Ноғаманов Сабирйән Ноғаман улы
1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙҙе һаҡларға бөтә халыҡ күтәрелде. Һәр бер өйҙән күпме ир-егет, ҡатын-ҡыҙ фронтҡа китте, балалар ҙа ситтә ҡалманы. Өммөкамал әбейемдең бәһлеүәндәй дүрт улы яу яландарында вафат булды. Әхмәтсәйәф олатайымдың өс улы һуғышҡа алынып, икәүһе хәбәрһеҙ юғалды. Һанап китһәң, бик күп инде. Иң яҡын ағай-энебеҙҙән ун бер ир-егеттең дүртәүһе генә тере ҡайта алды. Күбеһенсә 1941–1942 йылдарҙа хәбәрһеҙ юғалдылар. Ул фажиғәле, аяныслы көндәр тарихта ҡалһа ла, беҙ яугирҙарыбыҙҙы, тыл ветерандарын онотмайбыҙ, йөрәк түребеҙҙә һаҡлайбыҙ. Журнал уҡыусыларға мин әсәйемдең атаһы, йәғни, олатайым хаҡында һөйләмәксемен.
Олатайым Ноғаманов Сабирйән Ноғаман улы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ленинград блокадаһын кисергән яугирҙарҙың береһе ине. 1943 йылдың 23 июнендә һуғышҡа алына. 1-се уҡсылар полкына эләгә.
Ҡала көнө-төнө ут эсендә. Немецтар революция бишеген ер йөҙөнән бөтөнләйгә юҡ итергә теләй. Бөтә юлдар ябылғас, аҙыҡ-түлек етешмәй, аслыҡ башлана. Эт, бесәйҙәрҙе лә ашап бөтөрәләр. Фашистар: «Урыҫ, әйҙә, сыҡ. Быҡтырылған ит, икмәк бирәбеҙ», – тип ҡысҡыралар икән. Аслыҡҡа түҙә алмаған һалдат окоптан торһа, снайпер атып та ебәрә. Олатайымдар «Йәшәү юлы»н һаҡлап торғандар. Ладога күлен аша сыҡҡанда немецтар аҙыҡ-түлек тейәлгән мишиналарҙы бомбаға тота. Ҡайһылары боҙ аҫтына китә. Олатайымдар өҫ кейемдәрен сисеп, боҙло һыуға сумып, он тултырылған киндер тоҡтарҙы өлгөргән тиклем сығарып, ҡарға күмеп ҡуйғандар. Һуңынан өшә итеп тимер мейестә бешереп ашағандар. Ҡайһы ваҡыт ит тә килеп эләгә торған булған.
Машиналар ҡаланан әйләнеп килгәндә оло кешеләрҙе, балаларҙы алып сыҡҡандар һәм тылға оҙатҡандар. Ҡалаға яҡын йәшәгән ауылдарҙан халыҡ һалдаттарға ашарға йомортҡа, бәрәңге килтереп йөрөгән. Олатай күргән-кисергәндәрен хәтерләп, фронттан отоп алып ҡайтҡан йырын йырлай торғайны:
Милай мил кенә, йөрәгем һелкенә.
Ҡаршы йөҙәм мин, түҙә алмаймын...
Йә «Быймалар, быймалар» («Валенки, валенки») йырын пластинканан тыңлап илай ҙа бейеп китә торғайны.
Блокада өҙөлгәс, Молдавияны азат итеүҙә ҡатнашҡан. Танкыға ҡаршы ата торған мылтыҡ менән пехотала хеҙмәт иткән.
Ул Граждандар һәм Фин һуғышында ла пулеметсы булған. «Күлдәр күп ине. Туп-тулы һөлөк. Яр ситенә үк киләләр», – тип хәтерләй торғайны.
Һуғыштан ул 1945 йылдың 15 июлендә ҡайтып төшә. Ике тапҡыр яраланып, контузия ала. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Хәрби хеҙмәте өсөн» һәм алты миҙал менән наградлана. Фронтта ауыр пулеметты күтәреп йөрөгәндән эсендә бүҫер барлыҡҡа килеп, операция эшләтә. Ләкин яра төҙәлеп бөтмәй, ауыр эш эшләгәндә асылып, ҡанап китә. Өләсәйем һөйләүенсә, эсәктәре күренеп торған. Уны таҙа сепрәк менән бәйләп ҡуйыр булғандар. Әммә бер ҡасан да ауырыйым тип, тик ултырманы. Дарыу ҙа ашаманы. Бер тапҡыр ҙа дауаханала ла ятманы. Яратып, күпләп ашағаны һары май менән ҡыҙыл борос булды. Хатта берәү менән бәхәсләшеп, бер һупалаҡ һары майҙы икмәкһеҙ ашап күрһәткәне һәм еңгәне хәтерҙә. Һалҡын тейҙерһә, мейес кирбесенә һөйәлеп ултырып йүнәлә торғайны. Ә совхозға бесән әҙерләгәндә иң шәп салғысы булды, хатта йәштәр ҡыуып етә алмай торғайны.
Олатайым намыҫлы кеше ине. Ғүмере буйы дөрөҫлөк өсөн көрәште. Етешһеҙлектәрҙе күрһә, «Урындағы власҡа барып киләйем әле» тип сығып китә ине. Балаларын да шулай тәрбиәләне, кешенең бер тиненә лә теймәҫкә өйрәтте. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, тырыш хеҙмәт күрһәтте. Май-сыр заводына май ташыһынмы, полеводмы, урман ҡарауылсыһымы – унан һәр саҡ ҡәнәғәт булдылар. Донъя көтөүгә лә шәп ине. Күпләп өйрәк-ҡаҙ аҫранылар. Эре мал тоттолар. Аты ғына булманы – хыялында ҡалды. Сөнки ат алырға ярамай, тигән закон сыҡҡайны.
Олатайым ныҡ аралашырға яратты. Өйҙәренән кеше өҙөлмәй торғайны. Белорет ҡалаһынан да таныштары күп ине. Һуғыштан ул ҙур булмаған трофей менән ҡайта: галифе салбар, хром итек һәм портупея. Өҫтәүенә ап-аҡ тун тектереп, аҡ быймалар кейеп йөрөй. Өләсәйем әйтмешләй «фырт» инде. Ир-егет булһа ла, бөхтәлеге, ҡупшылыҡты яратыуы менән ауыл халҡын хайран итә ине.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәксәбеҙ. Олатайым менән әсәйемдең уны яҡынайтыуҙа өлөштәре ҙур. Блокадала ҡатнашыусыларҙы һәр йыл 9 Май байрамына Ленинградтың үҙенә саҡырып хаттар, телеграммалар килә торғайны. «Ниндәй мохтажлығығыҙ бар, фатир йә иһә башҡа нәмә кәрәкмәйме?» – тип хәрби комиссариат ветеранға мөрәжәғәт итә ине. Олатайым: «Мин илем, ғаиләм өсөн фашистар менән һуғыштым. Беҙ азатлыҡ яуланыҡ, башҡа ни кәрәк!» – тип кенә яуап бирә ине. Олатайымдың һәм башҡа ветерандарыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә, уларҙың портреттарын тотоп «Үлемһеҙ полк» маршында ғорурланып атлайым.
Сабирйән Ноғаманов 92 йәшендә вафат булды. Күрше Ғәлиәхмәр ауылында тыуһа ла, Тәслимә өләсәй янына Зәйнәкәй ауылы зыяратына ерләнде. Ҡыҙҙары һәм ейәнсәрҙәре ҡәберлеген тәрбиәләп торабыҙ. Ауылдаштары ла ветеранды онотмай. Музейҙа уның тураһында мәғлүмәттәр,хәтирәләр һаҡлана. Тормошонда ул өс тапҡыр өйләнергә мәжбүр булды.Тәүге ике ҡатыны үпкә сиренән үлеп ҡалдылар. Һуңғыһы Тәслимә өләсәй (уның эйәртеп килгән улы ла бар ине) менән утыҙ йыл ғүмер кисерҙеләр. Беренсе ҡатынынан бер ҡыҙ һәм быныһынан дүрт балаһы тыуҙы. Әлегекөндә икәүһе иҫән. Үҙҙәре инде олатай, өләсәй йәшендә.
Олатайымдың оло ҡыҙы Вазифа (минең әсәйем, 1926 йылғы) тыл ветераны ине. Ир-ат һуғышҡа китеп бөткәс, хужалыҡтың барлыҡ ауыр эштәре ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар иңенә төшә. Әсәйемдең һөйләүенсә, ул 15 йәшлек кенә ҡыҙ бала ат менән ер ҙә һөргән, тырматҡан да, сәскән дә. Йәйен ферма малына бесән әҙерләгән, көҙөн иген урған. Ҡышын ҙур арбалар менән бесән, һалам ташыған. Хатта бүре һөжүм иткән саҡтар ҙа булған. Төндәрен фронтҡа ойоҡбаш, бейәләй бәйләгән. Ағас ҡырҡырға ла алып киткәндәр. Унда уны ағас баҫа яҙып, саҡ үлемдән ҡалған. Һуңынан маслопромда эшләгән. Һуғыш осоронда тылдағы хеҙмәте өсөн әсәйемә бик күп юбилей миҙалдары тапшырылғайны.
Яҡындарымдың яҡты иҫтәлегенә арнап, кескәй генә шиғыр ҙа ижад итеп ҡуйҙым.
Хәлһеҙлектән атлай алмай.
– Муса, әйҙә, ҡуҙғал инде,
Барып сыҡһаҡ, көсөң етеп.
– Ярай, Муса, һуҡранмайыҡ,
Бөтә халыҡ берҙәм булғас,