Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы менән әңгәмә «Илһамлы йөрәктәр» шәлкемендә – иң күләмлеһе. Аҡыл эйәһе әҙибәгә бирер һорауҙар ҙа күп шул. Яуаптарҙы ла ул, уҡыусыларының ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып, ҙур яуаплылыҡ тойоп, ихлас әҙерләне. Студент саҡтан бер осорҙа уҡып, йыш булмаһа ла аралашып йәшәһәк тә, был һөйләшеүҙә мин уны яңынан астым һымаҡ.
— Ҡасан яҙыу ҡеүәһе тойҙоғоҙ? Ниндәй мәлдә үҙегеҙҙе ысын яҙыусы булараҡ ҡабул иттегеҙ: тәүге әҫәрегеҙ сыҡҡасмы, китабығыҙ донъя күргәсме, әллә Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителгәсме?
— Яҙыу ҡеүәһен тойоуҙан алда, моғайын, ижад итеүгә теләк ҡабынғандыр. Тәүге шиғырҙы икенсе класта яҙҙым, мәктәп гәзитендә баҫылғанын әйтәм. Ә былай, ҡурсаҡ уйнайыммы, йә булмаһа, үҙем сығарған көйгә шиғыр шәрәмәте көйләп йөрөйөммө, сирләп ятҡан саҡтарҙа, түбә таҡтаһының ботаҡ семәрләгән еренә ҡарап, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хыял, беренән-бере ҡыҙығыраҡ әкиәт донъяһына сумаммы — улар бик иртә уянды. Үҙемде хәтерләй башлағандан бирле хыял һәм ысынбарлыҡтан ойошҡан донъяла йәшәнем. Бишенсе кластарҙа уҡыған сағымда уҡ, үҙемә ҡалһа, пьесалар яҙа башланым. Ҙур кластарҙа даими рәүештә «Уҡыу өсөн» тип аталған дөйөм мәктәп стена гәзитенең мөхәррире булдым, мәктәп радиоселтәре аша сатирик-юмористик шиғырҙар һөйләп, драма түңәрәктәренә йөрөп, ижадҡа булған һыуһынымды ҡандырҙым. Уҡыу программаһы буйынса иншалар яҙыуға ла етди ҡараным. Бер ҡайҙан да күсермәй-нитмәй, үҙ фекеремде яҙыр инем. Ә бына «ташҡа баҫылған» тәүге хикәйәмде, «Ялан сейәһе»н, утыҙ йәшем тулған төндө яҙҙым. Әле яңыраҡ, тәүге күп томлығымды әҙерләгәндә, шул хикәйәне ҡабат уҡып ултырҙым. Бер һүҙенә лә, һөйләменә лә бәйләнерлек ере юҡ. Үҙ ваҡытында әҫәр хаҡында юғары һүҙҙәр әйткән Фәрит Иҫәнғолов, Ноғман Мусин, Ирек Кинйәбулатов, Әмир Гәрәев ағайҙар, ысынлап та, хаҡлы булған икән, тип уйлап ҡуйҙым.
Эйе, «Ялан сейәһе» ысын яҙыусы ҡәләме менән яҙылған, ләкин ул саҡта мин үҙемде яҙыусымын тип уйлауҙан бик йыраҡ инем. Ошо исем менән аталған тәүге китабым да нисектер аңғармаҫтан, көтмәгәндә-уйламағанда килеп сыҡты. Һәр хәлдә, миндә, ике йыл дауамында дауахананан-дауаханаға йөрөгән ике йәш бала әсәһендә, китап сығарыу ҡайғыһы юҡ ине. Хәл бик мөшкөл булғас, яныма дауаханаға килгән ҡәйенһеңлем Гөлниса артынан, ошоларҙы Союзға тапшыр, тип биреп ебәрҙем, ә үҙем ул Союз тигәндең ҡайҙа икәнен дә белмәйем. Яҙған ризыҡ тешеңде һындырып инә, тиҙәр. Шулай килеп сыҡты ла: Союзда әҙәби консультант булып эшләгән Рәшит Солтангәрәев (ятҡан ере йомшаҡ, гүре яҡты булһын) шул биш-алты хикәйәне нәшриәткә алып барған, ә унда Ноғман Мусин эшләгән. Уҡып сыҡҡан да: «Был бит әҙер яҙыусы!» — тип, типографияға төшөрөп тә ебәргән. Операциянан һуң Учалыға ҡайттым. Ҡыш. Почта йәшнигендә — ҡағыҙ. Бандероль килгән, барып алыуҙы үтенгәндәр. Киттек ирем Хәйҙәр менән. Алып ҡайтҡас, ҡурҡа-ҡурҡа ғына астым, ә унан ете дана «Ялан сейәһе» тигән китап килеп сыҡты! Ҡыуандым да, ҡурҡтым да: беренсе китабың сыҡҡас, икенсеһен дә яҙырға тейешмендер бит инде. Яҙыусы булыу уйы башымда юҡ, тик бына яҙмаһам, оят кеүек. Кешеләр миңә ышанған, китапты сығарғандар.
Шунан, батырайып китеп, дауаханала яҙған «Айлы төн» исемле хикәйәмде «Ағиҙел» журналына ебәрҙем. Бер заман мине Өфөгә саҡыралар: журналдың йыл премияһын бирәләр икән! Поезға ултырҙыҡ та киттек Хәйҙәр менән. Шунда журналдың баш мөхәррире Әмир ағай Гәрәев (йәне йәннәттә булһын): «Хикәйәләрең сыға — үҙеңде күргән юҡ. Китабың сыҡты — һаман күренмәйһең. Ахырҙа, бына лауреат иттек, был кем икән, күрәйек әле, тинек», — тип ша- яртты. Шул барыуҙа мин журналда эшләгән кешеләр менән таныштым. «Күңелле йәшәйҙәр! Мин дә шулар араһында ҡайнап йөрөһәм ине ул», — тип уйланым. Әйткәндәй, «Айлы төн»дө Әмир Әминев бер-ике урында классик хикәйә тип атаны. Ахырҙа, үҙемде ҡәҙимге яҙыусы итеп тойоу ана шул премия алған көндән башланғандыр, тим, сөнки унда минең тарафҡа «әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге», «башҡорт әҙәбиәтен донъя кимәленә алып сыға торған» төҫлө һүҙҙәр яңғыраны. Шаңҡыған кеүек ултырҙым. Ижад эшенә бынан кире етди ҡарарға кәрәклекте тойомланым. Китап 1981 йылдың башында сыҡты, унан һуң «Күгәрсен йыры» тигән икенсе китабым донъя күрҙе. 1985 йылдың май айында мине Союзға ҡабул итеү өсөн Өфөгә саҡырҙылар. Аптыраным. Хәйҙәр ни өсөндөр ҡыуанманы: «Союз һиңә нимә бирә? Союз яҙҙырамы ни кешене?» — тине. Шулай ҙа юлландым Өфөгә. Булат ағай Рафиҡов: «Таңсулпан, унда политбюро ағзаларының исем-фамилияһын һорарҙар, моғайын. Әҙерләнеп ултыр», — тине. Баҙабыраҡ ҡалдым. Күмәк кешеләр бит, уларҙың барыһын да нисек хәтерҙә тотмаҡ кәрәк... Индем. Унда Мостай Кәрим ултыра.
— Таңсулпандың әҙәбиәттә өйрәнсек осоро булманы, ул йондоҙ атылған кеүек килеп инде, — тине Мостай ағай. Политбюроны бер кем дә иҫкә алманы — еңел тын алдым. Аҙаҡ аңланым: Булат ағай шаяртҡан. Күрәһең, минең алдағанға ышанып бара торған холҡом хаҡында кемдәндер ишеткән булған...
— Белеүемсә, белемле, уңған, татыу ғаиләлә тыуып үҫкәнһегеҙ. Әсәйегеҙ күренекле шағир Абдулхаҡ Игебаевты ла уҡытҡан. Үҫкән ғаиләгеҙ, туғандарығыҙ хаҡында ла һөйләп китһәгеҙ ине. Тамырһыҙ ағас та, сәскә лә үҫмәй. Әҙәби ижадҡа ынтылышығыҙ шул илһамлы тамырҙарығыҙға барып тоташалыр, тип фараз итәм. Яңылышамдыр, бәлки?
— Эйе, атай-әсәйем заманына күрә алдынғы кешеләр булды, мәгәр уларҙың һәр ҡайһыһының яҙмышында революция, граждандар һуғышы, формациялар алышыуының шауҡымы ярылып ята ине. Атайым — Хизбулла Ғибаҙулла улы Мөхәмәтҡолов. Атаһы йәшләй донъя ҡуя. Әсәһен, Темәс ауылы ҡыҙы Райханды, бер туған ағаһы — Темәс ауылы хәҙрәте Хөсәйен Әбүбәкиров алып ҡайтып китә һәм ҡатыны үлгән кешегә кейәүгә бирә. Беҙҙең атайҙы олатаһы Сафа менән өләсәһе Ғәйникамал үҫтерә. Олатай донъя ҡуйғас, маллы-болло донъяһы һайығая, күрәһең. Ун биш йәшлек Хизбулланы байға ялсылыҡҡа бирәләр һәм шул көҙҙө бай балаларын уҡытыр өсөн Темәстән мөғәллимә килтерәләр. Йәш мөғәллимәнән Хизбулла ла ала һабаҡты. Тире тунын иҙәнгә түшәп, урындыҡ ширлегенә ҡағыҙ һалып, тәүге «әлеп, би, ти»ҙе атай үҙенең буласаҡ ҡатынынан өйрәнеүен, әлбиттә, башына ла килтермәгәндер! 1909 йылда донъяға килгән малай үҫеп буй еткерә, Совет армияһы сафына алына. Армия хеҙмәте Төркөстанда, граждандар һуғышы шарттарында үтә. Ауыл малайы өсөн кавалерия хеҙмәте һис тә ауырға тура килмәй килеүгә. Ат өҫтөндә ҡорал менән һуғышыу серҙәренә лә шунда өйрәнә. Армияла уны иң ныҡ яфалағаны һыуһыҙлыҡтан интегеү булғандыр. Разведкала хеҙмәт итә ул. Шул яҡ халыҡтарының йырҙарын да йырлап ебәрә торғайны. ВКП(б) сафына ла ул армияла инә. Ҡайтҡас, колхоз төҙөү эшенә сума. Беҙҙең буласаҡ әсәй ҙә шул йылды Күсейгә йәнә уҡытырға килә, тик яңы сифатта: совет мәктәбе уҡытыусыһы булып. Уға тиклем Темәстә Зәки Вәлиди хөкүмәтендә эште алып барыусы (делопроизводитель) булып эшләгән, Түбә ҡасабаһында ла уҡытып алған, Өфөлә рабфакты тамамлай. Темәстә ком- вуздан практикаға килгән Абдрахман Мортазин тигән ағайға тормошҡа сыға. Ул, әсәйҙе рабфакка урынлаштырып, Мәскәүгә Ҡыҙыл профессураға уҡырға китә. Аҙаҡ улар Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһында йәшәйҙәр. Ул ағай Аҡтүбәлә прокурор була, буғай. Ике ҡыҙҙары тыуа, береһе сирләп үлә, икенсеһе, Венера апайым, иҫән. Һикһән ете йәштә. Бына шулай бер бала эйәртеп килә ул атайға. «Ғәлиәбаныу» пьесаһын ауыл клубында сәхнәләштергәндән һуң өйләнешә улар. Әсәй ҙә йырлай ине. Сафа олатайҙың иҫке нигеҙендә яңы совет ғаиләһе булып йәшәй башлайҙар. Улдары Рауил, Илдар, Азамат, ҡыҙҙары Фирҙәүес тыуа. Рауил һәм Азамат бала саҡтарында донъянан китә. Илдар ағайым, Фирҙәүес апайым һәм, мин, Аллаға шөкөр, иҫәнбеҙ.
Атай колхоз төҙөү, уны аяҡҡа баҫтырыу эшенә бөтә көсөн һала. Йылҡысылыҡ тармағын етәкләй. Өлгәшкән уңыштары өсөн 1936 йылда Мәскәүгә ВДНХ-ға барып ҡайта. Көслө йырсы ине мәгәр. Кәрим Дияров, Ғата Сөләймәнов кеүек ҡурайсылар йырҙарҙы, уларҙың көйҙәрен, тарихын атайымдан өйрәнделәр. Хәҙерге шикелле, магнитофон юҡ, аҙналап ятыр булған улар беҙҙә. «Һуңғы һарыҡты һуйһа һуя, уларҙы ҡунаҡ итә торғайны атаң», — ти ине әсәй. «Йөҙ йыр яҙҙырҙым мин Кәримгә!» — тиер ине атай. Атайым йырлағанда тәҙрә быялалары зыңғырлап китер булған, тау башында йырлаһа, тауышы бөтөн ауылға ишетелгән. Хәбир Ғәлимов, уны Өфөгә филармонияға ла саҡыра. Атай ауылын ташлап китә алмай, әсәй ҙә, ниңәлер, Өфөгә китергә риза бул- май. Ул да мәктәбен ҡалдыра алмағандыр. Тәүге совет уҡытыусыһы булғас, йәше-ҡарты һабаҡты унан ала. Абдулхаҡ Игебаев, Абдрахман Ғәлләмов кенә түгел, хатта уларҙан күпкә оло Батыр Вәлид тә әсәйҙә уҡый. Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов та — уның уҡыусыһы. Шулай матур ғына йәшәп ятҡандарында ҡәһәрле һуғыш башлана. Атай һуғыштың икенсе көнөндә үк үҙе теләп фронтҡа китә. Әсәйгә өс баланы астан үлтермәү өсөн көрәшергә тура килә. Өҫтәүенә, һыйырҙы алып китәләр. Икенсе бер һыйырҙарын урлап һуялар. Ауыр, бик ауыр йәшәйҙәр. Әсәйем, Әсмә Баймырҙина, ул йылдарҙа мәктәп директоры ла була. Утынды, үгеҙ егеп, йыйыштырыусылар менән үҙе ташый урмандан. Нисек итһә итә, мәктәптә уҡыу-уҡытыу эштәрен туҡтатмай. Йәшелсә үҫтерә, мәктәп балаларына ҡайнар аш ойоштора. аслыҡтан аяҡ йөҙлөктәре шешенгәс кенә Ишбирҙе руда идаралығына ярҙам һорап бара.
Атай, орден һәм миҙалдар тағып, 1945 йылдың көҙөндә ҡайта, сөнки уларҙың полкын Берлиндан Алыҫ Көнсығышҡа оҙаталар. Өс һуғышты үтә Хизбулла Мөхәмәтҡолов. Тере ҡала, әммә тыныс тормошта, һалдат кеүек, ике кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалыу хаҡына үҙ йәнен фиҙа ҡыла. 45-се йылдың 29 авгусын- да фронттан ҡайтҡан атайыбыҙ 1954 йылдың 29 авгусында Түбә ҡасабаһы дауаханаһында ауыр йәрәхәттән үлә.
Был юғалтыуҙы үтә лә ауыр кисерҙем. Һағыныуыма түҙә алмай, клиник үлем кисерҙем. Ясин терелтте мине. Терелеүен терелдем, ләкин элекке шат, көләкәс, уйынсаҡ ҡыҙыҡайҙың әҫәре лә ҡалманы. Бала сағымды мин атайым ҡәберенә ҡуша ерләнем. Ҡыҙғылт-ерән сәстәрем өсөндөр, һуғыштан һуң тыуған бала ла булғас, атайым мине «трофейым» тип иркәләр ине. Уның вафатынан һуң мине «Хизбулланың ҡыҙыл башлы ҡомартҡыһы» тип йөрөтә башланылар. Ә әсәй 84-кә саҡлы йәшәне. Минең менән булды, бергә йәшәнек. Хушлашырына ун көн ҡалғас, Баймаҡ районына апайҙарға алып ҡайттыҡ. «Мине атайығыҙ эргәһенә ҡуйығыҙ», — тине. Үтенесен үтәнек. Күсей мәктәбендә әсәйҙең бюсы тора. Үҙе яратып эшләгән эшен дауам иткәндәй ул. Ғәрәп телендә иркен һөйләште. Мин белмәгән әллә кемдәрҙең шиғырҙарын яттан һөйләп ултырыр ине. Яҙыусылыҡ һөнәрем уның ғорурлығы булды. «Иншаларҙы мин дә бик матур яҙҙым», — тиер ине. Атай иһә — Бирғәле сәсән тоҡомо. Райхан өләсәй, атайҙың әсәһе, үрҙә әйткәнемсә, Әбүбәкер Хөсәйеновтың һеңлеһе — шулай уҡ зыялы һәм ижади зат. Кем белә... Әгәр бөгөнгө шарттарҙа тыуһа, атай, моғайын, опера йырсыһы йә фольклорсы булыр ине, ә әсәй — яҙыусы, бәлки, уҡытыусы булып ҡалыр ине.
— Тыуған яҡтарығыҙҙы, яҡташтарығыҙҙы, «илһам сығанаҡтарым», тип раҫлай алаһығыҙмы? «Бөйрәкәй»ҙәге геройҙарҙан ауылдаштарығыҙ араһынан үҙҙәрен йәки туғандарын танығандар булдымы? Фекерҙәре нисек?
— Тыуған яҡ — ижад кешеһе өсөн һәр саҡ ижад сығанағы инде ул. Мифологик образ — Антей кеүек. Ул бит үҙ ерендә генә еңелмәҫ көскә әүерелгән. Тыуған ерем — минең өсөн һыулауым да, илһам сығанағы ла, фани донъяла ейәр ризығым бөткәс, ҡайтып ҡосағына һыйыныр урыным да. Ә инде әҫәр геройҙарына килгәндә (бихисап интервьюларҙа был хаҡта әйттем дә инде), уларҙың күбеһе — тыуған яҡтан. Хатта «Ялан сейәһе», «Күгәрсен йыры», «Ай менән Ҡояш бер генә» исемле китаптарыма ингән әҫәрҙәрҙең сюжеттары ла үҙемдең һәм яҡындарымдың тормошонан алынған. Шул кешеләр уратып алған мөхит булмаһа, кем белә, бәлки, әҙәбиәткә килмәгән дә булыр инем. Ә бына «Бөйрәкәй» романында хәл башҡасараҡ. Әлбиттә, ундағы геройҙарҙың, персонаждарҙың бөтәһенең дә прототиптары бар, тик улар, ил буйынса сәселгән-сәселгән дә, әҫәрҙә йыйылған. Ҡайҙа барһам да, ҡаршыма: «Апай! Мин бит һеҙҙең Мәҙинә», — тип килгән ҡатын-ҡыҙ юҡҡа түгел бит? Тимәк, романда типиклаштырыуға ла ҙур урын бирелгән. Хөсәйен кеүек ауыл фәйләсүфтәре юҡмы? Бар улар! Һәр ауылда бар. Барсындай аҡыллы, үҙ баһаһын белгән фиҙакәр заттар юҡмы халыҡта? Камалетдинов кеүек, эшенә мөкиббән китеп, идеяға тоғро ҡалып, шәхси тормошон икенсе планға ҡуйып йәшәгәндәр аҙ булдымы совет осоронда? Раузалай бер ҡатлы, изге күңелле, күңелсәк, ырыяһыҙ ҡатындар — ауыл һайын. Был исемлекте мин роман геройҙарының һәр береһе менән дауам итә алам. Әгәр һәр ауыл, төбәк халҡы әҫәрҙә үҙҙәренә йәки күршеләренә, таныштарына оҡшаған заттарҙы осратмаһа, ул шул саҡлы тираж менән бөгөнгө шарттарҙа тарала ла алмаҫ ине...
— «Бөйрәкәй» хаҡында матбуғатта фекер алышыуҙар күп булды. Күренекле ғалимдар, яҙыусылар, меңәрләгән уҡыусыларығыҙ һәм хөкүмәт етәкселеге тарафынан да хаҡлы рәүештә юғары баһаланды ул. Тәҡдимдәр ҙә булғыланы. Уларҙы икенсе баҫмала ҡулланырға тура килмәнеме? Ғөмүмән, әгәр ҙә, яңынан эшләргә тура килһә, унда ниндәй ваҡиғаларға, ҡайһы образдарға үҙгәрештәр индерер инегеҙ? Был әҫәр тәүҙә үк пенталогия итеп планлаштырылдымы, әллә эш барышында шулай килеп сыҡтымы? «Авторҙы тыңламай», үҙенсә йәшәгән геройҙар ҙа булдымы, уларҙы нисек «урындары- на ултырттығыҙ»? Кире образдарҙың автор фиғеленә һис тә тура килмәгән һыҙаттарын ҡайҙан уйлап таптығыҙ һәм уҡыусы ышанырлыҡ итеп үҫтерә алдығыҙ?
— «Бөйрәкәй» хаҡында, ысынлап та, фекер алышыуҙар күп булды. Бихисап рецензиялар яҙылды. Башҡортостандан ғына түгел, сит өлкәләрҙән, башҡа республикаларҙан хаттар, фекерҙәр килде. Екатеринбург, Силәбе өлкәләрендә сыҡҡан гәзиттәрҙә «Ажиотаж вокруг «Буренушки», — тип яҙҙылар. Китапханаларға бүләк итергә алып барған берәмек кенә китаптарымды, ҡулдан йолҡоп алырҙай булып: «Миңә һат, зинһар! Күпме һораһаң да, йәлләмәйем!» — тип инәлеүселәр ҙә булды. Ә тәҡдимдәр мәсьәләһенә килгәндә,мин, ахыры, бер тәҡдимде лә хәтерләмәйем.
«Бөйрәкәй» буйынса 2004 йылдан бирле бер нисә диплом эше яҙылды, диссертациялар яҡланды. Бер йылды республиканың биш юғары уҡыу йортонда дипломдар яҡланды. Әле булһа яҡлайҙар. Бына уларҙа, бәлки, тәҡдимдәр ҙә барҙыр, булғандыр, тик мине бит саҡырмайҙар!
«Бөйрәкәй» — пенталогия. Һәр өлөшө — айырым әҫәр. Шулай ҡоролған уның композицияһы. Был үҙенсәлек минең уны йылдар дауамында ижад итеүемдән, йылына бер генә — тик отпуск ваҡытында ғына яҙа алыуымдан килде. Артабан яҙырға мөмкинлек буламы-юҡмы, ғүмер бармы-юҡмы — уныһын бер Хоҙай белә, тигәндәй... Һәр өлөшөн айырым әҫәр итеп яҙыу композицион яҡтан йыйнаҡ, сюжетты көсөргәнешле, сағыу итергә мөмкинлек бирҙе. Ә инде ваҡиғаларҙың йыш ҡына әле бер, әле икенсе геройҙың хәлен бәйән итеү рәүешендә йыш-йыш алышыныуы сюжет, үҫеш ебен һүрелтмәй, «онотмай», арҡан ишкән кеүек, тигеҙ алып барырға ярҙам итте. Был ысул әҫәрҙең уҡымлылығын да арттырҙы. Кемгәлер оҡшамағандыр ҙа. Башҡалар, бәлки, башҡа ысул табыр, ә мин бына шул стилде һайланым! Шуға күрә, романды яңынан ҡараштырырға форсатым булһа ла (ул 2004, 2006, 2016 йылдарҙа ҡабат-ҡабат нәшер ителде), арлы-бирле орфографик хаталарынан башҡа нәмә төҙәтмәнем. Бер һыуға ике тапҡыр төшөп булмай. Ғүмеремдең шул миҙгелендә ниндәй кисерештәр менән йәшәгәнмен, шуны аҡ ҡағыҙға, Хоҙай биргән һәләтем, аңым аша үткәреп төшөргәнмен һәм уҡыусы хөкөмөнә тапшырғанмын. 2005-тә «Тауышлы китап»та донъя күрҙе, электрон китап та сыҡты, уҡынылар, яҙҙылар...
Әйткәндәй, роман баштан уҡ пенталогия итеп күҙалланманы. Хатта ундай уй башыма инеп тә сыҡманы. Булат Рафиҡов ағай «Мөңрәй-мөңрәй килә Бөйрәкәй»ҙе уҡығас: «Роман бар», — тине, ә «Ағиҙел»дә баҫылғас, Рәшит Солтангәрәев ағай аҙағына «дауамы бар» тип ҡуйған. Идея үҙемә лә оҡшаны, уйлана башланым. Өс китап булды. Етте, тип уйланым, ләкин ыңғай геройым — Мәҙинә — кондицияға етеп өлгөрмәне. Дүртенсеһен яҙҙым — роман тамамланманы. Бишенсеһенә тотондом. Ҡырҡ табаҡ булып китте! Ҡыҫҡараҡ тоторға булдым теҙгенде: китап ныҡ ҙур булһа, хәҙерге шарттарҙа сығарып булмаҫ, тип ҡурҡтым — туҡтаным.
Авторҙы, йәғни мине, тыңламай, үҙенсә йәшәргә тырышҡан, йәшәгән геройҙар романда байтаҡ ул. Ҡайһы саҡ улар минең теләгемә ҡапма-ҡаршы позиция алдылар. Мәҫәлән, Хашим, Мәҙинәнең атаһы. Баштан уҡ мин уны кире герой булыр тип фараз ҡылдым. Таныш-тонош араһынан Хашим исемле кешене байҡаным — тапмағас, тынысландым. Юғиһә бит, әҙәм үҙенең исемен кире ьгеройға ҡушҡанды яратмай. Ә бына ул, һуғыш юлдарын үтеп, харабалар аҫтында ҡалып, клиник үлем (мәрткә китеү) кисергәндән һуң бөтөнләй икенсе кешегә әүерелде. Торғаны — фәрештә. Өйләндерергә тырыштым. Эргә-тирәһенә үҙенә битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙар килтереп ҡараным. Юҡ! Күкһылыуына хыянат итмәне! Хатта уның гонаһтан тыуған ике балаһын да үҙенеке итеп ҡабул итте. Йәки бына Сәмәрә. Әсәһе Ғәлимә юлын ҡыуыр инде был — алма ағасынан алыҫ төшмәй, тип уйлағайным. Юҡ! Өләсәһе Барсынбикә-Фәүзиәгә тартты ла ҡуйҙы. Саяфтың ҡатыны, биш бала әсәһе йырсы Нәғимә, мине аптыратып, үҙенең һәләкәтенә ашҡынды, Саяф иһә... Ғәлимәнән баш тартты. Шәңгәрәйгә лә ундай үлем юраманым. Ә Мәҙинәнең ейәнсәре, гүзәл Таңдысасы? Үҙенән егерме йәшкә оло Саярҙы иш итер, тигән уй башыма ла инмәгәйне! Һәм Мәликә. Китте лә ҡайтманы. Етеш тормошон, «райондың беренсе ледиһы» хәйәтенән урмандағы кейектәр араһында йәшәүҙе артыҡ күрҙе. Мин геройҙарымды «урындарына ҡуйырға» бик тырышмайым да, буғай. Уларҙың бит һәр береһе — характер. Характер логикаһы нисек ҡуша — шулай йәшәйҙәр. Мин, киреһенсә, уларға әҫәрҙәремдә «үҙҙәре булып ҡалырға» рөхсәт итәм. Йәне теләгән — йылан ите ашаған, тиҙәр. Пушкин да бит Татьянаһы тормошҡа сығыр тип уйламаған, Толстой ҙа Аннаны, поезд аҫтына ташланыр, тип көтмәгән. Шулай инде. Тормош. Яҙыусы алдан уйлап ҡуйғанса, ваҡиғанан ваҡиғаға һикергән марионетка геройҙар уҡыусыға ҡыҙыҡ түгел бит ул. Иң мөһиме — психологик дөрөҫлөк булырға тейеш. Психолог булмаған, характер логикаһын һанламаған ижадсы тәрән йөкмәткеле әҫәр тыуҙырырға һәләтле түгел.
— Прозаик, драматург, публицист, сценарист... Был жанрҙарҙың ҡайһыһы күңелегеҙгә яҡыныраҡ? Сәхнә һәм кино әҫәрҙәре яҙыуға ниндәй сәбәптәр, маҡсаттар килтерҙе? Нисә драма әҫәре ижад иттегеҙ, әле театрҙарҙа сират көткәндәре бармы? Режиссер күҙаллауҙары һәр ваҡытта ла һеҙҙекенә тап киләме?
— Проза яҙған саҡта мин үҙемде прозаик итеп хис итәм, ә драма яҙғанда прозаик икәнемде оноторға тырышам. Драма — антипроза. Был ике жанр, бер үк «әҙәбиәт» тигән ҡыйыҡ аҫтында йәшәһәләр ҙә, бүлмәләре, көнитмештәре һәр береһенең үҙенсә. Ошо ике жанрҙың бер-береһенә оҡшамауы мине драматургияға алып килде, ахыры. «Не боги горшки обжигают», — тиҙәр бит әле. Мәскәүҙәргә барып, драматургия серҙәренә уҡып-өйрәнеп ҡайтыу бәхете тәтемәне, әлбиттә. Әгәр ҙә уҡыған да булһам инде!.. Яратам мин был жанрҙы. Чехов, Островский пьесалары менән һыуһынымды баҫам. Сит ил драматургтарын да уҡыйым. Шәп жанр. Шекспир ҙа, Островский ҙа, Чехов та (уның ҡатыны актриса була) театр кешеләре булған бит. Әҫәрҙәре шунда һынау үткән, шымартылған, ҡалыпҡа һалынған — классика дәрәжәһенә еткерелгән. Беҙҙең хәҙерге драматургтарға, әгәр һин мәҙәниәт йә әҙәбиәт тирәһендәге түрә-ғара булмаһаң, ундай форсат тәтемәй. Ҡатын-ҡыҙ иһә бигерәк тә сикле: өҫтәл артында режиссерҙар менән вәс-вәс килеп һөйләшеп, килешеп ултыра алмай ул. Ә театрһыҙ драматург үҫә алмай. Әгәр унлап пьесам сәхнәгә сыҡҡан икән — мин, иң беренсе сиратта, әҫәрҙәремә мөрәжәғәт иткән режиссерҙарға бурыслымын. Рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Унан килеп, сит өлкәләрҙә, сит республикаларҙа, Мәскәүҙә минең әҫәрҙәрем «классика» тигән маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булған икән — был бит авторға түгел, башҡорт әҙәбиәтенә бирелгән баһа! Ғөмүмән, мин спектакль килтергән данды бер авторға ғына ҡайтарыу яғында түгелмен. Ул авторҙыҡы ла, режиссерҙыҡы ла, сценографтыҡы ла, композиторҙыҡы ла һәм, әлбиттә, актерҙарҙыҡы ла. Иң ауыры — әҫәрҙе башлап сәхнәгә сығарған режиссерға. Аллаға шөкөр, яҙған бер пьесам сәхнәләштерелде. «Урал менән Шүлгән» генә ята. Мюзикл. Күп финанс сығымына иҫәпләнгән. Тамамланмаған пьесаларым бар. Ҡуйылған әҫәрҙәремдең икенсегә, өсөнсөгә сәхнәгә сығыуҙарына ла өмөтөм ҙур. Әле бына Сибай театры 2001-ҙә сәхнәләштереп, ике-өс йылдан ҡабаттан тергеҙеп уйнаған «Китмәгеҙ, торналар!» пьесаһы Татарстанда ҡуйылған. «Был спектаклде күрһәтмәгән бер ауыл, бер шәһәр ҡалмаясаҡ», — тинеләр. «Бәхеткә ҡасҡандар» пьесаһын да ҡаранылар. Йәштәр театрында оҙаҡ йылдар барған «Ғилмияза» ла ҡабат, икенсе бер театр сәхнәһендә, уйналыр ул. Иманға өндәгән «Төштәге йыр»ға ла йәнә мөрәжәғәт итеүсе режиссер табылыр — мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында һөйләгән әҫәрҙәр репертуарҙан бер ҡасан да төшмәйәсәк. Бөгөнгө «шоу»ҙар, яҙғы ташҡын кеүек, шаулап үтер ҙә китер, ә әхлаҡ, иман төшөнсәләрен халыҡҡа еткергән әҫәрҙәргә ихтыяж көсәйер. Мин быға, Аллаға ышанғандай, ышанам. Ә кино сәнғәтенә мөрәжәғәт итеүем — ул режиссерҙан. Булат Йосопов саҡырҙы мине. Ике йыл бергә-бергә «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» фильмы өҫтөндә эшләнек. Уға минең «Йәй ташы» исемле сценарийым сәбәп булды. Сценарий, дөрөҫө, ки- носценарий яҙырға өйрәндем (сценарийҙарҙы мин электән, Учалынан уҡ, яҙам.) Сценарий яҙғанда сәхнәне тойорға кәрәк. «Туғанлыҡ» фестивалендә Риф Ғәбитов менән бер-беребеҙҙе бик аңлап эшләнек, ижад иттек. Салауат йыйынында Айрат Әбүшахманов менән хеҙмәттәшлек иттем. Сценарий бик ҡатмарлы ине — «Үлгән йылы булмай батырҙың» тип аталды ул. Йәштәр мине нисек ҡабул итәлер, мин үҙем эш барышында йәш айырмаһын тоймайым. Эш — эш инде ул. Үҙемдекен бик бөкмәйем дә — режиссер ирекле ҡош, уға яҡшыраҡ күренә. Шулай ҙа эштең уңышлы килеп сығыу хаҡына ялды ла, йоҡоно ла онотам.
Ә публицистика — ул минең икмәгем. Күп йылдар гәзит-журналда эшләгәс, кешеләр менән яҡындан аралашҡас, яҙмай нисек түҙәһең? Публицистика ла бит күп ҡырлы. Очерк жанры оҡшай миңә. Кешенең характерын тотоп алырға тырышам. Герой ни тиклем һинең менән ихлас — очерктың уңышы шул саҡлы. Проблемалы мәҡәләләр ҙә күп яҙҙым. Утыҙ-ҡырҡ табаҡтан торған оло бер том ята — «Ҡарҙа бешкән емеш». Сығарып булырмы, юҡмы — белмәйем. Хоҙай ерҙән көткәнде күктән ебәреп, берәй спонсор килеп сыҡһа… Әгәр ошо хыялым тормошҡа ашһа, мөғжизә ошо була икән, тиер инем.
— Ирегеҙ, улдарығыҙҙың атаһы, скульптор Хәйҙәр Ғарипов менән, икегеҙ ҙә талантлы ижад кешеләре булараҡ, оҙаҡ йылдар нисек бер ҡаҙанға һыйып йәшәй алдығыҙ? Бындай илһамлы ғаиләнең ижадығыҙ өсөн ниндәй ыңғай һәм кире яҡтары булды? Балаларығыҙ ниндәй һөнәр эйәләре? Уларҙы, рухташтарым, тип әйтә алаһығыҙмы?
— Эйе, ике тәкә башы бер ҡаҙанда бешмәй, тиҙәр. Ләкин мин үҙемдең шул тәкә баштарының береһе икәнлекте аңлағансы, тотош ғүмер, ең һыҙғанып ижад итер йылдар үткән дә киткән. Йәш саҡта ижади шәхесте мин бары тик Хәйҙәрҙә генә күрҙем. Уның пландары — минең пландарым. Хыял — икебеҙгә берәү. Мин үҙемде Муса ғәләйһиссәләм вәғәз һөйләгәндә уның ҡулын күтәреп тороусы Арагон кеүегерәк хис иттем. Ғаилә тормошо ошо йүнәлештә формалашты: мәктәптән, редакциянан буш ваҡыт — Хәйҙәрҙең оҫтаханаһында. Балалар ҙа шунда. Мин үҙем өсөн йәшәмәнем. Бына, мәҫәлән, халыҡ — Октябрь байрамында, ә мин, таңдан тороп, сираттағы һындың формаларын буяйым. Әсе ел, һыуыҡ, малайҙарымды «КамАЗ» тәгәрмәсе артына йәшергәнмен, йәнәһе, һыуыҡтан һаҡлайым. «Ауыр, күтәрә алмайым!» — тигәнде әйтмәнем. Ҡаршы өндәшмәнем. Хәйҙәрҙең үҙе менән генә түгел, туғандары менән дә татыу, йылы мөнәсәбәттә булдым. Был минең, нигеҙҙә, алған тәрбиәнән килә. Үҫкән ғаиләмдә бер-береңә ауыр һүҙ әйтеү булманы. Ир айыҡ, изге күңелле, камил шәхес булһа, ниңә буйһонмаҫҡа? Әммә ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеү ҙә ҡатын елкәһенә төшһә, диңгеҙ ситендә дауыл тымырын көтөп ғүмер үткәреүҙән ни файҙа?
Балаларға килгәндә, улар, аталарының эш һөҙөмтәһенән алда, шул һындарҙы булдырыу хаҡына түгелгән ҡара көстө, бысраҡты, юҡлыҡты күрҙеләр. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ ваҡ, бысраҡ эш… Елкәләренә тейҙе. Ә былай икеһе лә һүрәт төшөрөүгә ифрат оҫталар! Ейәндәр ҙә һүрәткә маһир. Ейәнсәребеҙ Алһыу Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге интернат-гимназияла уҡый. Рәсемдән — «бишле». Бер сәғәт самаһы үтәме-юҡмы, портрет әҙер. Оҡшашлыҡ — йөҙ процент! Айтуған ике институт тамамланы. Юҡ-юҡта: «Әгәр Питерҙы алданыраҡ күрһәм, художество мәктәбен ташламаған булыр инем!» — тигән һүҙҙәре сығып ҡуя. Ун етеһе тулыр-тулмаҫ Питерға китеп, йәш сағы шунда үткән, шунда характеры формалашҡан кеше хаҡында «беҙ — рухташ!» тип ауыҙ тултырып, әлбиттә, әйтә алмайым. Эйе, ул изге күңелле, ярҙамсыл. Ғаиләһен ярата. Балаһы өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер — был сифаттар минән киләлер. Холҡон атайымдыҡына ла оҡшатам. Ул да бик йомарт, күңелсәк кеше ине. Ай- булатым — ул шағир. Шиғырҙары матур, ләкин баҫылмай. Бирмәй. Башҡорт тарихы, философия менән ныҡ ҡыҙыҡһына, күп белә. Холҡо йомшаҡ. Сибай институтын тамамланы. Һүрәткә маһир. Атаһының һәйкәлдәрен бөтәһен дә бергә эшләнеләр. Донъяға ҡарашы амбициоз булыуҙан алыҫ тора. Улдарымды ла үҙемдең рухи һыңарҙарым, тип әйтә алмайым. Аталарының ниндәй хәлдә лә үҙе булып ҡалырға ынтылыуы күскәндер, генетик хәтер үҙен һиҙҙермәй ҡалмай инде ул…
— Бала сағығыҙ, үҫмер йылдарығыҙ ниндәй күренештәрҙә күҙ алдына баҫа? Уларҙың ижадығыҙға йоғонтоһо ниндәй?
— Үрҙә әйткәнемсә, бала сағым ике өлөшкә бүленә: атай бар саҡ һәм ул вафат булғас. Ете йәштә кисергән ҡайғы оло кешенеке кеүек түгел бит ул. Бер саҡ иллене үткән бер ҡәләмдәшем: «Бына минең атай ҙа үлде, Таңсулпан. Мин дә етем хәҙер», — тине. Өндәшмәнем. Һәм, ғөмүмән, бала башына төшкән ҡайғының тәрәнлеген тел менән аңлатып булмай. Әйтәләр бит: кемдең итәгенә ут төшә — шул яна. Аталы бала — арҡалы бала, тигән мәҡәл дә бар. Һәр хәлдә, мин улдарымдың аталы булыуҙарын бик, хатта бик теләнем. Шулар хаҡына түҙмәҫтәйҙе түҙҙем, күтәрә алмаҫтайҙы күтәрҙем. Тәүлектең теләгән бер ваҡытында, теләһә ҡайһы яҡтан килеп, яуып ебәреү тик болотҡа ғына килешә. Мин, бәндә, яҙмаларымды болот ише түгә алмайым — уҡыусым мине аңлар, тип уйлайым. Мәгәр бала саҡ өлөшөнә төшкән шул юғалтыу холҡома, йәшәү рәүешемә үҙенең мөһөрөн баҫмай ҡуймағандыр. Һәр хәлдә, хәлемдән килерҙе белә торһам да, алға башҡаларҙы үткәрҙем. Кешенең аты үткәнсе, үҙемдең тайым үтһен, тип йөрөмәнем. Ә, былай, дөйөм алғанда, хәтерҙә уйылған мәлдәр аҙ булманы инде. Мәҫәлән, күрше-тирәгә туй килеү. Туй килер булһа, ҡыҙҙар, йыйылышып, төртмә таҡмаҡ сығара. Әле ҡоҙағыйҙарҙы күрмәгәнбеҙ, ә уның хаҡында таҡмаҡ әйтәләр:
Өлкәнерәк ҡыҙҙарҙың был эшенә аптырап ҡарайым: Һәйеп (Хәбибә) инәйҙең йыуасаһы етер-етмәҫте былар ҡайҙан белә икән? Аҙаҡ, юғары кластарҙа уҡыған саҡта, мәктәп гәзитен сығарғанда, радиоселтәр аша етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләгәндә, һуңынан инде ауылда агитатор булараҡ «Боевой листок»тар сығарғанда гел ошо алымды ҡулландым: сатирик шиғырҙар ижад иттем. Хатта әле лә ҡайһылары иҫтә ҡалған:
Элек тәнҡит беренсе планда булды. Район гәзитендә баҫылған тәүге яҙмам да, хәтеремдә, сатирик шиғыр ине. Хәҙер уйлап ҡуям: әгәр яҙмыш мине Өфөлә йәшәтһә, тәғәйен, «Һәнәк»тә эшләр инем. Кешегә күрһәтмәгән ундай шиғырҙарымдың ҡайһылары әле лә үҙемдә һаҡлана. Бала саҡтың яҙмышыма йоғонто яһаған осрағы был ғына түгел инде ул. Мәҫәлән, эш. Һәр йәй һайын бер баҡса кесерткән, алабута утау, картуф күмеү, дүртенсене бөтөү менән йәй буйы совхоз-ҡыр эшенә егелеү. Шул ялыҡтырғыс ҡый үләнен утау булмаһа, нисек проза яҙыр инем? Ваҡ эш бит. Елкә лә, түҙемлек тә кәрәк. Ә мин бала саҡта ултыраҡлы түгел инем. Гел хәрәкәт кәрәк булды. Өй башы, ағас башы — минеке! Тау, урман, йылға буйлап елеп йөрөү — минеке!
Ер ҡарҙан асыла ғына башлаған мәл. Ҡара ергә ике таяҡ ҡаҙап, бау бәйләп, бейеклеккә һикереү буйынса күнекмәләр үткәрәм. Сөнки мин «Дүртенсе бейеклек» тигән китап уҡыным. Гуля Королева хаҡында. Һәм уйланым: кеше үҙ тормошонда үрҙәр яуларға тейеш. Әйҙә, тәүге үрем бейеклеккә һикереү буйынса рекорд ҡуйыу булһын, йәнәһе. Ысынлап та: Сибай интернатына барғас, һикереү буйынса ярыш ойошторҙолар, БГТО нормаһын тапшырталар. Минең күрһәткес ҡыҙҙар араһында — иң юғарыһы! Метр һәм утыҙ сантиметр! Йүгереү буйынса ла икенсе килгәнемде хәтерләмәйем. 100 һәм 1000 метрға яҡшы йүгерҙем, мәктәптә генә түгел, университетта ла. Ә бейеклеккә һикереү буйынса урта мәктәптә чемпион инем: 1 метр 40 сантиметр. Бала саҡтағы күнекмәләр һөҙөмтәһеҙ үтмәне. Ә бына оҙонлоҡҡа һикереү техникаһын үҙләштерә алманым.
— Ни өсөн БДУ-ның филология факультетын һайланығыҙ? Ниндәй мәлдәрҙе һағынып хәтерләйһегеҙ? Университетҡа уҡырға ингәнгә ҡәҙәр яҙыусылар менән осрашҡанығыҙ булдымы? Ғөмүмән, яҙыусылар менән тәүге аралашыуҙарҙан тыуған фекерҙәрегеҙ уларҙы бығаса күҙаллауығыҙға тап килдеме?
— Ни өсөн БДУ-ны һайланым? Атайҙың йырҙарын, әкиәттәрен, әсәйҙең шиғыр һөйләгәнен тыңлап, ҡыҙҙарҙың таҡмаҡ сығарғандарын күреп үҫкән бала башҡа ҡайҙа барһын инде? Әлбиттә, БДУ, әлбиттә, филология факультеты. Икенсенән, күп уҡыным. Эштән бушаған мәлдәрҙә китаптан башты күтәрмәнем. Ҡайһы бер авторҙар менән күңелдән бәхәсләштем дә. Университетҡа тиклем ике йыл китапханасы һәм клуб мөдире булып эшләү дәүеремдә мин ауыл китапханаһындағы барлыҡ китаптарҙы ла уҡып сыҡҡайным инде. Тәүге күргән тере шағирым Батыр Вәлид булды, икенсеһе — Абдулхаҡ Игебаев. Ә инде тәүге йотлоғоп тыңлаған һәм, тыңлап бөткәс, үкһеп илаған китабым «Беҙҙең өйҙөң йәме» ине. Беренсе тапҡыр онотолоп уҡыған китабым — «Ырғыҙ». Ә инде әҙәби геройҙар менән тормошто бер бөтөн, йәшәйештең айырылғыһыҙ күренеше итеп күҙ алдына баҫтырған китап — «Кәмһетелгәндәр». Яҙыусылар тормошта нисегерәк була икән, тигән һорау башҡа килмәне ул. Моғайын, улар хаҡында бик юғары фекерҙә булғанмындыр. Кирәй Мәргән, мәҫәлән, күргән саҡта бик оло ине инде, әҫәрҙәренә ҡарағанда, уны теремегерәк итеп күҙ алдыма килтергәйнем. Кеше үҙгәрә бит. Үҙебеҙ ҙә хәҙер элекке түгел. Йәш саҡтарыбыҙҙы белгәндәр беҙҙең хаҡта бер төрлө әйтер, ә инде олоғайғас күргән- белгән йәштәрҙең күҙ алдында, хәтерендә беҙ ҙә икенсе рәүешле ҡалырбыҙ.
— Үҙебеҙҙең һәм сит ил классиктарының ижадығыҙға йоғонтоһо булдымы? Ҡабат-ҡабат уҡый торған китаптарығыҙ бармы? Ваҡытлы матбуғат уҡырға мөмкинлек табаһығыҙмы?
— Классиктарҙың ижадыма йоғонтоһо булманы, тип әйтә алмайым. Үрҙә әйткәнемсә, күп уҡыным. Әле лә уҡыйым. Быйыл ҡыш Чеховты ҡабат ҡарап сыҡтым. Хәлдән килһә, яңынан Толстойҙы, Достоевскийҙы уҡыр инем. Сыңғыҙ Айытматов, Мостай Кәрим, Нодар Думбадзе, Даниил Гранин, Валентин Распутин, Виктор Астафьев, Юрий Нагибин, Юрий Бондарев, Фазыл Искәндәр… был исемлекте тағы ла дауам итә алам. Әйткәндәй, Куприн да бар унда, сит ил классиктары ла. Улар барыһы ла — минең остаздарым, кәңәшселәрем. Ә Горький? Ә Мәжит Ғафури? Һанаһаң, күп инде ул. Үҙебеҙҙең Талха Ғиниәтуллин ижады ла күптәр өсөн мәктәп булырлыҡ бит!
— Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, Учалыла, Сибайҙа эшләгән һәм йәшәгән йылдарығыҙ ижад өсөн нимә бирҙе? Ул төбәк кешеләре бер- береһенән йәшәү рәүештәре, холоҡ-фиғелдәре менән айырыламы? Шул осорҙа күңелегеҙгә айырыуса уйылып ҡалған, ижадығыҙға тәьҫир итерҙәй ниндәй хәл-ваҡиғалар булды? Унда ҡалған дуҫтарығыҙ, хеҙмәттәштәрегеҙ менән әле аралашаһығыҙмы?
—Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшкә ҡалдырғайнылар мине. Тема бирһәләр, күптән инде доктор, профессор булыр инем, сөнки диплом эшемде ул заманда юғары баһалағайнылар. Тырышлыҡ та етерлек, аналитик фекерләү ҙә юҡ түгелдер, юғиһә, драматургияға тотонмаған булыр инем бит. Эйе, мин унда ғәрәп графикаһында яҙылған ҡулъяҙмаларҙы уҡыным, текстологик эштәр башҡарҙым. Эшләгән эштәрем лаборант кимәле түгел ине. «Батыршаның батшаға яҙған хат»ын ғәрәп машинкаһына күсер әле! Шафиҡ Тамъяниҙың ҡулъяҙмаһын хәҙерге графикаға күсереү ҙә еңел эш түгел. Тема юҡ, фатир юҡ, ҡарт әсәйем— үҙем менән, бала, ир… Эйе, китергә тура килде. Кандидатлыҡ минимумдарҙы бирә лә башлағайным. Ярай, шулай яҙғандыр. Мин үтәһе юлды кем үтһен? Ғалимдар донъяһын күрҙем. Ә ул ярайһы ҡатмарлы. Һәр хәлдә, унан киткәндә, алһыу күҙлекте һалып, үтәнән-үтә күренмәле быялалыһын кейгәйнем. Уның ҡарауы, 1989 йылда уҡ Учалыла ғәрәп яҙмаһын өйрәнеүҙе ойошторҙом, музыка училищеһында, Сибайҙа телевидение аша ғәрәп яҙмаһын өйрәттем, китап сығарҙым. Ул дәреслек һаман һорау менән файҙалана.
Ижад кешеһенең тормошо, асфальттан һыпыртҡан автомобилдеке ише, тура ғына булырға тейеш түгел. Күп нәмә бит юғалтыу, ымһыныу аша килгән сабырлыҡ аша табыла. Ғалимә Таңсулпан яҙыусы Таңсулпанды йотор ине. Унан һуң, ғилем донъяһында, тырышлыҡтан тыш, әрһеҙлек тә кәрәк. Мин йыуаш. Хатта үтә йыуашмын. Ул холоҡ менән… Үҙемде аңлар өсөн, әлеге лә баяғы, бала саҡҡа әйләнеп ҡайтам. Атайҙы малсылыҡ фермаһына мөдир итеп тәғәйенләгәс, беҙ фермаға күсеп килдек. Ноябрь айы. Ҡара көҙ. Ҙур бер бүлмә. Мейес яна. Бәхеткә күрә, төтәмәй. Мейестең ауыҙы асыҡ. Ошоғаса яғылмаған, кеше йәшәмәгән бүлмәне йылытырға тырышҡандарҙыр — утын ҡыҙыу яна, мейес ауыҙы ҡайнар тынын бөркә. Әсәй тегеп кейҙергән көпө тышынан аҡ суҡлы мамыҡ шәл ябынғанмын. «Өй һалҡын, әлегә сисенмә!» — тип, мине мейес ауыҙына яҡын баҫтырҙылар. Шунда уҡ эргәмә бер ҡыҙ, бер малай килде. Ҡарайым, йәштәре минең сама (Аҙаҡ уларҙың минең менән бер йылғы Нурислам һәм Һандуғас икәнен белдем.). Тәү күргән йәштәштәрҙән самаһыҙ уңайһыҙланам. Таныш түгел ер, ят бүлмә, етмәһә, былары миңә ҡарап упайғандар ҙа ҡатҡандар. Көйгән йөн еҫе. Үҙем оялышымдан ер тишегенә инерҙәй булып торғанда, шул ғына етмәгәйне. Теге һерәйтеп бәйләнгән шәл суғы ҡыҙарып яна башланы. Күрәм, оялышымдан өндәшмәйем. Теште ҡыҫам — йәнәһе, утҡа түҙеп була! Шунда теге ят малай түҙмәне. Артына әйләнеп: «Яна! Таңсулпан янып бара!» — тип ҡысҡырҙы.
Тағы бер мәл. Элек, беҙ бала саҡта, уйынсыҡ наҡыҫ булды. Уйнағанда бөтә нәмәмде сығарып һалам. Аҙаҡ күрәм: теге йәки был уйынсыҡ юҡ. Унан һуң шул уйынсыҡты, аяулы ғына әйберемде, бергә уйнаған иптәшем өйөндә күрәм. Күрәм, ләкин өндәшмәйем. Етмәһә, мин — юғалтҡан кеше — урлаған кешенән оялам. Башты эйәм дә ҡайтып китәм… Алтылағы — алтмышта. Үкенескә күрә, мин бына шул холҡом менән ҡартайҙым. Кешеләге тәкәбберлек, ҡомһоҙлоҡ, әрһеҙлек, алдаҡсылыҡ алдында баҙап ҡалам. Көсһөҙмөн. Миндәге ошо сифаттарҙы яҡшы төшөнгәндәр өсөн мин — ғәләмәт шәп табыш. Әсәй һәр саҡ: «Кешенең йөҙөн йыртмағыҙ, битенән алмағыҙ!» — тип өйрәтте. Үҙе лә минең кеүек булды. Алма ағасынан алыҫ төшмәне…
Баймаҡта, Учалыла, Сибайҙа йәшәнем. 2000 йылдан бирле — Өфөләмен. Йәшәгән бер еремдә тоғро дуҫтар таптым. Был — һыналған, ваҡыт һынауҙарын үткән дуҫтар. Ваҡыт иләк кеүек ул. Ҡайһылары һис уйламағанда төшөп юғалды. Сәбәбе — бәндәләге көнсөллөк. Башта мин дуҫтарҙың хыянатын бик ауыр кисерҙем. Әйтерһең, донъямдың бер өлөшө кителеп, диңгеҙгә — упҡынға оса. Хәҙер — юҡ. Тимәк, шулай кәрәк. Тормоштоң бер арауығын бергә үткәнбеҙ икән, мин быға рәхмәтлемен. Был донъяла бер туғандар дошманлашҡан, бала ата-әсәһе менән күрешмәгән осраҡтар бар. Аллаға шөкөр, беҙ, дүрт бер туған, татыубыҙ. Бүлешкәнебеҙ — яҡшы һүҙ. Ә яҡшы һүҙ — йән аҙығы.
— Баш ҡалала ижад итеү теләге алып килдеме һеҙҙе яңынан Өфөгә, әллә икенсе сәбәптәрме?
— Баш ҡалаға 52 йәшемдә юлландым. Уға тиклем башҡорт әҙәбиәтенә Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында 25 йыл хеҙмәт иттем. Был йәһәттән минең яҙмыш сик буйҙарында сирек быуат ғәскәри хеҙмәттә булған башҡорт яугирҙарына ауаздаш. «Сик буйы хеҙмәте»нең үҙенең нескәлектәре бар. Беренсенән, яуаплылыҡ көслө. Һин үҙеңде һәр ваҡыт башҡорт әҙәбиәтенең, рухиәттең һаҡсыһы итеп тояһың. Һаҡсы булғас, һиҙгерлек, тойомлау, фиҙакәрлек кәрәк. Бында бит бер әҙәбиәт кенә түгел, матбуғат та, мәҙәниәт тә, сәйәсәт тә, иҡтисад та — бөтәһе бер ҡаҙанда ҡайнай. Халыҡ мәнфәғәтен күҙәтеүсе ул әҙәбиәтсе. Халыҡ аҡты — ҡаранан, яҡшыны ямандан айыра белергә тейеш. Халыҡҡа китап ҡына түгел, бәлки, әҙәбиәтсенең тере һүҙе лә кәрәк. Ваҡытында әйтелгән дөрөҫ һүҙҙең бәҫе — алтындарҙан артыҡ хазина. Ҡатмарлы осорҙа йәшәнек. Ижтимағи формациялар алышынды. Ҡайһы саҡ мин, әҙәби әҫәр ижад итеүҙән бөтөнләй туҡтап, публицистика яҙҙым. Халыҡ араһына сыҡтым. Плюрализм, демократия, суверенлыҡ өсөн көрәш… Тәүге демократик һайлауҙар. СССР Юғары Советына депутатлыҡҡа бер эшсене, бер механизаторҙы үткәрештем. Көн тимәй, төн тимәй, бөтә Урал аръяғы райондары буйлап йөрөлдө. Хатта Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында һайлаусылар менән осрашҡанда, кандидаттарымдың «телһеҙ» икәнен күргәнгәлер инде:
— Давай, үҙең депутат бул! Һинең кеүектәр кәрәк беҙгә! — тип һөрән һалды халыҡ. Ә минең кандидатым комбинат директоры менән тиңһеҙ алышта еңеп сыҡты. Уйын эшме? Юҡ шул. Уның ҡарауы, кандидат өсөн сығыш яһап йөрөгәндә, күпме хәҡиҡәтте халыҡҡа еткерҙем! Ул саҡта мин шуның менән ҡәнәғәт һәм бәхетле инем. Учалы районында саф башҡорт телендә «Яйыҡ» гәзите сығамы, музыка училищеһында башҡорт фольклор бүлеге эшләп киләме, мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыламы — бөтәһендә лә минең туранан-тура ҡатнашлығым бар. Элек ГПТУ һәм СПТУ-ларҙа туған тел дәрестәре уҡытылмай ине. 1995 йылда үткән I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат булып барғанда шәхси тәҡдимемде индерҙем: ошо уҡыу йорттарының уҡыу программаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу мотлаҡ булырға тейеш. Нигеҙләп яҙҙым. Индерҙеләр бит! Икенсе бер тәҡдимем дә булды: башҡорт егеттәрен, генофондты һаҡлау йөҙөнән, унда-бында тоҡанған «утлы нөктә»ләргә ебәрмәҫкә. Уныһы үтмәне. Йәл.
Ошондай уҡ мәғрифәтселек эшен Сибайҙа ла йәйелдерҙем. Етәкселек халыҡтың рухи хәжәтен ныҡ аңлап эш иткәс, унда еңелерәк булды, ләкин көтөлмәгән ҡаршылыҡтар һәр саҡ һағалап торҙо. Әгәр Учалыла билдәле көрәш осорон үтмәгән, сыныҡмаған булһам, биллаһи, ҡойолоп төшөр инем. Учалыға килгән сағында һайлау алды кампанияһында минең сығышты тыңлаған Мансур Әйүпов:
— Ғариповала бер дивизия һалдатты атакаға күтәрерлек көс бар! — тигәйне. Был көс Сибайҙа ла бик кәрәк булды. Бигерәк тә ҡала муниципаль телевидениеһында башҡорт редакцияһы асып, уны эшләргә, йәшәргә һәләтле итеү өсөн көрәш киҫкен булды. Ярай әле, әмәлгә ҡалғандай, директорҙы алыштырҙылар. Риф Мөстәхетдинов килмәһә, уғата ауыр булыр ине. Бөтәһен дә тәфсирләп аҡ ҡағыҙға төшөрөп булмай. Учалыға кире китергә лә уйлап ҡуйҙым, ләкин, ҡаршылыҡ уғата көслө булғас, сигенмәҫкә ҡарар иттем. «Һуғышты алғы һыҙыҡта үткән һалдат ҡыҙы бит әле мин», — тип уйланым. Эште юлға һалғас, башлыҡҡа индем:
— Ебәрегеҙ инде мине, Зиннур Ғөбәйҙуллович, — тим.
— Ҡайҙа тип, мин бит уҡытыусы. Рәхәтләнеп эшләрмен.
— Мин һине Учалынан мәктәптә эшләр өсөн саҡырып ҡайтарманым. Иртәгә үк Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһын ҡабул итәһең. Бармаһаң, ойошманы ябам! Минән алда эшләгән ҡәләмдәшем ни кисергәндер — миңә ризалыҡ биреүҙән башҡа әмәл ҡалманы.
Эште ойошманың офисын булдырыуҙан башланым. Офисҡа яраҡлы урын эҙләп, Сибайҙың арҡырыһын-буйын көнөнә әллә нисә үттем. Йә бик иҫке, йә берәй ойошма, хатта магазин менән өйҙәш урындар тәҡдим иттеләр. Мәсет ҡаршыһындағы биш ҡатлы йорттоң һыртҡы бүлмәһендә туҡтаным. Тәҙрәләре — рәшәткәле, ишеге — тимер. Бик ныҡ әрһеҙләнгән, әлбиттә. Хатта түшәмендә аяҡ кейеме эҙҙәре бар ине. Спонсор табып, хәлсә ремонт яһаныҡ. Батареяла- рына тиклем алыштырырға тура килде. Аҡсаһыҙ ваҡыт — 1996 йыл. Берәүҙән сәкән таяғы алдым, уны обойға алыштырҙым. «Аҡбуҙат» башҡорт балалар баҡсаһы менән хеҙмәттәшлек итә инем — улар ҙа ярҙам күрһәтте. Тырыша торғас, кухняны ла кабинет иткәс, ике бүлмәле арыу ғына офис барлыҡҡа килде. Соландың береһен, шкаф эшләтеп, шулай уҡ хужалыҡ кәрәк-ярағы өсөн файҙаланырлыҡ хәлгә индерҙек. Яҙыусылар берлегенә хат яҙып, әҙәби консультант берәмеге һорап алдым. Биш районда эш алып барыу еңелдән бул- маны инде, ләкин боҙ ҡуҙғалды. Әмир Моратов ағайҙың, институттан Ғәҙилә һәм Илдус Бүләковтарҙың, журналист Таңһылыу Ғәйнуллинаның, мәктәптәрҙең, методистарҙың ярҙамын оноторлоҡ түгел. Беренсе бурысым итеп ойошманың традицияһын булдырыуҙы ҡуйҙым: 2-се, 12-се мәктәптәрҙә ижад түңәрәктәре асып, уҡыусыларҙы йәлеп иттем. 1996 йылдың көҙөндә «Ап-аҡ ҡар» исемле ижад бәйгеһе үткәрҙем. Бәйгелә бөтә мәктәптәр ҡатнашты. Аҙаҡ, мин киткәс, ул «Таңсулпан Ғарипова исемендәге ижад бәйгеһе» тигән исем аҫтында үтә башланы һәм 2016 йылда үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошондай уҡ бәйгеләр Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында ла ойошторолдо. Бынан тыш, ижад, хәтер кисәләре гөрләп үтте, ойошманың күсмә ултырышы формаһын да киң ҡулландыҡ. «Атайсал» гәзитендә ай һайын ойошманың «Шәмдәл» исемле битен сығарҙыҡ. Дүрт йылда, үҙем эшләгән дәүерҙә, ун шәхесебеҙгә таҡтаташ ҡуйҙырҙым.
Эшләһәң, эш ҡарышмай, тип йөрөп, бына шул дәүер эсендә «Бөйрәкәй»ҙең дауамын яҙырға ғына ваҡыт таба алманым. Сибай, Стәрлетамаҡ театрҙарында ҡуйылған пьесаларымдан тыш, ыратып ижад итеп булманы. «Ярай, тыуған яғыма ҡайттым әле. Ниһайәт, мин үҙ илемдә!» — тип йыуаттым үҙемде. Шул йылдарҙа ҡыҙыҡ ҡына хәлдәр ҙә булғыланы. Сибай муниципаль телевидениеһында эшләгән саҡта Ҡариҙел районынан Фәғилә исемле бер апай килде, эфирҙан ваҡыт һораны. Уның Сибайға килгәнен хакимиәттә ишеткәндәр булып сыҡты: ваҡыт бирмәҫкә, тигән фарман булды. Ә бит уның тураһында БСТ-ла ҙур тапшырыу булғайны! Апай алдында уңайһыҙ. Мин нәҡ ошо саҡ Муллаҡай ауылы кешеһе Зәйтүнә апай (Ғабдулла Сәидиҙең ейәнсәре, Әнүәр мулланың ҡыҙы) хаҡында тапшырыу әҙерләй инем. Аптырағас, Зәйтүнә апайға тигән ваҡытты ҡап урталайға бүлдем дә, Фәғилә апайға һүҙ бирҙем. Бүре лә туҡ, һарыҡ та теүәл. Бына шул саҡта ул миңә: «Һин, туғаным, Өфөгә күсәһең бит! Аҡ сәсле оло ғына кеше саҡыра ла — сығып китәһең», — тине. «Мин бында китер өсөн ҡайтманым бит әле, апай!» — тинем. «Эйе, ләкин… китәһең», — тине апайым. Ул хаҡта онотҡайным да инде. бер көн ойошмаға көләкәс кенә, зәңгәр күҙле йәш бер ҡатын килде. Иҫемә төштө: мин уны Баймаҡҡа барғанда күргәйнем. Һөйләшеп киттек. Бер ваҡыт был миңә: «Апай, һин был эштән китәсәкһең», — ти. «Ҡайҙа?» — тинем. «Ҡалын бер журналға!» — ти был. Сибайҙа ҡалын журнал юҡ. «Һеңлем, ҡалын журналдар Өфөлә генә сыға бит ул», — тинем, аптырағас. Йәнә оноттом. Ә бына 2000 йылдың 26 июнендә мин Өфөгә юлландым. Мәрхүмә Фәғилә апай әйтмешләй, оло бер кешенең (ә ул академик Ғайса Хөсәйенов булып сыҡты) саҡырыуы буйынса, теге йәш ҡатын әйткән ҡалын журнал «Ватандаш» булып сыҡты. Бына шул. Ике осраҡта ла һораманым — үҙҙәре әйтте. Ышанманым — дөрөҫкә сыҡты. Әгәр Өфөгә китергә уйым булһа, мин иртәрәк тә китә ала инем бит. Таңһылыу Ҡарамышева үҙе «Шоңҡар»ҙа эшләгән саҡта мине урынбаҫар итеп саҡырҙы. Хатта бер нисә тапҡыр. Унан һуң, 1995 йылда Роберт Байымов (гүре яҡты булһын) университетҡа уҡытырға саҡырҙы. Унан алда ла, миңә ҡырҡ йәш тирәһе ине, саҡырғайны. Ә мин: «Роберт ағай ҡырҡ йәшендә — профессор, ә мин яңы диссертация яҡларға тейешме? Юҡ, һуң, бик һуң», — тип уйланым, барманым. Ә бына 1995 йылда күндем. Эшкә инергә ғариза яҙҙым, ректорға индем. Алдылар. Йәшәргә 6-сы ятаҡтан әлегә ике бүлмә бирәбеҙ, тинеләр. Сәғәттәре билдәле, тема асыҡланды… һәм мин килмәнем. Сибайға киттем. Тыуған тупраҡ тарта, ахыры, тинем. Эйе, миңә Өфөгә юлланырға сәбәп күп булды ул. Роберт Байымов миңә: «Һиңә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлау өсөн өс ай етә!» — тиер ине. Бәндәне эсәр һыуы, тәҡдире йөрөтә, тигәндәре шулдыр.
Өфөгә сығып китеүем сараһыҙлыҡтан килеп сыҡҡан сарам булды улминең. Күҙ йәштәрем йылға булып аҡты. Һиңә ҡарап, беҙ быны тойманыҡ, тигәндәр бар. Был бик яҡшы. Тимәк, эске кисерештәремде кешенән йәшерергә көс тапҡанмын. Яныу-ялҡынымды ижадыма бирҙем. Йә Мәҙинә, йә Хазина ғазаптарында килеп сыҡты улар. Ул саҡтағы ғазабым, йөҙ персонажға бүлеп бирһәм дә, бөтөрлөк түгел ине. Мин шуның аша үтергә тейеш булғанмын, юғиһә, минең яҙғандарым кемде ышандырыр ине?! Рәхмәтлемен Хоҙайға мине шул һынауҙар аша үткәргәне өсөн. Аллаһ тәғәлә бәндәгә йөрәге күтәрә алған тиклем бирермен һынауҙарҙы, тигән бит. Мин күтәрҙем.
Әлбиттә, Өфө мине ҡолас йәйеп ҡаршыламаны. Ул саҡтағы БР мәҙәниәт министры Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитовҡа рәхмәтлемен: ул мин килерҙән алда ятаҡтан бүлмә бирҙе. Ғайса Хөсәйенов эшкә алды. Шулай бер мәл Яҙыусылар съезына китеп барам. Йәнәшәмдә — Мәрйәм Бураҡаева. Тайфур Сәғитов күреп ҡалды мине.
— Аллаға шөкөр, Тайфур ағай. Үҙегеҙ?
— Һин нишләп Сибайҙы ташлап ҡастың?
— Ҡасманымсы, — үҙем ҡаушап төштөм. — Эшкә килдем.
— Һин Сибайҙан китергә тейеш түгел инең!
— Ә һеҙ үҙегеҙ һуң… Ниңә Белоретта ҡалманығыҙ? Мине бында саҡырып
— Академик Ғайса Хөсәйенов.
Минең Өфөлә пәйҙә булыуым, бәлки, күптәргә оҡшамағандыр, бәлки, Тайфур Сәғитов шул күптәрҙең уйын тауышландырғандыр. Кем белә… Береһенең дә юлын киҫмәнем. Фатир йәиһә йылы урын өсөн низағлашып йөрөмәнем. Яҙыусыларҙы съездан съезға ғына күрҙем, ә реакция бына ҡайһылай! Ҡыҙыҡ булды был. Мин «Ватандаш»та башкөллө эшкә сумдым. Ҡыҙ йондоҙлоғонда тыуғандарҙы эш менән өркөтөп булмай, тигәндәре дөрөҫ ул. «Әҙәбиәт», «Фольклор», «Шәжәрә» — минең елкәлә. Унан тыш, райондар, предприятиелар менән килешеү төҙөп, махсус шәлкемдәр сығарыу, өҫтәүенә, журнал һайын тиерлек ҙур-ҙур очерктар ижад итеү. Эшемде яратып башҡарҙым. Шул «Бөйрәкәй»ҙе тамамлап ҡуяйым, тип кенә 56 йәштә эштән киттем. Фәрит Әхмәҙиев, баш мөхәррир, ебәрмәҫкә иткәйне лә, яҙмышты ҡабат-ҡабат һынарға ярамаһа ла, бәлки, килеп сығыр тип, Сибайға йәнә ҡайтып, бүленгән икмәкте ялғарға тырышып йөрөнөм. Ваҡыт, һаулыҡ юҡҡа сарыф булды: киҫелгән, телемдәргә бүлгеләнгән икмәкте бөтәйтеп булманы. Шунан бирле, инде 17 йыл, мин Өфөлә. Ипотекаға ике бүлмәле фатир алдым. Аллаға шөкөр. Баҡсам бар. Яҙҙарҙы, йәйҙәрҙе һәм көҙҙәрҙе шунда үткәрәм. Сәскәләр үҫтерәм. Ҡоштарға улаҡтан һыу эсерәм. Шифалы үләндәр төнәтмәһе менән мунса керәм. Кинйә улым, Ай- булатым, үҙем менән. Тоғро дуҫтарым бар эргәмдә. Йәнә — ҡәләмем. Уны бер кем дә тартып ала алманы. Мин һүнмәй тороп, ул тынмаҫтыр. «Минең ғүмер,меҫкен өтөр кеүек, китап биттәренә ҡыҫылған», — тип яҙған бер шағир. минең дә ғүмер китап биттәренә ҡыҫылған. Хоҙайға рәхмәтлемен! Яңынан тыуырға тура килһә, мин йәнә ошо һөнәр кешеһе булыуҙы һорар инем. Ижадҡа танһығым ҡанманы әле…
— Һеҙ бик шәп йырсы ла бит әле. Рухи тормошоғоҙҙа йыр-моң, шиғриәт ниндәй роль уйнай?
— Йыр — минең юлдашым. бик иртә йырлай башланым, икенсе класта уҡ сәхнәлә яңғыҙ йыр менән сығыш яһаным. «Сыйырсыҡ» тигән моңло бер йыр ине. Класташым Айрат мәрхүм менән парлап та йырланыҡ. Атай хәтәр йырсы ине бит! Мәгәр бер осор йырларға ояла башланым. Ни өсөн икәнен аңлап та бөтмәйем. Унан инде 30 йәштә — үпкәнең яртыһын юғалтыу. 50-ләп халыҡ йырын иркен йырлайым, тик операция үҙенекен итә, оноттормай. Операциянан һуң, хәтеремдә, тауыш бөтөнләй сыҡманы. Тауыш епсәләренә зарар килгәйне. Миндәге тәүге уй: «Шулай уҡ бер ҡасан да йырламаммы?» — булды. Аллаға шөкөр, тауыштың һикһән проценты тирәһе тергеҙелде. Тын алыу күнекмәләре ярҙам итә, буғай. Шиғриәтте, бәлки, йырлаған өсөндөр, нескә тоям. Һәр хәлдә, ысын шиғриәткә битараф түгелмен. Ә бына рифмаға һалып «аҡыл һата» башлаһалар, һарыуым ҡайнай. Үтә бөҙрәләндереп, бәҫһеҙ һүҙҙәр теҙмәһенән төҙөлгән «лирика» ла бүктерә. Шиғриәт һәлмәк булырға тейештер ул. Уйландырырға тейеш, йә һиҫкәндерергә. Рифма ҡороу һәләтен биргәс, ниңә Хоҙай аҡыл да бирмәй икән? Уға яуап юҡ. Күрәһең, Хоҙай эталон өсөн бер нисә бөйөктө яралтҡан да, башҡаларға: «Әйҙә, хәлегеҙҙән килһә, шуларға тиңләшеп ҡарағыҙ!» — тигән.
— Яҙыусы — нескә тойомлауға эйә ижадсы. Ә һеҙ кешеләрҙәге ыңғай һәм кире энергетиканы һиҙәһегеҙме? Әгәр ҙә йәнегеҙ тартмаған кешеләр менән осрашырға, аралашырға тура килһә, уларҙан нисек һаҡланаһығыҙ?
— Кешеләге ыңғай йәки кире энергетиканы тойоу һәләте һәр кемдә лә барҙыр, тим. Ул тойомлау олоғая барған һайын арта кеүек. Бәлки, миңә генә шулай тойолалыр. Һаҡлана белмәйем дә, хатта һаҡланыу тигән уй башыма инеп тә сыҡмай. Мин «бөтә елдәргә» асыҡ кешемен. Алдаһалар, алданып ҡалам, үртәһәләр — үртәләм, ут ҡаптырһалар — йотам, бөлдөрһәләр — бөләм, ләкин бер кемгә кенә ҡыуып, үс тотоп йөрөмәйем. Бөтәһен дә онотам. «Ярты һулыш оҙонлоғо ғына был ғүмерҙә бәхеттән башҡа ниҙелер планлаштырыу бөтөнләй мөмкин түгел», — тигән бит бөйөк Руми. Уның дөрөҫлөгөнә йәшәгән һайын нығыраҡ инанаһың.
— Йәшлек хыялдарығыҙҙың бөтәһе лә тормошҡа аша алдымы? Мөғжизәгә оҡшаш хәлдәргә юлыҡҡанығыҙ булдымы? Уларҙы нисек аңлатаһығыҙ?
— Йәшлек хыялдарыммы? Мин әҙәбиәткә ғашиҡ инем. Ғүмерлек йәрем — әҙәбиәт. Тимәк, тормошҡа ашты. Улдарым, ейәндәрем бар. Туғандарым һау-сәләмәт. Иншаллаһ! Ә мөғжизә… Үрҙә әйтә бирҙем инде. Шулай ҙа ҡыҙыҡ хәлдәр булғылай ул. Бер саҡ, әле малайҙарым бәләкәй, Ахун ял йортонда ятам. Балаларҙы йоҡлатам тигәнсе, үҙем дә йоҡлап киткәнмен. Төш күрәм: оҙон юлдан ҡатынын, ике ҡыҙын эйәртеп, Ҡәҙим Аралбаев килә. Сумка тотҡан, арыған. Уянып киттем. Тышҡа сыҡтым, верандала торам. Ҡарайым: нәҡ мин төштә күргәнсә, Ҡәҙим ағай килә. Ҡатыны, ике ҡыҙы менән. Башымды һелкәм, үҙемде семетеп ҡарайым: әллә йоҡлайыммы, һаман төш күрәмме, тием. Юҡ! Төш түгел. Шул ял йортонда йәнә Ҡәҙим ағай һәм Абдулхаҡ Игебаев хаҡында төш күрҙем. «Әһә! Былар икеһе лә «Халыҡ шағиры» исемен ала», — тип юраным. Үҙҙәренә лә һөйләнем. Был, ахыры, 1988—1989 йылдар ине... Һәм, ғөмүмән, буласаҡ ваҡиғаларҙы күбеһенсә төштәрем белгертә. Бөтә кешенеке лә шулайҙыр инде ул…
— Һеҙ — тәжрибәле, юғары профессиональ кимәлдәге журналист та бит әле. Журналист публицистикаһы яҙыусыныҡынан нимә менән айыры- ла? Ниндәй осор публицистикаһы күңелегеҙгә яҡыныраҡ? Был йүнәлештә эшләүсе кемдәрҙең хеҙмәттәре күңелегеҙгә яҡын?
— Журналист публицистикаһы яҙыусыныҡынан ярайһы ғына айырыла, минеңсә. Журналистыҡында конкретика күберәк, әммә тасуирлау, фәлсәфәүи айыш ҡайтыш. Ҡыҙыҡ бер хәл булды. Һикһәненсе йылдар башында «Ағиҙел» журналында Ахун ауылы (Учалы районы) ҡатыны Хәлиҙә Солтанова хаҡында очерк баҫтырҙым. Ҙур әйбер. Шул сыҡҡас, ахыры, «Совет Башҡортостаны» гәзитендә бер журналист: «Был типтағы очерктарҙы матбуғатҡа сығарыуҙы тыйырға кәрәк!» — тип яҙып сыҡты. «Йөрәк көсө» исемле ул мәҡәләне әле «Әҫәрҙәр» китабының I томына индерҙем. Бынамын тигән әйбер! Унда мин Хәлиҙәнең характеры формалашыуын, образын биргәнмен. Героиня теп-тере килеш күҙ алдына баҫа. Рәхәтләнеп уҡыйһың. Бер саҡ, ул очерк баҫылыуға йылдар үткәс, Ахун ял йортонда ял иткән саҡта күмәк ҡатын-ҡыҙҙарҙың, йыйылышып, нимәлер тыңлап ултырғандарын күрҙем. Ҡолаҡҡа сағылған һөйләмдәр таныш кеүек булғас, туҡтаным. Шунан аңлап ҡалдым: минең теге очеркты тыңлайҙар. Ғөмүмән, минең алым шулай: кеше беренсе тапҡыр әсәнән тыуһа, икенсегә уны яҙыусы тыуҙыра — аҡ ҡағыҙҙа, тере образ итеп. Ошоға тоғромон. Әлбиттә, ундай нәмәләрҙе яҙыуы еңел түгел, ләкин улар, миңә ҡалһа, художестволы әҫәрҙән дә көслөрәк, уҡымлыраҡ килеп сыға. Ә инде ниндәй осор публицистикаһы тигәндә, совет осоронда бәҫлерәк ине. Гәзит баҫҡан мәҡәләләрҙе иғтибар үҙәгендә тоттолар. Улар буйынса саралар күрелде. Һәр мәҡәлә иҫәптә! Гәзит аша кешеләргә ярҙам итеп булды. Тәнҡит, әгәр ул дәүләт ҡоролошона һүҙ тейҙермәһә, тыйылманы, киреһенсә, хупланды. Ул саҡта беҙ «тешһеҙ мәҡәлә» яҙыуҙан ҡурҡтыҡ. Хәҙер хәл башҡаса. Гәзиттәрҙең роле — мәғлүмәт биреү. Йүнәлеш — дәүләт алып барған сәйәсәтте яҡлау һәм һаҡлау.
Замана үҙгәрҙе. Ләкин ҡайһы саҡта уйлағаныңды халыҡҡа еткереү бәхете лә тәтеп ҡуя. «Барған саҡта ҡыҙырып Уралды» («Башҡортостан» гәзите, 10.08.13) баҫылмаҫ инде, тигәйнем, баҫтылар. Марсель Ҡотлоғәлләмов кеүек журналистика корифейҙары, заманға һылтанмай, сафта ҡалды. Ундайҙар күп түгел, ләкин барҙар.
— Тормошоғоҙҙо яңынан башларға тура килһә, нимәләрҙе үҙгәртер инегеҙ?
— Тормошто яңынан башлап булһа, мин иң әүәл үҙемә мөнәсәбәтте үҙгәртер инем. Үҙ бәҫемде белмәгән, үҙемде үҙем һанламаған осраҡтарым күп булды. Ябайлыҡ кәрәк. Ләкин ябай булыу — үҙеңә аяҡ һөрткәндәрен көтөп ятыу түгел.
— Башҡортостан райондарында уҡыусылар менән осрашыуҙарҙа йыш булаһығыҙ, ниндәй төбәк халҡы, тәбиғәте, етәкселәре һәйбәт тәьҫир ҡалдырҙы?
— Эйе, мин күп йөрөнөм. «Бөйрәкәй» сыҡҡан ҡышты 16 районға саҡырҙылар. Мин барған ерҙәрҙә халыҡ һәр саҡ киң күңелле, алсаҡ булды. Әгәр улар миңә бүләк иткән шәлдәрҙе йыйып барһам, өйҙә урын етмәҫ ине. Ә сәскәләр? Вазала тере сәскәләр ултырмаған көндәрем бик һирәк була. Рәхмәтлемен халыҡҡа. Мине ҙурлағандарҙы Хоҙай үҙе ҙурлаһын!
— Әҙәбиәт үҫешенең замандар үҙгәреүенә бәйлелеге бармы?
— Әҙәбиәт үҫешенә замандар үҙгәреүе йоғонто яһамай ҡалмайҙыр. Ни өсөн 1930—1960 йылдарҙа шул саҡлы романдар яралды? Сөнки дәүләт тарафынан иғтибар булды. Иллешәр, йөҙәр мең дана менән баҫылды бит китаптар! Йәш яҙыусыларҙы производствоға, ауыл хужалығына ижади командировкаларға ебәрҙеләр, Мәскәүгә ике йыллыҡ Юғары әҙәби курстарға… Ә съездар нисек үтә ине! Радио, телевидение аша сығыштар өсөн гонорарҙар түләнде. Әлбиттә, цензура ла булды. Ләкин Михаил Шолохов, Валентин Распутин, Виктор Астафьев, Сыңғыҙ Айытматов, Фазыл Искәндәр, Нодар Думбадзе, Юрий Бондарев кеүек таланттар өсөн цензура нимә? Улар барыбер әйтергә теләгәнен әйтте. Кеше ул — социализмда ла, капитализмда ла шул уҡ кеше. Ниндәй фильмдар тыуҙы, ниндәй ҡеүәтле актерҙар үҫеп сыҡты! Хәҙер хәл, үкенескә күрә, икенсерәк. Бөгөнгө шарттар оҙаҡ дауам итһә, иң тәүҙә аҙ һанлы халыҡтар әҙәбиәтенә, тимәк, рухиәтенә зыян киләсәк. Етмәһә, тел ҡыҫыла. Миллилек ул — ерлеклелек. Һәр сәскәнең үҙ еҫе, төҫө булған кеүек, әҙәбиәт тә миллилеге менән бөйөк. Милли булмаған әҙәбиәт тә була ул, ләкин ул тоҙһоҙ ризыҡ кеүек. Миллилек тигәндә, мин уның ниндәй телдә яҙылыуын күҙ уңында тотмайым. Әгәр яҙыусының теле әҙәби тел нормаһында икән, шулай уҡ ҡыҙыҡ түгел, сөнки уның бөтә геройҙары китапса һөйләшә. Халыҡсан тел генә әҫәрҙе ысын мәғәнәһендә үҙенсәлекле итә ала. Быға өлгәшеү өсөн милли традицияларҙы һаҡлаған халыҡ, ныҡлы үҙаң кәрәк.
— Нимә ул ысын мәғәнәһендә иманлы булыу?
— Иман ябай төшөнсә түгелдер. «Иман шарты»н уҡыу ҙа, намаҙҙан баш ҡалҡытмау ҙа, хаж юлын тапау ҙа иманһыҙҙы иманлы итә алмайҙыр. Һәр хәлдә, минең аңлауымса, диндарлыҡ менән иман араһына тигеҙлек билдәһе ҡуйып булмай. Бына, мәҫәлән, күршелә генә Фәүзиә исемле инәй йәшәне. Уның ҡарты менән минең олатай бер туғандар булған. Мин иҫ белгәндә ул ике балалы ҡыҙын, кейәүен, тағы бер улын, йәнә ейәнсәрен ерләне. Бөтәһе лә үпкә сиренән киттеләр. Инәй ҡыҙының ике балаһы менән генә тороп ҡалды. Йәнә бер улы бар ине. Ҡалала йәшәне уныһы. Шул ике баланың береһе — ҡыҙ кеше, аҡылға самалы, икенсеһе — малай, аяҡҡа зәғиф. Инәй ҡартайҙы, 20 һум пенсияһына йәшәнеләр. Емеш-еләккә йөрөнө, киндерҙән туҡыма һуҡты. Етмеште үткәс, һуҡырайҙы. Иге-сиге булмағандай шәплегенән бер нәмә ҡалманы, ләкин зарланманы. Ҡалалағы улына йәшәргә китә ала ине ул, әммә ул саҡта балаларҙы махсус дауалау йорттарына тапшырыу зарурлығы торор ине. Юҡ! Ҡымшанманы ла. Шул ике балаға терәк, күҙ-ҡолаҡ булып, яҡшы кәңәштәрен биреп, ҡәҙимге ғаилә булып йәшәүен дауам итте. Һикһәнгә етеп, шул нигеҙендә, ике бала ҡулында, йән бирҙе. «Хоҙай иманын юлдаш итһен!» — тине әсәйем хушлашҡанда. Фәүзиә инәйҙең бына иманы булған. Иманлы кешегә генә ул теләкте һуңғы юлға оҙатҡанда теләп булалыр. Баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең барыһына ла был теләкте юллап булмай. Минеңсә, иманлы йәшәү, иманлы китеү — һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет.
— Илһам килһен өсөн нимә тәүшарт булып тора?
— Илһам хаҡында шағирҙар, моғайын, бер төрлөрәк фекер йөрөтәлер. Мин — прозаик. Ҡулға ҡәләм алырға мәжбүр иткән нәмә — идея. Эсеңдә шул идея тоҡандымы — тынғылыҡ бөтә. Йәш саҡта, билдәле, был хәл йыш ҡабатлана, олағайғас инде — һаулыҡҡа ҡарап. Шуға ла йәш саҡта күберәк эшләп ҡалырға кәрәк.
— Йылдар үткән һайын дуҫтар кәмейме, әллә арта ғына барамы?
— «Йылдар үткән һайын табындарҙа һирәгәйә дуҫтар» — был юлдар, билдәле ки, Мостай Кәримдеке. Быға өҫтәп, ни булһа ла әйтеү мөмкинме? Юҡ.
— Ниндәй сифаттарҙы йәштәргә ғәфү итеү мөмкин, ә өлкәндәргә — юҡ?
— Йәш саҡта ни ҡыланһаң да килешә, тиҙәр. Шулайҙыр! Килешмәгән хәлдә лә, кешенең йәшлегенә ташлама яһап, килештертәһең. Шулай инде. Ҡартая белеп ҡартайыу — үҙе бер мәртәбә.
— Яҙыусы булырға теләгән һәр кем теләгенә ирешә аламы?
— Яҙыусы булырға теләгән һәр кеше яҙыусы була алһа, ябай ташсы менән яҙыусы араһында бер ниндәй айырма булмаҫ ине. Моңһоҙ кеше йырсы була алмаған кеүек, яҙайым, тип кенә яҙыусы булып булмайҙыр. Әлбиттә, унан алып, бында һалып, әтмәләп, ҡорап, юнып-йышҡылап, публицистиканан художестволы фекерләүҙе айыра белмәй йөрөгән «яҙыусылар» ҙа бар. Әммә һәр ялтыраған нәмә алтын түгел — зирәк уҡыусы быны шундуҡ тоя.
— Хәҙерге быуын һеҙҙең осор йәштәштәренән нимә менән айырыла?
— Заман башҡа — заң башҡа. Минеңсә, шул ғына. Артыҡ айырма күрмәйем.
— Нимә ул ҡатын-ҡыҙ нәзәкәтлеге, уны әҫәрҙәрегеҙҙә нисек ҡулланаһығыҙ? Ҡайһы тарихи осорҙа нәзәкәтлек юғарыраҡ кимәлдә булған, тип уйлайһығыҙ?
— Нәзәкәтлек, бер яҡтан, гендар аша бирелһә, икенсе яҡтан, тәрбиә менән туранан-тура бәйлелер. Ул йәһәттән миңә әсәйем өлгө булғандыр инде. Мин иҫ белгәндә уның атлас, ебәк (ул саҡта синтетика юҡ) күлдәктәре, калуш кейҙерелә торған бейек үксәле туфлиҙары, итектәре, яҡшы драптан тегелгән ҙур яғалы пальтоһы бар ине. Элекке фоторәсемдәрҙән әсәйҙең бала сағы, өләсәй-олатайҙарҙың йөҙҙәре баға, кейемдәре күренә. Мин уларҙың һәр ебенә тиклем тикшереп ҡарайым, әсәйемде һорауҙарым менән йөҙәтәм. Эйе, кейенергә яраттым мин. Ә инде хәлдән килеү-килмәү мәсьәләһе үҙеңдән генә тормай. Икенсе яртың зауыҡ менән кейенгәнде хуп күрмәһә, бер теләк менән генә әллә ни ҡыйратып булмай…
— Нисек ял итәһегеҙ?
— Курорт, шифаханаларға йөрөү күҙ уңында тотолһа, ял итмәнем, тип әйтергә булалыр. Бер нисә йыл рәттән Учалы районының «Ҡыҙыл партизан» колхозы ял йортона малайҙарым менән йөрөүҙе иҫәпкә алмағанда… Үпкәгә операция яһалғандан һуң ундағы ҡымыҙ бик йәтеш булды. Ҡарағай урманы һауаһы, көртмәле, ҡайын еләге, бәшмәк… Унда ла кәмендә бер хикәйә яҙып ҡайтырға тырыша инем. Малайҙар терегөмөш кеүек, уларҙан да күҙ яҙлыҡтырмаҫҡа кәрәк. Нисек кенә булмаһын, мин ул саҡтағы колхоз етәкселәренә бөткөһөҙ рәхмәтлемен.
— Атайһыҙ үҫкән балаларҙа нәҫеле өсөн нисек ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләргә?
— Ауыр һорау. Атайҙың вафаты осрағында нәҫел ебе өҙөлмәй. Хәтер ҡала. Мин, мәҫәлән, йома һайын ҡоймаҡ ҡойоп, таба еҫе сығарып, атай яғынан да, әсәй яғынан да ете быуын әруахтарына аят бағышлайым. Шунда уҡ Айбулат улым ултыра. Ул берәмләп, исемләп, Ғариповтар сылбырын атай. Ә бына балалар йәш, сабый саҡта ата-әсәһе айырылышыуға дусар булһа, күп осраҡта бала (әсәһе менән ҡалғанлыҡтан) ата йортон, тимәк, төп шәжәрәһен белмәй, уларға ҡарата күңелендә ихтирам йөрөтмәй үҫә. Был — насар. Айырылған әсәйҙәр балаларҙы атай яғынан туғандары менән аралашып, ҡатнашып йәшәүҙән тыймаһын ине ул. Элек бит ир баланы ете йәшенә тиклем олатаһы менән өләсәһе тәрбиәләгән. Йәш ата һәм әсә балаға ни бирә ала?
— Эскән егеттәр менән тормошон бәйләгән ҡыҙҙарға кәңәштәрегеҙ?
— Мин мәктәп системаһында, училище менән бергә, барлығы ун биш йыл эшләнем. Мәктәптә, бигерәк тә бәләкәй кластарҙа, тормош ҡороу мәсьәләһе ҡабырғаһы менән тормай, ә бына музыка училищеһында уҡытҡан йылдарҙа мин ҡыҙҙарға әсәй ҙә, еңгә лә, өләсәй ҙә булғанмындыр. Ҡушаматым «Комиссар» ине бит. Мин уларға: «Эскән егеттәрҙе һайламағыҙ», — тиер инем. Бегемотты батҡаҡтан һөйрәп сығарам тигәнсе, үҙеңдең ҡуша батыуың бар бит. Алкоголик менән көрәшеп йәшәр өсөн бик ҙур рухи потенциал кәрәк. «Мөхәббәт бөтәһен дә еңә» тигәнгә ышанмайым мин. Ә бына мөхәббәттең бөтәһен дә ғәфү итеүенә ышанам.
— Йәштәргә, өйләнгәнсе, нимәләр хаҡында һөйләшеп килешеү зарур?
— Әгәр икеһе ике дин кешеһе булһа, ҡайһыһының ғөрөф-ғәҙәтенә өҫтөнлөк биреүҙе алдан килешеп ҡуйырға кәрәктер. Шулай итмәгәндә, бала тыуғас та низағ башланыуы бар: мулланы саҡырып, аҙан ҡысҡыртырғамы, әллә суҡындырырғамы? Был — мөһим мәсьәлә. Донъя көткәс, үлем, оҙатыу бар. Өсөн, етеһен, ҡырҡын, йылын уҡытабыҙ туғандарҙың, доға ҡылабыҙ, хәйер өләшәбеҙ — былар беҙҙең ҡанға һеңгән. Ә икенсе конфессия кешеләре өсөн былар — ят төшөнсә. Һуғыштан мәрйә алып ҡайтҡан ағайҙар булды ул, әммә улар йүгәнде ҡулдарынан ысҡындырманы. Хәҙер донъя башҡасараҡ. Ғаиләлә күберәк осраҡта сәйәсәтте ҡатын-ҡыҙ алып бара.
— Тиңдәштәр араһындағы «өйөр психологияһы»на ҡарашығыҙ?
— «Өйөр психологияһы» бар инде ул. Яҡшыһы ла була, яманы ла. Күп килешмәгән нәмәне үҫмер, аҡ ҡарға булып күренмәйем, тип эшләй. Үкенеү аҙаҡ килә. Ныҡлы традициялар һаҡланған ғаиләлә үҫкән балалар «өйөр психологияһы» тигән төшөнсәгә артыҡ бирешеп бармай, ахыры. Ләкин уның өсөн ир баланы шәхес-ата тәрбиәләргә тейештер. Йәнә хеҙмәт. Йәштән ҡуйылған маҡсат. Шул маҡсатҡа өлгәшеү юҫығында алып барылған тәрбиә. Үҙ-үҙенә тапшырылған үҫмерҙе урам тиҙ ҡарпый, ә унда — өйөр.
— Кешенең кешелеклеген нимәләр билдәләй?
— Ата-әсәһе, ғаиләһе, дуҫтары, йәмғиәт алдындағы яуаплылыҡ тойғоһолор, тим. Йәнә ихласлыҡ һәм йомартлыҡ.
— Яҡын дуҫтарығыҙҙың хыянатын кисергәнегеҙ, шунан һуң да ғәфү итә алған саҡтарығыҙ булдымы?
— Дуҫтарҙың хыянатын, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ауыр кисерҙем. Ауыр кисерһәм дә, кеше хатаһыҙ булмай тип, ғәфү итә килдем. Гел минең ғәфү иткәнде, өндәшмәй үткәреп ебәреү холҡомдо белгәс, әрһеҙәйгәндән-әрһеҙләнделәр, асыҡтан-асыҡ мәсхәрә итеүгә күсеүселәр булды. Ләкин, күпме генә ишһәң дә, арҡандың барыбер осо була бит — дуҫлыҡ өҙөлә. Ғәмәлдә мин аралашыуҙы һүҙһеҙ, өнһөҙ генә туҡтатам, йәғни нөктә ҡуям. Шуныһы: мин ҡуйған нөктә кире өтөргә әйләнмәй.
— Ярҙам ҡулы һуҙыу — көндәлек талапмы? Йәки изгелек итеүҙәрҙең дә самаһы булырға тейешме?
— Ярҙам итеп булғанда, ярҙам итергә кәрәк ул. Изгелек ҡыл да — һыуға һал, тиҙәр. Кемдер минең ғүмер юлымда Хызыр Ильяс булған кеүек, моғайын, мин дә кем өсөндөр Хызыр Ильястай булғанмындыр. Атай ҡырҡ биш йыл йәшәне, өс һуғыш үтте. Ауыр йылдар осоронда ла ул, бәләкәй генә өйөбөҙгә өс ҡарсыҡты алып ҡарап, һуңғы юлға оҙатҡан. Әсәйем дә изге йән ине. «Кеше һиңә таш менән атһа, һин уға аш менән ат; кешенең битенән алма, шымсылыҡ итмә — гонаһы ауыр», — тип тәрбиәләне. Беҙ, уларҙан тыуғандар, бөтәбеҙ ҙә шулайбыҙ, шул иҫәптән минең малайҙар ҙа. Атай-әсәйҙән ҡалған аманат — изгелек. Әлегә тиклем шуға хыянат иткән юҡ.
— Хаҡлы ялға сыҡҡас, эшләргә йыйынған эштәрегеҙ ниндәй кимәлдә тормошҡа ашырыла?
— Хаҡлы ял кешегә юҡҡа бирелмәй, ахыры. Әлбиттә, биш-алты пьеса, по- весть, хикәйәләр, очерктар, мәҡәләләр, ҙур-ҙур сценарийҙар яҙҙым, ләкин улар хыял иткәндең яртыһы ла түгел. Юғары ҡан баҫымы, йөрәк сире һәм башҡа сирҙәр йонсота. Әгәр йәш саҡта һаулығымды һаҡлай алған булһам, һис шикһеҙ, күберәк эшләр инем икән дә… Ярай, шөкөр итә лә белер кәрәк.
— Үҙ бәҫеңде белеү тәкәбберлектән нимә менән айырыла?
— Хоҙайға әҙәмдәге иң оҡшамаған сифат — тәкәбберлек, ти. Был һүҙҙән ниндәйҙер һалҡынлыҡ бөркөлә, дорфа һүҙҙән йән ҡурыша. Ысын мәғәнәһендә талантлы кеше тәкәббер булмайҙыр ул. Был сифат — мәҙәнилек, тәрбиә етешмәү касафатылыр.
— «Яҙмыш — холоҡтан», тиҙәр. Һеҙ үҙегеҙҙең холоҡ-фиғелегеҙ менән ҡәнәғәтме?
— Эйе, кешенең яҙмышына холҡо, һис шикһеҙ, йоғонтоло. Минең уңыштарымдың, уңышһыҙлыҡтарымдың да сәбәптәре — үҙемдән һәм бары тик үҙемдән.
— Нимә ул бәхет? Уның мәғәнәһенә нимәләр һыя? Ғүмер буйы һәр көн бәхет тойоп йәшәп буламы?
— Бәхет, минеңсә, шартлы төшөнсә. Хатта үҙен иҫ китмәле бәхетле кешегә һанаған кешенең дә һөйөнөстәре менән йәнәш көйөнөстәре көн күрә. Бәхетле миҙгелдәрем минең дә байтаҡ булды. Хәҙер, олоғайғас, һәр көндән — яуындан
да, ҡояштан да — бәхет эҙләйем, тоям, күрәм… Йәшәү ул — үҙе оло бәхет!
— Үкенестәрегеҙ күп булдымы?
— Үкенестәр… Булғандыр! Тик бер төшкән һыуға ике төшөп булмай бит. Беҙҙән алда яҙмышыбыҙ тыуған — уны ла оноторға ярамайҙыр. Иң мөһиме — Хоҙай мине бәндә күңеленә яра һалыуҙан, ауыр һүҙле, ҡаты күңелле булыуҙан араланы. Йыуашлығым арҡаһында насарлыҡ эшләнем икән — бар тик үҙемә генә, ә кешегә — юҡ.
— Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә пенталогия яҙған ҡатын-ҡыҙҙар бармы?
— Бүтән төбәктәрҙә пенталогия яҙған тағы ла берәй ҡатын-ҡыҙҙы әлегә белмәйем. Әммә мин үҙем дә, пенталогия яҙам, тип яҙманым. Мәҙинә образын заман геройы бейеклегенә күтәрәйем тигәнсе, әҫәр пенталогияға олғашты.
— Өфөгә күсеп килмәһәгеҙ, «Бөйрәкәй»ҙе яҙа алыр инегеҙме? Тағы ла ошондай киң ҡоласлы әҫәр яҙырға иҫәбегеҙ бармы?
— Өфөгә күсеп килмәһәм, «Бөйрәкәй»ҙе дауам итерем икеле булғандыр. Тормош ығы-зығыһы өйөрмәләй өйөрөлдөрҙө бит. Хәйҙәрҙең скульптор булыуы беҙҙең бөтә ғаиләне бер тәртәгә екте. Тағы ошондай киң ҡоласлы әҫәр яҙыр өсөн ҡабат үҙемдең 40—50 йәштәге сағыма ҡайтырға кәрәк. Әгәр ҡайта алһаммы?! Ул саҡта, моғайын, ике йылға бер роман яҙыр инем!
— Һеҙ — телебеҙ мөмкинлектәрен киң һәм урынлы файҙалана белеүсе бай телле әҙибә. Көндәлек тормошта ҡулланылмаған һүҙҙәрҙең ижад про- цесында килеп ингән осраҡтары буламы? Әлеге көндә телебеҙ үҙгәрештәр кисерәме?
— Мин һүҙлек йыйып йөрөмәйем. Ундай ғәҙәтем, бәлки, үкенескә ҡаршылыр, булманы. Ижад барышында кәрәкле һүҙҙәр үҙҙәре килә. Зиһен һаҡлап алып ҡалған уларҙы. Телдең халыҡсанлығына, бәлки, Өфөнән ситтә, төпкөлдә, ғүмер кисереүем дә сәбәпсе булғандыр. Ә тел үҙгәрештәр кисерә, әлбиттә. Бына Һәҙиә Дәүләтшинаның «Айбикә» повесын алайыҡ. Ундағы һүҙҙәрҙең хәҙер бер ҡырҡ проценты файҙаланылмай. Шуныһы үкенесле: кешенең әйтергә теләгәнен әйтеү өсөн туған телендә лексик берәмектәр етмәүе әкренләп деградацияға илтә. Был деградация алкоголь килтергән зыяндан да ҙурыраҡ. Кеше мейеһен тикшергән ғалимдар фекере был.
— Әҙәбиәттең киләсәген нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?
— Ул шулай тотош бер әҙәби процесс формаһында йәшәүен дауам итер. Күк көмбәҙендә бәғзе бер йондоҙҙар тоҡана, бәғзеләре һүнә. Һүнгән йондоҙҙарҙан да яҡтылыҡ килеү дауам итә. Ер шарында әҙәм балаһы күпме йәшәй, әҙәбиәт ғүмере лә шунса дауам итер. Уттан — ут, йондоҙҙан йондоҙ тоҡанған кеүек, бәлки, беҙҙең ижадыбыҙ ҙа яңы, ҙур һәм яҡты йондоҙ тоҡаныуға этәргес булыр…
Редакциянан: Хөрмәтле коллегабыҙҙы күркәм юбилейы менәнҡотлайбыҙ. Сәләмәтлек менән тағы ла бейегерәк ижади уңыштар яуларға яҙһын, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы!