡуйыла. Гүзәл зат тормошто бар тәрәнлегендә тоя, дилбегәне ҡайһы яҡҡа борорға кәрәклеген дә белә булып сыға түгелме? Ә донъя дилбегәһе барыбер ҙә ир-ат ҡулында.
— Әҙәбиәт һөйөүселәргә әҫәрҙәребеҙ күп осраҡта барып етмәй. Улар менән тығыҙыраҡ бәйләнеш булдырыу өсөн яҙыусы нимәләр эшләй ала?
— Йышыраҡ осрашыуҙар үткәреү, китапты яҙыу ғына түгел, уны рекламалау менән дә шөғөлләнеү — заман талабы. Яҙыусы кемгә төбәп яҙғанын тойорға ла тейеш. Хәҙер шундай күренешкә шаһитбыҙ: интернетҡа һалабыҙ ҙа тынысланабыҙ. Ә китап әҙерләү, матбуғатта баҫтырыу күпкә яуаплыраҡ та, ваҡыт та талап итә. Яҙыусының китабы булырға тейеш! Һәм ул китаптың йөкмәткеһен зауыҡлы итеп төҙөү ҙә шарт. Йыйынтыҡ сыҡҡас, уны уҡыусыларға тәҡдим итеү ҙә кәрәкле эш.
— Үҙеңә һәм ҡәләмдәштәреңә теләктәрең?
— Заман башҡа — заң башҡа, тиҙәр. Киләсәкте тойоу, башҡаларҙан саҡ ҡына алдараҡ барыу, афәттәрҙе, бәләләрҙе һиҙемләп, уларҙы булдырмау сараларын күреү, күңелдәрҙе сафландырыуға, яратыуға көйләү, изгелекте арттырыу хеҙмәтендә барыһына ла сабырлыҡ, илһамлы ижад, туҡтамай алға барыуҙы теләйем!
Читайте нас: