Все новости

Онотолмаҫ әҙип-шәхестәр

Был фотоһүрәткә — утыҙ йыл: уны “Совет Башҡортостаны” гәзитенең фотохәбәрсеһе Анатолий Виноградов 1988 йылдың 27 октябрендә төшөргән. Ул көндө республика яҙыусыларының X съезы уҙғарылғайны. Был ҙур йыйын баш ҡалабыҙҙың Актерҙар йортонда үтте. Съезд тәнәфестәренең береһендә әңгәмәләшеп торған бер төркөм яҙыусыларҙы төшөрөп алған да инде тәжрибәле фотограф. Ҡәләм эйәләренең иғтибар үҙәгендә — Бөйөк Ватан һуғышының беренсе төркөм инвалиды, яҙыусы, Ғәлимов Сәләм исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Ибраһим Ғиззәтуллин. Фотонан күренеүенсә, һуғыш ҡаһарманының түштәре тулы орден һәм миҙалдар. Наградалар араһында I дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә Дан, Халыҡтар дуҫлығы ордендары, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы һ.б. бар.

Ибраһим ағай ысын мәғәнәһендә ҡаһарман яугир ине. 1941 йылдың көҙөндә һуғыш яланында алған егерме өс ауыр йәрәхәттән ул үҙенең ныҡлы ихтыяр көсө арҡаһында иҫән ҡала, йәшәү өсөн дә ғүмере буйына көрәште. Фронтовик яҙыусының “Икенсе күкрәү”, “Икенсе бейеклек” романдары, “Үлгәндән һуң утыҙ йыл” һәм башҡа повестары меңәрләгән уҡыусылар тарафынан яратып уҡылды. Китапханасыларҙың әйтеүенсә, яҙыусының әҫәрҙәренә әлеге мәлдә лә ихтыяж ҙур*.


Ибраһим ағайҙың тормош иптәше Зөләйха апай ҙа бар был һүрәттә (һул яҡтан иң ситтә). Зөләйхә Тәхәү ҡыҙы артҡы пландағы Суфиян Сафуановҡа боролғанға күрә, үкенес, фотоға уның йөҙө эләкмәгән.

Әңгәмә ҡороусылар араһында йәнә ике яугир яҙыусы бар: Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Хәким Ғиләжев (уңдан беренсе) менән Яныбай Хамматов (уңдан өсөнсө). Хәким ағай, күп һанлы шиғырҙар һәм поэмаларынан тыш, “Погонһыҙ һалдаттар” романы (1965) менән киң билдәлелек яуланы. Ул башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә күп көс һалған шәхес: 1955—1968 йылдарҙа — “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, 1968—1973 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булып эшләне.

Яҙыусы Яныбай Хамматов уҡыусыларҙа киң танылыу яулаған “Бөртөкләп йыйыла алтын” беренсе башҡорт пенталогияһының, “Төньяҡ амурҙары” дилогияһының, “Башҡорттар китте һуғышҡа”, “Һырдаръя”, “Ҡара яу”, “Салауат”, “Башҡорт ханы”, “Комбриг Мортазин” һ.б. тарихи романдары аша таныш.

Фотола донъяға исеме билдәле башҡорт драматургы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллин (уңдан икенсе, әле Мәскәүҙә йәшәй), шағир Рауил Ниғмәтуллин (артҡы рәттә), Ибраһим ағайҙың уң яғында РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы, шағирә Рәғиҙә Янбулатова бар.

Был һүрәттәге ҡәләмдәштәребеҙ XX быуат башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә ижад көстәрен һәм талантын сарыф иткән әҙиптәр булыуы менән ҡәҙерле. Уларҙы (һәм йәнә бик күптәрҙе!) онотмау — иҫәндәрҙең изге бурысы. Күңел талабы ла. Беҙгә һәм йәш быуынға иҫтәлекле фото (меңләгән!) ҡалдырған хөрмәтле Анатолий Виноградов. Уға ла рәхмәтле булайыҡ.

Ҡәҙим АРАЛБАЙ.

*Ибраһим Ғиззəтуллиндың тыуыуына быйыл сентябрҙə 100 йыл тулды (1918—1992).

Читайте нас: