Все новости
Илһамлы яҙмыштар
22 Мая 2017, 17:20

Әҙәбиәт — тарих, милләт һәм күңел йылъяҙмаһы

Гөлфиә ЮНЫСОВА

— Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы, нимә ул һеҙҙең өсөн шиғриәт? Һеҙҙе әҙәби ижадҡа килтергән һуҡмаҡтар ҡайҙан?


Ҡулына ҡәләм алған кешенең ижадҡа килеү юлдары төрлөсә. Бер нәмә лә буштан барлыҡҡа килмәй. Миндә лә ниндәйҙер илаһи осҡон бар икән, ул усаҡты олатай-өләсәйҙәрем, атайым һәм әсәйем яҡҡан. Әсәйемдең атаһы, Шәрифйән олатайым, Көйөргәҙе районының Урта Мотал ауылында тыуып (ҡыҙғанысҡа күрә, ул хәҙер юҡ инде, перспективаһыҙ тигән мөһөр һуғылып, бөтөрөлөүгә дусар ителгән) тура һүҙле, тапҡыр телле, шаян, йомарт кеше булған. Урамда үткән һәр кемгә көлкөлө, төртмә таҡмаҡтарын сығарып әйтеп ҡалыр булған. Йыш ҡына ҡорбан салып, бар ауылды һыйлаған. Балаларҙы йүгертеп, бүләктәр биргән. «Йомош менән ингән кешене буш сығармағыҙ, ҡырҡ тамыры ҡороп китер», — тиер булған. Шул йор һүҙлелеге, йомартлығы, шаянлығы әсәйем Миңһылыуға ла күскән. Ул йырлағанда хатта ирҙәр илап ултыра торғайны. Башҡорт халыҡ йырҙарын иҫ киткес моңло башҡара ине.


Атайымдың атаһы Ноғман олатайым — беренсе герман һуғышында ҡатнашҡан, революцияла Петроградты һаҡлашҡан яугир — оҙон көйҙәрҙе матур йырлай ине. Өләсәйем Мәрхәбә оҫта таҡмаҡсы булды. Атайым Сәлимйән тальян гармунда уйнаған. Һуғыштан яраланып ҡайтып, Өфөлә госпиталдәрҙә дауаланғанда әллә нисә ҡалын дәфтәр шиғырҙар яҙып ҡалдырған. Эргәһенә, Пушкин шикелле, һүрәттәрен дә төшөрөп ҡуйған. Был хаҡта күренекле яҡташыбыҙ яҙыусы Рәшит Солтангәрәев та яҙып сыҡты, ә мәшһүр фольклорсыбыҙ Әхмәт Сөләймәнов атайымдың шиғырҙарын гәзиттә үҙенең баш һүҙе менән баҫтырҙы.


Шулар барыһы ла минең күңелемә ингән, йөрәгемә күскән. Һәм миндә лә улар моң булып тыуған. Миндә генә түгел, бер туған апайым (беҙ ике бөртөк кенә, әсәйем «бейә елендәре кеүек ике бөртөк кенә һеҙ» тип әйтә торғайны) шағирә Миңлегөл Хисамовала ла.


— «Башҡортостан пионеры», «Йәншишмә» гәзиттәрендәге күп йыллыҡ журналист хеҙмәтегеҙҙең тормошоғоҙҙа тотҡан урыны, әҙәби ижадығыҙға йоғонтоһо ниндәй? Балалар гәзитенә нисек килеп индегеҙ һәм ни өсөн башҡа баҫмаларға китмәй эшләнегеҙ? Балалар өсөн дә яҙһағыҙ ҙа, һеҙ бит талантлы лирик шағирә һәм төплө уйландырырлыҡ, ҡайһы берҙә тетрәнерлек публицистик мәҡәләләр тупланған китаптар авторы ла. Һеҙҙе теләгән бер гәзит-журналға ҡуш ҡуллап алырҙар ине.


— Миндә тоғролоҡ тойғоһо бик көслө. Ғаилә, мөхәббәттә лә, дуҫлыҡта ла, һайлаған һөнәремә лә ғүмер буйы тоғролоҡ һаҡланым. Бишенсе кластан яҙышҡан «Башҡортостан пионеры» гәзитенә университеттың V курсында уҡып йөрөгәндә саҡырылып килдем дә ҡырҡ йылдан ашыу шунда эшләнем. Балалар матбуғатында хеҙмәт итһәм дә, башҡа баҫмаларға ла яҙышып торҙом. Ысынлап та: «Ниңә балалар гәзитендә үҙеңдең талантыңды ваҡлап ултыраһың?» — тип әйтеүселәр ҙә булды. Радио, телевидениеға, бүтән баҫмаларға ла эшкә саҡырҙылар. Ләкин мин яратҡан гәзитемә тоғро ҡалдым. Бала саҡта минең редакцияға ебәргән хаттарымды уҡып, аҡыллы кәңәштәр биреп яуап яҙған Вилләр Дауытов, Әниф Бикҡолов, Мөкәрәмә Садиҡова, Сәриә Мәһәҙиева, Юрий Чувилин, Вәсил Ғәйнетдинов, Һәҙиә Яҡупова һәм башҡа журналистар кеүек, үҙем дә тәүге хәбәрҙәрен юллап, баҫылырына өмөтләнеп яуап көткән йәш хәбәрселәргә терәк булғым килде. Уларға ихлас хаттар яҙҙым, кәңәштәр бирҙем. Шул тиклем мөкиббән эшләнем: редакцияла төнгә тиклем ултырып, һуңғы троллейбус менән ун икеләрҙә өйгә ҡайта инем. Шәмбе лә, йәкшәмбе лә редакцияла үтте. Бөгөн килеп Башҡортостан журналистикаһында «Зөһрә мәктәбе» тигән төшөнсә йәшәй икән, был шул йылдарҙағы тынғыһыҙ хеҙмәтем емешелер. Ысынлап та, ул осор йәш хәбәрселәре бөгөн үҙҙәре күренекле шағирҙар, яҙыусылар, һәр төрлө маҡтаулы исемдәргә, дәрәжәләргә лайыҡ булған лауреаттар, фән кандидаттары...


Ун йыл алһыҙ-ялһыҙ ҡәләмемде шымартҡандан һуң: «Инде берәҙәк менән дә, президент менән дә интервью эшләй алам», — тигән кимәлгә еттем. Ләкин оҫталыҡтың сиктәре юҡ. Бер кем дә, бер ҡасан да камиллыҡҡа өлгәштем, тип әйтә алмайҙыр. Мин әле лә өйрәнәм. Күп уҡыйым. Ҡәләмемде шымартам. Әңгәмә эшләгән һәр шәхестән нимәгәлер өйрәнәм, ниндәйҙер фәһем алам, уларға һоҡланам һәм үҙем дә ниндәйҙер бейеклеккә ынтылырға тырышам. Бейеклеккә тигәндән дан-дәрәжәләрҙе күҙ уңында тотмайым. Рухи азатлыҡ һәм рухи юғарылыҡ минең өсөн мөһимерәк. Бер кемгә лә буйһонмай, ярарға тырышмай, күңел талабың ҡушҡанса эшләү генә кешегә ижади ләззәт килтерә.


Бер нәмәгә үкенәм: Бөйөк Еңеүҙең 65 һәм 70 йыллыҡтарына арнап тыл ветерандарының иҫтәлектәренән тупланған «Һуғыш балалары — тарих яралары», «Һуғыш яралаған бала саҡ» тигән документаль китаптарыма материалдар туплау эшенә иртәрәк тотонорға кәрәк булған. Элек аҙналап командировкаларҙа йөрөй торғайныҡ. Һәр эш сәфәренән берәр ветерандың хәтирәләрен яҙып алып ҡайтҡанда ғына ла күпме тарих теркәлеп ҡалыр ине. Һуғыш ауырлыҡтарын, аслыҡ, яланғаслыҡты үҙ иңдәрендә күтәргән ул саҡтағы балалар, бөгөнгө тыл ветерандары, әле лә барҙар. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына өсөнсө китапты ла сығарырға насип булһын ине тип, Хоҙайҙан ғүмер һәм һаулыҡ һорайым.


Һорауығыҙҙың икенсе өлөшөнә килгәндә, былай яуап бирер инем: балалар гәзитендә эшләү миңә һаҡсыллыҡҡа, яҙғаныңа үтә талапсан ҡарарға өйрәтте. Бер килке хатта, ижад эшенә шул тиклем яуаплы ҡарап, шиғырҙар яҙмай башланым. Яҙғанымды ла баҫтырманым. Иң башта үҙемде журналист булараҡ раҫлайым тип, әҙәби ижадтан ситләштем. Ләкин күңел хеҙмәте туҡталманы. Күп уҡыу, мәғлүмәтле булыу, донъяны төрлө яҡтан танып белеү, өйрәнеү әле лә бик ярҙам итә, тип уйлайым.


— Һеҙҙең хитҡа әйләнеп, тиҫтә йылдар буйы йырсылар һәм йыр-моң һөйөүселәр тарафынан яратып башҡарылған йырҙарығыҙ бар. Композиторҙар менән нисек эшләйһегеҙ? Йырсыларҙы кем таба — шағирәме әллә көй яҙыусымы? үҙеңдең дә тауышың бик матур бит, ниңә йәшерәк саҡта күберәк йырҙар яҙҙырып ҡалманығыҙ? Бәлки, әле лә һуң түгелдер?


— Бер композиторға ла: «Минең шиғырҙарыма йыр яҙығыҙ әле», — тип йөрөгәнем булманы. Класташым, композитор Айрат Ҡобағошов һабаҡташы Салауат Низаметдиновҡа шиғырҙарымды уҡыған да, ул, оҡшатып, «Ялан сәскәләре»н, «Күҙҙәремә ҡара» кеүек халыҡ яратып башҡарған йырҙарҙы ижад итте. Салауат телефон аша яңы шиғырҙарымды уҡыуымды һорай торғайны. Оҡшатҡандарына көйҙәр сығарҙы. Һанағаным юҡ, утыҙҙан ашыу шикелле ул яҙған йырҙар. Бер ваҡытта ла ҡыҫылманым: ниндәй йырсы башҡарырға тейеш-леген үҙе хәл итә ине. Йәл, ижадының гөрләп сәскә атҡан сағында арабыҙҙан китте. Әлеге ваҡытта уның кеүек көйҙәр ижад иткән композиторҙар юҡ. Ғәжәп үҙенсәлекле, талантлы кеше ине.


Йәш саҡта, ысынлап та, шәп йырлай торғайным. Башҡорт халыҡ көйҙәрен үҙем өсөн генә аудиотаҫмаға яҙҙырып та ҡуйҙым. Шуны тыңлап, бер күренекле артистка: «Һине тыңлағандан һуң башҡа сәхнәгә сыҡмаясаҡмын», — тигәне лә булды. Ҡыҙғаныс, дарыуҙар тауышты бөтөрҙө. Был хәлде бик ауыр кисерҙем. Сәхнәлә сығыш яһаған йырсыларҙы тыңлағанда, был мелизмдарҙы, бөгөлөштәрҙе былайыраҡ алыр инем тип, күңелемдә генә көйләп ултырам.


Күрәһең, ошо моң шиғыр юлдарына ла күсәлер, тип уйлайым һәм композиторҙар ҙа шуны тойоп көйгә һалалыр. Үҙемдең көйөм менән тыуған йырҙарым да бар. Ләкин уларҙы бер йырсыға ла биргәнем юҡ. Шиғырҙарымда күңелдәшлек, рухташлыҡ тапҡан ижадташ композиторҙарға сикһеҙ рәхмәтлемен. Улар — шағир һүҙен моңға һалып мәңгеләштереүселәр.


— Тормошоғоҙҙағы иң шатлыҡлы һәм иң һағышлы мәлдәр?


— Әсәй булған көнөм — иң шатлыҡлы, бәхетле мәлем. Ул минең донъямды үҙгәртте. Бөйөк Назар Нәжми әйтмешләй, «Бөтәһе лә һуңлап килде миңә» тигән юлдар миңә лә ҡағылған кеүек. Йөрәгемдә гел ҡурҡыу йәшәне: «Һуңлап тапҡан балалар иртә етем ҡалалар» тигән һүҙҙәр күңелемдән китмәне. Улымды аяҡҡа баҫтырырға Хоҙайҙан һаулыҡ, ғүмер, көс һорай инем. Шөкөр, инде тормошон

ҡороп, үҙ аллы донъя көткәнен дә күрергә насип итте. Атай-әсәй балаларға һәр ваҡыт кәрәк. Мин дә үҙем әсәй булған йылы әсәйемде юғалттым. Был минең өсөн бик ҙур тетрәнеү булды. Пәйғәмбәр йәшендә донъялыҡтан китте. Үҙе лә изге йәнле кеше ине. Уны юғалтыу һағышынан бик күп шиғырҙар яҙылды.


Мин үҙемде билдәле бер йәштә генә итеп тоймайым: берсә аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр йәшендәмен, күңелемдә боронғолоҡ, мәңгелек йәшәй; берсә шуҡ-шаян бала-саға кеүекмен, бар донъяға яңы тыуған сабый шикелле аптырап, ҙур асылған күҙҙәрем менән ҡарайым, йә иһә шаталаҡ йәш саҡҡа ҡайтып, көсөм, хисем ташып, түгелеп тора. Ижад кешеһе шулай ваҡыт аша күсә алырға тейештер ҙә. Сөнки улар йөрәгенә мәңгелек һыйған.


— Һеҙ ғаиләлә ике ҡыҙ үҫкәнһегеҙ. Апайығыҙ Миңлегөл Хисамова ла, һеҙ ҙә республикала танылған шәхестәр, талантлы шағирәләр. Үҫкән ғаиләгеҙҙең, ата-әсәйегеҙҙең йоғонтоһо, һис шикһеҙ, ҙурҙыр, тип уйлайым. Һеҙҙең әсәйегеҙгә арналған сағыу образлы шиғырҙарығыҙ ҙа күп бит. Апайығыҙ менән осрашҡанда ижад мәсьәләләрен күтәрәһегеҙме?


— Һорауығыҙҙың тәүге өлөшөнә башта яуап бирҙем дә шикелле. Ә апайым шағирә Миңлегөл Хисамоваға килгәндә, осрашҡанда, телефондан һөйләшкәндә, әлбиттә, ижад мәсьәләләренә ҡағылмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Шуныһы ғәжәп: бер ғаиләлә үҫкәнбеҙ, бер тәрбиә алғанбыҙ, ә ижадтарыбыҙ ике төрлө, бер- беребеҙҙекенә бөтөнләй оҡшамаған. Уның шиғриәте тыныс ҡына аҡҡан тәрән

йылға һымаҡ. Ә тәрән йылғаларҙа, тыныс күренһәләр лә, ағым көслө була. Апайымдың шиғырҙарында ла эске тетрәнеү, һағыш көслөрәк. Ул — тәбиғәткә ғашиҡ шағирә. Шул тиклем күҙәтеүсән, хисле итеп тәбиғәт күренештәрен һүрәтләй, тыуған яғыбыҙҙың һәр тауына, йылға, урманына һоҡланып шиғырҙар ижад итә. баҫалҡы холоҡло булыуы, күҙгә үтә салынып бармауы арҡаһындамылыр, ижадына тейешле иғтибар һәм баһа бирелгәне юҡ.

Бер-беребеҙҙе эшкә дәртләндереп тә, тәнҡитләп тә алабыҙ. Баҫылған мәҡәлә- шиғырҙарыбыҙға, сыҡҡан китаптарыбыҙға фекерҙәребеҙҙе лә әйтешәбеҙ. Апайым күп эшләй, күп яҙа. Бер генә йыйынтығында ла китаптан китапҡа күсеп йөрөгән шиғырҙары юҡ.


Уның тормошо еңел булманы. Минең фатирым юҡлыҡтан, һуғыш йылдарын- да тракторҙа эшләп һалҡын тейҙереүҙәр арҡаһында йөрөй алмай түшәктә ятҡан әсәйебеҙҙе ике тиҫтә йылдан ашыу ҡараны. Байтаҡ йылдар ижадҡа ваҡытын бүлә алманы. Әммә аҙаҡ күңелендә тулышҡан хистәре яҙғы ташҡын кеүек урғылды. Бөгөн ул тиҫтәләгән китап авторы. Һуңғы осорҙа бала саҡ хәтирәләрен туплаған ҡулъяҙмаһын әҙерләү менән мәшғүл.


— Үҙ ғаиләгеҙ ҙә ижад кешеләренән тора. Ирегеҙ Нияз, улығыҙ Азамат Мәһәҙиевтар шулай уҡ ижад кешеләре: шағирҙар ҙа, журналистар ҙа. Әҙәби бәхәстәр, кәңәш-төңәш, тәнҡит, хуплау, күтәремләү — барыһы ла барҙыр инде?


— Беҙҙең һымаҡ ғаиләләр әҙәбиәттә лә, сәнғәттә лә күп инде ул. Ижад менән йәшәгән мөхиттә, һис шикһеҙ, ваҡ донъя мәшәҡәттәренән азатлыҡ хөкөм һөрә. Беҙҙе бер ваҡытта ла кемдең яңы мебель алыуы, кем ниндәй илдә ял итеүе ҡыҙыҡһындырмай. Кемдең ниндәй яңы әҫәре сыҡҡан, театрҙарҙа ниндәй тамаша бара, ҡайҙа кемдең юбилейы, хәтер кисәләре үтә, гәзит-журналдар нимә яҙа,

донъяла ни хәлдәр бар — ошондай һорауҙар күберәк борсой. Төрлө сараларҙа булғандан һуң фекер алышыуҙар оҙаҡҡа һуҙыла. Бер ғаилә ағзалары булһаҡ та, һәр кемдең үҙ фекере, бәхәсләшеп тә китәбеҙ. Нияздың да, Азаматтың да донъяға ҡараштары үҙҙәренсә. Ниязға, мәҫәлән, тура һүҙлелеге арҡаһында байтаҡ ғәҙелһеҙлектәр кисерергә тура килде. Ижадына ныҡ талапсан булыуы

сәбәпле, әҫәрҙәрен баҫтырырға ашыҡмай. Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенә ҡарата үҙенсәлекле фекерҙә. Азамат бишенсе кластан русса шиғырҙар яҙа, бер мәл мажаралы повестар менән дә мауығып алды. Йәбешеп ятып классиктарҙың әҫәрҙәрен яңынан уҡып алды. Уның: «Вәт әҫәр! Теле шәп! Һәйбәт яҙыусы!» — тип ләззәтләнеп, тәм табып, кинәнес менән уҡыуына мин хатта һоҡланып та, көнләшеп тә ҡуйҙым. Күп уҡыу ҡайһы саҡта үҙеңә ижад итергә ҡамасаулап та ҡуя. Минең менән дә байтаҡ йылдар элек шулай булғайны. Әле Азамат та тайм-аут алды. Нияз да: «Рафаэль Сафин, Рәйес Түләк, Рәмил Ҡолдәүләттәрҙән һуң нисек инде шиғыр яҙырға?!» — ти. Һәр кем үҙенсә яҙа бит, улай тип ҡарарға ярамай. Мин ышанам барыбер: күңелдәрендәге ижад осҡондары һүнеп ҡалмаҫ. Ҡасан да бер балҡыр, тип өмөтләнәм.


— Һеҙ дөрөҫлөктө кеше йөҙөн йыртмай ғына, әммә тура бәреп әйтә торған, кәрәк саҡта ҡурҡмай-өркмәй, дәрәжәләргә иғтибар итмәй ғәҙеллек яҡлай ала торған ханым. Был сифатығыҙ өсөн тормошта, ижадта ҡаршылыҡтарға осрарға тура килмәнеме?


— Дөрөҫлөктө әйтер өсөн дә көс кәрәк. Әммә нисегерәк итеп әйтәһең — уныһы ла бар. Йәш саҡта бер һәйбәт кенә шағирәнең икенсе йыйынтығының ҡулъяҙмаһын тикшергәндә фекеремде әйтеп дошманға әйләндем. Ижадын ихтирам иткәнгә, унан күпте көткәнгә шулай килеп сыҡты. икенсе йыйынтыҡҡа тип нигеҙҙә тәүгеһендәге шиғырҙарын индереп, бик әҙ генә яңыларын ҡушып, тиҙерәк

китап сығарыу өсөн поэзия секцияһына тикшертергә ҡуйғайны. Ҡулъяҙма менән алдан танышҡан бөтәһе лә шундай фекерҙә булһа ла, береһе лә ниңәлер был хаҡта әйтмәне. Бөтәһе лә миңә ҡарай: йәнәһе, һин әйт. 50 йәшенә тиклем минең менән һөйләшмәне. Ә мин уға ҡотлап открытка ебәрҙем һәм, әле лә ул саҡтағы фекеремдән, һүҙемдән баш тартмайым, бөгөнгө ижади үрҙәрең менән ҡотлайым, һинең өсөн шатланам, тип яҙҙым. Аҙаҡ һин дә мин аралаша башланыҡ.


Ошо ваҡиға, бәлки, ниндәйҙер һабаҡ биргәндер. Ҡайһы саҡта әйтер һүҙемде, фекеремде, әгәр ул кеше ҡабул итерлек, дөрөҫ аңларлыҡ кимәлдә түгел икән, өндәшмәй ҡалам, йәки ғәм алдында түгел, үҙенә генә айырым әйтәм. Эштә лә тура һүҙлелегем арҡаһында ҡаршылыҡтарға йыш осраным. «Мин әйтеүҙән донъя үҙгәреп китәме, түҙ, өндәшмә», — тип ултырам ҡай саҡ, үҙ-үҙемде ҡайыҙлап. Юҡ, түҙеп булмай, аҙаҡ тыныс йоҡлай алмаҫ инем. Ғәҙеллек — мәңгелек. Дәрәжә — бөгөн бар, иртәгә — юҡ.


— Пенсияға сыҡҡас, өр-яңы ижади һуҡмаҡҡа төшөп, тележурналист булып киттегеҙ. Ирегеҙ Нияз Мәһәҙиев менән әҙерләгән «Бай баҡса» тапшырыуҙарын БСТ каналын ҡараусылар көтөп ала. Әҙиптәр эшләгәне өсөн дә ҡыҙыҡлы, файҙалы, фәһемле сығалыр был ижад емештәре. Афарин һеҙгә! Был хеҙмәт шиғриәтегеҙгә ҡамасауламаймы һуң? Әллә өр-яңы йүнәлештә уйланыуҙар, республика буйынса командировкалар, төрлө хеҙмәт кешеләре менән осрашыуҙар әҙәби емештәр өсөн дә илһам бирәме?


— Ысынлап та, ирем Нияз Мәһәҙиев менән бер йылдан ашыу инде «Бай баҡса» тапшырыуын алып барабыҙ. Талантлы журналист Рәйсә Абдуллина былтыр урамда осратып шундай тәҡдим яһағайны. Үҙебеҙгә яҡын тема булғас (ни тиһәң дә, беҙ ҙә сирек быуат баҡса үҫтереү менән шөғөлләнәбеҙ), ризалыҡ бирҙек. Һәм үҙебеҙ өсөн өр-яңы донъя астыҡ. Телевидениеның көсө һәм тәьҫире иҫ киткес ҙур. Урамда ла, баҙарҙа ла, транспортта ла — ҡайҙа барһаҡ та, таный башланылар. Эш беҙҙә генә лә түгел, ә шундай файҙалы, кәрәкле, фәһемле тапшырыу булғаны өсөн яраттылар «Бай баҡса»ны. Илебеҙгә санкция иғлан иткән дәүләттәргә халыҡ яуабы шундай ине: беҙ баҡсабыҙҙа, еребеҙҙә үҫтергән йәшелсә-емеш менән дә үҙебеҙҙе аҫрай алабыҙ, хатта артығын һатабыҙ. Бөрйән, Әбйәлил, Белорет, Федоровка, Ғафури, Көйөргәҙе, Благовар, Бәләбәй, Дүртөйлө, Шишмә, Салауат, Мәсетле, Нуриман, Борай, Балтас... Ҡайҙарҙа ғына булманыҡ ошо бер йыл эсендә. Халыҡтың тырышлығына, үҙ көсөнә ышанып йәшәүенә, фантазияһына, ижадына иҫебеҙ китеп, барған бер ерҙән һоҡланып ҡайтабыҙ. Алдынғы тәжрибәләрҙе башҡаларға күрһәтәбеҙ. Ошо

тапшырыуҙарҙы популяр итеүҙә, әлбиттә, телевидение журналисы, мөхәррир Рәйсә Абдуллинаның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Уның халыҡсан юморға нигеҙләнгән сценарийҙары, Нияздың артислыҡ һәләттәре лә тапшырыуҙарҙы ҡыҙыҡлы итә. Әлбиттә, һәр эштең үҙ ҡыйынлыҡтары бар: ҡышҡы һыуыҡтарҙа ла, йәйге селләләрҙә лә, көҙгө ямғырлы көндәрҙә лә, яҙғы батҡаҡта ла баҡсалағы эштәрҙе төшөргәндә мажараларға осрап бөтәбеҙ. Геройҙар табыуы ла еңел түгел, уларҙы өгөтләп хәл бөтә, беҙҙең халыҡ бик баҫалҡы, оялсан, эшләгән хеҙмәтен күрһәтергә ҡыйынһына. Конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар, ҡайһы берҙәре үҙҙәре саҡыра. Күптәре йәй көнө, баҡса матур саҡта килегеҙ, тип ваҡытын кисектерә. Мул уңыш алыр өсөн ҡыштан үрсетмәләр үҫтереүҙе, аҙаҡ хеҙмәт емешен нисек һаҡларға кәрәклеген дә өйрәтә «Бай баҡса». Һис тә арттырыуһыҙ, ябай ғына түгел, ә сәйәси ҙә, иҡтисади ҙа тапшырыу тип әйтергә мөмкин уны.


— Бөгөнгө йыр сәнғәте хаҡында фекерегеҙ нисек?


— Йыр сәнғәте тураһында күп һөйләргә була, әлбиттә. Бынан байтаҡ йылдар элек хатта Башҡортостан Яҙыусылар союзының бер йыйылышы шуға арналып, Актерҙар йортонда ҙур ғына һөйләшеү ҙә булғайны. Әммә әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәне. Ни тиһәң дә, хәҙерге йәштәр йыр сәнғәтенә үҙ ағымын алып килде. Уларҙың үҙ тауышы, үҙ стиле. «Йәшлек-шоу», «Урал моңо» кеүек саралар ҙа йәштәр ижадын әүҙемләштереүгә йоғонто яһай. «Юлдаш йыры», «Башҡорт йыры», «Гәлсәр һандуғас» кеүек бәйгеләр ҙә йыр сәнғәтен үҫтереүгә, һис шикһеҙ, үҙ өлөшөн индерәлер.


Ләкин бер көнлөк көйҙәр (йырҙар тип әйтеп булмай уларҙы) күбәйеп, ысын халыҡсан моң яратыусыларҙы тамашаларҙан биҙҙереп тә ҡуймай микән? Мәғәнәһеҙ һүҙҙәр, клубта бейей торған барабанлы көйҙәр (йәштәр уны «клубная музыка» ти) зауыҡ тәрбиәләйҙер, тип уйламайым. Элекке композиторҙарҙың моңло йырҙары һағындыра. «Былбылым», «Таңдағы йыр», «Аҡҡош күле»... Яңы һулыш, яңы моң, яңы тетрәткес йырҙар етмәй. Шәп йыр килеп сыҡһа, бөтә халыҡ, тиҙерәк өйрәнә һалып, табындамы, урамдамы, сәхнәләме йырлап йөрөй торғайны.


Талантлы композитор Салауат Низаметдинов, мәҫәлән, йыр сәнғәтенә бер кемгә лә оҡшамаған, үҙенә генә хас яңы ритмдар менән килеп инде. Ҡайһы берәүҙәр уны ҡабул итмәне, һәр яңылыҡ, ғәҙәти булмағас, башта шулай ҡаршылыҡтарға осрай. Әммә йәштәр заманса көйҙәрҙе ҡуш ҡуллап ҡаршы алды. Ана шундай үҙенсәлекле таланттарға сарсаған, минеңсә, бөгөнгө йыр сәнғәте. Һәр ижадтың үҫеш осоро төрлөсә: иншалла, ығы-зығылы, ваҡ-төйәк көй-таҡмаҡтар осоро үтер, ваҡыт иләүенән мәңгелек моңдар ғына ҡалыр, тип ышанайыҡ.


— Яҙыусылар союзының кәрәклеге хаҡында кире ҡарашта түгеллегегеҙҙе беләм. Уның хәҙерге заман шарттарында уңышлы эштәрен нисек күҙаллайһығыҙ?


— Нисек инде ойошма кәрәкмәһен?! Хәҙерге заманда, хатта өс кешенән торған партиялар, йәмәғәт ойошмалары төҙөлөп ятҡанда, 300-гә яҡын ағзаһы булған Яҙыусылар союзы нисек юҡҡа сығырға тейеш? Һәр әҙип үҙ көнөн үҙе күреп, яҙғанын бер кемгә лә уҡыта алмай, бигерәк тә йәштәр кәңәш, фекер ишетмәй нисек йәшәһен? Юбилейҙарҙың да, йыназаларҙың да бер кемгә лә кәрәге юҡмы? Уҡыусылар әҙип менән осрашыуҙарға мохтаж түгелме? Союз булмаһа, ошоноң кеүек бихисап һорауҙар һауала эленеп ҡаласаҡ. Заманалар бер ваҡытта ла еңел булмаған. Ләкин теләк бар икән, ойошманың эшен йәнләндерергә мөмкиндер, тип уйлайым. Мәҫәлән, пропаганда бүлеген кире ҡайтарып, халыҡ менән осрашыуҙарҙы тергеҙергә кәрәктер. Һәр райондың танылған эшҡыуарҙары бар. Улар был кисәләрҙе үткәреүгә үҙ өлөштәрен индерә ала бит. Бары улар менән һөйләшергә, килешергә, ойошторорға кәрәк. Бының өсөн Союзда махсус бер кеше ултырһын ине. Өфөләге бөтә юғары уҡыу йорттарында шаулатып-гөрләтеп студенттар менән берлектә элекке шикелле кисәләр үткәреү мөһим. «Бәйләнештә» ултырып аралашыу ғына етмәй, йәнле әңгәмә, һөйләшеү, шиғыр уҡыу, шағирҙың үҙен күреп, уны тыңлау бер ниндәй виртуаль донъяны алмаштыра алмай. Юбилей көндәрендә генә түгел, йылына бер тапҡыр булһа ла, өлкән йәштәге әҙиптәрҙең өйҙәренә барып хәлен белеү, мөмкинселек табып ярҙам итеү уларҙың яңғыҙ түгеллеген, кәрәклеген тойорға көс бирер ине. Өҫтәлдәргә шарап ҡуймайынса ғына ниндәйҙер мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшер өсөн сәй табындары ойошторорға мөмкин. «Әҙәби кесаҙна»ларҙы ла төрләндерергә була. Секция ултырыштарын да ҡайһылыр редакцияла түгел, ә мотлаҡ Союзда үткәрергә кәрәктер. Йыш ҡына ҡәләмдәштәр алдында ижади отчеттар тотоу ҙа әҙиптәргә дөрөҫ йүнәлеш алырға, һорауҙарына яуап табырға, йылдамыраҡ эшләргә булышлыҡ итер. Өлкән яҙыусыларҙың оҫталыҡ дәрестәрен тыңлау, ижад лабораторияһы менән танышыу ҙа йәштәргә аҡыл, фәһем булыр ине.


«Ине, ине...» Теләк кәрәк. Эшләйем тигән кеше бөтәһен дә тормошҡа ашыра. Кәңәшләшер өсөн идара ағзалары бар. Ҡыҫҡаһы, һәр яҙыусы Союзға тыуған йортона килгән кеүек инә алһын ине. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр унда өсәр йыл, хатта унан да күберәк аяҡ баҫҡаны юҡ. Һәр союз ағзаһына — өлкәнме ул йәшме, дәрәжәлеме әллә бер китап авторымы — мөнәсәбәт һәм ҡараш бер кимәлдә ихтирамлы һәм иғтибарлы булырға тейеш, тип уйлайым.


— Бөгөнгө шиғриәт һәм, ғөмүмән, әҙәбиәт уҙған быуаттың 70-се, 90-сы йылдарынан нимә менән айырыла? Быуындар бәйләнеше хаҡында фекерегеҙ?


— Быуындар бәйләнеше һәр ваҡытта ла булған, бар һәм буласаҡ. Шунһыҙ мөмкин дә түгел. Өлкәндәргә йәштәр алмашҡа килә, улар үҙ сиратында арттары- 172 нан эйәреүселәрҙе хәстәрләй. 70-се йылдарҙа Мостай бейеклеге, Рәми мәктәбе булған тибеҙ. Һәр замандың үҙ остаздары һәм шәкерттәре бар. Дөрөҫ, бер кемдең дә ҡулынан тотоп яҙырға, оҫталыҡҡа өйрәтеп булмай. Бөйөктәр үҙҙәренең бар булыуҙары, ижадтары менән оло бер мәктәп булып тора.

Шөкөр, башҡорт әҙәбиәтенең ижад үрҙәренә әйҙәп торған үҙ бейеклеге бар. Ҡулына ҡәләм алған һәр әҙип шул юғарылыҡҡа ынтылырға тейештер.


— Кешеләрҙә иң хөрмәт иткән сифаттар? Юғары кешелек сифаттарына саҡырып та, үҙҙәре уларға эйә булмаған әҙиптәр талантлы әҫәрҙәр яҙа аламы?


— Яуапты һорауҙың аҙаҡҡы өлөшөнән башлайым әле. Ҡыҙғанысҡа күрә, яҙа ала. Минең хатта был хаҡта «Яуыз даһи» тигән шиғырым да бар. Тарихтан да әллә күпме миҫалдар килтерергә мөмкин. Бөгөнгө тормошобоҙҙа ла тулып ята улар. Был турала мин дә йыш уйланам ул, тик сәбәптәрен генә аңлап бөтә алмайым. Нисек кеше бер төрлө йәшәп, икенсе төрлө яҙа ала? Ошо булмышы уның тыумыштан йә тәбиғәттәнме, әллә тирә-яҡ мөхит йоғонтоһонанмы? Яраҡлаша алыуҙанмы, үҙенең асылына хыянат итеүҙәнме?


Бик ҡурҡыныс был ике һүҙ

Бергә торған сағында

Хоҙай үҙе ярҙам бирһен,

Баһа бирһен даһиға.


«Яуыз даһи» шиғырымда үҙемсә ошолай яуап бирергә тырыштым.

Намыҫлы кешеләрҙе ихтирам итәм. Намыҫына ҡаршы барып нимәлер эшләйҙәр икән, ундайҙар башҡа хаслыҡтар ҡылыуҙан да тартынып тормайҙар. Вәғәҙәһенә, әйткән һүҙенә тоғролоҡ та минең өсөн төп кешелек сифттарынан һанала. Әлбиттә, намыҫ менән йәшәүселәргә бик ауыр. Улар донъяның күп өҫтөнлөктәренән — ләззәттән, байлыҡтан, дәрәжәнән, вазифанан мәхрүм. Әммә йәндәре һәм йоҡолары тыныс. Кемгәлер нимә өсөндөр бурыслы түгел, иптәшем Нияз әйтмешләй, кис тыныс йоҡлап китәләр, иртән йылмайып килеп торалар. Йәндәрен баҫып торған, ғазаплы уйҙарға батырған, йән тыныслығын, төн йоҡоһон алған борсолоуҙары юҡ.


— 10—15 йылдан һуң башҡорт китаптары, әҙәбиәте нисек булыр? Уҡыусылар ниндәй жанрҙарҙы күберәк һайлар?


— Тарих өсөн 10—15 йыл бик әҙ ваҡыт. Был осор эсендә генә әллә ни ҙур үҙгәрештәр булыр, тип уйламайым. Ә инде артабан да мәктәптәр ябылһа, башҡорт теле дәрестәре ҡыҫҡартылып йә бөтөнләй уҡытылыуҙан тутатылһа, үҙ телен белмәгән-һөйләшмәгән, уҡымаған милләттәштәребеҙ кәмеүенә шик юҡ. Бөгөн беҙҙе ана шул мәсьәлә борсорға тейеш. Был — иң мөһиме.


Әлбиттә, һәр замандың үҙ әҙәбиәте. Тарихи, сәйәси, иҡтисади, мәҙәни үҙгәрештәр, һис шикһеҙ, ижадсыларға үҙ темаларын тәҡдим итер, яңы жанрҙар, ысулдар барлыҡҡа килер. Һәр жанрҙың үҙ уҡыусылары бар. Кемдеңдер күңеленә шиғриәт дауа, кемдәрҙер тарих төпкөлдәрен байҡарға, шәхестәребеҙҙе барларға, үткәндәрҙе аңларға теләр, икенселәр публицистик һүҙгә мохтаж булыр, прозаны

яратыусылар ҙа, драма әҫәрҙәрен сәхнәнән ҡараусылар ҙа кәмемәҫ. Әҙәбиәт — тарих, милләт һәм күңел йылъяҙмаһы ул. Ә йылъяҙмалар — мәңгелек.


Читайте нас: