Был фото интернет киңлектәрендә әленән-әле күренеп ҡала. Уның тарихы бик ҡыҙыҡлы: 1996 йылда Мәскәүҙә үткән Халыҡ-ара реклама фестивалендә «БашКредитБанк»тың «Аҡса — башҡорт халҡының милли биҙәүесе» («Деньги — башкирское национальное украшение») тигән эше «Йылдың реклама фотографияһы» конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ була (идея хужаһы — банктың йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм реклама бүлеге етәксеһе, 32 йәшлек Сергей Лобанов). Жюри ул тәҡдим иткән эштең үҙенсәлекле булыуына, традицион ҡалыптарҙан айырылып тороуына иғтибар бирә. Тәңкәләр менән биҙәлгән милли кейемдәге мөләйем йөҙлө ағинәй — беҙҙең нәнәйебеҙ Зөһрә Хәсәнова.
Дим буйы яҡтарында өләсәйҙе «нәнәй» тип йөрөтәләр. Ғәзиз кешебеҙ 1912 йылда Дәүләкән районының Исмәғил ауылында тыуған. Атаһы мәрхүм булғас, әсәһе Зөлхизәне күрше Әлшәй районы Сурай ауылында йәшәүсе Динәхмәткә димләйҙәр. Яңғыҙ ҡатын икенсегә тормошҡа сыға, бәләкәй ҡыҙын да ҡалдырмай. Үгәй атаһы балыҡсы була, йыш ҡына Зөһрәне лә үҙе менән ала. «Ул ваҡытта Димдә балыҡ шул тиклем күп була торғайны, — тип хәтерләй ине нәнәйем, — һөҙөп тә, нәрәтә* менән дә тота торғайныҡ. Кис етеү менән йылғаға төшәбеҙ, иртәнге 5-тәргә кәмә эсе балыҡ менән тула торғайны».
Таң беленеү менән улар әсәһе Зөлхизә менән, бәләкәй арба тартып, тотҡан балыҡтарын 10 саҡырым алыҫлыҡтағы Әлшәй баҙарына алып барыр булғандар. Ҡайһы саҡ көнөнә хатта ике урағандар. Ҙур ауырлыҡтар менән тапҡан аҡсаның күпмелер өлөшөн һалым итеп түләгәндәр, ҡалғаны — үҙҙәренә. Ғаиләлә тағы ике бала — Динислам менән Зөлҡәғиҙә лә үҫеп килә.
Бәләкәйҙән эш рәтен белеп үҫкән ҡыҙҙы тиҙҙән күрше Ҡармыш ауылында йәшәгән тол Мөхәмәтғәлимгә димләйҙәр. Үҙе лә үҫмерлектән яңы ғына сыҡҡан ҡыҙға дүрт етем бала — Имаметдин, Сәүгән, Мәсҡәт, Әнисәгә әсәй булырға тура килә. Аслыҡ-яланғаслыҡтан интеккән сабыйҙар: «Зөһрә апайыбыҙ килгәс, тамағыбыҙ туйып ҡалды», — тип шатланышҡан.
Нәнәйебеҙҙең тәүге ҡыҙы Зөләйха исемле була, тик ул, ҡаты ауырып китеп, яҡты донъя менән хушлаша. 1942 йылдың ғинуарында улдары Фәнгиз — беҙҙең атайыбыҙ тыуа. Ҡартатайым һуғышҡа киткәндә, ни бары 10 көнлөк кенә булып ҡала ул. Мөләйем йөҙлө, ҡап-ҡара сәсле, киң күкрәкле уҙаманға яу яланынан әйләнеп ҡайтыу насип булмай.
Нәнәйем, эшкә ҡара тырыш кеше, колхозда тракторсы булып эшләй, таң һарыһынан кискәсә — баҫыуҙа. Атайыбыҙ ҙа, бәләкәйҙән ҡул аҫтына инеп, барлыҡ ир-ат эшен башҡарып үҫә. Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң күрше ауыл ҡыҙы Әминәгә — беҙҙең әсәйебеҙгә өйләнә. Йәштәр тырышып яңы өй күтәрә, нәнәйем дә хәленән килгәнсә уларға ярҙам итә. Донъялары матур ғына алға тәгәрәй: өй ҡотон һаҡлаусы хужабикә ал-ял белмәй фермала һауынсы булып эшләй, ғаилә башлығы иһә — алдынғы сөгөлдөрсө. Хеҙмәт ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй ул: Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордендары менән наградлана, Германияға путевка менән дә бүләкләнә. «Победа» колхозының даны районға ғына түгел, бар республикаға гөрләп торған саҡ!
Тик әсәйебеҙҙең ғүмере ҡыҫҡа булды — 1982 йылдың йәйендә ғәзизебеҙ, ҡан баҫымы ҡапыл күтәрелеү сәбәпле, биш балаһын етем ҡалдырып, һис көтмәгәндә баҡыйлыҡҡа күсте. Иң кесебеҙ Шәүрәгә ул ваҡытта ни бары өс кенә йәш ине...
Нәнәйебеҙ, үҙ ҡанаты аҫтына алып, бар ғүмерен беҙҙе тәрбиәләүгә арнаны, күңел наҙын, йөрәк йылыһын йәлләмәй өләште. Ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерҙе, сабыр булырға өндәне, тәмле-татлы аштарҙан өҙмәне. Мейес тултырып икмәк һалды, өҫтәлдә һәр саҡ самауыры йырлап ултырҙы. Беҙҙе лә эшкә өйрәтеп үҫтерҙе ул: «Эшләгәнегеҙ минең өсөн булһа, өйрәнгәнегеҙ — үҙегеҙ өсөн», — ти торғайны. Үҙе һәр саҡ моңло итеп башҡорт халыҡ йырҙарын көйләп йөрөнө — «Шәүрәкәй», «Каруанһарай», «Зөлхизә», «Һандуғас»... Йырҙар сығара торғайны, йыш ҡына мәктәпкә осрашыуҙарға саҡыралар ине уны. Милли кейемдәрен күҙ ҡараһылай һаҡланы, һәр тәңкәһе, сәйләне ҡәҙерле ине. Ҡашмау-еләндәре әле лә — төп йортта, улар беҙҙең өсөн — баһалап бөтөргөһөҙ ҡомартҡы, ғәзиз кешебеҙҙең төҫө.
Нәнәйебеҙ оҫта балаҫ һуғыусы ла булды, уның аҫалы балаҫтарын төрлө күргәҙмәләргә алып барҙылар, байтаҡ ауылдаштарыбыҙҙың йортонда улар үҙ урынын тапҡан. Ҡулы тилбер ине — күлдәктәр, хатта тундар ҙа тегә торғайны, бер минут эшһеҙ ҡул ҡаушырып ултырғанын хәтерләмәйбеҙ. Туйҙарға сәк-сәк, бауырһаҡ бешереүҙе лә уға ышанып тапшырҙылар. Күп итеп ҡаҙ тотто, күрше-күлән, туғандар менән күмәкләшеп ҡаҙ өмәләре уҙғарған мәлдәрҙе әле лә һағынып иҫләйбеҙ.
Беҙ инде үҙебеҙ балалар үҫтерәбеҙ, әммә етемлектең зәһәр елдәренән ҡурсалаған, оло тормош юлына баҫырға ярҙам иткән ғәзиз кешебеҙ алдында һаман да үҙебеҙҙе бурыслы тоябыҙ. Уның сикһеҙ рух ныҡлығы, тырышлығы, шәфҡәт тулы йөрәге беҙҙең өсөн — донъяуи ҡиммәттәрҙең иң ҡәҙерлеһе. Оло йөрәкле, сабыр аҡыллы нәнәйебеҙгә рәхмәтебеҙ — мәңгелек.
* Нəрəтə — ептəн үрелгəн ҡанатлы мурҙа.