— Розалия һеңлем, яҡын күреп ошолай өндәшәйем әле. Һине тәүге тапҡыр сәхнәлә күреп, оҙаҡ ҡына һоҡланып йөрөгәнем иҫтә. Үҙеңдән байтаҡҡа өлкән ғалимә апайҙар менән бергә сығыш яһағайның.
Йырлаһа, һөйләһә — тыңлап, бейеһә — ҡарап туйғыһыҙ һомғол буйлы йәш ҡыҙ төҫкә лә сибәр һәм һөйкөмлө ине. Рәсәй Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспиранткаһы Розалия Солтангәрәева, тип таныштырҙылар. «Бына бит ниндәй күп яҡлы талант эйәһе үҫеп килә!» — тип ҡыуанып ултырҙым кисәлә. Аҙаҡ мин яңы ғына баш мөхәррир булып эшләй башлаған «Башҡортостан ҡыҙы» журналына мәҡәлә алып килгәс, үҙең менән яҡындан күрешеп, һөйләшеп, райондаш икәнлегебеҙҙе белеп, тағы бер шатлыҡ кисерҙем. Был һәләттәр ҡайҙан йәки кемдән һиндә? Ғалимә булыу теләге бала саҡтан килгән хыялың инеме? Ошо хаҡта тулы ғына итеп һөйләп китһәң ине.
Ғөмүмән, тормошта ни ярай, ни ярамай тигән һорауҙар күп тыуа бит. Көйәнтә аша атларға ярамай, ҡояш батҡас, һыу алыу ярамай, тулы айға оҙаҡ ҡарарға ярамай, өҫтәлдә бысаҡ ҡалдырыу ярамай һ.б. Инәйем Йәмилә Әйүп ҡыҙы, математика уҡытыусыһы, әүлиәләр затынан. Унан һораһам: «Үҫкәс, белерһең әле, әйткәнде тыңла!» — тиер ине. Шул һорауҙарға яуап табыу теләге этәргес булғандыр.
Атай-инәйем дә белемле заттан, ете быуыным да уҡымышлы, Ҡөрьәнде белеүсе ғәрәп, фарсы телендә мөнәжәттәр яҙып ҡалдырған Әхмәтйән, Ҡотлоғужа ҡанбаба ҡартатайым булған, атайымдың инәһе Ғәрифә ҡартинәйем Ҡөрьәнде, «Йософ һәм Зөләйха»ны һөйләп көйләй ине. Атайым яғынан Ҡаҙаҡбай ҡанбабам — етенсе быуын мәшһүр йырсы, көслө уҡымышлы булған, сабып килгән атты ҡараш менән туҡтатҡан. Атайым үҙе һуғыштан ҡайтҡас, Силәбе институтын бөткән. «Ғүмер буйы белем алығыҙ!» — уның яратҡан һүҙе булды.
Инәйем — шағирә йәнле кеше. Дәүләкән педучилищеһында уҡығанда М.Буранғолов уға: «Уҡырға, яҙышырға кәрәк, һин шағирә бит», — тип фатихалар биргән булған, һәләтенә һоҡланған. Уның әсәһе Заһира ҡартинәйем ғәрәпсә белгән, бик матур йырлаған.
Ҡыҫҡаһы, минең булмышым яҙмышым — ата-бабаларҙан ҡалған бурысты үтәү, уҡымышлылар дауамы — Хоҙай бүләге...
— Бала сағыңды, үҫмер йылдарыңды хәтерләгәндә иң элек ниндәй картиналар күҙ алдыңа килә? Нимә ул һинең өсөн тыуған яҡ һәм яҡташтар тигән төшөнсә? Рухи үҫешеңдә уларҙың роле ни дәрәжәлә?
— Тыуған яҡ — кеше ғүмер буйы аса торған изгелек. Шәхес үҙе ниндәй — тыуған яҡ уға шулай асыла. Ниндәй маҡсат менән йәшәй, Тыуған ер уға шундай киңлек, асыҡлыҡ, хозурлыҡ һәм кешегә талап булып йәшәй. Кемдер: «Уға изгелек эшләр өсөн, тыуған яҡ миңә ни бирҙе әле ул?!» — ти. Кемдер: «Хоҙай миңә ниндәй матур Ил биргән! Тыуған ерем, халҡымды оятлы итмәйем, намыҫ, дәрәжәмде күтәреп, илемде күтәреп йәшәйем!» — ти. Уның һәр үләне, тауы, сәскәһе, урманы, кешеһе — һиңә изге бурыс, уны яҡлау, һаҡлау эшендә кеше шәхес булып асыла белеү өсөн бирелгән. Күңелеңә, тормошоңа, йөрәк-дәртеңә, тыуған яҡ төрлө ташы, төтөнө, шишмәһе һ.б. менән көтөлмәгән хәтирә булып хәтергә килә.
— Фәнни эштәрең башҡорт йола фольклорын өйрәнеүгә бағышланған. Һин был тема буйынса шул тиклем илһамланып, бөтә нескәлектәрен күҙ алдына килтерерлек оҫта итеп бәйән итәһең. Тап ошо йүнәлеште һайлауың осраҡлы ғына хәл түгелдер, тип уйлайым.
— Йола — бик-бик ҡатмарлы күренеш. Халыҡ менән бергә тыуған тәүге закон ул. Уны филологик юҫыҡтан ғына асыу — бер ни эшләмәү менән бер. Унда миф, идея, һүҙ, хәрәкәт, тәртип, ысул, көй, иман, күрәҙәлек, сәнғәт, тәбиғәт — Кеше бәйләнештәре бергә йәшәй. Әгәр уларҙы бер бөтөнлөктә һәм төрлө фән күҙлегенән (этнография, мифология, археология, философия, тел ғилеме, психология һ.б.) өйрәнһәң генә, һәр элементтың мәғәнәһен асһаң, йола асҡысын белеп, табып була. Йола — башҡорттоң бик борондан туҡылған законы. билдәле ғалим Б.Путиловтың «Все, всё имеет отношение к обряду» тигән алтын һүҙҙәре бар. 35 йыл буйы башҡорт йолаһын өйрәнеп, шундай фекергә килдем: йолаһын һаҡлап, шул тәртип буйынса йәшәгән халыҡ ҡына XXII быуатҡа күсә алыр. «Кәсеп, сәнғәт бит был!» — тип әйтеп тә йола күренешен тарайттылар. Бура бурау — хеҙмәт эше, ә уны тәртибен белеп эшләү — йола; артыш үләнен йыйыу — һаулыҡ һаҡлау эше, әммә уны йыйғанда тамырына тоҙ һалып китеү — йола; ҡар һыуын алыу — хәжәт, әммә уны алыуҙың ваҡыты (19—24 март), урыны (таҙа, һыуһыл уйым ер), ысулы (ҡот өлөшө һалып, теләк теләп, ҡояшҡа йөҙ менән ултырып) бар. Шуға ла ул йола.
Бик күп йолаларыбыҙ ҡыйралған, онотолған, бөткән. Шуға ла милләт бушағайҙы. Башҡорт холҡо ваҡланды, уйы тарайҙы. Боронғо йола буйынса ғәскәр башлығына ҡаршы ғәскәр башлығы, батырға батыр ғына ҡаршы сыға алған. Ябай яугирҙың иһә — үҙ яуы... Йола, тәртип бөтөү — болалы, тарҡау, намыҫһыҙ ил яҙмышы ул.
Эйе, йоланы өйрәнә-өйрәнә төрлө фәндәрҙе генә түгел, төрлө күренештәрҙе, тормошто аңларға күтәрелә алам. «Йоланы өйрәнгән кеше бөтөн жанрҙы ла, күренештәрҙе лә белә ала», — тип яҙғайны академик Ю.Г.Круглов. Йоланың ни икәнен белмәй: «Башҡортта был булмаған!» — тип дорфа һығымта яһау ярамай. Халыҡтың боронғолоғо, законлы булған дәүләт икәне йолала асыла. Хатта беҙҙең XXI быуат күҙлегенән ҡарағанда, ҡырағай, «оятһыҙ» күренештәр ҡасандыр тәртип булған. Боронғолоҡҡа бөгөнгө эстетик ҡараштан баһа биреү ғилми фекер була алмай.
Хәҙер китап, монографияларым, әсбаптар бар. Хоҙайға шөкөр ҡылам. Сынығам, йола өйрәнеп.
— Тәүге осрашыуға байтаҡ йылдар үтте. Бик аралашып тормаһаҡ та, һәр уңышыңа, һайлаған юлыңдан туҡтауһыҙ алға ынтылыуыңа ҡыуанам, һаман да яҡшыраҡ, юғарыраҡ үрҙәргә күтәрелә барыуың менән ғорурланам, бынан ары ла бары тик уңыштар ғына юлдаш булһа ярар ине, тип теләйем, туғаным.
Республикабыҙҙың сәйәси, ижтимағи, мәҙәни тормошонда ла һәр саҡ ҡайнап йәшәйһең. Уларға дәрт-дарманды, рухи һәм физик көстө ҡайҙан алаһың? Арып киткән саҡтарҙа хис-тойғоларыңды, зиһен-аҡылыңды нисек үҙ хәленә ҡайтарып, тағы ла тулыландырып ебәрәһең?
— Ауырлыҡ, ҡаршылыҡтар, хатта ғәйбәт, нахаҡ бәлә-яфа тағыу шәхес үҫешендә тәбиғи күренеш, Аллаһы Тәғәлә һынауы. «Мин һиңә күпме һәләт бирҙем, ә һин уларҙы яҡлай ҙа алмайһың икән!» — тип ҡуймаһын. Юғары көс, Аллаһ бер! Шулай аңлайым, көс яңыртам, йөрәгемде сафландырам. Кемдеңдер теләһә ни һөйләүенән, иншалла, иман дәрестәренән, суфыйсылыҡ ғилеме, намаҙҙа яуап, дауа, йыуатыу табам. Ғәйбәтсе кешеләргә яман һүҙ әйтеп, яуап биреп, ауыҙ бысратмайым. Йөрәкте ниңә мин уларҙың ҡараһы менән тултырырға тейеш? Таҙартам. Йөрәгемә матур уй тултырам! Бик рәхәт була. Ул уйҙарҙы, улар ҡылған имәнес өсөн михнәтләнеүҙе алып ташлайым.
Минең бит сәсән тигән яҙмыш бар. Ә ул бик юғары, таҙа, рухи юғарылыҡ, сафлыҡта йәшәү тигән һүҙ, әгәр бер бәндәне яманлап һөйләһәм — ул халәткә хыянат бит.
— Һирәк осраған халыҡ йырҙарын, ҡобайырҙарын үҙең дә ихласлап башҡараһың. Ауыҙ-тел ижадына, йолаларға арналған тиҫтәләгән китаптар, монографиялар сығарҙың. Ижад сығанаҡтарың, илһам серҙәрең һәм, мөмкин булһа, алдағы пландарың менән дә уртаҡлашһаң ине.
Башҡортостаныбыҙ үҙаллылыҡ яулаған һәм яулағанды яҡлаған, үҫтергән осорҙа үҙеңде әүҙем, ҡыйыу, илһөйәр шәхес итеп таныттың. Ошо йылдарҙа күп ҡырлы хеҙмәттәрең менән дә, изгелеккә, матурлыҡҡа саҡырған сәсәниә-әйҙәүсе булараҡ та ил ҡыҙы дәрәжәһенә күтәрелдең. Уҙған быуаттың
1990—2000 йылдары бөгөн күңелеңдә ниндәй уй-хистәр уята?
— Гөлфиә апай! Мин Һеҙҙең үҙегеҙҙе ихлас, Аллаһтың һайлам бер матур кешеһе, Аллаһының һөйөклө бәндәһе икәнегеҙҙе таныйым, һоҡланам, гел шөкөр ҡылам! Әммә пландарымды әйтә алмайым. Аллаһ ярҙамы ғына булһын, тим!
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен ете йыл тиерлек етәкләү дәүерендә яңы юлдар, йүнәлеш, масштаблы проекттар юл алды. Райондарҙа филиалдар төҙөлдө, күп делегаттар ҡатнашлығында съезд (ә ул миңә тиклем 8 йыл булмаған!), ҙур конференция үтте. «Бәхетле никах», «Сөмбөлә», «Урал батыр» байрамы, «Сәсән мәктәбе» кеүек ҙур саралар даими үтә. «Урал батыр» байрамы ни тиклем көс тупланы, аң таҙартыу ҡеүәт бирә — әйтеп бөткөһөҙ.
Шағирәләрҙең ҙур концерты, БСТ-ла башҡорт теле көнө һ.б. — барыһы ла изге эш булды, тип һанайым. Ил алдында абруйлы, тәжрибәле, фиҙакәр ҡатындарға Ағинәй яулығы ябындырыу йолаһы, егәрле, айбар-толпар йәмғиәттәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы «Аҫыл башҡорт ҡатын-ҡыҙы» тигән затлы таҫма менән бүләкләү тергеҙелде. Ауылдарҙа, мәктәптәрҙә осрашыуҙар, «Славные дочери башкирского народа», «Съезды» китаптарына презентациялар, эштәр бик күп булды. Шөкөр.
— Филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Аҡмулла премияһы лауреаты, Халыҡ-ара, Рәсәй һәм Башҡортостан кимәлендә һанап бөтөргөһөҙ конкурстар, фестивалдәр лауреаты... Былар бөтәһе лә — күп яҡлы талант һәм фиҙакәр хеҙмәт емештәре. Шулай ҙа ҡайһылары айырыуса күңелеңә яҡын һәм ҡәҙерле?
— 1987 йылдан бирле ҡобайырҙарым әйтеп, ил, ер-һыу, күңел-йөрәктәрҙе нурлайым, иншалла. 1980 йылдар — ҡобайыр әйтеү өсөн тыуған мәлдәр. Илдең яңынан тыуған мәлдәре, рухи күтәренкелек. Минең сығыштар, беләм, тетрәткес күренеш булды. Әммә мөмкин булған өсөн батыр, әйтергә мөмкин булған өсөн сәсән булманым. Ул Хоҙай әшкәртеүе ине. 20-ләгән ҡобайыр үҙ көйөм менән әйтелде. Мине ил түрендә Инә аҡ бүре, Ил ҡыҙы, Ил рухы тип ҙурланы халыҡ. Сәхнәлә торғанымда елән осон килеп үбеп киткән, илаған бер апай һаман күҙ алдымда... Бына ошо була үҙ бурысыңа тоғролоҡ, үҙ эшеңә яуаплылыҡ! Мин ул саҡ тетрәндем. Һәм тағы ла юлымдың дөрөҫлөгөн аңлап, ни тиклем Башҡорт иле, ере, халҡым алдында яуаплы икәнемде йөрәгемә һалдым. Алға атланым. 1996 йылда Ҡаҙағстанда үткән Халыҡ-ара конкурста башҡорт ҡобайырын ишеттергәс, 4 ил президенты бөркөт осороп ҡотланы. «Башкорт акыны, айналайын!» тип данланы. Мине «рифма төҙөүсе», «оҙон таҡмаҡсы», «теҙеп һөйләүсе», «образһыҙ», «тел белмәй» тигән бихисап ғалим, шағир, яҙыусы, журналистарҙың берәйһенә ошо өлөш тейгәнме һуң?
2010 йылдан М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла Махсус сәсән мәктәбе алып барам. Әммә әле саҡ өндәре асылып, минән илһам алып, мәктәп тигән күренеште саҡ күтәреүселәр хатта ки үҙҙәре әллә ҡасан сәсән мәктәбен алып барған булып сыға башланы. 1987 йылдың 23 мартында «Башҡорт иле» тигән ҡобайыр менән Нефтселәр һарайында сығыш яһаным. Ғәзим Шафиҡов: «10 минут, которые потрясли зал!» — тип яҙҙы минең сығышым тураһында «Вечерняя Уфа» гәзитендә. Һыуыҡ зал, клубтарҙа, ямғыр аҫтында, киң яландарҙа яңғыраны ҡобайырым... Удмурт республикаһы, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Мәскәү, Алма-Ата, Америка, Ленинград, Ҡазан, Өфө, Бишкек, Элиста һәм башҡалар тетрәнде ҡобайырымдан.
«Үҙеңдеке — үҙеңә яу». Ни эшләп әле Р.Солтангәрәева сәсән һүҙен әйтмәй, тел, ер-һыу яҡламай тиеберәк яҙа бер «хөкөмдар». Ул ҡайҙан белә ҡайҙа сәсән йөрөгәнен? Ул минең юлымды бүрәнә аша бүреләй күреп ултырамы? Кешелә булмаған кешенең кешелә булыр эше ошо инде. Икенсе яҡтан, дөрөҫ һорау бер яҡлы, тенденциоз, мәкерле кеше өсөн. Эйе. Өфөлә ҡобайыр һирәк ишетелә. Әммә мин, шөкөр, ауыл, мәктәп, китапхана, ялан ерендә һаман ҡобайырыма тоғро! Бына шул. 2000 йылдарҙа яңы быуын килде. Суверенлыҡ вәғәҙәләренән «алданған» асыулы йәштәр, аҡса-мал хәжәте алға сыҡты, сәсәнгә юл тарайҙы.
Үҙ атын ҡайҙа бәйләргә белмәй күп башҡорт. Уғрылыҡ, ике йөҙлөлөк, тарлыҡ, ҡурҡаҡ йәнлек генотибында булмаған халыҡ баҙап, ата-баба йола-законынан аҙып, берен-бере ашай, үҙенеке үҙенә яу хәҙер. Тупланыу кәрәк, тибеҙ. Уның өсөн бит эс таҙартыу, аң, йөрәк ағартыу, көнсөллөктән арыныу кәрәк! Тик көслөләр, оло йөрәкле, ватан һағын үҙ именлегенән алда ҡуйғандар ғына бит туплана белә! Хисле, үтә тойғоло бит ул башҡорт асылы. Үҙенеке, үҙ туған бауыр башҡортонан таш ырғытыуҙы ауыр кисерә. Ҡайһы ерҙә, ниндәй ерлектә сара, майҙан үткәрелә — башҡорт ҡашҡаларынан, фиҙакәрҙәренән «үҙеңдеке — үҙеңә яу» ғилләһен ишетәһең. Әйҙә, Шәхес булғас, йөрөтмә һин ул Һүҙҙе, яу булма үҙ башҡортоңа, аяу бул, туҡтат үҙеңдә башҡаны хурлау өйәнәген. XXI быуат шарттарына, баҙар заманына халыҡ яраҡлашырға тейеш, әлбиттә. Әммә асылын һаҡлай алмаһа, йола, намыҫ, ватансыллыҡ, илһөйәрлек сифаттарын арзан нәмәләргә алмаштырһа, уның киләсәге бушаҡ. Халыҡты оло маҡсаттарға хеҙмәт итеү ҡотҡара.
Заман зарлы, һаман болғана.
Илем, телем, тигән ил генә
— Ҡатын-ҡыҙ, әлбиттә, үҙен-үҙе ҡарап, ҡупшы, килешле кейенеп йөрөргә тейеш инде ул. Ә бына һинең образды башҡалар менән бутау мөмкин түгел. Башыңдан аяғыңа тиклем кейгән кейемдәреңдең, биҙәүестәреңдең һәр биҙәге, төҫө, фасоны уйланылған, һәр береһенә үҙенсәлекле мәғәнәһе һалынған. Килешә лә бит әле. Сәхнәлә генә түгел, эштә лә, ялда ла, бөтә урында ла тышҡы һәм эске матурлығың гармонияла һәм ҡабатланмаҫ. Был кимәл кешеләрҙә зауыҡ һәм дәрт-өмөт тәрбиәләй, тик уға өйрәнеп тә булмайҙыр ул, тойорға ғына мөмкиндер. Егәрлелек тә кәрәк бит әле. Тауҙай эш араһында.
Кейенеп-яһаныуың менән үк сағыу һәм берҙән-бер ижади образ тыуҙырыу теләге ҡасан барлыҡҡа килде? Бала саҡта уҡмы, студент йылдарындамы, әллә һуңыраҡмы? Нимәләрҙер этәргес көс тә булғандыр бит?
— Үҙенә, үҙ килбәтенә битараф булмаған кеше илгә лә битараф түгел. Илгә, халыҡ вәкиле булараҡ халыҡҡа һөйөүенең бер шәлкеме — кейем, кейенә белеү. Ҡатын-ҡыҙҙың матур, килешле кейенеүе тәбиғәт һәм тәбиғилеккә таяна. Әрһеҙ, төҫ һәм фасон айырмай, нисек етте шулай кейенеү, яраҡлашыу тышҡы донъяға протест. Билгеле шәхестәр бигерәк тә милли зауыҡ, миллилекте өлгө итергә тейеш тә бит...
Образ тип атауығыҙға рәхмәт. Ул — үҙе яуаплы эш. Минең инәйем Йәмилә Әйүп ҡыҙы: «Әүлиәләр затынан, балам, беҙ», — ти ине. Һомғол буйлы, оҙон, тубығына төшөп торған ҡара сәсле, сибәр ҡатын ине. Һәр саҡ матур, килешле кейенде. Атайым уға нисектер матур күлдәктәр ҙә алып ҡайта белде. Оҙон итәкле, нескә билле, инәйемә генә килешә торған әллә ниндәй ҡупшы күлдәктәр алып ҡайтыр ине. Бәләкәйҙән шуға һоҡланып үҫтем. Ә нәнәйем — Заһира инәйемдең инәһе ғәләмәт һомғол, һылыу, бик тә матур тауышлы булған. Шулай уҡ: «Ҡупшы кейем — күңел көҙгөһө», — тиер булған.
Бәләкәйҙән матур кейенергә яраттым. Ә йола, халыҡ ижадына ғүмер бағышлағас, ул үҙенән-үҙе булмышыма күсә. Бик зиннәтле, бай кейем маҡсатым түгел, ә зауыҡ, ябайлыҡ, таҙа һәм фекерлелек булыуы зарур. Һеҙ әйтмешләй, эш, хеҙмәтемдең дауамы ул кейем, шулай уҡ Сәсән тигән образ яуаплылығы ла бар.
— Ырым-йолаларҙы төптән өйрәнәһең, башҡаларҙы ла өйрәтәһең, ә үҙең ырымдарға ихлас ышанаһыңмы һуң? Ышанһаң, дәлилләп миҫалдар килтерә алаһыңмы?
— Ырым, миф, тыйыу һ.б. буш урында тыуған белек түгел. Улар быуын-быуындан туҡылған тәжрибә нигеҙендә халыҡ аҡылын, күҙәтеүсәнлеген туплаған. Мәҫәлән, ҡунаҡ килер булһа, кешене әмәлһеҙ итеп йоҡо баҫа. Шөкөр, халыҡта билдәле кеүекмен бит. Экспедициялар ваҡытында һәр саҡ инәйҙәр: «Ай-һай, маҙаһыҙ итеп йоҡо баҫты шул, оло итеп тороп. Шул, һинең килергә булған бит!» — тип әйтеүҙәре миңә ғәҙәти хәҙер. Кешенең астраль көсө, һиҙемләүе бик юғары. Башҡа берәү уның арауығына керә икән, нескә донъя ҡыҫыла, тимәк, йоҡо баҫа. «Ай башында ауырыу һөйләмә — аҙа» логикаһы аңлашыла инде.
Ҡатын-ҡыҙ ир юлын ҡыя үтергә тейеш түгел. Һис ярамай. Юл бүлеү өлөштө тартып алыу менән бер. Ышаныу-ышанмау бында төп шарт түгел. Ниндәйҙер эҙмә-эҙлелек, юғары аң һиҙеме кимәлендә теге йәки был ҡағиҙәләрҙе үтәргә тырышыу бар. Үҙеңде-үҙең тышҡы донъя кирелектәренән һаҡлау, һаҡланыу — һәр кешенең бурысы. Ул кемгәлер зыян итеү түгел, ә һаҡланыу.
— «Талантлы кеше һәр яҡлап талантлы», — тигәндәй, һин өйҙә хәстәрлекле ҡатын, изге әсәй, уңған хужабикә лә бит әле. Шул хәтлем ҙур-ҙур эштәр башҡарып, ғаилә ҡарарға ла нисек өлгөрәһең? Һиңә йыш ҡына яҡын һәм алыҫ яҡтарға командировкаларға сығырға, Өфөлә саҡта ла төрлө фәнни-ғилми конференцияларҙа, кисәләрҙә ҡатнашырға тура килә. Ғаилә ағзалары ҡәнәғәтһеҙлек белдермәйме? Ҡыҙың Гөлнәзирә фән юлынан китергә йыйынмаймы? Улыңдың ғаиләһе менән мөнәсәбәтең нисек? Киленең менән уртаҡ тел табаһығыҙмы? Ҡыҫҡаһы, ғаиләң менән яҡынданыраҡ таныштырып китһәң, һөйләшеүебеҙ тулыраҡ булыр ине.
— Әсә булараҡ, үҙемдең булмышым үҙе тәрбиә тип һанайым. Ноҡотҡа ла ваҡыт, көс бирә Хоҙай; бейсә булараҡ, мин — иремдең, ул — минең тәҡдирем. Яҡшымы, яманмы — ҡабул итеп, донъя алып бараһың. Зарланырға ярамай, ул Аллаһ биргән тәҡдир, һынау һәм бүләк — Ир! Шул фәлсәфә башҡорт йолаһына ҡарай, шул белек ғаиләне ҡотло итә. Ҡәйнә булараҡ, гел аҡыл, сабырлыҡ, йылылыҡ менән гармония төҙөргә тырышам. Бөтәһе лә донъяла мин белгәнде белмәй, миндәй ихтыярлы йәки ғалимә түгел бит. Килен ҡәйнә тупрағынан булғас, шул тупраҡты бағам, ҡарайым, ипләп кенә гөлдәр ултыртам... Иншалла, шөкөранә, һөйкөмлө киленем донъяһын алып бара.
Дөйөм алғанда, ижад, ғилем, сәсәнлек, йәмәғәт, гелән халыҡ менән булыу эштәрен бер йөрәккә тултырып йөрөү ҡайһы саҡ яҡындарыңа ваҡытында йылы һүҙ әйтә алмау үкенесен бирә. Йәки, киреһенсә, мине бик ябайлаштырып аңламау ҙа була. Әммә төп закон — мин өйөмдә лә, эш коллективында ла һис бер саҡ үҙемде шөһрәтле, данлы сәсән, билдәле ғалимә, халыҡ мөкиббән китеп яратҡан кеше итеп тотмайым, онотам һәм был тәкәбберлектән Аллаһ һаҡлаһын, тим! Әммә ошо сифат, дәрәжәмде белә тороп та кәмһетергә тырышҡан кәм күңелле кешеләр менән мөнәсәбәт һаҡларға тейешмен. уларҙан күңел тартам. Улар шайтан бит — миңә һынау итеп ебәрелгән. Асыу күрһәтһәм — миңә ни һан?! Улар минең йылылыҡтан йылына ала, әммә ышанысымдан мәхрүм. Мине кәмһетеү — улар яғынан ҡоллоҡ сифаты ғына...
Минеңсә, Хоҙай Тәғәлә ҡушҡанса эшләйемдер. Аҡыл, сабырлыҡ кәрәк!
— Кешеләрҙә һиңә оҡшаған һәм өнәмәгән сифаттар?
— Кешеләргә көнсөллөк тигән сирҙән арыныу теләр инем. Үҙеңдән һәйбәтерәкте ярата белеү, күтәрә белеү — бик ауырҙыр. Әммә ошо сикте үтһә, кеше сирҙән-көнсөллөктән арыныр. Көлкө, әммә мин көнсөллөктөң ни икәнен, нимәгә һәләтлелеген һуң аңланым. Баҡтиһәң, бер аҡыл эйәһе әйтмешләй, «үҙеңдә ул сифат булмаған кеше ни ҡылырға белмәй, яман алдында хатта юғалып ҡала». Көнсөлдәргә тәүбә, яңырыу, һаулыҡ теләйем. Мин ҡабул итмәгән сифаттар — ике түгел, ун ике йөҙлөлөк, күңел боҙоҡлоғо, дорфалыҡ, тар фекерлек. Кемдер арҡаһында түрә булып, наҙанлығын белмәй, әммә ғилемлене кәмһеткәндәр. Яһил, мәғәнәһеҙ, аҡырып-екереп хакимлығын раҫлағандар... Хәйер, был бит ысын, яңылыҡ түгел, уларҙы һәр кем өнәмәй. Хоҙай уларҙың йөрәгенә яратыу индерһен ине, иншаллаһ! Әхирәттә бит яуап бар...
Иң оҡшаған сифаттар — эскерһеҙ, ихлас тоғролоҡ, намыҫлылыҡ, ырыҫлылыҡ, егәрлелек, күңел таҙалығы. Былар ҙа ғәжәп түгел! Һәр кемгә оҡшай улар. Иң ҡыҙығы: шул уҡ ҡара эсле, ике йөҙлө, көнсөл, тар бауырлы кеше лә, ошо сифаттар миңә бик оҡшай, тип әйтәсәк! Үҙе кеше ышандырып: «Мин үҙем бер кемгә бер ҡасан ауыр һүҙ әйтмәнем!» — тип күҙ ҙә йоммай тауыш йомшартып һүҙ һөйләй. Ошондай «уйындарҙы» күргәндә йөҙ күрһәтмәү кәрәк. Теләгем: яҡшыларға Аллаһтың нуры көсәйһен. Мин үҙ ғәмәлемде йыям. Һис тә яман ғәмәл менән йәшәгән кешене нәфрәт менән бүләкләп, үҙемдең ырыҫымды түбәнәйтә алмайым. Киреһенсә, улар янында тағы ла итәғәтлерәкмен. Ошо холҡом көсөн көнө-төнө сыныҡтырам. Нәфсе менән ҡәлбе көрәше — бер минең түгел, фиғелле ғалим булыу өсөн сынһиҙәптәй талап.
— Көслө рухлы, талантлы, аҡыллы ҡатындың тормошта күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән, йәки аптырап, икеләнеп ҡалған осраҡтары буламы? Булһа, был халәттән нисек сығаһың, булмаһа, бындай бөтөнлөккә нисек ирешәһең?
— Бер Аллаһ бөйөклөгөн һәм барлығын таныу, күркәм сабырлыҡ, һәр һынау, ғәйбәт, ҡаршылыҡты бәндә түгел, ә Аллаһ биргән һынау, ишара тип ҡабул итеү. ҙур масштаблы нәмәләрҙә икеләнеү булһа, мәҫәлән, тере булырмы телем, башҡортомдоң шул ҡәҙәре илаһи ижады уны мәңгелектә йәшәтә алырмы, асылын нисек һаҡларға, уның өсөн көсөм етерме, юл асылырмы тигәндә, масштаблы байрам ойошторам. Мәҫәлән, «Урал батыр» байрамын ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы инде 4 йыл алып бара. 7 йәштән 70-кә тиклем ауыл кешеләре эпос һөйләй. Урал ғәләйһиссәләмдең йәшәү закондарын ҡабатлай, Йыһан аңына, юғары көскә милләт маҡсатын ишеттерә. Ошо инде эш менән алһыҙ-ялһыҙ донъя төҙөү, изгелек эшләп, бөтөнлөк, гармония тыуҙырыу, йәғни нисә йыл үҙ ваҡытым, көс иҫәбенә бушлай Сәсән мәктәбе алып барам. Был изгелек — халҡым теленә, сәсәндәр рухына, яҙмыш булмышына бер саҙаҡа бит.
— Башҡортостандағы сәсәнлек хәрәкәте һине ҡәнәғәтләндерәме? Киләсәктә был ижади жанрҙың үҫешен нисек күҙаллайһың?
— Сәсән мәктәбен терелтеү — бик ҙур эш, айырым бер һөйләшеү темаһы. Был изге эш, иншаллаһ, терелде генә түгел, үҫә. Әммә башҡа республикалар, мәҙәниәттәр фонында ул әле үҙ юлында нығынған эш тип әйтә алмайым. Бөгөнгө сәсәндән шағирлыҡ талап ителә — ә ул шағир түгел, ул күрәҙәсе-уҡытыусы, һүҙ оҫтаһы; сәсән сәнғәте тик күрһәтеү, күргәҙмәлеккә бәйле хәҙер. Фестиваль, конкурс, байрам эсендә булыу менән генә билдәләнә. Сәсән ижады ил булам тигән илдең тормош рәүеше булырға тейеш. Һәр бер концерт — уның сығышынан, оло тантана — фатихаһынан, ғилми форум уның һүҙенән башланырға тейеш. Сәсәндәр бар илдә! Мәктәптә эпос ятлау һәммәһенә бурыс булырға тейеш. Һәр йыйылыш, урын-ерҙәге майҙандарҙа уның көйлө һүҙе булырға тейеш. Әле эшләп килгән «Сәсән Үҙәге»нең (Мәҙәниәт министрлығы) штаты, аҡсаһы, эш проекттары, маҡсатлы концепциялары булыу зарур. Башҡорт сәсән мәктәбенең башҡа төрки халыҡтарының һүҙ сәнғәте оҫталары донъяһында ҙур урыны, абруйы, күп быуатлы тарихы бар. Үҙ башҡарыу алымы бар. Уларҙы раҫлау, мәктәпте системалы итеп, сәсән хеҙмәтен киңәйтеү кәрәк. Һәр ауылда, ерлектә үҙ оҫтаһы, сәсәне бар бит. Ә беҙ әле «Башҡорт халыҡ сәсәне» тигән исемде ҡайтара алмай, ниндәйҙер иҫбатлауҙар эҙләйбеҙ. булған сәсәндәр менән риза булмай: «Юҡ ул сәсәндәр!» — тип кенә һалдыра ҡайһы бер «киң фекерлеләр». Ә бит ошо һүҙ оҫталары йөрәге аша үткән ялҡынлы орандар менән, йән эше менән суверенитет нығыттыҡ. Суверенитет яҡлау! О, ул изге эш! Һәр урында шағир, шағирә, профессиональ яҙыусылар түгел, ошо XXI быуат сәсәндәре ғәҙеллекте яҡлап оран һалды! Ҡытыршы булһа ла, тура атҡан һүҙҙе улар әйтте бит! Хәнифә Әбүбәкерова, Вәсилә Садиҡова, Мәүлит Ямалетдин, Зөләрәм Снигирева, Гөлнур Мамлиева, Ғәбиҙулла Зарипов, Асия Ғәйнуллина, Ғәрифә Кудрявая, Рәйес Түләк, Мәүлиҙә Баймөхәмәтовалар ҡушылды. Шәмдәй булды улар халыҡ алдында! Бик оҙаҡ онотолоп, кире ҡайтып, үҙ халҡына хеҙмәт итергә тейешле был мәшһүр мәктәп һаман да икеләнеп, шикләнеп ҡарауға дусар. Ә бит училищела күптән махсус импровизаторлыҡ факультеты, сәсән мәктәбе асыу зарур. Сәсән бит гелән халыҡ профессионалы булған! Ул турала элегерәк хөкүмәткә хаттар ҙа яҙҙым.
— Беҙ ижадҡа килгән уҙған быуаттың 70-се йылдарында яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙар бармаҡ менән һанарлыҡ та түгел ине. Хәҙер талантлы әҙибәләр күпселекте тәшкил итә. Сәбәбе нимәлә икән? Әллә замандың да ҡыҫылышы бармы?
— Ҡатын-ҡыҙ, ғөмүмән, бөтә донъяла әүҙемләште. Ул кухнянан майҙанға сыҡты! үҙенә ҙур бурыс алды, рухи кризистан, әхлаҡи ҡиммәттәр юғалыуҙан — балаһын, Ер шарын һаҡлау маҡсаты бер! Ә ошондай бурыс алған кеше һәр саҡ көсәйә, сәйәсәттә лә, мәҙәниәттә лә, фәндә лә — һәр тарафта.
— Розалия, Роза, Азалия, Залия, Алия, Лия, Ия — Һинең исемеңә ете (!!!) исем һыя. Исем кешенең яҙмышына йоғонто яһай, тиҙәр. Күп яҡлы талантлы шәхес булыуыңда исемеңдең дә тәьҫире бармы икән әллә?
— Эйе, исемемде яратам. Иншаллаһ, хәҙер һәр ерҙә: «Һеҙгә бағышлап Розалия тип ҡыҙыбыҙға исем ҡуштыҡ!» — тигән һүҙҙе бик күп ишетәм. Был — бик ҙур баһа, бик ҙур бурыс, бик ҙур ышаныс.
— Розалия, күп тапҡырҙар шаһит булғаным бар, һин сығыш яһағас, бигерәк тә патриотик рухтағы ҡобайырҙарҙан һуң йөҙәр, хатта меңәр кеше һыйырлыҡ залдағы кешеләр, аяғүрә баҫып, һиңә ҡушыла, ҡул саба башлай. Ошондай энергетикаң барлығын ҡасан белә-тоя башланың? Ул ҡайҙан килә, тип уйлайһың?
— Хоҙай биргән һәләткә тоғро, фәҡәт шул юлда булған фиҙакәр шәхес, күңел, йөрәген вәсвәсә, ғәйбәт, алдаҡ менән бысратмаған һәр кешелә ундай ҡот, энергетика барҙыр, тим. Ә уны эшкә ҡушып, тауыш, көй, ритмлы, мәғәнәле һүҙ, тейешле фекер төҙөклөгөндә майҙан уртаһына сығыу ошо көстө мәртәбәләй, ярҙам итә, матурлыҡ, аһәң тыуҙыра. Ә матурлыҡ бит оло ҡыҙыу ут һәм оло һалҡында сынығып тыуа. Михнәттән һуң хикмәт килә. Аллаһы Тәғәлә ташламаһын мине, уға маҡтау әйтеүҙән туҡтатмаһын. Амин!