Все новости
Илһамлы яҙмыштар
20 Июля 2017, 12:40

Яулайһы үрҙәр — алда

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы — билдәле шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина.

Гөлфиә ЮНЫСОВА



Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы — билдәле шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Ул Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, төрлө йылдарҙа уҡытыусы, мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Пионер” (хәҙер “Аманат”) журналында, Башҡортостан телевидениеһында, “Китап” нәшриәтендә эшләй, “Башҡортостан уҡытыусыһы”нда баш мөхәррир, Башҡортостан Китап палатаһында директор урынбаҫары вазифаларын башҡара. Әлеге көндә урман хужалығы министрлығында — әйҙәүсе белгес. “Тау һуҡмағы”, “Ҡыҙ хәтере”, “Мин кем?”, “Ҡояшлы йыр”, “Ҡанатлы йөрәк” тигән шиғри йыйынтыҡтар авторы. Һуңғы йылдарҙа шағирә драматургияла көс һынай. Уның “Минең ғаиләм” һәм “Юғалтыу” исемле пьесалары буйынса М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡуйған спектаклдәрҙе халыҡ яратып ҡабул итте. Тәнзилә Дәүләтбирҙина — Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты.


— Һүҙҙе тыуған яҡтарыңдан башлайыҡ әле. Донъя менән тәүге танышыу мәлдәрең нисек хәтерҙә ҡалған? “Бә ләкәйҙән тәбиғәт балаһы инем”, — тип раҫлай алаһыңмы? Бөрйәндең урман-тауҙары, шишмә-йылғалары һәм уларға бәйле халыҡ ижады өлгөләре һинең өсөн төп илһам сығанағымы? Тәүге шиғырҙарың ҡасан тыуҙы? Ата-әсәйең, туғандарың ҡәләм тибрәтә башлауыңды нисек ҡабул итте?

— Донъя менән танышыуым ғаиләм менән бәйле. Коммунист атайымды партия ҡушҡан һәр ергә күсереп йөрөттөләр. Байназарҙа ҡоролған ғаилә тәүҙә Килдеғолда, унан Тимерҙә йәшәгән. Атайымды уҡыусылары һаман да яратып телгә ала. Тимер ауылында мин донъяға килеп, бер ай үтеүгә, партия һалдатын Иҫке Собханғолға эшкә саҡыралар. Унда бәләкәй генә өйҙә һигеҙ кеше йәшәнек. Ауылдарҙан район үҙәгенә йомош менән килгән туғандар гел беҙгә төшә ине. Бер ҡасан да тарһынманыҡ. Алты бала эргәһендә уларға ла урын табылды.

Иҫке Собханғолдан Иҫке Монасипҡа күсеү мәсьәләһе килеп баҫҡас, атайым менән әсәйем балаларҙың да фекеренә ҡолаҡ һалырға булған. “Тәнзиләгә унда ясли лә булмай инде”, — тип борсолған әсәйем. Шунда мин: “Тәстә лә булды бер нәмә!” — тип әйтеп һалғанмын. Өс йәшлек сабыйҙан шундай ҡәтғи һүҙ ишетеү әсәйемдәр өсөн ҡыҙыҡ булғандыр инде, ғүмер буйы көлөп һөйләнеләр. Балалар баҡсаһында көндөҙ йоҡлатыуҙары, сәйҙе, һутты ярты стакан ғына биреүҙәре оҡшамай ине. Үҫкән ваҡытта һыу күп кәрәк булғандыр инде, һыуһап ыҙалай торғайным.

Шулай итеп, артабан ғаиләбеҙ Иҫке Монасипҡа күсеп килде. Әсәйем яратҡан эшен юғалтты. Ул Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү йортонда маҡталып эшләп йөрөгән булған икән. маһир тегеүсе юғалып ҡалманы, тауарҙар алып ҡайтып, Монасип халҡын кейендерә башланы. Куртка булһынмы, салбар, костюм, күлдәкме — һылап ҡуйған кеүек итеп тегә лә ҡуя ине. Атайым ун һигеҙ йыл мәктәптә директор вазифаһын башҡарҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булды. Ауылда балалар уны “директор апа” тип йөрөттө. Бабайҙы ҡыпсаҡтар “апа” тиҙәр.

Хәҙер инде Иҫке Монасип тыуған ауылымдай ғәзиз һәм ҡәҙерле. Бөрйән районында тыуып үҫеүем — үҙе ҙур бәхет. Тәбиғәттең барса күренештәре лә кеше яҙмышына тап килгәнен бик иртә аңланым. Тәбиғәт — фәлсәфә, тәбиғәт — беҙҙең тормош көҙгөһө. Ауыҙ-тел ижады менән бәләкәй саҡта күберәк ата-әсәйем таныштырһа, хәреф таный башлағас, йотлоғоп үҙем уҡыным. Китап бер ҡасан да ҡулдан төшмәне. Үҙемдең Бабсаҡ бей тоҡомонан булыуым менән ғорурланам. Урал батыр төйәге мине илһамландыра, йәшәүгә көс бирә.

Бала саҡтан бесәнгә йөрөлдө. Тыуған көнөмдө һәр саҡ тиерлек кәбән башында ҡаршылай инем. Атайым арҡан ташлап төшөрөп ала ла, урман сәскәләре бүләк итә. Иң оло бүләк ине ул! Үҙән йылғаһы янында бер йыл, студент саҡта, бесән саптыҡ. Атайым йылға буйына алып барып, тал сәскәләре бүләк итте. Рауза гөлөнә оҡшаған, тик йәм-йәшел төҫтә ине.

Тәүге шиғырҙы уйлап сығарғанда ете йәш самаһы булғандыр. Уҡытыусым Марат Муллағолов: “Ижад кешеһе булырға тейешһең”, — тип дәртләндереп ебәрҙе. Алтынсы синыфта күп яҙа инем. Рифма уйлап сығарырға әүәҫләндем. Етешһеҙерәк ере булһа, атайым ипле генә итеп кәңәш бирә. Нескә күңелле икәнлегемде аңлап, ата-әсәйем күңелемде яраламаҫҡа тырышты. Шағирә булып китеүемә ҡыуандылар. Улар һәр ваҡыт мине нахаҡ һүҙҙән һаҡланы, араланы, мөхәббәттәре менән тормош ауырлыҡтарын еңергә көс бирҙе.


— Ата-әсәйең районда билдәле, хөрмәтле кешеләр. Ғөмүмән, илһамлы, татыу, тулы ғаиләлә үҫкән бәхетле кешеһең. Әҙибә булып китеүеңдә туғандарыңдың, яҡташтарыңдың роле ниндәй? Таланттың нәҫелдән килеүенә ышанаһыңмы?

— Талант нәҫелдән киләлер. Әсәйемә урта мәктәп тамамлау бәхете теймәгән. Шулай ҙа бик аҡыллы, сабыр, уҡымышлы булды. Мәҡәлдәр менән генә һөйләшә ине. Хәҙер мин үҙ балаларымды шулай тәрбиәләйем.

Әсәйем сигеүгә, бәйләмгә оҫта булды. Мода журналдарына ҡарап, миңә күлдәктәр текте. Сәсемә әллә ниндәй прическалар яһап бөтә торғайны. Матур итеп атларға өйрәтте. Башыма китаптар өйөп һалып, стенаға һөйәп ҡуя ла, башты юғары тотоп, иҙән еге буйлап ҡупшы ғына атлата. Зауығы бик юғары булды уның. Белмәгән таҡмағы, йыры юҡ ине. Йөн иләгәнендә халыҡ йырҙарын йырлай торғайны. Талғын ғына тауышы әле лә ҡолаҡта яңғырай. Ауырыу аяҡтан йыҡҡанса, һикһән биш йәшендә лә, атайыма ойоҡбаш бәйләп ултырҙы. Ҡулынан һис ҡасан эш төшмәне.

Атайым да йырсы. Урыҫ, украин халыҡ йырҙарын артистарҙан кәм башҡармай торғайны. Башҡорт йырҙарын әйтеп тораһы ла түгел. Әле бер-ике йыл элек тә “Илсе Ғайса”, “Уйыл”, “Азамат”ты ыһ та итмәй һыҙҙыра ине, хәҙер йырлай алмай. Ни тиһәң дә, туҡһан йәш бит инде!

Атайымдың Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы яҙмалары республика ваҡытлы матбуғатында йыш күренде, йыйынтыҡтарға инде. Әле лә, күҙҙәре һуҡырайыуға ҡарамай, телдән һөйләп, Заһир ағайым аша мәҡәләләр яҙҙырта. Үткән замандарҙың тере шаһиты булараҡ, уның һәр һүҙе ҡиммәт. Әйткәндәй, Заһир ағайым да яҙыусы, журналист. Йәтеш кенә хикәйәләре юмор менән һуғарылған. Һуңғы йылдарҙа сәхнәлә лә күренә башланы. Тауышы бигерәк моңло, яғымлы, үҙенсәлекле.

Яңыраҡ Зәйтүн ағайым хикәйәһен күрһәтеп алды. Бар яҡтан да камил әҫәр. Уның шиғыр яҙғанын белә инем, сәсмә әҫәре лә ҡойоп ҡуйған кеүек. Зәйтүн ағайым — рәссам, гитарала ла уйнай, матур йырлай. Таһир ағайым Мәсетле районында информатика, математика фәненән уҡытты. Ҡурай тартып, концерттарҙа ҡатнаша. Баянда ла шәп уйнай. Халыҡ йырҙарын башҡара. Минзәлә апайым рәссам-биҙәүсе булды, хәҙер инде пенсияла. Халыҡ йырҙарын оҫта йырлай. Ә композитор Ғәзиз ағайым яҙған йырҙар һаман да халыҡ күңелендә.


— Бала саҡта ниндәй һөнәр ҡыҙыҡтыра ине? Ни өсөн мотлаҡ филолог булырға ҡарар иттең? Балалыҡ йәки үҫмерлек йылдарыңда күңелеңде тетрәндергән хәл-ваҡиғалар хаҡында һөйләп үтһәң ине. Бала саҡ тигәндә ниндәй төҫ, ниндәй картиналар күҙ алдыңа килә?

— Бала саҡта гимнастикаға ғашиҡ инем. Өфөлә йәшәһәм, тәбиғәттән бирелгән һығылмалығым менән был спорт төрөндә ҙур уңыштарға ирешер инем, тип уйлайым. Хоҙай биргән мөмкинлек әрәм булды. Диктор булырға ла хыялландым. Филолог һөнәрен һайлауҙа уҡытыусым Марат Муллағоловтың һүҙе хәл иткес булды. Етенсе класты бөткәс, апайым хәҙер Ҡасим Дәүләткилдеев исемен йөрөткән художество мәктәбенә һүрәттәремде тапшырҙы. Уҡырға саҡырыу алғайным, ата-әсәйемде ҡалдырып киткем килмәне, йөрәгем етмәне. Һағынып ыҙалармын, тинем. Унынсыны бөткән йылды Өфө сәнғәт училищеһынан килгән уҡытыусылар мине ҡарағас, атайымды клубҡа саҡыртып алдылар. “Ҡыҙығыҙҙы беҙгә ебәрегеҙ уҡырға, йырсы булһын”, — тинеләр. Атайым, ҡаушап: “Үҙең беләһең инде, ҡыҙым, үҙең хәл итәһең”, — тине лә ҡуйҙы. Ул арала уҡытыусым Марат ағай йүгереп килеп етте: “Тәнзилә шағирә була!” — тип ҡырт киҫте. Аҙаҡ сәнғәт училищеһынан ике тапҡыр телеграмма алдым. Унда күңелем тартһа ла, Башҡорт дәүләт университетына ҡарай юл тоттом. Ошо көнгәсә үкенәм сәнғәт юлын һайламауыма, сөнки сәхнәне шундай яратам, тамашасыһыҙ йәшәй алмайым. Кисәләрҙә сығыш яһағандан һуң ун-ун биш йылға йәшәреп ҡалам. Хоҙай биргән тағы бер һәләт шулай ергә күмелде. Бәлки, мин, йырсы һөнәрен һайлап, юғарыраҡ күтәрелгән булыр инем... Операларҙан ариялар йырлағым килә. Әле ҡайһы саҡ өйҙә сәнғәт училищеһында уҡып йөрөгән Урал улым пианинола уйнап, минән романстар йырлатып алған була, күңелем булһын, тип.

Бала саҡты сағыу буяуҙар менән генә һүрәтләп була. Донъя көттөм, һыйыр һауҙым, бесән саптым, йәшелсә үҫтерҙем. Әсәйем, “фигураң боҙола” тип, утын ғына ярҙыртманы. Атайымдың — улы, әсәйемдең ҡыҙы булдым. Ат яраттым. Бер мәл ҡойма башында йөрөй инем, эргәлә көтөүҙән ҡайтҡан танабыҙҙы аңғарып ҡалдым. Уны-быны уйламай, ҡойма ашатлап, танаға атландым. Китте малҡай сабып! Тотонорға ялы юҡ! Әсәйем йоҙроҡ болғап арттан йүгерә! Ҡамышаҡ буйындағы кесерткән араһына ырғытып китте танаҡайыбыҙ. “Быуаҙ бит ул, быҙауы төшөүе лә мөмкин ине һинең арҡала!” — тип әрләне әсәйем. Ошо көнгәсә ат күрһәм, менә һалып алам. Бер ҙә ҡурҡмайым. Аттар ҙа мине ярата һымаҡ. Уҡыусы саҡта айҙар буйы ҡырҙа бесән эшләп ята торғайныҡ. Шунда малайҙар менән ат өсөн талашып бөтә инем.


— Студент йылдарының рухи үҫешеңдәге роле ниндәй? Был осорҙо дүрт-биш һөйләмдән генә нисек һүрәтләр инең?

— “Шоңҡар” әҙәби-ижад берекмәһе рухи үҫешемдә ҙур роль уйнаны, әҙибә булырға ярҙам итте. Көслө шағирҙар, яҙыусылар быуыны әҙерләп сығарған ойошма киләсәккә ныҡлы нигеҙ һалды, тип әйтә алам. Танылған ғалим һәм яҙыусыларыбыҙ Тимерғәле Килмөхәмәтов менән Мирас Иҙелбаев талапсан етәксе булдылар. Әҙәбиәткә беҙҙең осор “шоңҡар”сылары — Рәйес Түләк, Рәмил Ҡолдәүләт, Фәрзәнә Аҡбулатова, Ғәбиҙулла һәм башҡалар килде.


— “Тере яҙыусылар” менән ҡасан тәүләп осраштың? Ниндәй тәьҫир ҡалдырҙы улар? Романтик хисле йәш Тәнзиләнең өлкән ҡәләмдәштәренә булған мөнәсәбәте йылдар үтә килә ниндәй үҙгәрештәр кисерҙе? Уларҙың үҙенсәлекле күңел торошон элегерәк һәйбәтерәк аңлай инеңме, әллә хәҙерме?

— Тәүге “тере яҙыусы” минең өсөн Инсур Йәһүҙин булды. Мәктәптә сығыш яһағаны әле лә күҙ алдымда. Уны йотлоғоп тыңлағайным. Бер төркөм яҙыусылар трактор санаһында, толопҡа төрөнөп, район үҙәгенә барғас, уҡытыусы Марат ағайҙың беҙҙе “Таң” гәзите редакцияһына индергәне иҫтә. Самат Ғәбиҙуллин алсаҡ ҡаршы алды, уның алдында танау тартырға ла оялып, ҡыҙара-бүртенә шиғырҙарыбыҙҙы уҡыныҡ. Эй ҡыуанды! Бәләкәй генә табышты ла оло тип ҡабул итте.

Унынсы класта уҡығанда Октябрьский ҡалаһына Республика йәш туристар фестиваленә киттек. Марат Муллағолов Өфөлә үҙенең дуҫы, шағир Ҡәҙим Аралбаев менән таныштырҙы. Минең шиғырҙарымды уҡығас, Ҡәҙим ағай: “Ҡалдыр Тәнзиләне Өфөлә, иртәгә йәш яҙыусылар фестивале булырға тора, оло яҙыусыларға ҡыҙыҡайҙың яҙмаларын үҙем күрһәтермен”, — тине. Аҙаҡ, Өфө буйлап барғанда, танылған әҙип: “Ҙур шағирә булып китһәң, шунда барырһың, бында барырһың”, — тип ҡала күрһәтеп йөрөнө. Мин бик аптыраным. Оялдым. Миңә ҡалай ҙур өмөттәр бағлай Ҡәҙим ағай, уның кеүек ысын шағир булып китә алырмынмы һуң, тип уйға ҡалдым.

Студент саҡта Рәшит Шәкүр, Аҫылғужа Баһуманов, Тимер Йосопов шиғырҙарымды уҡып, яҡшы баһа бирҙе. Мин әле атап киткән шағирҙарға ныҡ рәхмәтлемен. Бер ҡасан да уларға ҡарата тәрән ихтирамым һүрелмәҫ.


— Нимә ул, һинеңсә, илһам? Тетрәнеп шиғыр яҙғың килгәндә, донъяуи мәшәҡәттәр килеп сыҡһа, илһамлы мәлеңә ҡабат ҡайта алаһыңмы? Йылдың ниндәй миҙгелендә уңышлыраҡ яҙыла, көн торошоноң да әһәмиәте бармы?

— Илһам төрлө саҡта килә. Ҡайһы саҡ шиғыр менән генә уйлайым, тик, яҙып өлгөрмәһәм, шиғри юлдар елгә оса. Улар бер ҡасан да кире ҡайтмай. Шуға фекерен генә булһа ла теркәп ҡалырға тырышам. Ҡасан да булһа, илһамлы сағымда, ул икенсе төрлөрәк яралһа ла, иң мөһиме — фекере һаҡлана.

Ҡышҡыһын ауыр яҙыла. Йәйгеһен дә илһам бик килеп бармай. Яҙын, көҙөн ҡош булып һайрар сиккә етәм. Көн торошоноң әһәмиәте юҡ. Донъя баҫып, ижад итә алмаһам, йоҡом ҡаса, тынғыһыҙланам, эсем боша, үҙемә урын тапмайым. Бер-ике шиғыр ҡағыҙға төшөп ятһа, тормоштоң йәме кире ҡайта. Кеше нисек шиғыр яҙмай йәшәй икән, тип аптырайым. Шиғыр яҙыу — күңел талабы, йөрәк бойороғо. Бер яҙғанда байтаҡ яҙып ташлайым. Туҡтай алмай ыҙалайым. Моң ағыла ла ағыла.


— Журналистикаға ниндәй һуҡмаҡтар килтерҙе? Оператив ижади хеҙмәттең шиғриәтең өсөн ыңғай яҡтары күберәк булдымы, әллә кире йоғонтоһомо? Китаптарыңа, аҙаҡҡы шиғри шәлкемдәреңә ҡарағанда, ижад багажың ап-арыу. Уҡыусылар тарафынан да, дәүләт кимәлендә лә лайыҡлы баһаланған танылған әҙибә һин хәҙер. Бөгөн ғүмер тауыңдан үткән юлдарыңа әйләнеп ҡарап, Хоҙай биргән талантымды тейешенсә ҡуллана алдым, тип әйтә алаһыңмы?

— Журналистика ашаған икмәгем булһа, әҙәби ижад йәнем һөйгән шөғөл булғандыр. Улар бер-береһенә бер ҡасан да ҡамасауламаны, киреһенсә, етәкләшеп йөрөнө.

Ҡырҡ йәштәрҙә ижадымдан ҡәнәғәт инем, хәҙер — юҡ. Күп нәмә күңелдә йөрөй, яҙылмаған. Тотош хикәйәләр, повестар тыумаған. Улар баштан-аяҡ әҙер, башымда йәшәй. Балалар өсөн мажаралы әҫәрҙәр ҙә бар. Тик улар әле ҡәләм осонан таммаған. Ҡыҙғаныс. Үкенесле. Ваҡыт юҡ. Өҙөлөп пенсия йәшен көтәм. Хоҙай илһамдан айырмаһа, һау булһам, яңыса балҡырға ниәт бар. Үҙ мөмкинлектәрем әле бөтөнләй асылмаған, тип уйлайым. Донъя көтәм, балаларҙы аҫырайым тип, бер аҙ һуңға ла ҡалып барам, ахыры. Тик мин оптимист кеше. Сәмсел кеше. Үҙ һүҙле кеше. Шул.


— Һин хәҙер билдәле драматург та бит инде. Был жанрға тотоноу йәшлек хыялың инеме, әллә был теләк йәшәй-йәшәй уяндымы? Иң тәүге сәхнә әҫәреңдең үк Башҡорт академия драма театрында ҡуйылыуы оло мәртәбә. Сибай драма театрында ла шул уҡ 2008 йылда икенсе пьесаң ҡуйылды. Әле ниндәй драма әҫәрҙәре өҫтөндә эшләйһең? Театрҙарҙа сират көтөп ятҡандары бармы?

— Мин үҙемде ауыҙ тултырып драматургмын тип әйтә алмайым. Әлеге лә баяғы, ваҡыт етмәү сәбәпле, был жанрҙағы эш әлегә бик алға китә алмай. Драматургия ултырып эшләүҙе, үҙенә ҡат-ҡат әйләнеп ҡайтыуҙы, үҙе тураһында ғына уйлап йөрөүҙе талап итә. Ял иҫәбенә генә оло әҫәр яҙыу мөмкин булмаған хәл. Пьеса яҙыу теләге бер ҡасан да булманы. Гөлфиә апай, һеҙ бер мәл: “Донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татының, пьеса яҙып ҡара әле, Артур улым: “Һәйбәт сценарист булмаҡсы Тәнзилә апай”, — тигәйне, булдырырһың ул”, — тип әйткәс, уйға ҡалдым. Шунан үҙемдә ниндәйҙер ышаныс уянды һәм әҫәр яҙып ташланым. Тәүге икеһенең яҙмышы уңышлы булды, сәхнәгә ҡуйылдылар. Әммә ете йыл элек хөкүмәт эшенә барып индем дә, ижадыма юлды сикләргә тура килде. Яңы ике пьесам бар, театрҙарға биреп ҡарағайным, яуап көтәм. Бер актлы пьеса башымда яралған, әммә һаман да яҙылмаған. Сираттағы ял осорон көтә.


— Афарин, Тәнзилә! Өс ир-егет тәрбиәләп үҫтерҙең. Оло вазифалар башҡарып, әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙ өсөн хәстәрлекле өс улан әсәһе булыу батырлыҡ, тип әйтер инем. Балаларың ниндәй һөнәрҙәрҙе үҙ итте? Уларҙы рухташтарым, тип әйтә алаһыңмы? Тормош иптәшең һинең ижад кешеһе икәнлегеңде, был хеҙмәткә күңел байлығы ла, йөрәк көсө лә, ваҡыт та кәрәклеген аңлаймы?

— Уландарымдың өлкәндәре ижад кешеләре түгел. Шулай ҙа музыканы яраталар. Маратым үҙ аллы гитарала, пианинола уйнарға өйрәнде. Кесе балам — Уралым Өфө сәнғәт училищеһының фортепиано класында уҡый. Йыр яҙа, класташтары менән альбом әҙерләй, кино төшөрә. Өсөһө лә өйҙә саф башҡортса һөйләшә, рухлы, китаптарымды уҡый. Был минең тәрбиәм, тип ғорурлана алам.

Ирем Дамирҙы мин рыцарҙың ҡорал йөрөтөүсеһенә тиңләгәйнем. Ул шуға үҙе лә риза. Ижад өсөн бөтә мөмкинлектәр, шарттар тыуҙырырға тырыша. Йыл һайын ижад йортона йә шифаханаға бер үҙемде ебәрә. Ижад итер өсөн яңғыҙлыҡ кәрәклеген яҡшы аңлай. Балаларыма хәстәрлекле атай, үҙемә ышаныслы тормош юлдашы. Был йәһәттән мин бик бәхетле. Шағир өсөн яҡшы тыл кәрәк. Ә Дамирым минең өсөн өҙөлөп тора. Шундай ярҙамсың барҙа илке-һалҡы яҙыу оят булырға тейеш, тим.


— Һуңғы йылдарҙа мәшәҡәтле хөкүмәт эшенә сумдың. Был вазифаңды бик теләп, илһамланып башҡараһыңмы, әллә тормош ҡушыуы буйынса егелдеңме әҙәбиәткә шаҡтай йыраҡ торған хеҙмәткә? Ижадыңа уның йоғонтоһон нисек баһалайһың?

— Мәшәҡәтле чиновник эше йән аҫырау, донъя көтөү, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн һайланды. Эшемде яратам, тик ул көс-хәлде арыу уҡ ала. Әммә был да ваҡытлы күренеш. Моронлаған себеш ҡасан да ҡабыҡты йыртып сыға ул. Ижадым да, мөҙҙәте еткәс, гөрләп китер, тип янып йәшәйем. Эштең ижадҡа насар йоғонтоһо булмаһын, әҙәбиәттән мине ситләштермәһен өсөн төндәрен йә ял көндәрендә ныҡышып, тырышып-тырмашып ижад итәм.


— Йәшерен-батырын түгел: китап сығарыу йылдан-йыл ауырлаша, гәзит-журналдарҙың тиражы кәмегәндән-кәмей бара. Райондарҙа йәшәгән уҡыусыларыбыҙ менән осрашыуҙар ҙа шаҡтай һирәгәйҙе. Ижадыбыҙҙы уҡыусыларыбыҙға еткереүҙең ниндәй юлдарын күрәһең? Тәржемә мәсьәләһен нисек хәл итәһең? Был өлкәлә ниндәй тәҡдимдәрең бар?

— Һуғыш мәлендә лә китап баҫтырыу туҡтамаған. Һалдат гимнастеркаһы кеҫәһенә тығып йөрөтөрлөк бәләкәс кенә китаптар сығарылған. Китап нәшриәте ҙур табаҡлы баҫмаларҙан ваҡытлыса ситләшеп, кескәйерәк китап сығарыуға күсһәсе. Ете-һигеҙ йыл сират көтөп ятып, әҫәрҙәр актуаллеген юғалта, иҫкерә. Ошо ысулды һайлағанда, күберәк авторҙарҙы сығарыу мөмкинлеге тыумаҫ микән, тип уйлайым. Шағир, яҙыусы — майҙан ораторы. Уның һүҙе бөгөн, хәҙер кәрәк!

Тәржемә — минең өсөн бик ҡыҙыҡлы өлкә. Заманында А.Пушкин, М.Цветаева, фарсы шағирҙары әҫәрҙәрен һ.б. тәржемә иткәйнем. Миңә был шөғөл ныҡ оҡшай. Әлеге лә баяғы, тиҙҙән, пенсияға сыҡҡас, был эште лә дауам итәсәкмен, Алла бирһә. Үҙемдең әҫәрҙәремде лә мотлаҡ рус теленә ауҙарыу кәрәк. Әлегә Ғ.Шафиҡов, А.Хөсәйенов, Л.Соколовтан ғына тәржемә иттергәнмен. Уларға мең рәхмәтлемен. Был өлкә лә минең тарафтан әле бөтөнләй яуланмаған.

Тәржемә яҙыусыға киңерәк ареналарға сығырға ярҙам итә. Төрки телле әҙәбиәттә лә күренеү кәрәк. Шәп тәржемәселәр бар, улар менән бәйләнеш булдырған хәлдә, илдә лә, сит илдәрҙә лә танылыу яулап була. Яҡшы әҫәр бөтә телдә лә матур яңғырай.


— Әҙәби тәнҡит башҡорт әҙәбиәтендә ниндәй кимәлдә? Кәрәкме икән ул хәҙер?

— Әҙәби тәнҡиткә бик мохтажбыҙ. Ул әҫәрҙәргә тейешле баһа бирә, уҡыусылар араһында яҙыусының абруйын үҫтерә. Тәнҡитселәребеҙ бар беҙҙең. Әммә йәштәр араһынан да уларҙың үҫеп сығыуын теләр инем. Бик ҡатмарлы, ауыр эш. Тәнҡитте ҡабул итмәгән, ҡабул иткәндәр бар. Тик ҡыйыуҙар, уҡымышлынан уҡымышлылар ғына әҙәби тәнҡиткә баралыр, тим. Сөнки улар тарих, әҙәбиәт теорияһы, эстетика һәм философия ғилемдәренә нигеҙләнеп эш итә.


— Башҡорт әҙәбиәтен 10—15 йылдан нисек күҙ алдына килтерәһең?

— Халыҡтың китап, гәзит-журнал уҡымай башлауын иҫәпкә алғанда, әҙәбиәттең арзанланыуы, зауыҡтың юғалыу ҡурҡынысы бар. Сөнки бөгөн үҙнәшер үҫешә, интернетта рифма менән ритмдың нимә икәнен дә белмәгән “шағирҙар” күбәйгәндән-күбәйә. Улар бихисап “лайк” йыя. Элек, һикһәненсе йылдарҙа, мин мәҙәниәт министрлығы эргәһендәге халыҡ ижады буйынса ғилми-методик үҙәктә эшләгәйнем. Шунда үҙешмәкәр композиторҙарҙың музыкаһын — профессиональ композиторҙар, ә һүҙҙәрен шағирҙар ҡарап, баһалай ине. Миңә лә байтаҡ йырҙың һүҙҙәрен төҙәткеләп бирергә тура килде. Хәҙер радионан һүҙен дә, көйөн дә үҙе яҙып, үҙе йырлаған кешеләрҙең йырын тыңлап, оялып ултырам. Профессионналлек юҡҡа сыға бара, юғары зауыҡ юғала. Иң йәнем көйгәне бөгөн шул. Талантлы йәштәр бик күп. Уларҙың аҫыл ижадын халыҡ барыбер тейешенсә ҡабул итер, аҡты ҡаранан айырыр, тип ышанғы килә. Юғары кимәлдәге әҙәбиәт йәшәргә, һаҡланырға тейеш. Беҙҙең башҡорт әҙәбиәте һәр саҡ юғары кимәлдә булды. Шул кимәлде йәштәр һаҡлаһын ине. Был осраҡта ла әҙәби тәнҡит беренсе урында торорға тейеш.


— Тыуған яҡтарыңа йыш ҡайтаһыңмы? Бөрйән ере ниндәй заман үҙгәрештәре кисерә? Шағир йөрәге унда нимәләр күреп һыҙлана, шатлана, өмөтләнә, уйлана?

— Ауылға һуңғы йылдарҙа йыш ҡайтам. Былтыр әсәйем баҡыйлыҡҡа күсте. Атайымдың хәлен көн дә тиерлек телефондан белеп торам, рухын күтәрергә тырышам, мәрәкәләшеп тә алабыҙ. Ауылда эшһеҙлек хөкөм һөрә, халыҡ нисек тә йәшәргә тырыша. Йәйәүле генә үтә торған аҫылмалы күперҙән машина менән көн дә сығып, күптәр ҡырға йөрөп эшләй. Шул күперҙән көнөнә йөҙләгән транспорт үтәлер, ауылым бик ҙур бит. Берәй машина йылғаға осмайса, әҙәмсә күпер һалмаҫтар инде ул беҙҙә. Төп хәсрәтем шул.


Тыуған яғымда урта мәктәпте тамамлаусы балалар кәмей. ЕГЭ-нан ҡурҡып, уҡыусылар туғыҙынсынан һуң ҡайҙалыр урынлашып ҡалырға тырыша. Юғары уҡыу йорттарына инеүҙән мәхрүмлек ата-әсәләрҙең аҡсаһыҙлығынан да килә. Эш юҡ бит, эш...

Тағы бер һыҙланыуым — ауылда үлем күбәйҙе. Насар ауырыу — яман шеш йә йөрәк менән китә типһә тимер өҙөрлөк ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар. Был нимә менән бәйлелер, белмәйем. Стресс касафатылыр, тим.

Ә шулай ҙа ауылдаштарымдың күңеле көр, бирешмәйҙәр. Байрам булһа, йәһәт кенә йыйылып, матур итеп сығыш яһайҙар. Ауыр минуттарҙа бер-береһенә терәк, кәңәшсе, ярҙамсы улар. Ҡыуанысты ла, бәләне лә бергә кисергән яҡташтарымды ныҡ яратам!


— Балала ҡасан илһөйәрлек рухы, туған телгә мөхәббәт тәрбиәләй башларға кәрәк?

— Бишектән үк. Өйҙә балалары менән русса һөйләшкән милләттәштәремә йәнем көйә. Әйтеүҙән дә файҙа юҡ. Балалар баҡсаһының рус телле булыуына һылтанып, “мама”, “папа” булып йөрөйҙәр. Ата-әсәнән тора туған телгә ихтирам. Үҙ телеңде яратаһың икән, балалар ҙа яратасаҡ. Тәбиғәт ҡануны бар — телде, илде, ерҙе һаҡлау ҡануны. Кешелек барлыҡҡа килгәндән бирле килгән шул ҡанун боҙолмаҫҡа тейеш.

Район үҙәгендә йәшәгәндәр балаларын урыҫ итергә тырыша, ниндәйҙер комплекс йоратымы, белмәйем. Ә баш ҡалабыҙҙа был күренеш бик һиҙелмәй. Уландарымдың дуҫтары, Өфөлә тыуып-үҫһәләр ҙә, эй матур итеп башҡорт телендә һөйләшәләр!


— Яҡындарыңдың хыянатын ғәфү итә алаһыңмы?

— Яҡындарымдың бер ҡасан да миңә хыянат иткәне юҡ, Аллаға шөкөр. Беҙ һәр ваҡыт бер-беребеҙгә аяулы. Ағай-эне талаша, атҡа менһә — яраша, ти бит халыҡ мәҡәле. Бер ғаиләлә төрлө характерлы кешеләр була. Беҙ ныҡ татыубыҙ. Ата-әсәйебеҙҙең тәрбиәһе көслө. Етешһеҙлектәребеҙ килеп сыҡһа, аңлап ҡабул итәбеҙ. Ғауғалашып, ыҙғышып йөрөмәйбеҙ.


— Арып-талған, нимәгәлер өҙгөләнгән саҡтарыңда бындай халәттән нисек сығаһың?

— Йонсоған сағымда үҙ-үҙемде, тышҡы ҡиәфәтемде тәрбиәләй башлайым. Балаларым менән бөтә арыу-талыу, борсолоуҙар тарала. Эшһеҙлектән генә эс бошалыр. Эшкә күмелһәң, күңелһеҙлеккә бирелергә ваҡыт та булмай ул. Бик ныҡ арыһам, диванға һуҙылып ятып, А.Малаховтың юҡ-бар тапшырыуын ҡарап алам.


— Арабыҙҙан иртә киткән ағайың Ғәзиз Дәүләтбирҙин талантлы музыкант, композитор, педагог ине, ауыр тупрағы еңел булһын. Үҙең дә матур йырлайһың. Йыр-моң һинең тормошоңда ниндәй урын тота?

— Ғәзиз ағайымдың йырҙары тормошсан, моңло, үҙенсәлекле, иҫкермәй торған. Уның ижадын йәше-ҡарты яратып ҡабул итә. Бөгөн дә сәхнәнән төшмәй ҡайһы бер йырҙары. Киләсәктә лә йырсылар әйләнеп-әйләнеп ҡайтып, уның моңон яңғыратасаҡ әле.

Йырларға яратам. Мәжлестәме, ҡайһы саҡ концерттамы йырлап алһам, йөрәгемә ял була. Башҡортса, татарса, русса ретро йырҙар ныҡ оҡшай.


— Яҙыусыларҙан кемдәр (ниндәй илдән булыуына, нисәнсе быуатта йәшәгәнлегенә ҡарамай) дуҫ-рухташ һинең өсөн? Кемдәрҙең ижады күңелеңә айырыуса яҡын? Йәш яҙыусыларға теләктәрең?

— Төркиәнән Арслан Байыр, балҡар халыҡ шағиры Аскер Додуев, әзербайжан шағиры Балоглан Йәлил менән бик дуҫбыҙ. Рәйес Түләк, Рәмил Ҡолдәүләт менән рухташ инек. Бабичтың шиғырҙарын уҡыған һайын күңелем тула. Марина Цветаеваны яратам. Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Рәмзилә Хисаметдинова, Рәшит Назаров, Салауат Әбүзәровтарҙың шиғриәтенә һоҡланам. Мөнир Ҡунафиндың әҫәрҙәрендәге фәлсәфә уйландыра.

Йәш яҙыусыларға теләкме? Ололарҙың фекеренә ҡолаҡ һалһындар. Китапты, шиғри әҫәрҙәрҙе күп уҡыһындар. Өйрәнһендәр. Кеше ғүмер буйы камиллыҡ эҙләй. Бына мин, иллене үтһәм дә, әле бер нәмә лә яҙмағанмын икән, тип ҡайғырам.

Тәнҡитте күтәрә белергә кәрәк. Дөрөҫ тәнҡитләмәү ҙә ниндәйҙер сәм бирә ул. Беше тиреле, уңған, эшһөйәр булырға кәрәк ижадсыға. Һәр этлектән ҡаза түгел, файҙа ғына эҙләгән, аяҡтан йығылмай, теш-тырнағы менән ҡаяға үрмәләгәндәр генә был аяуһыҙ ысынбарлыҡта ниндәйҙер уңышҡа өлгәшә ала.
Читайте нас: