Ғаиләбеҙ архивында ҡәҙерләп һаҡланған иҫке фоторәсемде йыш ҡулыма алам. Ап-аҡ блузка, модалы сарафан, килешле күлдәк кейгән өс ҡыҙҙың артына йәш кенә егеттәр баҫҡан. Янып торған күҙҙәр, илһамлы йөҙҙәр... Хәйбулла районы Аҡъяр урта мәктәбенең актив уҡыусылары улар. Алдағы тормошта был йәштәрҙе бәхет кенә көтә кеүек. Әле белмәй улар: алда — һуғыш... Ә фотоһүрәткә “1941 йыл” тип дата ҡуйылған.
Әсәйем (фотола ул уңдан беренсе. — Г.Б.): “Был минең класташтарым. Егеттәребеҙ барыһы ла тиерлек һуғышта ятып ҡалды. Бер Юлдашбаев ҡына әйләнеп ҡайтты”, — тип һөйләй торғайны.
Миңә бөтөнләй таныш булмаған ике егет! Яңы ғына мәктәп партаһы артынан сығып, яу яланына киткән малайҙар! Йылдар аша мин, класташығыҙ Сынбулатова Вәсиләнең ҡыҙы Гүзәл Билалова, һеҙгә өндәшәм.
1941 йылда Аҡъяр урта мәктәбенең 9-сы класын тамамлап, һуғышҡа алынғанһығыҙ ҙа әйләнеп ҡайтмағанһығыҙ. Әле һеҙ ҡыҙҙар һөйөргә лә өлгөрмәгәнһегеҙҙер. Сөнки тормошоғоҙ яңы ғына башланып торған.
Бына әле генә класығыҙ менән шаулап-гөрләп, Аҡъяр күперенә Таналыҡ өҫтөндә аҡҡан боҙҙарҙы ҡарарға сыҡҡан инегеҙ.
...Күп тә үтмәй, шул уҡ күпер аша Сара станцияһына машиналар ағыла. Гармун, йыр-моңға илау, хушлашыу тауыштары ҡушыла. «Беҙҙең Ҡыҙыл армия көслө. Дошманды үҙ территорияһында туҡмаясаҡбыҙ», — тип киткән инегеҙ ҙә. Ҡайтманығыҙ...
Һуғыш юлдары бик урау булып сыҡты, ә һуғыш йылдары бик оҙаҡҡа һуҙылды... Хатта һеҙҙең класташ ҡыҙҙарығыҙ ҙа, ҡулдарына ҡорал тотоп, ил һағына баҫты. Юлдашбаева Зәйтүнә, Баҡтыбаева Хәлимә, Нураева Рәхимә, Богданова Мәликәләр үҙҙәре теләп фронтҡа китте. Һеҙҙең кеүек, ауыр һалдат итеге кейеп, туҙанлы юлдарҙан үттеләр, һыуыҡ окоптарҙа туңдылар.
Ә һеҙ ебәргән өсмөйөшлө хаттар килде-килде лә ҡапыл туҡтаны...
Мин, һеҙҙең класташығыҙҙың ҡыҙы, ҡайһы тарафтарҙа ятып ҡалғанығыҙҙы белмәйем. Хатта әсәйемдән исемдәрегеҙҙе лә һорап ҡалмағанмын икән... Аҡъяр ауылында ҡуйылған обелискыла исем-шәрифтәрегеҙ теркәлгәндер, тип ышанғы килә.
Әсәйем дә күптән гүр эйәһе... Класығыҙҙың иң һәләтле уҡыусыларының береһе булараҡ уны, Сынбулатова Вәсилә Ғилман ҡыҙын, Ибраһим (Ботороз) ауылына фронтҡа киткән уҡытыусы Мөхәмәтов урынына эшкә ебәрәләр. Йәш кенә ҡыҙ бала уҡытыусы өҫтәле артына баҫа...
Изге һөнәренә ғүмерлеккә тоғро ҡалды әсәйем. Балалар күңеленә изгелек орлоҡтары сәсте. Фотоһүрәттәге өс ҡыҙ ҙа алдағы ауыр һынауҙарҙы лайыҡлы үтте.
Тыныс күк йөҙө, матур тормош өсөн рәхмәт һеҙгә, фотоһүрәттәге йәштәр! Һеҙҙең дәртле йөҙҙәрегеҙ, янып торған күҙҙәрегеҙ һаман да тормошто яратырға, именлектең ҡәҙерен белергә саҡырып тора кеүек.