— Әҙәбиәткә һөйөүең һәм аңлы рәүештә ижадҡа ынтылышың ҡасан башланды? Кемдәрҙең һәм нимәләрҙең ролен айырыуса билдәләп үтер инең?
Аҡбикә нәнәйем халыҡ риүәйәттәрен күп белә ине. Ялан-ҡырҙар ҡыҙырғанда топонимик атамаларҙың тарихын һөйләтәбеҙ, ул, үҙ алдына көйләп барған еренән туҡтап, беҙгә шуларҙы ҡабат бәйән итә. Ныҡ рәхәт була торғайны. Нәнәйемә эйәреп ауыл әбейҙәренә ҡунаҡҡа барғанда, башҡаларҙың икенсе төрлө шөғөлдәр менән дә йәшәүен күреп, ғәжәпләнгәнемде иҫләйем. Тәскиә әбейҙәргә килһәк, унда улдары, килендәре йыйыла. Аттары бар. Ниңә беҙҙең дә ат юҡ икән, тип көрһөнөп ҡуя инем. Йылҡы малына булған ҡандан килгән һөйөү мине әле лә ташлағаны юҡ. Һыбай йөрөргә өйрәндем, хатта сәмләнеп ярышҡаным да булды. Әммә төрлө аттар була бит инде. Бер мәл: “Хәҙер менәм мин!” — тип маҡтанып, бөтөнләй ят ат янына барғайным, теге шундай ҙур итеп ауыҙын асты, төпкө тештәренә тиклем күрҙем. Ҡурҡыуымды һиҙгәндәрҙер инде: ҡыҙҙарҙың ҡысҡырып көлгәненән үҙемде саҡ ҡулға алдым. Үҫмер саҡта Асылыкүлгә лә бер мәл һыбай сығып киттем. Шулай үҙ аллы йөрөргә яраттым, яңғыҙ ҡалыу миңә аңлатып бөтмәҫлек илһам, иреклек тойғоһо бирә ине. Әсәйем мәҡәләләр, шиғырҙар яҙҙы. Мин дә яҙыша башланым. Әммә актриса булыу теләгем ныҡ ҙур ине. Заманында Стәрлетамаҡ театры өсөн махсус төркөмгә уҡырға инһәм дә, уны тамамламаным, әсәйем алып ҡайтып китте. Ошо хәл үҙе үк минең был һөнәргә булған мөнәсәбәтемде күрһәткәндер, тип уйлайым, әгәр йөрәгемде ярып килгән ниәт булһа, ҡасып булһа ла кире килер инем уҡырға. Әсәйем нисектер тойғандыр шуны.
Журналистикаға килеүемә, ижадҡа ынтылыуыма остазым, шағир, журналист Венер ағай Йәнбәков булышлыҡ итте. Ул редакцияға ебәргән мәҡәләләремде, шиғырҙарымды тикшереп, кәрәкле фекерҙәрен әйтә килде. Ҡыҙыл, йәшел, зәңгәр төҫлө ручкалар менән яҙыр ине хатын. Ҡыҙыл менән хаталарҙы төҙәтһә, йәшеле — маҡтау төҫө. Башта ҡыҙыл яҙмалар апаруҡ була торғайны, әммә бер мәл миңә йәшел хат килеп төшөп ҡыуандырғаны ла хәтерҙә. “Аманат” журналында тотош ике бит тиерлек итеп шиғырҙарым баҫылды. Венер ағай хатта Башҡорт дәүләт университетының ул саҡтағы ректоры Рәғиб Ғимаевҡа журнал исеменән мине уҡырға алыуҙарын һорап рәсми хат яҙҙы. Имтихандарҙы уңышлы биреү — бер, уның ошо хаты конкурс аша үткәндә иғтибарҙан ситтә ҡалмағандыр, тим. Мәктәптәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәниә апай һәм тарих уҡытыусыһы Рәхим ағай Хәсәновтар белем биреү менән бергә ижадҡа, тарихи шәхестәр яҙмышына иғтибарымды нығытҡандыр.
— Тәүге күргән, осрашҡан әҙиптәр ниндәй тәьҫир ҡалдырҙы? Улар һин бала саҡта әҫәрҙәрен уҡып, күҙ алдына килтергән образдарға тап килдеме?
— Үҙ ғүмеремдә иң беренсе күргән шағирым Мостай ағай Кәрим булды. Ул һәр саҡ ихлас аралашыуы, балаларға — кеселекле, өлкәндәргә кешелекле булыуы менән айырылып торҙо. осрашыуҙа ла үҙен бик тәбиғи тотто. Ҡаушап, шиғырымды онотҡанымды хәтерләйем. Мостай ағай трибунала ултырған еренән иҫемә төшөрөп ебәрҙе. Аҙаҡ: “Ҡалай матур уҡыйһың!” — тип күңелемде күтәрҙе. Беҙҙең ауылда заманында Рәми ағай ҙа булып киткән. Ул кисәгә мине алып инмәгәндәр, сөнки яңыраҡ ҡына тыуған булғанмын, моғайын, ул минең телемде аңламаҫ ине (көлә).
Яҙыусылар ҙа — ябай кешеләр, араларында төрлөләре осрай. Беҙҙең халыҡ борондан сәсәндәргә, йырауҙарға изгеләштереп ҡараған, шуға күрә Совет осоронда тәрән тамыр йәйгән алкоголизм һөҙөмтәһендә яҙыусыларҙы төрлө сүрәттәрҙә күргән уҡыусының уларҙан күңеле ҡайтҡан саҡтары ла булғандыр. Кемдәрҙелер аҡлау маҡсатынан әйтмәйем, әммә “үҙебеҙҙән башҡаны әүлиә тип беләйек” тигән халыҡ әйтеме күңелемә яҡыныраҡ. Ғәйеп эҙләһәң, тик торған бағанала ла табырға була. Әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен уҡып, күңелебеҙ байыһа, шуға риза булайыҡ. Ихлас, тере һүҙ булып әйтелгән яҡты фекер барыбер йөрәккә барып етә, ә уны күңеле насар кеше әйтмәҫ.
— Ҡатын-ҡыҙҙар шиғриәте йәки прозаһы, ирҙәр шиғриәте йәки прозаһы... Һин улар араһында айырманы тояһыңмы? Ғөмүмән, был хаҡта уйҙарың, фекерҙәрең менән уртаҡлашһаң ине.
— Аллаһ тәғәлә донъяға ике затты яралтҡан һәм уларға ижад аша беҙҙе уратып алған мөхитте танып белеү һәләтен һалған. Ижад йә бар, йә юҡ инде ул. Бигерәк тә шиғриәттә ир-егеттәр ана нисек нескә итеп тойғоларын тағата. Ә бит ҡатын-ҡыҙҙы ирҙәрҙән нескәрәк зат, тиҙәр. Шуға күрә бында затҡа бүлеп ҡарау — шартлы күренеш ул.
— Үҫкән мөхиттең, аралашҡан кешеләрҙең ижад юлынан китеүселәргә тәьҫире бармы?
— Был хаҡта беренсе һорауға яуап биргәндә әйтелде лә кеүек. Уратып алған мөхит, әлбиттә, баланың, шәхестең үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Әсәйемдең шиғырҙарын, нәнәйемдең риүәйәттәрен, күрше әбейҙәрҙең йырҙарын, уҡытыусыларымдың йөрәк йылыһы менән һуғарылған дәрестәрен тыңлап үҫмәһәм, Венер ағайҙан хаттар алмаһам, моғайын, бөгөн башҡа һөнәр һайлауым да ихтимал ине. Һәр кеше үҙенең яҙмышына бәйле иҫтәлектәрҙе барлап, ошолай яуап бирә алыр ине. Иҫләйһегеҙме, Зәки Вәлиди үҙенең хәтирәләрендә нимә тигән: “Әгәр Зәйнулла ишан менән осрашмаған булһам, мин бөгөн ауылда ябай тарих уҡытыусыһы булыр инем...” Ҙур мәғәнәгә эйә был һүҙҙәр.
Миңә халыҡ артисы Илшат Йомағоловтың хәтирәләре менән яҡындан танышырға насип булғайны. Ул, киреһенсә, тормош төрлө һынауҙар ҡуйыуына ҡарамаҫтан, алдағы маҡсатын күргән һәм шуға ынтылған. Ғөмүмән, ундай шәхестәр бар ул. М.Ломоносов та ғалимдар, белемлеләр араһында үҫмәгән бит. Әммә үҙен тапҡан. Аллаһ тәғәлә биргән юлды үтеү, тигәнгә лә ышанам мин.
— Ул — бөтәһе лә: инде бөттө тигән башҡорт милләтенең XX быуат башында яңынан ҡалҡып сығыуы, шул уҡ быуат уртаһында, совет милләте пропагандаланған осорҙа, Рәми Ғарипов ижады балҡышы, ҡурай моңон тыңлап, телде белмәгән башҡорттарҙың да күҙҙәре йәшкә сыланыуы, башҡорт шиғырҙарын уҡып, тарихи романдар рухында ситтәге милләттәштәрҙең милли асылын танып белеүе... Былар барыһы ла — ҡан хәтеренең тергеҙелеүе ул. Ғалимдар раҫлауынса, ҡанда ете быуындың ғына түгел, хатта ун ике быуыныңдың хәтере һаҡлана. Берәй балаға ҡарап, өлкәндәр уны әллә ҡасанғы олатаһына оҡшатып танып ҡуя, ғәҙәттә, йөҙгә оҡшағандарҙың холҡо ла тартым була. Ҡан — кеше хаҡында тулы мәғлүмәт сығанағы.
— Башҡортса һәйбәт белеүселәргә тел байлығын үҫтереү кәрәкме, телебеҙҙең ундай мөмкинлектәре ни дәрәжәлә?
— Һүҙ ҙә юҡ, телде даими рәүештә үҫтереү зарур. Боронғо һүҙҙәребеҙҙе әүҙем рәүештә ҡулланылышҡа индерергә, диалект һүҙҙәрен киң таратып ебәрергә кәрәк. Шәхсән миңә ана шул рәүешле һөйләшеү, шулай һөйләшкәндәрҙе ишетеү күңелле. Телебеҙҙең мөмкинлектәрен арттырыу өсөн байтаҡ кәрәкле закондар ҙа, ҡарарҙар ҙа ҡабул ителгән, бары тик үҙебеҙгә башҡортса һөйләшергә, яҙырға, балаларыбыҙҙы туған телдә тәрбиәләргә ҡалды. Яңыраҡ Мәскәүҙә Әҙәби фестивалдә ҡатнаштым, шунда ҡалмыҡ шағиры Валентина Боован Куукан: “Ҡалмыҡ теле ҡулланыштан китеп бара, һөйләшеүселәр юҡ кимәлендә...” — тине. Был бит фажиғә. Беҙҙе лә уйға һалырға тейеш ошондай аҙ һанлы милләттәрҙең яҙмышы.
— Һин әҙибә һәм журналист булараҡ, Рәсәйҙең күп өлкәләрендә, республикаларында һәм сит илдәрҙә булдың. Ул төбәктәрҙә халыҡтың һәм етәкселәрҙең әҙәбиәткә мөнәсәбәте нисек? Өлгө алырлыҡ миҫалдар бармы?
— Рәсәйҙә яҙыусыларҙың хәле бер самалы. Беҙҙә барыбер дәүләт кимәлендә китап сығарыу, гонорар түләү, юбилейҙар уҙғарыу күренеше һаҡланған. Былар — әҙиптәр өсөн ҙур саралар. Ә бит яҙыусылары, коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн дә түләй алмайынса, йәшәү урынынан ҡолаҡ ҡаҡҡан осраҡтар теркәлгән төбәктәр ҙә бар. Рәсәйҙә күпселек ижади берләшмәләр эшләүенән туҡтаны, беҙгә иһә союзыбыҙҙың яҙмышын ыңғай хәл итеү өсөн төркөмләшмәй, киреһенсә, берләшеү, дөйөм мөҡәддәс төшөнсә — башҡорт әҙәбиәте өсөн ижади хеҙмәт хаҡында уйланырға кәрәк. Таланттарыбыҙ күп. Әүҙемерәк эшләү, донъя әҙәбиәте кимәлендә зауыҡлы әҫәрҙәр ижад итеү маҡсаты менән янып йәшәү яғындамын. СССР-ҙың күп төбәктәрендә яҙыусылар — ирекле осошта. Мине Ҡырым Яҙыусылар союзының эшмәкәрлеге һоҡландырҙы: улар әҙәби кисәләр ойоштора, юғары полиграфия технологияларын файҙаланып, китаптар сығара, яҙғандары ла бик ҡыҙыҡлы. Әҙәбиәткә эркелешеп йәштәр килә. Ойошма етәксеһе Валерий Басыров ижади мөхиттең әүҙем эшмәкәрлеге өсөн күп көс һала.
— Нимә ул, һинеңсә, аҡ шиғыр? Был жанрҙа эшләгән ниндәй шәп шағирҙарҙы беләһең — беҙҙә, илдә, донъяла?
— Аҡ шиғыр Ғали йәнәптәре! Бик оҡшай миңә был ижад төрө. Ул тәү ҡарашҡа ғына ирекле оса һымаҡ, әммә, классик шиғриәттән айырмалы, ул ҡыҫҡа ғына үлсәмдәргә, романдарға торошло күренештәр һыйҙыра алыуы менән ҡиммәт! Шамил Анаҡтың шиғырҙарын уҡып, бала саҡта ғәжәпләнгәнемде хәтерләйем. Етмәһә, ул яҡташым да булып сыҡты. Миңә бәхет йылмайҙы: уны үҙ ғүмеремдә өс тапҡыр күрергә насип булды. Беренсе тапҡыр студент саҡта “Өфө—Раевка” электричкаһында күрештек. Бик ипле, итәғәтле, йомшаҡ фиғелле ағай ине ул. “Ҡулһыҙ ҡалған кеше һыңар ҡулы менән әйберҙәрҙе яңынан тоторға өйрәнгән кеүек, өйрәнәм яңғыҙлыҡҡа”, — был уның шиғыр юлдары. Ниндәй тетрәндергес картина! Мин уны тыныс ҡына уҡый ҙа алмайым. Башҡорт шиғриәтендә аҡ шиғыр жанрын Ғилман Ишкинин, Азамат Юлдашбаев бик уңышлы, ҡыҙыҡлы алым менән дауам итте. Татар шағиры Рауил Фәйзуллин бик үҙенсәлекле ижад өлгөһө күрһәтте. Санкт- Петербургта йәшәгән, сығышы менән Башҡортостан егете Ринат Вәлиуллин ошо йүнәлештә эшләй. Ул үҙен сенсор шиғриәт тыуҙырған автор, тип иҫәпләй. Килешәм: замандың аҡ шиғриәте был. Сыуаштарҙың Айгиһы тураһында оҙон- оҙаҡ һөйләргә була. Уның аҡ шиғырҙарын бөтә донъя уҡый. Уны башҡорт уҡыусыһына прозаик Гөлсирә Ғиззәтуллина менән “Шоңҡар” журналы асты. Иҫ киткес автор! Шиғырҙың йөрәк энергетикаһы, тәрән кисерештәр туҡымаһы икәнен уның үҙе менән бергә асаһың.
— Үткән быуат әҙәбиәтенә күҙ һалайыҡ — шағирҙар ижадҡа тулҡын-тулҡын булып килгән. Бында замандың, тарихи ваҡиғаларҙың йоғонтоһо бармы икән, әллә шулай тап килеш кенәме?
— Уҙған быуаттар тарихи ваҡиғаларға бай булған. Уларҙы ижади шәхестәр ҙә тыуҙырышҡан, киҫкен проблемалар иң тәүҙә ихтилалдар булып улар йөрәгендә яралған. XX быуатты алғанда, ул халыҡтың белемгә, аң кимәлен үҫтерергә сарсаған мәле. Яҙыусыларҙың ғына түгел, яҙышҡан кешеләрҙең дә абруйы ҙур булған. Ижад уты менән янғандар бер-береһе менән аралашып, тығыҙ бәйләнештә йәшәгән. Союз кимәлендә яҙыусыларҙы ҙурлаған саралар күп уҙғарылған. Әҙәбиәт ярҙамында яҙыусы үҙен генә түгел, ә ғаиләһен дә, хатта туғандарын да ҡарай алған.
Бөгөн дә китаптар баҫыла — уларҙың ниндәйҙәре генә юҡ, яҙыусылар ҙа күбәйеп китте (союз ағзалары булмағандарҙы ла күҙ уңында тотам), ә китап уҡыусы юҡ кимәлендә. Парадоксаль күренеш. Заманыбыҙҙың иләүестән иләнгән мәле был, киләһе дәүерҙәргә һирәктәрҙең генә исеме, рухиәте сығыр. Ысын яҙыусы мине уҡыһындар тип түгел, ә яҙа алмай түҙмәгәне, әйтер һүҙе, йөрәк ауазы булған өсөн ижад итә. Киң билдәле әйтем бар бит әле: шағир булмаҫҡа ла мөмкин, әммә граждан булырға бурыслыһың. Кешелек сифаттарын һаҡлап ҡалыу шәхсән минең өсөн мөһимерәк.
— “Ижади күсәгилешлелек”, “быуындар араһында ижади бәйләнеш” тигән төшөнсәләргә ҡарашың?
— Башҡорт әҙәбиәтендә шул матур йола һаҡланған ул. Мин һәр саҡ үҙемдән өлкәндәрҙең иғтибарын, ярҙамын тойҙом. Үҙеңдең артыңдан килеүселәр булмаһа, ижад итеп тороуҙың фәтүәһе юҡ та кеүек. Ижадсы кеше йәштәрҙең тын алышын да белергә бурыслы. Алда әйткәнемсә, Венер ағай Йәнбәковтан башланған хәстәрлекте мин байтаҡ әҙиптәрҙең йөҙөндә күрҙем. Иң тәүгеләрҙән булып шағирә Йомабикә Ильясова: “Һылыу, һин шундай нескә шағирәһең”, — тип әйткәйне. Был мәңге онотолмаҫ һүҙ! Әҙибәләр Факиһа Туғыҙбаева, Зөһрә Ҡотлогилдина, Гүзәл Ситдиҡова, Мәрйәм Бураҡаева, Тамара Ғәниева кәңәштәрен әйткәне бар. Һеҙ үҙегеҙ ҙә бик алсаҡ, йылы һүҙҙе йәлләмәгән шағирә, Гөлфиә апай. Рәхмәт ихлас мөнәсәбәтегеҙ өсөн! Яҙыусыларҙан Рәшит Шәкүр, Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбаев, Зөфәр Вәлит ағайҙарҙың йәштәр ижадына битараф түгеллеген яҡшы беләм. Флорид Бүләков ағай менән яҡын йәшәнек, шуға күрә уның менән аралашыу ҙа яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы. Хәйер, быға тиклем бергә эшләгән баш мөхәррирҙәрем — миңә генә түгел, ә бөтә коллектив ағзаларының эшмәкәрлегенә мөнәсәбәтен белдергән ижади шәхестәр. Йылы һүҙҙәрен йәлләмәнеләр, күңелемде үҫтерҙеләр, Ш.Бабич премияһын юллап бирҙеләр өлкән әҙиптәр — былар миңә илһамлы ҡанаттар ҡуйҙы. Ризалығым юллап тапһын уларҙы.
Беҙ ҙә хәҙер әҙәбиәттә йәштәр иҫәбендә түгел. Беҙҙең быуын бер-береһенә ғәйәт иғтибарлы, ихтирамлы тип әйтер инем. Ошо үҙе үк бәхет. Үксәләргә баҫып килгән йәштәр барлығын тойоу — шулай уҡ ҡыуаныслы. Үҙем дә йәштәргә иғтибарлы булырға тырышам. Әҙәбиәт йылында бик күптәре менән йөҙгә-йөҙ осрашырға насип булды, йыйынтыҡтарын тикшерҙек. Уҙған йылдың декабрендә “Әҙәби нағыш” тигән дөйөм йыйынтыҡ донъя күрҙе. Уның баҫылып сығыуына ҡыуанып бөтә алманым. Был — минең мөхәррирлегемдә тәүге шиғри йыйынтыҡ. З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә был эш өсөн ҙур рәхмәт! Фәнил Бүләков, Рәшит Зәйнуллин кеүек шағирҙар артынан Венер Сәлихов, Айгөл Йәмилева, Таңсулпан Рәсүл, Гөлфирә Вәлиева килә. Үҙ һүҙҙәре бар уларҙың, бары тик әҙәбиәткә тоғро булһындар.
— Яҙыусы публицистикаһы журналистарҙыҡынан нимәһе менән айырыла? Уларҙың ҡайһыһы күңелеңә яҡыныраҡ?
— Журналистика миңә яҡын ғына түгел, ул — минең булмышыма тап килгән һөнәр. Ғөмүмән, мин улай бүлеп ҡарау яғында түгелмен, сөнки публицистика, шул уҡ шиғриәт кеүек, йә бар, йә юҡ. Яҙыусылар образлы деталдәр менән мауыға, журналистар факттарға таяна. Шуға күрә оҫта яҙған яҙыусы булһа ла, журналист булһа ла, публицистиканы халыҡ уҡыясаҡ. Рәлис Ураҙғоловтың мәҡәләләрен халыҡ яратып уҡый. Ә бит ул журналистика, публицистика аша килде әҙәбиәткә. Журналистикаға кәмһетеберәк ҡарау бар ул яҙыусылар араһында. Уларҙың күбеһе филология факультетында белем алған. Белмәгән нәмә тураһында кире фекер йөрөтөү килешмәй. Гәзиттә мәҡәлә баҫтырыу ғына журналист тигәнде аңлатмай, минеңсә. Ысын профессионалдар, әҙәбиәттәге һирәк таланттар кеүек, журналистикала ла һирәк күренештер, моғайын. Ошо юлды һайлағанһың икән, профессионал булырға ынтылырға кәрәк!
— Беҙ йәш саҡта, СССР осоронда, илебеҙ халыҡтары телдәрендә яҙылған әҫәрҙәрҙе, нигеҙҙә, Мәскәү әҙиптәре тәржемә итә ине. Хәҙер уларҙы табыу ҙа, түләү ҙә, тәржемә ителгән әҫәрҙәрҙе китап итеп сығарыу ҙа мөмкин булмаған хәл тиерлек. Урыҫ теле — Рәсәйҙә лә милли әҙәбиәттәр менән таныштырыусы төп сығанаҡ. Башҡортсанан урыҫсаға һәйбәт тәржемә итеүҙең ниндәй юлдары бар?
— Был — мине иң борсоған әҙәби проблема. Ошо хаҡта күп тапҡырҙар яҙҙым, ҡайһы бер ойошмаларға мөрәжәғәт иткәнем дә булды. Әммә әлегә тәржемә ана шулай үгәйһетелгән хәлдә ҡала килә. Күп милләтле Башҡортостанда, минеңсә, художестволы тәржемә институты булырға тейеш. Был күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Күпме тарихи романдар, милләт шәхестәре хаҡында әҫәрҙәр, шиғырҙар ижад ителде, улар хаҡында башҡаларға һөйләү юлы бер генә — ул тәржемә. Мотлаҡ урыҫ теленә генә лә түгел. Башҡорт дәүләт университетында башҡорт-инглиз төркөмдәрендә белем алып сығалар ине. Белмәйем, әле хәл нисектер, дәүләт вузында белем алғандарҙы был йәһәттән файҙаланырға кәрәк. Тәржемә буйынса семинарҙар, фестивалдәр ойоштороу зарур. Был эш яҙыусының шәхси бурысы түгел. Әгәр һүҙ сәнғәте әһелдәре бөгөнгө йылъяҙманы, заман картинаһын тыуҙыра икән, уларҙың ижади ҡаҙаныштарын төрлө телдәрҙә күрһәтергә кәрәк. Тәржемәселәргә стимул булдырыу, уларҙың бәҫен арттырыу өсөн айырым дәүләт премияһы бирелһә лә насар түгел. Марсель Ғәфүров тигән ҙур тәржемәсебеҙ тейешенсә баһаланмайынса яҡты донъя менән хушлашты. Уның исемен мәңгеләштереп, тәржемә премияһын булдырырға мөмкин, мәҫәлән. Был фекерҙәр инде, әлбиттә. Уйлашырға кәрәк. Дәүләкән районы хакимиәте Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов исемендәге премияны тап тәржемә эше өсөн тапшыра. Был күренеш — беҙҙә тәржемә эшен баһалау зарурлығын күрһәтеүсе ыңғай өлгө.
Мәскәү яҙыусылары тарафынан яҡлау, аңлау таптым, тик үҙебеҙҙә ошо эште йәнләндереп ебәрергә кәрәк. Яҙыусыларыбыҙ ҡаршы булмаҫында шигем юҡ, бары тик эште тиҙерәк ойоштора башлау кәрәк.
— Әҙәбиәттә һәр жанрҙың үҙ уҡыусылары бар. Ә әҙип өсөн һәр жанрҙың да оҫтаһы булыу мотлаҡмы? Мәҫәлән, талантлы лирик шағир поэма яҙмаһа, ә хикәйә йә повесть оҫтаһы роман ижад итмәһә, уларға түбәнерәк ҡарау бар. Был мәсьәләгә ҡарашың нисек?
— Был инде һәр кемдең шәхси эше. Мәҫәлән, тойғоло хикәйәләр маһиры Шакир Янбаевты, нескә лирик Тимер Йосоповты уҡыусылар әҫәрҙәре өсөн ярата. Улар жанр һайлап ултырмайҙыр, моғайын. Әлбиттә, яҙыусы өсөн ижади багаж ҙурыраҡ булыуы мөһим. Әммә Рәшит Назаровтың шиғриәте әллә ниндәй күләмле поэтик әҫәрҙәрҙән, романдарҙан өҫтөн! Ысын ижадты аңламаған ғына шулай уйлар!
— Һин — балалар әсәһе, ир ҡатыны, иң әүҙем эшләгән талантлы журналист һәм шағирә. Әгәр шундай мөмкинлек булһа, ижади эштәреңде ташлап, әсәй һәм хужабикә булып ҡына өйҙә ултыра алыр инеңме?
— Өйҙә ултырыу менән ижадты ташлау бер үк нәмә түгел минең өсөн. Бөгөн бит яҙғандарыңды халыҡҡа еткереү өсөн мөмкинлектәр бик күп. Интернет, социаль селтәрҙәр... Өйҙә ултырып та ижад итергә була. Минең эске теләгем дә шул — ҡатын-ҡыҙҙың урыны иң элек балалары, ғаиләһе янында. Беҙ үҙебеҙҙең йолаларыбыҙҙы шул тиклем юғалтҡанбыҙ, хатта ҡайһы саҡ йән әрнеп китә. Башҡорт ҡатынын ир холоҡло, тип һөйләгәндәр ҙә бар. Ул нишләп ир холоҡло булһын? Эйе, заманында ире менән яуҙарға барған улар, әммә ғаиләһен, балаһын онотоп, ситтә йөрөмәгәндәр, иренән уҙып һүҙ әйтмәгәндәр. Ирҙе ололау булған башҡорт халҡында, шуға ла илһамлы ир- егеттәр ихтилалдарҙа ла, яуҙарҙа ла иң-иңдәре булып танылған. Уларҙа эске ҡәнәғәтлек, дәрәжәләрен белеү, үҙҙәрен яратҡандарын тойоу хисе булған. Бөгөнгө “ирҙәр кеүекбеҙ” тигән фекерҙе алға һөргән ҡатындар ир-атты кәмһетә, минеңсә. Бурысым — бала табып, өйҙә ижад итеү икәнлеген беләм. Бөгөнгө заман ҡоролошо мине лә, замандаштарымды ла төрлө һөнәргә эйә булып, эшләргә сығарып ебәргән. Бәлки, аҡыллы ағайҙар, апайҙар киләсәк быуын ҡатын-ҡыҙын йортона нығыраҡ яҡынайтырлыҡ закондар булдырыр. Өмөтөм бар. Бар ғына түгел, ҙур.
— Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мөхәббәт һәм ғаилә мәсьәләләрендә ҡырыҫлығын иҫбат итергә тырышалар, матбуғатта бәхәстәр ҡубып тора. Был ҡарашты хаҡлы, тип уйлайһыңмы?
— Төрлө ҡараш йәшәүгә хоҡуҡлы, әммә мин бының менән килешмәйем. Баяғы “башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ир холоҡло” тигән фекер кеүек, бында ла берәй аҫтыртын ниәт ятмаймы икән, тип уйлағаным бар. Эйе, барҙыр инде ул ҡырағайлыҡ кеүек бер нәмә. Әммә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ҙурлап һөйләрлек әллә күпме башҡа сифаттары ла бар бит! Ниңә шуларҙы байраҡ итмәйбеҙ һуң? Мәҫәлән, уларға үтә лә ҙур сабырлыҡ, ғаиләһе өсөн йән атыу, балаларын яратыу, улар тураһында ғүмер буйы хәстәрлек күреү хас. Был сифаттар, әйткәндәй, Европа илдәрендә юҡ. Башҡорт әсәләре улдарын бик ярата, ҡыҙҙарын ныҡ хәстәрләй. Күп таныштарымдың ҡатындары — башҡорт. Ирҙәренең зарланғанын ишеткәнем юҡ, киреһенсә, замана проблемаларына бирешмәй йәшәп ятырға тырыша улар бер бөтөн ғаилә булып.
— Үҙендә юғары кешелек сифаттары булдыра алмаған, мәҫәлән, көнсөл, алдашырға яратҡан, эскелеккә бирелгән, дуҫтарына, йәмәғәтенә даими хыянат иткән, әммә ҡайһы бер әҫәрҙәрендә әхлаҡ хаҡында әсенеп, матурлыҡҡа, изгелеккә саҡырып, ярайһы уҡ талантлы, уҡымлы китаптар ижад иткән яҙыусылар бар. Бындай тәбиғи булмаған күренеште донъя әҙәбиәтендә һәм сәнғәтендә лә осратырға була. Һин уны нисек аңлатыр инең?
— Әллә инде... Һәр кемебеҙ гонаһ ҡыла, хаталар ебәрә. Беҙ бит кешеләр. Әҙәм балаларының яҙмыштары ла төрлө, шуға күрә башҡаларға хөкөм сығарырға хаҡым бармы икән? Юҡтыр ул. Ижад илһамы яҡтылыҡтан да, ҡара көстәрҙән дә килеүе ихтимал, тиҙәр.
Әлбиттә, әйтә биреп киткәйнем, шикелле, уҡыусылар халҡыбыҙ шәхестәрен һәр яҡлап матур итеп күргеһе килә. Улар беҙҙе юғары дәрәжәгә күтәреп һүрәтләй икән, беҙ шуға ынтылырға тейешбеҙ.
— Һинең өсөн илһам нимә ул? Илһам ҡанаты ҡағылһын өсөн ниндәй шарттар кәрәк?
— Бер ниндәй ҙә шарттар кәрәкмәй. Илһам — Күктәр тарафынан бүләк ителгән илаһи мәл. Минең “Яҙылмаған шиғыр” тигән шиғырым да бар. Элегерәк төндә күңелгә илһамлы юлдар килһә лә, тороп шуны яҙырға иренгән саҡтарым булды. Хәҙер улай түгел. Һәҙиәле мәлдең ҡәҙерен белергә кәрәк. Йыр тыңлап та, ҡурай моңонан да, бейегәндәрен ҡарап та, тәбиғәт ҡосағында ла, кешеләрҙең мөнәсәбәтенән дә илһамланғаным бар. Шиғырҙа ана шул илһам булһа, ул тере, Күктәрҙән төшөп, йөрәк аша үтеп яҙылған әҫәр ҡайнар була, яңы ғына бешкән икмәк кеүек. Тере энергетиканы һәр йөрәк тоя.
— Лариса, һин уҡыусылар менән йыш осрашҡан ижадсы. Ниндәй жанрҙы үҙ итә бөгөнгө әҙәбиәт һөйөүселәр? Үҙ әҫәрҙәрен кешеләргә еткереү өсөн нимәләр эшләй ала әҙип?
— Шуныһы ҡыҙыҡлы: әҙәбиәт һөйөүселәр шиғыр тыңларға ярата. “Рәсәй — Башҡортостан” телеканалында барған “Әйтер һүҙем бар” проектын халыҡ ана нисек күтәреп алды. Ул мәҙәниәтте, рухиәтте ҙурлаған
проект ҡына түгел, ә мәғариф өлкәһендә, дини учреждениеларҙа киң ҡулланылған шиғри асманды асты. Әле булһа шуны ҡабат ойоштормаҫтармы икән, тип һорап яҙалар. Журналист булараҡ, мин дә үтенесемде белдереп, канал етәкселегенә мөрәжәғәт иттем. Кем белә, бәлки, торараҡ ҡабатларҙар. “Ҡурай” каналында дауам итә ошондай уҡ шиғри яҙмалар. Режиссеры ла шул уҡ — Наилә Сәфәрғолова.
Шиғыр тыңларға яраталар, ә бына уҡыйҙармы икән, юҡмы — уныһы икенсе мәсьәлә. Уҡыусылар хикәйәләрҙе, биографик әҫәрҙәрҙе ҡыҙыҡ таба. Халыҡ тарихы, тарихи шәхестәр хаҡында ҙур күләмле яҙмаларҙан да баш тартмаҫтар ине, бигерәк тә Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттар. Башҡорт тарихын урыҫ телендә художестволы юғарылыҡта уҡырға теләгәндәр бар.
— Рәсәй әҙәбиәтендә башҡорт әҙәбиәтенең тотҡан урынын нисегерәк билдәләйһең?
— Башҡорт әҙәбиәте — бай тарихлы, художестволы юғарылыҡ көмбәҙҙәрен айҡаған ҙур донъя. Айырым-айырым авторҙарҙың әҫәрҙәре төрлө телдәргә тәржемә ителә лә ул, әммә дөйөм әҙәби процесс өсөн был аҙ. Ошо быуат башында “Башҡорт шиғриәте антологияһы” урыҫ телендә Өфөлә лә, Мәскәүҙә лә нәшер ителде, әммә бының менән генә эш бөттө тигән һүҙ түгел. Әҙәбиәт йылында бер төркөм башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәренән торған “Дастан о Башкортостане” китабы шулай уҡ Мәскәүҙә донъя күрҙе. Рәсәй, донъя кимәленә сығыу өсөн беҙгә тәржемә эшен йәнләндереү кәрәк. Шәп әҫәрҙәр бар бит. Әҙәбиәт жанрҙарының һәр төрөндә бар күрһәтерлек яҙмаларыбыҙ.
— Журналистика өлкәһендә лә байтаҡ йылдар эшләйһең. Был хеҙмәттең шағирә ижадына йоғонтоһо нисек?
— Әлбиттә, йоғонтоһо ҙур. Төрлө төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәр менән аралашып, мәҡәлә генә түгел, шиғыр ҙа тыуа. Журналистика ижадыңа ҡамасаулай бит, тиеүселәр ҙә булды. Үҙемә тойолмай, бәлки, ситтән шулай күренәлер. Улар бер-береһен тулыландырып ҡына йәшәй миндә. Эшем күңел ынтылыштарым асыла торған өлкә менән бәйле — ошо үҙе бәхет түгелме?
— Яҙыусы күберәк донъя күрергә тейеш. Ниндәй илдәр, халыҡтар тормошо ҡыҙыҡһындыра һине?
— Эстонияның Палдиски ҡалаһына күптән барырға тейеш инем, һаман юлым асылмай тора. Үзбәкстанда, Ҡырғыҙстанда боронғо мәсеттәрҙә булғым килә. Тибет — үҙе бер донъя бит инде. Шотландияның, Ирландияның боронғо ҡорамдары ишеген асыу теләге ҙур. Сәйәхәт итергә яратам, бигерәк тә балаларым менән. Уларҙың тәьҫораттары ғүмерлеккә һаҡланасаҡ бит. Рәсәй ҡалалары, Ҡырым, Төркиә кеүек илдәргә улар менән бергә йөрөнөм. Киләсәктә лә Аллаһ тәғәлә уртаҡ маҡсатлы матур сәфәрҙәргә юлды асып торһон ине!
— Улдарыңдың берәйһе яҙыусы йә журналист булыуын теләр инеңме?
— Теләһәләр, булһындар. Мин ҡаршы түгел. Әммә әлегә береһе лә булыр һымаҡ түгел. Хасбулат шиғыр яҙа ине, береһен төҙәтеп баҫтырғас, әллә үпкәләне, ризаһыҙлығын белдерҙе лә, ҡабат яҙманы. Бәлки, үҙ алдына яҙалыр. Бәләкәй Азамат ҡына теләһә нәмә уйлап сығарып һөйләргә ярата. Әсәйҙең эше үтә лә еңел, йырлап, рәхәтләнеп эшләй, тип иҫәпләйҙәр. Улар ниндәйҙер кимәлдә хаҡлы ла төҫлө.
— Донъяла һине нимәләр ғәжәпләндерә?
— Тәбиғәттең матурлығы, донъяның илаһи гармония менән ҡоролошо мине таң ҡалдыра. Аллаһ тәғәлә барыһын да иҫ киткес теүәллек менән ижад иткән. Бәндәләренә лә уның кеүек матурлыҡ, камиллыҡ тыуҙырырға ғына ҡала.
— Һуңғы йылдарҙа, тормош тәжрибәһе тупланғас, донъя әҙиптәренән кемдәрҙе астың, кемдәрҙең әҫәрҙәрен һоҡланғыс, фәһем алырлыҡ, тип иҫәпләйһең?
— Гарсиа Маркестың яҙмаларын ҡыҙыҡлы тип таптым. Ремарктың романдарын ҡабат-ҡабат уҡып илағаным бар. Р.Ғариповтың ижади үҫешен сағылдырған көндәлектәре, шиғриәте — минең өсөн һәр саҡ ижади мәктәп. Студент саҡта Рәми Ғарипов ижады менән тын алып йәшәнем. Хатта иҫергәйнем мин уның яҙмалары менән. Журналистика бүлегендә уҡығас, диплом эшен бер нисек тә шағир ижады буйынса яҙа алмай инем. Әлеге лә баяғы Венер ағай Йәнбәков менән кәңәшләштем, бары тик Рәми Ғарипов тураһында яҙғым килә диплом эшен, тинем. Ул мине Рәми ағайҙың ҡатыны Надежда Васильевна менән таныштырып, әҙиптең архивтарында эшләү мөмкинлеген тыуҙырҙы. Белһәгеҙ шул ваҡытта ниҙәр кисергәнемде! Иҙәндән түшәмгә тиклем — Рәми ағай үҙе эшләгән китап кәштәһе, уның ҡулы ҡағылған яҙмалар, китаптар. Очерктарын да, мәҡәләләрен дә таптым һәм шулар миҫалында диплом эше яҙҙым. Аҙаҡ ул “Йәшлек” гәзитендә бер нисә һанда баҫылды.
Шәхси архивта эшләгәндә мине ғәжәпләндергән нәмәләр бик күп булды: мәҫәлән, Рәми ағайҙың шиғырҙар өҫтөндә эшләүе. Уның бер рифмаға бер нисә рифма табып, бер төрлө ағып барған шиғыр йөкмәткеһен бөтөнләй икенсе төрлө итеп тамамлап ҡуйған осраҡтары ла йыш булған. шул тиклем етди эшләгән шиғырҙары өҫтөндә! Был миңә ғүмерлек үрнәк булды. Шиғриәттең сәнғәт институты икәнен уның яҙмаларынан тәрән аңланым мин. Башыңа нимә килде, шуны яҙып ултырыу түгел ул шиғыр, ә кешеләрҙең зауығына, күңеленә тәҡдим ителгән юғары сәнғәт әҫәре.
— Тағы ла ун-ун биш йылдан башҡорт әҙәбиәтен нисек күҙ алдына килтерәһең?
— Әҙәбиәт, һүҙ сәнғәте йәшәйәсәк. Был — халҡыбыҙҙың асылы. Нисек кенә көлкөлө тойолмаһын, кешелек даими рәүештә хаталарын төҙәтә-төҙәтә үткәндәрҙе кире ҡабатлай. Рухиәтһеҙ милләттең дә, ғөмүмән, кешелектең дә киләсәге юҡ бит. Донъя беҙҙе башҡа нәмәләр менән ҡыҙыҡтырырға тырышһа ла, кешегә йән аҙығы, рухи ҡибла кәрәк. Шунһыҙ ул кеше булыуҙан туҡтаясаҡ. Ҙур үҙгәрештәр булыр, әлбиттә, әммә улары ла бары тик рухиәт файҙаһына атҡарыласаҡ.