1929 йылдың май айында төшкән был фотола Баймаҡ районы Таулыҡай ауылынан ҡартатайым Мусин Фәйзрәхмән Фәхретдин улының (1899—1978) ғаиләһе. Ҡартәсәйем Мусина Хәҙисә, ҡыҙҙары Зәһерә, улдары Фәтхирахман. 1929 йылда беҙҙең яҡтарҙа коллективлаштырыу башлана, Таулыҡай ауылында ла “Комсомол” исемле яңы артель төҙөлә. Ҡартатайым ошо артелде ойоштороусыларҙың береһе була. Киләһе йылына тракторсылар курсында, Ырымбурҙа шоферға уҡып ҡайта. Ауылда тәүге механизаторҙарҙың береһе. Бөйөк Ватан һуғышында ла шофер булып һуғышып, тыуған яҡтарына имен-һау ҡайтты. Был фото беҙҙең ғаиләлә ҡомартҡы булып һаҡлана.