– Атай һәм әсәй кешенең ғүмерендәге иң тәүге уҡытыусыһы була, тиҙәр. Һеҙҙең ата-әсәгеҙ ниндәйерәк уҡытыусы булды?
Ғаиләлә баш баламын, өс ҡустым бар. Ике йәш ярымдан игеҙәктәргә апай булған миңә атайым менән әсәйем яуаплылыҡ тигән иң ҙур бурысты ышанып тапшырған. Ошо яуаплылыҡты һәр саҡ иңемдә тоям. Икеһе лә колхоз эшенән бушамағанда бөтә өй эше миңә ҡала ине. Күрше ҡыҙҙар әле лә иҫләп көлөп ала, берәй ергә барыр булһаҡ, һин гел «Юлдаш», «Икмәгем бар», – тип ҡала инең, тиҙәр. «Икмәгем бар» тиеү, тимәк, әсәй әҙерләп киткән ҡамырҙы икенсе тапҡыр баҫыу, ҡабарғанына самалап мейес яғыу, табаларға икмәк яһау, мейесте һүрәнләтмәй бешереп алыу. Ул саҡта миңә 8-10 йәштәр булғандыр. Әсәйем Фәнүзә Ғәлимйән ҡыҙы оҙаҡ йылдар магазинда һатыусы булып эшләне. Уның иплелеге, кеше менән һәр саҡ матур мөғәмәлә булыуы, ихласлығы миңә һәр саҡ өлгө. Өләсәйем дә шулай ине. Беҙҙең өйҙә кеше һөйләү, ғәйбәт һүҙ, ошаҡлашыу бер ҡасан да булманы. Йәй көндәре әсәйем сәскәләр үҫтерергә ярата. Ҡыштарын иһә шул сағыу биҙәктәрҙе ҡул эштәренә күсерә. Ошоларҙы күреп үҫкәнгәлер инде, бәләкәйҙән ашнаҡсы йәки тегенсе булырға хыялландым. Ҡул эштәре күңел йыуанысы икәнен яҡшы беләм.
Атайым – Юныс Рәхимйән улы Иштанов. Уны бөтә Хәйбулла районы хөрмәт итә: ул – балта оҫтаһы, һунарсы, үҙе эшләп алған станогында ағас табаҡ-һауыттар, солоҡ умарталары яһай. Бураған буралары, сығарған мейестәренең иҫәбе юҡ. Һуңғы йылдарҙа йәй төрлө үләндәр йыя, үлән сәйҙәре эшләй. Дин юлында, уның теләк-доғалары беҙҙең юлыбыҙҙы асҡанына ышанам, рәхмәтлемен. Бәләкәйҙән етем ҡалып, үҙ тормошон үҙе ҡорған бик көслө кеше ул атайым! Белмәгән эше юҡ, уның оптимислығына һоҡланам, ихласлығы баштан ашҡан.
Эште еренә еткереп эшләү, яуаплылыҡ һәм туған йәнле булыу – ата-әсәйемдән күскән сифаттар, тип һис икеләнмәй әйтә алам.
– Бәләкәй Фәйрүзә мәктәптә ниндәйерәк уҡыусы ине?
– Тәүге уҡытыусым Ҡәйепова (Билалова) Зөһрә Хәсән ҡыҙын шул тиклем яраттым. Уның һәр хәрәкәте, телмәре, зыңғырлап көлөүе һаман да хәтерҙә. Атайым эшләп биргән указканы тотоп һөйләһә, эй, һөйөнөп киткән булам, йәнәһе, уҡытыусыма файҙа килтергәнмен. Уҡытыусым аша ошо профессияға балаларса ғашиҡ булғанмын инде. Уның икенсе мәктәпкә эшкә күсеүен ауыр ҡабул иттем.
Йәнтеш урта мәктәбе беҙ уҡыған саҡта ла районда көслөләр иҫәбендә булды. Математиканан Дамир Әҙһәм улы Хөсәйенов, рус теле һәм әҙәбиәтенән Клара Өмөтбай ҡыҙы Иштәкбаева, инглиз теленән Люция Әхмәт ҡыҙы Моталова уҡытты, уларға хөрмәтем, рәхмәтем ҙур. Хәҙер генә аңлайым: беҙгә ниндәй көслө уҡытыусылар белем биргән! Класс етәксебеҙ Рәсих Әхмәт улы Әхмәтов менән бөтә Хәйбулланы урап сыҡтыҡ тиһәң дә була. Йәй етһә, Һаҡмарҙан һал менән Аҡнаҙар, Һаҡмар-Наҙарғол, Әбеш ауылдарына тиклем ағып төшә инек, ҡыш иһә, трактор санаһына бесән түшәп, толоптар кейеп, күрше ауылдарға концерт ҡуйырға йөрөй торғайныҡ. 7-се класта «Әхирәттәр» бейеүе менән телевидениеға ла төшкәйнек бит әле. Әйткәндәй, бейергә лә Рәсих Әхмәт улы өйрәтте.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусым Мәрзиә Ғизетдин ҡыҙы Иштанова бөтә ғүмерен мәғарифҡа арнаған бөйөк уҡытыусы. Алғараҡ китеп шуны ла әйтәйем, уҡыусыларымдың шиғыр бәйгеләрендә гел беренселектә булыуы – үҙемдең уҡытыусымдың алымдарын ҡулланыуым һөҙөмтәһе. Мәрзиә Ғизетдин ҡыҙы һәләттәремде күреп асыусым, үҙемә ышаныс тыуҙырыусым, әҙәбиәткә ылыҡтырыусым. 9-11-се кластарҙа өс йыл рәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән район олимпиадаһында еңеүсе булып, республика этабына үттем. 11-се класта еңеүсе булараҡ, БДУ-ға имтиханһыҙ уҡырға индем. Был уңыштарҙың нигеҙендә Мәрзиә Ғизетдин ҡыҙының фиҙакәр хеҙмәте ята. Әүҙем уҡыусы инем, йүгереү, саңғы ярыштарында беренселектә булдым. Районда хатта: «Урман яғы ҡыҙҙары ҡатнашмаһа, беҙ ҙә еңер инек ул!» – тигән ләҡәп тә йөрөй торғайны.
– Мәктәп йылдарында уҡ киләсәктә уҡытыусы булырға ҡарар иттегеҙме?
– Юҡ шул! Бөтә кеше лә уҡытыусы була алмай, тип уйлай инем. Үҙемде лә. Изгеләр, камил заттар, тирә-йүндәгеләргә өлгө булғандар һөнәре ул – уҡытыусылыҡ. Һәр хәлдә шулай булырға тейеш, тип беләм хәҙер ҙә. Уҡытыусы булам тип уйларға ҡыйманыммы, әллә ҡурҡтыммы – белмәйем. Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгән сағымда ла уҡытыусы булырмын тимәнем. Ҡулға диплом алғас, төрлө эш эҙләнем, тик уҡытыусы урынын түгел. «Юлдаш» радиоһына урынлашыу мөмкинлеге тыуҙы. Тик унда сентябрь урталарында ғына урын була. Ә миңә уға тиклем ҡайҙалыр эш башларға кәрәк ине. Өфө ҡалаһының Шакша биҫтәһендә урынлашҡан 122-се гимназияға 30 августа документтарымды тапшырҙым.
Әхирәтемдең костюмын кейеп, 1 сентябрь линейкаһына барып баҫтым, сөнки ауылдан әйберҙәремде алып килеп тә өлгөрмәгәйнем.
Радиола эшләү теләген юҡҡа сығарыр өсөн ни бары ике аҙна ваҡыт етте (көлә). Шул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә мин эшләгән гимназиямды, коллегаларымды, уҡыусыларымды яратып өлгөрҙөм һәм мәктәптә ҡалырға булдым.
– Шулай еңел генә уҡытыусы булдығыҙ ҙа киттегеҙме?
– Ҡайҙан инде! Шулай тура килде: ул йылды гимназияға ете-һигеҙ йәш белгес (барыһы ла ҡыҙҙар!) эшкә килгәйне. Әле булһа рәхмәтлемен, беҙҙе коллективта шул тиклем йылы ҡаршы алдылар. Бер-береһенең уңышына ысын күңелдән шатлана белгән педагогтар эшләй ине унда. Йәш тип торманылар, ышаныс белдерҙеләр. Хаталарымды үҙемә, ипләп әйтерҙәр, өйрәтерҙәр ине. Шуға ла эшләй башлауымдың тәүге йылдарында уҡ «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында, сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашырға йөрьәт иткәнмендер. Ул бәйгеләрҙә ҡатнашыу еңеү генә килтермәне, эш тәжрибәмде лә арттырҙы. Районда үткән төрлө сараларға алып барыусы итеп алалар ине. Коллегаларыма асыҡ дәрестәр күрһәтерлек, осрашыуҙар үткәрерлек мөмкинлегем булды. Ә бит тәүге көндәрҙә хатта йүнләп дәрес планын да яҙа белмәй инем. Тәжрибәле уҡытыусы Венера Шәйәхмәт ҡыҙы Ғәлимованың эш ҡағыҙҙарына таянып, дәресте дөрөҫ итеп планлаштырырға өйрәнеп алдым. Аҙаҡ тағы ла Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында 10 йыллап Венера Шәйәхмәт ҡыҙы менән бергә эшләү бәхете тейҙе. Калинин районының ул ваҡыттағы мәғариф бүлеге етәксеһе Нурзидә Рәғип ҡыҙы Исмәғилованың йәш кадрҙарға мөнәсәбәте хайран булырлыҡ! Ул беҙҙе исемләп белә, хәлебеҙҙе һораша, талапсан да, иғтибарлы ла ине. Дәрестән һуң Мостай Кәрим менән хушлашыу церемонияһына Шакшанан барып өлгөрмәҫмен тип өтәләнеүемде белгәс, водителе менән килеп алғанына һаман да ихлас аптырайым, иҫләйем. Өлгөрҙөк...
Шакшала ете йыл эшләү дәүерендә мин уҡытыусы һөнәренә лайыҡ икәнемде аңланым, уҡытыусы була алырыма ышандым. Хоҙай шул ышанысымдан айырмаһын.
–Тимәк, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһына эшкә күсеүегеҙ осраҡлы булмаған?
– Ҡала үҙәгендә урынлашҡан белем усағында эшләү теләге, ысынлап та, күңелемдә бар ине. 2006 йылда йәнә «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашып, лауреат булғас, ике гимназияға саҡырыу алдым. 158-се гимназияны Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемен йөрөткәне өсөн һайланым. Уның шәхесенә мин бала саҡтан битараф түгел. Рус актеры Василий Лановойҙың: «Милли идеяны ҡайҙандыр эҙләп яфаланмағыҙ. Пушкин ижадын һәм Пушкин исемен юғалтмаһағыҙ, шул етә», – тигәнен иҫләйһегеҙҙер. Ә беҙҙең бит Мостайыбыҙ бар! Уның шәхси өлгөһөн, әҫәрҙәрен, фәлсәфәһен көслө шәхес үҫтереүҙә ҡулланып була бит! 2007 йылда Өфө ҡалаһы һәм Киров районы хакимиәте, шағирҙың ҡыҙы һәм ейәне Әлфиә һәм Тимербулат Кәримовтар ярҙамы менән Мостай Кәрим исемендәге кабинет-музей ойошторолдо. Йыл һайын гимназиябыҙҙа халыҡ шағирына бәйле бик күп саралар үткәрелә. Ул ваҡыттағы етәксебеҙ Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиева башлап ебәргән «Мостай уҡыуҙары» хәҙер инде төбәк-ара кимәлдә уҙғарыла. Бөтә саралар ҙа Мостай Кәрим исеме менән бәйле, уҡытыусылар коллективын да, уҡыусыларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә халыҡ шағирына булған оло ихтирам берләштерә. Тағы шуныһы әһәмиәтле, гимназистарыбыҙҙың һәләтен үҫтереү һәм дәртләндереү маҡсатында Мостай Кәрим исемендәге Фонд 10-11 класс уҡыусылары өсөн айырым грант та булдырҙы. Ул йыл да республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй олимпиада, конкурстарында еңеү яулаған, призер булған, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашҡан, спорт өлкәһендә ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыу алдынғыларына тапшырыла.
– Мостай Кәрим менән осрашҡанығыҙ булдымы?
– Ул миңә туғаным кеүек яҡын, яратам, хөрмәт итәм, һоҡланам. Шағир менән ҡайҙа осрашыу була, шунда бара инем. Мәғарифты үҫтереү институты ойошторған сарала акрошиғыр яҙып уҡыным. Йылмайыуы иҫемдә. Бер осрашыуҙа: «Һеҙҙең үксәгеҙгә баҫып килгән ниндәй таланттың исемен әйтә алаһығыҙ?» – тигән туҙға яҙмаған һорау бирҙем. «Ижад яланы ул – бәйге яланы түгел», – тип яуапланы. Мәжит Ғафури театры алдында осрашыуҙың иҫтәлеге булып миндә бер блокнот һаҡлана. Унда ошондай һүҙҙәр яҙҙы: «Бәләкәй генә шатлыҡты ла ҙур бәхет итеп күрергә була, әгәр теләһәң. Мостай Кәрим».
«Ул булмаһа, нисек йәшәрбеҙ?» – тигән ҡурҡыуымды иҫләйем. Мостай Кәрим шәхесе, ижады – эшемдәге төп таянысым.
– «Әҙәбиәттең, яҙыусының бурысы – иң тәүҙә кешеләр күңелендәге яҡтылыҡты, яҡшылыҡты, изгелекте һаҡларға ярҙам итеү», – тигән Мостай Кәрим. Килешәһегеҙме?
– Әлбиттә! «Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен ҡыҫҡартығыҙ! Улар урынына теүәл фәндәрҙе өҫтәгеҙ!» – тип яр һалған ата-әсәләрҙе аңлап еткермәйем. Әҙәбиәт бит тормош мәктәбе! Йәшәү мәктәбе! Балаларҙың күңел донъяһын тәрбиәләү – бөгөн көнүҙәк мәсьәлә. Ҡайһы дәрестә быға өҫтөнлөк бирелә һуң? Миңә ҡалһа, әҙәпле бала, ғаиләнән һуң, әҙәбиәт дәресендә формалаша.
Мостафа Сафа улы үҙе лә уҡытыусы һөнәренә шул тиклем ҙур ихтирам менән ҡараған бит! «Мин, ғөмүмән, уҡытыусы булырға ныҡ хыялландым. Аңлы рәүештә педагогия рабфагына, шунан институтҡа индем. Ләкин һуғыштан һуң бик ныҡ яраланып ҡайттым – мәктәпкә уҡытырға барырлыҡ түгел инем», – тиелә шағирҙың көндәлектәрендә.
Мин уның күп фекерҙәрен «Әҙәбиәт уҡытыусыһының төп бурыстары» тигән баш ҡуйып, эш дәфтәремә күсереп алғанмын:
«Беҙ һәйбәт итеп уҡытырға өйрәндек. Ләкин бигүк яҡшы итеп тәрбиәләргә өйрәнмәгәнбеҙ әле. Ә был төшөнсәләрҙе бутарға ярамай. Уҡытыуҙың нигеҙе – белем, тәрбиәнең нигеҙе – ышаныс».
«Һеҙҙең тәғәйенләнешегеҙ шул яғы менән яуаплы: уҡытыусы иң нескә һәм һығылмалы материал – йәш кешенең аҡылы һәм күңеле менән эш итә. Хатта бәләкәй генә хаталарҙың да ҙур юғалтыуҙарға илтеүе ихтимал».
«Уҡытыусы һөнәренең асылы, минең яҙыусылыҡ бурысым кеүек, моғайын, эске ИМТИХАНҒА ҡайтып ҡалалыр. Һәр бала көтөп алырҙай дәресте ниндәй юҫыҡта ижад итергә һуң?» һ.б.
– Һеҙ ике йыл рәттән Өфө ҡалаһы Мәғариф идаралығы менән Фәнни-мәғлүмәти-методик үҙәк ойошторған «Оҫта уҡытыусы» бәйгеһендә ҡатнашҡанһығыҙ. Бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?
– Мәғариф өлкәһендә үҙгәрештәр йыш булып торғанда, беҙҙең миссия дәрес уҡытыуға ғына ҡайтып ҡалмағанын күптән аңланыҡ инде. Киреһенсә, дәрестәр тамамланғас, төп эшебеҙ башлана кеүек. Ә шулай ҙа, бөгөнгө конкурентлы заманда үҙ эшеңде күрһәтә белеү ҙә бер һәләт. Уҡытыусының эшмәкәрлеге былай ҙа күҙ уңында, тиерһегеҙ. Ә беҙ тап көслө яғыбыҙҙы күрһәтергә өйрәнергә тейеш. Өйрәнергә генә түгел, өйрәтергә лә. Шундай мөмкинлектәрҙең береһе – «Оҫта уҡытыусы» конкурсы. Был конкурс ижади эшләүсе уҡытыусыларҙы табыу, уларҙың баш ҡала мәғарифын үҫтереүҙәге булышлығын киң йәмәғәтселеккә танытыу, заман педагогының ыңғай социаль имиджын формалаштырыу маҡсатында 2000 йылдан алып үткәрелә.
Конкурстың тағы ла бер ыңғай яғы: үҙеңә фекерҙәштәр туплау. Туплау һәм уларҙың ышанысын аҡларға тырышыу. Эйе, йәшермәйем, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү бик ҙур яуаплылыҡ. Бик күп уҡырға, эҙләнергә тура килә. Бына шул процесс – үҙеңә булған файҙа ла инде. Дәрестәрең күпкә сифатлыраҡ була бара.
Яуаплылыҡ тигәндән, шул яуаплылыҡ һинең үҙеңә лә ышаныс өҫтәй бит. Мәктәп етәкселеге, коллективың алдында ла һүҙең үтемле була. Сөнки конкурстың престижы ҙур. Һинең йөҙөңдә мәктәбеңде күрәләр. Тимәк, мәктәптең абруйын күтәреүсе уҡытыусы булараҡ, мөғәмәлә лә ыңғай була.
Оҫталыҡ дәрестәренә әҙерләнгән материалдар артабан төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирә. БДУ, БДПУ студенттарына оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, матбуғат биттәрендә мәҡәләләр баҫтырыу, Өфө ҡалаһы Мәғариф идаралығы эш тәжрибәмде йыйынтыҡ итеп сығарыуы – бик ҡыуаныслы ваҡиға булды.
Уҡытыусы мәктәпте мәктәп итә. Уҡыусылар төрлө булған кеүек, уҡытыусылар ҙа төрлө. Оҫталыҡ – ул камиллыҡ мөһөрө һуғылған кәсеп. Оҫталар күп булмай. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙың үҙ профессиональ серҙәре, алымдары була. Көслө педагогик алымдарҙы ла йыш алыштырыу кәрәкмәй, яҡшы профессионал йыш ҡына ике-өс «серҙе» оҫта файҙалана.
– Яратып ҡулланған алымдарығыҙ менән бүлешә алаһығыҙмы?
– Мәҫәлән, «Класташыма 10 һорау». Башҡортса һөйләшер мөхит тыуҙырыу ҙа уҡытыусы иңендә бит әле. Дәрес башында бер уҡыусыға класташтары һорау бирә. Был диалог башҡортса һәм тәбиғи булырға тейеш. Өйҙә лә, дуҫтары менән дә башҡортса аралашмаған бала үҙ телендә аралашырға күнегә башлай.
Һәм, әлбиттә, минең яратҡан ярҙамсы һүҙҙәрем: «сөнки», «әммә», «ләкин»... Был өс һүҙ күп ваҡыт таҡтала яҙыулы тора. Уларҙы нисек уңышлы ҡулланып булғанына мин үҙем дә хайран! Ғәҙәттә, үҙ фекерен башҡортса еткерергә ҡыйынһынған бала бер һөйләм әйтә лә туҡтап ҡала. Шул саҡта ошо һүҙҙәр ярҙамында бәйләнешле генә итеп телмәрен дауам итә ала.
Иң отошло алым – төрлө осрашыуҙар үткәреү. Сараға әҙерлек процесы хатта ун дәрестә лә бирә алмаған белемеңде еткерә, баланың әллә күпме һәләттәрен күрһәтә алырлыҡ алым.
– Уҡытыу принциптарығыҙ нимәнән ғибәрәт?
– Cистемалылыҡ, ҡыҙыҡһыныу һәм әүҙемлек нигеҙендә эшләү; уҡыусының донъяны ҡабул итеү психологияһын, фекерләү ҡеүәһен, йәш психологияһын, ижади уйлау кимәлен, урындағы шарттарҙы иҫәпкә алыу.
Уҡытыусы булараҡ, үҙемә шундай бурыстар ҡуям: уҡыусының уйлау һәләтен, хәтерен, телмәрен үҫтереү; милли рух уятыу; әҙәби әҫәр уҡыу теләген арттырыу.
– Дистанцион уҡытыуҙарға нисек ҡарайһығыҙ?
– Дистанцион уҡытыуҙан һуң беҙ бер нисек тә йомшаҡ уҡыта алмайбыҙ. Сөнки уҡыусыларыбыҙ, унан бигерәк ата-әсәләр беҙҙең мөмкинлектәрҙе хәҙер бик яҡшы белә (көлә). Хәҙер дәрестәрҙә бөтә техник сараларҙы ҡулланып була. Рәхәтләнеп. Мин дә ҡулланам. Ә шулай ҙа, бала китап еҫен, аҡбур төҫөн белергә тейеш, тип һанайым. Эшемдең иң оҡшаған мәле – класс таҡтаһына аҡбур менән датаны яҙыу! Кинәнәм. Яңы көнгә яңы ниәттәр менән уҡыусыларың менән бергә инеп китәһең.
– Дәрестәрҙә ниндәйҙер ҡыҙыҡ ситуациялар булғаны бармы?
– Хәлдәрҙең төрлөһө булып тора инде. Ул ситуацияларҙан дөрөҫ сыға белергә зиһен генә етһен. Кемгәлер көлкө булған хәл берәйһенең күңелен яралауы ла бар бит әле. Гимназиябыҙ яңы асылған йыл. Ете йөҙ бала ете йөҙ тарафтан йыйылғандыр, моғайын. Кемдер ауылдан уҡыйым тип, кемдер икенсе мәктәптән ҡыуылып, кемдер яңы булғаны, кемдер яҡын булғаны, кемдер башҡорт булғаны, ә кемдер тап башҡорт гимназияларында тәртип, әҙәп булған өсөн килгән ине бында. Бер ҡыҙыҡ шулай ҙа иҫтә ҡалған. Бишенсе класта дәрес бара. «Өндәш һүҙҙәр» темаһы. Һорай ҡуйҙым:
– Өйҙә һеҙгә иркәләп ниндәй һүҙҙәр менән өндәшәләр?
Үҙемсә, хәҙер «ҡолонсағым», «аҡыллым», «үҫкәнем» кеүек һүҙҙәр ишетергә өмөтләнеп торам инде.
– Дианочка!
– Тимурчик!
Һәм киттеләр теҙееееп.
Шул саҡ иң алда ултырған малай, нимәнелер иҫенә төшөрөп, шатланып ҡул күтәрҙе. Талпына ғына! Ниһайәт! Көткән яуап ишетеремә ышанып, баш һелктем. Һәм:
– Фәйрүзә Юнысовна, «һиңмай» нимә була ул?!
– Нимәгә ул ул һүҙ?
– Нуу, миңә өйҙә шулай тиҙәр!
Тәүҙә көйҙөм. Шунан һөйөнгән булдым: ярай, исмаһам, был өйҙә башҡортса әрләшәләр.
Бик төплө аҡыллы балалар бар уҡыусыларым араһында. Бер заман дәрестә «ғаилә» һүҙенең дөрөҫ яҙылышын аңлатам. Ғәҙәттә, был һүҙҙе яҙғанда уҡыусылар хата ебәреүсән. Уны нисек хәтерҙәренә һеңдерергә?! Шул саҡ Азамат был һүҙҙе хатаһыҙ яҙырлыҡ бик шәп фекер әйтте:
– Ғаиләлә атай ҙа, әсәй ҙә бар. Атай – баш, ул һәр саҡ алдан бара, ә әсәй уға эйәрә. Тимәк, «ғаилә» һүҙендә лә «А» хәрефе алдан килә, «Ә» уға эйәрә.
Хәҙер уҡыусымдың был аңлатмаһын дәрестә үҙем дә ҡулланам. Ярҙам итә (көлә)!
– Мәктәптә генә башҡорт телен өйрәтеп буламы?
– Әсәйҙең мамаға әйләнеүе әсәнең намыҫында тип иҫәпләйем. Беҙгә килгән балаларҙың күбеһенең ата-әсәһе башҡорт булһа ла, туған телдәрен белмәгәндәр байтаҡ. Әммә балаларына туған телде өйрәтергә булған теләктәре хуплауға лайыҡ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы башҡортса һөйләшергә генә өйрәтә тигәндәр тәрән яңылыша. Беҙ халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, йола-традицияларын өйрәтеүҙе үҙ иңебеҙгә алғанбыҙ. Алғанбыҙ ғына түгел, күмәртәләп йөкләтеп ҡуйылған. «Тормош һабаҡтары», «Башҡортостан тарихы» дәрестәре булғанда һөҙөмтә яҡшыраҡ ине, милли мәктәптәрҙең төп уҡыу планында булырға тейеш тормош дәрестәре кире ҡайтарылырға тейеш. Телде яҡшы белеп тә, тарих уҡымаған балаға ни өмөт? Беҙҙең эшебеҙҙе уҡыусың башҡортса һөйләшә беләме, юҡмыға ҡарап баһалауҙы өнәмәйем. Миссиябыҙ тәрәнерәк, төптәрәк, минеңсә.
– Эш барышында ниндәй ҡаршылыҡтар осрай?
– Үҙ тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: беренсенән, беҙ балаларҙы үҙебеҙ белмәгән донъяла йәшәргә өйрәтергә тейешбеҙ. Йәғни – киләсәк донъяла. Бөгөн модалы булғаны иртәгә кәрәкмәйәсәк, бөгөнгө дөрөҫлөк иртәгә хата булыуы ихтимал. Күреүебеҙсә,
донъя бик тиҙ үҙгәрә. ХХ башында йәшәгән илле йәшлек кешенең кисерештәрен бөгөн йәшәгән кеше бер тәүлектә кисерә. Мәңгелек төшөнсәләргә таянып ҡына ҡаршылыҡтарҙы үтеп була тип уйлайым. Икенсенән, белем алыуға талаптарҙы арттырған һайын, көслө һәм йомшаҡ уҡыусылар араһында айырма шул тиклем ҙурыраҡ була. Ҡала мәктәптәрендә телде төрлө кимәлдә белгән уҡыусылар ултыра. Әммә иң ҙур ҡаршылыҡ – уҡыусының уҡырға теләге булмауы, битарафлығы.
– Хәҙерге йәштәр уҡытыусы һөнәрен һайламаҫҡа тырыша, сөнки күңелендә мәктәптә балалар менән идара итә алмаҫмын тигән ҡурҡыу йәшәй. Һеҙ йәш уҡытыусыларға был йәһәттән ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
– Һуңғы йылдарҙа йәштәр эркелеп килә һалмай шул мәктәпкә. Йәл... Ғәҙәттә, кешеләр төркөмө менән идара итеү абруй талап итә. Көс абруйы була. Уға яза алыуҙан ҡурҡып буйһоналар. Белем абруйы була. Уға үҙ иректәре менән буйһоналар, бында төп сифат – хөрмәт. Ысынбарлыҡтағы шарттарҙа уҡытыусының абруйы ике ҡушылманан – көс абруйынан һәм белем абруйынан тора. Ҡушылманың ҡайһыһы – төп, ҡайһыһы әйҙәүсе булыуы уҡытыусының зирәклеге менән билдәләнә. Белем абруйы өҫтөн булһын, тигән теләгемде еткерәм. Сөнки профессионализмды барыһы ла хөрмәт итә. Әҙәбиәт уҡытыусыһы ижади һәләте менән өлгө булырға тейеш. Тағы ла йәштәр субкультураһын белеүҙе лә кәрәкле һанайым. Ҡайһы бер уҡытыусылар балаға «юғарынан ҡарай», уға шулай уңайлы. Уҡыусылар асыҡтан-асыҡ әйтмәһә лә, хатта уйламаһа ла, быны барыбер тоя. Ситуацияның эске ғәҙелһеҙлеген һиҙә. Мөмкин тиклем позицияларығыҙҙы тигеҙләгеҙ, дуҫ булығыҙ, кәңәшләшегеҙ. Уның фекере һеҙҙең өсөн мөһим икәнлегенә ышандырығыҙ.
Уҡыусыға үҙеңә ярҙам итергә мөмкинлек бир һәм уның файҙаһы ҙур буласаҡ. Ике яҡлы файҙа. Мәҫәлән, уҡыусы осрашыуға йөкмәткеле буклет эшләй ала. Әлбиттә, һеҙҙең етәкселектә. Балаларға рәхмәт әйтергә онотмағыҙ. Уҡыусыларҙан бит: «Хәлдәрегеҙ нисек әле?» – тип һораһаң да, ихлас һөйөнөп киткән булалар, үҙҙәрен шатландырған, борсоған хәлдәрен һөйләп алалар.
Йәнә балаларға ышанып ҡарау мөһим. Ошоға бәйле бер күҙәтеүем менән бүлешәйем әле. Тәнәфестә кабинеттан сыҡһам да ишекте бикләп китеү ғәҙәтем юҡ. Кластар алмашынып тора, ингән-сыҡҡан кеше күп. Беренсе тәнәфестән һуң иҙәндә 50 һумлыҡ ҡағыҙ аҡса ятҡанын абайланым. Кластан һорайым, эйәһе табылманы. Эргәләге партаға һалып ҡуйҙым, бәлки юғалтыусы шунда ултырғандыр. Иҫенә төшһә, килеп алыр, тием инде. Нисек һалдым, шулай алтынсы дәрескә тиклем ята бирҙе. «Алығыҙ, кемдеке?» тигәнгә, «Минеке түгел!» – тип яуаплайҙар. Ете ата балаһы йыйылған ерҙә бурлыҡ юҡлығына һөйөндөм. Беҙҙең балалар барыбер тәрбиәле!
Ә юғалтҡан уҡыусы дәрестәр бөтөп ҡайтырға сыҡҡас, юллыҡ аҡсаһын юллап килеп алды.
– Уҡыу-уҡытыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә тыуҙырылған ҡала шарттарында ижади шәхес тәрбиәләү еңелме?
– Бына Һеҙ аптырарһығыҙ. Әммә юҡ, был еңел эш түгел. Бер шулай дәрестә уҡыусыларымдан: «Яҙ» тигән һүҙҙе ишеткәс тә, һеҙҙең күҙ алдына нимәләр килә, тип һораным. Үҙем ауылда үҫкәс,ҡыйыҡтағы боҙбармаҡтар, тамсы тамыуы, гөрләүектәр ағыуы, ҡоштар ҡайтыуы, тал бөрөләре күҙ алдына килә бит инде. Ҡала балалары нимә тип яуап ҡайтарҙы тиһегеҙ: ҡар ирей һәм сүп-сар күбәйә, тинеләр...Тәбиғәттән йыраҡ булыуҙары үҙен бик һиҙҙерә. Ижад кешеһенә хас булған күҙәтеүсәнлекте, матурлыҡты тоя белеүҙе үҫтереү, шулай ҙа, беҙҙең бурыс.
– Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим үҙенең бер шиғырында:
«Күп нәмәнән уңдым,
Рәхмәт Һеҙгә,
Хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!
Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым.
Минән уңды микән бүтәндәр»,
– ти. Уҡыусыларығыҙҙың Һеҙҙән уңғанына иманым камил, ә бына Һеҙ: «Уҡыусыларымдан уңдым!» – тип әйтә алаһығыҙмы?
– Уҡыусыларым араһында үҙем таянырлыҡ талантлы, тырыш, әҙәпле балалар бик күп булды. Уларҙың ата-әсәһенә матур тәрбиәләре өсөн баш эйәм. Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булараҡ, гимназия, улай ғына ла түгел, район, ҡала, республика тормошондағы сараларҙың уртаһындабыҙ. Уҡыусыларым йөҙөндә гимназиябыҙҙы таныйҙар икән, шатмын. Азалия Солтанова, Лиана Зиннурова, Эльвина Растригина, Наҙгөл Әхмәтшина, Данил Ҡарасурин, Сулпан Иҫәнтәева, Салауат Иманғолов, Лилиә Хәбибуллина, Артур Ғөбәйҙуллин – төбәк-ара олимпиадаларҙа, төрлө конференция-уҡыуҙарҙа, шиғыр бәйгеләрендә еңеүсе уҡыусыларымдың ҡайһы берҙәре. 24 йыл эсендә һөнәрем мине кемдәр менән генә таныштырманы, барыһы ла матур күңелле кешеләр булып иҫемдә ҡалған. Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында ижади эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Гимназистар ҙа аҡыллы, һәләтле. Шуға күрә, һәр уҡыусымдан уңдым тип әйтә алам.
– Социаль селтәрҙәрҙә йыш ҡына Һеҙҙең бейеп төшкән видеоларығыҙҙы күрергә тура килә. Был Һеҙҙең хоббимы?
– Бейеү – күңел талабым. Бейеүҙә минең асылым, бейеүҙә мин асылам... Бейеүҙең рәхәтлеген тойоу оҡшай. Ғүмер буйы бейеүселәргә һоҡланам.
– Беҙ һеҙҙе күренекле әҙип Әхмәр Үтәбайҙың тормош иптәше булараҡ беләбеҙ. Шағир ҡатыны булыуы еңелме?
– Ҡыҙыҡ, минән беренсе тапҡыр шулай һорайҙар... Ә бына әхирәт ҡыҙҙарымдың: «Һеҙ ирешәһегеҙме ул?» – тип һорағандары булды. Юҡ, беҙ ирешмәйбеҙ, ирешкәнебеҙ ҙә юҡ. Миңә Әхмәрҙең иң ауыр һүҙе: «Әҙ уҡыйһың», – булды. Уҡытыу эшенән өйҙә уҡымайынса ял иткәнмендер инде. Һуң кейәүгә сыҡтым, утыҙым тулғас. Бергә йәшәй башлағас, нығыраҡ ғашиҡ булдым, хөрмәтем ҙур уға. Уның күңел сафлығына хайран ҡалырлыҡ!
Нишләптер бала саҡтан «Яҙыусылар нисек әҫәр яҙа икән?» – тип аптырай торғайным. Хәҙер беләм: улар ял иҫәбенә, йоҡо иҫәбенә, байрамдар иҫәбенә күҙ нурҙарын түгеп, илһам ғазаптарын кисереп ижад итә икән. Әхмәр миңә арнап «Ысыным» поэмаһын яҙҙы, хистәре урғылып торған ул әҫәрҙе мин күптән ятлап алырға тейешмендер ҙә бит... Бөйөк кеше менән йәшәгәнемде беләм. Бөтә донъя мәшәҡәттәренән азат иткән ул мине. Ижадына күберәк ваҡыт бүлеүен теләйем.
– Ҡыҙығыҙ Тамсының уҡытыусы һөнәрен һайлауын теләр инегеҙме?
– Тамсы һөнәремде әсәйлек бурысым менән бер бөтөн итеп ҡабул иткәндер ул. Бәләкәй саҡта ҡурсаҡтарын теҙеп «уҡыта» торғайны. Эшемдең яртыһы өйгә ҡайтыуын күреп белә, аңлай, шуғамы, бер бәләһен һалмай үҙ аллы булып үҫеп килә. Нариман Сабитов исемендәге 1-се һанлы музыка мәктәбендә ҡыл-ҡумыҙ класында шөғөлләнә.Төбәк-ара конкурстар еңеүсеһе, Өфө ҡалаһы мэры стипендиаты. Гимназияның «Дуҫлыҡ» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбленә йөрөй. Волейбол – көтөп алған секцияһы. Уҡыуҙа ла алдынғы. Бәхете, даланы менән тәүфиҡле булып үҫһен тип теләйбеҙ. Ихлас теләктәр тормошҡа ашҡанын беләбеҙ. Һәр көн иртән гимназияға йәйәү барғанда Тамсы доғалар уҡый, ә мин яттан белмәгәс, теләк теләйем. Ул: «Тамам», – тигәс кенә һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ. Доғалы иртә күңелгә һиллек, тыныслыҡ бирә, көндөң уңышлы үтеренә ышаныс тыуҙыра. Тамсының уҡытыусы һөнәрен һайлауына ҡаршылығыбыҙ юҡ. Үҙе нимә тиер.
– Фәйрүзә Юныс ҡыҙы, ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Әммә хушлашыр алдынан тағы бер генә һорау: уҡытыусы һөнәрен һайлағанығыҙға үкенгән саҡтарығыҙ булманымы?
– Юҡ! Бер ҡасан да үкенмәнем. Киреһенсә, яҙмышыма рәхмәтле булып, йыш ҡына: «Әлдә уҡытыусымын!» – тип ҡабатларға яратам... Һөнәремә мөкиббәнлегемде белгән тормош иптәшем Әхмәр Үтәбай «Уҡытыусы һәм остаз йылы» уңайынан ошо шиғырын бағышланы. «Әлдә уҡытыусымын!» тип һөйөнөп эшләргә яҙһын!
Әлдә уҡытыусымын
Мин башҡортса һөйләшкәндә
Тоямын һүҙ тылсымын.
Әсәм теле – сәсән теле, –
Әлдә уҡытыусымын!
Аң-белемгә саҡырыусы
Аҡмулланың дуҫымын.
Мәғрифәттең әхирәте, –
Әлдә уҡытыусымын!
Балаларҙың йөрәктәре –
Ҡояш, һал тик осҡоноң.
Ҡабыҙыусы шәхестәрҙе, –
Әлдә уҡытыусымын!
Мөғәллимә булһам да мин,
Хоҙайҙың уҡыусыһы.
Һабаҡтарым – иман, әхләҡ
Әлдә уҡытыусымын!
Бар һөнәрҙәр араһында
Иң кәрәге – ошолор.
Әллә кем дә түгел, әммә
Әлдә уҡытыусымын!
Белешмә
Фәйрүзә Юныс ҡыҙы Үтәбаева – Өфө ҡалаһында Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 1999 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған. Педагогик эш стажы – 24 йыл. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проект еңеүсеһе, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2006» республика конкурсы финалисы, «Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе, ике йыл рәттән «Оҫта уҡытыусы»(«Педагог-мастер») ҡала конкурсы еңеүсеһе, Мостай Кәрим музей-кабинеты етәксеһе.