Педагогтарға хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереү һәм быуындар бәйләнешен нығытыу маҡсатында Рәсәй кимәлендә уҙғарылған «Минең тәүге уҡытыусым» акцияһын иғлан иткәндә Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов: «Барығыҙҙы ла беҙҙең акцияға ҡушылырға саҡырам. Тәүге уҡытыусығыҙҙы хәтергә төшөрөп, уға рәхмәт һүҙҙәрегеҙҙе еткерегеҙ. Ыңғай тәьҫораттар бүләк итеү, ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙҙы яңы ҡаҙаныштарға дәртләндереү, ихлас һәм сағыу хәтирәләр уларҙың уңышлы эшләүен дәлилләй.
Беренсе уҡытыусығыҙға шылтыратып тороғоҙ, уға ҡунаҡҡа инегеҙ, рәхмәт һүҙҙәре менән видео яҙҙырығыҙ. Хәстәрлек һәм иғтибар күрһәтегеҙ. Уҡытыусыларыбыҙ быға лайыҡ», – тигәйне.
Мәғариф ветераны Нәфисә Мәҫәлим ҡыҙы 1940 йылдың 1 майында Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылында Фәхрибаныу һәм Мәҫәлим Мөхәмәҙиевтарҙың туғыҙ балалы ишле ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып донъяға килгән. Теремек ҡыҙ бәләкәйҙән ғилемгә ынтыла, шуға ла ауылдағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, башҡорт телендә белем биргән яҡын-тирәләге берҙән-бер ун йыллыҡ Дыуан-Мәсетле мәктәбенә уҡырға юллана. Аҙналыҡ ризығын йөкләгән килеш, 25–30 саҡырымлыҡ ерҙе аяҡтарына сабата кейгән ҡыҙҙар йәйәүләп үтә. Көҙгө һалҡын көндәрҙә ялан аяҡлап Әй йылғаһын кисеп үткән ҡыҙҙарҙың һыуға мансылған күлдәк итәктәре шаҡтырлап туңа. Ә улар (үәт, балалыҡ!) ярға сыҡҡас, ҡатҡан итәктә үҙҙәрен балериналар итеп хис итеп, шырҡ-шырҡ көлөшөп, аяҡ остарында әйләнгән булалар...
«Интернат һурпаһын» татып ҡарағанға ла, һуңынан үҙе тәрбиәсе булып эшләгән осорҙа, күрше ауылдан килеп уҡыған балаларға миһырбанлы булырға тырышҡандыр Нәфисә Мөхәмәҙиева.
1963 йылда Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлаған йәш ҡыҙҙы Ҡыйғы районының Алағуҙ ауылына башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрәләр. 1965 йылдан Иҫке Хәлил мәктәбендә хеҙмәт юлын дауам итеп, өлкән кластарҙа физика, математика, йыр дәрестәрен уҡыта. 1968–1972 йылдарҙа Өфөлә йәшәй. Һуңынан йәнә тыуған ауылына ҡайтып, башланғыс кластар уҡытыусыһы, интернатта тәрбиәсе булып эшләй. Ҡайҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙ эшен намыҫ менән башҡара, уҡыусыларының оло һөйөүен яулай. Ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ уның уҡыусылары араһында, уға эйәреп уҡытыусы һөнәрен һайлағандары ла байтаҡ. Шуларҙың береһе: Анфиса Мазһар ҡыҙы Әхмәҙиева ла бына ҡырҡынсы йыл инде Иҫке Хәлил мәктәбендә балаларға белем бирә. Талантлы педагогтың хеҙмәте бик күп наградалар, шул иҫәптән, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Мин дә Нәфисә Мәҫәлим ҡыҙының уҡыусыһы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. 1976 йылдың 1 сентябрендә беҙ, алты бала, беренсе класҡа уҡырға килдек. Өсөнсө класс балалары менән бер класта ултырып уҡыныҡ, шулай булыуға ҡарамаҫтан, уҡытыусыбыҙ барыбыҙға ла иғтибарын тигеҙ бүлеп, төплө белем бирҙе. Һәр саҡ зауыҡ менән кейенгән, мөләйем йөҙлө апайыбыҙ – беҙҙең өсөн гүзәллек өлгөһө ине. Нәфисә Мәҫәлим ҡыҙы – тәүге уҡытыусыбыҙ булһа, уның тормош иптәше, география фәнен уҡытҡан Дауыт Мәғәфүр улы Мөхәмәтйәнов беҙҙең класс етәксеһе булды, шулай уҡ оҙаҡ йылдар мәктәп директоры вазифаһын башҡарҙы.
Ауылыбыҙҙа Нәфисә апайҙың бер туған ҡустыһы Дим Мәҫәлим улы «Мөхәмәҙиә» мәсетен төҙөткәндә бер туғандары ҙур ярҙам ҡулы һуҙҙы, һуңынан Дауыт Мәғәфүр улы әхирәткә күскәнсе ошо күркәм иман йортоноң имам хатибы булды.
Нәфисә апа менән Дауыт абыйҙың (беҙҙә уҡытыусыларға тап шулай өндәшәләр) балалары Айҙар, Флүрә, Айгөл менән беҙ бер заманда үҫтек. Улар барыһы ла уҡыу алдынғылары булды, спортта ла һынатманы. «Атайым менән әсәйемде өйҙә һирәк күрҙек, улар хатта ял көндәрендә лә интернатта ятыусыларҙы йә оҙаталар, йә ҡаршы алырға китә торғайнылар», – тип хәтирәләргә бирелә улар.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ғаиләлә матур тәрбиә алған Мөхәмәтйәновтар Башҡорт дәүләт университетының физика, география, филология фаультеттарында белем алып, тормошта үҙ юлын тапты. Һәр береһе уңғанлығы, тырышлығы менән хайран ҡалдырып, гөрләтеп донъя көтә. Бөгөнгө көндә Нәфисә Мәҫәлим ҡыҙының 6 ейән-ейәнсәре һәм 5 бүлә-бүләсәре бар.
«Ул беҙгә әсәйебеҙ һымаҡ яҡын. Аҙнаның алты көнөн интернатта уның ҡарамағында үткәрә инек бит, – тип иҫкә ала 61 йәшлек уҙаман Адик Мусакәлимов. – Уның һабаҡтарын мәңге онотаһым юҡ. Бала саҡта тиҙерәк үҫеп етке килә бит. Үҙебеҙҙе ҙур егеттәр итеп тойғо килгәндер инде. Малайҙар йыйылышып, магазиндан бер ярты араҡы һатып алдыҡ та, кистән тәмләп ҡарарбыҙ тип, быйма эсенә йәшереп ҡуйҙыҡ. Һатыусы апай тәрбиәсебеҙҙең ҡолағына тишкән бит был тәртипһеҙ ҡылығыбыҙҙы. Нәфисә апа ул йәшерелгән араҡыны эҙләп алған да кире магазинға илтеп тапшырған. Беҙ уйнап керҙек тә, эй эҙләйбеҙ йәшергән әйберебеҙҙе, эй эҙләйбеҙ. Эш боҙғас, ғауға күтәреп булмай, шым ғына ҡыланабыҙ. Тапманыҡ. Ҡайҙа булды икән, тип аптыраныҡ.
...Яңы йыл яҡынлашҡас, тәрбиәсебеҙ ҙур тоҡ тәм-том: печеньелар, тәмле кәнфиттәр алып килеп, һәр беребеҙгә күп итеп таратып сыҡты. «Бына, Ҡыш бабай һеҙгә күстәнәс ебәргән», – тигән була. Барыһын да аңлап торған беҙ, оялыуҙан ҡып-ҡыҙыл булып, күҙҙәребеҙҙе йәшерәбеҙ. Бына ниндәй мәрхәмәтле булған уҡытыусыбыҙ! Эште ҙурға ебәрмәне. Был турала мәктәп етәкселегенә лә еткермәне, атай-әсәйҙәребеҙгә лә ошаҡламаны, беҙҙе лә башҡалар алдында рисуай итеп, тотоп әрләмәне, әммә ғүмерҙә лә онотолмаҫлыҡ һабаҡ бирҙе...»
Бөгөнгө көндә Яңы Хәлил ауылында клуб мөдире вазифаһын башҡарған Фидаил Кәримов та ауылдашының һүҙен күтәреп ала: «Яҙ етә башлаһа, беҙ, шуҡ малайҙар, аҙна аҙағында дәрестәрҙән ҡасып ауылға ҡайтып китәбеҙ. Нәфисә апа менән Дауыт абый «Москвич»тарында беҙҙең арттан килеп, эҙләп алып, кире мәктәпкә алып барып, ултыртып ҡуя торғайнылар. Бөгөн, Нәфисә апа, ошо ҡылыҡтарыбыҙ өсөн Һеҙҙән генә түгел, Һеҙҙең балаларығыҙҙан да ғәфү үтенәбеҙ. Үҙ ғаиләгеҙгә, балаларығыҙға бүлер ваҡытты һеҙ беҙгә бүлгәнһегеҙ булып сыға бит!»
Сара барышында тәжрибәле педагог Нәфисә Мәҫәлим ҡыҙына ҡағылышлы ошондай матур ҙа, фәһемле лә иҫтәлектәр күп яңғыраны. Уларҙың ҡайһы берҙәрен, хөрмәтле журнал уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итке килә.
Әлфирә Зарипова (Дыуан районы, Иҫке Хәлил ауылы), ветеран-уҡытыусы:
– Был донъяла һәр эштең баһаһы бар. Һыйыр һауыусының хеҙмәте нисә литр һөт һауып алыуына ҡарап билдәләнгән кеүек, уҡытыусы хеҙмәтен дә билдәләгән күрһәткестәр бар. Улары инде уҡытҡан уҡыусылары шәхес булып етешеп, тормош юлын нисек үтеүенә ҡарап баһалана. Нәфисә Мәҫәлим ҡыҙының алтмыш йыл элек уҡытҡан уҡыусыларының, әле булһа онотмай, рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә килеп йөрөүҙәре – үҙе үк күпте һөйләй.
Үкенескә ҡаршы, бәләкәй ауыл мәктәптәрендә уҡытыусының хеҙмәте хөкүмәт тарафынан бирелә торған маҡтаулы исемдәр менән һирәк баһалана. Әммә хеҙмәтеңде алтмыш йылдан һуң да баһалап, рәхмәт һүҙҙәрен ишеттереү, был маҡтауҙарҙан йөҙләтә артыҡ.
Нәфисә Мәҫәлим ҡыҙы һәр эшкә йөрәген һалып эшләне. Мәктәптә директор урынбаҫары булған йылдарымда гел шуны күҙәтә инем: уҡытыусы хатта тәнәфес ваҡытында ла кластан сыҡмай. Уҡыусыларын ҡыҙыҡһындырырлыҡ ниндәй ҙә булһа шөғөл таба: бергәләшеп һүрәт төшөрһөндәрме, пластилиндан һындар яһаһындармы, күмәкләшеп төрлө уйындар уйнаһындармы...
Хәтерләүемсә, бер дәресе лә күргәҙмә материалһыҙ үтмәне. Бының өсөн күпме көс, ваҡыт кәрәк булған! Хәҙерге кеүек компьютер юҡ ул заманда. Етмәһә, ауыл уҡытыусыһы үҙе агитатор, пропагандист, колхозда картуф-сөгөлдөр үҫтереүсе, ашлыҡ сәсеүсе.
Яңы мәктәп бинаһы төҙөлә башлағас, башҡа уҡытыусылар менән бер рәттән төҙөүсе лә, ташсы ла, тейәүсе лә, йыйыштырыусы ла, маляр ҙа булып, күп көс һалды.
Ниндәй генә эштәр башҡарһа ла, Нәфисә Мәҫәлим ҡыҙы һәр ваҡыт алғы рәттә булды. Бер ваҡытта ла кеше менән булышып, ризаһыҙлыҡ белдереп йөрөмәне. Мәктәптең профсоюз комитеты үткәргән сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты. Әле 50 йәшлек сағында ла саңғы ярышында уны уҙа алған уҡытыусы юҡ ине. Ул әле лә, һигеҙенсе тиҫтәне артылыуына ҡарамаҫтан, саңғыла йөрөүен дауам итә. Кәүҙәһе, атлап йөрөшө һаман да йәш ҡыҙҙарҙы көнләштерерлек!
Хужабикә булараҡ та иҫ киткес уңған ул. Ауылда унан дә тәмле бауырһаҡ бешереүсе бөгөнгө көндө лә юҡ.
«Йылы урынға йылан да эйәләй», – ти халыҡ. Нәфисә Мәҫәлим ҡыҙы менән Дауыт Мәғәфүр улының (урыны Ожмахта булһын!) йортонан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәне. Һәр береһенә йылы һүҙ табып, яҡты йөҙ күрһәтеп йәшәне улар. Тормош иптәше Дауыт Мәғәфүр улы менән, беренсе класта тыуған мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, 56 йыл бергә ғүмер итеп, йәш быуынға өлгө булырлыҡ донъя көттөләр.
Резеда Закирова (Ҡыйғы районы, Алағуз ауылы):
– Беҙҙең уҡытыусыбыҙ Дыуан районында ғына түгел, бөтөн Башҡортостанда иң бәхетле ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһелер. Алтмыш йыл элек беҙҙе, 26 баланы, бәпкәләре кеүек кенә итеп, беренсе класҡа ҡабул итте.
Тәүге уҡытыусыбыҙҙан күскәндер беҙгә Тыуған илгә һөйөү, ата-әсәгә хөрмәт.
Хәҙер уйлайым да, беҙҙең менән гел йылмайып ҡына һөйләшһә лә, уға тәүҙә ныҡ ҡыйын булғандыр. Педучилищены бөтөрөп, ҡулына диплом алып, сит-ят ауылға килгән бит. Ләкин беҙҙең апабыҙ ныҡ түҙемле булды.
Беҙ уға ҡарап, һоҡланып туймай торғайныҡ: ике оҙон толомло, шундай һомғол, шундай һылыу! Нәфисә апа беҙҙең менән бер урамда йәшәгәс, фатирға төшкән йорто эргәһенә йүгереп барабыҙ ҙа, мәктәп яғына бергә атлар өсөн, көтөп торабыҙ. Ҡайтҡанда йортона оҙатыр өсөн тағы көтәбеҙ. Беҙҙең дәфтәрҙәр менән тулған сумкаһын тотошоп ҡайта алһаҡ, тағы ла ҙурыраҡ бәхет! Хәҙер генә ул балаларҙы ата-әсәләре машина менән килтереп ҡуя, алып ҡайта. Элек йыраҡ ер ине атларға. Нәфисә апабыҙға тағы ла йырағыраҡ ине. Шул тиклем яратҡанбыҙҙыр инде, гел эйәреп йөрөй инек бит!
Тыуған ауылына эшкә юлланғас, беҙгә шундай моңһоу булып ҡалды, бик оҙаҡ ваҡыт һағынып йәшәнек. Унан һуң килгән уҡытыусыға өйрәнеп китә алмай бер булдыҡ.
Уҡытыусыбыҙ алдында баш эйәбеҙ. Рәхмәт уға, барыһы өсөн дә! Күпме йылдар үтһә лә, инде күрше районда йәшәһә лә беҙ араларҙы һыуытманыҡ. Әле һаман килеп йөрөйбөҙ. Шул тиклем беҙҙең хәтерҙә ҡалғас, инде алтмыш йыл үтһә лә онотолмаҫлыҡ булғас, Һеҙ – һәйкәл ҡуйырлыҡ уҡытыусы!
Рәфилә Вәлиева (Ҡыйғы районы, Алағуз ауылы):
– Беренсе класҡа уҡырға килгәнбеҙ. Уҡытыусыбыҙҙан күҙебеҙҙе ала алмайбыҙ: аҡ яғалы зәңгәр күлдәк кейгән. Шундай матур апай инде. Бына әле һаман иҫтә!
Икенсе кластың аҙағы ине, бер заман мәктәпкә килһәк, әйтәләр: «Нәфисә апаның егете армиянан ҡайтҡан, уҡытыусығыҙҙы алып ҡайтып китә», – тиҙәр. «Нисек инде алып ҡайтып китә? Ә беҙҙе кем уҡыта?» – тип аптырайбыҙ. Йүгереп йөрөп ишек ярығынан күҙәтәбеҙ. Ыҡсым ғына кәүҙәле, матур ғына егет баҫып тора. Сығабыҙ ҙа әрләйбеҙ ул Дауыт тигән егетте, уҡытыусыбыҙҙы ниңә генә алырға килде инде, тип.
Етмәһә, олораҡ кластар беҙҙән көлә: «Бына һеҙ тәртипһеҙ булғанһығыҙ! Күрәһең, уҡытыусығыҙ шуға ла һеҙҙе ташлап китә». Беҙ шуға ышанып, илашҡан булабыҙ...
Инде үҙебеҙ етенсе тиҫтәне ҡыуғанда ла уҡытыусыбыҙға һаман һоҡланабыҙ, уға Раббыбыҙ һаулыҡ һәм оҙон ғүмер бирһен!
Рәйлә Ғәйнанова (Салауат районы, Арҡауыл ауылы):
– Нәфисә Мәҫәлим ҡыҙы беҙҙе бөхтәлеккә өйрәтте. Мәктәптә дәрестәр бөткәс, ҡайтабыҙ ҙа дежурство буйынса интернатта таҙалыҡ урынлаштырабыҙ. Егеттәр утын алып инә, ҡыҙҙар иҙәнде ялтыратып йыуып ҡуя. Тәрбиәсебеҙ килеүгә – бөтә ерҙә тәртип, таҙалыҡ. Нәфисә апаның артынан, ҡаҙ бәпкәләре кеүек теҙелеп, магазинға икмәккә барабыҙ. Ауылдыҡылар беҙҙе сиратһыҙ үткәреп ебәрә. Кистәрен тәрбиәсебеҙ ҡайһы ваҡыт киноға алып бара, ҡайһы ваҡыт интернат урамында шау-гөр килтереп, күмәк уйындар уйната. Беҙ йоҡлар алдынан ғына өйөнә ҡайтып китә.
Нәфисә апаға эйәреп, мин дә уҡытыусы һөнәрен һайланым. 35 йыл Арҡауыл мәктәбендә балалар уҡыттым.
Бөгөн Нәфисә Мәҫәлим ҡыҙын күңелемдән сыҡҡан шиғыр юлдары менән сәләмләйһе килә:
Тәрбиәсем минең, уҡытыусым!
Һеҙ бирҙегеҙ беҙгә пар ҡанат,
Инде хәҙер оло юлдар үткәс,
Иҫкә төшә йылы интернат.
Сәйҙәр тәмле ине, аштар ҡайнар,
Әсәй кеүек беҙгә булдығыҙ.
Изге теләктәрен теләй Һеҙгә
Меңәрләгән ҡыҙ һәм улығыҙ!
Гөлнара Абдрахманова (Дыуан районы, Мәсәғүт ауылы):
– Иҫке Хәлилдә Нәфисә Мәҫәлим ҡыҙына арналған байрам булырын ишеткәс, беҙ, интернатта тәрбиәләнеүселәр, төрлө тарафтарҙан йыйылышып килеп еттек. Был беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға!
Яңы Хәлилдә башланғыс мәктәп кенә булғас, артабан белем алыуҙы Иҫке Хәлил һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә дауам итә инек.
Нәфисә апа беҙҙе беренсе көндән үк йылы һүҙ, яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Бәләкәй генәбеҙ. Саҡ өсөнсө класты тамамлап, атай-әсәйҙәребеҙҙең йылы ҡосағынан айырылып, сығып киткән балаларбыҙ. Нәфисә Мәҫәлим ҡыҙы беҙҙең өсөн өлгөлө уҡытыусы ла, әсәй йылыһын өләшкән тәрбиәсе лә, кәңәшсе лә булды.
Беҙҙе, әле бер нәмә лә белмәгән балаларҙы, күп нәмәгә өйрәтте ул: гигиена ҡағиҙәләренә, тормош һабаҡтарына, бөхтәлеккә, таҙалыҡҡа, ҡул эштәренә... Шул рәүешле уҡыуҙы тамамлауға апаруҡ үҙаллы тормош көтөргә өйрәнеп сығып киттек.
Беҙҙе мәктәпкә әҙерләп оҙатыр өсөн тәрбиәсебеҙ таңғы етелә интернатҡа килеп етер ине. Бөгөнгөләй хәтеремдә: үҙенә бик килешле оҙон ҡара пальто кейер ине, башында – шундай матур аҡ мамыҡ шәл.
Беҙ, Нурия, Әлфиә, Айгөл, мин, бәләкәй генә ҡыҙҙар, төрлө төҫтәге бантиктарыбыҙҙы тотоп, сәстәребеҙҙе үрҙерергә сиратҡа теҙелешеп баҫабыҙ...
Өйгә эшәребеҙҙе әҙерләгәндә лә ярҙамы күп тейҙе. Аңламаған темаларҙы бик һәйбәт итеп аңлата торғайны.
Нәфисә Мәҫәлим ҡыҙы бер үк ваҡытта талапсан да, баҫалҡы ла ине, баланың эске донъяһын тәрән аңлаған педагог булды.
Бөгөнгө көндә мин үҙем дә Тимер Йосопов исемендәге Республика лицей-интернатында тәрбиәсе булып эшләйем. Эш стажым – 32 йыл!
Зөһрә Зарипова (Дыуан районы Мәсәғүт ауылы), шәхси эшҡыуар:
– Әле генә кеүек! 1989 йылда белем иленә сәйәхәтебеҙҙе беҙ Нәфисә апа менән башланыҡ. Ул ваҡытта беҙгә бөтә нәмә беренсе ине: беренсе уҡытыусы, беренсе ҡыңғырау, беренсе хәрефтәр, беренсе бишлеләр...
Нәфисә Мәҫәлим ҡыҙы тәүге мәртәбә ҡулыма ручка тоттороп, яҙырға өйрәткән кеше, беренсе мәртәбә ҡәләм тоттороп, һүрәт төшөрөргә өйрәткән кеше, йырларға, бейергә өйрәткән кеше. Беҙ беренсе класҡа уҡырға килгәндә һигеҙ бала: өс ҡыҙ, биш малай инек. Уҡыу кластары етмәгәнгәлер, күрәһең, беҙҙең класс китапхана эсендә урынлашҡайны, шулай итеп, беҙ дүрт йыл буйы китаптар уратыуында белем алдыҡ. Уҡыуҙың төп нигеҙҙәре беренсе-дүртенсе кластарҙа һалына тиҙәр. Башланғыс кластарҙа уҡытҡан Нәфисә Мәҫәлим ҡыҙы беҙгә бик төплө белем биргән, сөнки мин артабан Мәсәғүт лицейында уҡыным һәм уны тик дүрт һәм биш билдәләренә генә тамамланым.
Уның беҙҙе әрләгәнен хәтерләмәйем. Күңелебеҙгә ниндәй юл тапҡандыр, беҙҙең менән тыныс ҡына мөғәмәлә итә ине. Ул беҙҙе уҡырға-яҙырға ғына өйрәтеп ҡалманы, ололарҙы хөрмәтләргә, кеселәрҙе яҡларға, бөтә кешеләр менән һаулыҡ һорашып йөрөргә, ярҙамсыл, изгелекле булырға, ниндәй осраҡта ла кеше булып ҡалырға өндәне. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт, тәүге уҡытыусыбыҙ!
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: «Кем дә кем үҙенең уҡытыусыларын ихтирам итә, шул мине лә ихтирам иткән кеүек булыр, кем дә кем уҡытыусыларына насар мөнәсәбәт күрһәтә, ул миңә ҡарата ла насар мөнәсәбәттә булған кеүек булыр».
Иҫке Хәлил ауылында изге йома көнөндә Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә үткәрелгән был әһәмиәтле сара, ысын мәғәнәһендә, оло хуплауға лайыҡ. Ойоштороу комитеты ағзалары Гөлнур Мөхәмәтйәнова (идея авторы), Сәлимә Зарипова, Раушания Ямалова, Әлфирә Зарипова, Флүрә Заһитова, Юлиә Мөхәмәтйәнова, Мәрфуға Шутоваларҙың берҙәм эшенең һөҙөмтәһе ул.
Иҫке Хәлил мәктәбенең уҡытыусылар һәм уҡыусылар коллективы, Дыуан районы мәҙәниәт йортоноң «Әйлеләр» фольклор коллективы (етәксеһе Ринат Бишев), Иҫке Хәлил һәм Яңы Хәлил ауылы үҙэшмәкәрҙәре сығышы ла кисәгә йәм өҫтәне.
Был ихлас осрашыу беҙҙе, төрлө тарафтарҙан йыйылған, күптән күрешмәгән төрлө йәштәге уҡыусыларҙы, бер аҙға ғына булһа ла балалыҡҡа, мәктәп йылдарына алып ҡайтты.
«Бөтәгеҙгә лә, барығыҙға ла шул тиклем ҙур рәхмәт! Был тиклем ҙур ҡыуанысты, был тиклем ҙур бәхетте күҙ алдына ла килтергән юҡ ине. Шул тиклем ихтирам күрһәттегеҙ бөгөн. Йыраҡ ерҙәрҙе яҡын итеп, йыйылышып килгәнһегеҙ. Барығыҙ ҙа иҫән-һау булығыҙ, донъялар имен-аман, тыныс булһын! Мине шулай ҡыуандырғанығыҙ өсөн Аллаһу Тәғәлә Үҙе һеҙҙе ҙурлаһын!» – тип изге теләктәрен юлланы Нәфисә Мәҫәлим ҡыҙы Мөхәмәҙиева.
Уҡытыусыбыҙҙың беҙгә яратып баҡҡан күҙҙәрен, бәхет нурҙары менән балҡыған йөҙөн күреү, иң мөһиме, уға ихлас йөрәгебеҙҙән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткереү – барыбыҙға ла ҡанат өҫтәне.
Тыуған ауылымдан шул тиклем матур тәьҫораттар менән ҡайтырға сыҡтым. Ҡар ятыуға ҡарамаҫтан, зәңгәр күктә йәйғор киҫәге нурлана. Гүйә тәбиғәт тә бөгөнгө күркәм сараға ҡыуана. Күңелгә әйтеп бөткөһөҙ рәхәт!
Тәүге уҡытыусыбыҙҙың беҙҙе ғүмер буйы оҙата барған фатихаһын һынландырҙы микән әллә ошо йәйғор?!