Гөлфиә ЮНЫСОВА
— Һәр кемдең дә сере бар инде ул. Донъя, йәшәйеш, ғөмүмән, серҙән тора. Әҙәм балаһы, бөтөнләй сере юғалып, яланғасланып ҡалһа, тормоштоң бер ҡыҙығы ла булмаҫ ине. Бына мин үҙем өсөн көн һайын яңы хәҡиҡәт асам. Ябай ғына нәмәләр ҙә күңелемдә эҙен ҡалдыра, һәр ваҡиғаны тормоштоң бер һабағы итеп күрәм. Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел, тиҙәр халҡыбыҙҙа. Кеше менән танышҡанда уны бер асыш һымаҡ ҡабул итәм. Һәм, ысынлап та, шулай бит был! Юлдарыбыҙ тап булған икән, тимәк, унан нимәгәлер өйрәнеп ҡалырға тейешмен. Бер-беребеҙҙе аңлаһаҡ, бик һәйбәт, ләкин йыш ҡына беҙҙе аңламаған һәм бер ҡасан да аңламаясаҡ кешеләр менән дә аралашырға тура килә. Уларҙың һәләттәре, тормош фәлсәфәһе барыбер ҡыҙыҡлы, һөйләшеү-кейенеүе, ым-ишаралары — барыһы ла миндә һоҡланыу уята. Хатта әйтер инем, күңелемдә портреттар галереяһы бар, мин ул портреттарҙың бөтәһен дә яратам.
— Тыуған яғым, ауылым тураһында күп һөйләй алам. Ғөмүмән, үткәндәрҙә ҡаҙынырға яратам. Хәҙергенең сәбәптәрен, сығанаҡтарын шулай эҙләйемме икән? Бәләкәй саҡта уҡ өй ҡыйығы аҫтындағы архив ҡыҙыҡһындыра ине. Илленсе-алтмышынсы йылдарҙа атай-әсәйем “Октябрь”, “Красная звезда” журналдарын алдырған. Шуларҙың йылдыҡын-йылға йыйып, бәйләп ҡуйылған һандарын һүтеп уҡыйым. Бик төшөнөп тә етмәйем. Халыҡ дошмандары кемдәр ул? Ниңә уларҙың балаларын күршеләре ишектән дә индермәгән? Бала аңына һыймаҫлыҡ һорауҙар менән әнейемдең башын ҡатырғанымды иҫләйем. Ул, әлбиттә, тура ғына яуап бирмәй: “Ҡайҙан таптың ул әҫәрҙәрҙе?” — тип аптырай.
Ауылдың үткәнен дә шулай атай-әсәйемдән, әбей-бабайҙарҙан ҡабат-ҡабат һөйләтәм, һөйләгән һайын был тарихтар үҙе бер бәйәнгә әйләнә, яңы биҙәктәргә, эпик төҫтәргә байый. Данлыҡлы Ҡармыш түбәһенән күсеп килгән Кенәй, Шәрип, Баязит исемле аҫаба башҡорттарҙың ҡарурманға һыйынып ҡына аҡҡан йылғаның бейек ярын төйәк итеүҙәре, шул йылғаның бер ярынан икенсеһенә ҡыялатып уҡ атыу ярыштары менән дан алыуы, ауылға әүлиәләр килеүе һәм, ошонда йәшәп, ерләнеүе, Уҫаҡлы Морон ауылының исеме яйлап Өс Уҫаҡ, унан Ҡыяуыҡ булып китеүе, граждандар һуғышында ҡыҙылдарҙың ауылды тупҡа тота яҙыуы... Бер ҡартатайымдың — хәҙрәти муллалар нәҫеленән, икенсеһенең, Питер янында хеҙмәт итеп ҡайтҡан кавалерист буденновсының, тәүге күмәк хужалыҡ рәйесе булыуы, Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалыуы... Урмандар араһында юғала яҙып ултырған бер бәләкәй генә ауылдың үҙ иңенә ғәйәт ҙур, тәрән һынауҙар алғанын кескәй йөрәгем менән аңлап тетрәнәм. Ошо тетрәнеү миңә киләсәктә “Әүлиә” драмаһын яҙырға, “Тимер быуат” лиро-эпик поэмаһын тыуҙырырға этәргес көс бирәсәген ул саҡта белмәйем әле. Ҡайҙандыр дөрһөлдәп ишетелгән шартлау тауыштарына һиҫкәнеп, бала-сағалар менән уйнап йөрөгән еребеҙҙән өйҙәргә йүгерәбеҙ. Был турала тәүге шиғырҙарымдың береһендә былай тип тә яҙғайным:
Алыҫтағы дөрһөлдәүҙән
Тетрәнеп таралдыҡ беҙ.
Әсәйҙәрҙең итәгенә
Ҡурҡышып һарылдыҡ беҙ.
— Тәҙрә ниңә зың-зың килә,
Әллә туптан аталар?
— Ҡурҡма, балам, ул бит бары
Шаһтауҙа таш ваталар...
Тыуған яғымдың ҡабатланмаҫ биҙәге — боронғо диңгеҙ ҡалдыҡтарынан торған шихандарҙың береһе Шәкетауҙы урыҫтар Шахтау тиһә, улар һүҙенә тура килтереп, беҙ ҙә Шаһтау тигән була инек. О, ул бит, ысындан да, Шаһ тау ине! Шихандарҙың иң ҙурыһы, батша тау ине. Стәрлетамаҡ ҡалаһы бөтә донъяға сода етештерҙе ул тауҙан... Ләкин “БелАЗ”, “КамАЗ”дар, һауа сымдары буйлап йөрөгән контейнерҙар еребеҙҙең йөҙөк ҡашы булған тауҙы “ашағанда”, үҫеп кенә килгән минең быуын кешеләренең йөрәге тетрәнмәгән тиһегеҙме ни? Ә инде хәҙер килеп Торатауға, Ҡуштауға, Йөрәктауға ошо сымдар үрелһә, ул йөрәктәр шартламаҫ, тип кем әйтә ала? Бынан утыҙ өс йыл элек яҙылған “Торатау” тигән ҙур шиғырым да шул хаҡта.
Яҡташтарым — ғәҙеллек яратыусы, эшсән, егәрле кешеләр. Ялтыр-йолтор һүҙгә ышанып бармай улар. Ауылдаштарым, бигерәк тә олораҡ быуын менән, яландарҙа бергә эшләп үҫкәнгәлерме, бер ауыҙ һүҙҙән аңлашабыҙ. Атайым, һуғыш ветераны, колхозда эшләне, әнейем ауылда бик күптәрҙең тәүге уҡытыусыһы булды. Балаларым өсөн дә изге төбәк ул Ҡыяуыҡ. Кескәй саҡтарында оҙон йәйҙәр буйына шунда үҫтеләр.
— Донъя әҙәбиәте хаҡында хәбәрҙар булырға тырышам. Шулай ҙа үҙ менталитетыбыҙға ят булған нәмәләр менән ҡыҙыҡһынмайым. Йәшерәк саҡта Райнер Мария Рильке верлибрҙары, япон шиғриәте менән мауыҡтым. Испан шағиры Хименес бик оҡшай. Хименес утыҙ йыл иленән ситтә йәшәй, ныҡ һағышлана, шуға шиғырҙары бик моңло. Ғүмеренең ахырында ул бөтә ижадынан бер китаплыҡ ҡына шиғыр һайлап ала, оҙондарын ҡыҫҡарта. Шул китапты испан-рус телдәрендә күрергә тура килде. Һәм шуныһы ғәжәп: испанса шиғыр башҡортсаға еңел күсерелә икән, ул башҡортса яңғырай! Мауығып тәржемәләр яһаным. Габриэль Гарсиа Маркестың “Креслола ултырған иргә мөхәббәт йыназаһы” тигән монодрамаһын тәржемә иттем. Ысынлап та, фекерҙе үҫтерә, телде байыта. Һуңғы ваҡытта Ҡаратаулы (Черногория) илендә йәшәүсе билдәле балалар яҙыусыһы Душан Джуришич әҫәрҙәрен башҡортсаға ауҙарҙым, Алла бирһә, “Йәшел бесәй” исемле китап сығарасаҡмын. Душан Джуришич әҫәрҙәрен тәржемә иткәндә үҙемде тылсым донъяһына барып ингәндәй тойҙом. Был донъяла ел дә, ағастар ҙа, башмаҡтар ҙа, хатта ҡараңғылыҡ та йәнле, уйлай, тоя, һөйләшә. Өлкән йәштә булһа ла, Душан күңелендә сабый тойомлауын, зирәклеген, фекерләү рәүешен һаҡлаған. Был әҫәрҙәр балалыҡ иленә сикһеҙ һөйөү, йылылыҡ, наҙ менән һуғарылған. Уларҙы тәржемә итеү күңелемә көс, ижадыма төҫ бирҙе, тиһәм дә, арттырыу булмаҫ. Балалар өсөн әҫәрҙәрҙең ниндәй булырға тейешлеге хаҡындағы уй-фекерҙәремде нығытты улар. Беҙҙә йыш ҡына кескәйҙәрҙең күңел донъяһын бер таҡтаға һалып ҡарайҙар. Бала уйҙарының да тәрән, фәлсәфәүи булыуы мөмкин икәнлеге шик аҫтына ҡуйыла, улар ҡатмарлы булырға тейеш түгел, тип барыла. Шул уҡ ваҡытта сабыйҙарҙың хәҙерге заман технологияларын күҙ асып йомған арала үҙләштереүе, һәр өлкән кешене ғәжәпкә һалһа ла, иҫәпкә алынмай. Ә бит ошо хәл генә лә кескәй бала фекерләүенең тиҙлеге һәм ғәйәт ҡатмарлылығы тураһында һөйләй. Кешелек миллион йылдар буйына үткән юлды бер ҡул бармаҡтары хәтлем генә йылда үт тә, нисек инде шулай булмаһын! Был ваҡытта Антуан де Сент-Экзюпери, Агата Кристи әҫәрҙәрен иҫкә төшөрөү ҙә урынлы: ниңә һуң улар, сабыйҙарҙың башын “бутап”, шундайын да фәлсәфәүи төшөнсәләр хаҡында һүҙ йөрөтә?! Бөтә донъя сабыйҙарының, шул китаптарҙа үҫә-үҫә, миһырбанлы, оло йәнле, еңелмәҫ, сағыу шәхестәр булырға ынтылыуы беҙҙең әҙәбиәт әһелдәрен дә уйландырырға тейештер ул.
Балалар донъяһын артыҡ ябайлаштырып ҡарау уларҙан хеҙмәтселәр әҙерләү сәйәсәтенән килә. Эшсе-крәҫтиән дәүләтендә был хатта доктрина кимәленә күтәрелгәйне бит инде. Аҙағында иһә — беҙ быны үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп беләбеҙ — хеҙмәтсе-хыялыйҙар иле, бер килеп, тарҡала! Бына ҡайҙа килтерә ул балаларға бәләкәйҙән ябайлаштырып, хеҙмәтсе итеп ҡарау сәйәсәте. Тауыҡтарға ем бирә, утын яра, һыу ташый, гөлгә һыу һибә, тип маҡтап яҙылған шиғырҙарҙы балалар үҙ итмәй, сөнки унда үҙҙәре өсөн яңылыҡ тапмай. Әлбиттә, был эштәрҙе өйрәтергә кәрәк, шик тә юҡ! Ләкин ниндәй генә эшкә өйрәтмә, сабый өсөн асыш, күңел талпыныуы, сер, мөғжизәле уйын мөһимерәк икәнен күҙ уңынан ысҡындырмау зарур.
Әле Йәләлетдин Руми ижады менән ҡыҙыҡһынам. “Йәшерен Мәғәнә хаҡында поэма”һын тәржемә итәм. 2013 йылда Төркиәлә ТӨРКСОЙ-ҙың егерме йыллығына арналған “Ебәк юл шағирҙары” Халыҡ-ара фестивалендә Башҡортостан исеменән ҡатнашырға тура килгәйне. Кония ҡалаһында Румиҙың кәшәнәһендә булып, бик илһамланып ҡайтҡайным. Кәшәнә эсе ғәжәйеп ине... Һөйләп кенә аңлатырлыҡ түгел. Донъяның төрлө илдәренән, төрлө милләтле кешеләр Мәүләнә (уны шулай тип йөрөтәләр) ҡәберенә килгән, уның бөйөк фәлсәфәһе менән үҙҙәренең Аллаһы тәғәләгә булған доғалары-ялбарыуҙарын һуғара. Шулай уҡ Ҡөрьән аяттары — һәр кемдең телендә.
Йәләлетдин Румиҙың 22-се быуын бүләсәре айырым йортта беҙҙе, Ебәк юл шағирҙары фестивалендә ҡатнашыусы туғыҙ кешене, бик йылы ҡаршы алды. Олатаһы тураһында ҡыҙыҡлы нәмәләр һөйләне. Фарсы телендә яҙһа ла, Руми төрки сығышлы икән ул. Был бөйөк фәйләсүф иҫтәлегенә бөтә донъя баш эйә.
— Әллә, мин әле лә үҙемде шағирә итеп хис итмәйем ул! Шиғыр — бәләкәйҙән дуҫым, юлдашым. Шиғыр сығармаған ваҡытымды хәтерләмәйем. Ә, юҡ, хәтерләйем: балаларым тыуғас, тәҙрә төптәрен тултырып гөл үҫтергән, ғаилә бөтөнлөгөн хәстәрләгән тырыш хужабикә сағымда, йәки “Йәшлек” гәзитендә, радио, телевидениела бар донъямды онотоп эшләгәнемдә шиғыр бер аҙ ситкә китеп торҙо, ахырыһы. Үҙенә күрә ижади көрсөк тә булғандыр, бәлки, үҫеш юлы ябай ғына булмай ҙа инде. “Башҡортостан” гәзитенә әҙәбиәт бүлеге мөдире итеп саҡырылғас, илһамлы ижад донъяһына сумдым. Әлегәсә үҙем иң һәйбәте тип иҫәпләгән китабым — “Ете даръям” донъя күрҙе. “Ватандаш”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарында инде шиғриәт толпарының ебәк ялын үрелеп үргән мәлдәрем әҙ булманы. “Аҙнабикә”, “Көн менән Төн сиге” тигән шиғри йыйынтыҡтарым сыҡты. “Аҡбуҙат”ҡа баш мөхәррир булып килгәс, үҙем өсөн тағы бер киң донъя — балалар әҙәбиәтен астым. Астым, тиеү, моғайын, бигүк дөрөҫ тә булмаҫ, сөнки мин “Йәншишмә” (элекке “Башҡортостан пионеры”) гәзитендә туғыҙ йыл балалар өсөн ижад иттем һәм сабыйҙар, кескәйҙәр өсөн яҙыу серҙәрен төбөнән беләм. Яҙған саҡта һиңә мөлдөрәп ҡарап торған самими бала күҙҙәрен, уның эскерһеҙ күңел донъяһын иҫтә тоторға кәрәк. Саҡ ҡына дөйөм һүҙгә мауыға йә нотоҡ уҡый башланыңмы, бала шундуҡ ҡарашын ситкә йүнәлтә. Балаларға тәғәйенләнгән хикәйәләрем, әкиәттәрем, шиғырҙарым күп йыйылып киткәйне. Заманында Динә Талхина нәшер итергә дәртләндергән “Шашка иленә сәйәхәт”, “Бәрәкәтле көн” тигән китаптарым, ниһайәт, бер-бер артлы донъя күрҙе, әлхәмдүлилләһ.
— Эйе, университетты тамамлағас та “Башҡортостан пионеры” гәзитенә мәктәп бүлеге хәбәрсеһе итеп эшкә алдылар. Республиканың арҡырыһын буйына йөрөп сығырға тура килде командировкаларҙа. Мин бармаған ауыл, мәктәп ҡалмағандыр ул! Мәктәп бүлегендә эш ҡаты, аҙна һайын яңы урындан репортаж, һүрәтләмә, хәбәр ташып ҡына тораһың! Балаларың бәләкәй, тип, йәлләп тороусы юҡ. Һәр һанды энәһенән ебенә хәтлем тикшереп, тавтология йәки стиль буталсыҡтарын бер-беребеҙгә тура ҡарап әйтә инек. Үҙенә күрә бик яҡшы журналистика һабаҡтары булған. Туғыҙ йыл эшләнем унда, яратҡан гәзитемә, ул саҡтағы баш мөхәррир Сафуан Әлибаев, уның урынбаҫары Рәмил Йәнбәков, бүлек мөдирҙәре Һәҙиә Яҡупова, Зөһрә Ҡотлогилдина, Әлфинур Вахитова, Диана Килдина, үҙем кеүек хәбәрселәр Йомабикә Ильясова, Әлисә Ниғмәтуллина, Зөбәржәт Миңлебаева, рәссам Юрий Чувилихиндарҙан торған тәүге хеҙмәт коллективыма рәхмәтлемен. Баштан уҡ дөрөҫ йүнәлеш биргән миңә улар. Һүҙ ҡеүәһе, тел байлығы, үҙ шәхесең менән мауыҡмау, тотанаҡлыҡ, кеше уҡымаҫлыҡ, бала аңламаҫлыҡ һүҙбәйләнештәрҙе ҡулланмау, һөйләм төҙөлөшөн бутамау, “йылы, йәнле” яҙыу стиле аҙаҡ һәр эшләгән еремдә — гәзит-журналдамы, йә иһә радио-телевидениеламы — бик ярап ҡалды, хеҙмәттәштәрем тарафынан юғары баһаланды. Юҡһа, ҡайһы бер журналистар, хәҙергеләр бигерәк тә, үҙ ваҡытында шундай һабаҡ алмағанға күрәлер инде, хәбәрсе этикаһын белмәйҙәр, айырыуса “мин-минлек” менән ауырыйҙар, мәҡәләлә “мин” тигән һүҙҙе бик күп ҡулланалар, әңгәмәләшкән геройҙарынан үҙҙәрен юғарыраҡ ҡуялар — гәзит уҡыусы быны шундуҡ күреп ала, күңеле ҡайта. Республика матбуғатын ҡайһы берҙә стена гәзите һымаҡ осһоҙлатып ебәрәләр. Үҙ-ара тәнҡит, профессиональ оҫталыҡ тураһында фекер алышыуҙар һирәгәйгәнгә шулай килеп сығамы икән? Әллә, ғөмүмән, профессионалдар әҙәйҙеме? Улай тиһәң, журналистарҙы күмәртәләп әҙерләп торалар. Хатта, яңы стандарттар буйынса, журналислыҡҡа уҡымаған элекке гәзитселәр алдында уларҙың баҙары юғарыраҡ та! Тик матбуғатты улар ҡулына ғына ҡалдырып булмай әлегә.
Ижадымда журналистика өҫтөнлөк алған мәлдәр, бөтә күңел көсөмдө мәҡәләләргә йә тапшырыуҙарға биргән ваҡыттарым күп булды. Ярты йыл буйына эш хаҡы алмауға ҡарамаҫтан, “Йәшлек” гәзитенең тәүге һандарын сығарыусы энтузиастарҙың береһе, был баҫманың тәүге һаны буйынса дежур булыуым хаҡында ғорурланып әйтә алам. Башҡортостан радиоһында, иҫләйем, эфирға аҙнаһына дүртәр тапшырыу сығарған саҡтарым булды. “Каруан”, “Телем минең”, “Миһырбан” һәм “Волга менән Урал араһында” тигән Рәсәйҙең алты республикаһы радиожурналы. Һәр береһенә материал табып та өлгөртөргә кәрәк бит әле! “Каруан”ды ике телдә — русса һәм башҡортса алып бара инем. Тапшырыуымдың ҡунаҡтары — донъя күреп ҡайтҡан ҡыҙыҡлы, күренекле кешеләр. Бер ваҡыт шулай (ул саҡта Башҡортостан Фәндәр академияһында эшләй ине) Ишмөхәмәт ағай Ғәләүетдинов: “Хәҙер һинең тапшырыуыңа сенсация алып киләм”, — тип шылтыратты. Һәм, ысынлап та, ул йылдар өсөн ғәйәт ҙур ваҡиға булырлыҡ хәбәр ине ул. Төркиәнән Зәки Вәлидиҙең ҡатыны Назмиә ханымдан иҫтәлекле ҡомартҡы — бөйөк төркиәтсенең Америка университетында халыҡ-ара симпозиумда яһаған сығышы яҙмаһы. Унда башҡорт теле тураһында һөйләй һәм саф Егән диалектында: “Бытбылдыҡ, бытбылдыҡ! Таң атҡансы юҡ булдыҡ...” — тигән һүҙҙәре булған өҙөк килтерә. Шулай итеп, Ишмөхәмәт ағай менән ошо яҙманың тарихы, уны Өфөгә алып ҡайтып етеү мажаралары тураһында ярты сәғәтлек тапшырыу эшләп ташланыҡ. Эфирҙа, республика халҡын һөйөнсөләп: “Етмеш йылдан артыҡ был тауыш Башҡортостанда ишетелмәне. Ниһайәт, Вәлидиҙең тауышын тыңлағыҙ, ул үҙ халҡына ҡайтты!” — тип рухланып һөйләгәнемде һис онотмам. Күпмелер ваҡыт үткәс, ошо уҡ яҙма башҡа тапшырыуҙарҙа ла ҡулланылды, әммә журналистикала ниндәйҙер теманы беренсе булып асыу — ҙур мәртәбә һәм профессиональ кимәл күрһәткесе. Аллаға шөкөр, ундай шатлыҡлы мәлдәрем байтаҡ булды. Әйткәндәй, Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә Туған менән интервьюны ла Башҡортостанда иң беренсе булып мин эшләнем. Ул саҡта Вәлиди исеме рәсми танылыу яуламағайны әле. Эшһеҙлек, социаль мәсьәләләр, миһырбанлыҡ төп темалар ине. Башҡорт теле яҙмышына ҡағылған “Телем минең” программаһына арҙаҡлы ғалимдарыбыҙ Ғәли Сәйетбатталов, Фәнүзә Нәҙершина, Рәшит Шәкүр, Фирҙәүес Хисаметдинова, Эрнст Ишбирҙиндарҙы саҡырып, бик ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙәр алып бара торғайныҡ. Тапшырыуҙы кеше тыңлаһын өсөн, ике тел биҫтәһен уйлап сығарҙым — улар үҙ-ара бәхәсләшеп, телде бутап, һорауҙар бирә лә, артабан ғалимдар менән әңгәмә башлана. Тел биҫтәләрем ул саҡтағы студенттар, хәҙер мәғлүмәт сараларында билдәле кешеләр Риф Арыҫлан менән Тимур Яҡупов ине. “Ҡуласа” тапшырыуын астым. Фильмдар авторы булдым. Әхиәр Хәким ижады һәм тормошона арналған “Йылдарым” нәфис-документаль фильмы өсөн сценарий яҙып, уны атаҡлы режиссер Әмир Абдразаҡов экранға сығарҙы. “Башҡортостан” гәзитендә Мәскәүҙә, Ырымбурҙа үткән Башҡортостан Республикаһы көндәрен яҡтыртыусы командала эшләнем. “Мәрхәбә, Башҡорт иле!” тигән ҙур күләмле, дауамлы мәҡәләм киң резонанс алды. Яҙыусылар менән әңгәмәләрҙән Мостай Кәрим менән эшләгән “Шатлыҡ ҡанатлы заттан ул...” тигәне ныҡ иҫтә ҡалған. Уны Мостай ағай хатта үҙенең ҡайһылыр томында ла сығарҙы.
Шиғриәттең дә барлыҡ булмышымды ялмап алған саҡтары булды. Шиғырҙар бик йыш хәбәрсе юлдарында тыуҙы. Моғайын, бер-береһен ахыр сиктә тулыландырып торалыр улар — журналистика һәм әҙәбиәт.
— Тәржемәселәремдән уңдым, тип әйтә алам. Был турала уйлап та бирмәй йөрөгәнемдә, 90-сы йылдар башында, Ғәзим ағай Шафиҡов, шиғырҙарымды һорап алып, тәржемә итеп, “Известия Башкортостана” гәзитендә “Мускул поэзии” тигән баш һүҙ менән баҫып сығарҙы. Роберт Палдең “Башҡорт теле” тигән шиғырыма тәржемәһе “Дастан о Башкортостане” тигән китапта донъя күрҙе. Башҡорт әҙәбиәтен тәржемә итеү үҙенән-үҙе барған һымаҡ ине ул саҡта. Ә бит был Яҙыусылар союзының хәстәрлекле хеҙмәте булған! Хәҙер килеп, тәржемәгә, йәки һүҙмә-һүҙ руссаға ауҙарыуға түләү ҡаралмағас, уны эшләү мәнфәғәте лә бөткән кеүек килде лә сыҡты. Мостай Кәримдәр заманында Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, Давид Көгөлтинов һәм башҡа билдәле яҙыусыларҙың илдең мәҙәни йөҙөндә ҙур урын алып тороуы шул тәржемә мәсьәләһенең дәүләт тарафынан тейешле кимәлгә ҡуйылыуы арҡаһында булды ла инде! Был мәсьәлә бик мөһим, уны хәл итергә кәрәк. Әлеге ваҡытта һәр яҙыусы үҙ мөмкинлегенә ҡарап тәржемә яһата.
Мәскәүҙә йәшәүсе Венера Думаева-Вәлиева “Аҙнабикә” поэмамды үҙе һорап алып тәржемә итте. Владимир Коробов, Ольга Григорьева, Светлана Чураева, Айҙар Хөсәйенов, Николай Граховтарға рәхмәтем ҙур. Ә бына Сергей Янаки менән беҙҙе ысын ижади дуҫлыҡ ептәре бәйләне. Башта “Бельские просторы” журналында бер шиғри шәлкем тәржемәһен баҫтырҙыҡ. Унан, Аллаһы тәғәләгә тапшырып, ҙур эшкә тотондоҡ: 2014 йылда “Ағиҙел” журналында сыҡҡан “Тимер быуат” тигән лиро-эпик поэмамды тәржемәләүгә. Поэма ҙур, күп планлы, ғәйәт киң һәм тәрән ҡатламдарҙы үҙ эсенә ала. Әйткәндәй, бер ҡыҙыҡ күренеш. Унда быуаттар аша осоусы башҡорт уғы тураһында “Оса уғым, оса ғына...” тигән юлдар рефрен булып ҡабатланып килә. Ә бит поэманы яҙғанда әлеге кеүек “Мәргән уҡсы” хәрәкәте лә, уҡ атыу күнекмәләре лә юҡ ине. Мәғлүмәт һауала осоп йөрөй, тигәндәре шул булалыр инде! Хәҙер ниндәй киң йәйелдерелде ул күренеш! Әҫәрем дә заманына мас булды ла ҡуйҙы, алданыраҡ яҙылһа ла. Поэманы тәржемә итер өсөн Сергейға уҡсы һөнәрен дә, Ҡөрьәнде лә, “Урал батыр” эпосын да, башҡорт ихтилалдары тарихын да, суфыйсылыҡты ла, әүлиәләрҙе лә, Башҡорт кавалерия дивизияһы юлын да өйрәнергә, хатта нисек итеп атты дағаларға тигән һорауға яуап та эҙләргә тура килде. Был тиклем һынауҙарға һәр тәржемәсе лә йөрьәт итмәҫ ине. Сергей Янаки, талапсанлығыма, күп тапҡырҙар яңынан эшләтеүемә ҡарамаҫтан, алдына алған маҡсатынан йөҙ бормайынса, поэманы тәржемәләүҙе юғары кимәлдә башҡарып сыҡты. “Железный век”тың журнал варианты “Ватандаш”тың 2017 йылғы 4-се һанында баҫылды. Шулай уҡ июндә “Бельские просторы” журналында ошо поэманың “Деревенские кузни” тигән өҙөгө донъя күрҙе. Алла бирһә, Сергей Янакиҙың шиғырҙарыма тәржемәләренән яңы шиғри шәлкемдәр “Истоки”, “Вечерняя Уфа” гәзиттәрендә баҫыла. Былтыр рус теленә тәржемәләрҙән торған “Каменная река” тигән китабымды ҡулыма алғайным. Быйыл иһә — “Железный век”, иншалла, оҙаҡ көттөрмәҫ, тигән хыялдамын.
Шиғырҙарымды татарса — Рәдиф Ғаташ “Ҡазан утлары” журналында, Гөлнур Ҡорбанова “Мәдәни жомга” гәзитендә, балҡарса — Моталип Беппоев “Менги тау” журналында, русса — Владимир Коробов “Литературная Россия” гәзитендә һәм “Дружба народов” журналында, тағы ла Ольга Григорьева Павлодарҙа сыҡҡан журналда яңғыратты. Әйтергә кәрәк, быны улар үҙ теләге буйынса башҡарҙылар. Рәхмәттән башҡа нимә әйтәһең инде? Черногорияла ҡаратаулы телендә Душан Джуришич тәржемәһендә балалар өсөн “Сүл буйлап ташбаҡа барған...” тигән китабым сығырға тора, иншалла. Әҙәбиәттәр дуҫлығына ошолайтып үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек әле, тим.
— Тәнҡит мәсьәләһе һәр ваҡыт бар, буласаҡ. Тәнҡит әҙәби әҫәр артынан эйәреп килә һәм бары тик ул ғына милли әҙәбиәтте алға этәрә. (Һәм, әлбиттә, тәржемә). Ләкин әҫәр кешеләрҙең күңелен яулай алмаһа, тәнҡит уны күпме күтәрмәһен, маҡтамаһын, әҙәбиәт тәгәрмәсе алға китмәй ҙә ҡуя. Йәки, киреһенсә, әҫәр шәп булып та, уны тәнҡит күрмәмеш тә белмәмеш икән, ул үҙ-үҙенә ҡойо ҡаҙый. Тәнҡитһеҙ алға барыш юҡ, тимәк, был ваҡытта милли әҙәбиәт стагнация осорон кисерә. Республика матбуғатында ара-тирә Әнғәм Хәбиров, Зәки Әлибаев, Рауил Бикбаев, Ғәҙилә Бүләкова, Гөлфирә Гәрәева, Фәнил Күзбәков мәҡәләләрендә хәҙерге әҙәбиәткә байҡау яһалып тора. Әлбиттә, был ғына етмәй. Ләкин, бөтөнләй ҡытлыҡ кисерәбеҙ, тип яр һала алмайбыҙ, шөкөр.
— Хисмәтулла Мәскәүҙәге М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡып йөрөй ине. 1982 йылдың йәйендә Өфөгә китап сығарыу хәстәре менән ҡайтҡайны. Матбуғат йортоноң баҫҡыстары буйлап менеп барһам, ул төшөп килә. Электән дә белә инем уны, ижади йәштәр конференцияһында танышҡайныҡ. Һүҙгә һүҙ эйәреп, һөйләшеп киттек, аҙаҡ айырылмаҫ дуҫтар булдыҡ та ҡуйҙыҡ инде. Яҙмыш сәстәребеҙҙе бәйләне. Ижад икебеҙ өсөн дә төп урында торҙо. Бер-беребеҙҙе тәнҡитләгән саҡтар күп булды, “өй семинары” ҡаты ине. Шуғалыр ҙа беҙ әйләнгән һайын шиғыр яҙып, китап сығарып йөрөмәнек, графоманлыҡ сирен йоҡторманыҡ. Иң мөһиме — үҙ-үҙең, намыҫың һәм кешеләр алдында алдашмау икәнен ныҡлы белдек. Аллаға шөкөр, хәҙер инде башҡорт шиғриәтендә икебеҙ ике майҙан тотабыҙ, юлдарыбыҙ төрлө. Әнғәм Хәбиров “Ағиҙел” журналында беҙҙең хаҡта “Шағирҙар дуэты” тигән мәҡәлә яҙып сыҡты, унда ла ижади йөҙөбөҙҙөң төрлөлөгөн һыҙыҡ өҫтөнә ала.