1932 йылда Ҡарғалы ауылында "Яңы тормош" колхозы ойошторола. Колхолзға хәлле кешеләр 1 ат, үгеҙ бирәләр. 5-6 һабан, 10-12 тырма була. 1938 йылдарҙа ауылға беренсе трактор бирәләр. Тәүге тракторист Насиров Фәтҡулла була. 1937-1938 йылдарҙа ауыл осона һарай һалына. Фермала ул ваҡытҡа 600 баш һарыҡ, 90 баш һыйыр малы иҫәптә тора. Һуғыштаң һуң да ауыл халҡы һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән. Фотола уртала торған Әбделмәнов Сәғиҙулла бабай беренсе ветврач булған. Һуғыштан ҡайтҡан, әле шинелдәрән дә һалып өлгөрмәгән Ғөбәйҙуллин Яҡуп, Ғөбәйҙуллин Ҡотдос (алғы рәттә), Ҡарағужин Ғәләүетдин, Ғөбәйҙуллин Ильяс эре породалы, матур йөнлө һарыҡтар ҡарағандар. Һарыҡсылыҡ беҙҙең ауылда иң төп шөғөл булған. Совхоз ойошторолғас та 2000 йылға хәтлем барҙы.
Һарыҡ күпләп үрсетелгәс, бәрәс ҡараусылар ҙа күп кәрәк була. Ферма ауылдан йыраҡ урынлашҡан ваҡытта сәкмәнселәр ҡайтмайынса ферма өйөндә йәшәгәндәр. Ә һуңыраҡ, 70-се йылдарҙа ферма ауыл янында төҙөлгәс, бәләкәй генә өйҙә күмәкләп ял ваҡыттарында ҡул эштәре эшләп, матур байрамдар үткәргәндәр. Фотола – алғы рәттә йәштәр – Һөйөндөкова Лилиә, Насирова Әлфирә. Икенсе рәттә – Ҡорбанаева Рәйсә, Ишмөхәмәтова Мәфтүхә, Йәньегетова Фатима, Ишмөхәмәтова Гөлнур. Өсөнсө рәттә – Мәзитова Мәймүнә, Ғөбәйҙуллин Зәнәгетдин, Ғөбәйҙуллина Гөлйыһан.