Ҡартатайым, 1934–1938 йылдарҙа Ҡыҙыл армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, колхозда бригадир булып эшләй башлай. Бәхеттәрен арттырып, икенсе ҡыҙҙары – Мәҡсүдә апай тыуа.
Һуғыш башланыуы ҡыҙыу мәлгә – бесән сапҡан ваҡытҡа тура килә. Ҡартатайым да ҡырҙа эштә була.
Июлдә иһә күбеһенә хәрби комиссариаттан хеҙмәткә алыныу тураһында ҡағыҙ килә. Халыҡ һуғышҡа китеүсе бер төркөм ир-егетте ауыл осона тиклем оҙатып сыға. Әсәйем, һеңлеһе Мәҡсүдәне ҡарап ултырыу сәбәпле, атаһын оҙатырға бара алмай. Ғәзиз кешеһе менән илай-илай өйҙән генә хушлашып ҡала ул. Был уның атаһын һуңғы күреүе була... Ҡартатайымдың өсөнсө ҡыҙы Мәүлехә апай иһә яу яланында ятып ҡалған атаһын тик фотонан күреп кенә белә.
...Литвалағы Кидуляй ауылынан 3 саҡырым алыҫлыҡта өс көнгә һуҙылған ҡаты алыш була. Бик күптәр ошо яу яланында башын һала. Халиҡ ҡартатайым да шунда һәләк булып, тыуған яғынан бик алыҫта ятып ҡала. Унда ятҡан 400-ҙән ашыу батырҙың яртыһының хатта исеме лә билдәһеҙ...
1944 йылдын 12 октябре ғаиләгә ауыр ҡайғы килтерә – ҡартатайымдың вафат булыуын хәбәр итеп, “ҡара ҡағыҙ” килә.
1985 йылдың 9 майында Баймаҡ хәрби комиссариатына Литваның Кидуляй ауылынан хат килеп төшә. Унда, Халиҡ Ҡорбанғәле улы Юнысбаевтың ҡәбере табылды, тип хәбәр ителә. Кидуляй мәктәбенең йәш эҙәрмәндәре өләсәйемде үҙәренә саҡырып яҙған була.
Тик өләсәйемә Литваға барырға насип итмәне. Был бурысты Йомабай ағайым үтәне. Ул ҡартатайымдың ҡәберенән бер ус тупраҡ алып ҡайтты. Яҡыныбыҙҙың һуңғы төйәгенән ҡайтҡан ҡомартҡыны Еңеү байрамы көнөндә өләсәйебеҙ янына күмеп, иҫтәлекле таҡтаташ астыҡ. Өләсәйем 1995 йылда, 86 йәшенә етеп вафат булғайны.
Ҡартатайым тураһында иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Һинең рухың алдыңда баш эйәбеҙ, ҡәҙерлебеҙ!