Һәләттең балаға күктән төшөрөлгәненә етди, тамсы шикһеҙ инанам, ләкин уны күңел күҙе менән күрә белергә лә кәрәк бит. Тәбиғәт биргәнде йәһәт эләктереп алыу, илең, телең, халҡың файҙаһына һалыу; уҡыусың, малайлығына барып, бик ылыҡмаһа ла, уйыңдан баш тартмау, башта етәкләп тигәндәй, аҙаҡ, аҡылың етеп, яйына ҡуйыу, әммә дәртләндерә, илһамландыра тороу ҙа һәр кем йөкмәр йөк түгел.
Ир балаға ҡаты ҡуллылыҡ та таман. «Университетҡа, филфакка, уҡырға барасаҡһың!» – тип әмер ҡылғаны шуның бер сағылышы ла ине. Ғорурһың, баш бирмәүсәнлегең дә бар, ҡырыҫлығың да юҡ түгел, етмәһә, сайҡалыу мәлендәге үҫмерһең, әммә тап уның әйткәненә күңел ҡаршылыҡлы тырпайманы.
Үҙе ижади ағай беҙҙе лә бөтә яҡлап ижадилыҡҡа әйҙәне. Әйҙәп-өндәп кенә ҡалманы, юл күрһәтте, гел күҙәтте. Фотоға төшөрөү, мәҫәлән, бөгөн бик ябай күренеш, ә ул мәлдә, валлаһи, сәнғәт ине. Бының менән шөғөлләнеү теләге урта синыфтарҙа миндә түҙгеһеҙгә әйләнде һәм, үҙем эшләп алған аҡсаға әсәйемдән оло өҫтәмә менән, фотоаппаратлы, башҡа кәрәк-яраҡлы булдым. Таҫмаға кешеләрҙән дә бигерәк тәбиғәтте теркәгәнем ҡайһылайҙыр ағайға ла билдәле булған да, шундуҡ күтәрмәләп ебәрҙе. Ә өйөндә минең хыял – фотолабораторияһы бар булып сыҡты. Уҡытыусы йорто былай ҙа икенсе планетала урынлашҡан төҫлө, ә бында – тотош фото донъяһы! Фотомылтығына тиклем эленеп тора. Эленмәй ни – Бөрйәндең таң ҡалырлыҡ, аң алырлыҡ тәбиғәтен ана күпме төшөргән!
Ә китаптары һуң! Кәштәлә тышҡы һын өсөн генә тигеҙ итеп теҙелмәгәндәр: ҡайһылары ҡырын баҫҡан, бәғзеләре лыпын ятҡан. Үҙемдә лә бар ул китапхана, ләкин киңлек бында бөтөнләй икенсе. Тыйнаҡһыҙлыҡ тип ҡабул ителмәһә, руссаға ла әүәҫлегемде атап ҡуяйым. Ошо иғтибарға алынған да, тәржемәләр ҡуша башланы ағай. «Самый человечный человек» тигән тотош ҙур баҫма тылмасларға тәҡдим ҡылынды. Бөгөн ике телдә ижад итеүем арҡаһында Һүҙ Ғәле йәнәптәрен эстән дә күреүем, йөрәген тойоуым, һулышын һиҙеүем тураһында әйткәндә, уҡытыусыма, уның рухына рәхмәт белдерәм.
Рәссам да булды ағай. Быны раҫлауға һыҙыҡһыҙ-ниһеҙ, ап-аҡ ҡағыҙҙа тота килеп плакат шрифты менән нимәлер яҙып ҡуйыуын ғына атау ҙа етә. Кәкерсәк, тере, нурлы, моңло, көнсығыш стиленә тартым, әммә үҙенеке генә булған иҫ киткес күркәм, йәмле, йәнле хәрефтәр ине. Фломастер гүйә үҙе шыуа, оҫтаның ҡулы, йығылмаһын өсөн, тотоп ҡына тора. Һүҙгә тәрән ихтирамы ошонда ла сағылғандыр. Мине лә өйрәтте быға, шулайтыбыраҡ әле булһа ла яҙып ебәрә алам. Студент йылдарында үҙемдең дә, һабаҡташтарҙың да курс эштәре тышын әҙ тултырманым. Уныҡы ише үк камиллыҡҡа өлгәшелмәне, кәрәкмәй ҙә ине, өйрәнеү ҡабатлауҙы аңлатмай. Шулай ҙа һүҙҙе тере йән
күреүем, оҙон дәүер радиола эшләгәнем, баҫма матбуғатта ла ҡатнашҡаным, әҙәбиәт менән шөғөлләнгәнем арҡаһында уның һаман йәнләнә барғанын тойоуым уны башта ағай, аҙаҡ үҙем әлегеләй һынландырғандан да түгелме икән?
Тәбиғәттә үткәргән дәрестәре айырыуса күңелдә, оноторлоҡ түгелдәр. Йылыла ғына түгел, көҙ ҙә, ҡыш та, яҙ ҙа. Бер йәйҙә ижади балалар менән үҙебеҙҙең ауылдан Шүлгән мәмерйәһенәсә ағып төшөү ойошторҙо. Тиҫтерҙәштәрем әле булһа шундағы фотоһүрәттәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Ағай үҙенең бынамын тигән «ФЭД» фотоаппаратына төшөргән. Һоҡланғыс ижади кадрҙар. Ҡаралы-аҡлы булыуҙары кисерештәрҙе, күренештәрҙе бөгөнгө төҫлө технологияларҙан яҡшыраҡ бирә. Сөнки ниндәйҙер программа сиктәренә индерелмәй, ҡулайлаштырылмай, универсалләштерелмәй. Ағайҙың бая әйтелгән тәбиғәттәге һүрәттәренә лә ҡарап туйғыһыҙ ине: ҡуйы урман, ап-аҡ ҡар, ҡояш һөңгөләре... Үҫмер максималлегемә барып, үҙем фотоларҙы төрлөсә эшкәртеп маташа инем: химик иҙелмәгә төрлө төҫтәр өҫтәп ебәрәм, быяла киҫәген гуашь менән ҡараға буяйым да, өҫтөнән энә менән нимәлер яҙып ҡуям – позитивта аҡ сыға. Бөгөнгөсә комментарий инде, аңлатма. Ә тәбиғилеккә етмәй икән.
Иҙел буйлап Шүлгәнгә баяғы сәйәхәтте әйтәм – быға шәхси ҡыйыулыҡ, хатта ҡаһарманлыҡ та кәрәк бит. Бер кем ҡушмаған, уҡыу программаһында теркәлмәгән. Әлеге һымаҡ ҡырҡ урындан рөхсәт алынмаған, сығылған да кителгән. Хәүефһеҙ катамарандарҙа түгел, тәгәрмәсле трактор, ҙурыраҡ автомобиль камераларынан яһалған ябай һалдарҙа. Палаткалар ҙа һатылған мәл булһа бер хәл.
Берҙән, тәбиғәтте күреү, һоҡланыу, тойғоларҙы ҡағыҙға төшөрөү, образлылыҡҡа, метафораларға ынтылыу, бәләкәй генә булһа ла фәлсәфәүи һығымта яһау был. Икенсенән, ул ваҡытта ишетеп кенә белгән атаҡлы мәмерйәгә барыу, анауы хәтлем тәрән тарихҡа ҡағылыу, йәнтөйәгеңдең уйлаһаң уй етмәҫлек, бар донъяла беренсе ер икәненә шаһитлығың. Шаһитлыҡ, уны ҡайһы берәүҙәр күңел асып ҡына ҡайтыу тип ҡараһа ла, донъяны аңлау, тарих дәреслегендә яҙылмағанды төшөнөүҙе бирә. Балаларҙы туплау ҙа. Шәхесте социализациялау, ти бит ғалимдар, шуның үрҙән әмерләнмәгән, әммә аҡыл ҡушҡаны сағылышы. Ижадилыҡҡа сәйерһенеп ҡарауҙың да булғанын, хатта бөгөн дә барлығын да йәшермәйек, ә ижадсыларҙың оҙон һал булып Иҙелгә төшөп киткәне бының бәҫен яман юғарылатып ебәргәндер. Юғиһә ҡырҙан килгән туристарҙы сәләмләп ҡалыу, ҡармаҡ һорап алыу ғына була торғайны.
Ул фотоһүрәттәрҙә үҙем юҡмын. Күңелем менән араларындамын, ә күҙем менән юҡ. Бара алманым мин унда. Рәсми телдә әйткәндә, көнкүреш мәшәҡәттәре арҡаһында тороп ҡалдым. Юйылмаҫ үкенестәремдең береһе ошо.
Уның ҡарауы, Иҫке Собханғол мәктәбенә ижади командировкаға эләктем. Ағай быны тап шулай атаны, ҙурланы. Барыр көндө күпме ашҡынып көткәнемде белһәгеҙ ҙә, бер төн ҡалғас, йоҡоһоҙ борғоланып сыҡҡанымды күрһәгеҙ. Шулай итмәй ни, тәүгә күп кеше, сит кеше алдында һүҙ тоторға. Район үҙәге минең өсөн ят ер түгел, ләкин бында бит – тотош мәктәптә, нәҡ үҙеңдең ижади емештәрең менән сығыш яһарға. Кеше алдында нисек булырға – был да мөһим. Ниндәй генә бөйөк әҫәр яҙма, ә шуны еткерә алмаһаң, бәҫе кәмей, быға бөгөн дә инана-инана йөрөйөм.
Колхоздың өр-яңы КАвЗ автобусына тейәлеп, юлға сығып киттек. Борсолоуҙарым кәрәкмәгән, осрашыу бик йылы үтте. Дуҫлашып, класс менән класс хаттар алышып торҙоҡ.
Район үҙәгендә данлыҡлы сувенир цехы эшләй торғайны, унда юнылған һындарҙы – айыу, тейен, төлкөләрҙе, ҙур ҡолаҡлы өкөләрҙе боронғолоҡ үгәйһетелмәгән өйҙәрҙә әле лә күреп ҡыуанып китәм. Ижадилыҡ сағылышы булғанға һөйөнәм. Райондың иң уңышлы предприятиеларының береһе ине. Ҡайҙандыр сит илдән килгән матур, әммә ят нәмә түгел ине һындар. Айыуыбыҙ ҙа йыртҡыс түгел, ҡуяныбыҙ ҙа ҡаһарман, бөркөтөбөҙ ҙә яғымлы. Шул цехта өс ҡырлы оҙон ағас ручкалар ҙа эшләнә ине. Тап беҙгә, ҡәләмлеләргә, шәп бүләк булды. Оҙаҡ ҡулландым, эсен алмаштырып яҙҙым да яҙҙым. Әлеге лә баяғы күсенеп йөрөүҙәр уны ла юғалттырҙы. Донъя малы йәнле түгелмен, шулай ҙа ижадҡа ҡағылышлылары ифрат ҡәҙерле.
Төнгө урманды күрһәтәм, тип саңғыға баҫтырып алып сығып китте бер ҡышта беҙҙе уҡытыусыбыҙ. Шуны нисек батырлыҡ тимәҫһең дә, ижадҡа мөкиббәнлек тимәҫһең. Буйға ипле, ҡаҡса ғына ағайҙың болан тиреле табанлы һунарсы саңғыһында елдереп тауға менгәне әле булһа күҙ алдында. Әпәүләмәне беҙҙе, дәртләндерҙе генә. Ҡатынҡы булмышлы ине, ҡулды ирҙәрсә тиң күреп ҡыпһыуырҙай ҡыҫҡанында быуындар шытырлағаны әле лә ҡолаҡта.
Бер нисә йыл элек, ҡышҡы каникулда, күңел шул яҡҡа тартты ла, саңғы эләктереп, юл да тоттом. Бер нәмә үҙгәрмәгән. Ана, теге ҡаясыҡ. Боролошҡа һыймай шуға шарт барып төкөнөм, саңғының һынған осо көрткә инеп юғалды. Ҡар ҙа ҡалын шул, ташы күренмәй ине. Нишләргә? Тора һалып, артабан эйергә. Әҙәм көлкөһөнә ҡалмаҫҡа. Уң аяҡты саҡ ҡына күтәрәм дә шыуам. Шулай ҡыш бөткәнсе йөрөнөм, ҡалай киҫәге менән дә, фанера менән дә ялғарға маташыу файҙа бирмәне. Һул аяҡта ғына тигәндәй шыуыу хатта үҙенә күрә бер егетлеккә әйләнде. Теүәл саңғылыны ҡыуып уҙып та китһәң инде, бөтөнләй ыласынһың. Шәп ваҡиға булып һаҡланған был күңелдә.
Физик эште лә үр ҡуйҙы ағай. Бер мәл Иҙел ашаһындағы сабынлығына бесән күбәләргә алып барғаны ла үҙ мәнфәғәтенән бигерәк минең таһыллы үҫеүемде теләгәндән булғанына ышанам. Уҡытыусы һынлы уҡытыусың менән көн буйы туғайҙа йөрөсө әле. Эш араһындағы ихлас, ирҙәрсә, тиң әңгәмә, тарих һөйләүҙәр, тәрбиәүи хикмәттәр, кәңәштәр. Утын ярырға алып ҡайтҡанында ла эш тип күрмәнек беҙ быны, байрам тип ҡабул иттек. Биргән аҡсаһын да ояла-ояла, уҡытыусы әйткәнен үтәп өйрәнгәнгә генә ала инек. Урамда теләһә нисек йөрөүҙән ҡурсалауы ла булғандыр.
Өҫтә яҙғанымса:
– Филфакка бараһың, – тине
ағай, өлкән кластарға етә барғанымда. – Университетҡа. – Бының мотлаҡлығын, хатта мәжбүрилегендер әле, дәлилләп, сәсен киң маңлайынан кинәт өҫкә һелтәне.
Уҡытыусым үҙе уҡыған урын, быны белә инем. Төркөмөнән күптәр Өфөлә ҡалып, билдәле кешеләр булып киткән, ә ағайыбыҙ, Бөрйәненә ҡайтып, бөтә йөрәген балаларға биргән. Нисәмә мәктәптә ижади лабораториялар булдырҙы, сәнғәт мәктәбе ойошторҙо. Үҙе тип йәшәмәне, беҙ тип алды һәр тынын.
Бараһың, тигән тәҡдимдән дә бигерәк, ҡәтғи фарманына нимә тип яуаплағанмындыр, әммә йүнәлеш бирелде. Ижадилыҡты йәнә бер күтәреү булды. Район гәзитенә, республика баҫмаларына яҙышыуым уғата көсәйеп китте. Гонорарҙар фотоаппаратура, химикаттар алыуға әҙ булһа ла ярҙам да.
«Таң» гәзите мөхәррире, яңы ғына ВЛКСМ-дың Бөрйән район комитеты беренсе секретарлығынан киткән Юлай ағай Манапов, мәктәптә булып, Марат ағай менән һөйләшеп, мине редакцияға ҡоҙаланы. Ләкин ижадилыҡты ҡырын яҡ, төп эштән тыш башҡарылыр шөғөл, тип ҡараумы мине башта колхозда эшләтте.
Аҙаҡ класташтарым менән Белореттағы автомәктәпкә барырға булып кителде. Ноябрь аҙағында хәрби комиссариаттың үҙендә үк уҙғарылған комиссияны үттем. Һауһың, тинеләр. Былай булғас, шофер булына, әрмегә бараһы кешегә һәйбәт һөнәр. Тыныс тормошта ла кәрәкле – колхозыбыҙ үҫешенә ярҙамым булыр. Юғиһә яҙыу-һыҙыуҙан фәтүә әҙ. Шулай уйлағанмын инде. Донъяны матдилыҡтан бигерәк рухилыҡ тотҡанын аҙаҡ ҡына аңлармын, быны бөгөн дә әләм итеп күтәрәм. Эйе, матдилыҡ нигеҙе рухилыҡ ул. Маҡсат был, дәрт был, нур был.
Комиссия үткәс, иң аҙаҡтан хәрби комиссар бүлмәһенә инергә, рөхсәт алырға. Ә ул яңғыҙы түгел икән. Юлай Хәләф улы менән.
– Һаумыһығыҙ!
– Һаубыҙ әле!
Эштең нимәгә барғанын аңғарҙым, быны военком ҡаты раҫлап та ҡуйҙы:
– Автошколаға бармайһың, мы тебя направляем, вон, в редакцию. – Мөхәррир яғына ымланы.
– Эйе, шулай дөрөҫ булыр. – Йылмайып баш ҡаҡты оҙон буйлы күркәм ағай. – Комсомол путевкаһы менән.
Шоферлыҡҡа самалағанды ҡайҙан ишеткән дә, көнө-сәғәтен белеп, ҡайһы арала килә һалған.
Шулайтып алып ҡалдылар. Марат ағай филфак тип бойороҡ биргән ише, был да, бер яҡтан, кешенең шәхси тормошона ҡыҫылыу һымаҡ, бөгөнгө күҙлектән хатта уның иркен сикләү, әммә быға үпкәләү булманы ла, юҡ та. Юҡ, сөнки, беренсенән, заманы шулай ине (административ-команда ысулы тип яманланылар аҙаҡ), икенсенән, кешенең үҙенә, йәмғиәткә файҙа яғынан ҡайһы саҡ ҡатылыҡ күрһәтеү ҙә бик таман. Шунан бирле, шөкөр, хәбәриәттәмен, яҙыусылыҡтамын.
Комсомол юлламаһы һаҡланмаған үҙемдә. Сөнки ҡулға ала алманым.
– Инеп сыҡ бер, – тип күрешкәндә лә күпме әйттеләр, шылтыратып та саҡырҙылар. Райком эргәлә генә, ваҡытым һис булмаһа, законлы төш мәлендә булһа ла ала алам дабаһа, юҡ инде. Яңыраҡ бер замандашым шундай юллама менән хәрби хеҙмәткә элиталы ғәскәргә ебәрелгәнен һөйләне лә, тағы иҫкә төштө был. Уның ҡарауы, элиталы эшкә йүнәлттеләр. Ике йылға ғына түгел, ғүмерлеккә. Һәр хәлдә әлегә.
– Ни дня без строчки! – тип әрмегә оҙатты Юлай ағай, мин ул ваҡытта уҡыу түгел, күрмәгән дә китап атамаһына ымлап. Фатихаһын тоттом, хәрби округ гәзитенә мәҡәләләр яҙа торғайным. Руссаны нығытыуға ла арыу булды.
Хеҙмәттән ҡайтҡас та – хәрби комиссариатҡа, әлбиттә. Военкомды осратманым, рәхмәт әйтермен, тигәйнем. Унан тура редакцияға. Марат ағай фарманлаған Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына – башҡорт-рус бүлегенә барғансы шунда хәбәрсе булдым.
– Урыныңды таптың! – тип яурындан һөйҙө Марат ағай бер осрашҡанда. Был ваҡытта радиола байтаҡ эшләгәйнем инде. Шул иҫәптән ошо ла түгелме ысын уҡытыусы булыулыҡ! Мең дә беренсегә, бәлки, ҡабатлайымдыр – уҡыусың сығып китте лә һинән бурыс төштө түгел, артабан хәстәрлә, ҡыҙыҡһын, ярҙам ит.
Ир иңенә яуаплылыҡ алырға тейешлекте лә һеңдерҙе беҙгә Марат ағайыбыҙ. Китапты элек күп уҡыныҡ, мәктәп китапханаһы ла ҡалманы, клубтыҡы ла, кешенеке лә. Уларҙан тыш, үҙебеҙҙең хазинабыҙ бар. Класс китапханаһы ул. Ҡайҙалыр был булдымы икән, бармы икән, беҙҙеке бар ине. Ағай мәктәптән ҡайтыша белмәне, дөрөҫөн әйткәндә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын беҙҙе ҡушып та, яңғыҙы ла бынамын тигән итеп эшләп ҡуйҙы. Уҡытыусы өҫтәле башҡа бүлмәләрҙәгенән сағыштырғыһыҙ ҙур. Сөнки эсе тулы китап. Асырға уңайлы булһын өсөн бейектәрәк урынлаштырылған. Фанера ишектәр уңға-һулға шылдырыла. Йоҙағы ла бар. Ул мотлаҡ, юғиһә китаптар бөтәһе лә тиерлек автографлы. Ҙур-ҙур яҙыусылар ҡултамға ҡуйған, үҙ аҡсаһына алған китаптарҙы класс етәксебеҙ мәктәпкә килтергән.
Ағай мине китапханасы итеп тәғәйенләне. Тулы иҫәп алып барырға тейешмен – уҡылһын китаптар, өндәйем дә. Әммә юғалмаһын. Артыҡ булып та киттеме икән – класташтарымдан йөкмәткеһен һорап ҡуйғаным да иҫтә.
Китап тигәндән, уҡыусыларының бәләкәй генә ижад емештәренән бер заман альманах төҙөгәнен дә хәбәр итәйем. Ҡиммәтлелер, моғайын, үҙ аҡсаһына алғандыр, әлбиттә. Альбомға, ысын йыйынтыҡтағы ише, авторҙарҙың фотоһүрәттәре, улар тураһында белешмә һәм шиғырҙар, ҡыҫҡа хикәйәләр, этюдтар урынлаштырылғайны. Биҙәү – үҙенән, үрҙә яратып һүрәтләнгән йәнле хәрефтәр, башҡа иллюстрациялар менән.
Район гәзите редакцияһы менән килешеп, мәктәптәге әҙәби түңәрәк ағзаларына тотош эске бит бирелә барғаны ла үҙе бер ваҡиға, этәргес, илһам дөрләүе ине.
Шуларҙы уйлайым да бөгөн, ошоларһыҙ тыныс ҡына йәшәһә, яҙған китаптары ла күберәк, башҡаһы ла ишлерәк булыр ине бит, тим. Үҙе уҡытҡан башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ғына түгел, хайран күп бүтән өлкәләрҙә лә белгес булды, энтузиаст булды, үткер фекерле булды, юл ярҙы, һәр береһенән диссертациялар яҙа, академик кимәленә етә ала ине. Ләкин, берҙән, тимәк, шулай яҙылған яҙмышы, икенсенән, беҙ, уҡыусылары, яҙабыҙ, уның өсөн дә ижад ҡылабыҙ, уҡытыусы тигәндә өлгө тип иң тәүҙә уны ҡуябыҙ.
Яҙып та, һөйләп тә бөтмәҫлек Марат Ғизитдин улының һоҡланғыс шәхесе тураһында. Бер мине генә лә мөғжизәле ижад юлына әйҙүкләгәне ни тора – бала ғына булһа ла, кеше һынлы кеше яҙмышы өсөн яуаплылыҡ алсы әле. Ә күпме башҡа уҡыусыларын хәстәрләне! «Беҙ – Марат ағайҙың балалары» тибеҙ күмәкләп һәм ошондай ысын, йөрәктән килгән ихтирамды башҡа педагогтарға ла теләйбеҙ.