Мөслим Әбсәләмов 1932 йылда Башҡортостандың Хәйбулла районы Юлдыбай ауылында (хәҙер ул ауыл Йылайыр районына инә) тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Орск дәүләт ҡала уҡытыусылар институтының физика-математика бүлегенә уҡырға инә һәм алты йыл тыуған ауылында балаларҙы теүәл фәндәрҙән уҡыта. Башҡорт дәүләт университетында филология факультеты асылғанын ишетеп, Өфөгә юллана, рус, башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетында уҡый. Башҡорт әҙәбиәтендә аҙашы Мөслим Марат исемле шағир булыуын да университетта ишетә. «…Байтаҡ булған икән беҙ белмәгән яҙыусыларыбыҙ (Афзал Таһиров, Дауыт Юлтый, Булат Ишемғол, Төхфәт Йәнәби, Имай Насыри, Ғөбәй Дәүләтшин һ.б.), ә беҙ «Нигеҙ» тигән романды ҡулыбыҙға алғас: «Башҡорт әҙәбиәтендә лә эпик әҫәр тыуҙы!» – тип ҡыуанып йөрөгәйнек», – тип хәтерләйәсәк ул [1; 6].
Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Мөслим Бәхтиәр улы 1992 йылға тиклем Юлдыбай урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп, 45 йыллыҡ педагогик стаж менән хаҡлы ялға сыға. Был дәүер эсендә ул районда һәм республикала алдынғы уҡытыусы булып таныла. Әҙәби әҫәрҙең тәрбиә биреүҙәге ҡеүәтле көсөнә ышанып, бала күңелендәге иң саф хистәрҙе һәм тойғоларҙы уятырға, яҡшылыҡ-яманлыҡ, изгелек-яуызлыҡ кеүек сифаттарҙы айырырға, белемдең ҡеүәтен күрә белергә, хеҙмәт яратырға өйрәтә. Уның тынғыһыҙ педагогик эшмәкәрлеген коллегалары ла, уҡыусылары ла оло ихтирам менән телгә ала. Сөнки ул бер яҡтан ата-бабаларыбыҙҙың быуындан быуынға күсә килгән алтын аҡылына, киң тормош тәжрибәһенә таянһа, икенсе яҡтан – А.С.Макаренко, В.Н.Сухомлинский, К.Д.Ушинский кеүек бөйөк педагогтарҙың традицияларын дауам итә. Ихласлығы, ябайлығы, үҙ фәнен тәрән белеүе менән иһә уҡыусыларының күңелендә бөйөк мөғәллим булып һынланды.
Мөслим Бәхтиәр улының һәр дәресе тәрән йөкмәткеле, фәнни нигеҙле була торғайны. Йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән район олимпиадаларында юлдыбайҙарҙың призлы урындар яулауы, бик күп шәкерттәренең яратҡан остазының юлын һайлауы – быға асыҡ дәлил. Көн дә ентекле әҙерләнгән дәрестәрҙән тыш уҡыусылар менән берлектә башҡорт халыҡ ижады ынйыларын йыйыу, райондың топонимик атамаларын өйрәнеү, республиканың күренекле төбәктәренә төрлө маҡсат менән экскурсияларға сығыу, йәш ижадсылар түңәрәге менән етәкселек итеү, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын әленән-әле яңы стендтар менән байытып тороу – былар барыһы ла уҡытыусынан ваҡыт һәм көс талап иткән ижад емеше, шәхес тәрбиәләүҙәге фиҙаҡәр хеҙмәте.
Остазыбыҙҙың үҙе күргән-белгәненән сығып Шәйехзада Бабичтың аяныслы яҙмышы, Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош юлы һәм ижады, «Ырғыҙ» романының прототиптары, Рәшит Ниғмәтиҙең һуңғы көндәре, Рәми Ғариповтың тормоштағы ҡыйыу аҙымдары, Мостай Кәримдең шәхси булмышы, Зарема Әхмәтйәнованың үҙенсәлекле шиғриәте тураһында һөйләгәндәрен бөгөн дә уҡыусылары яҡшы хәтерләй.
Әҙәбиәт дәрестәрендә яҙыусының ижадын, программала бирелгән әҫәрҙәрен үҙләштергәндән һуң мотлаҡ зачет һорауҙары бирелер ине. 15–20 һорауға яуап яҙыу артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмай кеүек. Шулай ҙа араһында «йәшеренгән серле»һе килеп сыға. Ҡыҙыҡһыныу менән яуап эҙләү башлана, күп осраҡта тотош әҫәрҙе, яҙыусының ижадын ҡабаттан уҡып сығырға тура килә. Хәтеремдә, 9-сы класта С.Мифтаховтың ижадын өйрәнгәндән һуң бирелгән һорауҙар араһында «Орҡоя образы С.Мифтаховтың ҡайһы драмаһында сағыла?» тигәне лә бар ине. Барлыҡ пьесаларын яңынан битләп сығыуға ҡарамаҫтан, Орҡоя исеме күҙгә салынманы. Был һорауға яуапты студент саҡта ла эҙләп ҡараным – таба алманым. Инеш дәрестә уҡытыусыбыҙ һөйләгәнде иғтибарһыҙ тыңлағандан булдымы, әллә беҙҙҙән шулай барлыҡ әҫәрҙәрҙе ҡабаттан уҡытыу өсөн берәй «хәйлә» алымы булдымы – сер булып ҡалды. Үҙебеҙ ҙә һорамағанбыҙ...
Тел дәрестәре лә үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы үтә торғайны. Төрлө характерҙағы диктанттар яҙыу, лингвистик анализдар эшләү, тырыша-тырыша схема буйынса һөйләмдәр төҙөү аша тел грамматикаһына көндән-көн нығыраҡ төшөндөк. Шулар араһында ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ бер дәрес булды. 9-сы класта булһа кәрәк, «Тура телмәр һәм уларҙа тыныш билдәләренең ҡуйылышы» тигән теманы өйрәнәбеҙ. Тура телмәрҙе автор һүҙҙәренән айыра беләбеҙ, уны ситләтелгән телмәргә лә әйләндерә алабыҙ, мөмкин булған тыныш билдәләренең ҡуйылышын да өйрәнеп бөттөк, буғай. Был дәрестә лә ошо теманы дауам итәсәгебеҙ билдәле. Улай ғына түгел, тура телмәрле тексты дәфтәрҙәребеҙгә күсереп яҙасаҡбыҙ икән. Беҙ, ундай эш төрөн башланғыс кластарҙа ғына башҡарғандар, аптырашып, бер-беребеҙгә ҡарашабыҙ, ҡәнәғәтһеҙлек белдерәбеҙ. Уҡытыусыбыҙ иһә мут ҡына йылмайып: «Матур яҙырға ла онотмағыҙ, бер генә хата өсөн билдәгеҙ кәмейәсәк», – тине.
Беҙ, иғтибарыбыҙҙы мөмкин тиклем матур яҙыуға йүнәлтеп, эшкә тотондоҡ, сөнки күптәребеҙгә дөрөҫ яҙылыш менән пунктограммаларҙың ҡуйылышы проблема түгел, бигерәк тә күсереп яҙғанда. Грамматика менән бик үк татыу булмағандар ҙа талапсан уҡытыусынан уйламағанда «бишле», йә булмаһа «дүртле» алыу мөмкинлегенә ҡыуанды. Яйлап эштәр тамамлана. Яҙғандарыбыҙҙы ҡабат-ҡабат тикшерәбеҙ. Хатабыҙҙың юҡлығына йөҙ процент ышанып, ҡулдарыбыҙҙы күтәрәбеҙ. Уҡытыусыбыҙ, яҙғандарыбыҙға күҙ йөрөтөп сыҡҡандан һуң, үҙ билдәһен әйтә бара. Беҙ өмөт иткән билдәләр түгел ине улар. Ҡабат дәфтәрҙәребеҙгә йомолабыҙ. Хәҙер инде ипләп кенә эштәрҙе сағыштырыу башланды... Юҡ, хата табылмай... Баҡһаң, тура телмәр ҡыҙыл юлдан башлана икән. Күптәребеҙ телдең был нескәлегенә иғтибар итмәгән. Бына шунан һуң тура телмәрҙе ҡыҙыл юлһыҙ яҙырға нисек ҡулыбыҙ барыр?!
Мәктәпте тамамлағас, инде хаҡлы ялдағы уҡытыусымдың сығарылыш кисәһендә әйткән тәҡдиме менән документтарымды БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына тапшырҙым. Шул мәлдә тәү тапҡыр үҙемдең күренекле мөғәллим уҡыусыһы булыуымды аңланым да инде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса һынау тотҡанда Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмов менән Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов (хәҙер икеһе лә баҡый донъяға күскән бөйөк ғалимдарыбыҙҙы йыш ҡына һағынып иҫкә алабыҙ) телдән һөйләгән яуаптарымды тыңлап бөткәс: «Өс һорауға ла тулы ғына һөйләне шикелле, ниндәй билдә ҡуябыҙ», – тип бер-береһенә ҡарашҡандан һуң минең ҡайҙан булыуым тураһында ҡыҙыҡһындылар. Шул ваҡыт Роберт Нурмөхәмәтович: «Юлдыбайҙан булғас белә инде, ҡуябыҙ «бишле»не», – тине. Ошо бер генә һөйләмдә профессорҙың уҡытыусыбыҙға ҡарата оло ихтирамы сағыла ине. Ә деканатта үткән хәл иткес әңгәмәлә имтихан һөҙөмтәләрем менән танышҡас, Марат Вәли улы Зәйнуллин: «Ҡайҙанһың?» – тип һораны. Минең яуаптан һуң: «М.Әбсәләмовтың уҡыусыһы уҡырға тейеш, алабыҙ. Юлдыбайҙар һынатҡаны юҡ», – тип минең өсөн ҡыуаныслы хәбәрен һалды. Шулай итеп, остазымдың исеме менән юғары уҡыу йортона уҡырға инеүем ябай ғына хәл ителде. Ошо ваҡиғанан һуң, талапсан педагог Мөслим Бәхтиәр улы Әбсәләмов тураһында һүҙ сыҡҡанда, уның меңәрләгән уҡыусыларының береһе булыуыма ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Аҙаҡ, тормош ҡушыуы буйынса булһа кәрәк, Марат Вәли улы Зәйнуллин етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡларға насип булды. Ғилми эҙләнеү эшемде уҡытыусымдан фатиха алыуҙан башланым шикелле – бик үк фәнни булмаған тәүге мәҡәләмде «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында «М.Әбсәләмовтың «Хәлфә» романында «теләк» концепты» исеме аҫтында баҫтырҙым.
Мөслим Әбсәләмовтың тәүге уҡыусыһы, хәҙер инде хаҡлы ялдағы Әбделәхәт Бикбулатовтың бик күп һыуҙар аҡҡас яҙған «Уҡытыусыларыбыҙ – күңелдәребеҙ түрендә» мәҡәләһе лә М.Әбсәләмов рухына мәҙхиә булып яңғырай: «...Тағы ла: ҡайҙа ғына барһаҡ та Мөслим ағай фотоаппаратын ҡалдырманы. Һәр ошондай ваҡиғаларҙы фотоға төшөрөп барҙы. Бишенсе класты бөткәс, уҡытыусыбыҙ беҙҙе Һаҡмар йылғаһы буйлап район сигенә тиклем походҡа алып сыҡты, икенсе йылына данлыҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһенә юл тоттоҡ. Барғанда мәктәп машинаһы менән барҙыҡ, ә ҡайтҡанда – велосипедта. Юл ыңғай Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы Темәс ауылына ла һуғылдыҡ.
7-сене тамамлаған йылды класс етәксебеҙ беҙҙе Өфөгә алып китте. Автобус менән Күмертау ҡалаһына тиклем барҙыҡ, унан тәүге тапҡыр поезға ултырҙыҡ, таңға Өфөгә барып еттек. Баш ҡаланың барлыҡ тарихи-мәҙәни урындарында булырға тырыштыҡ. Циркта, парктарҙа, музейҙарҙа, театрҙа булыу бала саҡтың иң иҫтә ҡалған мәлдәре булғандыр. Ҡайтҡанда самолет менән Сибайға остоҡ – ул да беҙҙең өсөн онотолмаҫ бер ваҡиға булып хәтерҙә ҡалды.
Мәктәптә ҙур хеҙмәт тәрбиәһе лә алдыҡ. Көҙ бар класс
менән совхозға ярҙамға йөрөнөк – картуф ҡаҙыуға, сөгөлдөр таҙартыуға, башаҡ йыйыуға, ырҙын табағында иген таҙартыуға. Урман хужалығы биләмәһендә ағас ултыртыу кеүек эштән дә ситтә ҡалманыҡ. Ярыша-ярыша тимер-томор йыйып, мәктәп ихатаһына ултырта инек. Ауылдарға концерт менән йөрөргә лә ваҡыт таба торғайныҡ. Барлыҡ был эштәр башында тынғыһыҙ класс етәксебеҙ Мөслим Бәхтиәр улы торҙо» [2; 3].
Бәхет төшөнсәһен илендә, телендә, халҡында күргән яҙыусы педагогтың 1969 йылда 24 сығарылыш уҡыусыһы ҡул ҡуйып бүләк иткән китапта шундай юлдар бар: «…Ошо йылдар эсендә һине класс етәксеһе итеп кенә түгел, ә атайыбыҙ, әсәйебеҙ кеүек итеп күрҙек. Иғтибарлы иптәш тә, яҡын дуҫ та булдың һин беҙгә. Ул саҡта һәр бер нәмә беҙгә яңы ине, һәр нәмәгә иҫебеҙ китә ине. Шуға ла һин беҙҙе осорға өйрәттең. Хыялыбыҙға ҡанат ҡуйҙың, күңелебеҙгә сафлыҡ өҫтәнең. Тыуған илде, кешеләрҙе һөйөргә, тормошта юл табырға, атайҙар эшен дауам итергә, әсәйҙәр кеүек изге булырға, аҡты ҡаранан айырырға һәм ғәзиз Ватаныбыҙҙың тоғро улдары, ҡыҙҙары булып йәшәүҙе онотмаҫҡа өйрәттең.
Йылы хистәр менән оҙатып ҡалаһың һин беҙҙе. Һинең исем хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыр, онотолмаҫ. Һинең һын күңел күгебеҙҙә нурлы ҡояш кеүек мәңге балҡып торор, юл күрһәтер – тормоштоң һикәлтәле юлдарында аҙашмаҫ булырбыҙ. Тыуған еребеҙҙең, ғәзиз әсәйҙәребеҙҙең, һөйөклө мәктәбебеҙҙең, шулай уҡ һинең дә, ҡәҙерле уҡытыусыбыҙ, беҙгә булған бөйөк ышанысығыҙҙы аҡларбыҙ, һалдат булырбыҙ килер көрәштә. Тормошта беҙ гел яҡтыға, юғарыға табан үрләрбеҙ. Һинең изге теләктәрең, һис шикһеҙ, үтәлер тип ышандырабыҙ.
Рәхмәт тибеҙ тағы ла. Бөтәһе өсөн дә рәхмәт, Мөслим ағай!
Сәләм менән Юлдыбай урта мәктәбе ХIХ сығарылыш 10 «А» класы ҡыҙҙары һәм егеттәре».
Ихлас күңелдән әйтелгән ошо рәхмәт һүҙҙәре генә лә Мөслим Бәхтиәр улының көсө бушҡа сарыф ителмәгән, ғүмере бикәргә уҙмаған булыуын дәлилләй түгелме?! Ә фиҙакәр хеҙмәте хөкүмәт тарафынан РСФСР мәғариф отличнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, уҡытыусы-методист, «Хеҙмәт ветераны», «Ауылдың хөрмәтле гражданины» тигән юғары наградалар һәм байтаҡ Почет грамоталары менән баһаланған.
Алдынғы уҡытыусы йәмғиәт эшендә лә ҡайнай. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының мәктәп һәм район методик берекмә етәксеһе вазифаһын башҡара, совхоз политинформаторы һәм ауыл хәбәрсеһе йөгөн тарта, райондың «Белем», «Китап һөйөүселәр», «Тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау» ойошмалары һәм халыҡты эстетик тәрбиәләү йәмғиәте ағзаһы булып тора. Ошо һәм башҡа бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрҙән арынғанда филологтың күңеле китап уҡыуҙы көҫәй һәм шәхси китапханаһын туплай.
Күренекле ғалим, яҙыусы Ғайса Хөсәйенов экспедицияларҙа, командировкаларҙа йөрөгән саҡта ауыл интеллигенцияһы менән тығыҙ аралашҡан. Ижадташ, рухташ Әбсәләмовтарҙың өйөндә лә булырға тура килгән. Эш сәфәренең матур хәтирәһе булып һаҡланған был мәлдәр тураһында әҙәби тәнҡитсенең «Автобиографиям»да шундай һөйләмдәр теркәлгән: «Етмешенсе, һикһәненсе йылдарҙа археографик экспедиция йәки командировка осорҙарында Башҡортостандың өстән ике өлөшөн тотошлай күреп, дүрт йөҙҙән ашыу ауылда булып, һәр ауылда кәмендә биш-алты өйгә инеп, уҡытыусылар, агрономдар, инженерҙар көнкүреше менән дә күпмелер танышып, шундай һығымтаға килгәйнем элегерәк: ауылда бай шәхси китапханалы өйҙәрҙе күреүем бер ун бишләпкә лә тулмайҙыр. Элекке уҡымышлы ауыл ҡарттары китапты күберәк уҡыған, ҙурмы-бәләкәйме, шәхси китапханаһын һаҡлаған. Улар тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, элекке әҙәбиәтебеҙҙе лә яҡшы белер ине. Илеш районының Рысай ауылында шундай уҡымышлы ҡарттың бай китапханаһына тап булдым. Йәшерәктәрҙән Йылайыр районының Юлдыбай ауылында уҡытыусы Мөслим Әбсәләмовтың бер бүлмә стеналары иҙәндән түбәгә тиклем китаптар менән тулған стеллаждарын күреп хайран иттем». [3; 382–383].
Уҡытыусыбыҙ тураһында һүҙ барғанда уның тормош юлдашы, Юлдыбай урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәғзифә (Зифа) Әсрар ҡыҙы күҙ алдыбыҙға баҫа. Үҙ предметын яратҡан талапсан уҡытыусы булды ул. Һәр саҡ мөләйем йөҙлө, алсаҡ, зауыҡлы кейенеп йөрөгән ханымдың һөйләшеүе лә ауылдағыса түгел, үҙенсәлекле, беҙҙеңсә әйткәндә, «татарса» ине. Йылдар үткәс кенә, яҙмыш Бөрө ҡалаһына юлыҡтырғас, Зифа Әсрар ҡыҙының Асҡын районы Солтанбәк ауылынан булыуын белдем. Был юлы инде уның нисә йылдар буйына Һаҡмар һыуын һыулап та төньяҡ-көнбайыш башҡорттары теле үҙенсәлеген һаҡлап ҡала алыуына һоҡландым. Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысова ҡоҙаһы менән ҡоҙағыйының танышыу ваҡиғаһын «Башҡортостан»да сыҡҡан «Тыуған яғымда ғына ижад итә алам...» (2017 й., 14 март) исемле мәҡәләһендә ҡыҙыҡлы тасуир итә. Тормошоноң был мөһим ваҡиғаһын әҙип «Хәтер һандығымды аҡтарғанда...» ла телгә алған булыр. Ә яҙыусының «Һуңғы бейеклек» повесында һүрәтләнгән ваҡиғалар, Зөбәржәт менән Надирҙың саф мөхәббәте Зифа Әсрар ҡыҙының туғаны, Солтанбәк ауылында йәшәүсе уҡытыусы Венера Әғләмованың яҙмышына нигеҙләнеп яҙыла. Хикәйәнән повесҡа үҫтерелгән был әҫәре өсөн М.Әбсәләмов «Ағиҙел» журналының лауреаты була.
Китапҡа мөхәббәт, күп уҡыу М.Әбсәләмовты Шәйехзада Бабич исеменә юлыҡтыра, студент саҡта уҡ уның билдәһеҙ тормошо менән ҡыҙыҡһына башлай. «1958 йылда Шәйехзада Бабичтың «Һайланма әҫәрҙәр»ен дә ҡулға алдыҡ. Китаптың Ә.Харисов яҙған баш һүҙендәге бер йөмлә минең тыныслығымды юйҙы: «1919 йылдың 28 мартында, Темәстән Мораҡҡа (Ҡыҙыл Мәсеткә) Башревкомдың типографияһын күсереп алып килгән ваҡытта, бер нисә иптәше менән бергә революцияның яуыз енәйәтселәре ҡулынан фажиғәле рәүештә һәләк була». Был трагик хәлдең Йылайырҙа булыуы тураһында ярты-йорто ишетеп ҡалғаным булыр, һәм бына – ташҡа баҫылған рәсми дәлил. Улай булғас, ә нишләп Йылайырҙа уның ҡәбере юҡ…» [4; 337]. Бына ошондай уйҙар менән эшкә тотона һәр ваҡыт яңылыҡ эҙләүсе тиктормаҫ студент. Аҙаҡ, төрлө тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, уҡыусылары менән бергә эҙләнеү эштәрен дауам итә, «Бабич эҙҙәре буйлап» походтар ойоштора, һуңғы юлының карта-схемаһын төҙөй…
Бабич ижады, уның ҡыҫҡа сағыу яҙмышы М.Әбсәләмовтың һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә була. Уҡыусылары менән бөйөк шағир эҙҙәре буйлап үткәндә ул халыҡ хәтерендә һаҡланған барлыҡ иҫтәлектәрҙе айырым дәфтәргә яҙа бара, уларҙың иң мөһим һаналғандарын республика матбуғатында баҫтыра. Намыҫы ҡушҡан бурысты үтәү маҡсаты менән тупланған был материалдар аҙаҡ райондың «Ауыл уттары» гәзите редакцияһына тапшырыла. Баҫманың ул осорҙағы алыштырғыһыҙ мөхәррире Ильяс Таҡалов был ҡәҙерле зәңгәр папканың эстәлеге тураһында күләмле генә мәҡәлә баҫтыра: «...Папканың эсендә Шәйехзада Бабичтың тормошо, ижады тураһында төрлө республика баҫмаларында донъя күргән күләмле мәҡәләләр йыйынтығы тупланған. Мәҫәлән, ғалимдар Әхнәф Харисовтың, Ғайса Хөсәйеновтың «Ағиҙел» журналында баҫылған әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, халыҡ шағиры Сәйфи Ҡудаштың иҫтәлектәре, Бабичтың яҡындарының хәтирәләре төпләп тегелгән. Бында шулай уҡ Йыһат Солтановтың, Рауил Бикбаевтың, Ғәзим Шафиҡовтың, Ким Әхмәтйәновтың һәм башҡа тел, әҙәбиәт белгестәренең «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәрендә сыҡҡан мәҡәләләре тупланған. Әҙәби-тәнҡит мәҡәләләрҙән тыш, был баҫмаға шағирҙың ҡатмарлы яҙмышына, уның үлеменән һуң ҙур бәхәс тыуҙырған «Бабич проблемаһына» бәйле төрлө баҫмаларҙа донъя күргән ҡыҙыҡлы, фәһемле яҙмалар, гәзит-журналдарҙың айырым һандары һалынған. Бигерәк тә үткән быуаттың 90-сы йылдар башында Бабичтың ҡәбер урынын аныҡлау һәм уның һуңғы төйәге булған Йылайырҙа һәйкәл ҡуйыу кеүек бөтә йәмғиәтте борсоған сетерекле мәсьәләгә ҡағылышлы фекер-тәҡдимдәрҙе сағылдырған материалдар күп урын алған был папкала.
Был тупланмала Мөслим ағайҙың үҙе яҙған «Шәйехзада Бабичтың һуңғы көндәре», «Ҡәбер – Йылайырҙа», «Тағы ла башландымы әллә?», 1965 йылда матбуғатта «Ш.Бабич эҙҙәренән» исем аҫтында баҫылған мәҡәләләрен дә осратырға мөмкин. Папканың һуңғы битендә М.Б.Әбсәләмов үҙенең «Һин бөгөн дә тере» исемле шиғырын урынлаштырған...» [5; 5–6].
Ғөмүмән, уҡытыусы Мөслим Бәхтиәр улының Йылайырҙа шағир ҡәберен табыуҙа һәм мәңгеләштереүҙә роле ҙур була. Ә уның «Шәйехзада Бабичтың һуңғы көндәре» исемле мәҡәләһе иһә 1994 йылда уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев төҙөгән «Ш.Бабич хаҡында иҫтәлектәр» китабына индерелә.
Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн аяныслы яҙмышлы Ш.Бабичтың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеү дауам ителә. Азат тормош төҙөргә ынтылған көслө рухлы шәхесебеҙҙең һыны 2017 йылда «Бабич» документаль-нәфис фильмында (режиссеры: Булат Йосопов, сценарий авторҙары: Гөлсәсәк Саламатова һәм Таңсулпан Бабичева) һынландырылды.
М.Әбсәләмовтың ижади ҡумтаһын шиғырҙары, публицистик характерҙағы яҙмалары һәм күркәм әҫәрҙәре байыта. Әгәр шиғырҙарын ул район гәзитендә генә баҫтырһа, мәҡәләләре республика матбуғатында йыш күренә. Киләсәк быуын, халыҡ яҙмышы, тел, Тыуған ил мәсьәләләре борсой уны. Әйтергә кәрәк, педагог яҙыусының йөкмәткеле яҙмалары райондың Александр Фуранов исемендәге премияһы менән баһалана. Ә 2000 йыл «Ил, тел, халыҡ – өс таған» мәҡәләһе өсөн икенсегә «Ағиҙел» журналының лауреаты була. Бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған мәҡәләнең һәр һүҙендә, һәр һөйләмендә авторҙың ожмахтай Ватанын сикһеҙ һөйөүе, бар телдәрҙән дә яғымлы әсә телен ихтирам итеүе ярылып ята; башҡаларҙы ла тыуған төйәген етемһерәтмәҫкә, уны ҡурсырға һәм уға хеҙмәт итергә саҡыра. Унан байтаҡ фекерҙәрҙе цитата итеп күңел һандығына бикләп ҡуйырға булыр ине. Шуларҙың берәүһе: «…Бала тәрбиәләүҙә төп ролде ғаилә үҙе үтәүенә ҡалайтып ышанмаҫһың. Бөтә ғәйепте хөкүмәткә, заманға япһарыу бөтөнләй үк дөрөҫ түгел» [6; 170]. Был хаҡ һүҙҙәр – эш стажы ғына түгел, ә тормош тәжрибәһе туплаған аҡһаҡал һүҙҙәре!
М.Әбсәләмов әҙәбиәткә 1970 йылдарҙа килә. «Тәүге бүләк» – беренсе хикәйәләр йыйынтығы. 1976 йылда баҫылып сыҡҡан был бәләкәй йыйынтыҡтан һуң «Сонтор бала саҡ» повесы нәшер ителә. Артабан әҙәбиәт һөйөүселәргә ул «Берләм һуҡмаҡтар» (1989), «Бөтә кешеләр ҙә бер туған» (1993), «Үрҙәр» (1994), «Һай Ватаным, уай, Ватаным» (2002), «Хәлфә» (2008) китаптары аша яҡшы таныш. Бигерәк тә «Кулак килен» хикәйәһе, «Һуңғы бейеклек», «Мулла ҡыҙы», «Беҙ ҡабыҙған уттар» повестары, «Хәлфә» романы уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Шулай итеп, Мөслим Әбсәләмов «перспективаһыҙ» ауылда мәктәп уҡытыусыһы булып эшләүҙән тыш, хикәйәләр, повестар, хатта роман ижад итеүсе әҙип булып таныла.
Ауылда утын, бесән әҙерләп, аҙнаһына 36 сәғәт дәрес алып барған яҙыусы тарафынан төн йоҡоһо иҫәбенә ижад ителә улар.
Ғүмерен йәш быуын тәрбиләүгә бағышлаған яҙыусының әҫәрҙәре лә тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. «Бөтә кешеләр ҙә бер туған», «Тыуған илем, Ватаным» әкиәт китаптары балаларға тормош һабаҡтары бирә. Яҙыусы тылсымлы ваҡиғалар аша кескәйҙәрҙе ҡатмарлы төшөнсәләр менән таныштыра, Тыуған илдең бөйөклөгөн аңлата, бер-берендең ҡәҙерен белергә, дуҫ йәшәргә саҡыра. «Бөтә кешеләр ҙә бер туған» бер нисә уҡыу дәреслегендә урын ала, ә «Йомағужа тирәктәре» хикәйәһе 5-се класс өсөн «Башҡорт әҙәбиәте» дәреслегенә (Төҙ.: М.Х.Иҙелбаев, М.Б.Юлмөхәмәтов, Ә.М.Сөләймәнов, З.И.Ҡазыева. – Өфө: Китап, 2017) индерелә. Тәрбиә биреүҙе беренсе урынға ҡуйған яҙыусының «10–11-се синыф уҡыусылары өсөн «Әсә теле» дәреслегенә күнегеүҙәр йыйынтығы»нда (төҙ.: В.Ш.Псәнчин, Ю.В.Псәнчин) урынлашҡан парсалары ла тәрән мәғәнәле, фәһемле.
М.Әбсәләмовтың бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. «Сонтор бала саҡ» повесында яҙыусы ауыр тормошта үткән бала сағын, мәктәп тормошон сағыу буяуҙар менән һүрәтләй. Повесть автобиографик характерҙа булыуы менән М.Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәренә ауаздаш. Шулай ҙа ике әҫәрҙең атамаһында ҡапма-ҡаршылыҡ, контраслыҡ һиҙелә. Халыҡ шағиры үҙенең бала сағын «...бәхетлеме ул, бәхетһеҙме, оҙон-оҙаҡ йылдар буйына артыбыҙҙан эйәреп килә», – тип билдәләһә, бала сағы ҡәһәрле һуғыш осорона тап килгән М.Әбсәләмов уны сонтор, йәғни өҙөлгән, ғәҙәттәге, тейешле оҙонлоҡтан кәм булған тип ҡабул итә. «Сонтор бала саҡ» әҫәрендә төп герой – хикәйәләүсе үҙе. Ул берсә эске әрнеү, берсә һағыш, бер ни тиклем ҡыуаныстар аша һуғыш осоро балаларына хас психологизмды асып һала, нескә юмор аша үҙенең тышҡы етешһеҙлектәренән көлә. Автор бер ҡатлы ауылдаштарының ғәҙәти көндәлек тормошон, ауырлыҡтарға бирешмәйенсә ил өсөн, еңеү өсөн көрәшеүен һүрәтләй. Ошо аяуһыҙ осорҙа бала саҡтары өҙөлөп ҡалған, иртә ир-егет еткән малайҙарҙың һәм ҡыҙҙарҙың күңел кисерештәрен, хыял ынтылыштарын күрһәтә.
Яҙыусы үҙ әҫәрҙәрендә туған тел хазинаһындағы тел-һүрәтләү сараларын оҫта файҙаланып, һәр бер һүҙҙең тәм-ҡөҙрәтен тойоп, башҡорт әҙәбиәтендә онотолмаҫ сағыу образдар тыуҙырыуға иреште. Улар араһында тарихта тәрән эҙ ҡалдырған Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич, Зәйнулла ишан, Мөжәүир хәҙрәт, Ишмулла Дилмөхәмәтов кеүек арҙаҡлы шәхестәр бар. Ихтирамлы һәм иғтибарлы, баҫалҡы, шул уҡ ваҡытта үҙ эштәрен еренә еткереп үтәй белгән Надир, Иҙрис кеүек ир-уҙамандар ғаилә, ил терәге булып тора. Көсһөҙ заттарҙың физик һәм рухи ныҡлығын сағылдырыусы Зөбәржәт, Зөләйхә, Ғилмияза, Тәңребикә, Баҙыян, Йәмилә кеүек ҡатын-ҡыҙ образдары һоҡланыу тыуҙыра.
«Хәлфә» романы – яҙыусының һуңғы, ләкин тос ижад емеше. Роман башҡорт әҙәбиәтенә яңы образ – хәлфә-уҡытыусы образын алып инде. Романдың төп геройын Гөлфирә Гәрәева «халыҡҡа яҡтылыҡ алып килеү, мәғрифәт нуры таратыу маҡсатын алдына ҡуйған, яңылыҡҡа ынтылыусы, башҡорт әҙәбиәтендә оҙаҡ йылдар буйы күп әҫәрҙәрҙә ҡалыплашҡан негатив характерҙағы мулла, дин әһелдәре образынан ҡырҡа айырылып торған рухани», – тип характерлаһа [7; 102], Ришат Хәсәнов: «Автор уны төрлө донъяуи хәл-ваҡиғаларҙа һүрәтләп, төрлө кешеләр менән аралаштырып, ҡылыҡ-фиғелен күрһәтеп, уның ихлас, ярҙамсыл, күҙәтеүсән, ҡыҙыҡһыныусан булыуын, һиҙгерлеген, күңел йомшаҡлығы кеүек сифаттарын һыҙыҡ өҫтөнә ала», – тип билдәләне. [8; 183-184].
Тормоштағы ысын исемен үҙгәртмәй генә биргән геройын оло ихтирам менән һүрәтләй автор. Төпкөл ауылда балаларҙы яңыса алымдар менән уҡытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған ғәҙел, тормошто яратыусы Иҙрис хәлфә образында мәғрифәтсе Аҡмулла ла, мөғәллим Мөслим Бәхтиәр улының үҙе лә сағылыш тапҡандай. Юлдыбай ауылы мәсете иһә бөгөн «Иҙрис» исемен йөрөтә.
Әҙәби тәнҡитсе Ғ.Хөсәйенов бай телле ауыл яҙыусыһының ижадына битараф булмай. Бер хатында ул: «...Һин, Мөслим Бәхтиәр улы, ауыл уҡытыусыһы һәм ауыл яҙыусыһы. Шуның менән һин хәҙер ике йөҙләгән яҙыусыларыбыҙ араһында үҙенсәлекле һәм күп йәһәттән отошло кеше. Ауылда йәшәп һәм шунда яҙышып ҙур исем алыуы, мөғәллим һәм яҙыусы булып танылыуы еңел түгелдер. Ауыл тормошон яҡшы белеүең, халыҡтың тос тел үҙенсәлектәрен, характерын яҡшы белеүең һоҡландыра», – тип яҙа.
Ысынлап та, Мөслим Әбсәләмовтың әҫәрҙәре лексик байлығы, үҙенсәлекле һүрәтләү саралары менән айырылып тора. Уларҙа ҡулланылған лексик берәмектәр, диалект һүҙҙәр теҙмәһе, тапҡыр һынамыштар, фразеологик берәмектәр, уңышлы эпитеттар, күркәм сағыштырыуҙар һәм йәнләндереүҙәр, яҙыусы теленә генә хас индивидуаль-стилистик метафоралар, бай лексик һәм грамматик синонимдар, һөйләмдәр төҙөлөшө яҙыусының халҡыбыҙҙың телен, милли-мәҙәни тормошон яҡшы белеүен һәм уларҙы үҙ әҫәрендә дөрөҫ һәм урынлы файҙалана алыуын күрһәтә. Әҫәрҙәренең тел байлығы, үҙенсәлекле стиле яҙыусының тәрән фекере, аныҡ аң эшмәкәрлеге менән дә бәйле. Шуларҙан белемдең бөйөклөгөн данлаған мәҡәл-әйтемдәрҙе генә миҫал итеп килтерәйек: Белем алмаҡ – ҡоҙоҡ ҡаҙмаҡ. Белем – иң ҙур байлыҡ. Күп йәшәгән – ни белгән, күпте күргән – шул белгән. ...Энә менән ғилем ҡойоһо ҡаҙып, ...бөртөкләп алтын эҙләүселәрҙең хушлашыу кисәһе, …тырыштар үрмәләгән бейек ҡая, …зыялылар һыуһын ҡандырған белем шишмәһе һ.б.
М.Әбсәләмовтың әҫәрҙәре уҡыусыға ыңғай психологик тәьҫир итә алыуы, милли һәм эстетик тәрбиә биреүе менән дә әһәмиәтле. Ғөмүмән, педагог әҙип тормошто матур, күркәм итеп бирергә ынтыла. «Хәҙерге әҙәбиәттә тормоштоң ҡара яғына, насар яғына баҫым яһайҙар, ҡурҡыныс яғын күберәк һүрәтләйҙәр. Мин быны хуплай алмайым. Уны уҡыусыларға шул көйө биреү, хатта ҡурҡынысыраҡ итеп ҡабартып биреү тәрбиәүи роль уйнамайҙыр, тием. Яҙыусыларҙың ул алымын ҡабул итә алмайым», – ти ул журналист Фәрит Әхмәров ойошторған әңгәмәлә [9; 4].
Эйе, кешеләргә аҡлыҡ һәм сафлыҡ, белем өләшеүсе мөғәллим яҙыусының хыялы изге, күңеле пак булды. Ул үҙе һайлаған һөнәрендә лә, тәбиғәт биргән булмышында ла бер нәмәгә – уҡытыусылыҡ эшенә тоғро булып ҡала белде. Бөгөн был миссияны – киләсәк быуын тәрбиәләүҙе – бөйөк остазыбыҙҙың әҫәрҙәре дауам итә, ә бер быуатлыҡ тарихты һеңдергән Юлдыбай урта мәктәбе бөгөн хаҡлы рәүештә Мөслим Әбсәләмов исемен йөрөтә.
Әҙәбиәт
1. Әбсәләмов М. Хәлфә / Роман, повестар. – Өфө: Китап, 2008. – 464 б.
2. Бикбулатов Ә. Уҡытыусыларыбыҙ – күңелдәребеҙ түрендә /«Ауыл уттары». – 2019 йыл, 21 май. – 3-сө б.
3. Хөсәйенов Ғ. Автобиографиям. – Өфө: Китап, 2008. – 552 б.
4.Әбсәләмов М. Шәйехзада Бабичтың һуңғы көндәре // Шәйехзада Бабич хаҡында иҫтәлектәр. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1994. – 368 б.
5. Такалов И. Намыҫым ҡушҡанды үтәнем... / «Ауыл уттары». – 2019.– № 26. – 29 март. – 3, 5–6-сы бб.
6. Әбсәләмов М. Ил, тел, халыҡ – өс таған / «Ағиҙел». – 2000. – №9. – 167–171-се бб.
7. Гәрәева Г. Хәҙерге прозала дин вәкиле образы / «Ағиҙел». – 2012. – №11. – 102–103-сө бб.
8. Хәсәнов Р. Мөслим Әбсәләмовтың «Хәлфә» романында дини шәхестәр / «Ағиҙел». – 2020. – №7. – 179–184-се бб.
9. Әхмәров Ф. Мин – иң тәүҙә мөғәллим, шунан ғына яҙыусы / «Башҡортосан». – 2002, 13 июль. – №138.