Все новости
ИҠТИСАД
10 Января 2019, 16:23

Бизнес ҡеүәтен хеҙмәттәшлек билдәләй

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булдырыу 2014 йылда БРИКС илдәренең Бразилиялағы Форталеза ҡалаһында үткән йыйынында тәҡдим ителгәйне. Ошо йылдар эсендә был сара, һис шикһеҙ, бизнес йәмәғәтселеген бер урынға туплаған һөҙөмтәле, эшлекле халыҡ-ара майҙансыҡтарҙың береһенә әүерелде.

Ғөмүмән, бер нисә йыл рәттән Башҡортостандың баш ҡалаһында үткәрелә килгән ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың форумы донъяла бындай форматта үткәрелгән берҙән-бер сара. Ошо йылдар эсендә форум эшендә өс тиҫтәгә яҡын илдән, Рәсәйҙең 68 төбәгенән 5 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, бер нисә йөҙ килешеүгә ҡул ҡуйылған, 800-ҙән ашыу осрашыу үткәрелгән. Мәҫәлән, быйылғы, дүртенсе тапҡыр ойошторолған сарала 1600-гә яҡын кеше ҡатнашҡан.

Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы тарафынан ойошторолған форумдың төп маҡсаты — ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ компаниялары араһында үҙ-ара үҫеште тиҙләтеү өсөн шарттар булдырыу, төбәк-ара иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу, инвестицияларҙы, бизнес-проекттарҙы арттырыу һәм башҡалар.

ШОС һәм БРИКС берләшмәһенә ингән дәүләттәрҙә Ер шары халҡының 40 проценты йәшәгәнен һәм донъяның тулайым эске продуктының (ВВП) 20 проценты етештерелгәнен иҫәпкә алғанда, был даирә ағзаларының ярайһы ҙур урын биләгәне көн кеүек асыҡ.

Бәләкәй һәм урта бизнес өсөн аралашыу майҙансыҡтары булыуы үтә мөһим. Күргәҙмәләрҙә, форумдарҙа, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә ҡатнашып, улар фекерҙәштәрен таба, бизнес үҫеше өсөн яңы юлдар эҙләй. Әйткәндәй, ШОС һәм БРИКС илдәрендә Азия вәкилдәре күп, ә улар бизнес ҡорор алдынан күҙмә-күҙ ҡарашып аңлашыуға өҫтөнлөк бирә. Бындай мөмкинлек, ышаныс тап ошондай сараларҙа тыуа ла инде.

Ысынлап та, ҡатнашырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта. 2015 йылда 200 кешенән, 8 сит ил делегацияһынан башланған форум быйыл һан яғынан үҙенсәлекле рекорд ҡуйған: 24 сит ил делегацияһы теркәлгән, спикерҙар һаны 20-нән 100-гә еткән. ғәмәли эштәрҙең һөҙөмтәһе форумда ҡатнашырға теләүселәрҙең ҡыҙыҡһыныуын арттыра.

Халыҡ-ара ойошманың Өфө декларацияһы һәм БРИКС-тың Иҡтисади үҫеш стратегияһы буйынса, сараның өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тап бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тора. Форумдың өс телдә — инглиз, рус, ҡытай телдәрендә алып барылған махсус сайтында тейешле мәғлүмәт менән танышырға, хеҙмәттәшлек итеү юлдарын табырға була. Перспективалы инвестиция проекттарының уртаҡ каталогын төҙөү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. был проекттар ШОС һәм БРИКС илдәре етәкселеге кимәлендә өҫтөнлөклө тип билдәләнгән йүнәлештәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә. Улар араһында ауыл хужалығын, сәнәғәтте үҫтереү, IT-технологиялар өлкәһендә хеҙмәттәшлек кеүек мөһим йүнәлештәр бар. Әлеге ваҡытта каталогка 98 миллиард һумлыҡ инвестициялар күҙалланған 102 проект теркәлгән.

Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ағзаларының 70 проценттан ашыуы — тап бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре. Ғөмүмән, донъя иҡтисадында ошо даирә эшлеклеләре төп көс булып тора. Мәҫәлән, Ҡытайҙа эш урындарының — 70, экспорттың 80 процентын тап бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре тәьмин итә. Образлы итеп әйткәндә, был эшҡыуарҙар донъяның иҡтисади үлсәүе артыҡ уңға йәки һулға тайшанып китмәүҙе, алтын урталыҡты, үҫештең тотороҡлолоғон гарантиялай. Рәсәйҙә иһә хәлдәр башҡасараҡ, бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре экспорттың ни бары 6—7 процентын ғына булдыра. Әлбиттә, был хәлде үҙгәртеү йәһәтенән иҡтисади йәмәғәтселек һөҙөмтәле юлдар эҙләй, яңы мөмкинлектәрҙе ҡуллана. Өфөлә үткән форум да — ошо ысулдарҙан.

форумда ҡатнашыусыларҙың тырышлығы менән күп проблемалар хәл ителгән: мәҫәлән, визаға ҡағылышлы мәсьәләләр көйләнгән, экспортҡа йүнәлеш тотҡан предприятиеларҙың эшмәкәрлегендә валюта контроле түбәнәйгән, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә сит ил баҙарына сығырға ярҙам итеүсе бихисап юлдар барлыҡҡа килгән. Шул уҡ ваҡытта ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре хеҙмәттәшлеге өсөн ҡаршылыҡтар ҙа етерлек. Былар иҫәбендә — дәүләттәр ҡануниәтенең, традицияларының, таможня ҡағиҙәләренең һәм стандарттарының төрлөлөгө. Ҡайһы саҡта эшкә ҡарата мөнәсәбәттең ныҡ айырылыуы ла хеҙмәттәшлеккә кәртә булыуы ихтимал. Ошоларҙы яйлау өсөн Рәсәй тәҡдиме менән БРИКС-тың Эшлекле советы сиктәрендә ҡаршылыҡтарҙы билдәләүсе һәм уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүсе эшсе төркөм ойошторолған. Мәҫәлән, хәҙер йәмғиәттә бик популяр булған күренеш — электрон сауҙаны ғына алайыҡ. Был юҫыҡта берҙәм ҡағиҙәләр юҡ, шулай ҙа уртаҡ тырышлыҡтарҙан һуң тәүге уңыштар хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин.

Ғөмүмән алғанда, Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселәре Өфө форумының юғары һөҙөмтәлелеген билдәләне, Башҡортостан ошо халыҡ-ара эшлекле майҙансығы менән ғорурлана алыуын белдерҙе.

Форумда ҡул ҡуйылған иң эре коммерция килешеүҙәренең береһе сусҡасылыҡты үҫтереүгә арналған. 20 миллион долларлыҡ был проектты тормошҡа ашырыуҙа Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Ҡытай компаниялары ҡатнашасаҡ. Ошоға оҡшаш тағы бер нисә проект бар, ғөмүмән, Өфөләге сарала 150-нән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылған.

Иҡтисади һөҙөмтәлелегенән тыш, форум Рәсәй төбәктәре тормошон сағылдырыу йәһәтенән дә ифрат отошло. Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур мегаполистарҙа төрлө форумдар, саралар, саммиттар көн һайын тиерлек күпләп үтә. Ошо йәһәттән үҙәккә төшкән көсөргәнеште кәметеү, сит ил вәкилдәренә илдең башҡа төбәктәрендә лә эшлекле тормош барлығын күрһәтеү, ул ғына түгел, киләсәктә Рәсәйҙең һәр төбәгендә ниндәйҙер йүнәлеш буйынса аралашыу майҙансығын булдырырға тырышыу зарур. Форум илебеҙҙең алдынғы төбәктәренең береһе булған Башҡортостандың йәшәйеше, эшлекле даирәләре, хатта күркәм тәбиғәте менән дә танышыу мөмкинлеген бирә. Был — абруй, төбәкте танытыу, инвестициялар йәлеп итеү. Шуға күрә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡтың сираттағы V форумын киләһе йылдың көҙөндә, ғәҙәттәгесә, Өфөлә уҙғарыуҙы планлаштырыу — тәбиғи күренеш. форумда ҡатнашыусылар ошо хаҡтағы ҡарарҙы бер тауыштан ҡабул иткән, был беҙҙең республика өсөн — юғары баһа.

Шул уҡ ваҡытта сарала көнүҙәк проблемалар ҙа күтәрелде. Мәҫәлән, бәләкәй һәм эре эшҡыуарлыҡтың етештереү процесында уртаҡ теҙмәне яйға һалыу фарыз. Был хаҡта власть вәкилдәре һәм Сауҙа-сәнәғәт палатаһы даими хәстәрлек күрә. Донъя тәжрибәһенә күҙ һалһаҡ, эре предприятиеларҙың бәләкәй предприя­тиелар менән уратып алынғанын, икенселәрҙең тәүгеләре өсөн комплектлаусы тауарҙар етештереүен, ә бергәләп улар уртаҡ һөҙөмтә өсөн эшләгәнен күрергә була. Ә Рәсәйҙә эре бизнестың ишектәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәй һәм урта бизнес өсөн ябыҡ. Был иһә иҡтисади мөмкинлектәрҙе сикләй. Ғөмүмән, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең нигеҙе — теге йәки был тауарҙы етештереү генә түгел, ә уны һата, тарата белеү ҙә. Төбәк-ара майҙандарҙа ғына түгел, сит ил баҙарҙарында ла. Был мәсьәләне эре предприятиелар еңел хәл итһә лә, бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә уны эҙмә-эҙлекле, профессиональ ярҙамдан тыш тормошҡа ашырыу ҡыйын. Шуға күрә ошо йүнәлештәге эш тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте либерализациялау, ҡаршылыҡтарҙы кәметеү, бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәренә финанс ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән дауам ителергә тейеш.

Әйткәндәй, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы илдең ошондай уҡ ойошмалары рәтендә алдынғыларҙан иҫәпләнә. Өфөлә РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы эргәһендәге Халыҡ-ара коммерциялы арбитраж судының бүлексәһе асылыуы ла — быға дәлил: тимәк, бизнес даирәһе һәм сауҙа-сәнәғәт палаталары системаһы Башҡортостандағы ойошмаға юғары ышаныс белдерә.

Сараның тағы бер мөһим йүнәлештәренең береһе — йәш эшҡыуарҙарға булышлыҡ итеү. Әлеге ваҡытта йәштәр өсөн Рәсәй-Ҡытай бизнес-инкубаторы эшләп килә, ул Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә асылған һәм ике дәүләттең йәш эшҡыуарҙары араһында хеҙмәттәшлек, тәжрибә уртаҡлашыу, дөйөм бизнес-проекттар төҙөү өсөн булдырылған.

Шулай уҡ форумдың тәүге көнөндә үк ШОС һәм БРИКС киңлегендә урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән белем биреү үҙәктәренең эксперт сессияһы үтте. Уның һөҙөмтәһе буйынса Weidong Cloud Education Ҡытай компаниялар төркөмө Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм “Башнефтехим” Өфө белем биреү үҙәге менән килешеүҙәр төҙөнө.

Форумда туризм мәсьәләләренә лә ҙур иғтибар бүленде. Республиканың хозур тәбиғәте, һис шикһеҙ, күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Киләһе йыл Башҡортостанда ШОС һәм БРИКС илдәренең Беренсе Евразия спартакиадаһын үткәрергә тәҡдим ителде. Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов белдерҙе: “Был спартакиада этномәҙәниәт һәм этноспорт йүнәлешле булырға тейеш. Быйыл Яҡтыкүлдә Күскенселәр уйындары уҙғарылды, ул күптәргә бик оҡшаны. Ә Евразия спартакиадаһының төп идеяһы — милли спорт төрҙәре буйынса бәйгеләр
ойоштороу. ШОС һәм БРИКС ойошмаһының эшлекле советы — беҙҙең партнер һәм куратор, ә Сауҙа-сәнәғәт палатаһының оператор булыуын һорайбыҙ. Евразия спартакиадаһының тап Башҡортостанда үтеүе, һис шикһеҙ, ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле буласаҡ”, — тине ул. шулай уҡ форум резолюцияһына ШОС һәм БРИКС илдәрендәге Ваҡиғалар календары булдырыу тураһындағы тәҡдимде индереүҙе лә хупланы. Вячеслав Африк улы фекеренсә, бындай белешмә кешеләргә ялын планлаштырырға ярҙам итәсәк. Әлбиттә, унда иң ҡыҙыҡлы, әһәмиәтле саралар ғына инәсәк. Башҡортостанға ҡағылышлы ваҡиғаларға килгәндә, комитет етәксеһе был исемлектә Бөрйән районында уҙғарылған Бал фестивален, Күскенселәр уйындарын, Шифаханалар һабантуйын күрә.

Шулай итеп, ике көнгә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө эшлекле үҙәккә әүерелде — унда төрлө йүнәлештәге 200-гә яҡын килешеүгә ҡул ҡуйылды, уртаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо, бизнес-проекттар тикшерелде, төрлө иҡтисади даирәләрҙәге хеҙмәттәшлеккә нигеҙ ҡоролдо. Киләһе юбилей сараһын — ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡтың V форумын иҡтисади ҡаҙаныштар, тормошҡа ашырылған ғәмәли һөҙөмтәләр менән ҡаршы алырбыҙ, тип ышанайыҡ.

Елена ТРУБНИКОВА, Рәсәйҙең Һаулыҡты нығытыу туризмы ассоциацияһы рәйесе:

— Башҡортостан шифаханалары — илдең иң алдынғылары рәтендә. 2016 йылда улар 100 иң яҡшы һаулыҡ нығытыу учреждениелары араһында 4-се урынды яулағайны. 2017 йылда әүҙемлектәре бер аҙ кәмеп, улар 7-се урынға төштө. Дөрөҫөн әйткәндә, хеҙмәтләндереүҙә заманға ярашлы алға китеш булырға тейеш, шул саҡта шифаханалар юғары килем менән эшләйәсәк, уларҙан кеше өҙөлмәйәсәк.

Айырым шифаханаларға туҡтағанда, “Янғантау” — лидерҙар рәтендә. Әммә был учреждениеның совет заманында уҡ төҙөлгәнен иҫәпкә алғанда, уны заман талаптарына ярашлы камиллаштырыу, хеҙмәтләндереүҙе, сервисты яҡшыртыу көндәлек эшмәкәрлек булырға тейеш.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡуйған маҡсат буйынса, Рәсәй шифаханаларында һаулыҡ нығытыусы сит ил граждандары һаны йылына 500 меңгә етергә тейеш. Бының өсөн халыҡ-ара тәжрибәне, сит ил технологияларын өйрәнеү, халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыу зарур. Ошо йәһәттән форумда ла әһәмиәтле мәлдәр етерлек.

Игорь КОРОТИН, Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Күргәҙмә, йәрминкә һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса департаменты директоры:

— Форумда күргәҙмә эшмәкәрлеге мәсьәләләре айырым тема булараҡ күтәрелде. ШОС һәм БРИКС киңлегендә аралашҡан барлыҡ эшҡыуарҙар өсөн дә был көнүҙәк мәсьәлә. Һәр илдең күргәҙмә эшмәкәрлеге йәһәтенән үҙ юлдары, ысулдары бар, уларҙың һөҙөмтәлелеге иҫбатланған. Ошонан сығып, милли күргәҙмәләрҙе тергеҙеү тураһында тәҡдим индерҙек. Был ғәмәл Рәсәйҙә элегерәк киң ҡулланылды, милли күргәҙмә менән сит илдәргә баралар ине. Ул илдең баҙарында теге йәки был тауарҙы, хеҙмәтләндереү төрөн таратыу йәһәтенән көстө туплауға булышлыҡ итә. Әлбиттә, беҙ ошондай уҡ әүҙемлекте ШОС һәм БРИКС илдәренән дә көтәбеҙ, улар Рәсәйгә үҙ тауарҙары менән килер, күрһәтер, тип өмөтләнәбеҙ.

Читайте нас в