Хәрби хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡас, атайым тыуған ауылында колхозда эшләй, инәйем Сәлимә Әбдрәшит ҡыҙы менән 6 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
1956-57 йылдарҙа атайым Ырымбур өлкәһендә эшләп, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалын ала, шул уҡ 1957 йылда “Почет билдәһе” орденына лайыҡ була. 1985 йылда СССР Юғары Советы президиумы указы менән атайыма II дәрәжә Ватан һуғышы ордены тапшырыла. Бынан тыш, 1995 йылда Жуков миҙалы һәм башҡа юбилей миҙалдары менән бүләкләнә. Ошо турала документтар, фотографиялар беҙҙең ғаиләлә атайымдың яҡты иҫтәлеге булып, ҡәҙерле ҡомартҡы булараҡ һаҡлана, быуындан-быуынға тапшырыла.
Сажиҙә ИҪӘНБАЕВА-БИКТАШЕВА