Атайым Азамат Рәхмәтулла улы Ишбулатов эштән уңды. дәртләнеп, йәм табып эшләне. Бар булмышын хеҙмәткә екте, тиһәм дә хаталанмам. Хәҙер ул эшләгән ауылдарға, предприятиеларға барһам, исемен гел маҡтап телгә алалар.
Атайым дан-шөһрәт артынан ҡыуманы. Хәйер, исем, миҙал тураһында уйлап ултырырға ваҡыты ла булманы. Шулай ҙа үҙен маҡтағанды ярата торғайны. Эй ҡыуанып, сәстәрен ҡыя тарап ҡуйыр ине. дуҫтары – бергә эшләгән хеҙмәттәштәренең күбеһе бөгөн юҡ инде. Йәшләй, кемеһе – иллелә, кемеһе алтмышта китеп барҙы.
Ниндәй етәкселәр ине улар! Мөһабәт һынлы, ыҫпай ҡиәфәтле, уйлы, фекерле, сәмле кешеләр! Бынамын тигән совхоз директорҙары, колхоз рәйестәре. Бармы хәҙер ундайҙар?.. Уларҙың береһе генә лә йортҡа килеп инһә, беҙ, оялып, тышҡа сығып ҡаса торғайныҡ, сөнки шул кимәлдә абруйлылар ине.
Әүәлге быуын кешеләренең яҙмышын сағылдырған ошо аҡлы-ҡаралы фоторәсемдәрҙе ҡараһам, һәр береһе атайымдың эш дәүере, осрашҡан кешеләре менән бәйле, хатта шул замандың тын алышы ишетелә кеүек. Әлеге фотоның да үҙ тарихы бар.
Ул ваҡытта атайым Баймаҡ районы Ленин исемендәге хужалыҡтың партком рәйесе булып эшләй ине. Ауылға “негр” киләсәк, тигән хәбәр һә тигәнсе таралды. Уның нисек беҙҙең Таулыҡайға килеп эләгеүен беҙ, балалар, аңламайбыҙ, әлбиттә. Ә атайҙар ул ваҡытта эштән ҡайтып инеүҙең ни икәнен дә белмәй торғайны. Һуңынан билдәле булыуынса, Таулыҡай ауылынан Азат исемле егет (ул фотола бар) Мәскәүҙә Патрис Лумумба исемендәге Халыҡтар дуҫлығы университетында уҡып йөрөгән икән. Кули Бали исемле африкан дуҫын ул ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан.
Әүәле белгестәрҙе бер ауылдан икенсеһенә күсерә торғайнылар. Беҙҙең ғаиләгә лә партия ҡушыуы буйынса 14 урынға күсергә тура килгән. Барған ерҙең һәр ҡайһыһында ла ҡолас йәйеп ҡаршы алып тормайҙар. Йә ваҡытлыса торор урын бирәләр, йә кешелә йәшәп тораһың. Хәтерләйем, бер ауылда беҙгә бирелгән йорт шул тиклем һалҡын, иртән тороуға иҙән йыуғыстары туңып ятыр ине. Шулай итеп алыҫ Африканан килгән ҡунаҡты ауылдың ярайһы ғына етеш йортонда – колхоз рәйесенекендә ҡаршы алдылар. Ап-аҡ ҡышта ҡап-ҡара кешене күрергә беҙ, балалар ҙа, барҙыҡ. Ауыл урамы буйлап килә ятҡан ҡунаҡты күреп, саҡ һуштан яҙманыҡ, ҡысҡырышып төрлө яҡҡа һибелдек. Хәҙерге күҙлектән ҡарағанда, ни тиклем уңайһыҙ хәл булған.
Өйҙә лә мин тик уға ғына текләп ултырҙым: тештәре ап-аҡ, ҡулы ҡара, әммә усы аҡ ине. Шулай уҡ теленең үтә ҡыҙыл булыуы иҫтә ҡалған. Ул гел шахмат уйнаны. Африка ҡунағы ауылдың дәртле йәштәре менән дә осрашты. Был фото тап шул осрашыуҙы һүрәтләй ҙә инде.
Гөлнур Ишбулатова, Баймаҡ ҡалаһы.