Был фотола — өләсәйем Тайбаның бер туған ҡустыһы Таһиров Ҡотдос Әхмәтсәйәф улы (1921 й.). Ул Учалы районы Көсөк ауылында тыуған. 1933 йылда Ҡазан ҡалаһына бер туған ағаһы Әхмәтзияф Таһировҡа ҡунаҡҡа килә. Ағаһы, хәрби кеше булараҡ (Ҡазан хәрби мәктәбен тамамлаған), ҡустыһын яугир кейемендә “атҡа атландырып” фотоға төшөртә. Әйтерһең дә, күңеле һиҙгән. Туғыҙ йыл үткәс, 1942 йылда Ҡотдос бабай яу яланынан һуңғы хатын ебәрә. “Беҙ Көнсығышҡа япондар менән һуғышҡа киттек”, — тиелә унда. Һәм хәбәрһеҙ юғала.
Унан иҫтәлеккә ошо берҙән-бер фото ҡала.
Әхмәтсәйәф олатайҙың дүрт улы ла хәрби юл үткән. Тәүгеһе — Ғәбделхәбир 1903 йылд а тыуған. 1921—1923 йылдарҙа Өфөлә партия мәктәбендә уҡыған. Көсөк ауылында Ғәзим Мортазин менән бергәләп комсомол ойошмаһы төҙөп, унда йәштәрҙе йәлеп иткәндәр. 1925 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алынған. 1926 йылда Төркөстанда баҫмасылар менән алышта һәләк булған.
Икенсе улы — Ғабдулхаҡ Таһиров 1905 йылғы. Белорет ҡалаһында заводта эшләгән. Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған.
Өсөнсө улы Әхмәтзияф Таһиров 1909 йылғы. Ҡазан ҡалаһында Таһир Күсимов менән юғары хәрби мәктәптә уҡыған. 1939 йылда совет-фин һуғышына китә. Батальон командиры була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Бессарабияның Аккерман ҡалаһында йәшәй, 15-се механизацияланған танкылар бригадаһының штаб начальнигы була. Сталинград өсөн һуғыштарҙа, Ростов өлкәһен, Таганрог ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыштан һуң командир урынбаҫары булып хеҙмәт итә. 1953 йылда запасҡа китә. 1957 йылдан алып Өфөлә йәшәй. 1959 йылда Киров районы, 1964—1971 йылдарҙа Башҡортостан хәрби комиссариатында эшләй.
Финляндияға һәм Германияға ҡаршы һуғыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн 6 орден, 2 миҙал менән наградлана: Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены; Беренсе дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены; ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены; Ленин ордены; “Сталинградты обороналаған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары.
Тыуған ауылы Көсөктә Муса Мортазин музейында Әхмәтзияф Таһировҡа арнап айырым мөйөш булдырылған. Унда шәхси әйберҙәре, фотоалбомы ҡуйылған, стенд эшләнгән, латин телендә яҙылған 60 битлек көндәлеге, документтары урын алған.