Все новости

Шиғриәттең ҡиммәтле мәле

Был көндө мин ғүмеремдә лә онотмам. Йәшлегемде, студент йылдарымды яҡтыртып торған бер иҫтәлек менән бәйле ошо фото.

Мостай Кәримгә 60 йәш тулыу тантаналары бик ҙурҙан ҡубып башҡарылды. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында төп кисә үтһә, Башҡорт дәүләт университетында студенттар өсөн айырым осрашыу ойошторолдо. Уға әҙерлек бер ай алдан башланды. Бер көндө мине Кирәй Мәргән үҙенең кабинетына саҡырып алды. “Һиңә Мостай Кәримдең юбилей кисәһендә студенттар исеменән сығыш яһау бәхете тейә, — тине ул. — Уның ижадын тотошлайы менән өйрән, доклад әҙерлә. Сығышты рус телендә әҙерләргә кәрәк, һин булдыраһың уны”. Республика китапханаһына барып, бик күп китаптар аҡтарып, сығышымды яҙҙым да Кирәй Мәргәнгә килдем. Ул: “Һиңә бер генә минут ваҡыт биреләсәк, докладыңдан хәҙер ярты бит кенә ҡалдыр”, — тине. Улай иттем, былай иттем, тексты ярты битлек итеп һис ҡыҫҡарта алмайым да ҡуям. Шулай ҙа Башҡортостандың Европа менән Азия сигендә урынлашҡанлығы Мостай Кәрим ижадына туранан-тура йоғонто яһауы, шуға уның әҫәрҙәрендә Көнбайыштың рациональ аҡылы Шәреҡтең зирәклеге менән ҡауышыуы хаҡындағы фекерҙән ярты бит әтмәләнем.



Бына кисә көнө лә етте. Башҡорт дәүләт университетының тамашалар залы шығырым тулы. Рәттәр араларында студенттар баҫып тора, ишектәр шар асыҡ, унда залға һыймағандар, баштарын һуҙып-һуҙып, сәхнә яғына ҡарай. Йөҙҙәрҙә — сикһеҙ ҡыуаныс, илһам, ышаныс, күтәренке рух...

Фотола тап ошо мәл һүрәтләнгән. Унда профессорҙар, фән кандидаттары, студенттар, журналистар, фотохәбәрселәр, бөтәһе бер булып, сәхнәгә төбәлгән. Күбеһе таныш. Залда Ғилемдар Рамазанов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Миҙхәт Мәмбәтов ихлас көлөп ултыра. Венгриянан башҡорт телен өйрәнергә килгән ғалимә Эстер Ленарт янында (ә Йожеф Торма был ваҡытта сәхнәлә, президиум өҫтәле янында, тимәк, сығыш яһаясаҡ) хәҙерге көндә билдәле ғалимә, фән кандидаты Ғәҙилә Бүләкова — ул саҡтағы студент Ғәҙилә Ғәликәева ла асыҡ күренә.

Ә сәхнәләге ҙур өҫтәл артында — береһенән-береһе оло шәхестәр, ул замандың исемдәре телдән төшмәгән олуғ яҙыусылары Ҡайсын Кулиев, Сыңғыҙ Айытматов, Рәсүл Ғамзатов, Давид Көгөлтинов, Ғариф Ахунов, Михаил Дудин һәм Мостай Кәрим. Улар залдағыларға әллә ниндәй пәйғәмбәр заттарҙай күренә, ауыҙҙарынан сыҡҡан һәр һүҙ йотлоғоп тыңланыла.

Хәҙер уйлап ҡарайым да ғәжәпкә ҡалам: ниндәй заман булған һуң ул? Һүҙ көсөнөң ниндәй юғарылыҡҡа күтәрелгән сағы! Кешеләрҙең намыҫ, ил, һөйөү хаҡында шағирәнә уй ҡорған дәүере! Шиғриәттең ҡиммәтле мәле!

Сыңғыҙ Айытматовҡа иң тәүҙә һүҙ бирҙеләр.

— Минең иң яратҡан аудиториям йыйылған бында, — тине ул, зал­ды дымлы ҡарашы менән байҡап. — Күпме урындарҙа осрашыуҙарҙа ҡатнашырға тура килә, әммә студенттарҙан да ихласыраҡ, ошолай эркелешеп йыйылған, йөҙгә тура баҡҡан башҡа залдарҙы күргәнем юҡ. Мин һеҙҙең ошо ҡарашығыҙҙы күңел түремдә алып китәм.

Күҙҙәре йәшләнеп шулай тине лә, ошо залдан уҡ аэропортҡа китергә тейешлеген белдерҙе. Бар халыҡ уны оҙатып ҡалырға ынтылды, ишектәрҙән сығып, баҫҡыстарҙы тултырып баҫты. Сыңғыҙ Айытматов менән уны оҙатырға сыҡҡан Мостай Кәрим кешеләр араһындағы тар ғына һуҡмаҡтан атланы... Ошо мәл, тылсымы менән күңелемдә мәңгелеккә уйылып ҡалып, төңөлөрҙәй саҡта төңөлмәҫкә, ауыр булһа ла барған юлдан тайпылмаҫҡа тигән хәҡиҡәтте гел аңғартып торғандай итте. Аҙаҡ, Сыңғыҙ Айытматовтың үлемһеҙ әҫәрҙәрен уҡып тетрәнеп, яҙмыш, булмыш хаҡында уйланып, уның заманыбыҙҙың иң ҙур фекер эйәһе булыуын аңлағанда ошо күренеш гелән күҙ алдына килеп баҫты.

Давид Көгөлтинов, Рәсүл Ғамзатов, Ғариф Ахунов, Михаил Дудиндарҙың ярһыу рухлы, тәрән фәлсәфәүи сығыштары араһында Ҡайсын Кулиевтың “Ҡатын-ҡыҙ йылғала ҡойона...” тигән шиғырын, уң ҡулының бармаҡтарын бергә килтереп күтәреп, тәьҫирләнеп һөйләүе иҫтә ҡалған.

Мин дә трибунаға сығып, теге ус аяһындай ғына ҡағыҙҙағы сығышымды уҡыным. Шунан, алдан әҙерләнгән сәскәле кәрзинде тотоп, Мостай Кәрим ултырған урынға йүнәлдем. Ишетәм, шағир ағайҙар, шаяртып: “Мостай, не подкачай!” — тип ҡысҡырып ҡуйҙы. Мостай ағай урынынан тороп баҫты. Сәскәләрҙе алғас, һул битемдән үбеп алды. Барыһы ла ҡәнәғәт ҡул сапты, мине, сәхнәнән төшөрмәй, арттағы ултырғыстарҙың береһенә ултыртып ҡуйҙылар. Ғариф Ахунов сығышымды һорап алды: “Был кисә тураһында “Ҡазан утлары” журналында репортаж бирәм, шунда һинең дә сығышың булыр”, — тине.

Кисә тамам булғас, президиумдағылар сәхнәнең артҡы яғына йүнәлде. Мин Мостай ағайҙан автограф алырға тип көтөп торам. Шағирға китабын тоттороуым булды, шул саҡ Ҡайсын Кулиев ҡоласын йәйеп эргәбеҙгә килде:

— Ай-вай, какой счастливый Мустай, такую красивую девушку поцело­вал! Можно я тоже поцелую?

Мостай ағай шаяртыуҙы эләктереп алды:

— Разрешаю! Только в другую щеку!

Быны иптәш ҡыҙҙар күҙәтеп торған икән. Ятаҡҡа ҡайтҡас, коридор буй­лап атлағанымда: “Ҡайһы битеңдән Мостай үпте?” йә “Ҡайсын Кулиев ошо битеңдән үптеме?” — тип, килеп үбәләр. Йәнәһе, бөйөктәрҙең ирене тейгән урындан үҙҙәренә көс, илһам алалар. “Бөгөн битеңде йыума инде, япраҡ йәбештереп ҡуй!” — тиҙәр. Ошо күренештән генә лә халыҡтың ул саҡта яҙыусыларын, шағирҙарын нисек яратҡанын аңларға була.

Ярослав Смеляковтың бер шиғыры бар. “Ҡайсын, Рәсүл, Давид һәм Мостай” тип аталған был әҫәрҙе тәржемә итеп китабымда ла сығарғайным.

Аймаҡтарҙан, ауылдарҙан
Йыйылдығыҙ, дүрт оҫта:
Ҡайсын менән Рәсүл, Давид
Һәм итәғәтле Мостай.
Үҙәндәрҙә, далаларҙа
Ҡолас етмәҫ баһадир,
Таш менән ерҙе әүәләп,
Тыуҙырҙы һеҙҙән Шағир.
Халыҡ бирҙе һеҙгә хаҡ юл,
Танып кемдең кемлеген –
Шиғри аһәң бейеклеген,
Фекерегеҙ киңлеген.
Моң-зар эсендә һеҙҙең бит
Тауышығыҙ — өҫтәрәк.
Поэзия арбаһына
Дүрт тәгәрмәс тә кәрәк.
Талантлы һүҙ бөтә илгә
Яңғырап сыға ине.
Шиғриәттә дүрт дағалы
Арғымаҡ саба ине!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ.


Читайте нас: