1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына китә. Яуҙа өс тапҡыр яралана. Һуңғыһында ҡаты йәрәхәтләнеп, оҙаҡ ҡына госпиталдә дауалана.
Һиҙиәт Әбилев Еңеүҙе Германияның Кёнигсберг ҡалаһында ҡаршылай. Яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була.
1945 йылдың 22 сентябрендә, II төркөм инвалиды булып, тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Оҙаҡламай колхозда келәт мөдире булып эшләй башлай. Балта оҫтаһы ла була ул.
Тормош иптәше Зәйнәб Ҡорбанғәле ҡыҙы менән 6 бала тәрбиәләп үҫтерәләр: Зәйтүнә, Рәйес, Лүзә, Фирүзә, Лүзиә һәм Яңыбай.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы, Һиҙиәт Заһит улы һарыҡ көтөүсеһе булып эшләй. Тырыш хеҙмәте өсөн уға «Хеҙмәт ветераны» исеме бирелә.
Һиҙиәт Заһит улы Әбилев 2002 йылдың 29 октябрендә вафат була.