Шакирйәнов Хаяф Шакирйән улы (1911-1956)
Шакирйәнов Мәжит Хаяф улының хәтирәләре (1949-2017)
Бала саҡтағы тәъҫораттар күңелдән бер ҡасан да юйылмай. Хәтерләрлек хәл-ваҡиғалар күп инде. Бергәләп бесәнгә йөрөгән мәлдәр, кәбән осларға өйрәткәне, һуйыр атып алғаны — барыһы ла иҫемдә. Бигерәк тә ат йәнле ир булды ул. Сабып барған ыңғайы атының аҫтынан әйләнеп сыға һәм эйәренә менеп ултыра. Йә булмаһа, юртып барған атының артынан йүгереп килә лә артҡы яҡтан һикереп менә алғанына шул тирәләге ыбыр-сыбыр малайҙарҙың иҫтәре китә торғайны. Икенсе ҡарағанда, әллә ҡайһы арала эйәрендә арты менән ултырғанына тағы ғәжәп итәбеҙ. Башҡорт атлы дивизияһында кавалерист булып хеҙмәт иткән беҙҙең атайыбыҙ. Аяулы бала булып тыуғандыр. Пуля урап үтә,шул сәбәпле,яу ҡырында бер тапҡыр ҙа яраланманым, тип ғорурлана ине. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Баш командующий Сталиндың ҡултамғаһы ҡуйылған Рәхмәт хаттарын яугирҙең төҫө итеп әле лә һаҡлайбыҙ. Бөйөк Еңеү яҙын атайыбыҙ Берлинда ҡаршылай. Орден, миҙалдары бихисап. Ғәтиә әзәй зыңлатып, сәсүрмес итеп толомо осона тағып йөрөнө. Уның йәнә бер наградаһы тураһында һүҙ сыҡҡас, Зарим ҡусты военкоматҡа бара. Әммә, бер хәреф яңылыш яҙылыу сәбәпле, награда килеп етмәй. Ә оҙайлы яу юлдарын үҙе менән бергә үткән фронт ҡалағы әлеге көнгәсә бар.
1956 йылда атайҙың үлеме лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атына бәйле булды. Алыҫ Украинанан үҙе менән бергә алып ҡайтҡан Полина ҡушаматлы атын егеп, урмандан бүрәнә килтергәндә, ат бер үрҙә һөрлөгә. Шунда ултырғандар барыһы ла ҡазалана. Верхнеурал ҡалаһындағы табиптар дауаханала ауырыуҙың бер аяғын ҡырҡырға тәҡдим итәләр. Немецҡа бирмәгән аяҡты һеҙгә киҫергә бирмәм инде, тип, ул ризалашмаған. Ике сәғәттән һуң йән дә биргән. Мин 7 йәштә инем. Ҡып-ҡыҙыл эре еләктәрҙе йыйып, өйгә ҡайтып ҡына торам. Ҡапҡа алдында торған йөк машинаһынан бала-сағаларҙы ҡыуып төшөрҙөләр. Зыяратҡа ла инергә рөхсәт булманы. Зарим ҡусты ғына йәшенеп барыһын күреп торған.
Атайҙың фронт ҡалағы, ти Мәжит
Зөбәйҙә Ҡәләмова яҙып алды.