Все новости

Өләсәйем

Был фотола атайымдың әсәһе — Бураканова Өмөгөлсөм Әхмәтйән ҡыҙы. Ул Мәләүез районы Арыҫлан ауылында йәшәне. Уның ғүмере — беҙгә үрнәк тә, тәрбиә лә.

Өләсәйемдең яҙмышы, шул заманға тура килгән күп ҡатын-ҡыҙҙарҙың яҙмышынан бик айырылмаһа ла, ифрат ҡатмарлы булған. Уға илдәге болғансыҡ ихтилал заманын, аслыҡ йылдарында — балаларын, аҙаҡ һуғышта ирен юғалтыу кеүек ауыр ваҡиғаларҙы кисерергә тура килгән. Келәттәрҙәге орлоҡҡа тип һаҡланған ағыулы игенде астан шешенгән ауылдаштарына бирмәй, ҡаты туҡмалыуға ла дусар була ул...

Шул уҡ ваҡытта беренселәрҙән булып комсомол эштәрен ойоштороп та йөрөгән өләсәйем. Тракторсы, уҡытыусы һөнәрен үҙләштергән.

Төрлө ауыр хәлдәр уның рухын һындыра алмаған, бәлки, киреһенсә, сыныҡтырған ғына. Киләсәктә өләсәйем Коммунистар партияһы сафына ла инә. Тырыш хеҙмәте, партия идеяларына тоғролоғо өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.

Олоғайғас иһә өләсәйем ауылыбыҙҙың ҡәҙерле аҡ инәйе булды. Яҡты донъянан да ул, хәс тә Мостай Кәримдең Аҡ инәйе кеүек, ауылдың матур кешеләре менән хушлашып, йомоштарын йомошлап бөтөп, ғорур итеп китте...

Вафатынан һуң бер-ике йыл үткәс, 1998 йылда, Өфөлә республикабыҙҙың фоторәссамдары үткәргән күргәҙмәлә өләсәйемдең фоторәсеме (авторы — Рафаэль Исламов) 3-сө урынды алып, беҙҙе тағы бер ғәжәпләндерҙе...

Гөлдәр Вәлиәхмәтова,

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: