Все новости

Һин һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә, ҡәҙерле атайым.

...Һуғышты Көнсығыш Пруссияның Пиллау ҡалаһында тамамлай. Ә ике хәрби наградаһы –Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм “Кенигсбергты алған өсөн” миҙалы- дошмандың был көслө нығытылған крепость-ҡалаһы өсөн булған ҡаты алыштарға бәйләнгән...


Фото Мәскәү ҡалаһында төшөрөлгән. Алғы рәттә уртала ултыралар:

Мостай Кәрим — шағир, яҙыусы, драматург, публицист. Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы — совет дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе. Фәйзулла Вәли улы Солтанов — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе. Атайым Ғәлийән Сәғит улы Хөсәйенов иң артҡы рәттә һулдан бишенсе. Атайыма шундай күренекле кешеләр менән эшләргә,аралашырға насип булған.
Атайым Ғәлийән Сәғит улы Хөсәйенов 32 йыл буйына Ейәнсура районы Яңыбай ауыл Советы рәйесе вазифаһын башҡарҙы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, халыҡ мәғарифы отличнигы, оҫта етәксе ил, халыҡ хәстәрлеге менән эшләне һәм йәшәне.

Ул 1925 йылда Ейәнсура районы Үрге Мәмбәтша ауылында Зәһүрә һәм Сәғит Хөсәйеновтарҙың ишле ғаиләһендә 5–се бала булып донъяға килгән. 1942 йылдың 12 декабрендә 17 йәшендә Ҡыҙыл Армия сафына алына. Сапун тауын штурмлауҙа һәм 1944 йылдың 12 майында Севастополде азат итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн уға “Батырлыҡ өсөн” миҙалы тапшырыла. Һуғышты Көнсығыш Пруссияның Пиллау ҡалаһында тамамлай. Ә ике хәрби наградаһы –Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм “Кенигсбергты алған өсөн” миҙалы — дошмандың был көслө нығытылған крепость-ҡалаһы өсөн булған ҡаты алыштарға бәйләнгән. Гвардия өлкән сержанты Ғәлийән Сәғит улы Хөсәйенов тыуған яҡтарына тик 1951 йылда ғына ҡайтып төшә.
26 йәшлек фронтовикты, тыуған яҡтарына ҡайтҡас та, Мәмбәтша сельпоһына етәксе итеп һайлайҙар. Ошо эшендә үҙен һәр яҡлап күрһәтеп өлгөргән Ғәлийән Сәғит улы Хөсәйенов 1954 йылда Яңыбай ауыл Советы рәйесе итеп һайлана. Бер үк ваҡытта ул үҙенең төп эшен — 18 йыл буйы Матросов исемендәге колхоздың партия ойошмаһы секретары вазифаһы менән бергә алып бара. Тыуған ил алдындағы хеҙмәттәре өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971 йыл), миҙалдар һәм күп һанлы Рәсәй һәм Республиканың Почет грамоталары менән бүләкләнә. Халыҡ мәғарифы отличнигы. Ғәлийән Сәғит улы Хөсәйенов 2009 йылда 84 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Һин һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә, ҡәҙерле атайым.

Ҡыҙы Наилә Хөсәйенова.
Читайте нас: