Все новости

Үткәндәрҙең нуры яҡтырта

Әҙәм балаһы өсөн Яҙмыш китабынан айырып ҡарап булмай торған бик ҡәҙерле атамалар була. Күңел төбөндә тамырланған яҡты исем улар. Турат тигән атама мине һоҡландыра, ҡанатландыра һәм яҡты хәтирәләр уята. Әкиәттәге шикелле, бәхеттең алтын асҡысы булһа, мин уны Туратта таптым, тиер инем.

Туратты эҙләргә кәрәкмәй. Район үҙәгенә килеп төшкәс үк, мөһабәт тауҙар әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торғандай. Башы ла, арҡаһы ла, үҙәге лә, итәге лә матур һәм камил. Тау итәгендә Турат (рәсми исеме — Иләс) ауылы урынлашҡан. Ошо ауылда минең мәктәпкә тиклемге һәм мәктәптә уҡыған ике йыл ғүмерем үтте. Эйе, алтын көҙҙөң сағыу сентябрендә беренсе класҡа уҡырға барҙым. Мине алтын сәсле Рәмзиә апай — беренсе уҡытыусым — ҡаршы алып торҙо. Мине генә түгел, беренсе класҡа уҡырға килгән бөтә ун дүрт баланы ла ул белем донъяһына әйҙәне. Рәмзиә Әхмәт ҡыҙы өлкән генә апай булып күренгәйне. Хәҙер иһә йылмайып иҫкә алам. Апайыбыҙ педучилище тамамлап килгән егерме йәшлек кенә йәш уҡытыусы булған. Беҙ — уның тәүге ҡарлуғастары. Бөтә йөрәген бирҙе ул үҙенең уҡыусыларына. Бар ваҡытын сарыф итте. Ундай һөйөү, ундай яуаплылыҡ, ундай хәстәрҙе тағы татыныммы икән?.. Рәмзиә апайыбыҙҙы, “йөрәгемде балаларға бирәм”, тигән Сухомлинский менән генә сағыштыра алам. Быныһы инде — йылдар күҙлегенән. Ә хәҙер йәнә лә үткәнгә әйләнеп ҡайтайыҡ.


Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
Читайте нас: