Все новости

«АТАЙСАЛ» БЕҘҘЕ КӨТӘ!

«Атайсал» проекты респуб­ликала 2021 йылдың 1 мартынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың идеяһы менән башланғайны. «Һәр кешенең йөрәгенә яҡын урыны була, ул – тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡан, беренсе һүҙҙәрен әйткән тыуған ере. Тыуған төйәккә бәйле тойғолар һәр ваҡыт беҙҙең менән, улар күңелде йылыта, дөрөҫ йәшәргә өйрәтә. Ҡәҙерле тыуған ауылыңа, ҡалаңа файҙалы эш эшләү – ҙур шатлыҡ. Һеҙҙе яҡташтарығыҙ менән бергәләп ошо мөһим эшкә тотонорға саҡырам. Яҡташлыҡтың берләштереү көсөнә ышанам», – тигәйне ул саҡта Радий Фәрит улы һәм тыуған ауылы Сайранда үҙ иҫәбенә спорт майҙансығы төҙөтөргә теләүе хаҡында белдерҙе.

«АТАЙСАЛ» БЕҘҘЕ КӨТӘ!
«АТАЙСАЛ» БЕҘҘЕ КӨТӘ!

Беҙҙең халыҡта шундай изге эш башҡарыусылар һәр ваҡыт булды һәм бар. Ауылдаштар бер төптән булып мәсет төҙөһөнмө, юлдарҙы ремонтлаһынмы, күпер һалһынмы – миҫалдар һәр төбәктә етерлек. Айырыуса колхоз-совхоздар бөтөрөлгәндән һуң күп ерҙәрҙә ауылдарҙы әүҙем кешеләр, тыуған төбәгенең патриоттары тотоп тора. Хәҙер был эштәргә дәүләт тарафынан иғтибар бирелеп, махсус программаға индерелеүе бик һөйөнөслө.
Программаның «Атайсал» тигән матур башҡорт һүҙе менән аталыуы ла күңелгә яҡын. Исеменән үк үҙенә иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Әгәр ҙә ғәҙәттәгесә фәлән-фәлән йылдарға иҫәпләнгән ауылдарға ярҙам итеү программаһы тип аталһа, һөҙөмтә, моғайын, икенсе төрлө булыр ине. Карапты нисек атаһаң, ул шулай йөҙөп китә тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Матур яңғырашлы атама программаның һөҙөмтәле буласағына ишара.
Шулай ҙа ниндәй һүҙ ул «Атайсал»? Ҡайҙан килеп сыҡҡан? Асыҡлап үтәйек. Борон бөрйән башҡорттарында, атап әйткәндә, байулы бөрйәндәрендә атайсал тип аталған төркөмдәр булғаны билдәле. Шәжәрәләрҙә Атайсал тигән кеше исемдәре лә йыш осрай. Мәҫәлән, бөрйән, ҡыпсаҡ, түңгәүер, үҫәргән шәжәрәләрендә Атайсал һәм уға оҡшаш Байсал, Ҡаҙаҡсал, Сапсал, Ялпаҡсал тигән антропонимдар бар.
Шуларҙың береһе заманында Баймаҡ районындағы Иҫке Сибай ауылына нигеҙ һалған. Атайсал Ҡолһары улы Ҡотлояров XVI–XVII быуаттарҙа йәшәгән. 1834, 1859 йылғы Рәүәз яҙмаларында уның Сибай, Айсыуаҡ, Биктимер, Баҡдәүләт исемле улдары теркәлгән, шулай уҡ улы Сибайҙың ете улы күрһәтелгән.
XVIII быуат урталарында ауыл Атайсал тип аталған. Батыршаның яҙмаларынан күренеүенсә, 1755 йылда ауыл эргәһендә Атайсал исемле тау ҙа, йылға ла булған.
«Йәшел генә сана, зыңғыр дуға,
Ектерһәнә, Фатимам, туры атҡа.
Атайсалға ҡайтып кантон булһам,
Ирешер ҙә инем, Фатимам, моратҡа»,
– тип йырлана «Сибай» тигән башҡорт халыҡ йырында. Был йырҙа 1822 йылда Иҫке Сибай ауы­лында тыуған Шәйәхмәт Сибаев тураһында һүҙ бара, ул Атайсал ҡарттың йә бүләһе, йә тыуаһы килеп сыға. Шәйәхмәт 1858 йылда яңы төҙөлгән 6-сы кантонға башлыҡ итеп ебәрелгәс, Атайсал ауылында тороп ҡалған ҡатыны Фатиманы һағынып йырлай.
Һуңыраҡ осорҙа йырҙың һуңғы юлдары:
«Тыуған илгә ҡайтып торор булһам,
Ирешер ҙә инем, Фатимам, моратҡа»,
– тип үҙгәреп китә.
Шулай итеп, «Атайсал» тигән һүҙ тора-бара «тыуған төйәк», «йән­төйәк» тигән мәғәнәлә ҡулланыла башлай.
– «Атайсал». Был һүҙҙә боронғо далала сал ҡылғандар тирбәлә, таш ҡаяла йөҙйәшәр ҡарағайҙар күкте тотоп тора. Был һүҙҙә – бөркөт саңҡыуы, был һүҙҙә – яу ораны, ҡылыс зыңлауы, уҡ һыҙғырыуы һәм был һүҙҙә – яуҙа Тыуған иле өсөн, атайсалы өсөн ҡанһырап ауған яугирҙең һуңғы һулышы. Һәм был һүҙҙә – ҡояш сыҡҡан мәлдә ысыҡ кисеп, атын эҙләргә барған аҡ һаҡаллы, түбәтәйле ҡарт. Уның бер ҡулында – шылтыраған йүгәне, икенсе ҡулында – етәкләгән биш йәшлек ейәне. Быуындар бәйләнеше, – тип аңлата был һүҙ­ҙең асылын эшҡыуар Азамат Юлдашбаев.
Шундай аҫыл һүҙ менән аталған программаның йөкмәткеһе лә бик мәғәнәле һәм йөкмәткеле булырға тейеш, әлбиттә.
– Ике йыл эсендә 17 меңдән ашыу проект тормошҡа ашырылды, – ти Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр советы ассо­циацияһының башҡарма директоры вазифаһын башҡарыусы Фәнис Ғилфанов. – Унда барлығы 4500 кеше ҡатнаша. Ҡалтасы, Краснокама, Стәрлетамаҡ, Ҡыйғы, Асҡын, Мәләүез райондары, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама һәм Ағиҙел ҡа­лалары айырыуса әүҙемлек күрһәтә.
Баймаҡ районында проектҡа тәүгеләрҙән булып Әхиәт Ғәйетбаев ҡушыла. Өфөләге Ә.Исҡужин исемендәге 9-сы һанлы балалар музыка мәктәбе директоры тыуған ауылы Буранбайҙа Һыулыүҙәк шишмәһен ҡойма менән уратып алып (130 бағана ултыртыла), 100-ләгән ағас ултырта. Ике ҡапҡа ҡуйҙырып, 20 кешелек өҫтәл дә эшләтә. Ауылдаштары дәррәү күтәреп ала был башланғысты һәм тәбиғәт ҡосағында бына тигән ял итеү урыны барлыҡҡа килә. Күмәк көс менән башҡарылған хеҙмәт байрам төҫөн ала. Берҙәмлек, яҡ­ташлыҡ көсө менән рухланған Әхиәт Ғиниәт улы бынан һуң ауы­лындағы Гәүһәркәй тауына ҡурайға һәйкәл эшләтеп ҡуя.
– Бөтә кәрәкле нәмәләрҙе Өфө­нән тейәп алып ҡайттым, Бай­маҡтан бағана ултырта торған машина саҡырттым, – тип һөйләй уҙаман. – Ҡурайҙың таҡыяһын кө­мөш төҫкә буятып ҡуйҙыҡ. Ул көн оҙоно ҡояшта ялтырап күренеп тора, тип ҡыуана ауылдаштар.
«Буранбай ауылының талантлы ҡыҙҙарына һәм егеттәренә бағышлана» тигән яҙыу ҙа бар һәйкәлдең постаментында. Бына ниндәй матур үрнәк күрһәтелгән йәштәргә! Буранбайҙа ошондай изге эште дауам итеүселәр киләсәктә лә күп булыр.
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан эшҡы­уар Руслан Харрасов Отрада ауылында үҙ иҫәбенә юлды ремонтлай. 1 декабрь – локаль һуғыштарҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнөндә, хәрби бурысын үтәгәндә ҡорбан булған егеттәрҙең ҡәберҙәренә зыярат ҡылып, туғандарына бүләктәр тапшыра.
«Атайсал» сиктәрендә Ҡалтасы районында 1698 эш башҡарылған, Стәрлетамаҡ районында – 1723, Краснокамала – 1696, Асҡында – 832, Ҡыйғы районында – 711. Ҡайһы бер райондарҙа күрһәткестең түбәнерәк булыуы уларҙа эш бармай тигәнде аңлатмай, сөнки күп осраҡта заман меценаттары изгелек эшлә лә һыуға һал, тигән принциптан сығып, билдәһеҙ ҡалыуҙы хуп күрә.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү «Атайсал»да төп йүнәлештәрҙең береһе тип әйтергә була. Был хә­рәкәткә ҡушылмаған ауыл йәки район ҡалманы тиерлек. Асҡын районы Ҡашҡа ауылынан Рәсүл Зиннәтуллин, Ришат Лотфулин, Ришат Фәйезовтар үҙ аҡсаһына «Нива» машинаһы һатып алып яугирҙәргә ебәрә. Туймазы ра­йонынан эшҡыуар Венер Усманов «Ракета» исемле 10 мини-мейес оҙата. Септә үреү, мунса эшләү, аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар йыйыу... Һәр төбәк халҡы үҙенең мөмкинлектәренән сығып һәм яҡ­таштарының теләктәрен иҫәпкә алып, гуманитар ылау йыя. Махсус операция барған зонала хеҙмәт иткән ватандаштарыбыҙ­ға тыуған яғынан сәләм һәм күс­тәнәс алыу, ғәзиз яҡташтарының теләктәшлеген тойоу ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлау ҡыйын түгел.
– Ростов, Сочи, Севастополь, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалала­рында йәшәгән яҡташтарыбыҙ госпиталдәргә барып, беҙҙең яра­ланған егеттәргә аҙыҡ-түлек, ке­йем-һалым, башҡа кәрәк-яраҡтар менән ярҙам итә. Беҙҙең берҙәмлек күренеп тора. Шулай һәр ваҡыт берҙәм булһаҡ, беҙҙең илде берәү ҙә еңә алмаҫ, – ти Рәсәй Дәү­ләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова.
«Атайсал» проектына Рәсәйҙең 20 субъектынан ҡушылғандар, шулай уҡ АҠШ, Испания, Австрия һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге илдәренән ҡатнашыусылар ҙа бар.
Һәр төбәктә – программаны тормошҡа ашырыуҙың үҙ үҙен­сәлектәре. Фәнис Ғилфанов әйте­үенсә, Баймаҡ районында эш­ҡыуарҙар әүҙемлек күрһәтһә, Краснокама һәм Ҡалтасы райондарында белем учреждениелары дәррәү эшләй.
Баймаҡ районынан билдәле эшҡыуар Илсур Нәбиуллин былтыр «Әсә ялға лайыҡ» тигән акция башлап, дуҫтары менән бергәләп 12 әсәгә ял йортона юллама бүләк иткәйнеләр. Быйыл Руслан Таһиров менән тағы ике ҡатынға шундай мөмкинлек бирҙеләр. Эшҡыуарҙың изге эштәре бик күп, ул хаҡта районда ғына түгел, республикала ла бик яҡшы беләләр. Әлеге еңел булмаған осорҙа ошондай кеше күңелле заттарҙың булыуы тормошобоҙға йәм өҫтәй, йәнде йылыта.
Үрҙәге миҫалдарҙан сығып, «Атайсал» аҡсалы кешеләр өсөн генә икән тигән һығымта яһарға ярамай. Ҙур-ҙур эштәр менән бер рәттән, йылға-шишмә буйҙарын ҡыйҙан таҙартыу, спорт ярыштары, музыкаль конкурстар үткәреү, пат­риотик тәрбиә биреү маҡсатында саралар ойоштороу, йәштәр менән эшләү, хеҙмәт һөйөргә өйрәтеү ҙә булырға мөмкин. Сөнки бәләкәй ауыл өсөн, бәләкәй ауылда йәшәгән берәй ғаилә өсөн ябай ғына ярҙам да баһалап бөткөһөҙ булырға мөмкин. Үҙеңдең яңғыҙ түгеллегеңде, һәр саҡ ярҙамға килер ауылдаштарың, яҡташтарың барлығын тойоу мөһим. Ә инде үҫеп килгән йәш быуын өсөн башҡарылған эштәрҙән бигерәк уларҙың өлгө булыуы, тәрбиәүи әһәмиәте ҡиммәт.
«Ватандаш» журналы редак­цияһы хеҙмәткәрҙәре лә халыҡсан төҫ алған проектҡа әүҙем ҡушылды. Мәҫәлән, журналыбыҙҙы верст­калаусы Регина Шафиҡова ялға ҡайтҡан арала ғаиләһе менән бала саҡта үҙе һыу ингән Дим буйындағы сүп-сарҙы йыйып алды (Дәүләкән районы). Фоторәссамыбыҙ Факил Мостафин ҡатыны менән Бүздәк һәм Кушнаренко райондарында шишмә буйҙарын таҙаланы, зыяратта үткәрелгән өмәлә ҡатнашты. Бүлек мөхәррирҙәре Зөлфиә Ханнанова менән Рәйлә Ғәлиевалар тыуған ауылдары китапханалары­на китаптар бүләк итергә әҙерләнә. Яуаплы сәркәтип Гөлназ Рәхмәтова менән бүлек мөхәррире Миләүшә Мөхәмәтйәновалар туған мәктәп­тәренә «Ватандаш» журналын яҙҙырҙы. Баш мөхәррир урынба­ҫары Фәнисә Таһирова быйыл мәктәпте тамамлаясаҡ иң яҡшы уҡыусыға премия тапшыра. Мин үҙем яҡташтарым ярҙамында ауылыбыҙҙың тарихы музейын булдырыу өҫтөндә эш башланым.
«Атайсал» программаһының махсус сайты бар. Программаға ҡушылыусылар шунда теркәлә, үҙҙәренең башҡарған эштәрен яҡ­тырта. Сайтты ҡарап, башҡалар­ҙың тәжрибәһе менән танышырға, эште нимәнән башларға, проект сиктәрендә нимәләр эшләргә мөм­кин, тигән һорауҙарға яуап табырға була.
Хәрәкәтте киңерәк йәйелдереү маҡсатында быйыл Асҡын, Ҡыр­мыҫҡалы, Туймазы, Дүртөйлө һәм Баймаҡ райондарында «Кесе ватаным – атайсал» тигән муниципаль-ара форумдар уҙғарылды. Уларҙа «Атайсал» ул башҡарылған эштәр генә түгел, ә кешеләрҙе берләштереү, тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү сараһы икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
– Атайсал – ул рух көсө, ер көсө, иман көсө, һүҙ көсө, нәҫел көсө, дөйөмләштереп әйткәндә, ул – берҙәмлек көсө, – тине үҙенең Баймаҡ ҡалаһында үткән форумда­ғы сығышында Башҡортостан Баш­лығы хакимиәтенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.
«Атайсал» үҙенең тыуған ауы­лына, районына, яҡташтарына ярҙам итеүселәрҙе берләштерә, уларға бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашыр, эшлекле фекер бү­лешер, һөҙөмтәле алымдар күрһә­тер майҙан булып тора. Өфөлә үткән форумда төрлө йүнәлештәрҙә Түңәрәк өҫтәлдәр эшләне, проект һөҙөмтәләре буйынса «Яҡ­таштарыбыҙҙың изге эштәре» тип исемләнгән күргәҙмә ойошторолдо, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ етештергән продукция менән сауҙа ителде. «Атайсал легендалары» һәм «Айыҡ ауыл» конкурстарының еңеүселәрен тәбрикләү ҙә бик йәнле үтте.

Республика Башлығы «Атайсал» проектында  әүҙем ҡатнашҡандарға наградалар тапшырҙы. Алина Марьина – Севастополь ҡалаһынан волонтер.
Формуда күңелле осрашыуҙар күп булды.
Баймаҡтар мәҙәниәт министры Ә.Шафиҡованың тыуған ауылында эшләгән бейеүселәр түңәрәгенә  милли костюмдар бүләк итте.
Форумда матбуғат секцияһы эшләне.
Республика Башлығы «Атайсал» проектында әүҙем ҡатнашҡандарға наградалар тапшырҙы. Алина Марьина – Севастополь ҡалаһынан волонтер.
Автор:Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА, «Ватандаш»
Читайте нас: