Все новости
Илһамлы яҙмыштар
20 Марта 2017, 17:43

Әҙибәнең күңел донъяһы

Гөлфиә ИҘЕЛБАЕВА

— Шиғриәт, проза, публицистика, тәржемә... Был әҙәби өлкәләрҙә һин киң танылыу таптың — һәр тәңгәлдә “күренекле” һүҙен икеләнмәй ҡуйырға мөмкин. Өҫтәүенә, балалар әҙәбиәтендә тос өлөшөң бар. Шулай ҙа ҡайһы жанрҙы төп ижад йүнәлешең тип иҫәпләйһең?

Әсәйем дәфтәремә теркәп ҡуйған шиғыр остоғомдо уҡыған да ситкә ебәрмәҫкә булды ла ҡуйҙы. Барыбер әсә ҡурсауынан, тыуған төйәгемдән, Өйәмдән иртә айырылдым. Ун дүрт йәшемдә Салауат педагогия училищеһына уҡырға индем, ундағы әҙәби түңәрәккә йөрөнөм, түңәрәктең “Хистәр шәлкеме” тигән стена гәзитенә яҙыштым. Көндәрҙән бер көндө дөйөм ятаҡта: “Һинән бер ҡасан да математик сыҡмаясаҡ, тине уҡытыусы...” — тип буҙлап ултыра инем, әхирәтем Гәүһәр Бикташева комендант бүлмәһенән алып ингән яңы гәзиттәрҙе ҡарап ултырған еренән һикереп торҙо ла: “Уның ҡарауы, шағир сығасаҡ!” — тип алдыма “Ленинсе”не килтереп һалды. “Ағиҙелемә” тигән шиғырым баҫылып сыҡҡан:

...Көт, Иҙелем, ишет йырҙарымды —

Мин һаман да һинең ҡыҙыңмын,

Табандарым һыуытмайса һаҡлай

Ҡомдарыңдың йәйге ҡыҙыуын.

Шул осорҙа училищеға танылған шағирҙар — Рәми Ғарипов, Рәшит Шәкүр, Әнисә Таһирова, Әсхәл Әхмәт-хужа осрашыуға килде, мин улар алдында, сикһеҙ тулҡынланыуҙан теҙҙәрем ҡалтырап, шиғырҙарымды уҡыным. Бына шулай өлкән ҡәләмдәштәремдең күҙенә эләктем.
Сәсмә әҫәрҙәргә юлығыуым мөғжизә кеүегерәк килеп сыҡты. Тыуған яғымда шифаханала ял иткәндә булды был хәл. Бер төндө, ни шиғыр башҡа төшмәй, ни йоҡо күҙгә инмәй, ҡаңғырып, тышҡа сығып баҫтым да Сәйетбабам яғына ҡарап торам. Ҡыш. Буран ҡотора. Алыҫта тау армыттары саҡ-саҡ шәйләнә. Урман геүелдәй, ел олой. Бына бит, тип уйлайым, әҙәм балаһының башы эшләгәс, ҡулынан килгәс, өй һалған, мейес сығарған, ут яҡҡан, ә урмандағы бахыр ҡырағай януарҙар... Шунда мейемдә уралып ятҡан бер хәтер йомғағы тағатыла башланы — айыу урлап алып киткән ҡатын тураһындағы легенда. Тағалды-тағалды ла, ышандырманы. Әммә уйым ныҡышты ла китте: сюжетты ышандырырлыҡ итеп төҙөп ҡара — айыу, ҡатын, урман... Һәм төҙөнөм дә! Йүгереп бүлмәмә индем, тунымды сисеп ырғыттым да ашҡынып яҙырға тотондом. Таң атыуға “Йыртҡыс ҡаны” исемле повестың “һөлдәһе” әҙер ине. Йәнә байтаҡ ҡына хикәйәләр яҙылды, “Күперҙәр” тигән тағы бер повесть тыуҙы. Улар “Йыртҡыс ҡаны” (2003) тип аталған китапта тупланып донъя күрҙе. Ошонан һуң мин проза әҫәрҙәрен халыҡтың нығыраҡ уҡыуын аңланым. Ләкин поэзия күңел түремдәге тәхетенән төшмәне, ул, беренсе мөхәббәттәй, — тәүге осошом, шул осошта кисергән тәүге тантанам. “Йыртҡыс ҡаны”н ослап, саҡ ҡына тын алыуым булды, шиғырҙарым хәсиәтемде яулап та алды: “Әҙәм вә Һауа” (2008) исемле шиғри йыйынтыҡ хасил булды, унда тәүге дастан, поэмаларым донъя күрҙе. Артабан — тағы проза, “Ҡатындар” (2013) трилогияһы. Уҡыусыларым, халҡым тип ҙурҙан алып әйтергә лә хаҡым барҙыр — күтәреп алды әҫәрҙәремде, популярлыҡ тигән дан шәрбәтен татып ҡараным.
Юҡ, барыбер шиғриәтемде йә прозамды һайлай, береһен — алға, икенсеһен артҡа ҡуя алмайым, улар икеһе — бер бөтөн, улар — мин үҙем дәһә!
— Яҙыусының ижады менән биографияһы ни дәрәжәлә бәйләнгән? Бигерәк тә проза әҫәрҙәрендә геройҙарҙың автор булмышына бөтөнләй тап килмәүе, йәки, киреһенсә, бер ни тиклем ауаздаш булыуы һиҙелә. Лев Толстой, мәҫәлән, үҙенең персонаждарының ҡайһы берҙә авторҙың ихтыярынан тыш ҡылыҡтар ҡылыуы хаҡында яҙған. Һинең геройҙарың араһында булдымы ундай хәлдәр? Әллә теҙгенде ҡаты тотаһыңмы?
— Әлбиттә, уҡыусы һәр әҫәрҙә, тарихи темаға яҙылғанмы ул, мөхәббәт лирикаһымы, фантастикамы, авторҙың үҙен тойомлай — уның донъяға ҡарашын, зиһен, тел ҡеүәһен. Йәғни хикәйәләүсе, персонаждар араһында хәрәкәт итмәһә лә, бәғзе урында теге йәки был күренешкә йәпле генә итеп үҙенең ҡарашын белдереп тә ҡуя. Унан тыш, ваҡиғалар ағышы, геройҙарҙың характеры әҫәрҙең логикаһын тыуҙыра һәм автор, теләһә-теләмәһә лә, ана шул логикаға буйһонорға мәжбүр. Мәшһүр Лев Толстой Анна Каренинаны поезд аҫтына ташларға теләгән тиһегеҙме? Теләмәгән! Әммә был героиняның яҙмышы тик шулай ғына сиселә ала... Әллә ҡайҙа ҡайырылмайса, үҙемдең “Йыртҡыс ҡаны” миҫалында әйтә алам: ни өсөн мин, автор, төп образым Һәҙиәнең, ҡырағай урмандағы хәтәр мажараларҙы башынан үткәреп, утарҙа һәүетемсә көн күреп ятҡан еренән, ҡыҙы менән кейәүен үлемгә дусар иттем — фабула ебе ҡулымда лаһа? Уҡыусыларым осрашыуҙарҙа йыш бирә миңә ошо һорауҙы. Әлеге әҫәр логикаһы: Һәҙиәне кеше араһына, цивилизацияға алып ҡайтырға бүтән әмәл юҡ! Уйҙы алғараҡ ташлайыҡ: сәғәте еткәс, Һәҙиә өләсәй вафат булыр, дезертир кейәүе Мөнирҙе ни көткәне билдәле, ҡыҙы Миләш — иренең ихтыярында... Улар урмандан сыҡмаясаҡ. Ә бит бәләкәс Айыуханды ошо рәүештәге тормошҡа дусар итеү — енәйәткә бәрәбәр, уны, бер ҡатлы балалыҡтан сыҡмаҫ борон, кеше араһына алып барырға кәрәк. Бының өсөн берҙән-бер юл — малайҙы өләсәһенең күҙенә ҡаратып ҡалдырыу. Һәҙиә ғәзиз ейәне хаҡына ғына ҡурҡыуҙарын ашатларға, әҙәми заттар мөхитенә юл алырға үҙендә көс табасаҡ! Был шартты үтәү миңә еңел булманы, күңелем һыҡтаны, яҙғаныма ҡат-ҡат ҡайтып, башҡа юлдар эҙләп ҡараным, тапманым...
Әҫәрҙә биография менән уртаҡлыҡтар осрау тәбиғи күренештер ҙә, моғайын. Бигерәк тә күләмле әҫәрҙә прототиптар йыш осрай, ә улар — автор даирәһенән, тимәк, биографияһының бер киҫәге. “Ҡатындар” трилогияһын нишләптер уҡыусыларымдың ҡайһылары автобиографик әҫәр итеп ҡабул итә. Бәлки, хикәйәләү алымы беренсе заттан, төп героиням Нурия исеменән алып барылғанғалыр? Эйе, унда минең яҙмышыма бәйле урындар ҙа юҡ түгел: үҙ заманымды яҙҙым, бала саҡ тәьҫораттары үрелеп-үрелеп киткеләне. Әммә ике генә прототип бар. Әҫәрҙәге Зөлхизә өләсәй — тулыһынса тип әйтерлек үҙемдең Зөлфиә өләсәйем, уны ла йәшләй генә бабайға биргәндәр, ул да алдынғы һауынсы булған, Сталин ҡулынан орден алған, ике улы һуғышта башын һалған. Әсәйемде ҡырҡҡа етеп тапҡан күрше-тирә райондарҙы бер итеп йөрөгән атаҡлы ҡурайсы Әхмәтша олатайымдан. Ниңә әле мин, ҡулымда шундай материал булып, бармаҡтан һурып герой тыуҙырып ултырайым?! Шул уҡ ваҡытта прототибым, үҙ осороноң сағыу типажы, тулы ҡанлы әҙәби образ булараҡ, тамсы ла шик тыуҙырмай. Тағы бер персонажым нигеҙҙә натуранан һүрәтләнгән, ул да булһа — милиционер Сәмиғуллин. Ысын исеме — Барый ағай Фәйзуллин, һуғыш ветераны, ғүмер баҡый участка милиционеры булды. Мин уның хаҡында “Фәйзуллин” тигән хикәйә яҙғайным, трилогияма ҡушып ебәрҙем. Ҡалған геройҙарымдың барыһын да, улар тиҫтәләрсә, тормош тәжрибәм, күргән-ишеткән-белгәндәрем һәм, әлбиттә, фантазиям тыуҙырҙы. Ә Нурияға килгәндә, бөйөк ҡәләмдәшем Зәйнәб апай Биишева үҙенең Емеше хаҡында әйтмешләй, ул — мин дә, мин түгел дә...
“Теҙген”гә килгәндә, ысынлап та, уны ҡулдан ысҡындырыу хәүефле. Сама тойғоһо бик кәрәк. “Ҡатындар”ҙа мәҫәлән, Шырмый Иҡсан атлы геройым хәлде алды, береһенән-береһе ҡыҙығыраҡ лаҡаптарын килтерә лә ҡыҫтыра, көлдөрә, мәрәкә бит, яҙ, тип ҡыҫтай. Уларҙың күбеһен аҙаҡ, мөхәррирләгәндә, ҡыҫҡартырға тура килде.
— Матбуғатта баҫылып сыҡҡан тәүге шиғырҙарың журналист, яҙыусы һөнәре һайлауға йүнәлеш бирҙеме, әллә был теләк һуңыраҡ барлыҡҡа килдеме?
— Уҡытыусылыҡҡа уҡырға мин хыял итеп барҙым. Училищенан һуң диплом тотоп РОНО-ға юлландым, ауылымда эш юҡ, алыҫ ҡына ауылдың һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә ебәрергә булдылар, приказ көт, тинеләр. Юл төшкәндә, редакцияға ла инеп сығырға булдым, шиғырҙарым унда баҫылғылап тора ине. Инһәм, уларға тәржемәсе кәрәк икән, мине өгөтләргә тотондолар, һин бит шағирә, тип йүкә сөй ҙә ҡаҡтылар. Шиғырҙарым журналист булып китеүемә баҫма һалды, тип нисек әйтмәйем?
Журналист кадрҙарына ҡытлыҡ ине. Гәзитте тәржемәләйем, араһында мәҡәләләр, очерктар, репортаждар яҙа башланым. Тора-бара әҙәби хеҙмәткәр, хаттар бүлеге мөдире, мөхәррир урынбаҫары булдым. Русса яҙам, шуны үҙем башҡортсаға ауҙарам — тел шымартыуға был ныҡ ярҙам итте.
— Оҙаҡ йылдар район гәзитендә эшләүең әҙәби донъяға килергә булышлыҡ иттеме, әллә “тормоз” булдымы?
— Бер ҡараһаң, ярҙам итте, икенсе ҡараһаң... Иң үкенеслеһе — йәшлектә, тормошҡа алһыу күҙлектән ҡараған мәлдә, яҙыр шиғырҙарым яҙылмай ҡалды. Аҙнаһына өс сыҡҡан, өс бөртөк журналист эшләгән ике телле гәзит бөтә ижад ҡеүәһен һурып торҙо: көндөҙ — командировка, төнөн иһә киләһе номерға яҙаһың йә таңға тиклем дежурҙа булаһың. Бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған фатир, балалар, донъя ғәләмәттәре — нисек түҙелгән? Йәшлек! Ә шиғыр һирәк яҙылды. Яҙылғандары ла юғалды. Интернет түгел, телефоны ла һәр өйҙә булмаған ул заманда йәш көстәрҙе күҙ уңында тоторға тырыша ине Яҙыусылар союзы. Рәшит ағай Солтангәрәев Гөлдәр һеңлемә (ул “Ленинсе”лә эшләй ине): “Апайыңды саҡыр, телевидениела сығыш яһарға, ярышырға йәштәрҙе йыябыҙ, шиғырҙарын килтерһен”, — тигән. Ә мин Өфөлә, йәйге сессияла инем. Ҡанатланып киттем, өйгә иремә шылтыраттым, шиғырҙарым тупланған блокнотты почта аша заказлы бандероль итеп һалыуын һораным. Һалды. Әммә ябай бандероль итеп. Бала-саға блокнотты почта йәшнигенән тартып алып, йыртҡыслап ырғытҡан, биш-алты бите генә һибелеп ята. Етмешләгән шиғыр бар ине. Йән әсеүенә түҙә алмай, ултырып иланым. Ни фәтүә?! Машинкала баҫып, күсермәһен һаҡлаһам булған да бит, берҙән-бер ҡулъяҙма менән ултырғанмын. Юҡ-юҡ тигәндә лә ул ваҡыттар йөрәкте семетеп ала: күпме шиғырҙарым тыумай ҡалды, тыуғандары юҡҡа сыҡты... Уның ҡарауы, тап шул йылдарҙа — колхоз баҫыуҙарында, фермаларҙа, урмансылар, быяла заводы эшселәре араһында ҡайнап аралашҡанда, төрлө яҙмыштар шаһиты булғанда — “тере материал” йыйылған, юғиһә, ҡайҙан алыр инем уҡыусыларым мөкиббән китеп уҡыған повесть һәм романдарыма ышандырғыс, мауыҡтырғыс сюжеттарҙы?
Район гәзитендә, әйткәндәй, 17 йыл эшләп ташланым. Ә Өфө мине гелән саҡырып торҙо: 70-се йылда матбуғатҡа яҙылыу осоронда Рәми ағай командировкаға килгәйне, редакцияға инеп сыҡты, ҡәләмеңде ташлама, тип өгөтләне. Хатта теге “Ағиҙелемә” шиғырының һуңғы ике юлын яттан ҡабатлап шаҡ ҡатырҙы. Факиһа Туғыҙбаева ла, беҙҙең яҡҡа юлы төшкәндә, мине күреп китте, үҙебеҙҙең ҡорға кил, тип йәүкәләне. “Үҙебеҙҙең ҡорға” — был бит әле һыңар китабы ла күренмәгән кешегә ҙур һүҙ! Рауил ағай Ниғмәтуллин мәғариф мәнфәғәттәре менән районға йыш һуғыла ине, өй һалып йөрөгән еребеҙгә килеп, иремә: “Раил ҡусты, шағирәбеҙҙе донъя көтөргә әүрәтеп, бөтөнләй ижад мөхитенән айыраһыңмы ни инде?” — тип үкенес белдерҙе. Тағымы? Рауза апайым, атайымдың бер туған һеңлеһе, беҙ сносҡа эләгәбеҙ, пропискаға индерәм, тип хат яҙҙы, шул мөмкинлекте һеңлемдең ғаиләһенә бирҙем, кеше тупһаһында йөрөйҙәр ине. Әле иҫләп ултырам да хайран ҡалам: иғтибар күп булған, үҙем ауыҙ асып ҡалғанмын... Ниһайәт, ҡырҡҡа етеп барғанда ижад мәркәзенә миңә тура юл ярылды — иптәшемде райондан Өфөгә Башпрокуратураға эшкә күсерҙеләр. Үҙем “Башҡортостан ҡыҙы” журналы реакцияһына эш эҙләп барҙым. Хәтерегеҙҙә булһа, Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы, мине ихлас ҡабул итеп, “һин бит шағирә” тип ҡулымды ҡыҫҡайнығыҙ. Ә ирем күсенеү мәшәҡәттәренән арыныу менән муйыныма ҡәләм аҫып ҡуйҙы. Бер осон тишеп бау үткәрҙе лә: “Ижад мәркәзенән алыҫмын, тип мыжый инең, хәҙер бына яҙыш, алып килдем бит”, — тине. Әммә ваҡыт мине көтөп тормаған, тиҫтерҙәремдең әллә нисә китабы, исемдәре бар! Сәмем уянды. Тотондом ижадҡа, әйтерһең, быуылған йылға йырылды, һаҙлыҡҡа әйләнмәгән икән әле...
— Өфөгә нисек өйрәнеп киттең? Әҙәби мөхиткә инеп китеү артыҡ ауыр булманымы?
— Баш ҡала миңә ят уҡ түгел ине, алты йыл университетта уҡыным даһа — йылына ике тапҡыр сессияға килеп, ай буйы лекциялар тыңлайһың, имтихандар бирәһең... Яйы тура килгәндә, театрға, концерттарға йөрөргә тырышаһың, китапхана юлын ҡырҡ тапайһың. Ярайһы “ағарып” ҡайтып китәһең.
Өфөлә төпләнгәс, ныҡ теңкәгә тейгәне — транспорт, әлегеләй төрлө автобустар зыйлап йөрөмәй ине ул заман. Етмәһә, фатирыбыҙ Черниковкала, редакцияға килеп етеүемә минән башҡа бөтәһе лә урынында ултыра. Ахырҙа, урынбаҫар йыш шелтәләй башлағас, һеҙ, Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы, мине яҡлап һүҙ әйттегеҙ: “Ярар инде, ул бит йәһәннәм төпкөлөндә йәшәй...” Баҡһаң, үҙегеҙ ҙә бер мәл ғаиләгеҙ менән Черниковкала торғанһығыҙ икән.
Әҙәби мөхит... Унда ынтылырға нисек йөрьәт иттем икән? Ҡырҡҡа етеп барғанда... Ынтылдым, ылыҡтым. Сөнки бер осорҙа ижад итә башлаған тиҫтерҙәрем, баҫым яһап әйтәм — ҡатын-ҡыҙҙар, миңә ҡул һуҙҙылар! Факиһа Туғыҙбаева, Таңһылыу Ҡарамышевалар... Өлкән быуын яҙыусыларының да иғтибарынан мәхрүм булманым. Абдулхаҡ ағай Игебаев тәүге шәлкемемде “Ағиҙел”дә сығарҙы: “Йәштәр тауышы” рубрикаһы аҫтында дебют. Өс йылдан “Нағыш” (1989) тигән тәүге йыйынтығым донъя күрҙе, уға Хәсән Назар ағай исем ҡушты. Сираттағы китабым “Автограф” (1992) тип аталды һәм ул Яҙыусылар союзына инергә хоҡуҡ бирҙе. Мостай Кәрим, Муса Ғәли, Рәшит Шәкүр ағайҙарҙың рекомендацияларын ҡәҙерләп һаҡлайым. Ниндәй ҙур аванс биргән улар миңә! Ижадымда етди һынылыштар булған һайын күңелемдән уларҙың күҙҙәренә бағам: аҡланыммы икән Һеҙҙең ышанысты?!
Яҙмыш миңә ижад йәһәтенән барыбер миһырбанлы булды. Булат Рафиҡов ағайҙың әҙәбиәткә яңы аяҡ баҫҡан кешене “Ағиҙел”гә яуаплы сәркәтип итеп эшкә алыуына берәү ҙә аптыраманы, тиһәм, алдашырмын. Сөнки үҙем оҙаҡ ҡына ышаныр-ышанмаҫ йөрөнөм был хәлгә — олпат журнал тарихында был вазифала эшләгән беренсе ҡатын-ҡыҙ инем. Шулай итеп, 1991 йылда әҙәби мөхиттең уртаһына барып сумдым.
Уға тиклем бер йыл элек ауыр юғалтыу кисергәйнем. Ҡырҡ йәшендә генә хәләл йәрем вафат булды. Иң терәр йәштә булмаһалар ҙа, балаларыма һыйындым: “...Сайҡалды ер, емерелде донъя, йота мине хәсрәт ташҡыны! Яр буйында сибек кенә ҡайын ҡулын һуҙҙы, ҡыҙым булдымы? Һыуҙар кисеп килгән йәш тал һымаҡ, ҡаршы йүгереүсе улыммы?” Һәм, әлбиттә, әсәйемә, туғандарыма һәм дуҫтарыма бауыр баҫтым! Йөрәк хәтеренән юйылмаҫ йән дуҫым шағирә Зарема Әхмәтйәнова: “Диңгеҙгә бар, эш урыныңды алыштыр”, — тип кәңәш бирҙе. Тәү тапҡыр диңгеҙҙе күрҙем, Журналистар союзы Болгарияға, Варнаға, путевка бирҙе. Икһеҙ-сикһеҙ даръяның илаһи ҡөҙрәте илә төшөндөм: кеше ғүмере мәңгелек ҡуласаһында күҙ асып йомған ғына бер арауыҡ икән. Рухыма ныҡлыҡ бирҙе. Ә “Башҡортостан ҡыҙы”нан китеүемдең сәбәбе тик берәү генә: әхирәттәремә әйләнгән ҡыҙҙар минең ҡайғымды йөрәктәренә алдылар, шуға ла уртаҡлашырға тырышалар, көн дә уңалмаҫ яраларымды ҡуҙғаталар ине...
“Ағиҙел” мине ижадташтарым араһында ун ете йыл йәшәтте. Ул миңә эш урыны ла, тәжрибә мәктәбе лә булды. Кемдеңдер әҫәрен уҡыйһың да, яҙғас, шулай яҙырға кәрәк тип, фәһем, ҡомар алаһың, ә кемделер йәлләп тә ҡуяһың. Көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы булмай тиҙәрме әле?! Талаптар “Ағиҙел”дә ҡаты булды, журналға барғаны ла, бармағаны ла уҡыла — сөнки баһаларға, фекер әйтергә кәрәк. Күҙемә көс төштө, күҙлек кейә башланым. Тәнҡит күҙлеген дә кеймәйенсә булмай — шул күҙлектән үҙемә лә ҡарарға өйрәндем.
Әҙәби мөхиткә инеп китеүе ауыр ҙа булды миңә, еңел дә, бөгөн иһә шул илаһи серле, берсә миһырбанлы, берсә ҡаты бәғерле, ябай һәм тәкәббер ғорур, хыял мискәләре һәм аҡыл ҡаҙналары менән тулған, үҙенең был донъяға кәрәклегенә инанған, тиңһеҙ мөхиттә ҡайнауым, уның бер берәмеге, ҡәләме булыуым менән бәхетлемен.
— “Башҡортостан ҡыҙы” журналында эшләгәндә командировкаларға йыш йөрөлдө. Күпме ғаиләләр, ҡатын-ҡыҙ яҙмыштары менән осраштыҡ, уларға ярҙам ҡулы һуҙырға ла тура килә ине. Ошо сәфәрҙәрҙә танышҡан кешеләрҙең, тәьҫирле ваҡиғаларҙың әҫәрҙәреңә лә инеп киткәндәре булдымы?
— Тәүге командировкам Әбйәлил районы Ташбулат ауылына булды. Ленин ордены кавалеры булған һауынсы ҡатын хаҡында очерк яҙырға барҙым. Тема борсомай, яҙған бар. Өлкә журналынан килгәс, район хужаһына инергә, әңгәмә ҡорорға — шуныһы шөрләтә. Миңә, кисәге район гәзите журналисына, урындағы беренсе секретарь — батшаның үҙе бит инде. Барып төшһәм, “Волга”ла ҡаршы алырға килгәндәр! Быныһы байтаҡ йылдар мотоциклда әрһеҙләнеп баҫыу- фермаларға йөрөгән кешене тамам ғәжәпкә ҡалдырҙы... Яйлап күнегеп киттем эштең яуаплыраҡ та, масштаблыраҡ та булыуына: “Башҡортостан ҡыҙы”ның абруйы ҙур, һикһәненсе йылдарҙа ул республикала иң күп тираж йыйған баҫмалар рәтендә ине.
Күпме бәхетле һәм бәхетһеҙ яҙмыштар менән киҫеште ул осорҙа юлдарым. Һәр хат теркәлә, эҙһеҙ юғалмай, мәҡәлә яҙыла ине. Тәнҡитле сығыштар буйынса мотлаҡ сара күрелә, тимәк, авторға ярҙам ителә — тәртип шундай. Очерктарымдың күпселек героинялары әле лә иҫтә. Улар үҙҙәре лә миңә ваҡыт-ваҡыт тауыш биреп ҡуя. Мәҫәлән, Әлшәй районының бер совхозына малсылыҡҡа эшкә саҡырып мәҡәлә яҙғайным. Әҙер торлаҡтар бар, ә кадрҙарға мохтажлыҡ. Бер нисә ай эсендә проблема хәл ителде.
Һүҙ ҙә юҡ, сәфәрҙәрем шиғырҙарыма ем бирҙе, темалар бүләк итте. Бер ваҡыт яҙғандарымда хыянат, яуапһыҙ мөхәббәт һымаҡ ноталар йыш яңғырай башланы. Һеңлем ҡәләмемдән төшкән һәр юлды уҡып бара, әйтә ҡуйҙы: “Апай, еҙнәмә уйларҙар ҙаһа, хыянат итә, рәнйетә икән, тип...” Ә мин ҡайһылыр бер ғаиләнең ғауғаларын, бәғзе ҡатындың иренә булған үпкәләрен йөкмәп ҡайтам да, шул хәлдән арына алмай йөҙәйем, хатта теге ҡатындың ҡәлбенә инеп тигәндәй, уның кисергәнен кисереп, шиғырға һалам... Артистар “перевоплощение” — геройыңдың “эсенә инеү” тип әйтә бит, шул халәт яҙыусыла ла бар.
Ә инде прозамда, айырыуса “Ҡатындар” трилогияһында, “Башҡортостан ҡыҙы” бүләк иткән тәьҫораттарҙың, реаль ерлектән алынған йыйылма образдарҙың хисабы юҡ.
— Бала сағыңды, үҫмерлек осороңдо хәтерләгәндә, йөрәгеңә иң уйылып ҡалған картиналар?
— Йәш өлкәнәйгән һайын бала саҡ нығыраҡ иҫкә төшә икән, мең дә бер кис буйына ла тасуирлап бөтөрөрлөк түгел. Ташҡа баҫылғандан миҫал килтерәйем, булмаһа. “...Әллә ниңә ҡартәсәйемдең анауы “өрлөк ишелде” тигән сәйер һүҙе иҫемдән сыҡмай. Ҡарай торғас, былай ҙа аҡ, шыма өрлөк ай яҡтыһында тағы ла ағарып, нурланып киткәндәй була, гүйә, атайымдың йөҙө. Ана, ике күҙе — күкшел-йәшел булып ялтырай... Шыбырлап ҡына өндәшәм: “Атай! Атай, ҡайт!..” Эргәмдә үҙе лә йоҡламай, шым ғына уйға сумып ятҡан ҡартәсәйем яурыныма ҡулын һала. Өрлөк-атайым менән ҡысҡырып һөйләшә башлағанмын әллә? Тағы ҡарайым өрлөккә: ике күҙ тигәнем тәҙрә яҡ баҡсала үҫкән сейәнең япраҡтары икән, ай нурында күләгәләре сағылған. Бәй, түшәм тулы икән ул серле “күҙҙәр”, керпек ҡаҡмай миңә баҡҡандар...”
Был өҙөк — “Ҡатындар” трилогияһынан, үҙем менән булған хәл, героинямдың теленә индереп ебәрҙем. Ошо урында күҙемдән йәштәр атылып сыҡты, тип хат яҙыусы уҡыусыларым байтаҡ.
— Әсәйең һәм һеңлең менән үҙеңдә ниндәй уртаҡлыҡтар һиҙәһең? Яратҡан, аҡыллы, хисле ҡыҙ бала әсәйҙе ҡасан ныҡлы аңлай башлай? Үҫә киләме, әллә олоғая башлағасмы? Ҡыҙың менән ниндәй рухи бәйләнештәһең?
— Их, әсәйемдең күп сифаттарына эйә булыр инем мин: ҡыйыулығына, уңғанлығына, ҡул эштәренә оҫталығына, сәмле тырышлығына, һынмаҫ рухына... Миңә быларҙың күпмелер өлөшө генә эләккән шул. Әммә әсәйемдең үҙемә үрнәк булыуы, беләм, батҡан еремдән тырмашып ҡалҡып сығырға күп тапҡырҙар булышлыҡ итте. Улай тиһәң, уртаҡлыҡ бөтөнләй юҡ та түгел: мин дә, әсәмә оҡшап, балаларым өсөн утҡа-һыуға инергә әҙермен. Ә һеңлем — ул ныҡ әсәйемә тартҡан. Гелән аҡыл бирер ине, миңә һүҙ тейҙермәне, бәләкәйҙән шулай яҡлашты. Әсәйем йыш ҡына, беҙгә ҡарап: “Апай — оло, мин — дәү” тигән әйтемде ҡабатлар ине. Ине-ине... Әсәйем дә, һеңлем дә донъялыҡта юҡ шул инде... Үҙе иҫән сағында, ҡаты сирләп алған бер мәлендә, әсәйемә: “Зинһар, әсәй, йүнәлеп кит, йәме, юйылһаң һин күҙ ҡарамдан, тәүбә, эсәр һыуҙарымдың китер тәме...”; Гөлдәргә: “Әү-әү, һеңлем, әүкәйем, тим, һин бит минең дәүкәйем, тим, һин бит минең йәнемә — тиң, һин бит минең йәнемә — им...” кеүек йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәр менән яҙған шиғырҙарымды уҡып ишеттергәнмен әлдә.
Аңлауға килгәндә, әсәйемде мин бәләкәйҙән аңлайым һымаҡ ине, сөнки эргәлә уның һәр ҡылығын аҡлап, һәр һүҙен йөпләп йөрөгән өләсәйем булды. Бер көндө ул: “Ошо Зәлифәмдең, мирмымды ҡыҙҙырып, ти ҙә... Яндырайыраҡ шул балаҡайым... Мирмы тигәне нимә булалыр тағы?..” — тип һөйләнеп йөрөй. Мин, үҙемдең аҡылым еткәнсә, аңлатырға булдым: “Өләсәй, мирмы түгел — нервы, кешенең берәй нахаҡ һүҙгә йәне үртәлһә, шул була инде нервы ҡыҙып китеү...” Тап шул саҡ әсәйем тағы ярһып ҡайтып инде лә, нервыма тейҙеләр, тип башлағайны ғына, өләсәйем килеп ҡыҫылды: “Мирмы ти ҙә, һиндә генәме ни ул, миндә лә бар ул мирмы!” Әсәйем телһеҙ ҡалды, миңә бармаҡ янаны ла өҙә баҫып ихатаға сығып китте. Ә дөрөҫөн әйткәндә, әсәйемде тәрәндән саҡ аңлай башланымдыр...
Ҡыҙыммы? Минең иң тоғро серҙәшем ул Гүзәлем. Ихласлығым да юҡ түгел, алсаҡмын да, шулай ҙа мин — шарран асыҡмын, тип әйтә алмайым. Тоя белгән кешегә хәсиәтем ижадымда нығыраҡ асылалыр, унда йәшереп-йәшеренеп булмай, ышандыра алмайһың, юғиһә. Ҡыҙым — журналист, юрист. Уҡсы йондоҙлоғонда тыуғанғамы, тура һүҙле, борғоланыуҙы яратмай. Мин ҡайһы саҡта, ҡаты бәрелеп ҡуймайым, тип, хәбәремде уратып-суратырға тотонһам: “Әсәй, кәнфитләнмә”, — тип әйтергә лә күп һорамай. Уға өйҙәге донъя кәртәһенә иртә егелергә тура килде. Ҡустыһына ун йәш кенә ине. Ғәрәсәтле туҡһанынсы йылдар башланып ҡына торған мәл... Эш хаҡы тотҡарлана, магазин кәштәләре буш, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар бишләтә артты. Булған аҡсаны ҡыҙыма тотторам, үҙем көн буйы эштәмен. Бер кисте ҡайтып килһәм, балаларым, тоҡлап он алып, баҙарҙан ҡайтып килә. “Талаш унда, саҡ тартып алманылар. Хисапланым, осһоҙға төшә, икмәкте үҙем бешерәсәкмен, Рафаэлдең тамағы туҡ йөрөр, үҫкән генә сағы туғанымдың!” — ти ҡыҙым. Бөгөн дә ул мине лә, юстиция подполковнигы булған ҡустыһын да, үҙе әйтмешләй, контролдә тота. “Уң ҡанатым” тип шиғыр бағышланым уға, ысын даһа: “...Көн дә иртән хәлем белешәһең, әсәй, тиһең, мин бар, арыһаң... Шундуҡ яҙылып китә ҡанаттарым, һынырҙай ҙа булып талғайны, бына лаһа, имләнең дә ҡуйҙың, йомшаҡ һүҙең әйткән ыңғайы...” Ижадымда ла ярҙамсы. Русса ла, башҡортса ла берҙәй белә, һәр әҫәремде уҡый, компьютерҙа ла баҫып ебәргеләй. Рухташым ул, һис шикһеҙ. Әйткәндәй, үткер, телдәр, зирәк героиням Нурияла ҡыҙымдың холоҡ салымдары сағылып китә.
— Һин үҙенсәлекле мөхәббәт шағирәһе лә. Тәүге мөхәббәт була инде, беләбеҙ. Ә ғүмерлек мөхәббәт хаҡында фекерҙәрең нисек?
— Яҙыусы — ул иң зирәк күҙәтеүсе: әйләнә-тирә мөхитте, кешеләрҙе, донъяны керпек ҡаҡмай күҙәтеп кенә ҡалмай, һығымта яһай, фәһем йыя ла әҫәрҙәрендә кәүҙәләндерә. Ундай тәжрибә миндә лә бар, шунан сығып әйтә алам: ғүмер буйы бер генә тапҡыр ғашиҡ булған, хатта ҡауыша алмаған йәки ҡауышып та, айырылған, юғалтҡан хәлдә лә тоғролоҡ һаҡлағандар һирәк. Әммә бар ғүмерлек мөхәббәт, бар! Ул үтә алмаҫ һынауҙар юҡ: “...Мөхәббәткә ҡаты һынау: көнсөллөк, үс, хыянат һәм ялған — хөсөтлө күс, ә мөхәббәт бирешмәй һис, сөнки — көслө, сөнки — хисле...”
Тәүге һөйөү? Унан яҙлығып булмайҙыр, юҡҡа ғына уны һәр кем үткәрә торған ҡыҙылса сире менән сағыштырмайҙар инде. Тик ҡауышыуҙар икеле: “...Шишмә башы кеүек таҙа, һин гонаһһыҙ иң саф хистер, тәүге һөйөү, кисер, кисер...”
“Ағиҙел”дең былтырғы 11-се һанында тотошлай тиерлек мөхәббәт темаһына яҙылған шиғырҙар шәлкемем баҫылғайны. Уйынлы-ысынлы шаяртыусылар күп булды, әллә ғашиҡ булдыңмы, тиҙәр. Ошо йәшеңдә, тип кинәйә өҫтәп тә ҡуялар. Мин дә ҡыялатып яуап бирәм: әтеү! Етди уйланғанда, әҙәм балаһы мөхәббәтте һәр саҡ бәхет тип ҡабул иткән, итә, итәсәк. Ә кем һуң бәхетте көҫәмәй, көтмәй?!
— Беҙ йәш саҡта, Гөлнур, яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙар тиҫтәгә лә тулмай ине. Хәҙер, шөкөр, иң әүҙем ижад итеүселәр — беҙҙең зат. Союз ағзаларының да күпселеген тәшкил итәбеҙ. Ижад ҡоластары ир-ат яҙыусыларҙан тар түгел: пенталогия яҙған Таңсулпан Ғарипова менән трилогия ижад иткән һине иҫкә алыу ҙа етә. Ә талантлы шағирәләрәбеҙ күпме! Был күренеш заман менән дә бәйлеме икән?
— Мәшһүр әҙибәләребеҙ Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишеваларҙың ижади ҡаһарманлыҡтары сәм, ҡот бирә беҙгә, ҡатын-ҡыҙҙарға. Күләмле әҫәрҙәр яҙған талантлы прозаиктарыбыҙ Фәрзәнә Аҡбулатова, Фәниҙә Исхаҡовалар үксәгә баҫып килә. Ә танылған шағирәләребеҙҙе бер тында ғына һанап сығырлыҡ та түгел. Бөйөк башҡорт шиғриәте ерлегендә гөрләп өмөтлө йәш быуын күтәрелеп килә!
— Донъя, Рәсәй, Башҡортостан әҙиптәренән кемдәрҙең әҫәрҙәре ижадыңа нығыраҡ йоғонто яһаны, тип уйлайһың?
— Ғүмер буйы журналистикаға, әҙәбиәткә хеҙмәт иткәс, һөнәр талабы, күңел ихтыяжы сәбәпле, донъя әҙәбиәтен йотлоғоп уҡыным, бигерәк тә йәшерәк саҡта. Әле лә уҡымай тора алмайым. Шунса байлыҡты зиһенемә һеңдерергә була, бер арый туҡтап торам да, тағы тотонам китапҡа: мәғлүмәткә мейе, күңел иләге аша үтергә, интеллектҡа әйләнергә ваҡыт бирергә кәрәк. Донъя, рус әҙәбиәте корифейҙары әҫәрҙәрен әҙ һемермәнем, ҡабат ҡайтып уҡығандарым: Гомер, Шекспир, Петрарка, Экзюпери, Хемингуэй, Стендаль, Бальзак, Гюго, Драйзер, Голсуорси, Коэльо, Селинджер, Пушкин, Ахматова, Цветаева, Толстой, Достоевский, Чехов, Шолохов һәм башҡалар — теҙә башлаһаң, ҡағыҙ бите етмәҫ, һәр ҡайһыһы күңелемдә юйылмаҫ эҙҙәр ҡалдырҙы, тимәк, ижадыма ла йоғонто яһаны. Милли әҙәбиәтебеҙ үрнәктәре, бигерәк тә башҡорт халыҡ фольклоры хайран итә мине, әҫәрҙәремә импульс бирә, һут өҫтәй, колорит серен оноттормай.
— Тәүлектең ниндәй сәғәте, миҙгелдәрҙең ҡайһыһы күберәк илһам алып килә?
— Мин — ҡойоп ҡуйған ябалаҡмын. Әлеге мәлдә лә, пенсиялағы башым менән, төнгө берҙәргә тиклем йоҡламай ултырам, яҙышырға кәрем етмәһә, телевизор ҡарап булһа ла шул сәғәтте еткерәм. Уяныуым, ғәҙәт иткәнсә, ете тулғас. Күҙемде асам да, иҫән-һаумын, тип шөкөрана ҡылам һәм уйға сумам — шиғырҙағы фекер сюжеттары, прозалағы ваҡиғалар теҙмәһе шул иртәнге минуттарҙа тыуа. Гөлт итеп ҡалған уй-фекерҙе шунда уҡ ҡыҫҡаса ғына ҡағыҙға теркәргә тырышам (иренеп, ошондай шәп образды онотоп буламы ни, тип, һемәйгән мәлдәрем булды), ә яҙырға форсат сығыу менән күңелдә иртәнге нур менән сиртелгән тәьҫирҙәр терелә. “...Таңдарымда яҙам хәтер хатын. Үткәндәрҙе бәйләп бөгөнгөгә, йәшәтеүсе асыл мин ул — Ҡатын. Таңды һөйәм. Таң ҡанаты сафлыҡ ҡоя. Мин үҙемде — хаҡ донъяла, ә донъяны үҙ-үҙемдә асыҡ тоям...”
Эйе, илһам миңә таңда килә.
— Һин хатта төш юрау тураһында ла китап сығарҙың, ә үҙең уларға ысынлап ышанаһыңмы?
— Ул “Төш юрау китабы”ның яҙмышы уң булды, тиҙ генә бағыусыһы табылды, халыҡ ныҡ ҡыҙыҡһынып ҡабул итте. Ҡулдан-ҡулға йөрөп ята ул тәҡбирнамә ауыл-ҡалаларҙа. Юрауҙарығыҙ алға килә лә баҫа, тиҙәр. Сөнки унда юрау асҡыстары үҙебеҙҙең милләттең, диндең асылын иҫәпкә алып бирелгән. Мин үҙемде китаптың авторы һәм төҙөүсеһе тип күрһәттем, ул миңә — ҡартәсәйемдән, уға иһә урыны-урыны менән латин хәрефе менән яҙылған ҡалын бер дәфтәр рәүешендә әсәһенән мираҫ булып ҡалғайны. Ҡартәсәйем мине ун ике йәшемдән ылыҡтырҙы был һөнәргә: юратырға килгәндәрҙең төштәрен дәфтәргә теркәйем дә, бер ҡырға ҡыҙыл ҡәләм менән “бойомо” тип яҙып, аҫтына һыҙып ҡуям — беҙҙең юрау юш килгәнме, юҡмы икәнен юлларға, ҡырҡ йылдан һуң ғына бойомға ашҡан төштәр була бит. Эйе, бер ғүмерҙә генә яҙып булмай төшлөк китабын. Мин үҙем һынағандарҙы, тапҡан юрау асҡыстарымды өҫтәп ебәрҙем генә. Тағы шуны әйтер инем, төш юрау — үҙенә күрә ижад ул, мине шул яҡлап та ҡыҙыҡтырҙы был шөғөл.
Төштәргә ышанам. Асылда төш, тапҡыр юрай алһаң, иң дөрөҫ иҫкәртеү ул. Сөнки йоҡлағанда ла төпкө аң уяу ҡала, ул ҡасан да булһа ҡабул ителгән, бәлки, кеше үҙе илтифат бирмәгән мәғлүмәттәрҙе лә анализлай, төрлө образдар, хатта ки ҡурҡыныс фантастик күренештәр пәйҙәһендә ишаралар бирә. Аңлай алһаң, бәғзе бәлә-ҡазанан ҡотола алаһың, тимәк. Былтыр, мәҫәлән, мөһим бер эшемә аяҡ салырҙарын төшөмдә ап-асыҡ күрҙем, сигенергә һуң ине. Әммә мин, әҙер булғас, күҫәктән тайшандым, уңышһыҙлыҡ рухымды имгәтмәне.
— Эске һиҙемләү яҙыусыға кәрәкме? Бөтә кешелә лә буламы был һәләт?
— Яҙыусыға эске һиҙемләү үтә лә кәрәк һәм ул Хоҙай тарафынан һәләткә ҡушып бирелә, тип уйлайым. Юғиһә, ҡайҙан алыр ине әҙип сәнғәти, серле һүрәтләү алымдарын, һоҡландырыу, инандырыу, тетрәндереү ҡөҙрәтен? Мине талантлы прозаик, әҙәби тәнҡитсе Сәғиҙулла Хафизовтың “Өйҙәш ҡатын” исемле повесындағы бер эпизод хайран ҡалдырҙы. Әҫәрҙең геройы — рәссам, колхоз бригадиры булған ҡатындың һүрәтен төшөрә, атҡа атландырып, ҡулына сыбыртҡы тоттороп, реалистик образ тыуҙыра. Торғаны үҙ осороноң символы — уңған етәксе, матур, ҡыйыу. Тик рәссам был картинаһынан риза уҡ түгел, кәмселеген эҙләй, таба алмай. Ғазаплана. Ниһайәт, аңлап ала: һүрәттәге ҡатындан һалҡынлыҡ бөркөлә. Һәм ошонда яҙыусының эске һиҙеме геройына ярҙамға килә. Рәссам бригадир ҡатындың ҡулынан сыбыртҡыһын алып, сәскә тоттора. Картина нурға сума!
Интуиция тыумыштан һәр кешегә лә бирелгән, тип ышанам. Кемдер эске һиҙемен камиллаштыра бара, ә кемдер — тупаҫландыра, юҡҡа сығара. Тәбиғәттән бирелһә лә, был сифат аҡылды даими эшкә егеүҙе, сослоғоңдо, фекер йорлоғон юғалтмауҙы ла талап итә, минеңсә.
— Ижад эйәләре, ғәҙәттә, эшләгәндә яңғыҙ ҡалыуҙы хуп күрә. Халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны” тигән китабы ла бар. Һин нисек ҡабул итәһең ижад мәлендәге яңғыҙлыҡты?
— Яҙыусы, исмаһам, йылына бер өҫтәмә отпуск алһын ине лә бит, ундай йәмғиәттә йәшәмәйбеҙ шул! Ижади командировкалар бирелгән, гәзиттә сыҡҡан шиғыр шәлкеме өсөн гонорарға костюм алып кейгән заманалар булған ул... Мин, пенсияға сыҡҡас, балаларға торлаҡ өсөн әҙме-күпме матди ярҙам күрһәтәйем тип, тағы биш йыл эшләнем әле. Һаман да китмәҫ инем, “Ҡатындар” трилогияһы килтереп ҡыҫты, тамамларға кәрәк ине. Башлауын башлағайным да, нисек осона сығырға? Редакцияла мәш килеп ултырғанда үҙемдең ижадым менән булайыммы ни? Ысын, яңғыҙлыҡ кәрәк... Миңә — кәрәк. Бер нәмәгә ҡарамай, мыжғып торған кеше араһында ла яҙыша алған кешеләр ҙә бар.
Балаларым ғаилә ҡороп, башҡаланғансы, миңә алтмыш та тулып китте. Ниһайәт, эш бүлмәм булды! Ҙур өҫтәл индереп ултырттым да, ултырғысҡа ҡаҙаҡланып тигәндәй, көнө-төнө яҙышырға тотондом. Бикләндем. Сюжеттың ебе ысҡынып ҡуйыуҙан ҡурҡып, төндәрем уяулы-йоҡоло уҙа. Бер ниндәй сараға йөрөмәйем, тамаҡ ялғаған арала кәрәк ергә шылтыратып алам да, телефонды һүндереп тә ҡуям. Уйым менән геройҙарым араһындамын, уларҙың яҙмышы менән йәшәйем. Биш йыл шулай онотолоп ижад иттем, шунса ваҡыт үткәнен дә һиҙмәй ҡалдым. Арыуҙы ла тойманым...
Яҙмыш миңә сыр-сыуһыҙ, оҙаҡ ваҡыт яңғыҙ ултырып эшләргә мөмкинлек бирҙе, шуға рәхмәтлемен. Ғәмәлдә, тома яңғыҙлыҡ миңә янамай, шөкөр, эштән бушағаныраҡ сағымды көтөп кенә тора ейәндәрем, елдереп килеп етәләр.
— Уҡыусыларың һинең хаҡта тағы ла нығыраҡ белһен әле: яратҡан аштарың, сәскәләрең, кешеләрҙең холоҡ сифаттары, спорт төрҙәре, төҫтәр ниндәй?
— Бауырҙан бешерелгән ризыҡтарҙың һәр төрлөһө; болон сәскәләре, рауза гөлө; тоғролоҡ, баҫалҡылыҡ, бөхтәлек (ике йөҙлө, хыянатсыл кешеләрҙе күрә алмайым, ерҙәге бөтә бәлә шулар арҡаһында); нәфис гимнастика, биатлон; аҡ, йәшел, шәмәхә, зәғферән.
— Донъяла һине нимәләр ғәжәпләндерә?
— Донъя үҙе.
Читайте нас: