Роберт Нурмөхәмәт улын тәүге тапҡыр беренсе курста уҡыған сағымда «Шоңҡар» әҙәби-ижад берекмәһенең сираттағы ултырышында күрҙем. Берекмә етәксеһе Мирас Иҙелбаев ойошторған был осрашыу ҡыҙыҡлы һәм йәнле үтеүе менән хәтерҙә ҡалған. «Ҡайтырбыҙ һалдат булып» повесындағы Булаттың прототибы үҙегеҙме?» – тигән һорауыма авторҙың йылмайыңҡырап яуап биргәне күҙ алдымда.
Өсөнсө курста профессор Роберт Байымов беҙҙе Көнсығыш әҙәбиәте фәненән уҡыта башланы. Шәреҡтең бөйөк рухи хазиналарына, башҡорт әҙәбиәтенең шәрҡи тамырҙарына ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Был фәнгә бәйләнешле бер ваҡиға әле лә иҫемдә. Иртәгә имтихан тигән көн ине. Әҙерләнә торғас, Мөхәммәд әс-Сәмәрҡәндиҙең «Синдбаднамә» («Ҡатындарҙың хәйләкәрлеге һәм мәкерлелеге тураһындағы китап») исемле әҫәрен уҡып өлгөрмәүем иҫкә төштө. Ятаҡ буйлап курсташтарымдан китапты эҙләп ҡараным, бер кемдә лә юҡ. Был көндө университет эшләмәгәс, Милли китапханаға юл тоттом. Барһам, унда санитар көн булып сыҡты. Күңелһеҙләнеп, кире боролдом. Ҡайтышлай урам аша сығып барғанда, кеҫәмдә бер тин аҡса булмаһа ла (янсығым өйҙә тороп ҡалғайны), ниңәлер «Өфө-матбуғат» киоскыһы янында туҡтарға булып киттем. Унда ниндәй гәзиттәр барлығын ҡарап торҙом да, ҡарашымды ҡапыл өҫкө кәштәгә күсерһәм, «Синдбаднамә» тора. Бына бит ул, бирәйем тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына! Йүгереп ҡайтып аҡса алып килеп, китапты һатып алдым. «Синдбаднамә»нең был данаһы менән байтаҡ курсташтарым имтихан бирҙе аҙаҡ. «Хоҙай тәғәлә «уҡыйым» тигән кешегә мөмкинлектәрен асып тора ул», – тип әйтергә яратам студенттарыма, ошо ваҡиғаны күҙ уңымда тотоп. Хәҙер үҙем дә, уҡытыусымдың эшен дауам итеп, Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында көнсығыш әҙәбиәтенән лекциялар уҡыйым.
Кандидатлыҡ диссертациямды Роберт Байымов етәкселегендә яҙҙым. Эшем хәҙерге башҡорт шиғриәтендә көнсығыш һәм көнбайыш әҙәбиәте традицияларын юллауға бағышланды. Ғилми етәксемдең «Тырыш. Эш килеп сығырға тейеш!», «Һин булдырырһың ул!» тигән һүҙҙәр менән ҡеүәтләп ебәреүе минең өсөн иң ҙур бүләк була торғайны.
Беҙ Роберт Нурмөхәмәт улының ваҡытты дөрөҫ бүлә белеүенә, фәндә лә, әҙәби ижадта ла емешле эшләүенә һоҡлана инек. Мотлаҡ рәүештә иртән ике сәғәт, кисен ике сәғәт ваҡытты яҙышыуға бүлеүе, күп уҡыуы, киң эрудицияһы, йыйнаҡлығы ижади эшмәкәрлегенең тос, фундаменталь булыуына булышлыҡ иткәндер. Бынан тыш, дәрестәр үткәреү, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу, кафедра мөдире вазифаһын башҡарыу һ.б. – былар ғалимдың күп яҡлы эшмәкәрлегенең күренеп торған бәләкәй өлөшө генә. Кабинеты алдында дипломсыларҙан, Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан килгән аспиранттарҙан сират теҙелеп киткәнен дә йыш күрергә тура килде. Оҙайлы эш көнөнән һуң профессорҙың яҡшы кәйефтә өйөнә ҡайтып китеүенә хайран ҡала инек.
2007 йылда Р.Н.Байымов башланғысында Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының әҙәбиәт белгестәре өсөн «Боронғо һәм урта быуаттарҙа башҡорт әҙәби фекер үҫеше» темаһына арналған методологик семинар үткәрҙе. Бындай семинарҙар 2008 йылда – БДУ-ның Сибай институтында, 2009 йылда – Стәрлетамаҡ филиалында, 2010 йылда Нефтекама ҡалаһында (Роберт Нурмөхәмәт улы вафат булғандан һуң) үтте. Был саралар бигерәк тә беҙҙең кеүек баш ҡаланан ситтә йәшәгән йәш быуын әҙәбиәтселәренә бик әһәмиәтле булды. Артабан дәртләнеберәк эшләргә әйҙәне, берләштерҙе. Р.Байымовтың идеяһы буйынса, боронғо һәм урта быуаттарҙа башҡорт әҙәби үҫешен өйрәнеү буйынса семинар материалдары студенттарға өҫтәмә уҡыу әсбабы рәүешендә лә тәҡдим ителде.
Роберт Нурмөхәмәт улы Бөрө студенттарына лекция уҡырға бик теләп килә ине. Ундай ваҡыттар беҙҙең кафедра уҡытыусылары өсөн рухи байрамға әүерелә. Мөмкинлек булғанда, ручка-дәфтәрҙәребеҙҙе алып, үҙебеҙ ҙә профессорҙың лекцияларына инеп ултыра инек.
Күңелемә уйылып ҡалған бер матур мәл тураһында ла бәйән иткем килә. 2009 йылдың 20 майында Стәрлетамаҡтағы методологик семинарҙан һуң Торатау итәгенә йыйылдыҡ. Етди саранан һуң тәбиғәт ҡосағына сығыу бөтәбеҙгә лә шатлыҡлы тәьҫир итте, әлбиттә. Шау-гөр килеп фотоға төшөп, Торатауға күтәрелдек. Шул мәлдә кемебеҙҙеңдер фотоаппаратына ғәжәп матур бер кадр эләгеп ҡалған: остазыбыҙ коллегаһы, филология фәндәре докторы Фәнүзә Нәҙершина менән әңгәмәләшә. Фәнүзә Айытбай ҡыҙының ҡулындағы ап-аҡ умырзаялар, тирә-йүндең зөмрәт йәшеллеге, ағайҙың тыйнаҡ ҡына йылмайыуы был тормоштоң матурлығын, ғүмерҙең бер генә мәл икәнлеген, уны файҙалы үткәреү кәрәклеген иҫкәртеп тора кеүек. Был иҫ китмәле егәрле, һоҡланғыс шәхестәргә замандаш булыуыбыҙ менән ниндәй бәхетлебеҙ, тип уйлайым мин хәҙер шул фотоһүрәткә ҡарап.
Остазымды һуңғы күреүем 2010 йылдың апрель айы урталарында булды. «Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады» исемле китап-альбомдың тәүге данаһын ҡулыма алғас та университетҡа ашыҡтым. Китапҡа рус һәм башҡорт телдәрендәге баш һүҙҙе Роберт Нурмөхәмәт улы яҙғайны. Ғалим эшенән ҡайтырға сыҡҡан. Автобус туҡталышынан алыҫ булмаған ергә ҡуйған машинаһына ултырып, ҡуҙғалырға тора. Эргәһенә йүгереп барып, баҫманы сығарыуға тос өлөш индергәне өсөн рәхмәт әйтеп, китапты бүләк иттем. «Хәйерле булһын! Ҡайтҡас, яҡшылап ҡарармын инде Һәҙиә апайыбыҙҙы», – тине ул. Ағайҙың һурылып киткәненә, арығаныраҡ ҡиәфәттә булыуына ҡарамаҫтан, үҙен бик лайыҡлы тотҡанына иғтибар итә ҡуйҙым.
Ғалимдың ҡатыны Гөлйөҙөм Һәүбән ҡыҙының аҙаҡ әйтеүенсә, ағайыбыҙҙың был китапты күтәреп индерерлек хәле булмаған, ул бер аҙна тирәһе машинала ҡала биргән. «Бер көн китапты үҙем өйгә индерҙем дә, икәүләп ултырып ҡараныҡ. «Бына ҡара, Йөҙөм, балалар сығарған китап», – тип әйтте үҙе», – тине профессорҙың йәмәғәте.
Күңелдәребеҙгә ҡанат ҡуйып, Аҡмуллабыҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, «ҡараңғыла фонарҙе ҡабыҙып» китте Роберт Нурмөхәмәт улы. Беҙгә, үҙенең аспиранттарына һәм студенттарына, биргән йөрәк йылыһы, аҡыллы кәңәштәре өсөн рәхмәтем сикһеҙ.
Матур йәшәне ғалим. Алдағы быуындарға маяҡ булырҙай ғилми хеҙмәттәре, тарих сөңгөлдәренә сумдырыр романдары, күңелдәрҙе йыуатыр, берсә йылмайтыр, берсә фәлсәфәүи уйҙарға һалыр повесть-хикәйәләре, Башҡортостаныбыҙҙың һәр төбәгенә таралған бихисап шәкерттәре, күңелдәребеҙгә һипкән изгелек орлоҡтары ҡалды.