Һуғышҡа тиклемге ауылдың алдынғы вәкилдәре баға был һүрәттән: ҡарағайҙан һалынған бина фонында аҡыллы, һынсыл ҡарашлы педагогтар етди йөҙ менән объективҡа төбәлгән. Араларында төрлө милләт кешеләре төҫмөрләнә. Район мәғариф бүлегенең ул осорҙағы мөдире Шәйәхмәт Атанғолов та барҙыр бында, моғайын. Аҫтан дүртенсе рәттең ҡап уртаһында (түңәрәктә күрһәтелгән. – Г. Ҡ.) – Ашҡаҙар башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Фәйзулла Нотфулла улы Билалов. Был уҡытыусылар үҙҙәрен замананың ниндәй афәттәре көткәнен белмәй әле. Шуның менән бәхетлеләр ҙә.
Заман, кешеләрҙе аямаған кеүек, фотоһүрәтте лә аяп тормаған. Ситтәре йыртыла башлаған. Әммә күптәр өсөн ҡәҙерле йөҙҙәрҙе һынландырыуы менән әһәмиәтле, ҡиммәтле ул. Бәлки, кемдәлер уның тулы варианты ла һаҡланғандыр.
Фәйзулла Билалов – ҡәртәсәйемдең тәүге тормош иптәше. 1907 йылда Хәйбулла районының Әбүбәкер (Башҡорт Атингәне) ауылында Нотфулла менән Гөлбаныу Билаловтар ғаиләһендә тыуған. Заманына күрә яҡшы белем алған: Темәс педагогия училищеһын тамамлаған.
Йылайыр районының Арылбай, Бикйән, Ашҡаҙар ауылдары мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләгән. Фәйзулла менән Ғәбиҙә Билаловтар 1932 йылда Арылбай ауылында йәшәгәндә – Сәғиҙә исемле ҡыҙ балаға, 1939 йылда, Ашҡаҙар ауылына күскәс, Марат исемле улға ғүмер бирә.
Һуғыш башланғас, Ашҡаҙар башланғыс мәктәбе уҡытыусыһына бронь биреп, фронтҡа ебәреүҙе кисектереп торалар. Фәйзулла Билалов хәрби хеҙмәткә 1942 йылдың 4 мартында саҡырыла.
Алкин ҡасабаһында хәрби әҙерлек үткәндән һуң, ҡыҙылармеец, пулеметсы Фәйзулла Билалов 522-се уҡсылар полкының 107-се дивизияһына хеҙмәткә ебәрелә. 1942 йылдың 18 июлендә һәләк була. Воронеж өлкәһе Подгорная ауылында ерләнә. Ул фронтҡа киткәс, 1942 йылдың 1 майында тыуған Фирҙәүес ҡыҙына атаһын күреү бәхете тәтемәй.
Фотоһүрәтте журнал уҡыусыларҙың хөкөмөнә сығарыуым юҡҡа түгел. Бәлки, кемдер үҙенә ҡәҙерле булған йөҙҙәрҙе сырамытыр, таныр, тигән өмөттәмен. Ҡәртәсәйемдең һандыҡ төбөндә етмеш йылдан ашыу һаҡланған ҡомартҡы Йылайыр районы мәғарифының әлегә билдәһеҙ булған ҡайһы бер мәлдәрен дә асыҡларға ярҙам итһен ине.